Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Май 2023, 10:01

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (5)

Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай икән... Кәүҙәм уның янында ятһа ла, күңелем менән икенсе ҡатын-ҡыҙҙы ҡосоп, уйлап, юҡһынып йәшәнем.

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (5)
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (5)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Ҡашлы йөҙөк

Повесть 

(5)


– Туған телемде белмәҫкә маңҡорт түгелмен дәһә... – Хаят ханым аптырауҙан күҙҙәрен ҙур асып үҙенә ҡарап торған яңы танышына күҙ һирпеп алды ла, әлегә һорау тамам тигәнде белдереп, Тамараны сәй эсергә саҡырҙы.
Сентябрь айы булһа ла, көндәр эҫе торғанлыҡтан, һыу һипмәй, тәрбиәләмәй торһаң, үҫеп ултырған бар нәмә тиҙ генә кибеп, һулырға ғына тора бында. Тамара ла иртән уяныу менән шул эшкә тотондо. Ике ҡатлы мөһабәт таш йорттоң йәйге ял баҡсаһы ҙур ине. Зауыҡ менән төрлө урынға сәселгән сәскәләр күҙҙе иркәләй, йәм биреп тора. Уларға бер ни тиклем ҡарап торғас, Тамара үҙенең баҡсаһын иҫенә төшөрҙө. Астралары әле күкрәп сәскә ата, әрһеҙ бәрхәттәре һуңғы балҡыш бирә, раузалары наҙланып ҡына иҫкән елгә әкрен генә үҙ-ара серләшеп ултыралыр. Ләлә, ҡамыш, ынйы кеүек май башында уҡ сәскә атҡандары һабағына тиклем кибеп, әле үк ҡышҡы йоҡоға талғандыр. Көслө ел-ямғыр ваҡытында ышыҡҡа индереп, эҫелә һыу һибеп торһалар, көршәктәргә өйҙән сығарып ултыртҡан яран гөлдәре лә урамын үҙҙәренсә биҙәйҙер. Бында уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ! Гөл, сәскә үҫтерергә яратҡан Тамара аэропорттан сығыу менән үк иғтибар иткән ине. Әле лә эше уларҙы тәрбиәләүҙән башланды. Ҡороған япраҡтарын алды, һыу һибеп, төптәрен йомшартып сыҡты. Күңеленә танһыҡ ине был эш. Петрушка, салат япраҡтары үҫкән түтәлдәрҙе ҡый үләндәренән таҙартып йөрөгәндә, эшен бер нисә минут элек ситтән күҙәтеп торған Хаят ханым янына килеп сәйгә саҡырҙы.
Төштән һуң, сәйханаға, эш буйынса алдан белешкән ергә китте. Хужаһы сәй төрҙәре, үҙҙәренә йөрөүселәр менән аралашыу ҡағиҙәләре тураһында әҙерәк һөйләп аңлатҡас, иртәгә эш көнө башланыуын әйтеп, оҙатып ҡалды.
Сәй төрҙәре, уларҙы әҙерләү тураһында яҙылған китапсыҡтарҙы уҡып ултырыуын күреп, Хаят ханым да үҙенең тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
– Эшең сәй яһап, йылмайып тороу менән генә сикләнмәйәсәк, – тине ул. – Килеүселәрҙең хәбәрен тыңлай белеүең дә мөһим. Бер ни тиклем психолог ролен дә үтәйәсәкһең...
– Шулайыраҡ итеп күҙ алдыма килтерәм. Ҡайһы бер серҙәр тап сәй эскәндә асыла бит, – тип Тамара ла хужабикә менән килешкәнлеген белдерҙе. Башына йәтеш кенә итеп яулыҡ сөйгән, өйҙә лә оҙон, затлы күлдәк кейгән, үҙенән уҙҙырып башҡортса матур һәм дөрөҫ итеп һөйләшкән Хаят ханымға ул, берсә һоҡланып, берсә әлегә тиклем асҡыс яратып булмаған серле һандыҡҡа ҡараған кеүек ҡарап алды. – Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт. Рәсәйҙә лә таксист, бармен һәм... – әйтергәме-әйтмәҫкәме тип әңгәмәсеһенә йылп итеп ҡарап алғандан һуң: – фәхишәләр психолог ролен үтәй, – тине.
– Эй-е-е. Әҙәм балаһы үҙенең яҡын кешеһенә һөйләп борсоған һорауҙарына яуап эҙләр урынға, нишләптер сит, үҙе бөтөнләй белмәгән кешегә сиселә, – тине Хаят ханым алдындағы ҙур ҡағыҙ киҫәгенә нимәлер һыҙа-һыҙа.
– Бәлки, таныш түгел кешенән ғәйбәт таралмағанғалыр...
– Зиһенле, эш рәтен белгән кешегә оҡшағанһың. Был яҡҡа ниндәй елдәр ташланы һине? – тип һораны Хаят ханым һаман да эшенән айырылмай ғына.
Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешенән сер тотоп булмаясағын яҡшы аңлаған Тамараға Хаят ханыма бында килеүенең сәбәбен бәйән итергә тура килде.
– Һеҙҙә һаман да бәйһеҙлек, енәйәтселек хөкөм һөрә икән, – тине Хаят ханым, бер ни тиклем тын торғандан һуң, һыҙғылаған нәмәләрен буяй-буяй. – Балалар хаҡына сығып китһәң дә, уларға һин кәрәк бит әле. Һине берәү ҙә алмаштыра алмай. Балалар өсөн атай кешенең бер генә күҙе асыҡ була, әсәләре үлһә, икенсеһе лә йомола, тигән төрөктәрҙең мәҡәле лә бар.
– Аңлайым. Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә, тиҙәр башҡорттар ҙа. Сит кешегә кәңәштәрем менән ярҙам итә алһам да, үҙемдең тормошом баштан-аяҡ түңкәрелеп ҡуйҙы. Итекһеҙ итексе инде мин дә. Үҙемә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтеп йөрөнөммө икән, тип уйлап ҡуям хәҙер...
– Нисек йәшәргә өйрәтеүсе блогерҙар, психологтар менән донъя тулды шул. Уларҙы герой кимәленә күтәреүҙәрен аңлай алмайым. Һиңә килгәндә, кешеләргә ярҙамым тейҙе, тиһең бит. Артыҡ борсолма, ваҡыт барыһын да үҙ яйына ҡуйыр, – тип Хаят ханым Тамараны тынысландырырға тырышты.
– Бында ҡасып йәшәп күңел тыныслығы таба алырмынмы ла, эштә туристарҙың берәйһе мине танымаҫмы? Шул борсой мине хәҙер...
– Күңел тыныслығы кешенең үҙенән тора. Ә һинең яҡташтарың сәйхананың ҡаршыһында торған кафеға ғына һөрлөгөп йөрөй. Уныһы өсөн борсолма, – тине Хаят ханым.
Бер нисә көн эшләгәс, ысынлап та, спиртлы эсемлектәр һатылған кафеға Рәсәй туристарының эркелешеп йөрөүҙәрен күреп, Хаят ханымдың хаҡлы икәнлеген аңланы Тамара. Эсәләр, һүгенәләр, тауыш ҡуптаралар. Төшөрөп алған ирҙәр үҙҙәрен Алланың ҡашҡа тәкәһе итеп тойһа, гүзәл заттар төрөк ирҙәренең муйынына үҙҙәре аҫылынырға, әйткән һүҙҙәренә иреп барырға әҙер тора...
Хаят ханымдың: “Сәйханаға йөрөүселәрҙе тыңлай белеүең дә мөһим”, – тигәне лә оҙаҡламай раҫҡа сыҡты. Эш ваҡыты тамамланғас, бында илле-илле биш йәштәр самаһындағы фырт кейенгән, ҡиммәтле сәғәт таҡҡан бер ирҙең көн дә тиерлек йөрөүенә иғтибар итте.
– Өшөп, тымаулап торам. Ауырыным, ахырыһы. Эштә кондиционерҙы оҙаҡ эшләтеп ташлағанмын, – тине, Тамара сәй яһай торған оҙон өҫтәлдең ҡаршыһына килеп ултырғас та.
Ихлас йылмайып торған Тамара бер нисә минуттан уның алдына ҡайнар, һөтлө сәй ҡуйҙы.
– Эҫеләй генә эсеп ебәрегеҙ әле. Хәҙер сирегеҙ тир менән сығыр, – тине.
– Өшөү-ҡалтыраныу тир менән бергә сығып үтеп киткән кеүек булды. Ниндәй үлән ҡуштығыҙ? Өйгә ҡайтҡанда алыр инем, – тине әҙерәк ултырғас, икенсе сынаяҡ шундай уҡ сәйҙе һорап теге ир.
– Ярҙам итә алыуыма шатмын. Һеҙҙә ул үлән һатыламы-юҡмы, белмәйем. Мәтрүшкә тигән үләнде ҡушҡан инем, – тип йылмайҙы Тамара.
– Һи-и-и, мәтрүшкәнең беҙҙә ниндәй генә төрө юҡ бит! Былай булғас, тымауҙан дарыуһыҙ-ниһеҙ ҡотолам икән! – тип ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. – Әйткәндәй, минең исемем Уйылдан була. Ә һеҙ мәтрүшкәгеҙ менән ҡайһы яҡтан килдегеҙ? – тип мут йылмайып ҡуйҙы.
– Рәсәйҙән. Дөрөҫөрәге, Башҡортостандан. Унда башҡорт тигән төрки халыҡ йәшәй. Ишеткәнегеҙ бармы? – тип һораны Тамара. Мәтрүшкә менән әрем бәйләмен Хәтирә ауылынан уға күстәнәскә килтергән ине.
– Бик аҙ һанлы, иманынан яҙып, эскегә бирелгән халыҡ тип, ишетә беләм.
– Барыһы ла улай уҡ түгел түгеллеккә... – Тамара оялып башын түбән эйҙе.
– Һеҙҙең тел беҙҙекенә яҡын бит. Туристарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәренән дә аңғарып ҡалам. Күптәре рус-башҡорт һүҙҙәрен бутай-бутай һөйләшәләр. Ситтән ҡарап, тыңлап торһаң, ҡыҙыҡ. Телдәре шул хәтлем ярлы, ҡайһы бер нәмәләрҙең атамалары үҙ телдәрендә юҡлыҡтан, шулай ике телде бутайҙармы икән, тип уйлап, йәлләп тә ҡуйғаным бар. – Башын түбән эйеп ҡыҙарып ҡаршыһында баҫып торған Тамараға ҡарап: – Үпкәләтһәм, ғәфү итегеҙ, – тип кисереүен һорап та ҡуйҙы итәғәтле ир.
Бер күргән – белеш, ике күргән – таныш, тигәндәй, бер көндө Тамара ҡайнар сәй килтереп ултыртҡас, Уйылдан:
– Өйгә ҡайтҡым килмәгәнлектән бында керәм. Үҙ йортомда толҡа тапмайым, – тип әйтеп һалды.
– Яңғыҙығыҙ ғына тораһығыҙмы ни? – тип һораны Тамара.
– Юҡ, ҡатыным бар. Тик бик күргем килеп тормай, – тип хәлен аңлатты көн дә сәйханаға йөрөүсе ир.
– Араларығыҙ боҙолоп торһа, үтеп китер, – тип Тамара хәленә инергә тырышты.
– Ир менән ҡатын араһындағы ваҡ-төйәк бәхәстәргә иғтибар ҙа иткәнем юҡ. Яратмаған кеше менән йәшәп ғүмерем үтеп бара. Шуныһы йәл, – тине алдындағы сәйҙе әҙ-әҙләп кенә йотоп. – Егермем саҡ тулғанда атайым: “Ғаилә бизнесын яйға һалырға кәрәк”, – тип үҙенең партнерының ҡыҙына көсләп өйләндергән ине. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай икән... Кәүҙәм уның янында ятһа ла, күңелем менән икенсе ҡатын-ҡыҙҙы ҡосоп, уйлап, юҡһынып йәшәнем. Ҡартайыла килә был үкенестәр үҙен ныҡ һиҙҙертә икән.
– Балаларығыҙ бармы?
– Улым менән ҡыҙым бар.
– Уларҙы ла яратмайһығыҙмы?
– Әлбиттә, яратам! Улар минең ғорурлығым, нәҫелемдең дауамы, – тип, ултырған еренән күкрәген алға кирә биреп үк ҡуйҙы Уйылдан.
– Икенсе ҡатындан да шундай уҡ матур балалар тыуыр инеме икән?.. – Икенсе клиентына сәй яһап торған Тамара иргә күҙ һирпеп алғас, һүҙен дауам итте. – Һеҙ яратҡан гүзәл заттың балалары бармы?
– Ҡыҙы бар ине. Тик бер бәлә генә булды әсәһенә. Әллә ҡайҙан эсергә өйрәнеп, табындаштары араһында ыҙғыш сығып, сәнсеп үлтереп ҡуйҙылар.
– Һеҙҙең дә балаларығыҙҙың шундай булыуын теләр инегеҙме?
– Юҡ, әлбиттә! – Нимә һөйләйһең һин, тип, Уйылдан Тамараға аптырап ҡарап ҡуйҙы. – Әйтеп торам бит, улар минең ғорурлығым тип. Улым – минең төп таянысым. Ғаилә эшен бергә алып барабыҙ. Исеме уңышлы кешеләр тураһында нәшер ителгән журналдарҙа йыш күренә. Ҡыҙым – билдәле невролог. Пациенттары уға эләгергә тырышып, бер ай алдан яҙылып ҡуя.
– Һеҙ яратам да яратам, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләгән ҡатынға өйләнһәгеҙ, балаларығыҙ ҙа уның ҡыҙы кеүек булмаҫ ине, тип кем гарантия бирә ала?
– Һы...
– Алма ағасынан йыраҡ төшмәй. Атаһына ҡарап улын ҡос, инәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, ти башҡорт халыҡ мәҡәле лә. Һеҙгә шул хәтлем матур, тәүфиҡлы балалар бүләк иткән, яҡшы тәрбиә биреп үҫтергән ҡатынығыҙҙың яратырлыҡ башҡа яҡтары ла күптер әле...
– Яҡшы яҡтары күп инде ул, – тип, балғалағы менән сәйен болғап ултырған Уйылданға Тамара менән ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ярты ай самаһы сәйханаға бөтөнләй килеп тә әйләнмәне Уйылдан. Яңынан пәйҙә булғас, Тамара уға тип сәй әҙерләй башлаған ине:
– Сәй эсеп тормайым. Киләһе ялығыҙҙа үҙегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырырға килдем, – тип Тамараны аптыратты.
– Мине... Ни өсөн? Ағай, ҡатынлы ирҙәр менән осрашыу минең өсөн түгел, – тип һөйләнгән Тамараға ҡарап тегенеһе көлөп ебәрҙе.
– Ҡатыным Камила менән икебеҙ һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Һеҙҙең менән һуңғы һөйләшеүҙән һуң, аҡыл дәүмәлдәренә һалып барыһын да үлсәп ҡараным да... Ҡатыныма бөтөнләй икенсе күҙлектән баҡтым. Ул миңә ышанмаһа, һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ауыр саҡта аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итмәһә, мин әле кем булырмын икән тип уйланым.
– Шундай яҡшы балалар тәрбиәләгән кеше насар булмай тип әйттем бит... – Тамара яңы танышына ярҙам итә алыуына ысын күңелдән шатланып ҡуйҙы.
– Эйе. Балалар менән сағыштырыуығыҙ ҙа урынлы булды. Мин йылдар дауамында яратам тип йөрөгән ҡатын үҙе лә ҡыҙынан ҡалышмай икән шул. Урта мәктәпте саҡ-саҡ тамамланы. Тәрбиәсегә уҡып йөрөгән еренән ҡыуылып ҡуйҙы. Ғүмере буйы бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөп иҙән йыуҙы. Элек минеке булһа, йонсоп йәшәмәҫ ине тип уйлай, уны йәлләй инем. Хәҙер уға өйләнһәм, атайымдың тырышып булдырған, юҡтан бар иткән эшен дә юҡҡа сығарып ҡуйыр инем тип уйлайым. Күҙемде астың, һылыу...
Хаят ханым янына ҡайтҡас, Тамара үҙен иртәгә ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын әйтте.
– Ҡурҡҡандарым алдыма килде! – тип ҡапыл уфтанып ҡуйҙы Хаят ханым, оҙон, киң итәк тегеп ултырған еренән.
– Әтеү, барма тиһегеҙ инде? – тип һораны Тамара, Хаят ханымдың ҡыланышына аптырап.
– Үҙеңдең иреңде сит ҡатындар әүрәткәндә рәхәт инеме?
– Ир менән ҡатын икеһе бергә йорттарына ҡунаҡҡа саҡыралар бит, – тип Тамара көлөп ебәрҙе, Хаят ханымдың ни өсөн үҙенә асыуланғанын аңлағас.
– Шулай тиң. Ҡотто алдың бит...
Хаят ханым Уйылданды ла, уның йәмәғәте Камиланы ла белә икән. “Был абруйлы ғаиләгә йыш ҡына кейемдәр тегәм. Ҡатыны нәзәкәтле, көйәҙ ханым. Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылына ҡарап оҙаталар. Һин дә матур итеп бар”, – тип, Тамараға үҙе теккән күлдәктәрҙең иң затлыһын һайлап кейҙерҙе. Башына килешле итеп йоҡа палантин да япҡас, Тамара көҙгөләге һынын бер ни тиклем танымай ҙа торҙо.
Тамараны йылы ҡаршы алдылар. Камила ханым, ысынлап та, бар яҡлап та камил зат икән. Исеме есеменә тап килеп ҡушылған тип һоҡланып ултырҙы Тамара. Ә Уйылдан, әйтерһең дә, икенсе йәшлеген кисерә ине. Ҡатыны алдына ни алып, ни ҡуйырға белмәй, өлтөрәп кенә тора. Тағы бер ғаиләгә ярҙамы тейгәне өсөн Тамара эстән генә шатланып ҡуйҙы. Ир менән ҡатындың күгәрсендәрҙәй гөрләшеүҙәренә ҡарап, үҙҙәренекеләр ни хәлдә икән тип күңеле кителеп тә алды. Хәтирә әхирәте Яңы йыл байрамына ҡайтҡансы ауылына, туғандарына, ғаиләһенә бәйләнешле яңылыҡтар өҙөлгән ине. “Ҡайтҡас, әсәйеңдәргә барып хәлде аңлатырмын. Барыһы ла яҡшы, үҙ яйы менән бара. Борсолоп, үҙеңде бөтөрмә”, – тип Хәтирә уға шылтыратҡан һайын ҡабатлап ҡына торһа ла, күңеле урынында түгел шул Тамараның. Элек Айһылыуҙың һәр аҙымын фото, видеоға төшөрөп интернетҡа һалыуына һарыуы ҡайнай, ҡыҙын тыйып та маташа ине. Хәҙер, киреһенсә, шатланып ҡуя ҡайһы бер саҡ. Интернет аша уның тормошон даими күҙәтеп барып, күңеле тыныслана. Элегерәк нимә ашағаны, нимә кейгәне, нисек көн үткәргәне унда теркәлә ине. Хәҙер күп ваҡыт өләсәһе янында күберәк уралғаны аңлашыла. “Өләсәй менән ҡоймаҡ ҡойҙоҡ”, “Өләсәй менән йөн иләнек”, “Өләсәй менән бишбармаҡ бешерҙек” тигән тамғалы фотолар, видеолар йышыраҡ урын ала башланы. Интернатта саҡтағы яҙмалары туған телендә булыуына шатлана Тамара. Тимәк, балаһына ул биреп өлгөрмәгән тормош һабаҡтарын өләсәһе бирә. Юҡҡа ғына өләсәйле бала – бәхетле, тимәйҙәр бит.
Уйылдан менән Камила ҡунаҡтарына уға артабан да психология буйынса уҡырға, белемен камиллаштырырға кәрәклеген әйттеләр. Ситләтеп кенә булһа ла Тамараға үҙенең һөнәре, Төркиәгә килеү тарихы тураһында һөйләргә тура килде.
– Һиңә уҡырға, үҫергә кәрәк! – тип икеһе бер тауыштан өгөтләп алдылар ҙа киттеләр.
– Тыуған яғында хәбәрһеҙ юғалыуға һаналған кешенең дипломын, психология фәндәре кандидаты исемен бында нисек итеп ҡулланырға мөмкин һуң? Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл, – тип Тамара ҡаршы төштө.
– Һөнәрең буйынса эшләргә ярҙам итергә тырышырбыҙ, – тип Уйылдан менән Камила оҙатып ҡалдылар.
Үҙе менән сит илдә шартлатып башҡортса һөйләшкән Хаят ханымдың кемлеген, сығышы менән ҡайҙан икәнен белмәй ине Тамара. Хужабикәнең тыуған көнөндә был ҡатынға ҡарата һоҡланыуы тағы ла меңләтә арта төштө.
– Өләсәй, тыуған көнөң менән! Мин һине яратам! – тип саф башҡортса һөйләшкән биш йәшлек ейәне Заһир килеп кереү менән ҡотланы. Хаят ханымдың ике улы ла, хатта килендәре лә тик башҡорт телендә генә һөйләштеләр. Тамара бер мәлгә генә үҙен тыуған яғына ҡайтҡандай итеп хис итте.
Ҡунаҡтарҙы оҙатып, һауыт-һаба йыйыштырып йөрөгәндә Тамара:
– Һеҙ бында нисек килеп сыҡтығыҙ? – тип үҙен күптән борсоған һорауҙы бирҙе.
– Мин бер ерҙән дә килмәнем. Ошонда тыуҙым, – тип яуапланы Хаят ханым, ғәҙәттәгесә, тыныс ҡына.
– Ә?!
– Олатайым менән өләсәйем Башҡорт автономияһы тар-мар ителгән ваҡытта бында ҡасып киләләр. Атайыма ул ваҡытта биш йәш була. Оҫта тегенсе тигән даны сыҡҡан олатайым бында килгәс тә тиҙ арала танылыу яулай.
– Бына кемгә оҡшап һеҙ һәләтле икән! – тине Тамара Хаят ханымдың алтын ҡуллы булыуына ишаралап.
– Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар, тиҙәр бит. Төпләнеп йәшәп китеүе әллә ни ауырға тура килмәй уларға. Тик нисек кенә булһа ла тыуған яғын һағынып йәшәнеләр улар. Өләсәйем бәләкәй сағымда бик күп башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләй торған ине. Атайымды үҙҙәре һымаҡ уҡ килгән кешеләрҙең ҡыҙына, ата-әсәләре бында килгәс кенә тыуған минең әсәйемә, өйләндерәләр. Өйҙә һәр ваҡыт башҡорт телендә һөйләштек. Туған телдәрен сит мөхиттә һаҡлап ҡалыуға күп көс һалдылар.
– Эйе, сит мөхиттә туған телеңә балаларыңды өйрәтеү еңел эш булмағандыр, – тип Тамара һүҙгә ҡыҫылды. Үҙе балаларын күҙ алдына килтерҙе. Башҡорт мәктәбендә белем алһалар ҙа, Айһылыуының һөйләшендәге өс һүҙҙең икәүһе рус телендә. Азаматы ла рус һүҙҙәрен йыш ҡыҫтыра башланы.
– Башҡортостандан сәләм менән бергә мотлаҡ башҡорт телендә китап, гәзит-журнал ебәрәләр ине. Беҙгә аҙым һайын үҙ милләтегеҙгә кейәүгә сығығыҙ, өйләнегеҙ, тип әйтеп кенә торҙолар. Башҡортостандан тәржемәсе булып эшкә килгән егеткә кейәүгә сыҡтым. Бәхетемә күрә, ул да рухлы кеше ине...

Дауамы бар.

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: