Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Июнь 2023, 11:05

Яңы фатирға юл Хикәйә Сергей ДОВЛАТОВ

Мин һеҙ­гә бер булған хәлде һөйләйем... Фатирҙа йәшәүсе бер ҡатын сүп ташларға сыҡҡан...

Яңы фатирға юл  Хикәйә Сергей ДОВЛАТОВ
Яңы фатирға юл Хикәйә Сергей ДОВЛАТОВ

Сергей ДОВЛАТОВ

Яңы фатирға юл

Хикәйә

Аяҙ, ҡояшлы көндө төш ваҡытында Чкалов урамындағы кирбес йорт янына йөк машинаһы килеп туҡтаны. Шофер, ян-яғына ҡаранып, папиросын алды. Уның эргәһенә йәш ҡатын йүгереп килде лә, шәп итеп һәм ғәйепле рәүештә ниҙер һөйләй башланы.
– Әйҙәгеҙ, йәһәтләйек, – тип бүлдерҙе уны шофер.
– Өс кенә минут.
Ҡатын подъезға инеп юғалды. Яҡында ғына япраҡтар араһынан бейек һәйкәл төҫмөрләнә. Һәйкәл итәгендә көрәнһыу күгәрсендәр мәж килә. Ҡатын кире әйләнде, был юлы – сумаҙан менән.
– Алып та киләләр.
Алда, ҙур, баҫылып бөткән тупраҡ тулы кәстрүл ҡосаҡлап, режиссер Малиновский килә ине. Уның йөҙө фикус ҡыуағы араһынан ағарынып күренде. Ре­жис­сер арығайны.
Ҡулдарын алға һуҙған килеш эмаль кәстрүлде ул, ике баҫҡыс арауығы буйынан һөйрәне. Һуңынан ҡо­саҡ­лап, уны күкрәгенә ҡыҫты. Һуңғараҡ – ҡорһағына. Ниһайәт, япраҡтарға төрөнөп, Малиновский һоҡланып уйлап ҡуйҙы: “Торғаны Христос Гефсиман баҡсаһында!”.
Уның артынан ике ир көс менән комод һөйрәй. Ҡара сәсле, ҡырҡ йәштәр тирәһендәге, таушалып бөт­кән офицер гимнастеркаһындағы майор Кузьмен­ко етәкселек итә ине. Студент Гена Лосик уның күр­һәт­мәләренә ҡолаҡ һалып торҙо:
– Сығара башла! Әйтәм бит – сығара башла! Хәҙер – алға! Әйтәм бит – алға! Тыныс ҡына! М-мм, аяғым! Әһә, арт яғы менән! Саҡ ҡына һулғараҡ! Ҡыры менән! Туҡта!.. – Комод баҫҡыс майҙанынан киңерәк ине. Уны сығарыуы үҙе мөғжизә булды. Майор Лосикҡа күҙ ҡыҫты ла, былай тине:
– “Теләмәһәң – буйһондорорбоҙ!” принцибы. Ул бер аҙ серле итеп әйтеп ҡуйҙы. Шофер, әйләнмәй генә, ялтырап торған йомро көҙгөгә ҡараны.
– Әлегә шулай ятығыҙ, – тине ул. Ирҙәр, йөктө тротуарҙа ҡалдырып, подъезға инеп юғалды. Йәш, оҙон буйлы ҡатын йорт алдын һепереүсе ханым менән хушлаша ине. Шофер гәзит уҡый. Мали­новс­кий, һул ҡулын артҡа ташлап, сумаҙан һөйрәй. Ло­сик­ҡа көҙгө пальтоға төрөлгән картиналар төргәге эләкте. Майор Кузьменко һауыт-һаба тултырылған радиола йәшниген бауҙар менән нығытты, зәңгәр абажурлы торшерҙы эләктерҙе лә, етеҙ генә аҫҡа ашыҡты. Һирәк әммә бик теләп физик эш менән шөғөлләнгән майор, стадиондағы һымаҡ, ең­ел­сә генә тулҡынланыу кисерҙе. Ҡыйыулыҡ ир-егет өсөн физик камиллыҡ икәнен элементар һәм аныҡ кү­ҙал­ларға уға егерме йыллыҡ әрме тормошо өйрәтте. Йәғ­ни, дәрт, юмор һәм ысын күңелдән һуғышҡа, мө­хәб­бәткә, йә булмаһа эшкә әҙерлекте башҡарыу.
Улар апрелдә танышты. Варя ул ваҡытта яңы фатир ту­раһында хыяллана ғына ине. Уның элекке “күмәк ке­шеле” ерҙә йәшәгән сағы. Берҙән-бер тәҙрә лә аш бүлмәһенә сыға. Аш бүлмәһе быу, ыҙғыш һәм аҙыҡ еҫе менән тулы. Кузьменко бөтәһен дә яҡшы иҫләй…
Трамвайҙа матур ҡатын-ҡыҙ осратып булмай. Такси ярым ҡараңғылығында цитрус ултырғыстарға арт­ҡа бирелеберәк ултырып, оҙон аяҡлы һәм йөрәк­һеҙ­ҙәр елдерә – уларҙы бөтә ерҙә көтәләр. Ә ойоҡ­та­рына бысраҡ сәсрәгән йәмһеҙҙәрҙе трамвай диңгеҙе бәүетә. Быялалар ҙа ул ваҡытта шыҡһыҙ зыңғырлай.
Майор Кузьменко, трамвайҙың өҫтәге тотҡаһына то­тоноп, баҫып тора ине. Тирә-йүн никель тимерҙә са­лышланып ялтырай. Көтмәгәндә ошо кескәй генә үҙгәреүсән хаоста майор күҙҙәрен ҡыҫырға мәжбүр итер­ҙәй нәмәне айырҙы. Шул ваҡытта уҡ косметика еҫе килеп бәрелде. Кузьменко йөҙөнә арыған киң күңеллелек һыҙаттары сығарҙы. Шунан алға эйелеп, һүҙ ҡушты:
– Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙалыр осраштыҡ, буғай? – Ҡа­тын әйләнеп ҡарамаһа ла, Кузьменко уңышлы эш ит­кәнен белә ине. Яҡшы уҡсы һымаҡ, ут рубежында ятып, сәпте күрмәһә лә, тоя – эләктерҙем!
Туҡталышта ул Варяға сығырға ярҙам итте. Шул арала ҡыҙыҡ ҡына уңайһыҙлыҡ та булып алды. Уның терһәге аҫтынан сығып торған ҡул сатыр, майорҙың эсенә төртөлдө.
– Иҫ киткес шәп зонтик, – тине ул, – сит илдекелер шулаймы?
– Эйе… Йәки, юҡ… Мин уны Лодзиҙа һатып алдым.
– Аңлашылды, – тине Парголов трамплинынан алыҫыраҡ һирәк сығып йөрөүсе Кузьменко.
– Егерме алтын бирҙем.
– Егерме? – ярһып китеп аптыраны Кузьменко. – Чехтар намыҫын юғалтҡан!
– Берәй нәмә оҡшаһа, мин аҡса йәлләмәйем…
Кузьменко шундуҡ ҡеүәтләгәнен белдереп, егетлеген һәм күңел киңлеген күрһәтеп, ҡулын йәйҙе. Улар мөйөшкә боролдо, һыра ларегын үттеләр.
– Рашен пепси-кола, – тине майор.
Варяла Кузьменко тиҙ генә тирә-яғына күҙ йүгертте. Тәпәш мебель, китаптар, Хемингуэй портреты. “Хе­мингуэйҙы беләм” – тип ҡәнәғәтләнеү менән уй­лап алды майор.
Һулда – акварель һүрәт. Емерелергә торған баш­ня. Ҡайҙалыр күргәне бар уны майор. Мәктәп йылда­ры­ның эңерендә иҫенә төшкәндәй итте, физика за­кон­дарының береһенә бәйле ине. Хатта башня исеменә бәйле бер оятһыҙыраҡ нәмә лә иҫтә ҡалған. Ә баш­няға йығылырға ирек бирмәй, уны тотоп торғаны – ябай ғына ҡауырһын, тауыҡтың тәбиғи үлсәмдәге ҡауырһыны (дөйөм һүрәт устан ҙур түгел).
Серле символика майорҙы аптыратты. “Ысынлап та ҡауырһынмы икән?” Ныҡлабыраҡ ҡараны, ысынлап та – ҡауырһын.
– Барнабели, – тип тауыш бирҙе шул ваҡыт уның ар­тында ҡатын. Кузьменко ағарынды һәм тертләне.
“Китәм, – тип уйлап алды ул, – шайтаныма... Лодзь... Барнабели... Ниндәйҙер абстракционизм...”
– Костя Барнабели эше, – тине ҡатын. – Был беҙ­ҙең рәссам, грузин... Ул ҡырынайып ширма артынан сыҡ­ты. Майорҙың мейеһендә асыҡ итеп алыҫ “пеньюар” һүҙе формалашты.
– Грузиндар – талантлы милләт, – тип әйтә һалды ул. Шунан парадтағы һымаҡ, етеҙ итеп алға атланы.
– Ә һеҙ Акутагаваны яратаһығыҙмы? – майор ишеткән һуңғы һүҙ ошо ине.

Звягина Варяның зәңгәр көндәлегенән
“Беләһеңме һин, минең замандашым, аҙна көндәренең төҫ буйынса айырылыуын! Был иртә миңә, көн үҙә­генең минор симфонияһын боҙоусы киҫкен шәп яуған ямғырға ҡарамай, алһыу зәңгәр төҫтә булып күренде.
Өйгә ҡайтып килгәндә мин саҡырыусан, талапсан флюид тойҙом. Түҙәлманым һәм йәнем көйөп, күҙҙә­рем­де күтәреп ҡараным. Алдымда киң яу­рын­лы, ту­паҫ, ел ҡаҡҡан йөҙлө таныш түгел ир ҡалҡып тора ине.
– Һеҙ акварелдән төшкән кеүек, таныш түгел ҡы­ҙыҡай.
Рәссам! Мин аптыраным. Башымдан шундай уй үтте: физик тупаҫлыҡ менән күңел нескәлеге һис көт­мә­гәндә нисек һыйыша икән. Бигерәк тә ижад кешеләрендә (Мартин Иден. Аксенов). Әлбиттә, мин уға позала тороуҙан баш тарттым, тик бик итәғәтле итеп, икс әфәнде консерватив тип һанамаһын өсөн. Ялан­ғас кәүҙә бик матур бит. Тик боҙоҡ күңелле кешелә генә яланғас тән бысраҡ уйҙар уятыуы ихтимал.
– Мин һәүәҫкәр генә, – тине таныш түгел ир кеше. – Ә былай мин һалдат. Эйе, эйе. Майор зва­ние­­һындағы ябай һалдат. Мольберт артында бик һирәк эләккән ял сәғәттәрендә көндәлек ығы-зығыларҙы онот­ҡан... Мин бары тик һәүәҫкәр генә, – тип ҡабатланы ул бойоҡ итеп.
– Сәнғәт титулдар һәм рангтар белмәй, – тип ҡыҙып китеп ҡаршы төштөм мин. – Беҙ бө­тә­беҙ ҙә Аполлондың буйһоноусан хеҙмәтселәре, уның икһеҙ-сикһеҙ биләмәләрен төйәк итеүселәр.
Ул башҡасараҡ итеп ҡараны. Ә беҙ трамвайҙан сыҡ­ҡанда былай тип һораны:
– Һеҙ был иҫ киткес ҡул сатырҙы ҡайҙан ал­ды­ғыҙ?
Мин Европа илдәренең береһенең киң билдәле сау­­ҙа фирмаһын атаным. Һөйләшеү бары тик төп­тә ят­ҡан мәғәнәләр менән аралашыу форма­һын­да бар­ҙы. Таныш түгел ир ипле генә итеп тер­һә­гемә ҡағылды. Уның тупаҫ йөҙөндә һиҙгерлек көсө тойомлана ине. Айы­рым ыҡсым репликалары унда ғөрөф-ғәҙәттәрҙе нес­кә тойоусы көнитмеште һүрәтләүсене күрһәтеп тора ине. Юл­да­шым үҙе лә һиҙмәҫтән инглиз теленә күс­кәйне, уның һөйләше бөтөнләй һүҙ тигеҙгеһеҙ бул­ды ла ҡуй­ҙы. Уның янында үҙемде сибек һәм йәп-йәш итеп тойҙом. Әгәр ҙә беҙҙе Зигмунд Фрейд күр­һә, уның иҫе китер ине!
Тупһа төбөндә был таныш түгел кеше ихлас һәм ап-асыҡ итеп миңә ҡараны. Мин дә уға яуап итеп, эскер­һеҙ йылмайҙым. Бында йәшәүсе тар ҡарашлыларҙың шомло шыбырҙауы аҫтында беҙ бүлмәгә йүнәлдек.
Ике рюмка француз шарабы беҙҙе тағы ла яҡы­найт­ты. Нығынған тойғолар яңы ҡорбандар талап итте. Таныш түгел ир-егет ипле генә итеп яу­рындарымдан ҡосаҡлап алды. Ышаныс менән уға һыйындым.
Беҙ нәмәнән нығыраҡ ҡурҡһаҡ, шул хәл булды...”

* * *
Күсенеп китер алдынан Варя ун ике ир-атҡа шылтыратты. Бөтәһенән дә алда Кузьменко килде.
– Яңыраҡ һинең әхирәтеңде күрҙем, – тине ул. – Ана, теге... Нисек һуң әле исеме?.. Шундай тынғыһыҙ...
– Ә, Фаинка... Ул миңә июндән бирле 35 һум аҡса тейеш. Ҡасан ҡайтарырын әйтмәнеме?
– Әйтмәне.
– Вәт ҡәбәхәт!
– Ә мин уны троллейбустан ғына күрҙем, – тине Кузьменко.
– Сәй эсәһеңме?
– Араҡы һәйбәтерәк булыр ине. Тик уныһы һуңынан.
– Әлбиттә, – тине Варя, – тик мин аҡсаһыҙ.
– Аҡса проблема түгел, – тине майор.
Оҙаҡламай Малиновский килеп инде һәм саҡ-саҡ һаулыҡ һорашҡандан һуң, осраҡлы китапты асты. Ир-аттар үҙҙәрен һалҡын һәм битараф, үтә битараф тотто, ниндәйҙер битарафлыҡ менән дошманлыҡ араһындағы кеүек, күҙмә-күҙ осрашҡан ҡараҡтар һымаҡ, вайымһыҙ һәм үтә ныҡ ҡаты ҡыландылар.
Варя картиналарҙы алды. Ҡунаҡтар обойҙарҙың төҫө уңыуын һәм портвейн түгелеүен күреп ҡалды.
Алғы бүлмәлә ҡыңғырау шылтыраны. Варя күршеләренән алдараҡ асырға ашыҡты. Лосик пәйҙә булды һәм ишек төбөндә туҡталды.
– Сәй эсәһеңме? – тип һораны Варя.
– Иртәнге ашты ашап килдем, – тип яуапланы Лосик. – Ысынлап әйтәм. “Беҙ кем инде бында хәҙер? – тип уйланы Малиновский. – Кемдәр инде беҙ? Кол­лек­ция? Гербарий? Ни өсөн мин бында? Ниңә мин ошо шаулы гегемондар менән бергә әле ул? Ҡулдары ҡа­раға буялып бөткән малай менән минең ниндәй уртаҡлығым бар?”

Ул бутафор креслола ултыра һәм Марина Яков­ле­ва­ға һөйләй:
– Һин героиня, аңлайһыңмы?! Спектаклдең бөтә мөһим хис-тойғолары һиңә килеп тоташа. Мин һине теләргә тейешмен, аңлайһыңмы? Ғәфү ит, Марина, мин һине теләмәйем!
– Уйлап бирҙем, – тине Яковлева, – кәрәгең бар ине...
Уның ире мәҙәниәт идаралығында эшләй ине.
– Һин мине бик тар мәғәнәлә аңланың. Ә мин нин­дәй­ҙер абстракт нәмәләр тураһында фекер йөрөтәм.
Шул саҡ Малиновский янбаштары тирәләй ҡулдары менән аңлайышһыҙ хәрәкәттәр яһаны.
“Матур ҡатын, – тип уйланы режиссер, – шундай ландшафт! Ә ни мәғәнә! Вермишель һымаҡ, йәнһеҙ. Үке­несле. Үҙәге юҡ. Спектакль тарҡала...”
Уның артында кирбес диуарҙар күккә ашҡан. Баш осон­да блоктар тоноҡ ҡына ялтырай. Һулда пульттың ҡыҙыл лампочкаһы емелдәй. Шаршау артының һал­ҡын ҡараңғылығы тынғыһыҙлыҡ уята ине.
– Һин Фолкнерҙы уҡыныңмы?
Һүлпән генә баш ҡағыу.
– Нисектер ышанғы килмәй. Йә, ярай. Фолкнер әйт­кән – һәр бер хәрәкәттә кешенең үҙенсәлекле тәж­рибәһе сағыла. Героиня тәмәкеһен ҡабыҙғанда ла, йә булмаһа итәген төҙәткәндә лә үткәндәр, бөгөнгө йәшәйеш һәм киләсәк ап-асыҡ тоҫмаллана. Әй­тә­йек, мин урам буйлап барам...
– Әйттегеҙ тағы, ниндәй ваҡиға,– тип көлдө Яковлева.
– Башһыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул.

Малиновский, шаярыу һәм ялҡаулыҡ менән тулған тын­лыҡты артта ҡалдырып, бауҙар, фанер шиттар ара­һынан бара.
Актерҙар фамилияһының бер вариҫы, ул бала саҡтан театрҙы шаршау артынан күҙәтте. Ул театрҙың эске яғын яратты, ә уның ҡарауы, тормоштоң бутафор яғын күрәлманы. Мәңгелеккә ялғанға ҡарата ытыр­ғаныу тойғоһо менән тулышты. Уңышһыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалыусы һымаҡ, артист һымаҡ.
– Борсолмағыҙ, – тигәнде ишетеп, Малиновский зәңгәр халаттағы, һары сәсле ханым менән һөйләшкәнен аңланы. – Улар әле үкенәсәк әле.
Малиновскийҙың күңелендә ҡаршылыҡ хисе ҡы­быр­ҙаны.
– Улар артистың донор икәнен аңламайҙармы ни?! Тап донор, бүләкләү көтмәйенсә, үҙен бүләк итеүсе...
– Икенсе составтанмы? – тип ҡыҙыҡһынды Ма­ли­новс­кий.
– Мин гримерсы.
– Күренергә кәрәк… Һеҙҙең фактура үҙенә бер башҡа.
– Фактура?
– Тышҡы ҡиәфәтегеҙ, – Малиновский курткаһын эләк­терҙе һәм Варяға ямғыр аҫтында кейә торған йоҡа плащ һуҙҙы. Улар театрҙан сыҡты. Ямғыр пәр­ҙә­һе аша трамвай уттары һарғайышып емелдәй ине.
– Рәссам үҙен тотошлайы менән бирергә тейеш, – тине Варя. Һәм тағы ла уның күңеленең һайлығында арыған ҡаршылыҡ тыуҙы.
– Беҙ килеп еттек, – тине Варя. “Әшәкелек… Ял­ған…” тип уйланы Малиновский. Һәм шундуҡ оҙаҡ йыл­дарға үҙенә бөтәһен дә ғәфү итте.
Ут яндырғыс сыртланы. Нисә тапҡырҙар күрҙе ул былар­ҙы ! Снобист ломы тауҙары. Алкоголь сувенир­ҙа­ры ғәскәрҙәре. Мәғәнәһеҙ һайланған сиркәү культының атрибуттары. Ҡырағай һүрәттәр. Ватылған кла­ве­синдар. Осһоҙ керамика. Киноактерҙар фоторәсемдәре менән аралаш икона ватыҡтары. Никола – угод­ник, Савелий Крамаров... Гитара аҫтына бы­уы­лып, блатлы ыңғырашыуҙар... Әшәкелек... Ялған...
“Быларҙың аҙағы булырмы икән?” – тип уйланы ре­жиссер.
– Нимә эсәбеҙ, – тип һораны Варя.
– Валидол, – тип яуапланы Малиновский йылмаймай ғына.
– Мин сәй ҡуям.
“Актриса булырға самалай, – тип уйланы ул, – хәс­тәрләргә тура килер. Итмәйәсәкмен... Ана нисек та­-уышы йәмһеҙ. Режиссер гримершала төн сыға...”
Әммә йәнә лә тынғыһыҙлыҡ төтөнө арыуының һәм һа­ғышының киң йыһанында тиҙ генә юҡҡа сыҡты.
Варя ишек асты. Малиновский, ғәйепле ҡараш таш­лай-ташлай, ботинкаларын систе.
– Бер нимә лә һөйләшмәйек, – тине ул, – ком цу мир...

Звягина Варяның зәңгәр көндәлегенән
“Ах, белһәң ине һин, минең замандашым, алыҫта артта консерватив дәүерҙе ҡалдырып киткән ижадсы нәмә кисергәнен! Уның идеялары тынлыҡтың һалҡын диуарҙарына бәрелеп ватыла. Тилеләр уның артынан бармаҡ күрһәтеп ҡала. Ҡатындар уны уңышһыҙ тип иҫәпләй.
Маяковский осратмаған теге ҡатын ҡайҙа?! Дан­тес­тың боҙло ҡулын ситкә этәреүсе ханым ҡайҙа?! По­ручик Лермонтовтың ярһыу йөрәген йылытырҙай туташ ҡайҙа?!
Кисә мин, ниһайәт, Аркадий М. менән һөйләшеп киттем. Ул Марина Я. менән репетиция уҙғара ине. Сит ил һәм рус классиктарына йүгерек һылтанмалар... Режиссерҙың сағыу импровизациялары... Йомшаҡ ҡына итәғәтле күрһәтмәләр... Бөтәһе лә уңышһыҙ. Тиле Я. (йәғни – ул). Бер туҡ­тауһыҙ телләште генә (уның ире н-лы – ор­ган­дарҙа эшләй, тиҙәр). Ниһайәт, Аркадий М-ға уның ҡәҙимге һалҡын ҡанлығы хыянат итте. Ул боролдо һәм, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, ишеккә ташланды.
Мин уға табан атланым.
– Һеҙ – актриса! – тип һораны ул.
– О, юҡ, мин бары тик гримерша.
– Сәнғәттә дәрәжәләр һәм исемдәр юҡ! – тип ҡәтғи әйтте ул. Һуңынан өҫтәп ҡуйҙы: – Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аполлон ҡолдары. Беҙҙең һәр бе­ребеҙ Бөйөк Императрица Мельпоменаның илсеһе.
Бер ни тиклем ваҡыт беҙ күңел түрендәге той­ғо­лар тураһында һөйләштек. Әңгәмә тотошлайы менән тик серле телдә барҙы.
Аркадий мине ипле генә итеп ҡултыҡлап алды. Көнләшеүселәрҙең шыбырлауы аҫтында ишеккә йүнәлдек. Беҙҙе ҡарҙың һүҙһеҙ көйө эләктереп алды...
Миндә Аркадий үҙен ипле, әммә эскерһеҙ тот­то. Башта ул картиналарҙы ҡарап сыҡты. Зауыҡ ме­нән һайланған китапхананы хуплап, клаве­син­да ҡеүәтле аккорд бирҙе. Мин ҡунаҡҡа бер рюм­ка ликер тәҡдим иттем. М. тотанаҡлы ғына итеп уны бармаҡтарының осо менән кире ҡаҡ­ты.
– Мин эсмәйем. Театр миңә шарапты алмаштыра. Шаршау артының нескә хуш еҫе мине ҡиммәтле мускатҡа ҡарағанда нығыраҡ иҫертә.
Әҙәбиәт, картиналар төшөрөү, театр тура­һын­да әңгәмәләшкәндә, беҙ йәнәш ултырҙыҡ. Һу­ңы­нан билдәһеҙлектә һәм ярлылыҡта үлгән даһи рәс­самдарҙы әсенеп иҫкә алдыҡ.
– Селяви, – тине Аркадий француз теленә кү­сеп. Һәм шул ваҡыт мин көтөлмәгәндә ҡулымды уның ҡайнар маңлайына терәнем. Зигмунд Фрейд, һин был минутта ҡайҙа инең?!.
Беҙ булдырмаҫҡа тырышҡан хәл булды инде...”

* * *
Майор, сүкәйеп ултырып, сумаҙанды эләктерә. Ре­жис­сер әйберҙәрҙе ишеккә яҡыныраҡ күсерә. Гена тө­йөнсөктәрҙе һәм ҡумталарҙы күтәргеләне. Әллә көсөн һынаны, әллә ауырлыҡтарын тикшереп ҡараны. Яры­лып ятҡан дошманлыҡ тоймаһалар ҙа, улар һөйләшмәне. Хатта аралашыу өсөн һәр бер ваҡ ҡына сәбәпкә лә ҡыуаналар ине.
– Йә әле, тотоп тор, – тине майор һәм Лосик ҙур ҡәнәғәтлек менән сумаҙан ҡапҡасына баҫып тора.
– Тоҡандырырға рөхсәт итегеҙ, – тип һорай режиссер һәм Кузьменко шундуҡ модалы ҡабыҙғысын сығара һала…
– Машина көтә, – тине Варя.
Малиновский ҡуйы итеп үҫкән фикуслы кәстрүлде тотоп барҙы.
Әйберҙәр араһында уңайһыҙ нәмәләр ҙә байтаҡ ине: сумаҙандар, китаптар габариттары буйынса ҙур булһа ла, кейем-һалымлы еңел төктәр...
Малиновский шөҡәтһеҙ ғифритте, ер менән тул­ты­рыл­ған эмаль һауытты һайлағаны өсөн үҙен ҡәһәрләне.
Башта режиссер уны ерәнеп кенә күтәреп килде. Һуңынан ул арыны. Бер-ике минуттан уға ҡыйын була башланы. Ә тағы ла бер минуттан ул инфарктҡа яҡынайыуын тойҙо. Уның артынан Кузьменко менән Лосик сервант һөйрәйҙәр ине. Тар ғына майҙансыҡтарҙа улар ҡарлыҡҡан тауыш менән шыбырҙаны:
– Тәк... Миңә табан... Һаҡ ҡына... Уңғараҡ... Һәйбәт!
Ирҙәр әйберҙәрҙе асфальтҡа һалды. Улар ярлы ғына күренде. Шкафтың быялалары алынған. Тау­ша­лып бөткән сумаҙан да ҡояш нурҙарын сағылдырмай. Картиналарҙы Лосик диуарға һөйәп ҡуйҙы. Уларҙың эс яғы туҙанлы ине. Тутығып бөткән ҡаҙаҡтарҙа тө­йөрлө бауҙар аҫылынып тора.
“Бик шәп кадр килеп сығыр ине, – тип уйланы ре­жис­сер. – Урам, күгәрсендәр, трамвайҙар һәм юл өҫ­төндә ошо әйберҙәр... О, кешенең байлығы нисек тиҙ генә бер өйөм сүп-сарға әйләнә лә ҡуя...”
Өс ир, латунь таҡталарға яҙылған ҡыҙыҡ фамилия­лар­ҙы уҡый-уҡый, өҫкә менә: “Булдаков, Заяц, Кронш­тейн...”
“Коллективтың псевдонимын хәтерләтә, – тип билдәләне режиссер, – драматург Александр Кронш­тейн...”
– Мине һыуытҡыс борсой, – тине Гена Лосик.

Иртә менән ул телеграммалар ташый ине. Аҙ ғына булһа ла аҡса эшләр өсөн, сәғәттәр буйы йорттар буйлап йөрөнө. Уның күҙаллауынса, аҡсалар нисектер ҡатын-ҡыҙ менән бәйле кеүек ине, ә ҡатын-ҡыҙ Лосикты бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра.
Ул үҙ төркөмөндәге барлыҡ ҡыҙҙарҙы ла ярата. Институттың бөтә машинисткаларын да. Ректораттың бөтә секретаршаларын да. Хатта эйелеп цемент иҙән йыуыусыларҙы ла. Күҙгә ташланып торған йәмһеҙ­ҙәр­ҙән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер туҡтауһыҙ барған көрәшенән ситләшкән, ир-ат араһында үҙҙәрен тигеҙ тотоуҙан юғалып ҡалған, шул арҡала кәм күренгән ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙан башҡа бөтә ҡыҙҙарҙы ла яратты. Хатта ундай­ҙар менән дә Лосиктың тиҙ үҙгәреүсән, күпкә өмөтләндергән мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә ине.
Бер көндө Гена институттың ике бинаһын тоташтырып тороусы бульварҙа тәмәке тартып тора ине. Уның янында ғына бер ҡыҙ өй эшен ятлай. Аяғында таушалып бөткән ҡара босоножка. Уның ағарып торған йөҙө, ярлы ғына сәс торошо, күп йыуыуҙан туҙып бөткән мәктәп юбкаһы, ашалып бөткән тырнаҡтары Генаның күңелен тамам һүрелдерҙе. Көтмәгәндә ҡыҙ боролоп, егеттең эске күлдәгенең манжетын әйләндереп, сәғәтенә ҡараны. Һуңынан тағы Фихтенгольц әсбабын уҡырға кереште. Тик был минуттан Гена уны ла ярата ине инде.
Иртә менән өшөгән ҡулдарын пальто кеҫәһенә тығып, Гена телеграммалар тарата. Уға аҡса кәрәк. Малайға мөхәббәт аҡсаға һатыла тигәндән генә түгел. Ә аҡса һәм мөхәббәт уның күҙаллауынса серле рәүештә бер-береһенә бәйләнгән кеүек тойолғандан. Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ һымаҡ, төн һәм өнһөҙлөк кеүек... Һәр хәлдә, Гена мөхәббәт һәм аҡсаның бер юлы раҫланыуын көтә, бергә һәм мәңгелеккә.
Ул фамилиялар уҡый, төрлө төҫтәге кнопкаларға баҫа, таушалып бөткән ҡағыҙҙарҙы һуҙа. Һуңынан асыр­ғанып сәйлек биргән аҡсаларҙы ала. Һәр бер тәңкә шалтырап, уның ғорурлығының төбөнә ҡойола. Варя телеграмма уҡыған арала: “... тыуған көн... сә­лә­мәтлек... бәхет...”, Гена һиҙҙермәй генә уны күҙәтте.
– Һин өшөгәнһең һәм сәй эскең килә, – тине Варя. Алыҫ­тағы унитаз геүләүе аҫтында Гена һырылған халат артынан барҙы. Уңып бөткән рауза сәскәләре төш­ө­рөлгән обойҙар, ҡыҙыҡһыныу һәм ҡыштырҙауҙар хө­көм һөргән ишектәр буйлап.
Улар сәй эсте, һөйләштеләр: “Әсәйҙән дә яҡыныраҡ кеше юҡ...” Лосик туҡтауһыҙ һикереп тороп ке­ҫә­һе­нән ҡулъяулығын алды. Варя халатын һыпырҙы. Сәй ҡалағы шалтырауынан тертләп, Гена ҡыҙарынды... Яйлап өйрәнде.
– Беҙҙең ЛИТМО-ла бер хәл булды. Бер клиентты, – тип һөйләне Гена, – эскән өсөн уҡыуҙан ҡыуҙылар. Ул йыл буйы производствола бил бөктө. Һуңынан де­канға килгән, дөрөҫөрәге – уның урынбаҫарына. Ә урын­баҫар уға әйтә икән: “Мин һиңә “крест” ҡуйҙым. Ти­мәк, һин минең “крестник”...” Ҡыҙыҡ та инде, эйе бит?
– Бик, – тине Варя.
Бер нисә минуттан Лосик һаубуллашып сығып китте. Уны ярлы көҙгө ҡояш ҡағылған урам ҡаршы алды.

Звягина Варяның зәңгәр көндәлегенән
“Барыбер ҙә, замандашым минең, тормош матур! Һәм бар, бар, унда батырлыҡҡа урын. Быны мин бер һөйкөмлө егеттең эскерһеҙ, насар күргән күҙҙәренә ҡарағас, тойҙом. Хат ташыусы күгәрсен һымаҡ, ул минең һалҡын бүлмәмдең фор­точкаһынан килеп ингәндәй булды...
Беҙ юҡ-бар нәмә, китаптар, экзистенциализм тураһында һөйләштек. Һөйләшеү тотош йәшерен текст менән барҙы.
Ул миңә ҡарай ине. Мин тойҙом – бала ир бу­лып килә. Бер секунд һәм мин уның ярһып, хистәрен аңлатыуын ишетермен. О, Зигмунд Фрейд, быны күрһә, бәхетенән һикереп торор ине... Һәм шун­да үҙ-үҙемә шыбырланым:
“Бер ҡасан да! Был малай тормоштоң ҡырыҫ ысынбарлығын күрмәҫ. Ике йөҙлөлөктөң ҡорбаны бул­маҫ! Был тормоштоң бөтә боҙоҡлоғон тоймаҫ!”
Мин тороп баҫтым һәм ишекте асып ебәрҙем. Кла­весиндың йылтыр стенкаһында минең йөҙөм сағылды.
Егет миңә ҡайғылы ҡараш ташлап, киҫкен бо­рол­до һәм бер секундтан баҫҡыста мин уның ашы­ғыс аҙымдарын ишеттем.
Тынысланыр өсөн миңә оҙаҡ ҡына Ван Гогтың реп­родукциялар альбомын аҡтарып ултырырға тура килде.
Беҙ һис шикһеҙ булырға тейешле хәлде бул­ды­рыу­ҙан ҡотолдоҡ...”

* * *
Тротуарҙа өйөм булып әйберҙәр ята ине. Яңы йорт­тар араһындағы тирәк кеүек, мебель араһында йә­шелләнеп фикус ултыра. Майор режиссер менән һыра ларегы күләгәһендә тәмәке тарта. Лосик, сүкәйеп ултырып, Югославия журналын аҡтара.
– Тәк, – тине Варя, – ҡарап киләйем әле…
Ул һалҡын перилаларға ҡағылып, өҫкә менеп кит­те. Ингән ерҙәге диуарҙарға ҡарап алды. Уйы менән һәр бер бәләкәй генә ярыҡ менән дә хушлашты. Бала уйынсыҡтары, велосипед, оло тас, һандыҡ, ватылып бөт­кән хужаһыҙ шкаф менән тулған тығын коридор буйлап үтте. Көтмәгәндә иркенәйеп һәм яҡтырып киткән боҙ кеүек бүлмәгә барып инде. Унда аптека флакондары, грампластинка ватыҡтары, бер нисә йо­мар­ланған ҡағыҙ һәм ҡарайып бөткән шәкәр киҫәге тә­гәрәп ята ине...
Ул йыуынып алды һәм биҙәнмәйенсә лә кинәт йә­шә­реп киткәндәй булды. Шунан һуң шап иттереп ишек­те япты ла әйләнеп тә ҡарамайынса китеп бар­ҙы.
Ҡараңғыланып ҡына килгән ваҡыт ине был, ә ма­ши­налар уттарын яндырып йөрөй башлағайны. Әй­бер­ҙәре трофей һымаҡ йөк машинаһы янында, маҡ­сат­һыҙ һәм тарҡау рәүештә ята ине. Уларға тик за­уыҡлыҡ ҡына етмәй. Хатта сит илдән ҡайтарылған, шыма, урамдың сыбар күренештәрен сағылдырған ме­бель дә эсте бошора ине. Малиновский уйланып китеп, күн пуф өҫтөнә ултырҙы: “Күсенеү фажиғәле рә­үештә әйберҙәр­ҙе юҡҡа сығара. Күсенеү барышында йәнде өшөтөрлөк кәрәк-яраҡ, тигән исем барлыҡҡа килә...” Кузьменко кинәт тынысһыҙланып ҡуҙғалды һәм Малиновскийға:
– Тормошсан фильмдар аҙ, – тине.
– Аңламайым.
– Мин әйтәм, яҡшы картиналар юҡ. Бына бында бер көн ҡарағайным, ирҙең – фатир, ҡатындың – фа­тир, шифоньер, диван, трюмо… һәм береһе лә ҡә­нәғәт түгел, лә-лә-лә ҙә лә-лә-лә…
– Ҡарағаным булманы. Баһалай алмайым, – тип яуап­ланы Малиновский, – минең уйымса, фильм про­б­ле­маларға ҡағылыуы ихтимал... әхлаҡи характер­ҙағы...
– Беҙҙә ЛИТМО-ла көлкөлө хәл булды, – тип бел­дер­ҙе Гена, – бер клиент һыҙмалар буйынса имтихан тапшыра икән. Доцент Юдович уны тыңлап бөткәс, башын ҡағып тора икән. “Насар, Садиҡов, ике”. Ә Витька Садиҡов доцентҡа эйелгән дә, шым ғына итеп: “Өслө ҡуйығыҙ” – ти икән. Ҡыҙыҡ, эйеме?
– Мәрәкә, – тине Малиновский.
– Уҡыу – яҡтылыҡҡа ынтылыш, – тип дорфа ғына яуап­ла­ны Кузьменко.
Варя шоферҙы уятты. Тегеһе теләмәй генә борт аша атланы ла, машина кузовына менде.
– Йәгеҙ! Бирә башлағыҙ! – тип өндәште ул, бөтәһе өҫ­төнән дә баш булып алғас. Һәм Малиновский шундуҡ, гипноз тәьҫиренә эләккән һымаҡ, эмаль кәстрүлдең тотҡаһына йәбеште.
– Урынына ҡуй, – тип әмер бирҙе шофер, – оттоманка менән сервантты ырғытығыҙ!
Ул ауыр нәмәләрҙе борт буйына ҡуйып, шуларға ки­таптарҙы етеҙ генә тултырҙы. Көҙгөнө мендәрҙәр менән һаҡлап, кабина менән шкаф араһына диван ва­лигын урынлаштырҙы. Шунан иренеп кенә ас­фальт­ҡа һикереп төштө лә, тәьҫир иткес үлсәмдәге дзотҡа, дөрөҫөрәге – баррикадаға күҙ ташланы. Торшер, байраҡ һымаҡ, һелкенә ине...
Варя өсөнсө тапҡырҙан ишекте япты. Иҫке йортҡа күҙ һалды. Уны тотошлайы менән күрҙе. Ҡыйшайып бөткән антенналарҙан алып ҡубып бөткән тупһа күтәрмәләренә ҡәҙәр. Йорт ихатаһы төпкөлөнән быяла артындағы марля менән бәйләнгән банкалар­ға ҡәҙәр. Һары ҡомло соҡорҙа онотолоп ҡалған уйынсыҡтарҙан алып йөк машинаһы кабинаһындағы ошо минутҡа ҡәҙәр. Һуңынан әйтеп ҡуйҙы:
– Ярай, киттек.
Машина ҡуҙғалды. Малиновский, Кузьменко һәм Лосик иркен тын алды. Янда ғына ағастар, алтаҡталар, төрлө төҫтәге тәҙрәләр күренеп ҡалды.
Улар үҙәк урамдан үтте. Теплоход бортындағы һымаҡ, Неваны байҡанылар. Һәм оҙаҡламай елдәр үтәнән-үтә иҫкән яңы йорттар төҙөлгән районға килеп сыҡтылар.
– Мин бында йәшәргә риза булмаҫ инем, – тип ҡысҡырып ебәрҙе Кузьменко, – бөтә йорттар ҙа бер төрлө, иҫерек килеш аҙашыуың ихтимал.
– Ел! Ишетмәйем, – тип яуапланы Малиновский.
– Мин әйтәм, иҫерек килеш юл тапмаҫһың…
– Ишетмәйем.
– Мин әйтәм, бер аҙ төшөрөп ҡайтып бараһың икән ти...
– Ә-ә.
Лосиктың йырлағыһы килде. Ул ныҡ итеп һыҙғырып ебәрҙе.
Све­тофорға ҡул менән тейерлек ине. Ниһайәт, машина өй башы йәмшәйеп бөткән ҡыҫыҡ подъезд тапҡырында туҡтаны. Шофер кабинанан сығып, бортты асты. Ирҙәр газонға һикереп төштө. Һуңынан әйбер­ҙәр­ҙе бушатып, таҙа баҫҡыс буйлап ташынылар... Ҡа­раң­ғы төштө... Бөгөлөп торған һирәк осрай торған яҡтыртҡыстар ҡабынды. Күктәге йондоҙҙар һүрәнерәк һәм тоноғораҡ булып китте. Алыҫта электричка геүләй.
Кузьменко, гәзит йәйеп, өҫтәлгә менде. Оҙаҡ­ла­май борғоланған шнурҙа тоноҡ ҡына лампочка янды.
Шунан һуң улар душта йыуынды. Варя, кейемдәр йыйналған төргәкте һүтте, таҫтамал алды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул еп-еүеш булды.
– Егеттәр, – тине Варя – мин бер аҙға ғына юғалып торам.
– Ҡайҙа йыйынаһың әле? – тип һораны майор.
– Мин бит ассигнация алғайным...
– Аҡса бар, – тине Кузьменко, – бына һәм бына. Етәлер бит, моғайын?
– Мин дә сығымдарҙа ҡатнашырға теләйем, – тип белдерҙе Малиновский, – иҫерткескә ынтылыу тоймайым, шулай ҙа... Бында алты һум.
Лосик ҡыҙарҙы.
– Бәләкәс барып килер, – тине Кузьменко. – Әйҙәле, йәш кеше, йүгер!
“Ҡасан мин бөтәһенән дә өлкәнерәк булырмын икән?!” – тип уйланы Гена Лосик.
Гена тырпайып торған кеҫәләр менән ҡайтты. Өҫ­тәлдә тәрилкәләр ағара ине инде. Тәмәке һауыты төп­сөк­тәр менән тулғайны. Шкаф ишеге менән ҡапланып, Варя кейем алмаштыра ине. Ул етди йәшел костюмда килеп сыҡты. Уның шыма сәстәре бутонды хәтерләтә ине.
Тубыҡтарына ҡыҫтырып, майор шешәләрҙе асты. Варя колбаса киҫеп ҡуйҙы, стопкалар алды. Улар гә­зиткә төрөлгәйне, һәр береһе айырым. Араҡы ҡой­ғансы ҡәҙимге урыҫ тынлығы хөкөм һөрҙө.
– Яңы фатир менән! – тип иғлан итте майор. Варя ҡы­ҙарҙы һәм урынһыҙға:
– Һеҙҙе лә, – тип яуапланы.
Унан ул илап ебәрҙе, һәм ауырлыҡ менән генә ишетеп була ине:
– Минең һеҙҙән башҡа бер кемем юҡ...
Яйлап ҡына эстеләр. Шул арала тәҙрә төбөндә бан­кылар теҙелешеп китте. Диванға асыҡ материя ябыл­ған. Шкаф быялалары артында ваҡ-төйәк нәмәләр ята.
– Тормошсан фильмдар юҡ, – тине майор, – ҡарап тор­һаң, шул тиклем проблемалар күп кеүек... Мин һеҙ­гә бер булған хәлде һөйләйем... Фатирҙа йәшәүсе бер ҡатын сүп ташларға сыҡҡан... Билдәһеҙ кеше та­лаусы пәйҙә булған... Биҙрәһен тартып алған, һәм вәс­сәләм!.. Ни өсөн кино ошондай факттарҙы урап үтә?
– Рөхсәт итегеҙ, – тине Малиновский, – сәнғәт бит йә­шәйеш адекватын барлыҡҡа килтереп, тормошто ҡа­батлап ҡына ҡалмай… Унан да бигерәк, тормошто ысын­барлыҡтағы һымаҡ итеп күрһәтергә тырышыу, та­машасы менән һүрәтләгән ысынбарлыҡ араһында бәйләнеш урынлашырыуға ҡамасаулай.
– Ә һеҙ ысынбарлыҡтың нимә икәнен беләһегеҙме? – тип белдерҙе Гена Лосик, майорға эйелеберәк.
– Ҡапҡылап ал, – тине Кузьменко, – ҡапҡылап ал, бә­ләкәс, әтеү матурланғанһың да инде...
– Әгәр ысынбарлыҡ туранан-тура эстетик тойғо объ­ек­ты булып формалаша икән, – тине Мали­новс­кий, – тамашасы фильм авторҙашына әүерелә. Сән­ғәт йәшәйештән дөрөҫөрәк, ул, әгәр кәрәкһә...
– Эх! Ленин юҡ! – тип көйөндө Кузьменко.
– Бәхәсләшмәгеҙ, – тип үтенде Варя. – Көн шундай һәйбәт...
– Ә бына тағы бер көләмәс һөйләйем, – тине Гена, – Бер клинет, Яшка Баранов, доцент Фальковичтың лекция ваҡытында таблетка йотҡанын күреп ҡалған. Һәм Яшка былай тигән: “Ни бит әле, Рэм Абрамович, әгәр улар һеҙҙең ашҡаҙанда йылдар буйы ятып та эре­мәһә нимә була?”
– Ҡот осҡос! – тине Варя. – Сәй эсәһегеҙме? Бер нәмәһеҙ генә...
Ир­ҙәр аҫҡа төштө. Шунан һуң газонды уратып ят­ҡан торбалар аша атлап, диуар буйынан үттеләр. Һу­ңы­нан буш яланды үтеп, такси туҡталышына сыҡтылар.
Варя балконда оҙаҡ көттө. Ирҙәр уны абайламаны, ҡараңғы ине. Лосик ҡына башын борғоланы...
Хәҙер улар мәңгегә айырылышыр. Һәм, бәлки, үҙ­ҙә­ренең алыҫтағы усаҡтарына мәңгегә улар менән бер­гә булырҙай нимәнелер алып китерҙәр.
Ир-егеттәр бер-береһен онотто, арығандар һәм төр­лөләр, ауыр кросстан һуң килгән йәш һалдат ке­үек... Һин таныш юл менән ҡайтаһың. Интегеүҙәр арт­та. Противогазың бәүелә. Тартырға рөхсәт ителгән. Пол­ковник машина кузовында бара, уның янында замполит менән фельдшер.
Һәм шул саҡ алда йыр башлаусы барлығы асыҡлана. Көй нығый. Ул марш талап итә.
Һәм бөтәһе лә һин күптән инде туғандар тураһындағы был иҫке гимндарҙы йырлауың ап-асыҡ билдәле, ә үҙең тураһында түгел!

Лариса АБДУЛЛИНА
тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: