

Был һөйләшеүҙең һәр һүҙен диҡҡәт менән йотлоғоп тыңлап ултырған Һөйәбикәнең «Миңә уның теле кәрәкмәй, үҙе кәрәк…» тип һөрәнләгеһе килде, ләкин ул түҙҙе һәм сабырлыҡ менән әнгәмәнең аҙағын көтә башланы. «Был ике тиҫкәре ҡарт бер береһенә үсегешеп, эште һәләк итеп ҡуймаһалар ярар ине» тигән борсоулы уй Һөйәрбикәнең йыш-йыш дөпөлдәп типкән йөрәгенә ҡурҡыу һалды. Ирназарҙың бик йәһәт кенә сығып китергә ашыҡмауын күреп, Барый бер аҙ артҡа сигенергә, Һөйәрбикә барыбер был «шомбайға» тиң түгел булмауына ышанып, хәҙер инде үҙенең аҙаҡҡы һүҙен әйтеп, көтөлмәгән төнгө яусыны өйҙән ҡыуып сығарырға самалап, был сытырыҡлы эште ҡыҙының үҙ яйына тапшырырға булды.
‑ Бында, Ирназар ҡорҙаш, үҙеңә мәғлүм, ата-әсә фекеренән тыш ҡыҙҙың үҙ ихтыярын тыңлау ҙа кәрәктер. Хәҙер элекке замандағы шикелле, ата-әсәләр менән генә ҡәңәшләшеп, ҡыҙ һатыу ғәҙәттәре бөттө бит инде. Ул балиғи булған бала, үҙ фекерен әйтһен, ул беҙҙең баш балабыҙ, уның ихтыярынан ғәйре нишләмәк кәрәк? - тип өй хужаһы ҡырын һалған теүәтәйен төҙәтеп кейҙе лә күккә сөйгән танауын бер ҡарыш аҫҡа төшөрҙө. Күңел ҡылы бушап китеүҙәнме, йомшарған танауын мырш-мырш итеп тартып та ҡуйҙы.
Ҡартының шөрөбе, үҙҙәре әйтмәксе, бер аҙ «аслаб булыуын» бөтә йөрәге менән һиҙеп ултырған хужабикәнең һорғолт күҙҙәренә йәш эркелде. Бөтә кеше, хатта толоп аҫтында ятҡан бала-сағалар ҙа түңкәрелгән сүлмәк шикелле, дөмғара баштарын сығарып, ҡулына китап тотоп, күңеле менән әллә ҡайҙарҙа йөҙгән Һөйәрбикәгә төбәлде. Ян кереше кеүек тартылған күңел ҡылының зыңлап өҙөлөр хәленә еткән көсөргәнеш менән атаһы ҡыҙының яуабын көттө. Арыҡ ҡына күкрәген ярып сығып барғандай дарҫлап типкән йөрәген тотоп, әсәһе «Уф, аллам!», ‑ тип ҡаты көрһөнөп ҡуйҙы. Ул эстән генә «Минең Һөйәрбикәмде районда ултырған Әхтәм тигән кеше һоратып ҡараны, анауы ҡыҙыл ғәскәрҙә ҙур командир булып ҡайтҡан Рыҫбай за ымһынып йөрөнө шикелле. Уларҙың береһен дә хушһынмаған минең ҡыҙым бер көмөрө яуырын шомбайға бара буламы?», ‑ тип ышаныслы фекер йөрөттө.
Һөйәрбикә, китабын һикегә ырғытып, урынынан торҙо ла: «Балык»мы, «шамбы»мы, мин Сабурға барам. Башҡа минең бер кемгә лә сыгасағым юҡ, ‑ тип етди генә әйтте лә, үҙенең һүҙендә ныҡ торасағын күрһәтеп, бөтә кешегә һырт биреп, түрбашҡа әйләнеп ултырҙы. Бер аҙға өй эсе шым булды. Аҙыраҡ торғас «толоп аҫты» хәрәкәткә килде. «Беҙ ул «Сабур балыҡты» ғүмерҙә еҙнәй тип әйтмәйәсәкбеҙ», ‑ тип беренсе яуапты улар ҡысҡырҙы.
Барый башындағы теүәтәйен «шап» иттереп иҙәнгә һуҡты.
‑ Тфу, мәлгүн, игелекһеҙ! Мин һине шул Сабурға бирер өсөн үҫтерҙемме? – тип ситеге менән иҙәнгә йүгереп төштө лә, бер урында зыр әйләнеп, ҡайҙалыр алыҫҡа керпектәрен дә ҡаҡмай ҡарашын текәгән ҡыҙын ялмарҙай булып асыулы күҙҙәрен уйнатты. Ҡыҙынан нығыраҡ иҙәндә орсоҡ һымаҡ әйләнгән ирен йәлләп, хужабикә йыйырсыҡтары буйлап аҫҡа тәгәрәгән әсе күҙ йәштәрен ҡулының һырты менән һөртөп алды. Ирнаҙар ҡарт инде тәмәке төрмәй булдыра алманы. Усаҡтың йүшкәһен асты ла көлдөксәгә терәлеп тигәндәй, йөгөнөкләп ултырып, ябыҡ, эскә батҡан урттары менән тәмәкеһен һурҙы.
Барый ҡарт күпме генә әпесләнмәһен, күпме эсе янмаһын, ҡыҙының ҡәтғи яуабынан һуң бер ниҙә эшләй алмаясағын танымай булдыра алманы. «Балык»тың тетмәһен тетергә, уны эттән алып эткә һалып битәрләргә теле ныҡ ҡысыһа ла, түҙҙе. Кейәү буласаҡ кешенең ҡолағына был барып ишетелһә, шомбай эсендәгеһен ғүмерлеккә асыу һаҡлап йөрөүҙән йәки Һөйәрбикәгә юҡ-юҡта әйтеп иҫенә төшөрөүҙән шөрләне.
Ҡапыл ҡәүҙәгә кесерәйеп ҡалғандай, Барый башын эйеп кире урынына килеп ултырҙы. Инде үҙенең күҙе алдында «хөрмәтле кешегә» әйләнә башлаған Ирназарҙы ҙур сабырлыҡ менән көттө. Тегенеһе ашыҡмай ғына тәмәкеһен тартып бөтөрөп, усаҡ эсендәге көлгә теш араһынан сыртлатып төкөрҙө лә, бер ни ҙә булмаған шикелле, кире һике ҡаҙнаһына ултырҙы. Барый бөрсөк-бөрсөк маңлай тирен күлмәгенең итәген ҡайтарып һөртөп алды ла:
‑ Нишләмәк кәрәк. яҙғаны шулдыр инде. Барыһы ла хоҙайҙың тәҡдире, яҙмыштан уҙмыш юҡ, ‑ тип был ҡатмарлы эшкә һуңғы нөктәһен ҡуйҙы. Барый инде туй мәшәҡәттәре тураһында бик ентекләп һөйләшмәксе ине, Ирнаҙар-яусы үҙ вазифаһын үтәлгәнгә хисаплап, теҙгенде бик тоҡан тотто.
‑ Ниндәй мәһәр, ул ниткән туй? Улар икеһе лә камсамулдар бит. Уларҙың туй мәсьәләһен ана колхоҙдың камсамул йәчәйкәһе хәл итһен. Мин идара һәм камсамулдар менән дә был турала ҡаға-һуға һөйләшкәйнем, ‑ тине Ирназар. Уның был текәрәк яуабы Барый ҡарттың кәйефен ныҡ кына төшөрҙө төшөрөүен, ләкин ул бер ни ҙә ҡыла алманы, сөнки хәҙер хәлдәрҙең барышын Ирнаҙар ҡарт үҙе ныҡ ҡына төбөнән тотоп алғайны.
«Ҡара һин уны, тәү килеп беҙҙең менән кәңәшләшәһе урынына алдан таяҡ ташлап йөрөгән икән. Инде хәҙер был эш әйтелгән-өҙөлгән. Ул ат өҫтөндә, мин – йәйәү», ‑ тип Барый бойоҡ ҡына был яҙмышға башын һалды.
‑ Әйҙә, әйҙә, йәштәрҙең үҙ мәйеле, ҡаршылыҡ юҡ. Ҡайһылай теләйҙәр, шуны эшләһендәр. Тик элекке фурмылараҡ бер-нисә мискә бал ҡойоп, биш-алты дуға ҡунаҡ саҡырып, ҡара-ҡаршы саҡырылып үткәрербеҙме әллә, тип уйланылғайны. Ярай, үҙ яйын ҡараһындар, ‑ тип Барый был эште үҙ ағышына тапшырҙы.
Бер аҙнанан һуң колхоз клубында йәштәрҙең «ҡыҙыл туйын» үткәрҙеләр. Шаршау асылғас та сәхнә өҫтәндә теҙелгән өҫтәлдәр артында ултырған кейәү менән ҡыҙ туғандарын, колхоз етәкселәрен клуб эсенә тулған тамашасылар дәррәү ҡул сабып алҡышланы. Комсомол секретары сәхнә уртаһына сығып, халыҡ-ара хәлдәр менән ентекле таныштырғандан һуң йәштәрҙе бөгөнгө шатлыҡ менән ҡотланы. Күп тә үтмәй сәхнә ҡабырғаларынан уйылған ике яҡ ишектән бер береһенең ҡаршыһына, тайып йығылыуҙан ҡурҡҡан кеше һымаҡ, ваҡ-ваҡ баҫып ике йәш кеше сыҡты. Залда ултырған шаяныраҡ бәндәләр төрлө урындан «Бер-берегеҙгә ҡулығыҙҙы бирегеҙ!», «Сабур, кәләште һыға ҡосаҡлап үбеп күрһәт!», ‑ тип ҡысҡырыша башланылар. Китте тауыш, көлөш. Сабурҙың түңәрәк бите сәхнә уртаһына аҫылған утыҙлыҡ шәм яҡтыһында тулы ай шикелле ҡыҙарҙы. Йәнәш ултырған ике ҡоҙағый яулыҡ остары менән битен ҡапланы.
«Үбешегеҙ, нимә ҡарап аптырашып тораһығыҙ, ҡосаҡлашығыҙ!», ‑ тигән тауыштар тағы ла яңғыраны. Һөйәрбикә муйынына ураған аҡ ефәк шәленең остарын ысҡындырып ебәрҙе лә Сабурҙың иңбашына ҡулын һалып маңлайына үбеп алды. Сабурға Һөйәрбикәнең ҡайнар ирендәре тейгән урын янып бара төҫлө тойолдо. Был тылсымлы йылылыҡ уның бөтә тәнен солған алғандай булды, аяҡ быуындары тубырлаған аттыҡындай, дерелдәп ҡалтыранды.
«Сабур, һыр бирмә! Һөйәрбикәне һауаға сөйөп ал!» тигән һүҙҙәрҙең ул береһен дә ишетерлек хәлдә түгел ине. Инде урындарына ултырған йәштәргә бүләктәр биреү башланды. Колхоз идараһы уларға яңы патефон, комсомол ойошмаһы уртаһынан ҡыҙыл таҫма менән быуып бәйләнгән бер ҡосаҡ Ленин һәм Маркс китаптарын бүләк итте. «Был китаптарҙа киләсәк бәхетле яҡты тормошто ҡороу буйынса бәтә яҡшы тәҡдимдәр яҙылған, уҡығыҙ», ‑ тип тамамланы һүҙен комитет секретары.
Өҫтәлдә ултырған патефон башта майланмаған арба шикелле бер аҙ дығырҙап алды ла, шунан «Мирфәйзә» көйөн һыҙғырҙы.
Сыуда балыҡлар күп була,
Табан балыҡ бер була.
Илдә матурлар күп була,
Жән сөйгәне бер була…
Шунан һуң дөйөм уйындар, түңәрәк бейеүҙәр башланды. Туй бөтөп халыҡ таралышҡанда Салғыя һыртында ҡалҡып килгән ҡояштың өҫкө йөҙө ҡыҙарып күренгәйне инде.
* * *
Ҡыҙ менән кейәүҙе уратып алған йәштәр: «Ҡыҙҙы тартышһыҙ ҡушмайбыҙ! Ҡайһылай ҙа анһат, ишек бауын да бирмәй ҡыҙҙы алып китеп ултыра!», ‑ тип ҡысҡырышып та ҡарағайны, ләкин ҡыҙҙы ҡурсалап уратҡан ике яҡтан да йыйылған, тәүге ҡушылыу төнөнөң ҡәҙерен йөрәк түрҙәрендә һаҡлаған еңгәйҙәр: «Оялмайһығыҙмы, ҡояш сығып килгәндә ҡыҙ өсөн тартышып ятырға, әллә кейәү менән ҡыҙҙы көндөҙ ҡушырға итәһегеҙме?», ‑ тип төрлө яҡтан ҡысҡырыуға ҡарамай, Сабур менән Һөйәрбикәне аулаҡ өйгә тартҡыланы. Аранан кемдер « Егеттәр, ҡуйығыҙ, кейәү менән ҡыҙҙы тартҡылап хәлдәрен бөтөрмәгеҙ, уларҙың башҡа ләҙҙәтлерәк йомошо бар!», тип ҡысҡырҙы. Олораҡ кешеләрҙән кемдер «Дөрөҫ, йәштәрҙең ҡарыуын бушҡа сарыф тимәгеҙ!», ‑ тип өҫтәне. Ситтәрәк торған бер төркөм йәштәр хихылдап рәхәтләнеп көлдө.
Барыһы ла йәштәрсә йәғни яңыса булмаһын өсөн, әҙерәк уйнап-көлөп, яңы ҡозасалар менән күңел асып ултырырға ниәтләнгән Барый ҡарт алдан бер-ике мискә бал әсеткәйне. Ул үҙ артынан яңы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы эйәртте, үҙе янына төп ҡоҙағыйын һәм Мәстүрә ҡоҙасаһын да алдырҙы.
«Аулаҡ өй» итеп, еңгәләренең ҡәңәше буйынса, Сабур үҙ йортон әҙерләне. Һике таҡталарын һүтеп түрбаш яғына имәндән ағас карауат эшләп ҡуйҙы. Иң уҫал еңгәһе карауаттың таҡтаһы түшәлеп бөткәс, уның өҫтөнә тәгәрәне лә «Ҡәйнеш, был карауатыңды мәңгелек үлем теймәҫлек итеп эшләгәнһең, ике айыуҙы йәнәш һалһаң да емерерлек түгел. Ҡана һуң, ағайың менән бер-ике кис ҡунып, карауат таҡталарын һанағанда, килешеп ҡалыр ине», ‑ тип көлөп тә алды. Еңгәһенең асыҡтан асыҡ оялмай тел сарлауынан Сабурҙың бит алмаһындарына эҫе йүгерҙе.
Клубтан ҡайтып килгәндә Сабурҙы үҙ еңгәләре, ә Һөйәрбикәне үҙенекеләр уратып алды. Ике яҡ та үҙ тәжрибәләренән сығып йәштәргә тәүге «ҡушылыу төнө»нөң серҙәрен аңлатырға тырышты.
‑ Йыртыштың уртаһынан баҫып, өйгә ингәс тә үҙем сисенәм тип асландай кейемеңә йәбешмә. Һинең билғауыңды ла, итегеңде лә килен сисеп, үҙ эргәһенә ятҡырырға тейеш. Шунһыҙ шыпа ла урыныңдан ҡуҙғалма, ‑ тип Сабурҙың уҫал еңгәһе уның ҡолағына бышылданы. Сабур өндәшмәгәс, ул ҡайтанан «Ишеттеңме?», ‑ тип һораны. Әллә ниндәй билдәһеҙлек аҫтында йөрөгән, камил аптырап башы әйләнгән Сабур баҙнатһыҙ ғына «Ишеттем», ‑ тигән булды.
‑ Көлдөсәлә еҙ таҙ, баҡырсала йылы һыу булырға тейеш, кейәү менән ҡушылғас, сығып гөсөл алырһың. Тәнеңдән ғәйре сәстәреңде һыуларға кәрәк. Кәйәүең алдында һыйыр буғы шикелле ебеп төшмә. Кейәү ҙә бер баҙнатһыҙ ғына мәшәү егет күренә, ‑ тип өйрәтте Һөйәрбикәне ҡултыҡлаған күрше йәшәгән еңгәһе.
Сабур өйөнөң таш түшәлгән тупһаһына килеп еткәс «Аяғың төклө булһын, еңел аяҡтарың менән баҫ», ‑ тип Һөйәрбикәнең аяҡ аҫтына яҫтыҡ ташланылар. Ул «Бисмилла!» тиеп йомшаҡ яҫтыҡҡа батырғанса уң аяғын баҫты ла өй ишеген асты.
Башта Һөйәрбикәне сисендереп, карауатҡа һалғас, кейәүгә өйгә инергә рөхсәт иттеләр. Ул ишекте шар асты ла үҙ өйөн тәүге күргән кеше кеүек бер аҙ туҡтап ҡалды. «Йә, кейәү, ҡул талды, ни ҡарап тораһың?», ‑ тип мәрәкәләгән еңгә тауышын ишеткәс кенә, ул уң аяғын өҫкә күтәреп, бер сирек самаһы өҫтән киҫелгән ҡыҙыл сәтинде йырта баҫып, өйгә атланы.
Бөтә кәрәкле йомоштарҙы башҡарып бөткәс, ҡулдарына өсәр тәңкәлек «кейәү күренеше» тотҡан еңгәйҙәр берәм-берәм сыға башланы. Соланға сыҡҡас еңгәләрҙең кемелер: «Әйҙәгеҙ, ҡыҙыҡ булһын, йәштәрҙе тыңлайыҡ, нишләрҙәр икән?», ‑ тип хихылдап көлдө. Еңгәйҙәрҙең олорағы: «Оялмай ни һөйләп тораһың? Кейәү менән ҡыҙҙың нишләргә тейеш икәнен белмәйһеңдер шул!», ‑ тип уны тышҡа етәләне.
Өй эсендә икәү генә ҡалғас, Сабур нишләргә белмәй, бер аҙ иҙән уртаһында торҙо ла, тәҙрә төбөндә ултырҙы. Шунан Һөйәрбикәнең тороп, үҙен сисендереп алыуын көттө. Ләкин йәш кәләш карауаттан торорға йыйынманы, ә Сабурҙың «Тор, мине сисендереп ал», ‑ тип өндәшергә теле әйләнмәне. Һәйәрбикә Сабурға бите менән әйләнде лә, эске тулҡынланыуынан ҡалтыранған, ләкин наҙлы тауыш менән «Сабур, ни көтөп ултыраһың, сисен дә ят», ‑ тип өндәште. Сабур, йәшерәк саҡта төнгө уйындарҙан ҡайтып, әсәһен уятмайым тигән шикелле, тауыш-тынһыҙ ғына сисенде. Итектәрен казармалағы кеүек карауат эргәһенә ҡуйып, ҡуныстары өҫтөнә силғауҙарын йәйеп һалды. Бер аҙ һалҡын иҙәндә баҫып торҙо ла түҙемһеҙлек менән уны көтөп ятҡан Һөйәрбикә ҡырына ултырҙы. Ошо бәхетле, тәмле минуттарҙы нисә көндәр буйы көткән Һөйәрбикә тапма тотҡан шикелле бөтә тәне дер ҡалтырап ултырған Сабурҙы ас биленән ҡосаҡланы ла үҙенең йылы ҡосағына алды. Уның һығылмалы ҡалҡып торған асыҡ күкрәгенән парланып сыҡҡан йылы һаумал һөт еҫе бөрктө. Был тылсымлы йомшаҡ йылылыҡ Сабурҙың ҡан тамырҙары буйлап бөтә тәненә ләҙҙәтлек, йән рәхәте өләште, ниндәйҙер ҡырағай көс-ғәйрәт өҫтәне. Ул тик үҙен йомшаҡ иркә ҡулдары менән ҡыҫып ҡосаҡлаған Һәйәрбикәнең «Әкрен, аҡыллым, ашыҡма…», ‑ тип бышылдағанын ғына ишетте…
Һөйәрбикә өсөн үҙ Сабуры менән ҡушылған тәүге мәлдәрҙән дә яҡтыраҡ, бәхетлерәк ғүмерендә бер көн дә булмағандыр. Уның алһыу йөҙҙәре яҙ ҡояшының бөтә нурҙары менән мансылғандай яҡындарына ғына түгел, бөтә Ялан ауылы кешеләренә лә тигеҙ бәхет өләшкәндәй, көләс һәм көҙгө кеүек яҡтырып китте. Һандал ағасынан оҫта итеп юнылған ике янды остары менән тоташтырған шикелле, ҡымтылған ҡарағусҡыл ирендәре әҙ генә һурыға төшөп етди һыҙаттар өҫтәһә лә, бешкән сейәләй эске нур бөркөп торған Һәйәрбикәнең күҙҙәре теләһә кемде лә үҙенә тартып тора ине.
Ләкин уның был бәхәтле көндәре оҙаҡҡа һуҙылманы. Сабур менән ҡушылғандың дүртенсе көнөндә үҙ тимерлегендә ярты ботлоҡ сүкеште ярты ҡаҙаҡҡа ла һанамай бер туҡтауһыҙ «зың, ҙың» килгән Сабур ҡулына хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар. Унда запастағы ефрейтор С.А. Алсынбаевҡа ошо саҡырыу ҡағыҙын алғас та бишенсе апрель көнө иртәнге сәғәт унда килергә фармат ине. Үҙе менән бер пар күлмәк-салбар, өс тәүлеккә етерлек аҙыҡ-әүкәт, кружка, ҡалаҡ алырға ҡушылғайны.
Сабурҙы бер генә уй борсоно. Бөгөнгә уларҙы кискелеккә ҡайнылары саҡырғайны, уларға әйтергәме, әллә шул көйөнсә генә китеп барырғамы, тип ыҙаланды йәш ғәилә башлығы. Ләкин Һөйәрбикә менән бергәләп ҡайныларына ҡунаҡҡа бармай булдыра алманылар. Шулай ҙа күңелле шау-шыу, еҙнә аҡсаһын, көмөш балдаҡ һәм беләҙек таптырып уның тирәһендә уралған балдыҙ, ҡәйнештәре лә Сабурҙың борсоулы күңелен күтәрә алманы. Уның бар уйы кеҫәһендәге ташҡа баҫҡан ҡағыҙ тураһында ине. Саҡырыу ҡағыҙы килгәнен ул Һөйәрбикәһе менән йоҡларға ятҡас ҡына әйтте. Уныһы өйҙәренә ут ҡапҡан шикелле урынынан һикереп торҙо ла, һуҡыр шәм яҡтыһында мисәт һуғылған ҡағыҙҙы ҡат-ҡат уҡып сыҡты. Уның осҡалаҡ тотҡандай ҡапыл тулап киткән йөрәген әллә ниндәй, быға тиклем таныш булмаған, борсоулы уйҙар телгеләне.
‑ Сабур, аҡыллым, ятма, Ирназар ағайға йүгер, иртәгә сәғәт унға районға барып етеү өсөн хәҙер үк ҡуҙғала башларға кәрәк бит, ‑ тип ул үҙ урынында тушәмгә текләп ятҡан ирен йәһәтләне. Ирназар ҡарт Сабурҙы ихлас күңел менән ҡаршыланы. «Ҡустым, көҙ һинең менән армиянан ҡайтҡан егеттәр барыһы ла саҡырылған, яңынан ике сәғәттән егелгән пар ат өйөгөҙ янында булыр», ‑ тип арҡаһынан һөйөп оҙатып ҡуйҙы.
Китер алдынан Сабур ишек яңағына йәтеш кенә итеп эшләнгән көмөш дағаны ҡатып ҡуйҙы. «Даға бәхәтте тарта ул. Ул бында ҡағыулы торһа, барыһы ла яҡшы булыр, мин дә тиҙерәк әйләнеп ҡайтырмын», ‑ тине Сабур.
Сабурҙы оҙатырға әсәһе менән Мәстүрәне саҡырҙылар. «Ярар, выҡытлыса ғына йәйге сборға саҡыра торғандарҙыр», ‑ тип Сабур быларҙы тынысландырғас, ҡайны-ҡәйнәһенә әйтеп тә торманылар. Һөйәрбикә яңы ғына бешерелгән май икмәк, бер-нисә баш ҡорот, бер ҡаҙаҡ май өҫтөнә талҡан өҫтәп аҡ миткәлдән тегелгән бәләкәй генә моҡсайға тыҡты. Өйҙәгеләр, һандуғас балалары кеүек теҙелешеп, һике ҡаҙнаһына ултырып иҙге юл теләп, фәтихә бирҙеләр ҙә үҙ кәләшен һөйөп тә туймаған Сабур кисәге ҡыҙылармеецтар менән юлға сыҡты.
Арбала ултырғандарҙың кемелер: «Сабур, һин теге көмөш дағаңды кеҫәңә тығып алманыңмы?», ‑ тип һораны. Сабур тыныс ҡына тауыш менән: «Ул даға өйҙә ҡалған кешеләргә лә бәхет теләп тороу өсөн кәрәк бит әле», ‑ тип яуап бирҙе. Һөйәрбикә ҡуҙғалған арба эргәһенән йәнәш атлай биреп, үҙенең йылы ҡулдарын Сабурға һондо. Тиҙҙән ауылдың арғы осонда таң һауаһын йыртып моңло ғына «Шахта» көйөн йырлаған ирҙәр тауышы ишетелде.
Сөгөн сүлмәк ауыҙы тар,
Бешә һалдат аштары.
Ҡоштар осоп етмәҫ ергә
Китә һалдат баштары…
Үҙ срогын көҙ тултырып ҡайтҡан егеттәрҙең бер табандан яңынан саҡырылыуы Ялан ауылында төрлө хәбәрҙәр таралыуына сәбәп булды.
‑ Герман ҡуҙғалырға самалай, ахыры. Гәзиттәрҙә лә яҙалар бит. Баҙарға ит һатырға барған минең күрше лә шул хәбәрҙе ишетеп ҡайтҡан…
‑ Нимес ҡуҙғалһа, уныһы менән өйрәнелгән дә ул, бына төрөк ҡуҙғалмаһын, төрөк бик хәрби халыҡ бит, ‑ тиеште ауылдың тәжрибәле ҡарттары.
‑ Ай һай, беҙҙең ғәскәрҙең германды еңеүе бик икеле инде, ныҡ көсәйҙе бит ул хәҙер, хәйерсе!
‑ Һинең германыңды беҙҙең Ҡыҙыл ғәскәр дүрт-биш аҙнала һыу эскеһеҙ итеп туҡмап, сиктән һепереп түгәсәк, ‑ тине ҡайһы бер өтөгерәк йәштәр.
Һөйәрбикәләр өйөндә был мәсьәләне бик тыныс ҡабул иттеләр.
‑ Хөкүмәттең атын дағалап бөтһә, беҙҙең кейәүҙе нишләп тотһондар. Бына һуп итеп ҡайтып төшөр әле, ‑ тип Барый ҡарт бөтә ағай-энеһен тынысландырҙы.
Быларҙың бер кешеләй бер төндә сығып китеүҙәренә бигерәк тә бөгөн-иртән яҙғы сәсеү эштәренә тотонырға торған колхоз председателе ҡайғырҙы.
‑ Урта бармаҡ шикелле бер отделение егетте сәсеү алдынан сборға алып китмәһә, ул военкомат тигән нәмәһенең башына тай типкәнме? ‑ тип ҡыҙҙы рәис. Ошо мәсьәлә буйынса ул райкомға шылтыратып та ҡараны. Унда ла күңелде тынысландырырлыҡ һүҙ әйтә алманылар. Егеттәр апрелдә лә, майҙа ла ҡайтманылар. Колхозға яҙғы сәсеүҙе уларһыҙ ғына башҡарып сығырға тура килде. Ир ҡосағында наҙланып һөйөлөү бәхетенең серҙәренә лә йүнләп төшөнә алмай ҡалған йәш кенә ҡатындар зарығып, йоҡоһоҙ үткән яҙғы ҡыҫҡа төндәрҙә, үҙ ирҙәренең иҫән-һау ҡайтып, бына-бына тәҙрә шаҡығанын көттөләр. Баҫыуҙа эшләгән саҡтарында әлдән-әле туҡтаған минуттарҙа Салғыя һыртынан йылан кеүек бормаланып күҙ етмәҫлек алыҫтарға һуҙылған юлынан үткән-һүткәнде ҡарап, күҙҙәрен алманылар. Саң-туҙан туҙҙырып ташкүмер тейәгән баҡыр заводының машыналары күренеү менән уларҙың күңелендә һәр саҡ өмөт тойғоһы уянды, бына-бына уларҙың һөйгәне ташкүмер өҫтөнән һикереп төшөр ҙә, ҡулын болғай-болғай былар ҡыуышы яғына йүгерер төҫлө тойолдо һағыштан һарғайып көткөн ҡатындарға. Улар бер-береһе менән көн һайын тигәндәй осрашып, хәл-әхүәл һорашырға ла өйрәнеп киттеләр. Берәй хат-хәтер юҡмы? Береһенән ҡош телендәй генә булһа ла хат килмәнеме? Тик өмөттәре аҡланманы. Ирҙәре, һыуға ырғытҡан баҡыр аҡсалай, бөтөнләй ғәйеп булды. Ҡатындар сабырлыҡ менән тештәрен ҡыҫып, баштарын баҫып иҙге хәбәр көттө.
Июнь баштарында ғына һалдаттарҙың береһенән генә: «Шалунға тейәлеп ҡөнбайышҡа киттек. Яңы хәрби кейем бирҙеләр. Беҙҙең ротала райондаштарҙан янымда бер кем дә юҡ. Тәғәйен урынға барып еткәс, адресты күрһәтеп хал һалырмын», ‑ тигән ҡәләм менән генә ашығып яҙған хат килде. Ә ҡалғандарынан ләм-мим хәбәр ҙә булманы. Башҡалар шикелле Һәйәрбикә үҙ Сабурынан, уның ғәҙәтен яҡшы белгәнгә күрә, бер ни ҙә өмөт итмәне. «Һаман шул ат дағалауынан бушай алмайҙыр. Бушаһа ла хат яҙасаҡ кеше түгел инде», ‑ тип үҙен йыуатты. Бик һағынған сағында, ишеккә килеп, Сабур элеп ҡалдырған көмөш дағаны һыйпап алды.
Киткәндәрҙән хат-хәбәр көтә торғас июндең егермеләре лә килеп етте. Бөтә аяғында баҫҡан әҙәмде Ирназар бригадир Ҡорүҙәк буйына бесәнгә сығарҙы.
«Бөгөн көн бик эҫе булырға тейеш. Кисә ҡояш бик ҡыҙарып байыны. Таңдан тороп, бер һыуһын эшләп алырһығыҙ ҙа, көндөң самай ҡыҙыу мәлдә атығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә ял итерһегеҙ», ‑ тип бригадир халыҡты таң менән уятты. «Ошо бригадирыбыҙ ҡарт булмай әҙерәк йәшерәк булһа, таң йоҡоһоноң ҡәҙерен белер ине!», ‑ тип шыңшый-шыңшый бригада халҡы бесәнгә ҡуҙғалды.
Башы:
https://shonkar.com/articles/-bi-t/2023-06-14/k-m-sh-da-a-povest-1-rama-an-m-tbaev-3299468?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Фото: Бәйләнештә