Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Июнь 2023, 08:55

Йырланмаған йырым һин Повесть (10) Венер ИСХАҠОВ

Һис аңлай алмай уны Хәсән – аҡсаһын да таба. Бөтөнләй эшләмәгән ирҙәр бар.  Ҡатындары шул ирҙәрен маҡтап бөтә алмайҙар хатта. Ана, өс туғаны Закир һуң! Өйләнгәне бирле башҡа ҡыҙҙар менән сыуала, хатта икенсе ҡатында балаһы ла бар. Һин дә мин йәшәп яталар.

Йырланмаған йырым һин   Повесть (10)  Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (10) Венер ИСХАҠОВ

Игеҙәк кеүек көндәр бер-бер артлы үтә торҙо. Бына Хәсән малдарын яҡындағы урманлыҡҡа ҡыуа. Иртәнге саф һауа тын алышын киңәйтә. Иҫ китмәле йәйге матур көн тыуып килә. Ағастарҙа ҡоштар сутылдаша.

Хәсәндең бөгөн кәйефе шәп. Теге мәл аҫылынам да үләм тип уйлап йөрөүенә, был аҙымға бара яҙыуына хәҙер үҙе аптырай. Йә, үлде, ти! Бының менән ул кемде еңәсәк, нимәне иҫбатлаясаҡ. Ҡатынынмы? Бисәләргә ир тиҙ табылыр ул. Ә бына улына атай табылмаясаҡ, әсәһе ҡара ҡайғыға батасаҡ. Ана, былтыр ике туған ҡустыһы үлгәйне, ике балаһы ҡалды, килене үҙенән ун йәшкә кесе бер егетте индергән. “Үҙемдән йәш менән йәшәүе рәхәт, нисек теләйем, шулай  донъя көттөрәм”,  тип әйткән, имеш.

“Эх, тиҙерәк берәй эш килеп сыҡһа, шул штрафты  түләп ҡуйыр инем”, тип йөрөгәндә  Хәсәнгә күрше ауылдағы класташы Назиф тап булды.

– Ҡырмыҫҡалы районында  ҙур ғына өй бураһы бурап бирергә кәрәк. Һәйбәт кенә бер нисә егет табырға ине, – тигәс:

– Әйҙә бергә барабыҙ, – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ысынлап та, бик шәп булыр ине. Шуға ла бөгөн мал-тыуарын ҡыуып, сәй эскәс, балтаһын, “дружба”һын, кейемдәрен машинаһына тултырҙы. Ҡалған егеттәрҙең машинаһы юҡ, шабашкаға уның машинаһында барырға һөйләштеләр. Хәсәндең:

– Ҡана, бензинға аҡса бир әле, – тип һорауы булды, Фәриҙә:  

– Кит, ғибрәт, тағы аҡса һорайһыңмы ул?  –  тип иренә  күҙҙәренең ағы  менән зәһәр сәнсеп ҡараны. – Йәйелешеп һинең машинаңда барһындар, бензинына ла түлә. Тапҡандар иҫәрҙе. Машинаны биргәнгә рәхмәт әйтһендәр әле. Хәҙер, аҡса биреп ултырам. Бында Әндрәй ҡаҙнаһы барҙыр шул.

– Фәриҙә…

– Нимә Фәриҙә? Бирмәйем, ивсе! Нимә аңшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә?  Әйләнгән һайын аҡса! Ай Аллам.  Былтыр ғына әллә күпме запчасть алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә! Ҡатын еңмешлеген күрһәтте.

Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә, йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды.

–       Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, ә? Бер аҙна элек заправить иттем бит, әллә үҙең эсәһеңме?  Былай булһа, донъя көтәрһең һинең менән. Бына минең  өҫкә алмаш күлдәгем юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың. Нимә, нимә, күптән түгел  30 мең аҡса апҡайттым тиһеңме?! Ай Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа бисәләрҙең ирҙәре кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле. Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалманы. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау!  Нимә, нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүөмде теләр инеңме? Ана, егәрлене алаһың ине...

Ҡатынының шул тиклем яһиллығына Хәсән был юлы өндәшмәй ҡала алманы.

– Фәриҙә, һин ни эшләп гел шулай ул?

– Нимә шулай?

– Берәй заман әҙәмсә һөйләшә беләһеңме, юҡмы? Бер ваҡытта ла шөкөр итә белмәйһең бит…

– Хәҙер апайыңды һөйләшергә өйрәтәһеңме? Бала-саға! Һин тыуғанда мин алты йәшлек апай булғанмын! Маңҡа! Берәү мине һөйләшергә өйрәтмәксе, имеш!

Хәсән телһеҙ ҡалды. “Был иҫәр менән тел әрәм итеп торған мин иҫәр” тигәндәй ҡулын һелтәне лә, машинаһын ҡабыҙып, хушлашып та тормай  ҡуҙғалып китте. Атаһы эшкә китер булһа, әсәһе урам тирәһендә эш башламаҫҡа ҡуша, хатта һыуға барыуҙы ла тыя ине. Ә был…

Иртәнге кәйефе күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Бөткөһөҙ уйҙар йөрәген кимерҙе.

Ҡатынының холҡона иҫе китә. Ул аҡса алып ҡайтҡан көндәрҙә  һәйбәт  кенә йөрөй.  Аҙаҡ үҙенә үҙе пыр туҙа. Ни эшләп бер нәмәнән дә риза түгел ҡатыны? Әйбер тип үлеп бара.  Берәйһе алған нәмә, мотлаҡ уларҙа булырға тейеш. Һәр ваҡыт үҙҙәрен хәйерсенән ҡырҡа. Берәйһе хәл-әхүәл һорашһа ла: “Ҡуй, әҙәм араһында тереклек иткән булабыҙ инде шунда. Оят”, – тип кенә ебәрә. Бер ваҡытта ла барына риза булмаҫ, шөкөр итә белмәҫ. Кеше, туғандары араһында һәр ваҡыт бер үк һүҙҙе тылҡый: “Ир насар!” “Аҡса юҡ”.

Һис аңлай алмай уны Хәсән – аҡсаһын да таба. Бөтөнләй эшләмәгән ирҙәр бар.  Ҡатындары шул ирҙәрен маҡтап бөтә алмайҙар хатта. Ана, өс туғаны Закир һуң! Өйләнгәне бирле башҡа ҡыҙҙар менән сыуала, хатта икенсе ҡатында балаһы ла бар. Һин дә мин йәшәп яталар. Өйҙәренә барып инһәң, һандуғас кеүек һайрап тора ҡатыны. Йәһәт кенә сәй әҙерләй башлай.

Элек, өләсәһенең әйләнгән һайын: “Эй, балаҡайым, тәүфиҡлы ғына кәләш насип итһен, ирҙең бәхете ҡатын-ҡыҙҙан”, тигән һүҙенә аптырай торғайны ул. Бына хәҙер белә инде. 

Кешегә күренергә оят.  Хәҙер эте лә бете лә унан көлөп маташа. Ҡасандыр мәктәптә башҡаларға өлгө булған уҡыу алдынғыһы шундай көнгә ҡалһын әле. Сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, ауылдаштары ниндәй ғорурланғайны. Ә ул уларҙың бөтә ышанысын ергә һалып тапаны. Ауыл халҡының теле әсе, уйлағанын әйтә лә һала.  Теге ваҡыт уҡығанда башы “икеле”нән сыҡмаған Ғәзизйән:

– Сепрәк һин, Хәсән.  Мин ундай бисә менән мәңге тормаҫ инем. Аждаһа бит, аждаһа! Ҡол булып йәшәйһең! – тимәһенме.

Ғәзизйәнгә әсе генә итеп әйтергә теләгәйне лә, өнһөҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әллә ни эшләп ваҡытында кешегә ҡаты ғына итеп әйтә белмәй шул. Бер һеңдерә генә әйткәндә, башҡаса ауыҙын да асмаҫ ине. Йә, шул Ғәзизйәндең Ғәзизйәне минән көлөргә маташһын әле! Кем ул? Өйләнеп, әҙәмсә йәшәп ятҡан кеше булһа, бер хәл. Ауылда үҙен берәү ҙә яратмай, ғаиләләре  уғрылығы менән дан алған.

Бер ҡараһаң, бигерәк ҡыҙыҡ әҙәм балаһы. Үҙенең артын һәрмәп ҡарау юҡ, кеше менән була, кешенән көлөп маташа. Йүнһеҙҙең теле әсе була, хәйерсенең туны бетле була, тип әсәһе дөп-дөрөҫ әйткән. Шул Ғәзизйән дә һине  сепрәктән һалдырһын әле!  

Ыстырам бит! Хәсән  үҙен айыу талағандай хис итте. Ботарланған йәшлек, ботарланған күңел. Ә күпме йырланмаған йырҙар ҡалды. Уның да донъяла үҙен сикһеҙ бәхетле тойған минуттары бар ине. Был гелән шулай дауам итер һымаҡ тойолдо. Фәриҙәгә  өйләнмәһә. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш. Ә ул үҙ бәхетенә үҙе кәкәй итте. Үҙе! Бер кем дә түгел. Ир була белмәне. Йомшаҡлыҡ күрһәтте.

– Мәмәй! Быҙау!

Барлыҡ дуҫтары, ауылдаштары уның артында шулай тип әйтеүҙәренә ул тамсы ла шикләнмәй.  Фәриҙә менән үҙен икеһе ике донъя кеше икәнлеген аңланы хәҙер генә ул...

Был мәлдә Фәриҙә үҙ алдына үҙе туҙына ине. Туҙынмаҫлыҡ та түгел! Шул быҙау ҙа уның өңөн тығып маташа бит әле. Ғәрләнеп үлерһең!

– Абау, шайлы кеше ни! Ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын ире күҙ алдынан юғалғансы әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы.

–       Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмәгеҙ.  Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған! Таңдан бөтә кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп алып  ҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш.  Ҡәбәхәт!

Бите ҡып-ҡыҙыл булып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды.

– Анауҙы әйтәм, мине һөйләшергә өйрәтеп маташа. Шайлы кеше ни. Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын.  Шашып китте! Бынан һуң ашатырмын әле мин уға. Әтеү кеше танымай башланы.

 

ххх

 

– О-о-о, үҙебеҙҙең егеттәр килгән!  Һаумыһығыҙ, нисек килеп еттегеҙ? 

– Һаумыһығыҙ!  

– Һәйбәт! 

Хужалар өлкәнерәк йәштәге кешеләр ине.

– Әйҙәгеҙ, әйберҙәрегеҙҙе бушатығыҙ ҙа ашап алайыҡ. Юлда асыҡҡанһығыҙҙыр. – Апай ҙа, ағай ҙа өлтөрәп йөрөй.

Өҫтәл артында хужаларҙың үҙенә ҡарап-ҡарап алыуын Хәсән шунда  уҡ тойҙо. Ахырҙа, хужа түҙмәне:

– Һин бер йырсы егеткә оҡшап тораһың, әллә ҡустыһы-фәләнме? – тип һораны.  Хәсән урынына егеттәр яуап биреп тә өлгөрҙө.

 – Хәсән Вәлиев тигән йырсы үҙе була!

– Ысынмы, шаяртмайһығыҙмы? – Хужа ҡабатлап һораны.

– Эйе, үҙем булам, – тип баш һелкте Хәсән.

– Бәй, йырсылыҡтан киттеңме ни?

– Китергә тура килде шул. Ауылға күсеп ҡайттыҡ.

– Улай икән. Беҙ һинең йырҙарыңды яратып тыңлайбыҙ. Хатта ҡыҙым Уфанан кассетаңды ла алып ҡайтты. Беҙҙән күреп, күршеләр ҙә һораны. – Хужа әллә ҡайҙа кассеталарын да килтереп сығарҙы. – Бына.

Был минуттарҙа Хәсән тағы үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Бәй, шулай булмайса! Әлегәсә  һине танып-белеп торһондар әле.

Бер көндө ауыл үҙешмәкәрҙәре концерт ҡуйырға йыйылғас,  клуб мөдире концертҡа Хәсәнде лә саҡырғас, ул тәүҙә баҙап ҡалғандай булды. Ҡара әле, күптән халыҡ алдында йырлағаны юҡ.  Шулай ҙа шатланып риза булды, магазиндан килешле генә салбар, туфли, күлдәк барып алды. Баянға ҡушылып, бер нисә йыр йырланы. Халыҡ гөрләтеп ҡул сапты.

Бынан һуң кешеләр  уларҙың эргәһенә йыш килер булды. Ихлас һөйләшәләр, ҡыҙыҡһыналар.

– Ни эшләп ауылға ҡайттың?..

– Ысын йырсыны яҡындан күрәйек, тип килдек әле...

– Йырсылар ҙа бура бурай икән...

– Их, ҡустым, һиндәге талант миндә булһа, мин Уфала ғына йөрөр инем...

Бура бурау – ҡалас ашау түгел. Ауыр ағастарҙы әрсеү,  көнө буйы балта менән туҡылдау, һуңынан әҙер ағастарҙы бер тегеләй, бер былай әйләндереп килештереү таһыллыҡ та, көс тә талап итә.  Шулай ҙа  Хәсән кәйеф менән йөрөнө. Әрләшкән, игәгән, мөңкөлдәп йәнен ҡыйған кеше юҡ. Һәр көн кистән хужабикә мунсаһын яғып тора, матур итеп өҫтәл әҙерләй. Кистән, арыуҙы баҫыу өсөн тип, бер яртыһын да сығаралар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ә үҙ өйөндә улайтып матур итеп һөйләшеп ултырғанын да хәтерләмәй Хәсән.

Бер көндө кисен бөтөнләй ят кешеләр  үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы, күрше-күләнде лә йыйғандар, хатта һарыҡ һуйғандар.

– Бындай йырсылар беҙҙең ауылға гел килеп тормай, бер килгәндә күргәндәй булайыҡ, – тиҙәр.

Йорт хужаһы үҙе лә баянда уйнай, йырлай ҙа. Хәсәнде һорап-һорап йырлаттылар. Ә  ул инәлтмәне, йырланы ла йырланы.

– Ҡустым, берәй халыҡ йырын да йырлап ишеттерһәң, – тигәс, Хәсән “Ялан Йәркәй”ҙе һуҙып ебәрҙе.

 

Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,

Күк һыртландай булыр күбеһе.

Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,

Хас дошманың булыр күбеһе.

 

Алтын ғынамы икән, ай, был донъя,

Көмөш кенәме икән был донъя?

Алтын ғына уйлы аҫыл иргә

Баҡыр ғына икән был донъя.

 

Һауаларҙан осҡан, ай, һармы икән,

Аяҡтарын күргән бармы икән?

Ҡайғы-хәсрәттәрҙән бер ҡотолоп,

Рәхәт торор көндәр бармы икән?

 

Ялан ғына ере, ай, ҡылғанлыҡ,

Бүҙәнәләр йүгерә төбөндә.

Тәүәккәл дә булып йөрөр булһаң,

Исемкәйең ҡалыр илеңдә.

 

Был йырҙан һуң, күңеле тулышып, Хәсән күҙ йәштәре тәгәрәп килеп төшкәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әйтерһең, бығаса нисәмә йылдар буйы йыйылған аһ-зары,  тышҡа  һирпелде… 

Хужалар эш өсөн аҡсаһын да мул ғына бирҙе. Уларҙан һуң тағы икенсе кешеләр эшкә саҡырҙы. Бер ай тирәһе үтте лә китте. Күрше-тирә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, хөрмәтләп  оҙатты.

Бурысын түләрлек апаруҡ ҡына аҡса эшләүенә    Хәсәндең кәйефе күтәрелде. Эштән ҡайтышлай ул тура район үҙәгенә юлланды, сөнки ҡатынының холҡон белә, аҡсаһының тиненә тиклем кеҫәһәнән соҡоп аласаҡ. Район үҙәгендә штрафын түләне, ә аҡсаһының бер өлөшөн апайҙарында ҡалдырып торҙо...

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: