Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Май 2023, 08:44

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (6) Аҙағы

– Уның янында үҙемде беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ итеп тойҙом...

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (6) Аҙағы
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (6) Аҙағы
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА
 
Ҡашлы йөҙөк
 
Повесть (6) 
 
Аҙағы.

– Башҡортостанға күсеп ҡайтыу тураһында уйығыҙ булманымы?
– Бар ине. Ата-әсәйем дә ризалар ине. Тик ике меңенсе йылдар башында иремдең районына барып килгәс, ул теләгем һүрелде.
– Нишләп?
– Колхоздар тарҡалған. Ферма биналарын кем өлгөрә, шул емереп ташырға маташҡан. Улар һуғыштан ҡалған харабаларҙы хәтерләтә.
– 95 – 97-се йылдарҙа ҡапыл ғына колхоздар бөтөрөлдө лә ҡуйҙы шул.
– Һөйләһәң күп инде. Баҫыу, юл буйҙарын ҡый баҫҡан. Ҡатындар ирҙәре менән бергә ҡушарлап атҡа ултырып эсеп йөрөйҙәр. Балаларына аҡыл өйрәтеп, ғүмер теләп ултырырға тейешле әбей-бабайҙар пенсияларын хәмергә бөтөрә. Ошоларҙы күреп, күңелем әрнеп йөрөгәнлекте ирем аңланы. Башҡа “ҡайтайыҡ” тип ауыҙын да асманы. Ҡайны-ҡәйнәмдәр үҙҙәре бер нисә тапҡыр килделәр, уларҙы һуңғы юлға оҙатырға барып килдек.
– Хәҙер хәлдәр әҙерәк яйға һалынды ул. Халыҡ та яйлап иманға килә башланы, – тигән булды Тамара.
– Килеүен киләлер ҙә. Туған телдәрен онотоп баралар бит...
– Әлләсе... Гәзит-журналдар сыға, радио-телевидение эшләп тора.
– Улары булыу менәнме ни?! Халыҡ үҙе ултырған ботаҡҡа күрәләтә үҙе балта менән сабып торғас...
– Ул хәтлемен үк һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ? – Тамара таҫтамал менән һауыт-һаба ҡоротоп торған ҡатынға аптырап ҡараны.
– Ниңә, бында ял итергә килгән халыҡ менән дә аралашам. Быйыл йәй бер оло йәштәге ҡатын менән таныштым. Бисара минең башҡорт телендә һөйләшеүемде белгәс, ауылдашын осратҡандай шатланды. “Балалар үҙҙәре менән ял итергә алып килде”, – тигән була. Ысынында ҡыҙы береһенән-береһе бәләкәй ике балаһын ҡаратыр өсөн эйәрткән. Үҙҙәре иһә ире менән эсеүҙән бушай алманылар.
– Һеҙҙең менән, ана, башҡортса һөйләшкән бит... – Батып барыусы һаламға булһа ла йәбешә, тигәндәй, Тамара милләттәше өсөн аҡланмаҡсы итте.
– Минең менән һөйләшеү менәнме ни?! Үҙенең ҡыҙы әсәһе башҡортса өндәшһә лә, бер тапҡыр ҙа туған телендә яуап бирмәне. “Ҡыҙым башҡортса аңлай ул”, – тигән була. Ә ейән-ейәнсәрҙәре бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәйҙәр. Өләсәй кеше улар менән вата-емерә русса аралашып маташа. “Һеҙҙә башҡорт милләтенең тамырҙары өҙөлөп ҡалған бит”, – тим. Өндәшмәй.
– Үкенескә күрә, ундайҙар аҙым һайын осрай шул, – тип Тамараға ризалашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Яңы йыл байрамынан һуң Хәтирә әхирәте ебәргән посылканы алды Тамара. Байрамға ауылға ҡайтҡан балалыҡ дуҫы әсәһенә барып, уға хәлде аңлатҡандан һуң, беренсе тапҡыр тыуған яғынан шылтыраттылар.
– Әсәй, балалар, үҙегеҙ нисек? – тип Тамара үҙ-үҙен белмәй ҡысҡырып ебәрҙе ғәзиз кешеһенең тауышын ишетеү менән.
– Аллаға шөкөр барыбыҙ ҙа. Азамат менән Айһылыу әлеге ваҡытта каникулда. Кейәүгә асыуым ныҡ булһа ла, улар үҙемдекеләр бит. Барып ярҙам итәм, үҙҙәре лә килеп торалар. Үҙең сит яҡтарҙа нисек йәшәп ятаһың һуң, балаҡайым, – тип әсәһе илап ебәрҙе.
– Барыһы ла яҡшы, әсәкәйем. Шәүрә өләсәйемдең: “Ҡайҙа йөрөһәң дә, Хызыр Ильяс юлдаш булһын”, – тип теләгән теләктәре ярҙам итәме, юлымда яҡшы кешеләр генә осрап тора...
– Һин кейгән йөҙөк колбасанан килеп сығыу хәбәрен ишеткәс, иҫтән яҙғанмын. Ярай ҙа ҡустың, киленең янымда булды, – тип ҡыҙы юғалған мәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө әсәһе.
– Һеҙҙе шундай ҡайғыға һалғаным өсөн, кисерегеҙ инде мине, – тине Тамара.
– Нисек унда барып эләкте икән? – тип ҡыҙынан был ваҡиға тураһында һорашты әсәһе.
– Ит сифатын, унда тәртипте тикшереп йөрөгәндә яңылыш төшөп китте, әсәкәйем, – тип яуап бирҙе ҡыҙы.
– Әллә ниҙәр уйлап бөткән инем, – тине әсәһе. – Һине эҙләгән ваҡытта олатайыңдың баш һөйәге һәм үҙе менән алыҫ юлға тип алып сыҡҡан алтын-көмөштәре араһында һинеке кеүек ҡашлы йөҙөк тә бар ине. Үҙең иҫән-һау табылмаһаң, Айһылыуға тип инселәгән инем. Үҙеңә яҙған икән. Хәтирә артынан ебәрәм.
– Теге дала ҡамғағы ауылдамы? – тип тә һорашты Тамара беренсе тапҡыр һөйләшкәндә.
– Бында-а-а. Азат менән борсаҡтары бешмәй, ахырыһы. Ул-был ишетелмәй башланы. Ағаһы ла бында. Апаларына бер биҙа булып икәүләшеп яталар. Үҙеңде һағынһам да, ул нәмәләр ауылда саҡта, ҡайтмай тороуың яҡшыраҡ инде, – тип әсәһе телефондың теге осонда йәнә мыршылдап илап та алды.
Төргәкте асыу менән иң тәү сиратта ҡашлы йөҙөктө ҡулына алды. Уң ҡулының һуҡ бармағына кейеп ҡарағас, элеккеһенең һыңары икәнлегенә төшөндө.
Ебәрелгән күстәнәстәр араһынан Хаят ханым кипкән ҡоротто яратты. Сәйгә лә ҡушып эсте, былай ғына һурып та йөрөнө. Ә йәшел ҡашлы йөҙөк менән Тамараға, әйтерһең дә, ҡото ҡабаттан әйләнеп ҡайтты.
– Студенттарҙың каникулдары тамамланыуға, һине Төркиәнең иң шәп уҡыу йорттарының береһендә көтәләр, – тип Камила ханым шылтыратып һөйөнсөләне бер көндө.
– Әйткәндәрегеҙҙе эшләмәйенсә барыбер туҡтамағанһығыҙ икән, – тине Тамара рәхмәт әйтеп.
– Һин белем алған университетҡа һорау ебәреп, диплом, кандидатлыҡ диссертацияһы кенәгәһенең номерын алыу ағайығыҙға әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы, – тип көлдөләр телефондың теге осонда. – Ғүмер буйы Уйылдан ағайың алдында үҙемде ғәйепле тойҙом. Яратҡас, айырылышайыҡ, тип тә әйтә алманым. Һинең менән бер әңгәмәһе беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә, беҙ ҙә ярҙам итергә тейешбеҙ, – тип Камила ханым да Тамараға рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Башта студенттарға лекция уҡып, докторлыҡ диссертацияһының планы өҫтөндә эшләне. Ярҙам һорап үҙенә айырым мөрәжәғәт итеүселәр ҙә табылды. Ауыр хәлдә ҡалыусылар менән эшләргә рәсми рәүештә лә һоранылар. Улары күпселек Рәсәйҙән килеп бындағы ир-аттарҙан алданған ҡатын-ҡыҙҙар ине.
Бер ялында Хаят ханымдан күлдәк бесергә өйрәнәм тип кенә иртә менән тороп йөрөй ине. “Тиҙ генә килеп ет!” – тип бер ҡала дауаханаһының адресы күрһәтелгән смс-хат ебәрҙеләр эшенән. Бынан бер йыл элек булһа, ҡулына эләккән бер кейемде кейер ҙә һыпыртыр ине. Хаят ханым менән йәшәп, үҙен яратырға, ҡарарға өйрәнде. Әле лә сағыу май ҡояшы яҡтыртҡан эҫе көндө оҙаҡ йөрөргә тура килһә, тип яҡшы сифатлы, тирләтмәй ҙә торған күлдәкте һайлап алды. Зәңгәрһыу күлдәккә ярашлы шул уҡ төҫтән йоҡа ҡына яулыҡ, диңгеҙ ҡабырсағын хәтерләткән алҡалар тотоп, янына Хаят ханым да килеп баҫты.
– Уй, рәхмәт инде һеҙгә! Шәхси стилист һымаҡһығыҙ миңә, – тип Тамара уны ҡосаҡлап уҡ алды. – Дауаханаға, бәлки, алҡа тағып йөрөп тормаҫҡалыр...
– Биҙәүестәр таҡмаған ҡатын-ҡыҙ итһеҙ һурпа кеүек ул... – тип Хаят ханым ай-вайына ла ҡуйманы, өйҙәшен матур итеп кейендереп ебәрҙе эшенә.
Ярҙам кәрәккән кеше Башҡортостандан икән. Социаль селтәрҙә төрөк ире менән таныша Самира исемле ҡатын. Хәбәрләшә торғас, бер-береһенә эҫенешеп китәләр. Һалҡын ыжғыр ҡыштарында туңған, көҙгө әсе елгә елләнгән, яҙғы батҡаҡтарға түҙгән, иртәнән кискә тиклем хөкүмәт эшендә бил бөккән, ире ҡәҙерен бөтөнләй белмәгән гүзәл затты көнсығыш ире йәлләй һәм тиҙҙән үҙенә саҡыра ла башлай. Төркиәнең йылы ҡояшын һәм ҡайнар йөрәген тәҡдим итә ул. Диңгеҙ буйындағы күркәм йорттоң фотоһын ебәрә. Әҙ генә аҡсаһы етмәүен дә әйтергә онотмай. Һатып алһа, Самираны үҙенеке итеп, уны бер ниндәй мохтажлыҡ кисертмәй, май эсендәге бөйөр кеүек кенә йәшәтергә хыяллана.
Тәмле-татлы һүҙҙәргә күңеле ирегән ҡатын ире бер йыл элек кенә бүләк иткән сит ил машинаһын һатып, йыйған аҡсаларын алып, биш йәшлек улын әсәһенә ҡалдырып Төркиәгә һыпырта. Ҡунаҡханала ике көн һөйөп-һөйөлөп йәшәп ҡалалар. Өсөнсө көнөнә ир душҡа кергәс, Самира ирҙең паспортын алып ҡарарға саҡ башы етә. Нимә яҙылғанын уҡығас, артына ауып китә яҙа. Утыҙ биш йәшлек ирҙең ҡатыны, өс балаһы барлығы аҡҡа ҡара менән яҙылып ҡуйылған була унда. Алданғанын аңлаған, үҙенең ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалыуына төшөнгән ҡатын йыуынып сыҡҡан иргә еңел быу теләр урынға, кисә картаһына күсереп ҡуйған аҡсаһын таптырып тауыш ҡуптара. Үҙенә һағыҙаҡтай бәйләнгән ҡатындың иреш-талашына, күҙ йәшенә оҙаҡ түҙеп тормай ҡыҙыу ир. Бер нисә тапҡыр тәгәрәтә һуға ла бикләп сығып та китә.
Бында берәүгә кәрәкмәгәнлеген, тыуған яғында берәү ҙә икмәк-тоҙ менән ҡолас йәйеп ҡаршы алмауын аңлаған ҡатын был донъя менән иҫәпте өҙөргә уйлай. Услап йоҡо дарыуы эсеп иҫһеҙ ятҡан Самираны ҡунаҡхана йыйыштырыу­сы ҡатын күреп ҡалып, тиҙ ярҙам саҡырта.
Тамара шәфҡәт туташынан Самираның бында килеп эләгеү тарихы менән танышҡас, янына керҙе. Йөҙө ҡағыҙ кеүек ағарған ҡатын Тамараның кем икәнлеген белгәс тә:
– Мин яратҡан кешемә кәрәкмәйем, – тип илап ебәрҙе.
– Ваҡыт – үҙе дауа. Барыһын да үҙ урынына ҡуйыр. Тыныслан, – тине Тамара. – Һиндәге үҙгәрештәрҙе күргәс, аяҡ-ҡулыңды ла ысҡындырырҙар. Тыуған яғыңа ҡайтырға ла ярҙам итерҙәр... Иң мөһиме, улыңа кәрәкһең. Ул һине һағынып көтә.
– Уның ҡатыны, балалары бар. Барыбер минеке булмаясаҡ. – Самира һаман үҙенекен тылҡыны.
– Мөхәббәт өс йыл йәшәй, тиҙәр. Ҡалғаны мауығыу, өйрәнеү генә, ти белгестәр. Тиҙҙән ошо хәлдә ятҡан мәлдәреңде иҫләп көлөрһөң әле. Ә әлегә улың хаҡына түҙергә тырыш, – тип Тамара Самираны һаман да бирешмәҫкә өндәне.
– Уның янында үҙемде беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ итеп тойҙом...
Һәр матур һүҙгә ышанырға кәрәкмәгәнлеген, һәр ваҡыт үҙеңә таянырға кәрәклеген, был донъяла күпме кешенең икенсе яртыһын яратмаһа ла, тормош ҡороп, балалар үҫтереүен, иң тәү сиратта ир менән ҡатын араһында бер-береһенә ихтирам булырға тейешлеге хаҡында Тамара алданған ҡатын Самираға байтаҡ ҡына аңлатып ултырҙы. Ул йоҡлап киткәс кенә, ҡайтып китте.
Тик иртәгеһенә ҡот осҡос яңылыҡ уны шаңҡытып ҡуйҙы. Иртәнсәк табиптарҙың сменаһы алмашынған мәлдә, йыуынырға теләүен белдергәс, Самираның аяҡ-ҡулдарын ысҡындыралар. Ысынлап та, душта ҡойоноп сыға, сәсен рәтләй, хатта көйләй-көйләй ултырып биҙәнә лә. Уның хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп, дауахана хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуана һәм иғтибарҙы кәметәләр. Ошо форсаттан файҙаланып, тегеһе етенсе ҡаттан ташлана.
Был аяуһыҙ мөхәббәт тарихы тураһындағы ваҡиғанан һуң Тамара йәнә төшөнкөлөккә бирелеп алды бер килке.
– Бәлки, икенсе һөнәр һайлаһам, минән күберәк файҙа булыр ине, – тине ул Хаят ханыма бошоноп иртәнге сәйҙе теләр-теләмәҫ кенә һемереп ултырғанда.
– Бар кешенең эсен ярып ҡарап булмай ҙаһа! Ғүмере тап ошонда, сит илдә бөтөргә тейеш булған инде, – тип Хаят ханым уны йыуатырға, тынысландырырға тырышты. – Үҙенең бәйһеҙлеге өсөн дә язаһын алғандыр...
– Мөхәббәт ҡоло, ҡорбаны... – тине Тамара уфтанып.
– Күрәләтә ире, балаһы бар көйөнә сит илгә, сит милләт кешеһе янына сығып китергә берәү ҙә көсләмәгән уны, – тине Хаят ханым ҡоро ғына.
– Яҙмыштыр инде... – тине Тамара һаман Самираны йәлләп, уның рухын рәнйетмәҫ өсөн һаман да тел тейҙермәҫкә тырышты.
– Был осраҡта яҙмышҡа түгел, ә аҡылһыҙлыҡҡа һылтанырға кәрәк. Һарыҡ менән кәзәне ғүмер буйы бергә бикләйҙәр. Бер ҙә һарыҡтан – кәзә, кәзәнән һарыҡ тыумай бит. Ҡош-ҡорт та шулай. Әҙәм балаһының аңы уларҙыҡынан да түбәнерәк тип әйтмә инде шунан... – Хаят ханым иртәнге сәйен эсеп бөтөп, баҫа башлаған ҡамырын асыуынан шап иттереп туҡмас таҡтаһына һалып ҡуйҙы.
– Э-эй, Хаят ханым, һеҙҙең кеүек аңлатҡан, тәрбиә биргән өләсәйҙәр, әсәйҙәр бик һирәк шу-у-ул, – тип үкенеп ҡуйҙы Тамара. – Беҙҙең ауылда ла, ана, минең ҡыҙым үзбәккә кейәүгә сыҡты, улым мәрйәнән килен алды, тип ҡуҡырайышып торғандарҙы осратырға мөмкин.
– Балам маңҡортҡа әйләнде, тип шатланаларҙыр инде, бисаралар...
– Һеҙ, ана, дүртенсе быуын сит илдә, сит мөхиттә йәшәһәгеҙ ҙә, туған телегеҙҙе онотмағанһығыҙ бит, хатта килен-кейәүҙәрегеҙ ҙә башҡорттар...
– Хәҙерге заманда был проблема түгел. Теләк кенә кәрәк. Оло киленем бында уҡырға килгән еренән тороп ҡалды. Кесе улым икенсе яртыһын Башҡортостандан килгән туристар араһынан тапты...
Самираға ярҙам итә алмауының сәбәбен асыҡламайынса, күңеле тыныслана алмаясағын аңлап, ул ятҡан дауаханаға йыйынды. Күк йөҙө лә, әйтерһең дә, Тамараның бөгөнгө халәте менән бер, ул да Самираны йәлләп илай төҫлө ине. Бөгөн өйҙә генә ултырып эшләй торған көнө булыуға, етмәһә, ҡойоп яуған ямғырға ҡарамаҫтан, ул ятҡан дауаханаға барып дауалаусы табип менән барып һөйләште. Тегеһе Самираның ҡанында наркотик матдәләр булыуы хаҡында әйтте. “Ер йөҙөндә меңәрләгән кешене гүргә илткән аҡ үлем алдында һеҙ ҙә, беҙ – табиптар ҙа әлегә көсһөҙбөҙ. Кеше йә үҙе теләп, йә кемдеңдер этлеге арҡаһында уның ҡорбанына әйләнә”, – тине табип. Тимәк, аяуһыҙ һөйөү хистәре генә түгел, ә ирҙең ул эскән эсемлеккә тыйылған нәмәләр ҙә һалыуы уның теге донъяға китеүенә сәбәпсе булған.
Самира кеүектәр күп ине ул йәшәгән ерҙә. Хатта интернетта алданған, ҡол хәлендә ҡалған, балаларын был илдән алып сыға алмаған гүзәл заттарҙың бер нисә төркөмө лә бар. Унда теркәлеүселәрҙең һаны меңәрләп булыуы ла, алдаҡҡа ҡоролған матур тормош ҡапҡанына эләгеүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуын белдерә. Тамара үҙенең ярҙамына мохтаждарға кәңәш бирҙе. Уларҙың миҫалында докторлыҡ диссертацияһы ла яҙылды. Шул уҡ фекерҙәре, күргәндәре, белгәндәре, кәңәштәре туған телендә ҡалын ғына китаплыҡ та булып теркәлде.
Берәүһен Рәсәйҙән төрөк егете үҙе эшләгән сағында осратып алып ҡайтҡан да, бында килгәс, үҙенең ысын йөҙөн күрһәтә башлаған. “Ауырлымын. Бала тыуғансы үҙебеҙҙең яҡҡа ҡасып ҡайта алырмынмы икән?” – тип өҙгөләнә. Икенсеһе Самираның яҙмышын ҡабатлай яҙған. Интернет аша танышҡандар ҙа: “Үҙең килгәнсе бергә йәшәйәсәк йортто һатып алып, ремонтлай торам”, – тип бер нисә йөҙ мең доллар һораған. Бер ҡатлы ҡатын бәхетле киләсәк тормошо өсөн ҙур суммаға кредит алып ебәргән. Икенсе көнөнә үк юҡҡа сыҡҡан ирҙең кредитын түләп йәшәй икән хәҙер. Өсөнсөһө, дүртенсеһе... Әйләнгән һайын бер-береһенең тырмаһына ҡабатлап баҫып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмыштары менән танышып, ысынлап та, сәсе оҙон – аҡылы ҡыҫҡа, тигән әйтем дөрөҫлөгөнә инанып та ҡуя ҡайһы саҡта Тамара.
Тәүлектең ҡайһы мәлендә булһа ла мөрәжәғәт итеүселәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаған, ғилми эшен дә бер үк ваҡытта алып барған Тамара Камила ханым университетҡа уҡытырға барырға тәҡдим итеүенә бер йыл үтеүгә ғалимлыҡ баҫҡыстарындағы юғары исемдәрҙең береһен яҡлай алды. Яҙға табан иһә Башҡортостанда донъя күрәсәк китабының ҡаралама вариантын да ебәрҙеләр.
– Ниндәй исем аҫтында сығыр икән? Үҙемдекен ҡулланһам, эҙемә төшәсәктәр. Бында килеп етә алмаһа ла, Гөлгөнәнең балаларыма насарлыҡ эшләүе бар. Тағы ла һеҙҙең менән осрашҡан көндө иҫләйем дә, исемемде үҙемдең дә үҙгәрткем килеп китә, – тип Тамара Хаят ханымдан кәңәш һораны.
– Исемеңде үҙгәртеү, ысынлап та, яҡшы, – тине Хаят ханым, уны хуплап. – Тимәк, яңы башланғыстарға әҙерһең, тормошҡа ла яңыса ҡарай башлағанһың. Үҙебеҙҙә матур исемдәр булмаған кеүек ней...
– Минеке ҡолаҡҡа ятышлыраҡ әле ул, – тип көлдө Тамара. – Һуңғы ваҡытта ҡушылған исемдәрҙе ишетһәгеҙ, иҫегеҙ китер ине. Элек беҙ кино ҡарағанда оҡшаған геройҙарҙың исемдәрен ҡыҙыҡ күреп яңы тыуған быҙауға, һарыҡ, кәзә бәрәсенә ҡуша инек. Хәҙер балаларға...
– Аумаҡайлыҡ шауҡымы инде. Урыҫҡа йә башҡа милләткә уларҙың исемен ҡуштың ней, ҡушманың ней. Барыбер көлөп, кәмһетеп, ситһенеп ҡараясаҡ...
– Тимербикә тигән исемде уйлап йөрөй инем үҙемә. Нисек булыр икән? – тине Тамара.
– Тимерҙәй булып сыныҡтың, ҡатҡылландың инде хәҙер. Бик тә яҡшы исем. Элегерәк яңы тыуған сабый һау-сәләмәт, ауырлыҡтар алдында бирешмәй үҫһен, тимерҙәй ныҡ булһын тигән теләктә ҡушҡандар.
Киләһе йомала мәсеткә барып үҙенә яңы исем ҡуштырып, аҙан ҡысҡыртып ҡайтҡас, Тамара-Тимербикәнең күңеле тынысланып ҡалғандай булды. Ире менән араларына ингән, үҙен үлтерергә уйлаған Гөлгөнәгә лә асыуы юҡҡа сыҡҡан төҫлө хәҙер. Балаларынан, ата-әсәһенән, тыуған яғынан тап уның арҡаһында айырылып китһә лә, сит илгә килгәс, күп нәмәне аңланы, төшөндө. Төркиәлә таныштары араһында Хазина-Хаят ханым тип ҙурлап ҡушылған ҡушаматтың мәғәнәһен уның менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән һайын нығыраҡ аңлай бара. Тәүҙә йоҙағына асҡыс яратып булмаған һандыҡ һымаҡ күрә ине. Яйлап кем икәнен белгәс, ул һандыҡ тулы хазина икәнлегенә төшөндө үҙе лә. Алтын ҡуллы тегенсе уны зауыҡ менән кейенергә генә түгел, ә туған телен яратырға, ул киләсәк быуындарға ла барып етһен өсөн һаҡларға кәрәклеген дә төшөндөрҙө. Үҙ миҫалында яҡшы аңлатты ул быны. Тыуған яғында осрашһалар, Хаят ханымдың фиҙакәрлегенә, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ ине. Шулай булырға тейеш тип уйлар ҙа ҡуйыр ине. Ә бында уның ата-олатайҙарының рухына тап төшөрмәйенсә ейән-ейәнсәрҙәренә лә дөрөҫ тәрбиә бирә алыуы батырлыҡҡа тиң.
Тыуған яғында артабан белем алырға мөмкинлеге булһа, “Ҡашлы йөҙөк” китабын да, бәлки, рус телендә яҙыр ине. Киң аудиторияға барып етәсәк, тиҙерәк һатыласаҡ тигән уйҙан сығып. Хәҙер иһә һәр милләттең үҙ асылы барлығын, менталитет үҙенсәлектәре башҡаларҙыҡы менән тап килеп етмәүенә төшөндө. Ҡатын-ҡыҙҙы мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы ла итеүсе ир-егет икәнлеген аңлатырға тырышты ул. Шулай уҡ ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын булыуы хаҡында ла кәңәштәре бар. Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһына ныҡлы таянды донъя көтөү серҙәрен асҡан ваҡытта. Төп йөкмәткеһе иһә йәштәрҙең сит-яттар менән сәстәрен бәйләп, тормоштарындағы иң ҙур хаталарҙың береһен эшләмәҫкә саҡыра “Ҡашлы йөҙөк” китабы.

Никах менән үлем сәғәте күктә яралғанын, Азат менән икеһенең араһына Гөлгөнә һынау булып инеүен аңланы Тамара-Тимербикә. Әлеге ваҡытта донъяһын көтөүе, эшен дә бер юлы алып бара алыуы, балаларҙы ҡарай алыуы өсөн рәхмәтле уға. Эстән генә ирен ғәфү итте, үҙе лә балаларының атаһынан кисереүен һораны. Өҙөлөп һағынған ине уны.
Нимә булһа ла булыр. Үҙемә яҙғанды барыбер миңә күрергә. Ғүмер буйы ситтә йөрөп тә булмаҫ, ҡайтырға кәрәк, тип уйлап йөрөгәндә әсәһе шылтыратты. Ниндәйҙер яңылыҡ ишетәсәген һиҙеп йөрәге терт итеп ҡалған ине. Тиккә түгел икән.
– Ире эштә саҡта ағаһы, уның бер өйөр дуҫтары менән өйҙә эсеп ултырғанда, газ торбаһы шартлап, Гөлгөнә һәләк булған, тинеләр, – тине әсәһе, ҡыҙының иҫәнлеген белешкәс.
– Газ еҫе сыҡҡанын да һиҙмәй ултырғансы эстеләрме икән ни? – тип Тамара-Тимербикә аптырап һораны.
– Уныһын кем белә инде, – тине әсәһе. – Кеше үлеменә шатланғандан түгел, әммә ике йылға ҡыҙымды беҙҙән айырған, үлтерергә яҫҡынған кеше эҙләгәнен тапҡандыр...
Тамара-Тимербикә әсәһенә былай ҙа ҡайтырға йыйыныуын әйткәс, ғәзиз кешеһенең шатлығы эсенә һыйманы. “Күрәһеләрем бар икән”, – тип илап та алды. Ҡыуаныстан сыҡҡан йәштәр ине улар.
Яңы уҡыу йылы башланғансы эшенән китеп, ауыр саҡта үҙен һыйындырған илгә, мәрхәмәтле кешеләре менән осрашып рәхмәтен белдерҙе. Юлдары төшһә, үҙҙәрен дә Башҡортостанға саҡырҙы. Әсәһе кеүек яҡынайып, эҫенешеп бөткән Хаят ханым менән хушлашыуы шул хәтлем ҡыйын булыр тип уйламаған ине. Юлға сығыу көнө билдәле булғас та, айырылышыу мәлен күҙ алдына килтереп балауыҙ һығып алдылар.
Иртәгеһе ҡайтыр көндө, сумаҙанын тултырып бөткәс, диңгеҙ буйына китте Тамара-Тимербикә. Бер-береһен уҙышып өҫтөнә ябырылып килгән әрһеҙ яр ҡарлуғастарына алып килгән махсус емде ашатып, оҙаҡ ҡына ултырҙы. Берсә илап, берсә йылмайып үҙенең эс серҙәре менән бүлеште. Күңеле бер ни тиклем бушап, тынысланып ҡалғас, диңгеҙҙә һыу ингеһе килде лә китте. Тик үҙе төшөү менән йөҙә лә башламаны. Кәүҙәһе менән тотошлайы һыуға инергә сирҡанды, шикелле. Төньяҡтан ҡапыл иҫкән көслө ел тулҡынына бер ни тиклем бирешмәйенсә кәүҙәһен ғорур тотоп торҙо ла, сираттағыһы, бүтәндәренә ҡарағанда көслөрәге килеп бәрелгәс, һыуға суп итеп ҡалды...

Эпилог

Азамат ингән юғары уҡыу йортоноң дөйөм ятағында улына бүлмә алып, урынлаштырырға барғанында, Азат оҙаҡ ҡына балалары менән ҡала ҡыҙырып йөрөнө. Иң шәп башҡорт блогерҙарының береһе булып танылған Айһылыуы ағаһы менән атаһын башҡорт милли аштары бешерелгән ресторанға алып барҙы, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына барып, фотоға төштөләр. Һуңынан хәстәрлекле атай яңы уҡыу йылына улы менән ҡыҙын өр-яңынан баштан-аяҡ кейендергәс, уҡыу кәрәк-яраҡтары ла һатылған китап магазинына инделәр. Аяҡтары үҙенән-үҙе психология буйынса һатылған китаптар бүлегенә атланы. Улар араһында иң тәүгеләрҙән булып башҡорт телендә баҫылғаны күҙенә салынды. Туған телендә бындай хеҙмәттәрҙе күреп өйрәнмәгәс, аптырап ҡулына алған ине, уның тышындағы танауына тиклем батырып ҙур эшләпә кейеп башын уң яҡҡа бороп торған авторҙың ымһындырғыс ирендәренән күҙен ала алмайынса текәлеп торҙо ла терт итеп ҡалды. “Ҡашлы йөҙөк” тип аталған китапта, етмәһә, авторҙың күкрәгенә ҡуйған ҡулында Тамараһының ҡашлы йөҙөгөнөң ише ялтлап тора ине. Тимербикә Ыласынова яҙған был китапҡа нығыраҡ текәлгәс, ирендәрҙең ымһындырғыс ҡына түгел, танһыҡ та икәненә төшөндө. Өҙөлөп һағынған ине Азат уларҙы. Ҡулына яңы китапты ҡыҫтырып кассаға сиратҡа торғанда, телефондан Төркиәгә осасаҡ самолетҡа электрон билет һатып ала ине инде.
Эҙләгән кешеһен осрата алһа ярай ҙа...

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: