+22 °С
Болотло
ОЖМАХТАРҘАН ҠАСЫП ҠАЙТЫРЛЫҠ...
Ожмахтарға инмәй ҡалмағандыр
Милләтемдең изге йәндәре.
Ниндәй телдә икән башҡорттарҙың
Йәннәттәрҙә һөйләшкәндәре?
Ишетелмәҫ булһа башҡортса һүҙ,
Моңаймаһа ҡурай ул яҡта,
Уралҡайын һағынып,
Башҡорттарым
Һарғаялар микән ожмахта?
Туған телем өнө,
Ҡурай моңо
Ер сигенән үҙенә тартырлыҡ.
Ҡайтыр юлдар булһа,
Ошо ергә
Ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ...
Рауил Бикбаев.