Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Июня 2023, 06:45

Йырланмаған йырым һин Повесть (11) Венер ИСХАҠОВ

– Быны һиңә ғәйбәт итеп түгел, йәлләгәндән әйтәм. – Ят ҡатын Хәсәндең күҙенә тура ҡараны, унан бер аҙ пауза яһаны. – Улың һинеке түгел бит! Хәсәндең башына күҫәк менән тондорҙолармы ни?!

Йырланмаған йырым һин Повесть (11) Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин Повесть (11) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (11) Венер ИСХАҠОВ

ххх

 

Хәсән,  “Сәнғәт училищеһы” туҡталышында автобустан төшкәс, бер килке баҙап ҡалғандай булды. Бығаса  ҡатыны, улы менән бер нисә тапҡыр килһә лә, эштәрен йәһәт кенә бөтөрөп, кире ҡайтыу яғын ҡарарҙар ине. Иркенләп, танһығы ҡанғансы йөрөй алманы. Теге ваҡыт килгәнендә театрҙа “Ҡоҙаса” спектакле бара ине.

– Әйҙә, ҡарап ҡайтайыҡ, бик ҡыҙыҡ спектакль, – тип күпме ныҡышты, юҡ инде, Фәриҙә риза булманы.

– Хәҙер, шунсама аҡса тират итеп, – тип мөңкөлдәне. – Мин ул аҡсаға яҡшы колбаса алып ашайым.  

 Ярата ул Өфөнө. Бәләкәй сағында, үҫкәс, мәңге ошо ҡалала йәшәр кеүек тойолдо. Ҡаланан матур кейенеп ҡунаҡҡа ҡайтҡан тиҫтерҙәрен күреп, көнләшеп тә ҡуя ине. Ә бөгөн ул үҙен ирекле ҡош һымаҡ хис итте. Уның күңелен ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынланыу солғап алды.

Хәсән  ҡаланың шул тиклем ныҡ үҙгәреүенә хайран ҡалып торҙо. Улар уҡыған мәлдә был урында ағас өйҙәр генә  булһа, хәҙер бейек-бейек йорттар йәмләй.

Ҡала мыжғып тора. Сентябрь айы бит. Ағастар төрлө төҫкә инә башлаған. Шау-гөр килгән йәштәр  араһында Хәсән дә  кире студент сағына  ҡайтҡандай булды. Бына ул үҙе белем алған училищеға  инде. Бүлмәләрҙән бөркөлгән музыка тауыштары, йыр-моң уның йәнең иләҫләндерҙе лә ҡуйҙы. Ниндәй танһыҡ! Бөтөнләй икенсе донъя! Унан Хәсән Зәки Вәлиди урамы буйлап тура Салауат Юлаев һәйкәле янына атланы. Кинәнеп, рәхәтләнеп атланы. Берәүҙең дә һиндә эше юҡ. Ә ауылда урам буйына сығыр әмәл юҡ, теләнселеп ҡаҡ быуынға төшәләр. “Баш ауырта, йөҙ грамың юҡмы?” “Ҡана бер фанфуриклыҡ ҡына аҡса бирә әле?..” Бигерәк тә күрше Юлаҡ  ауылында ундай һунарсыларҙың күп булыуына Хәсән  үҙенән-үҙе йылмайып ҡуйҙы. Хатта ундай теләнселәргә аҡса бирмәү үҙеңә уңайһыҙ һымаҡ була башлай. Сәбәптәрен дә табып торалар бит. “Әсәйем үлеп бара”, “Икмәклек тә аҡса юҡ”.

…Салауат Юлаев һәйкәле янында Хәсән Ағиҙелгә,  туғайлыҡтарға әҫәрләнеп ҡарап торҙо. Эй, ошо майҙанда кинәнеп бейей торғайнылар. Бер яҡтан ауыл хужалығы институты студенттары гармун һыҙҙырып, ҡурай тартып килһә, икенсе яҡтан – университеттыҡылар. Бер аҙҙан сәнғәттәр  гөрләшеп килә. Уларҙы күреү менән, “сәнғәттәр килә, сәнғәттәр”, тип айырыуса гөжләшерҙәр  ине.  Китә бейеү, китә йырлауҙар.

Булған бит бәхетле минуттар.

 

ххх

 

 Йәүҙәт Юнир улының юбилей кисәһенә арналған тамашаны халыҡ оло байрам кеүек көтөп алды.  Тышта хатта артыҡ билет һораусылар ҙа күп ине. Ҡулдарына гөлләмәләр тотҡан, матур  кейенгән тамашасылар менән мәҙәниәт һарайы тулған. Ошо күренеште күҙәтеп торған Хәсәндең кәйефе шәп ине. Шул саҡ урта йәштәрҙәге апай уны  туҡтатты:

– Һаумы, туғаным!  Һин йырлай тип яҙылғас, ҡыуанып килдем әле. Яратам бит йырлауыңды. Һуңғы ваҡыттарҙа әллә ҡайҙа юғалып торҙоң, әллә Өфөнән киттеңме? – тип ҡыҙыҡһынды. Хәсәндең ауылда йәшәүен ишеткәс, – Шул тиклем талантың менән ауылда йөрөмәһәң инде, – тине. – Һин бит ҙур  сәхнәләрҙе шаулатырҙай  кеше.

Тамаша башланды. Берәүҙәр  ҡотлай, икенселәр йырлай. Хәсән үҙ сиратын көтә. Ғәжәп, студент  саҡта был тиклем тулҡынланмағанды, бөгөн ул ныҡ йөрәкһенә. Хатта быны үҙенең бөтә тәне менән тоя. Тулҡынмаҫлыҡ та түгел шул. Уның был сығышы шөһрәтле педагогы алдында үҙенә күрә имтихан тотоу бит. Икенсенән, бындай ҙур сәхнәлә  күптән йырлағаны юҡ. 

Бына концертты  алып барыусы:

— Сәхнәлә — Хәсән Вәлиев, — тип иғлан иткәс, залдағылар дәррәү ҡул саба башланы.

Тулҡынланыуынан арынмаған  Хәсән тамашасыларға күҙ һирпеп алды ла халыҡ йыры “Уйыл”ды һуҙып ебәрҙе:

 

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҡайҙары булмаһа.

Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.

 

Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,

Сәхрәләргә сыҡһам – ер еләк;

Эсемдә генә минең уттар яна,

Ник елкенә икән был йөрәк.

 

Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,

Ҡаршыһында бейек тау булһа;

Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,

Ғәзиз башы уның һау булһа.

 

Бына йыр туҡтаны.  Тамаша залы күпмелер, илаһи моң тәьҫиренә илергәндәй, өнһөҙ торҙо ла, кинәт күк күкрәгәндәй булып дәррәү алҡыштар яңғыраны. Кемдер һыҙғырҙы, кемеһелер “браво” ҡысҡырҙы. Залдағы тамашасылар аяҡ үрә баҫып ҡул сапты. Шул мәлдә залдан бер һылыу йүгереп  сыҡты ла  ҡулындағы сәскәләрҙе  йырсыға һондо. Нимә-нимә, бындай уҡ алҡышты көтмәгәйне Хәсән. Үҙе лә бер сама баҙап ҡалды. Йырлап бөтөп, залға баш эйеп, сәхнә артына сыҡһа ла, алҡыштар туҡтаманы. Был моңға, иркен тауышҡа танһығы ҡанмаған халыҡтың "тағы ла йырла, тағы ла йырла" тип уны саҡырыуы ине. 

Йәүҙәт Юнир улы талантлы уҡыусыһын халыҡ шулай дәррәү алҡыштарға  күмәсәгенә  тамсы ла шикләнмәгәйне. Шуға алдан тағы бер йыр әҙерләргә ҡушты. Дәртле көй яңғырауға Хәсән килешле хәрәкәттәр менән бейей-бейей йырлап килеп сыҡты сәхнәгә.  Тамашасылар, шуны ғына көткәндәй,  йәнә ҡул саба башланы, берәүҙәр бейергә төштө...

Ошо концерттан һуң Хәсән, әйтерһең,  бығаса күңелендә тамырланған барлыҡ юшҡынды йыр менән аҡтарып ташланы. 

Кисә тамамланғас, сәхнә артына бая сәскә биргән ҡыҙ килеп:

–       Һаумы,  Хәсән ағай, концертта һеҙ ҙә ҡатнаша тигәс, эй, шатландым, – тип ҡосаҡлап уҡ алды. – Һеҙ мине таныйһығыҙмы? – Үҙе  серле йылмайып Хәсәнгә ҡараны.

Уның  “Минең кумирым” конкурсында еңеүсе булыуын шунда уҡ иҫенә төшөргән йырсы:

–       Һеҙҙең кеүек сибәрҙе нисек танымаҫҡа мөмкин?! – тине.

Хәсән Сәлимә менән шаҡтай  һөйләшеп торҙо.  Иртәгеһе көнгә осрашыуға саҡырғас, ҡыҙ шатланып риза булды.

Ул  киткәс,  Хәсәндең беләгенән бер ҡатын эләктереп алды.

– Шәп булды, Хәсән, ҡотлайым, – тип ҡулын ҡыҫты. – Шул тиклем талантың менән ни эшләп ауылда юғалып йөрөйһөң? Ана бит халыҡ үҙеңде ниндәй ярата! 

Унан апай егетте аулағыраҡ урынға саҡырып, ҡайҙа йәшәүҙәре, ҡайҙа эшләүе менән төпсөндө. Бер аҙҙан ул:

– Ҡустым, һиңә әйтергәме, әйтмәҫкәме икән тип уйланым-уйланым да, барыбер әйтергә кәрәктер тигән фекергә килдем. Үҙеңде хөрмәт итәм, һинең өсөн йөрәгем яна. Һинең кеүек таланттар ауылда һөрһөп ятырға тейеш түгел.

– Әйтегеҙ апай, тыңлайым.

– Үпкәләмәҫһеңме һуң?

– Юҡсы,  ни эшләп үпкәләйем.

– Быны һиңә ғәйбәт итеп түгел, йәлләгәндән әйтәм. – Ят ҡатын Хәсәндең күҙенә тура ҡараны, унан бер аҙ пауза яһаны. – Улың һинеке түгел бит!

Хәсәндең башына күҫәк менән тондорҙолармы ни?!

– Нисек инде минең балам түгел?! Һеҙ яңылышаһығыҙҙыр?!

–       Ышанаһыңмы, ышанмайһыңмы, уныһын үҙең хәл итәһең инде. Ҡустым, мин һине йәлләгәндән әйтәм. Һеҙҙең ауылда туғандарым йәшәй. Улар аша һинең бөтә тормошоңдо ишетеп торам. Шул Фәриҙә һинең башыңа етеп, кешегә һанламай ҡыланыуына иҫем китә. Бөгөн ауылда йәшәп ятыуыңа ла ошо сәбәпсе. Һиңә тиклем Фәриҙә ғаиләле ир менән буталды, унан ауырға ҡалған. Тап шул ваҡытта һин уның менән танышҡанһың. Был хәбәр бөтә кешегә лә тарала башлағас, һин ишетеп ҡалмаһын тип, Фәриҙәң һине ауылға алып ҡайтып китте. Бына шул.

Әле генә тамашасылар алҡышынан кәйефе күтәрелгән Хәсәндең төҫө ҡасты. Ҡапыл ни әйтергә лә белмәне. Ул арала барыһын да банкетҡа ашыҡтыра башланылар.

Банкетта мәҙәниәт министрлығынан да,  башҡа ойошмаларҙан  да етәкселәр  күп ине. Улар Хәсәнде һорап-һорап йырлаттылар. Һуңынан филармония директоры ҡабаттан эшкә саҡырҙы, Йәүҙәт Юнир улы ла кире Өфөгә килергә өндәне.  Бына бит, донъя алмаш килә тигәне. Бер утҡа һала, бер күккә сөйөрә...

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас