Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Июнь 2023, 10:40

Көмөш даға Повесть (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

 ‑ Әгәр шул Шаһисолтан миңә хат яҙыу түгел, теленең осо менән генә бер шатлыҡлы хәбәр ысҡындырһа, шул минутында уҡ йәбешер инем. Мин һинең шикелле ил һылыуы түгелмен шул, әгәр минең ошо битем шаҙра булмаһа, мин дә кеше һайланып ултырыр инем шул, ‑ тип моңһоулана Хөмәйрә, бындай саҡтарҙа уның эре шаҙра күҙәнәктәрен болоҡһоу һыҙаттары солғап ала.

Көмөш даға Повесть (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВКөмөш даға Повесть (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ
Көмөш даға Повесть (1) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

 

                                                                              Бөйөк Ватан һуғышының

                                                                              яландарында ятып ҡалған

                                                                              яҡташтарҙың яҡты

                                                                              иҫтәлегенә бағышлана

 

   Ҡартайҙы, ҡаужыны Һөйәрбикә әбей. Эскә соҡорайып батҡан урты эсендә хәҙер ни бары тырым-тырағай ултырған биш-алты бөртөк кенә теше тороп ҡалды. Ҡасандыр төйгөс шикелле тығыҙ тәнендә ит әҫәре лә һиҙелмәй башланы, тора-бара ул, ҡатыраҡ ел осороп алып китерлек, кәүен генә йоҙроҡтай әбей булып ҡалды. Аяғын һөйрәй-һөйрәй ишеккә килеп, уның яңағында ҡатып ҡуйылған таныш көмөш дағаны һыйпап алды ла, тәрән уйға сумды. Үҙенән-үҙе ваҡыт сылбыры тағатыла башланы….

   Һөйәрбикәнең һәр ваҡыт та шулай булған тип, уйлай күрмәгеҙ. Уның да заманында баҫҡан һайын табанынан ут сәсрәтеп, тал сыбығы шикелле һығылмалы ҡәүҙәһенең, талымһыҙ ҡулдарының алды ла, ялды ла белмәгән саҡтары бар ине. Ирҙәр салғыһын ҡулына алып «Хакимйән туғайы»нда ҡолас йәйеп Һөйәрбикәнең ауыл ир-егеттәре менән бер ҡатарҙан бакуй сыҡҡанын Ялан ауылы ҡарттары әле лә һағынып һөйләйҙәр. Һуғыш башланырҙан бер йыл алда иген һуҡҡан мәлдә, колхоз бригадирының уй-байына ҡарамай, ирҙәр менән ярышып, лобогрейкала Һөйәрбикәнең Салғыя тауы итәгендә һоло сабыуы һуңғы тыныс йылдың ҡәҙерле иҫтәлеге булып шул заман кешеләренең күңел түрендә оҙаҡ һаҡланды.

   «Ай, бигерәк ҡарыулы, уңған ине шул, тәләһә ниндәй ир эшләгән эште башҡарыр ине, бар ине замандар...Һуйып ҡаплаған шикелле атаһы-мәрхүмгә оҡшаған ине бит, атаһы ла шулай эш өсөн үлгән кеше булды, әҙәм йоҡоһонан Ирәндеккә китеп, иртәнге сәйгә тиктем бер йөк ыҡтыра тейәп утын алып ҡайтыр ине, бисара... » - шундай һүҙҙәрҙе ауыл халҡы ауыҙынан күп йылдар үткәс тә ишетергә була ине.

   Һөйәрбикә башҡа ҡыҙ-ҡырҡын кеүек ир-егеттәрҙән битен йәшереп, оялып, тартынып та үҫмәне. Бөтә кешегә бер тигеҙ асыҡ-ярыҡ булды, бар ауыл халҡының күҙ алдында буй-һын еткерҙе, ҡыйғас ҡашлы, муйыл шикелле дөмғара күҙле, бешеп өлгөргән ҡарағусҡыл сейә һымаҡ һутлы ирендәре кемдәрҙең генә йәш йөрәген елкендермәне. Әрмегә ҡаралырға йыйынған ҡырҡма мыйыҡ егеттәр ҙә, армия тултырып ҡайтҡан ҡыҫма билле оҙон шинель, аяҡтарына ҡояш нурында көҙгө шикелле ялтырап торған кузлауай итек кейгән, сиртһәң ҡаны сығырлыҡ, киң күкрәктәренән көс-дәрт бәреп торған егеттәр ҙә Һөйәрбикәнең күңел ҡылдарын сирткеләп ҡарағаны булды. Уға егеттәрҙең хаттарын тапшырып, мөхәббәт ялҡынында дөрләп янған аһ-ҙарҙарында улар менән ҡуша хәсрәтләнгән әхирәте Хөмәйрә иптәшенең ҡырыҫлығына ғәжәпләнеп нисәмә мәртәбә әйткәне булды:

 - Китсе инде, Һөйөрбикә, шул тиклем дә кешене ялындырырға мөмкинме ни?. Исмаһам ҡәләм тибрәтеп, береһенә сәләм хаты яҙһаң ни була? Нишләп шул ҡәҙәре тәкәбберләнеп танауыңды күккә сөйәһең. ә? Әллә берәр батша малайын көтәһеңме?

   Һөйәрбикә ғәҙәтенсә тыныс ҡына яуап бирә:

 - Ваҡыт әрәм итеп яҙмаһындар! Яуап яҙа башлаһаң, һауалана башлайҙар бит улар. Егеттәр ауыҙында хәбәр ятамы, иртәгә үк бөтә ауылға фаш ителеп даның сығар.

   Хөмәйрә лә тиз бирешә торғандарҙан түгел һәм һаман да теңкәһәнә тейеүен дауам итә:

 - Күрмәйһеңме ни Шаһисолтанды? Әфисәр булып, ҡулына сәғәт тағып ҡайтҡан да инде. Районға милиция эшенә алалар ти. Бына шунда милиция бисәһе булып эшләмәй генә өйҙә ятырһың әле, - тине ул, хәл иткес һөжүмгә ташланып.

 - Ярар, ярар, Хөмәйрә яҙырмын, ләкин мин Хәлим почтаһынан һалырмын хатты, ‑ тип Һөйәрбикә вәғәҙә лә бирҙе.

   Шатлығынан нишләргә белмәй, Хөмәйрә үрле-түбәле һикерҙе, әйтерһең дә үҙе өсөн тырыша.

 ‑ Әгәр шул Шаһисолтан миңә хат яҙыу түгел, теленең осо менән генә бер шатлыҡлы хәбәр ысҡындырһа, шул минутында уҡ йәбешер инем. Мин һинең шикелле ил һылыуы түгелмен шул, әгәр минең ошо битем шаҙра булмаһа, мин дә кеше һайланып ултырыр инем шул, ‑ тип моңһоулана Хөмәйрә, бындай саҡтарҙа уның эре шаҙра күҙәнәктәрен болоҡһоу һыҙаттары солғап ала.

 ‑Ярар, вәғәҙә биргәс, яҙырмын. Сознатильный булыр кәрәк, әбизәтильнәйә, ‑ тип мәрәкәләй Һөйәрбикә. - Ниңә шулай өҙгөләнәһең, һиңә лә яҙғаны билен һыға быуып берәр ерҙә йөрөйҙөр әле, ‑ тип шарҡылдап көлә лә әхирәтенең битенән үбеп ала.

 ‑ Һиңә көлкө лә ул, ә минең эсемдә ут яна, ‑ тип уфтана Хөмәйрә, уның яғымлы сырайына моңһоу ҡара болот күләгәһе төшә.

   Һөйәрбикә ҡулына ҡәләм, ҡағыҙ алып хат яҙырға ултырҙы. Ләкин шаян уйҙар, урғылып торған йәшлек һистәре аҡ ҡағыҙға һис кенә лә етди һүҙҙәр теҙергә ирек бирмәне. «Былай Шаһисолтан ярамаҫлыҡ егет тә түгел, буйы-һыны ла бик килешле, һыу һоҫоп эсәрлек һылыулығы булмаһа ла төҫө-башы ярайһы ғына», ‑ тип фекер йөрөтә Һөйәрбикә. Ләкин иблис шундуҡ уның ҡолағына икенсене бышылдай «Ҡуй сәле, бөтә доньяла йәрҙәр бөткәндә лә шуның ҡосағына барып кермәҫһең инде, күрмәйһеңме ни, ҡоро ҡыуыҡ, танауын шаңҡайтып күккә карап йөрөгән бер трикупай ҙа инде». «Ысынлап та, ниңә уға мөхәббәт хаты яҙып, шул буш ҡыуыҡты ишшыу ҡоторторға, әллә кем булып, урамға һыймай йөрөр», ‑ тип теге иблис һаман да үҙ һүҙен ныҡыны. Ә икенсеһе «Уның трикупайлығы йәшлек ғәләмәте генә ул, ҡулына һәнәк-көрәк тота башлаһа, өҫтөндәге шинелен һалып, өйҙәге бишмәтен кейеп алһа, уның һауалығы хәҙер генә елгә осасаҡ, һайланма, һайланған һаҙға батҡан, тип бороңғолар белмәй әйтмәгән ул», тип өгөтләй. Ләкин Һөйәрбикәнең эске келе тәуге иблис һүҙенә ятыңҡырай. Ул Шаһисолтандан баш тартырлыҡ, йәш күңеле төңөлөрлөк сәбәптәр уйҙан эҙләй. Әһә, табылды! «Ул маҡтансыҡ, ҡупырыш. Минән башҡа күрше ауылдың уҡытыусыһы менән өс йыл хатлашып ятты, битһеҙ! Хәҙер ҙә уға «бәғрем, алтын тояғым», тип хат яҙып яталыр әле. Бер көн клубҡа инер алдынан болдорҙың беренсе баҫҡыҫына аяғын ҡуйҙы ла ҡунысынан һоро бәрхәт сығарып, итектәрен йылтыратып тора бит әле, маҡтансыҡ. Әйтерһең дә армиянан ул ғына итек кейеп ҡайтҡан. Туҡта, мин ҡыҙык итәйем әле уға.», ‑ тигән йылғыр уй Һөйәрбикәнең ҡулына тотҡан ҡәләмен тибрәтеп ебәрҙе. Аҡ ҡағыҙҙа ошондай юлдар пәйҙә булды.

            Ал һинең теүәтәйең,

            Гөл һинең теүәтәйең,

            Хөкүмәткә файҙа булһын

            Алтмыш тин түләтәйем.

   «Бына булды ла, вәссәләм! Бына почта аша матур ғына итеп ошо буш конвертты ал әле, "башҡаса ҡыҙҙарға хат яҙам", тип ҡулыңа ҡәләм дә алмаҫһың!».

   Иртәнге тамаҡ мәлендә ауыл почтальоны һикегә ултырмай, башҡаларҙан айырым, стенаға һөйәлгән өҫтәл артында сәй эсеп ултырған Шаһисолтанға "доплатить" тигән ташҡа баҫҡан мисәт һуғылған йоҡа ғына конверт тоттороп китте. Шатлығынан уның ҡулынан сынаяғы төшөп китә яҙҙы. Ул эскән сәйен онотоп тышҡа йүгерҙе. Эске тулҡынланыуынан уның йөрәге күкрәгенә һыймай дарҫылдап типте, ҡалтыранған бармаҡтары менән ул, ҡыуаныстан йығылып ҡуймайым тигән шикелле, лапаҫ ҡапҡаһына арҡаһын терәп, Һөйәрбикә ҡулының йылыһы бәреп торған конвертты һаҡлыҡ менән генә асты. Күҙгә хаттың тәүге юлы салынды...

              Ал һинең теүәтәйең...

   Хаттың ҡалған өлөшен уҡырға уның хәле етмәне. «Ярай, ярай, эт ҡыҙыҡай!», ‑ тип һүҙҙәрен теш араһынан ғына ҡыҫып сығарҙы ла, конвертты ваҡ ҡына киҫәктәргә йыртҡылап аяҡ аҫтына ырғытты. Шунан һуң ҡара ер өҫтөнә яуған эре ҡар бөртөктәре һымаҡ унда-бында ағарып ятҡан ҡағыҙ киҫәктәрен бергә өйҙө лә итегенең үксәһе менән һарыҡ тиҙәгенә ҡуша тыҙырға кереште.

   Ошо сәғәттән һуң Шаһисолтанды Ялан ауылында күрмәнеләр. Ул, был мәсхәрәгә түҙә алмай, фанер сумаҙанын ҡулына тотоп ауылды мәңгегә ташлап сығып китте. Район үҙәгенә барып милицияға эшкә урынлашты.

   Ул бер кемгә был хәл тураһында ләм-мим өндәшмәһә лә, утыҙ ике теш артында хәбәр оҙаҡ торамы ни, уның егенән сыҡҡан имеш-мимеш ғәйбәт ел түбәненә осҡан төтөн шикелле аяҡланып, бөтә Ялан ауылын шундуҡ әллә нисә ҡат урап та сыҡты. «Анауы ҡыҙ-тәкә, йыртанас Һөйәрбикә һыу һөлөгөләй егеттең башына етте, мәсхәрәһен күтәрә алмай ауылды ташлап сығып китте бит, бисара. Ундай егеттәр теләһә ҡайҙа тәгәрәп ятмай ул, ана районға барҙы ла милицияға эшкә керҙе. Башҡалар һымаҡ көрәк-һәнәк тотоп тиҙәк көрөп йөрөмәй, исмаһам урында ултыра», ‑ тиеште уның туған-тыумасалары.

   «Буйы етмәгәнгә үрелмәһен, тоҡомонда бер йүнле кеше бармы ни, гел трикупай ҙа ҙыркүтән. Типһә тимер өҙөрҙәй кешегә милиция ла булған бер кәсеп. Бөтә эшкинмәгән, йыйын ялҡау йөрөй шунда, алтатарын биленә тағып, бисә-сәсәне ҡурҡытып…». Бындай хәбәрҙе, билдәле, тегеләр яғына Һөйәрбикәнең яҡындары атты.

   Ҡайһылай ғына булмаһын, Һөйәрбикәгә Шаһисолтандың хаты һуңғы ҡарлуғас булды. Инде бүтәнсә бер ниндәй ҙә мөхәббәт ҡошсоғо уның тәҙрәһен килеп ҡаҡманы. Һөйәрбикәнең тәкәбберлеген ауыл егеттәре бөтөнләй ҡыйратмаһалар ҙа, байтаҡ ажарын алдылар. Уның һауаланыуы ла бер аҙ һүнә төштө, һуңғы ваҡиға төндәрен уны тәрән кисерештәргә, һағышлы хистәргә дусар итте. Ул беренсе тапҡыр үҙенең яңғыҙлығын, үҙе менән әхирәттәре араһынан һалҡынса ел өрөп үткәнен һиҙҙе. Тыштан һыр бирмәһә лә, эстәге һағыш уты уның йәнен өттө, йөрәген өҙгөләне. Һөйәрбикәнең тумалаҡ алсаҡ битенә моңһоулыҡ шәүләһе ятты, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйҙас ҡаштары урталайға һынған кеүек тойолдо. Унын эсендә ғәрлек уты ҡайнағанын яҡындары, бигерәк тә әсәһе бөтә йөрәге менән тойҙо.

   Ғәрләнмәҫлекме ни? Октябрь байрамдары үтеп, ҡырпаҡ ҡар төшкәс ауылда шаулы туйҙар башланып китте. Һәр бер яңы туй Һөйәрбикәнең йөрәгенә ырғытылған хәнйәр булып ҡаҙалды.

   «Йә инде, анау Әхмәтҡужаның киле буйы Раҡыяһын районда бухгалтер булып эшләгән Хитап ҡоҙалаған, ти…Кәкре танаулы, секерәй күҙ Йәмигәне яңы армиянан ҡайтҡан Латиф һоратҡан, ти…Анау мунса ташы, Һөйәрбикәнең почтальоны шаҙра Хөмәйрә лә ауыл мөгәллиме Хасановҡа сыҡҡан, ти, ыста…Шул буй-һыным менән ауыл ҡыҙҙары араһында сүпләнеп йөрөп, бер үҙем тороп ҡалдым бит, дабаһа…». Бына ниндәй күңелһеҙ уйҙар уға төндәр буйы тыңғы бирмәй йөрәген өйкәне.

   Ләкин мөхәббәт сире менән ауырып һарыға һабышҡан кешегә өмә сығып ярҙам итеп булмай шул, ундай кеше эстән һыҙа. Һөйәрбикә эстән дә, тыштан да, һүҙгә лә, эштә лә бик етдиләнә төштө, элекке һымаҡ ҡайһы саҡтарҙа шардыуанланып ҡысҡырып көлөүҙәрен берсә кәметте. Ләкин үҙенең эске серен тышҡа сығарманы, бер кем менән дә ул турала уртаҡлашманы. Кемгә әйтәһең, үҙәгеңде өҙгән, йөрәгеңде өйкәгән һағышты кемгә асып һалаһың? Буй еткән ауыл ҡыҙҙары, уның иң яҡын әхирәттәре, бөтәһе тигәндәй, һурылып бер-бер артлы кейәүгә сығып бөттө. Тормошҡа сығып, ирҙең йылы ҡосағында наҙланып, һөйөшөүҙең татлы балын бәхет сынаяғына лыҡа тултырып ләҙҙәт кисергән уның кисәге әхирәттәренең хәҙер ғәме башҡа, улар Һөйәрбикә һымаҡ үҙ мендәрен ҡосаҡлап, мөхәббәт ғаҙабы кисермәй, ҡайһы саҡтарҙа төндәр буйы керпек тә ҡаҡмай таң һарғайғанын көтөп үҙ түшәгендә ҡырҡҡа әйләнмәй, пар күгәрсендәй гөрләшеп аҡ бәхет күгендә осҡан был йән эйәләренә дилбегәләй оҙон көҙгө төн арҡалыҡтай ғына ҡыҫҡа күренеп, гөрләп аҡҡан шишмәләрҙе шыҡырайтып туңдырған һалҡын төн эҫе бәреп торған мунса ташы кеүек тойола. Көндә калья ашап ғүмер иткән туҡ әҙәм ас кешенең хәлен беләме? Бәхет диңгеҙендә йөҙгән кеше бәхетһеҙҙең кисерешен аңлаймы?

   Һөйәрбикә үҙ ҡайғыһын эш менән күмәргә, оноторорға тырыша, иртә китә, кис ҡайта. Колхоз бригадиры уны маҡтап бөтә алмай: «Ҡана һуң, бөтә бисәләр зә ошо Һөйәрбикә ҡарындаш шикелле ҡушҡан эшеңде емереп алып барһалар икән, юғиһә кисәге колхоз эшендә егелеп эшләгән ҡыҙҙар тормошҡа сығалар ҙа ирҙәрен ҡосаҡлап өйҙәрендә тик ята», ‑ тип тә ебәрә. Шунан быйыл көҙ һәм ҡыш барышында кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙы кәкре бармаҡтары менән һанарға тотона. Үҙенә ҡалһа, үҙ һүҙе менән ул йәнәһе Һөйәрбикәне эшкә дәртләндерергә маташа, уның уңғанлығын тағы ла маҡтап телгә ала, ә асылда уның был дөрөҫ һүҙҙәре ҡыҙҙың күңеленә ауыр таш булып ята, уның былай ҙа һыҙлаған йөрәген тағы ла нығыраҡ әрнетә. Уның эсендәген белгән шикелле бригадир ҡайһы саҡтарҙа шаяртып та ебәрә:

 ‑ Ҡайғырма, ҡарындаш, түҙгәнгә тут тейә, минең һиҙемләүемсә, һиңә яҙғаны ла был доньяла үҙ яҙмышын көтөп йөрөйҙөр әле. Тик тап булыша алмайһығыҙ ғына, ‑ тип колхоз бригадиры Һөйәрбикәгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнен белдергәндәй, етди генә хәбәр ҙә ысҡындыра.

   Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәне, колхоз бригадиры тәүге әтәс менән бергә тороп, үҙенең йөнтәс һары атында ауылдың түбән осон йәғни, үҙе әйтмешләй «түбән бригатты» әллә нисә ҡат әйләнеп сыға торған Ирназар ҡарт, көндәге шикелле үҙ заданиеһын тәҙрә аша ғыны түгел, Һөйәрбикәләрҙең өйөнә инеп биреп сыҡты.

 ‑ Бөгөндән колхозда иген һуғыу башлана. Симәнәгә тигән эҫкерттәргә һалып ҡыш һуғыу өсөн ҡалдырғайныҡ бит. Анау яңғыҙ «Коммунар» тигән нәмәһе йәй бары игенде һуғып өлгөрә алманы бит, хәйерһеҙ, Бына бөгән мин һине барабансыға памушник итеп назначать итәм. Эҫкерт башынан ташланған игенде биреп торорһоң. Көлтәле иген эләкһә, көлтә бауын ҡырҡып торорға ураҡ алып бар, ‑ тип әмер бирҙе лә ҡуҙғала башланы.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас