Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Июнь 2023, 16:25

Халыҡ артисына таҡтаташ асыла

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ахун ауылында тыуған.

Халыҡ артисына  таҡтаташ асылаХалыҡ артисына  таҡтаташ асыла
Халыҡ артисына таҡтаташ асыла

19 июнь 11 сәғәттә РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Хәмит Ғатаулла улы Яруллинға йәшәгән йортонда таҡтаташ асыла.
Хәмит Яруллин 1959 йылда ГИТИСты тамамлағандан һуң, үҙенең ижади юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай.
1992-1998 йылдарҙа Стәрлетемаҡ театрында эшләй. 1998 йылдан яңынан Башдрамтеатрға ҡайта.

Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районыАхун ауылында тыуған.

1954—1959 йылдарҙа А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС) (педагогтары Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова) уҡый.

 

Хәмит Яруллин — 1961 йылдан алып театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы.

2015 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Ахунда ерләнә[1].


Сығанаҡ: Башдрам

Фото: Башдрам

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас