Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Июнь 2023, 09:55

Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ

 Ир йүнле булмаһа, ҡатын-ҡыҙ сыпранлап ҡына әллә нимә ҡыйрата алмай. Эй, был бисәләр! Шашты шул, шашты. Рәхәтлектән шаштылар. Әҙәм балаһы ауырлыҡҡа бирешеп бармаһа ла,  еңеллектән ҡотора шул.

Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ

ххх

 

 Зарифа апай бөгөн хәленең арыулана башлауын тойҙо. Һуңғы араларҙа бигерәк бирешеп китте шул.  Ҡан баҫымы күтәрелеп, башын да ҡалҡыта алмай ләж ята. Фельдшер ҡыҙ: “Апай, ул тиклем юҡ-бар уйламағыҙ, тыныс булығыҙ”,  – ти ҙә ул, ошондай ваҡытта йәне булған кеше нисек инде уйһыҙ ғына йөрөй алһын.  Ир ҡайғыһы итәктә, баланыҡы йөрәктә, тип белмәй әйтмәгәндәр.

Борсолорға ярамай тиһәләр ҙә, уйҙарҙы теҙгенләп кенә ҡуйып булһа икән шул. Уйҙары әлеге лә баяғы ҡыҙы, кейәүе янына әйләнеп ҡайтты. Кейәүенең айыу атыуы хаҡында телевизорҙан әллә нисә тапҡыр күрһәттеләр, штраф та һалғандар. Кейәүе лә, ҡыҙы ла былай бөтмөр кешеләр, донъялары гөлт итеп тора. Тик ғаиләлә тыныслыҡ булмағас, донъя малы ғына әҙәмде бәхетле итмәй икән. Әллә кемгә оҡшап Фәриҙәһе телсәр, яһил шул.

“Китсәле, ни эшләп былай әллә ниндәй уйҙарға сумып ултырам әле. Барып хәлдәрен беләйем. Ни эш ҡыйраталар икән?” Зарифа апай иртәнге автобус менән ҡыҙына барырға булды.

Ул килгәндә ҡыҙы өҫтәл әҙерләп йөрөй ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, бер аҙ һөйләшеп ултырғас:

– Бәй, кейәү күренмәйсе, берәй ергә киттеме? – тип һораны.

– Ҡайҙан беләйем?  – Фәриҙә әсәһенә уҫал яуапланы. – Йыртҡыс шул йән көйөгөнөң үҙен генә ботарлаһа, лутсы булған икән дә!

 – Ҡуйсы әле, ҡыҙым, ул тиклем ҡыҙма, баш ҡайғыһы түгел дә. Ауыҙыңдан ел алһын! Өләсәйең, мәрхүмә, алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тип белмәй әйтмәгән. Шул кейәү арҡаһында нужа күрмәй йәшәп ятаһың түгелме ни? Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аҡсаһын да, малын да таба. Тотаһың да, аҡса юҡ, тип аҙарынаһың. Теге ваҡыт ҡына   ҡалым һуғып, әллә күпме аҡса алып ҡайтҡан. Бир! Алып барып түләһен! Ул ҡағыҙҙы нимәгә тип һаҡлайһың?

Әсәһенең һүҙҙәренә Фәриҙә мыҫҡыллы йылмайҙы:

– Нимәгә һаҡлайыммы?! Тоҙлайым! Уның күптән урыны бар. Өҫкә кейергә алмаш күлдәк ҡалманы, кеше күҙенә күренергә оят. Ауылда бөтәһенең бүлмә һайын ат башындай телевизор. Ә беҙҙең хан заманындағыһы өңрәйеп ултыра! Әҙәм ыстрамы!

Сәй эскәндә лә Фәриҙә ярһыуынан туҡтай алманы, йоҙроғон төйҙө:

– Бирермен мин уға аҡса! Хәҙер! Томшоғона. Ана, Мансафтың бисәһе бирһен. Шуның албаҫтыһы уны ҡотортоп алып киткән бит, йәшәмәгер!

– Эй, балам! – Әсәһе ауыр көрһөндө. – Булғандың ҡәҙерен белмәйһең. Аслыҡ заманы барҙыр шул! Әйләнгән һайын бер нәмәне игәйһең дә игәйһең, игәйһең дә игәйһең. Ярай, булған да бөткән. Тормош бит. Булғаны шуның менән бөтһөн тиң. Хәҙер гел шуны иҫкә төшөрөп, әрләшеп ултырып булмай бит инде. Йыйынтығыңды бир ҙә алып барып түләһен. Исмаһам, ҡотолорһоғоҙ. Кейәүҙең йәнен генә ҡыяһың бит. Бер-бер хәлгә төңкәлеп ҡуймаһын тим.

– Етте! – Тапҡанһың йәлләр кеше! Үҙе тапһын!

– Эй, ҡыҙым! Улай тимә әле. Тота килеп кенә кемдән аҡса алаһың?

– Табыр! Уныһы минең проблема түгел! Тәүҙә шуныһын  уйларға кәрәк ине!

Шул мәл урамда ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Ҡапҡанан ниндәйҙер  ят ҡатындың  инеп килгәне күренде.

– Наҙайыл, ә, кешенән! Бында нимә бар икән? – Фәриҙә үҙ алдына әрләшә-әрләшә ихатаға ыңғайланы.

– Арыумы әле, ҡыҙым?

– Һаумыһығыҙ!

Әбейҙең икенсе райондан ҡыҙына килеүе икән. Йорттарын һораша. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан Фәриҙә уға ҡыҙы ауылдың арғы осонда йәшәүен әйтте лә кире ишеккә ыңғайланы.

– Эй, Кейәүен ысын күңелдән йәлләне ул. Йә, шулай көнө-төнө әрлә лә нисек кисен бер түшәктә  ятып йоҡламаҡ кәрәк. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы. Ярай ҙа ул шарылдап йөрөгәндәр уй-хәсрәтен башҡа төрлө сығара.ҡыҙым, ниндәй ғәҙәт ул? Ихатаңа килеп ингән кешене өйөңә лә саҡырманың. Оло кеше юлда сарсағандыр, – тине ҡыҙына әсәһе йомшаҡ ҡына итеп.

– Хәҙер! – Фәриҙә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. Бында көнө буйы үткән-һүткәнде һыйлап ултырһаң, донъя көтөрһөң!

– Улай тимә әле, ҡыҙым. Өйөңә ингән кешегә насар ҡараш күрһәтергә ярамай. Тиҙ генә сәйеңде ҡайнатырға ҡуй, яҡты йөҙөңдө күрһәт. Уның  Хызыр Ильяс булыуы ла ихтимал. Борон беҙҙең башҡорт халҡы ингән кешене тәғәм ҡаптырмайынса сығармаған. Минең өләсәйем эремсеккә ҡаймаҡ һалып булһа ла йәки ойотҡанға ҡаймаҡ һалып болғатып эсереп сығара торғайны. Күпме йомарт булһаң,  һиңә шунса мул ризыҡ, бәрәкәт насип була. Һәр кем үҙ өлөшө менән йөрөй. Һәр килгән кешене Аллаһы Тәғәлә һиңә ебәрә.

– Эй, әсәй, әкиәт һөйләргә һиңә ҡуш инде. Әллә булған, әллә булмаған нәмәләрҙе һөйләйһең дә ултыраһың. – Фәриҙә, бушты лығырҙайһың тигәндәй ҡулын һелтәне лә  диванға барып ултырҙы.

Уның былай ҡыланышына әсәһе бер килке нимә әйтергә лә белмәне.

– Кит балам, ниндәй һүҙ һөйләйһең! Аллаһым ишетеп ҡалмаһын. Ни эшләп булмаһын, ти, Хызыр Ильяс? Бар ул. Хызыр Ильяс юлдаш булһын тип юҡҡа әйтмәйҙәр.  Юлда булғаныңда бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, ауыр саҡтарҙа ярҙам итә.

Үҙе эстән генә “Эй Хоҙайым, был нәмә хәйерлегә генә булһын инде, юҡҡа шашаһың, балаҡай” тип уйланы. Ҡыҙының яһиллығына аптыраны, кешеләр алдында ғәрләнде. Кемгә оҡшап шулай булғандыр? Йә, атаһы менән  ғүмер буйы татыу ғына йәшәнеләр. Исмаһам, кәңәш итеп бер һүҙ әйтерлек тә түгел бит, тота ла ярһый, ҡысҡыра башлай. Әсәйҙе әсәй, ирҙе ир тип һанлау юҡ. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Кейәүен ысын күңелдән йәлләне ул. Йә, шулай көнө-төнө әрлә лә нисек кисен бер түшәктә  ятып йоҡламаҡ кәрәк. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы. Ярай ҙа ул шарылдап йөрөгәндәр уй-хәсрәтен башҡа төрлө сығара.

Кейәүҙең ҡәҙерен генә белеп йәшәргә кәрәк тә бит, юҡ инде, юҡ. Күптәргә ундай ир тәтемәй, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ана, ниндәйен матур итеп донъя ҡороп ҡуйҙы. Ир йүнле булмаһа, ҡатын-ҡыҙ сыпранлап ҡына әллә нимә ҡыйрата алмай. Эй, был бисәләр! Шашты шул, шашты. Рәхәтлектән шаштылар. Әҙәм балаһы ауырлыҡҡа бирешеп бармаһа ла,  еңеллектән ҡотора шул. Ней колхозы бөттө! Ауылда эш булмағас, хәҙер күптәре ҡырҙа аҡса эшләй, йә Себергә йөрөй. Бер көн күршеләренә керһә, эй, ялҡытты инде, ҡасан китә, тип ултырасы. Ҡуй инде, ҡуй, ирҙәр аҡса өсөн генә кәрәк. Бахыр ир ғаиләһен ҡарау өсөн  ал-ял белмәй тир түгә, һаулығын юғалта. Ә ҡайһы бер ҡатындар еңел йәшәүҙе кәсеп итеп, унан йәһәтерәк ҡотолоуҙы ғына көтә. Былай рәхәт тәһә, ҡулда аҡса бар, ҡайҙа теләй, шунда бара, күңел аса, ашарға әҙерләп, ир көтөп ултыраһы түгел. Күптәр хәҙер анһатҡа сығып, һөт-майҙы һатып та алам тип, һыйыр ҙа тотмай башланы. Кит, упсым рәхәткә сыҡтылар. Ҡайҙа бара был донъя?!”

 

ххх

 

...Хәсәндең икһеҙ-сикһеҙ уйҙар теҙмәһен ҡулына балтаһын тотҡан Камил ағайҙың тауышы бүлде.

– Бына сабынлыҡтың кәртәләрен рәтләйем, тип килгәйнем. – Әтеү мал емереп керһә, ауырға төшә торған. Унан сабынлыҡты бер иҙеп сыҡһалар, үлән имгәнеп, бесәне лә  йүнле булмай. Арытып китте әле, хәл алып алайым. – Камил ағай  һөйләнә-һөйләнә Хәсән янына килеп сүгәләне.   Уның  ҡулындағы шешәһен, күҙҙәренең йәшләнгәнен күреп, бер талай аптырап ҡарап торҙо.

– Ҡустым, ни хәл? Ни эш ҡыйратып ултыраһың? – Атаҡ, бында яңғыҙың эсеп ултырмаһаң, башҡа урын бөткәндер шул. Бер ҡараһаң, был нәмә менән дуҫлығың да юҡ кеүек. – Ағай ҡулы менән шешәгә төртөп күрһәтте.

– Ағай, минең йәшәге килмәй.   –  Араҡы шауҡымынан күңеле тулышҡан Хәсән үкһеп илап ебәрҙе. – Биҙҙем был тормоштан, бер минут та йәшәгем  килмәй. 

Камил ағай Хәсәнгә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.

– Кит, юҡты һөйләмә, ҡустым. Ниндәй һүҙ ул йәшәге килмәй? Ике ҡулын һап-һау, аяғың йөрөй. Рәхәтләнеп йәшәй торған заман, ашайым тиһәң, өҫтәл тулыр ризыҡ, кейәм тиһәң, кейем бар. Беҙ үҫкәндәге кеүек ас-яланғас кеше юҡ.

– Барыбер ҡыйын миңә, ағай...

– Эй, ҡустым, кемгә һәр ваҡыт рәхәт кенә булып тора тиһең?! Бына миңә лә гел рәхәт булып торғанмы? Уйлайым-уйлайым да, ни  хәл иҫән ҡалып, ошо йәшкә еттем икән тим. Ул һуғыш ваҡытында эт күрмәгәнде күрҙек, шулай ҙа йәшәргә тырышып яттыҡ. Беҙ күргәнде Хоҙай башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен! Ашарға юҡ, өҫкә кейергә юҡ, ялан аяҡбыҙ... Аслыҡтан беттекәй, һыйыр йыуаһы, һарына, ҡуян тубы, ҡымыҙлыҡ – ашарлыҡ бөтә үлән менән тамаҡ ялғаныҡ. Урмансынан ҡасып-боҫоп, ҡайын әрсеп, уның итен ҡырып-ялап ашаныҡ. Йәй ярай үлән менән әүрәп тамаҡты алдайһың, ә ҡыштарын... Шулай бер мәл өйҙә ашарға бер ни ҡалманы. Ике йәшлек һеңлем Зифа илай. Шул мәл әсәйемдең бер туған апаһы  Хәфиҙә әбей килеп керҙе. Хәлдәрҙе һорашҡас, йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тирә-яҡты байҡап сыҡты. Ҡарашы ишеккә төбәлде. “Хәҙер үк ишеккә ҡағылған тирене, йөнөн өтөп, ашағыҙ”, – тине ул. Тирене аҡтарып алып, мейескә ҡоро-һары яғып, тирене ашай башланыҡ. Тире ашап, тағы өс-дүрт көн йәшәнек. – Үҙенең һөйләгәндәренән Камил ағайҙың үҙенең күҙенән дә йәш килеп сыҡты. – Һуғыш бөткәс тә, еңел булманы. Бер мәл әсәйем район үҙәгенә күкәй һатырға китте. Беҙ юлдан күҙ ҙә алмай баҙар күстәнәсе, яңы уҡыу формаһы, китап-дәфтәр йөкмәп әсәйебеҙҙең ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ә ул кисләтеп кенә, хәлдән тайып, илай-илай буш ҡул менән ҡайтып инде. Милиция тотоп, әсәйемде ҡурҡытып, һүгеп, йомортҡаларын сумаҙаны-ние менән бәреп ватҡан икән. “Үҙҙәренә алып ҡалһалар ҙа, әрәм булмаҫ ине ризыҡ. Исраф ҡына итеп, бәреп ваттылар бит”, — тип әрнене әсәйем.

– Әйҙә әле, ҡустым, миңә лә ҡой әле, күңелем тулышып китте, – тип Камил ағай, Хәсәндең шешәһен тиҙерәк бушатырға теләп, үҙенә һалдырып алды. Унан тағы дауам итте:

– Тормош булғас, төрлөһө була. Гел рәхәт булып тормай. Мин дә ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, тиме. Өлкән улым ҡайтыр көнө еткәс, армияла үлеп ҡалды. Икенсе улымды егерме йәшендә Өфөлә ғүмерен ҡыйҙылар. Етмеш йәшкә лә етмәй әбейем үлеп ҡалды. Бына хәҙер ун йыл яңғыҙым торам. Ә йәшәргә кәрәк. Бына һикһәнгә етһәм дә, тырышып ятҡан көн. Аллаға шөкөр, хәҙер донъялар һәйбәт. Беҙ күргән аслыҡ-яланғаслыҡты күрергә яҙмаһын. Ә һин бөтә ағзаң теүәл килеш йәшәгем килмәй тип ултыраһың. Ошондай тәбиғәт ҡосағында бер елләнеп ултырыу –  үҙе бер бәхет бит ул.

Камил ағайҙы тыңлап ултырған Хәсәнгә әсәһенең,  балам ни эшләүең был, тип асырғанып әйткән тауышы ишетелгәндәй булды. "Мин һине туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөтөп, ҡарап үҫтерҙем. Өс ай булғас та, сөгөлдөргә эшкә сыҡтым. Үҙем теләгәндән түгел, шулай   тейеш булғанға. Һине апайыңдар ҡарап ҡала. Ул йылды ғәжәп ямғырлы булды, сөгөлдөрҙө тиҙ үк ҡый үләне баҫа ла китә. Кешенән артта ҡалаһың, төшкө аш мәлендә йүгереп кенә ҡайтам,  һине имеҙәм. Бер ваҡыт ауырып киттең, аҡтарып ҡоҫаһың да ҡоҫаһың. Инде юғалттым  тип торам. Көскә район үҙәгенә алып китеп, көскә ҡотҡарып ҡалдыҡ үҙеңде. Ул ваҡытта юлы юлмы әле, машина ҡот осмалы итеп һикертә. Баҡһаң, күкрәктәге һөт әсеп йөрөп, шуның менән зарарланғанһың. Хәҙер ауыр тиһәк тә, рәхәт бит ул”.

Хәсән терт итеп ҡалды. Үҙенең уйҙарынан үҙе оялды.  Был ҡайғыны ата-әсәһе күтәрә алмаясаҡ. Былай ҙа аҙ яфаланманылар. Уларға әле еңел тиһеңме? Инде йырсы булып танылды тигәндә бөтәһен аптыратып ауылға ҡайтып килде. Унан Зөһрә Фәрит ҡыҙының кәңәше лә ҡолағына салынғандай тойолдо. “Ир булып, тормош дилбегәһен үҙеңдең  ҡулыңа алыуыңды теләйем. Һин һыу ыңғайына ағып барырға юнысҡы киҫәге түгел. Кәрәк урында үҙ һүҙеңде әйтеп өйрәнергә лә кәрәк булыр. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тап шул саҡта ғына үҙеңдең хыялдарыңды бойомға ашыра аласаҡһың...”

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: