Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Июнь 2023, 04:10

Йырланмаған йырым һин Повесть ( аҙағы) Венер ИСХАҠОВ

“Бала минеке түгел. Ысын булһа, харап та ул”, – тип үҙ алдына һөйләнде, быны аҡылы ҡабул итергә теләмәне. Нисек инде улай?  Тимәк, уны Фәриҙә нисә йыл буйы алдап йөрөткән!  Унан танышҡан саҡтарын, улының ете айлыҡ булып тыуыуын, күрергә килгән кешеләрҙең, ҡалай теремек, минең балам да ете айлыҡ ине, бигерәк сеп-сей ине, тип һөйләнгәндәре иҫенә төштө.

Йырланмаған йырым һин   Повесть ( аҙағы) Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин   Повесть ( аҙағы) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть ( аҙағы) Венер ИСХАҠОВ

        
Ул төндө Хәсән керпек тә ҡаҡманы. Улай әйләнде, былай тулғанды. Ахыры, тороп сәй ҡайнатып  эсте. “Бала минеке түгел. Ысын булһа, харап та ул”, – тип үҙ алдына һөйләнде, быны аҡылы ҡабул итергә теләмәне. Нисек инде улай?  Тимәк, уны Фәриҙә нисә йыл буйы алдап йөрөткән!  Унан танышҡан саҡтарын, улының ете айлыҡ булып тыуыуын, күрергә килгән кешеләрҙең, ҡалай теремек, минең балам да ете айлыҡ ине, бигерәк сеп-сей ине, тип һөйләнгәндәре иҫенә төштө. Ҡайһы берәүҙәрҙең, улың үҙеңә оҡшамағансы, тиеүҙәрен дә ишеткәне бар.

Ауылға ҡайтып китеүҙәре лә ҡапылғара килеп сыҡты. Имеш, балаға ҡала һауаһы килешмәй. Бер уйлаһаң, бер уларҙың ғына улы ҡалала йәшәмәй бит. Тимәк, бында ниндәйҙер  бер ғиллә бар.

Иртәгеһе көнгә Сәлимә  менән буласаҡ осрашыуҙы күҙ алдына  килтереп, йәнә үҙенә-үҙе урын тапманы. Ғәжәп, осрашырға һүҙ ҡуйышты ла ул, бәлки, уның ире, балаһы барҙыр. Ә ул әллә ниндәй боҙоҡ аҙымға саҡыра. Унан үҙенең ғаиләһе – улы, ҡатыны – күҙ алдына килде.  Әле  Фәриҙә, моғайын, ҡарғай, әрләй торғандар. Килгән һайын  әсәһе: “Эй, балаҡайым, ташла шул холҡоңдо тип күпме әйтәм, ҡолағыңа ла элмәйһең. Боронғолар, ҡарғыш алма, алғыш ал,  тип белмәй әйтмәгәндәр. Ҡуй, балаҡайым, ауыҙыңдан ел алһын ундай һүҙҙәрҙе”, –  тип әйтеп ҡарай ҙа,  ҡатыны бер килке баш эйеп тыңлап ултырған була ла, иртәгеһенә тағы онота. Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла әрләп кинәнес ала.  Һыйыры саҡ боршанлаһа ла, биҙрә менән елләй.

“Ҡара әле, башыма гел теләһә ниндәй уйҙар килә”. Хәсәнгә үҙенең уйҙарынан үҙенә ҡыйын булып китте. Юҡ, башҡаса ул йортҡа кире ҡайтмаясаҡ. Быны ҡасан да булһа хәл итергә кәрәк. Хәсән эсенән шундай тәүәккәл ҡарарға килде. Бындай тормоштоң ҡасан да булһа бер сиге булырға тейеш. Әҙәм балаһы был тормошҡа бәхетле булыр өсөн яралған. Шул өс көнлөк ғүмерҙә эт менән бесәй кеүек йәшәргә түгел”.

Хәсән таң алдынан ғына ойоп китте.

 

ххх

 

Иртәгеһен Хәсән менән Сәлимә Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашты. Кисәге  көтөлмәгән яңылыҡтан  Хәсән шаңҡыһа ла, кәйефле булырға тырышты. Майҙан гөрләп тора  – йәнәшәлә генә торған никах һарайынан сыҡҡан йәштәр тура батыр һәйкәленә килеп, сәскәләр һала, фотоға төшә. Үҙҙәре шат. Шул мәл Хәсән аҫылынам да үләм тигән уйынан үҙе ҡурҡып китте. Йә, бер нисә һум өсөн башын элмәккә тыҡты, ти. Бөгөн ошондай хозурлыҡты күрә алыр инеме?!

– Ниндәй уйға баттың?

– Нимә? – Шулай тип һорағанын Хәсән үҙе лә һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Әллә мине бөтөнләй оноттоң инде?

– Юҡсы! – Хәсән ихлас йылмайып, Сәлимәгә  ҡараны. – Ағиҙел буйҙарының матурлығына иҫем китеп ҡарап торам. Ә һин янымда булғас, донъя тағы ла хозур. – Хәсән ҡыҙҙы еңелсә генә ҡосаҡлап алды.

– Һиңә бер нәмә әйтәйемме? – тине Сәлимә. – Ошонда  һин йырлап ебәрһәң, тағы ла йәмләнеп китәсәк!

– Шулаймы? – Хәсән бәхетле йылмайҙы. – Һинең өсөн көнө буйы йырларға ла ризамын, – тине лә әкрен генә һуҙып ебәрҙе.

 

Һине өҙөлөп һөйөүемде

Нисек аңлатырға һуң?

Йоҡоларыңдан иркәләп

Әллә уятырғамы?

 

Әллә шатлыҡ йәше булып,

Күҙҙәреңдән тамайым.

Әллә гел ҡояштай балҡып

Йылмайып торайыммы?

 

Йырҙар булып, моңдар булып

Наҙлайыммы күңелеңде?

Әллә гел һандуғас булып

Һайраптар торайыммы?

 

Һине өҙөлөп һөйөүемде

Нисек аңлатырға һуң?

Сикһеҙ мөхәббәтем һиңә

Ғүмерлек юлдаш булһын.

 

Хәсәндең барлыҡ хистәрен ошо йырға һалып башҡарыуы Сәлимәнең бар булмышын сихырланы. Был минутта үҙен сикһеҙ бәхетле тойған ҡыҙ:

– Бигерәк матур йырлайһың, – тине Хәсәндең күҙҙәренә тура ҡарап.

– Эх, Сәлимә! Был йырҙы бары һинең өсөн тәү тапҡыр йырлауым. Күптән хыялланып та  әлегәсә йырланмаған йырым ине бит ул.

Бәхетле миҙгеле йөҙөндә сағылған Хәсән ҡыҙҙы ҡосағына ҡыҫты.

Был көндө уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әйтерһең, күптән күрешмәгән дуҫтар һағынышып осрашҡан да бер-береһенә һөйләр йөрәк серҙәре, бүлешер ҡыуаныстары сикһеҙ йыйылған. Сәлимә менән һөйләшеүҙән Хәсән әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек, кинәнес тойғоһо кисерҙе. Ҡыҙҙың наҙлы, серле күҙ ҡарашынан ул бығаса татымаған күңел йылылығы бөркөлә ине. Тап ошо сихри ҡараш, һылыуҙың сылтыртып көлөүе Хәсәндең төҫһөҙ тормошона нур, йәм бирҙе...

Аҙағы.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас