Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Июнь 2023, 05:25

Йырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВ

Теге ваҡыт Хәсән менән ун биш көн самаһы буталғас,  егеткә, әллә ни эшләп хәлем юҡ, тип бәлә һалып алды. Унан поликлиникаға барып ҡайтҡан булды ла, Хәсән алдында, ауырға ҡалғанмын, тип сеңләп илап ебәрҙе. “Башымды рисуай иттең. Хәҙер ни эшләйем икән? Атай-әсәйемә нимә тип әйтәйем?  Уф Аллаҡайҙарым, күрәһеләрем бар икән?” Егет бер килке аптырап ҡалды.

Йырланмаған йырым һин Повесть (5)  Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин Повесть (5)  Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВ

ххх

 

Йәй йәй инде.  Бар тирә-яҡ йәм-йәшел. Бөтә тәбиғәт йылы ҡояшлы көндәргә шатлана кеүек. Училище студенттарының бөгөн кәйефе уғата шәп – диплом аласаҡтар бит! Теге ваҡыт педагогының киҫәтеүенән һуң Хәсән уҡыуына етди ҡарай башланы.  Сығарылыш имтиханында программа  ҡатмарлы ине. Унда операнан ария ла, халыҡ йыры ла, романс та, эстрада йыры ла  ҡаралған.  Уларҙың барыһын да Хәсән юғары кимәлдә башҡарҙы. Хатта күпте  күргән уҡытыусылар ҙа бығаса булмағанса  аяҡ үрә баҫып ҡул саптылар. Артабан уҡырға саҡырҙылар. Бер нисә педагог үҙенә ҡабул итергә теләк белдерҙе. Диплом тапшырғанда училище директоры:

– Хәсән Вәлиев студент саҡта уҡ үҙен талантлы йырсы итеп танытты, төрлө конкурстарҙа лауреат булды. Артабан да һиңә уңыштар теләйем.  Әммә һәр еңеү артында ҙур тырышлыҡ, көс, фиҙакәрлек, яуаплылыҡ ятыуын онотма, – тип ҡулын ҡыҫты.

Тамаша залында уның кәләше Фәриҙә лә бар ине. Тик ул ғына ирен артабан уҡырға ҡоҙалауҙарына ҡыуанманы, шикелле. Тантана тамамланыр мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ҡыуаныстан ауыҙы ҡолағына еткән ирен ҡотларға ла онотоп:

 – Әллә тағы ла уҡырға  барырға  уйлай­һыңмы? – тип һораны.

– Әлбиттә! Бындай бәхет бөтә кешегә лә тәтемәй. Беҙҙең төркөмдән бары мине генә саҡырҙылар. Мин опера йырсыһы булырға теләйем. 

– Опера йырсыһы-ы-ы!  Операны кем белә лә, кем тыңлай! Теге үгеҙ кеүек үкерәләр шунда.  Үҙҙәрен бер кем дә тыңламай.

Ҡатынынан  бындай һүҙҙәр көтмәгән Хәсән аптырап китте.

– Улай тимә әле, опера – иң юғары сәнғәт өлгөһө.

– Юҡ-бар менән башымды ҡатырма ла, ишетәһем дә килмәй.

– Һин әле бер ҙә опера ҡарағаның юҡ. Әйҙә берәй көн барайыҡ. Театр эсе үҙе шул тиклем матур, бер күрһәң, барғы килеп торасаҡ.

– Юҡ менән башымды ҡатырма ла. Ана, эшкә инерһең! Бала тыуырға тора, ә һин оялмай уҡып йөрөмәксе булаһыңмы? Уны кем ҡарарға тейеш?

– Юҡ, миңә уҡырға кәрәк. Уҡырмын да, эшләрмен дә.

– Юҡ, тигәс, юҡ.

– Мин уҡытыусыларымдың өмөтөн аҡларға тейешмен. – Хәсән дә үҙ һүҙен бирергә теләмәне.

Фәриҙә эстән генә: “Хәҙер, һин уйлағанса булды, ти”, тип уйланы ла иртәгеһенә поликлиникаға барып, кәйефе төшкән кеше булып ҡайтты. Кәләшенең борсоулы йөҙөнә ҡарап, Хәсән дә һағайып ҡалды.

– Нимә тиҙәр?

– Баланың хәле шәптән түгел. Бик ныҡ борсолғанһың, сабый әсәһенең кәйефен һиҙә. Шуға ла табиптар тыныслыҡ кәрәк, һәр борсолоу, тулҡынланыу бала өсөн хәүефле,  тине.

Был һүҙҙән һуң Хәсән институт тип ауыҙын да асманы. Кәләшенең бәпәй көтөүен әйткәс, сикһеҙ шатланғайны. Ул  барыһынан ваз кисеп, филармонияға барырға булды. Әлбиттә, бында ла бөтә кешеләрҙе лә алмайҙар. Студент саҡта уҡ йырсы булараҡ танылған Хәсәнде ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Ә йәй көнө тупылдап торған малайҙары тыуҙы. Ете айлыҡ булды, тине Фәриҙә.

 

ххх

 

–Тәмлекәсем минең! Ана үҙеңдән ниндәй тәмле еҫ килә. Үбеп тә, яратып та туймаҫлыҡ бит ул!  Абау! Донъяла һинән дә тәмлеһе юҡтыр. Батырым ана ниндәй дәү булып үҫеп килә. Тфү-тфү. Алама күҙҙәр теймәһен, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын. – Фәриҙә улының өҫ-башын алмаштырҙы  ла, уны еҫкәп-еҫкәп, үбеп-үбеп туйманы. Унан ҡулында һикертеп-һикертеп һамаҡланы.

 

Сәп-сәп, сәпәкәй,

Минең улым  бәләкәй!

Сәпәкәй иткән була,

Көлөп ебәргән була!

 

Һикерткән һайын улы талпынып-тылпынып шарҡылдап көлә. Фәриҙә уның һайын һамаҡланы.

 

Һәтес-һәтес, һәтес тә,

Бәләкәй генә бәпес тә

Үҫер әле, ҙурайыр,

Бына тигән ҡыҙ алыр.

 

Һәпес-һәпес кенәһе,

Кемдең бәпескенәһе.

Кемдең булһын, ҡулдарында

Бейетеп тора әсәһе.

 

Фәриҙә улын һәпәсүкләүҙән туҡтап, карауатына ултыртты.

– Хәҙер мәм-мәм ашап алабыҙ, – тип йәһәт кенә бутҡаһын әҙерләргә тотондо. – Ашаған кеше дә-ә-әү үҫә.

Фәриҙәнең күңеле тыныс бөгөн.   Аллаға шөкөр, бәпесе ете һаны теүәл килеш донъяға килде.  Атайһыҙ бала тапты, тигән данын да сығарырға яҙманы. Әхирәте Кәримә менән Ғәзиздән башҡа берәү ҙә белмәне был хаҡта.

Теге ваҡыт Хәсән менән ун биш көн самаһы буталғас,  егеткә, әллә ни эшләп хәлем юҡ, тип бәлә һалып алды. Унан поликлиникаға барып ҡайтҡан булды ла, Хәсән алдында, ауырға ҡалғанмын, тип сеңләп илап ебәрҙе. “Башымды рисуай иттең. Хәҙер ни эшләйем икән? Атай-әсәйемә нимә тип әйтәйем?  Уф Аллаҡайҙарым, күрәһеләрем бар икән?” Егет бер килке аптырап ҡалды. Ҡыҙҙың ауырға ҡалыу ихтималлығы башына ла инеп сыҡмағайны шул. Шунан, “тимәк, минең балам була, мин нормальный кеше” тип уйлап, әйҙә, өйләнешәйек, тине. Шулай тиҙ  генә эләктереп алды ул донъя күрмәгән бер ҡатлы егетте.

Кисә поликлиникаға ҡаралырға барғайнылар, врач та ҡыуандырҙы.

– Шалҡан кеүек үҫеп килә. Бөтә анализдары ла һәйбәт, – тине.  – Тиҙҙән тәпәй ҙә баҫып китер әле ул.

Шул мәл ишек шаҡынылар. Фәриҙә шәп-шәп барып ишекте асҡайны, күптән күрмәгән әхирәте Кәримә тора. Кәримә менән улар бер магазинда эшләгәйне. Әллә  үҙе холоҡһоҙ булды, әллә ирҙәре тигәндәй, ике ире менән дә йәшәп китә алманы. Хәҙер балаһын яңғыҙы үҫтереп ятҡан көнө.

– Һаумы, әхирәткәйем.

– Арыубыҙ әле. – Әхирәттәр ҡосаҡлашып, сар-сор килешеп алды. – Ни хәлдә генә? Үҙеңде һағынып бөттөм.  – Фәриҙә йәһәт кенә сәйнүгенә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйҙы.

Һуңғы арала Фәриҙә өйҙә бала менән ултырғас, әхирәте килеүгә сикһеҙ шат ине. Әллә ни сығып йөрөй алмағас, хәбәр-хәтер ишеткәне лә юҡ.

–  Эштә ниндәй хәлдәр бар? – тип ҡыҙыҡһынды ул.

– Шул килеш инде. Әй шул килеш, тип торам. Теге ваҡыт ревизия булғайны, Ғәлиәнең өҫтөнә сыҡҡан, тинеләр.

– Шунан?

– Шунан ни нимә булһын?! Уны бит директор менән кутит-мутит итә тиҙәр бит. Ҡотҡарып ҡалған инде.

– Улай икән? Ә теге Наташа нимә эшләй?

– Үҙең беләһең уны, гел алдаша, үлсәгестең аҫтына әйбер ҡуя ла үҙенә әллә күпме экономия эшләй. Бигерәк битһеҙ бит әле, Алланан да ҡурҡмай. Теге ваҡыт тыуған көнөнә саҡырғайны. Өйө тулы яҡшы әйбер, урлашмаһаң, беҙҙең эш хаҡына ғына әллә нимә ҡыйратырһың. Кейгән кейемдәре лә гел затлынан. Былтыр ғына пальто алғайны, быйыл тағы алған. Урлаша инде, урлаша. Шуның ҡойроғона баҫыусыһы ла, белеүсеһе лә юҡ.

– Ире сығып киткән тип ишеткәйнем, шул дөрөҫ хәбәрме икән?

– Эйе, тәүге ҡатынына киткән. Йәтеш булған әле. Бында мин генә яңғыҙ бала ҡарарға тейешме?! Бүтәндәр ҙә ирһеҙ бала үҫтереүҙең ауырлығын белһен әле. Әтеү әллә кем булып кеше лә танымай башланы.

Эшендәге бөтә хәлдәрҙе, әллә дөрөҫөн, әллә үҙе уйлап сығарғанын теҙеп һөйләп бөткәс, һүҙ Фәриҙәнең ғаиләһенә күсте.

 – Эй, әхирәткәйем, бигерәк бөтөп киткәнһең, – тине Кәримә, сәйен бер уртлағас, уға тәү күргәндәй тишә яҙып ҡарап. –  Ишекте асҡас, тәүҙә үҙеңде танымай торҙомсо. Кипкән балыҡ кеүек булғанһың да  ҡуйғанһың. Әллә ауырып тораһыңмы?

– Юҡсы, Аллаға шөкөр, бөтә ерем дә имен-һау.

– Әтеү нишләп ул тиклем йонсоноң? Үҙеңде юнып алғандар тиерһең. Балаң тыныс түгелме әллә?

– Юҡсы, тып-тыныс, тамағы туйһа, йоҡлап тик ята.

– Һин нимәнелер әйтеп бөтөрмәйһең. Моғайын, ирең йонсоталыр. Ир йүнле булһа, ҡатын кеше был тиклем үк бөтөрөнмәй. Ҡатынды мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы  ла иткән  ир, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. – Кәримә ҡулындағы печеньеһын ҡабып, йәнә Фәриҙәгә текәлде.    – Теге ваҡытта ла өйҙә юҡ, әле лә юҡ. Ҡайҙа йөрөгән  була ир ишаратың?

– Эше шул инде, гастроль дә гастроль.

– Кит, шул да булдымы һөнәр! Сиған кеүек йөрө лә ят, имеш. Ярай, үҙе черт с ним. Бына һин йәл.  Әртистәрҙең эш хаҡы юҡ, тиҙәр, нисек ала?

– Ҡуй инде! – Фәриҙә юҡты һорама ла тигәндәй  ҡулын һелтәне. – Тәүге эш хаҡын алып ҡайтып биргәндә иҫем китте, битенә бәрерҙәй булдым. “Кит, кеше көлдөрмә, шундай эш хаҡы буламы” тигәйнем, күҙен дә йоммай, “яңы эш башлап торам, әлегә исемдәрем дә юҡ” тигән була. 

–  Берәй һөйәркәһенә бирәлер, әртистәргә ышаныс бармы? Уларҙың һәр береһе әллә нисә бисә менән йәшәй, ти, бит.

– Филармонияға барып тикшереп тә ҡараным, шулай алған.

– Ҡуй, әйкәйем. Әртис халҡына ышанаһыңмы? Бигерәк бер ҡатлыһың инде. Улар бит левый аҡса ла эшләй. Һиңә биреп бөтмәй инде ул. Эй, әхирәткәйем, бигерәк йәлләйем үҙеңде, һин бында бала ҡарайһың, ә ул күңел асып йөрөй. Былай аңшайып йөрөһәң, Хәсәнеңдән дә ҡолаҡ ҡағаһың бит!

Тыныс ҡына йөрөгән Фәриҙәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.

– Китсәле, минең ул турала башыма ла ингәне юҡ.

– Бигерәк бер ҡатлыһың шул! Бер ауыҙың беште бит инде. Һаман һабаҡ алмайһың! Кит-кит! Әҙерәк үҙеңде хөрмәт итер инең. Ҡуй, ул, әртистәргә ышанһаң, улар гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр, ти бит. Ана минең бер әхирәтем шулай ирһеҙ ҡалды. Ире гастролгә китәм ти ҙә аҙна, ун көнгә ғәйеп була икән. Был бер ҡатлы нәмә шуға ышанып ғүмере үтте. Бер көндө үҙҙәрен магазинда йөрөгәндә тотҡан, ти. Ишшеү теге ҡатында ла балаһы бар, ти.

– Ысынмы? Кит! – Фәриҙә ауыҙын асты ла аптырап ҡалды.

– Иң яҡын әхирәтемде алдап тормам инде.

Ул көндө Фәриҙә әхирәтен ҡайтарманы:

 – Дөрләп янып барам, уф, давлением күтәрелде, шикелле. Ошондай ваҡытта яңғыҙымды ҡалдырмаҫһың инде, – тип ҡаршылағы магазиндан шарап та сығып алды. Әхирәттәр ярты төнгә тиклем һөйләшеп ултырҙы...

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас