Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Июнь 2023, 04:35

Көмөш даға Повесть (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

Бынан һуң Сабур бөтөнләй йоҡонан яҙҙы. Ятһа ла, торһа ла уның күҙ алдына ҡыйғас ҡаштары аҫтынан муйыл шикелле ҡүҙҙәренән мөхәббәт нурҙары һирпеп Һөйәрбикә килеп баҫты. Ул ҡоласын йәйеп уның ҡосағына үҙе атыла төҫлө тойолдо Сабурға.

Көмөш даға Повесть (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВКөмөш даға Повесть (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ
Көмөш даға Повесть (2) Рамаҙан ӨМӨТБАЕВ

                                                                                Бөйөк Ватан һуғышының

                                                                              яландарында ятып ҡалған

                                                                              яҡташтарҙың яҡты

                                                                              иҫтәлегенә бағышлана

 

 

 

   Эшкә тип кейенгән Һөйәрбикә уның артынса уҡ тышҡа сыҡты.

‑ Ә барабан төбөндә, Ирназар ағай, кем тора?, ‑ тип һораны Һөйәрбикә бер сирек тәмәкеһен ҡабыҙып атына атлана башлаған бригадирҙан.

 ‑ Сабур тора. Тимерсе Сабур ағайың торасаҡ, ‑ ҡабатланы Ирназар. - Бер ҡайҙа ла китмә, уға әтдильнә ат ектергәнмен. Ул ырҙынға, комбайн боҙолоп фәлән ҡалһа, үҙенең тимер-томорон һалып алып бара. Хәҙер килеп туҡтар, ‑ тине лә бригадир һәм ары китте.

   Бер аҙҙан Һөйәрбикә эргәһенә атын уйнатып санаға аяҡ үрә баҫҡан Сабур килеп туҡтаны.

 ‑ Әйҙә, ҡарындаш, һикер минең кашауайға, үҙеңде бер йөрөтөп алып ҡайтайым, – тип мәрәкәләне ғәҙәттә бер ҡасан да кешегә беренсе өндәшмәҫ тимерсе. «Ҡара, ҡара Сабур ағайҙың да теле асылған дабаһа», тип уйланы Һөйәрбикә саналағы бесән өҫтөнә ултырып. Ул санала аяҡ-өҫтө баҫып йән-фарман ат ҡыуған Сабурға ҡараны. Ул өҫтөнә фуфайка-салбар, аяғына төплө быйма кейеп алған, көн сасҡау ғына булыуға ҡарамаҫтан йондоҙо алынған шлемының ҡолаҡтарын өҫкә ҡайтарған, бейәләйһеҙ ҡөрәктәй ҡулдарынан күтәрелгән йылы пар артта ултырған Һөйәрбикәнең танауына бәрелеп ҡытыҡлай. Уның дүрткел һынына, өҙлөкһөҙ сүкеш һуғып яуырындары көмөрәйеп һалпая төшкән иңбашына ҡарап Һөйәрбикә үҙ уйын уйлай: «Бынауы, Сабур ағай тышҡы киәфәте менән хас таштан эшләп ҡуйған кеше һымаҡ икән». Ә Сабур бер нәмәгә иғтибар итмәй атын ҡыуа ла ҡыуа. Салғыя тауының һыртына барып етергә байтаҡ ҡына ер бар, ләкин тимерсе үҙенең «на, на» тип дилбегә шапылдатып ат ҡыуыуынан башҡа бер ни белмәй. 

 ‑ Сабур ағай, шул тиклем атыңды ҡыҫтап...әллә иген янып барамы? Хәҙер атың йығыла бит!, - тип көлдө лә Һөйәрбикә һәм битен дебет яулығы эсенә йәшерҙе.

 ‑ Нисауа, йығылһа ла ҡайғырма, атты ла, һине лә үҙем һөйрәп алып барып еткерермен,-тип мәрәкәләне Сабур. Хәбәр тағы тынып ҡалды. Һөйәрбикәнең ошо серле ағаһы менән нишләптер һүҙҙе дауам иткеһе килде. Сабур йәштән генә атаһы һөнәренә өйрәнеп, армияға китерҙән бик күп алда ҡулына сүкеш алған егет ине. Уны үҙ тиҫтерҙәре араһында артыҡ ҡатнашмай, бер ни ҙә өндәшмәгәне өсөн йәштәр «Балыҡ Сабур» тигән ҡушамат бирҙе. Шул ҡушамат менән ул һуғыштан ярты йыл алда, ҡышҡа ҡаршы, башҡалар менән бергә йылын тултырып ҡайтҡан булды. Ҡайтты ла, башҡалар шикелле аҙналар буйы ауыл һайын уйындан уйынға сапманы, үҙе ҡалдырып киткән тимерлеген яңынан тоҡандырып ебәрҙе. Көнө-төнө тимер һуҡҡан тауыштарын сығарып тимерлек туҡтауһыҙ эшләй башланы. Колхоз эше булмаған саҡтарҙа ул ауылдаштарының йомоштарын үтәне. Сепарат төҙәтте, самауыр, ҡомған йәбештерҙе, биҙрә төпләне. Әгәр инде ауыл ҡыҙҙары «ағай, ағай» тип өндәшеп ялынһалар, уларға көмөш беләҙек, ташлы балдаҡ һәм ҡумыҙға әүәҫтәренә ҡумыҙ ҙа эшләне. Эшләүен эшләне, тик ауылдаштарынан үҙ эше өсөн бер тин дә аҡса һораманы, биргәнде лә алманы. Тик ҡайһы ваҡыттарҙа ғына, бигерәк тә выжданлы күршеләре йәки башҡа таныштары уның өйҙә юҡта әсәһенә биш-алты ҡаҙаҡ он, берәр йомғаҡ май йәки сеүәтәләп яңы айыртылған ҡаймаҡ биреп китерҙәр ине. Күрше ҡатын-ҡыҙҙарҙың йомартыраҡтары «көмөшсегә көмөш ярай», тип шаяртып Микулай замандағы аҡса менән хисаплашыр ине.

   Алыҫта сабылған ҡамыл өҫтөндә һалынған өҫтө аҡ ҡар ябынған эҫкерт күренә башлағас, Сабур ҡара тиргә төшкән турысайын тағы ла тығыҙлап йәһәтләне. Һөйәрбикә түҙмәне, уранып ултырған шәленән битен сығарып, Сабурға яңынан өндәште.

 ‑ Һине, Сабур ағай, мин каүәлирҙә хеҙмәт иткәндер, тип уйлағайным, ләкин…, ‑ тип һүҙен дауам итергә уҡталған ҡыҙҙы Сабур бүлдерҙе.

 ‑ Нимәһе ләкин… Минең кавалеряла хеҙмәт иткәнде һин ҡайҙан белдең, кем әйтте?, ‑ тип Сабур үҙенең ҡарлы ҡаршы өргән елгә ҡыҙарған киң битен Һөйәрбикәгә борҙо.

 ‑ Бер кем дә әйтмәне, үҙем беләм.

 ‑ Ҡайҙан беләһең? Мин һиңә армиянан хат яҙып ятманым шикелле, ‑ тип ул яңынан «на, на» тиеп, дилбегә ҡаҡты.

 ‑Армиянан ҡайтып төшкән егеттәрҙең шинель яғалары осондағы билдәнән беләм.

 ‑ Йә, йә, бына ҡыҙыҡ. Минекендә ниндәй билдә күрҙең?

 ‑ Һинең шинелең осондағы ҙәңгәр дүрткелдең өҫкө мөйөшөндә дағаға бер береһенә һөйәп ҡуйылған ҡылыс менән мылтыҡ күрҙем. Был билдә ҡыҙылармеецтың атлы ғәскәрҙә хеҙмәт иткәнен күрһәтеп тора.

   Сабур үҙ юлдашының ысын күңелдән һөйләгән һүҙенә «Ҡара һин, ул үткер ҡыҙҙарҙы!», тип рәхәтләнеп көлдө.

 ‑ Ул яға осона тегелгән бишбармаҡ һалмаһына оҡшаған дүрткел сепрәк петлица тип йөрөтелә. Тағы кемдәрҙең петлицаһында ниндәй билдәләр күрҙең?, ‑ тип Сабур ҡыҙыҡһыныуын дауам итте.

 ‑ Шаһисолтан ағайҙың яғаһында яраплан һүрәте төшкән, ә Шиһап ағайҙыҡында танк билдәһе бар, тип Һөйәрбикә һанарға кереште.

   Шаһисолтан исемен ишеткәс Сабурҙың һалпайған яуырындары тағы ла көмөрәйгәндәй тойолдо, ул байтаҡ ҡына һүҙһеҙ барғандан һуң, үҙ тауышына ниндәйҙер көнләшеү сифаттары ҡушып һораны:

 ‑ Һин нәмә, Шаһисолтан петлицаһына самолет һүрәте тағып алғас та әллә армияла ул летчик булған, тип уйлайһыңмы?

 ‑ Эйе, мин ни, яраплан йөрөткәндер, тип уйлағайным.

 ‑ Йөрөткән, атаһының башын! Ҡулына масленка тотоп самолет тимерҙәрен майлап торған ул. Самолет осар ваҡытта уны ҡойроғонан тотоп торған һинең Шаһисолтан ағайың, ‑ тип Сабур күкрәк төбөнән сыҡҡан ҡалыҡҡаныраҡ тауыш менән яуап бирҙе лә артҡа ҡарап: «Бына кем ул, һинең ҡоро ҡыуыҡ Шаһисолтаның!», тигән шикелле, һыуыҡҡа шешмәкләнгән ирендәрен салшайтып ҡуйҙы.

   Ауылдан килеп өлгөргән йәштәр шаулаша-гөрләшә иген эҫкерте тирәһендә төндә яуған ҡырпаҡ ҡарҙы, эҫкерт башында аҡ юрған булып ятҡан ҡатҡан көрттө таҙарттылар. Алты пар үгеҙ егеп, ситтәрәк ултырған «Коммунар» комбайнын эҫкерткә арҡыры терәп ҡуйҙылар ҙа, уны ҡабыҙып иген һуға башланылар. Бригадир Ирназар ағай әйткәнсә, Сабур барабан төбөндә комбайнға иген ебәреп, ә Һөйәрбикә өҫтән төшкән игендәрҙе таратып, көлтә бауын ураҡ башына эләктереп ҡырҡып, тағатылған көлтәләрҙе биреп торҙо. Улар эш мәлендә һөйләшә алмаһа ла, юҡ-юҡ та яғымлы ҡараштары менән осрашты. Икеһенең биттәре һыуыҡтан алһыуланды, матурланды. Һөйәрбикәгә Сабурҙың ҡосағына тултырып алған игенде сырмалтып, ҡайһылай етте шулай барабанға тыҡмай, һәлмәк, дөрөҫ хәрәкәттәр менән гел генә башаҡ яғы менән биреп тороуы, ә Сабурға биленән иген көлтәләренә күмелеп тороуына ҡарамаҫтан, Һөйәрбикәнең аныҡ, етеҙ хәрәкәттәр менән көлтә бауын ҡырҡып, алдындағы өйөм-өйөм булып ятҡан оҙон һаламлы ашлыҡты таҡта буйлатып тигеҙ генә этеп тороуы оҡшаны.

   Улар көн буйы ашлыҡ һуғып, тик ҡышҡы көн кискә ауышҡас, ҡызыл тоноҡ ҡояш күгәреп ятҡан Күсем ташы артына йәшеренгәс кенә, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Сабур атын егеп бөткәс, өҫ-башын ҡағып маташҡан ҡыҙҙар яғына ҡараш ташланы һәм күңеле менән Һөйәрбикәне эҙләгәндәй булды. Аты егелгән булһа ла, сана тирәләй бер-ике әйләнде лә һуғылған иген өҫтөнә ябылған бүлектең ситен килеп тартҡыланы. Ләкин «Һөйәрбикә, әйҙә санаға ултыр», тип өндәшергә уның батырсылығы етмәне. Уның ҡарауы, Һөйәрбикә бөтә кешенең шәм шикелле ҡарап тороуына ҡарамаҫтан, ышаныслы аҙымдар менән Сабур эргәһенә килде лә үҙе өндәште:

 ‑ Әйҙә, Сабур ағай, тағы бер елдереп алып ҡайтып кит әле, ‑ тип һорап та тормай уның санаһына атылды. Тимерсе йәнә сана үрәсәһенә баҫып алды. Һөйәрбикә «Тағы ла һерәйеп алға тороп ала инде, исмаһам кеше күзенән юғалғас ҡуштап ултырһасы», ‑ тип уйлап та алды. Уның уйҙарын һиҙгәндәй, Сабурҙың эске ҡаушауынан йөрәге елкенде, тыны етмәй башланы. Оҙон дилбегәһен ҡулына урап тота алмай маташып та алды, нисек тә башҡа кешеләрҙән алдараҡ ҡуҙғалырға ашыҡты. Юлға төшөп, турысайы ылдым ғына юрта башлағас, Сабур ҡаршы өргән елгә ҡабырғаһы менән боролоп бер аҙ барҙы ла баҫып торған урынына, Һөйәрбикәнән берәй сажин алғараҡ, санаһына ултырҙы. Һөйәрбикәнең бының мәшәүлегенән асыуы килде.

 ‑ Йәнәш, ҡуштап ултыр. Әллә ауыл ҡыҙҙары ҡыҙылармеецтарҙы ашап ҡуяр тип белдеңме? ‑ тине Һөйәрбикә һәм артынан уның яҫы ҡайышына йәбеште. Ҡыҙҙың был ҡылығынан Сабур бөтөнләй ҡойәлоп төштө, ләкин артҡа шылып уның менән йәнәш ултырҙы. Бер береһенә ҡабырғаһын ҡуйып улар щҙаҡ ҡына һүҙһеҙ барҙылар. Һөйәрбикәгә һүҙ йомғағының осон тағы ла тартып сығарырға тура килде.

 ‑ Ауылдың бөтә ҡыҙҙарына ла көмөш балдаҡ, беләҙек эшләп биреп бөттөң, ә миңә тигәне ҡайҙа? Нишләп мине яңғыҙымды төшөрөп ҡалдырҙың? ‑ тип уның һул ҡабырғаһына һыйынды. Уға терәлеп ултырған Сабурҙың тәненә ҡапыл башты әйләндерерлек йәш ҡыҙҙың бөркөп торған йылыһы йүгергәндәй булды. Уның бөтә тәнен, электр ағымына тоташтырылған шикелле, рәхәтлек тойғоһо солғап алды. Сабурҙың ошолайтып бер-береңә һыйынышып ултырған ҡөйөнсә санала ғүмер буйы бергә юлын дауам иткеһе килде. Ул үҙҙәре ултырған бесән санаһын бәхет диңгеҙендә сәйәхәткә сыҡҡан ап-паҡ карап итеп хис итте. Ләкин Һөйәрбикәнең һуңғы һорауы уның сөйәлле аяғына баҫҡан шикелле тәьсир итте.

 ‑Һиңә беләҙекте ана районда милицияла ҡупырайып йөрөгән Шаһисолтаның яһап бирһен, ‑ тине бар асыуы менән Сабур. Күрәһең, ошо һүҙҙе ул Һөйәрбикәгә күптән әйтергә йыйынғандай, өҫтөнән ауыр йөк алып ташлаған кеүек, ҡаты көрһөнөп әйтте. Был һүҙ, билдәле, Һөйәрбикәнең мин-минлеген бер аҙ сәрпеп үтте, ләкин ул да бирешергә теләмәне.

 ‑ Ул һинең шикелле оҫта түгел дә инде, әгәр ҡулы белһә, күптән эшләп кейҙерер ине, ‑ тине Һөйәрбикә ҡыйғас ҡаштарын һикертеп.

 ‑ Зато уның теле шәп, беҙгә ҡарағанда белеме лә күберәк, ‑ тине тимерсе һәм байтаҡҡа һүҙһеҙ һүнеп ҡалды.

 ‑ Ә һин уға минең ниндәй яуап яҙғанды ишетмәнеңме ни? «Мин һине өҙөлөп яратам, һин тигән дә, мин иҙәндә…», яҙған тип уйлайһыңмы ни? – Һөйәрбикәнең дә асыуы ҡабара башланы.

 ‑ Уныһын беләм, ишеттем инде, ‑ тине лә Сабур һәм ауыҙының мөйөшө менән генә йылмайҙы.

 ‑ Шулай булғас, ниңә уға ҡылтайырға? Әгәр инде мин уға баш эйеп, тағылып йөрөһәм, икенсе хәл, ‑ тине Һөйәрбикә тауышына үпкә билдәләре өҫтәп һәм башын ситкә борҙо.

   Сабур үҙенең көслө ҡулдары менән ҡыҙҙың дебеткә уралған муйынынан һыға ҡосаҡлап, ҡайнар ирендәренән супылдатып убеп алғыһы килде. Улар тағы ла тәмле хыялдарға бирелеп бер аҙ һөйләшмәй барҙылар.

 ‑ Ә бөтә егеттәр үлә яҙып хат яҙышып ятҡанда һин нимә нимәңде ҡараның? Хат яҙырға ҡағыҙ, ҡәләм таба алмаһаң, үҙем алып барып бирер инем, ‑ тип көлдө лә Һөйәрбикә һәм Сабурға ҡарап мөләйем гәнә йылмайҙы.

 ‑ Ә мин кемгә яҙайым?

 ‑ Ниңә? Әллә мин һиңә кеше түгелме?

 ‑ Яуабыңда миңә лә шул теүәтәй тураһында яҙыр инеңме?

 ‑ Юҡ. Мин һиңә шулай итеп яҙыр инем:

      Һөйәм һине, һөйәм һине, һөйәм һине, сәсәгем

      Һөйәмен һине сәсәгем, мәңгегә һөйәсәгем...

   Ошо бер ҙә көтөлмәгән һүҙҙәрҙән һуң Һөйәрбикә ҡапыл Сабурға әйләнеп уны биленән ҡосаҡланы. Сабурҙың ҡапыл күктән алдына төшкән был бәхеткә башы әйләнде, ҡулынан дилбегәһе төшөп китте, ләкин Һөйәрбикәне һыға ҡосаҡлап, алһыу ирендәренән һурып үбергә батырсылығы етмәне.

   Тәүге көндө улар шулай итеп бармаҡ остары менән булһа ла үҙ тойҙоларының ҡылдарын сиртеп таралышты. Бынан һуң Сабур бөтөнләй йоҡонан яҙҙы. Ятһа ла, торһа ла уның күҙ алдына ҡыйғас ҡаштары аҫтынан муйыл шикелле ҡүҙҙәренән мөхәббәт нурҙары һирпеп Һөйәрбикә килеп баҫты. Ул ҡоласын йәйеп уның ҡосағына үҙе атыла төҫлө тойолдо Сабурға. Өҫтөндәге шинеленең еҙ төймәләрен йылтыратып, сасҡау һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан аяғына төплө быйма урынына ялтыр һалдат итеге кейгән Сабурҙың көндә таң һарыһынан килеп иген һуғырға һорап Ирназар ҡартты уятып йөрөүенән, егеттең эске шатлығын йәшерә алмай һоро күҙҙәренең йылтырап, томанлы сырайының яҙғы ҡояш кеүек көлөп тороуынан ҡарт үҙе эстән уйлап йөрөгән эшенең әлегә бешмәһә лә, яйға һалына башланыуын һиҙҙе.

‑ Сабур ҡустым, һине иген һуғыуға өлкән итеп тәгәйенләйем. Түрә кешегә бесән санаһына ығыш ат егеп йөрөү килешмәҫ ул, ана минең һоро Ҡузыбайҙы кашауайға ғына егеп барп ҡайт әле бөгөн, ‑ тине Ирназар, мәкерле генә йылмайып.

   Шунан шығырлап торған итегенә ҡараш ташлап:

 ‑ Тик, мырҙа, аяҡтарыңды өшөтөп ҡуйма, запасҡа быйма һалып алһаң да, ярар ине, ‑ тигән булды.

   Сабур уның һүҙенә киң йылмайып ҡуйҙы:

 ‑ Ирназар ағай, Алыҫ көнсығышта ла беҙгә ҡарағанда йылы түгел. Ике йыл итек кейеп, хеҙмәт итеп ҡайтылды бит – нисауа, бирешмәбеҙ. Өшөй башлаһа, барабан таҡтаһында бер аҙ бейеп тә алырмын, ‑ тип көлдө.

   Бер һүҙ менән әйткәндә, «Балыҡ Сабур»ҙың ғәҙәттәге уйсан битендә бөгөн яҡты нур балҡый ине.

   Ул кашауай санаға ултырып Һөйәрбикәләр өйөнә килеп туҡтағанда, уныһы ла дебет шәл урынына башына биҙәкле яулыҡ ябынып, һайысҡандай ян-яғына ҡаранып өй артында көтөп тора ине инде. Һөйәрбикә һорап та тормай, бесән һалынған кашауайға һикереп ултырҙы ла Сабурҙың өҫтө-башына күҙ йүгертеп:

-Һин, Сабур ағай, бөгөн әллә Салғыя һыртына ҡунаҡҡа йыйындыңмы? Бигерәк ыҫпай кейенеп алғанһың, ‑ тип йылмайҙы.

-Нисауа, армияла тимерлектә өҫкә кейеп эшләй торған халатты һалып алдым мин, шинель өҫтөнән ағайыңдар бөгөн шуны кейеп ебәрә ул, ‑ тип һәр һүҙендә ишетелеп торған шатлыҡ билдәләренә баҫым яһап, күтәренке тауыш менән яуапланы Сабур.

 ‑ Әллә һин, Сабур ағай, әрмәлә шул тимерлектә гел эшләп торзоңмы? Ә мин һине, Чапай һымаҡ билеңә кылыс тағып, аҡбуҙ ат уйнатып йөргәнһең икән тиһәм! - тип мыҫҡыл ҡатыш шаярыу тауышы менән шырҡылдап көлөп ҡуйҙы Һөйәрбикә.

   Сабур тиҙ генә яуап бирмәне. Тик ат тояғы аҫтынан ырғыған туң ҡар киҫәктәренән битен ҡаплап, ашыҡмай ғына аңлата башланы:

 ‑ Һөйәрбикә, кавалерияла бөтә ҡыҙылармеец та ҡылыс тағып, һин әйткәнсә, ат уйнатып ҡына йөрмәй ул. Унда тимерсеһе лә, аш бешереүсе лә, йөк ташыусы ла мотлаҡ кәрәк. Хатта кавалеристар йәйен ҡылыстарын ташлап, ҡулына салғы тотоп, аттарына бесән сабырға төшөп китәләр.

 ‑ Нисек инде, армияға барып, өҫкә шинель кейеп, ир башы менән ҡаҙан эргәһендә аш бешереп тормаҡ кәрәк!

 ‑ Торалар шул. Бына мин, мәҫәлән, ҡыҙылармеец – кузнец-коваль булдым. Кузнец нәмә булғаны аңлашыла инде, ә коваль тигәне, ковать йәғни ат дағалау тигән һүҙҙе аңлата.Ундай эште бөтә частә бер-нисә кешегә генә ҡушалар, сөнки ул һөнәр барыһының да ҡулынан килмәй. Кавалерияла дағаһыҙ ат менеп йөрөү юҡ. Дағаһыҙ ат – һапһыҙ балта, һуғыш өсөн яраҡһыҙ. Ә ул даға тигән нәмә бик тиҙ генә ашалып бара, шуға күрә уны йыш ҡына алмаштырып торалар. Ә уның өсөн беҙ, кузнец-ковалдәр, кәрәк. Полкта яҡшы кузнец-коваль булһа, дағалаған аттар ҙа тояғын һуҡмай шәп йөрөй. Атың шәп булһа – кавалерис та шәп, етеҙ. Бына нисек ул, Һөйәрбикә. Һәр нәмәнең доньяла рәте бар уның.

   «Ҡара, ҡара, өндәшмәҫ Балыҡ Сабур, тип көлһәләр ҙә хәбәрен нисегерәк килештереп һөйләп бара. Ул, күрәһең, кеше араһында ғына шулай шомбай булып йөрөйҙер», ‑ тип уйлап алды Һөйәрбикә һәм икенсе төрлө өндәште:

 ‑ Ә, шулай икән дә. Мин ни, армияға алынған һәр егет тик мылтыҡ, ҡылыс тағып ҡына йөрөй тип уйлағайным.

   Һөйәрбикәнең килә торғас әхирәт ҡыҙҙарының һөйләгәндәре иҫенә төштө, имеш, Сабур ишек башына алтын даға элеп ҡуйған икән.

 ‑ Сабур ағай, мин күптән һорарға йыйынып йөрөйөм, һеҙҙең өйөгөҙҙә алтын даға эленеп тора тип һөйләйҙәр, шул хәбәр ысынмы икән?, ‑ тип һораны Һөйәрбикә.

 ‑ Ысын, тик ул алтын түгел, көмөш. Алтын уға ялатылған ғына.

 ‑ Уны ҡайҙан алдығыҙ?

 ‑ Уны миңә маршал Блюхер үҙ ҡулы менән тапшырҙы.

 ‑ Ни өсөн? Уны биргәнсә, берәр орден биреп ҡайтарһа ‑ ана, Фаттах апа һымаҡ шинеленең тышынан тағып йөрөр инең.

 ‑ Мин армияға алынғас, күп тә тормай Алыҫ көнсығышта ат дағалау буйынса ярыштар үткәрелде. Мин шунда беренсе урынға сыҡтым.

 ‑ Ыста, ундай ярыштар ҙа була икән дә. Мин ни һабантуйҙағы ярыштарҙан башҡа бер ниҙә юҡтыр тип уйлап йөрһәм... Шулай ҙа ҡайһылай ҙа маладис булдың. Беҙҙең Ялан ауылының бер егете шул тиклем мәхшәр араһында алға сыҡһын әле. Унда әллә ни һан кеше, әллә ҡайһы яҡтарҙан йыйылғандыр инде.

 ‑ Эйе, кеше бик күп булды.

 ‑ Һөйлә әле, ағай, ул ярыштар нисек була? – тип һораны Һөйәрбикә, үҙе һиҙмәҫтән Сабурға һыйынды.

 ‑ Төрлө частәрҙән килгән тимерселәрҙе күмәк ат бәйләнгән арҡыры бүрәнәгә алып баралар ҙа алдыңда ултырған ҡумтанан даға һайлап алып, теҙелеп торған аттарҙың аяғына даға үлсәйһең дә сөй менән ҡаға башлайһың, ‑ тип һөйләй башланы Сабур тулҡынланыуынан ҡалтыранған тауыш менән.

   Ҡыҙыҡһыныуы артҡандан артҡан Һөйәрбикә һаман төпсөнөүен дауам итте.

 ‑ Һеҙҙең тимерлек алдында ат индереп бәйләп торған станок бар бит әле. Уны аттарҙы дағалау өсөн тоталармы? Ә армияла ла ундайҙар бар инеме?

 ‑ Частәге тимерлектә бар ине. Ә күпселек осраҡтарҙа унһыҙ дағаларға тура килде. Кем әҙерләп ҡуйған һиңә ундай станоктарҙы ҡола яланда. Бына сираттағы ат алдынан ҡабырғаһына киләһең дә йөгөнөкләп ултыраһың. Шунан һул ҡулың менән аттың бәкәленән тотоп бөгөлгән аяғын тубыҡ өстөнә һалаһың да уң ҡулыңа сүкеш алып сөйҙө ҡата ла башлайһың.

 ‑ Әгәр ат тулап өҫтөңә менеп китһә?

 ‑ Өс аяҡлы ат тулай алмай ул. Бына ошолайтып тотаһың да…, ‑ тип ул аяғын һуҙып ултырған Һөйәрбикәнең аяғын ҡапҡан шикелле эләктереп тә алды.

 ‑ Йә, хәҙер тулап ҡара әле. Ҡыбырҙай алырһыңмы?

 ‑ Уй, алла, ҡулың ҡыпсыуырмы ни? Был тиклем дә ҡулың ҡаты булыр икән!, ‑ тип Һөйәрбикә уның көслө ҡулдарынан ысҡынырға самалағайны, ләкин булдыра алманы һәм санаға һуҙылып ятырға мәжбүр булды.

 ‑ Ҡаты ҡуллы егеттәргә ҡарт бисә эләгә, тиҙәр. Бына берәй ҡарт ҡыҙ ҡуйынында ятырһың әле, ‑ тип ҡөлдө Һөйәрбикә.

 ‑ Беҙгә ҡарт ҡыҙҙар хәжәт түгел. Ҡарт ҡыҙ алып әллә…

 ‑ Кем белһен инде… Ләкин даға өйгә бәхет алып килә тип юрайҙар бит, һинең көмөш дағаң да, бәлки, ҡосағыңа берәй һылыуҙы күктән килтереп төшөрөр, ‑ тип мәрәкәләне Һөйәрбикә.

   Уға ошоға тиклем бер ауылда йәшәп, уның менән бер ҡасан да бер-бөртөк һүҙ ҙә алышмаған Сабур ауыҙынан ана ни хәтле хәбәр ишетеүе, уның мөхәббәт тураһында ла ихласланып сиселеп китеүе бик мәҙәк тойолдо. «Бына һиңә өндәшмәҫ шомбай Сабур…».

   Тора-бара Һөйәрбикә уға табан иркә күҙҙәрен уйнатып, «.ағай-фәлән» тип тә тормай тағы ла хат яҙышыуҙы килтереп сығарҙы:

 ‑ Сабур, һин тәки миңә хат яҙманың бит, бигерәк эре кешеһең икән!

 ‑ Мин үҙ ғүмеремдә бер кемгә лә хат яҙғаным юҡ, яҙа ла белмәйем. Ҡыҙҙарға бер хат яҙып ваҡыт әрәм иткәнсә мин колхозға ун ат дағалап бирәм.

   «Был әҙәм ошо ат дағалау эше менән хыялый булған икән», ‑ тип Һөйәрбикә уйларға ла өлгөрмәне, уның ҡолағы бер ҡасан уйына ла кермәгән яңылыҡ ишетте.

 ‑ Мин һиңә ни өсөн хат яҙмауымды әйттем бит инде. Ярар Шаһисолтан һинән яуап алғандың икенсе көнөнә, белеме булғас, ауылды ташлап сығып китте лә милицияға эшкә керҙе. Мин йәш саҡтан ут ялҡынында тирләп тирем һеңешкән тимерлегемде нисек ташлап китәйем? Мин тиҙерәк ғәрлегемдән һыуға батып уләр инем. Әйткәндәй, йылғабыҙҙың хәҙер кеше батып үләрлек һыуы ла юҡ әле, ‑ тип мәрәкәләгән шикелле, башын ситкә бороп, Сабур уйға ҡалды. Шунан тағы һүҙен тағата башланы.

 ‑ Мин улайтып ҡыҙҙарға хат яҙып, уларҙан ниндәй яуап килер икән тип ҡайғырып йөргәнсә, күңелемә оҡшаған ҡыҙға тотам да яусы ебәрәм.

‑ Ә һуң ошо көнгә хәтлем нишләп яусы ебәрмәйһең?

 ‑ Кемгә?

 ‑ Ә мин һиңә тиң ҡыҙ түгелме? Минең ҡайһы ерем килмәгән, ‑ тип Һөйәрбикә шарҡылдап көлдө лә Сабурҙың һыуыҡ сикәһен йылы ҡулы менән наҙлы ғына һыйпап алды.

 ‑ Көлмә әле, Һөйәрбикә! Ул көлкө эш түгел Яусы ебәреү күршегә иләк һорап йомошҡа инеп сығыу түгел дә инде.

 ‑ Мин бер ҙә көлмәйем. Ысынын әйтәм. Кеше тойғоһонан көлөргә мин бер йыртанас елғыуар түгел дә инде. Раҫ! Мин риҙа, ‑ тине лә Һөйәрбикә һәм Сабурҙың көслө муйынына аҫылынып һалҡын сикәһенән супылдатып үпте.

   Сабур уның һүҙенә һаман ышанып етмәгән шикелле ҡаты ғына киҫәтеп ҡуйҙы:

 ‑ Мин иртәгә уҡ атайыңдарға яусы ебәрәм. Ләкин әгәр минең менән дә шаярырға уйлаһаң, ҡара, ҡыҙыҡай, өйөгөҙҙөң көлөн күккә осорасаҡмын, миңә, тимер иретеп өйрәнгән кешегә, һеҙҙең доньяны көл итеү бер ниҙә тормай.

 ‑ Атаҡ, атаҡ, әле мине ҡурҡытып алмаксыһыңмы? Улай булһа, беҙҙең өй тирәһендә эҙең булмаһын! Хәҙер үк шулай ҡапаҡлап ултырғас, һеҙгә килен булып төшһәм, һин мине өйөңдән дә сығармай бикләп ултыртып ҡуярһың, аллам һаҡлаһын! Ҡайһылайыраҡ һөйләшкән була! ‑ тип үҙ ғүмерендә бындай һүҙ ишетмәгән, иркен генә йәшәгән, ҡырыҫ холоҡло, ауылда үҙ баҙарының хаҡын яҡшы белгән Һөйәрбикә Сабурға һырт биреп боролоп ултырҙы.

  

 https://shonkar.com/articles/-bi-t/2023-06-14/k-m-sh-da-a-povest-1-rama-an-m-tbaev-3299468?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478 (Беренсе өлөш)

 

Автор:
Читайте нас