Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Июнь 2023, 19:50

Сельфи Минира БИКӘНӘСОВА

Әҡлимә минең менән фотоға төшөүен дә онотоп теге ағай янына ашыҡты. Уның менән ике ҡуллап күрешеп, хәл-әхүәл һорашты. Һеҙгә ошондай ғәжәп хәлдәр танышмы?

Сельфи               Минира БИКӘНӘСОВА
Сельфи Минира БИКӘНӘСОВА

Селфи
( Тормош күренештәре)
Радионан көн-төн башҡалала бер шәп сара уҙғарыласаҡ, тип хәбәр итәләр. Мин дә шунда йыйындым, ауылда эш барыбер бөтмәҫ!
Майҙан геү килә: кемдер оҫталыҡ дәресе үткәрә, кемдәрҙер кәсеп итә, бында-уйын-көлкө, тегендә-сәй табыны ойошторғандар. Таныш-тонош, дуҫтар ҙа осрап ҡына тора. Улар менән иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ, һөйләшер һүҙҙәр ҙә күп.
Бәй, күптән күрмәгән йәшлек әхирәтем Әҡлимә килә ята түгелме? Дөрөҫ, мин уны интернет селтәрендә күргеләйем-билдәле кеше ул үҙе эшләгән өлкәлә.
-Һинме ул, хәлдәрең нисек?- тип ихлас ҡосаҡланы танышым.
-Хәлдәр арыу, үҙең ни хәлдә?- тинем мин шатланып.
Ғаилә, балалар, эш тураһында булды хәбәребеҙ.
-Әйҙә иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ, - тинем .
Беҙ селфи эшләргә генә торғанда олпат кәүҙәле, сал сәсле ағай эргәбеҙҙән үтеп бара ине. Әҡлимә минең менән фотоға төшөүен дә онотоп теге ағай янына ашыҡты. Уның менән ике ҡуллап күрешеп, хәл-әхүәл һорашты.
-Ҡайҙале, беҙ ағай менән икәүләп кенә фотоға төшәйек,- тип телефон камераһын яһалма йылмайған йөҙө яғына йүнәлтте.
Ағай менән хушлашҡас:
-Кәрәкле кеше ул, арыу ғына урында етәксе булып эшләй. Бына хәҙер уның менән фотоны интернетҡа һалһам- иҫтәре китә бит инде кешеләрҙең!- тине Әҡлимә ҡыуанып. Үҙе шунда уҡ миңә боролоп:
-Ярай, хуш булып тор! Ана, тегендә тағы бер апай килә, министерствонан, уның менән дә фотоға төшәһе бар,- тип ашығып китеп барҙы.
... Яңыраҡ тағы бер сарала булып ҡайттым. Әҡлимә лә «фотозона» янында йөрөп ята ине, янына барып торманым. 

Фото: ирекле сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас: