Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Май 2023, 20:05

Илештән төшкән килен

Илеш районының Тәжәй ауылында тыуып үҫкән Гөлфинә Дамир ҡыҙының Юлыҡ ауылына Фәүзиә менән Хатип Юлмөхәмәтовтар ғаиләһенә килен булып төшөүенә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер үткән.

Илештән төшкән килен
Илештән төшкән килен

Үҙен белә-белгәндән китапханаға йөрөргә, китап уҡырға, нәфис әҙәбиәт ярата Гөлфинә. Шуғалыр ҙа күңеле рухи байлыҡ өләшеүсе һөнәренә тартыла. Ауылда китапханасы булып эш башлап, үҙ урынын тапҡансы бер нисә һөнәр алмаштырырға тура килә уға.
Тәғәйен генә эш урыны булмағанлыҡтан, Гөлфинә Ғафури районы Юлыҡ ауылы китапханаһында декрет ялындағы китапханасы урынына ваҡытлыса эшләп тора. Был күңеленә, булмышына ятышлы һөнәрҙе яратып өлгөргән Гөлфинәне, тора-бара был эш урыны бушап ҡалғас, 2019 йылда китапханаға эшкә саҡыралар һәм ул ҡайтанан дәртләнеп эшкә тотона. Хәҙер Г. Юлмөхәмәтова итәғәтлелеге, кешеләр менән оҫта аралаша белеүе, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды. Китапханасы үҙ-үҙен камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә, балаларҙы китапханаға йәлеп итеп, төрлө конкурстар, викториналар һәм уйындар, китап уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәреү, ауыл мәҙәниәт йортонда клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һәр төрлө әҙәби-тематик саралар һәм байрамдар әҙерләп уҙғарыу, сценарийҙар яҙыу, оло йәштәге кешеләрҙең, инвалид балаларҙың өйҙәренә барып, уларҙы китаптар, гәзит-журналдар, китап уҡыусыларҙы төрлө яңылыҡтар менән таныштырыу, китап күргәҙмәләре, яңы әҙәбиәт һәм юбиляр яҙыусыларҙы презентациялау кеүек тематик буклеттар, саралар үткәреү – былар барыһы ла Гөлфинә Дамир ҡыҙының өйрәнелгән эштәре. Китапханасы китапханаға килгән балаларҙың үҙ туған башҡорт телендә һөйләшеүҙәренә ҙур иғтибар бирә, туған телде пропагандалауға күп көс һала, китапҡа, телгә һөйөү тәрбиәләй. Төп эшенән тыш йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. “Ағиҙел” журналының 100 йыллығы уңайынан Гөлфинә Юлмөхәмәтова күптән түгел Ейәнсура районында уҙған “Аҡмулла арбаһы” сараһында ҡатнашты һәм “Иң шәп китапханасы” номинацияһы еңеүсеһе булараҡ, журналдың Дипломына һәм бүләгенә лайыҡ булды.
- Китапханасының эше, әлбиттә, элекке кеүек кешеләргә китап биреп, уны ҡабул итеп ултырыу ғына түгел, ә беҙгә халыҡ алдында тәрбиәүи эштәр алып барыу, социаль әһәмиәтле акцияларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурысы ла йөкмәтелгән. Һәр яҡлап Ҡауарҙы ауыл биләмәһе, ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм булып эшләйбеҙ. Юлыҡ ауылы китапханаһында өс меңдән ашыу китап фонды иҫәпләнә, әммә бик иҫкергән, яңыртыуҙы талап итә. Ауылыбыҙ ижадсыһы, халыҡ сәсәниәһе Рима апай Рафиҡова кеүек ярҙам итеп тороусы булғанда эшләүе еңел. Үҙәкләштерелгән район китапханаһы мөдире Фәүзиә Зәйнуллина һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, кәңәш-тәҡдимдәре менән терәк булып тора, - ти Г.Юлмөхәмәтова. - Ауылыбыҙ әүҙемсеһе, уҡытыусы Рәхимйән Юлыҡов ауыл һәм мәктәп китапханалары менән берлектә “Мине заманса китапханала тап” (“Найди меня в современной библиотеке”) проектын гранттар конкурсына тәҡдим итте һәм еңеп сыҡҡанда китапханалар ноутбук, интерактив таҡта һәм башҡа әйберҙәргә эйә буласаҡ.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле хужабикә ул. Илеш районының Тәжәй ауылында тыуып үҫкән Гөлфинә Дамир ҡыҙының Юлыҡ ауылына Фәүзиә менән Хатип Юлмөхәмәтовтар ғаиләһенә килен булып төшөүенә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер үткән. Тормош иптәше Вәкил Хатип улы (ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе) менән өс балаға атай-әсәй һәм өс ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булғандар. Улдары Вәғиз Красноусолда төпләнгән, район эске эштәр бүлегендә эшләй, кәләше Гөлназ менән Әҙилә һәм Юлиә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Гөлзиә ҡыҙҙары (һөнәре буйынса шәфҡәт туташы) кейәүҙәре Байрас, ейәндәре Рамазан менән Өфөлә йәшәйҙәр. Иң кеселәре – Гөлнәзирәләре Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класын тамамланы. Юлмөхәмәтовтар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, төп эштәренән тыш, уларҙы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йыш осратырға мөмкин.
Ауылдаштарына рухи байлыҡ өләшеүсе Гөлфинә Юлмөхәмәтованы Китапханалар көнө менән ҡотлап, эшендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.

Сығанаҡ: "Табын" гәзите

Индира Ишкина

Автор:
Читайте нас: