

Киткәндәрҙән хат-хәбәр көтә торғас июндең егермеләре лә килеп етте. Бөтә аяғында баҫҡан әҙәмде Ирназар бригадир Ҡорүҙәк буйына бесәнгә сығарҙы.
«Бөгөн көн бик эҫе булырға тейеш. Кисә ҡояш бик ҡыҙарып байыны. Таңдан тороп, бер һыуһын эшләп алырһығыҙ ҙа, көндөң самай ҡыҙыу мәлдә атығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә ял итерһегеҙ», ‑ тип бригадир халыҡты таң менән уятты. «Ошо бригадирыбыҙ ҡарт булмай әҙерәк йәшерәк булһа, таң йоҡоһоноң ҡәҙерен белер ине!», ‑ тип шыңшый-шыңшый бригада халҡы бесәнгә ҡуҙғалды.
Һалҡынса таңдан алып бесәнселәр бер тына эшләп алғас, кәбәнселәр кистән тарттырып ҡуйған күбәләрҙән ике кәбән ослағандан һуң Ирназар ҡарт ҡаҙан эргәһендә элеүле торған тимергә өс тапҡыр һуҡты. Ҡорүҙәк буйына шаңдау булып таралған рельс киҫәгенең зыңлаған тауышы ҡара тиргә төшөп эшләп йөрөгән түбән ос бригадаһы кешеләрен өйлә* сәйенә саҡырҙы. Кешеләр һәр урында өйөлөшөп сәйгә генә тотонғайны, күк көмбәҙендә аҫылынып тик торғандай аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш шары Яйыҡ өҫтөнә күтәрелгән мәлдә, ауыл яғынан йән-фарман сабып килгән бер һыбайлыны күреп, бөтә кеше эсеп ултырған сәйенән туҡтап күҙәтергә тотондо. Яҡыная төшкәс һыбайлының ҡулында ҡолғаға эленгән, елдә елберҙәгән ҡыҙыл сепрәк күренде. Ҡулын маңлайына ҡуйып ҡыҫыҡ күҙҙәрен Ялан ауылы яғына төбәгән Ирназар ҡарт һыбайлы ҡулындағы ҡыҙыл сепрәкте күргәс: «Һуғыш, ағай-эне!», ‑ тип күкрәк тауышы менән ҡысҡырҙы.
Бер нисә минуттан бурыл атын аҡ күпереккә төшөргән таныш булмаған һыбайлы ҡарлыҡҡан тауыш менән: «Ниместәр беҙгә ҡаршы һуғыш башлаған», ‑ тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өйөлөп ҡарап тороусыларға бер генә секундҡа ла туҡтап тормай, Ҡушый ауылы яғына сабып үтте. Бригаданың бөтә кешеһе сәйҙәрен ташлап, ҡулдарына салғы, һәнәктәрен күтәреп, Ҡыҙыл йылғаһын аша сығып, йәнәһе лә немец Ялан ауылын баҫырға тора, ауылға ҡарай йүгерҙе. Ҡырғы станда тик Ирназар ҡарт бер үҙе генә тороп ҡалды. «Мин һуғышҡа тәғәйен үҙ кешеләремде алдан оҙатып ебәргәнмен. Немец булмағайы, шайтан булһа ла, минең башҡа һуғышҡа бирергә кешем юҡ!», ‑ тине бригадир асыу менән.
Ләкин һуғыш бауыры кешеләр уйлағанса ғына булманы, бик оҙон булып сыҡты. Ирназарға үҙ бригадаһының ҡорал тоторға яраҡлы кешеләренән тыш өйөрҙә йөрөгән бар йылҡыһын да, пар һөрөргә төшкән әллә нисә тракторын ғына түгел, «минем ужытым сыҡҡан», тип иркенләп һөйләп йөрөгән үҙенә лә китеп, һуғыштың әсе һурпаһын татып, ҡайтырға тура
* ‑ иртәнге намаҙҙан һуң уҡыла торған икенсе намаҙ.
килде.
Бер-нисә көндән һуң 1905-1915 йылдары тыуған ир-егеттәр бөтәһе лә тигәндәй һеперелеп һуғышҡа оҙатылды. Ирназар бригадаһынан ауырыу сәбәпле армиянан ҡалып йөрөгән Сәхәүетдин бригадирға ҡәңәшкә килде.
‑ Минең гадуктарҙы нишләп мобилизация иғлан итмәнеләр икән? – тип һораны ул Ирназар ҡарттан. Әйтерһең дә мобилизацияның башлығы булып уларҙың бригадиры тора. Тартып торған тәмәкәһенең осон теле менән алыҫҡа ырғытты ла Ирназар һорау бирҙе:
‑ Ә һинең, Сәхәүетдин ҡустым, ужытың нисәнсе?
‑ Мин ни, 1917 йылдың бесән мәлендә тыуғанмын, ‑ тип яуап ҡайтарҙы Сәхәүетдин.
‑ Әй, мырҙа, йәш булһаң да башың эшләмәй икән, ун етенсенән алып егерме икенсе йылғыларға тиклем кешеғә мобилизация иғлан итеп ни йыяһың? Улар барыһы ла тегендә бит, ‑ тип Ирназар ҡарт ҡулын көнбайышҡа һуҙҙы. Армыт-армыт булып күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙары артында уның ауылдаштары ең-яға килеп ошо минутта немец менән алыша төҫлө тойолдо колхоз бригадирына.
Бөтә ғәләм күңеленә ҡара һөрөм һалған, бөтә илде ҡайғы-хәсрәткә батырған һуғыш башланыуҙың икенсе көнөнә үк үҙенең һары атына атланып алған бригадир халыҡты үҙенең ихатаһына йыйҙы. Атынан төшөп, трибунаға менгән шикелле, болдор өҫтөнә баҫты ла һөйләй башланы:
‑ Йә, ни уйлап өйөгөҙҙә ятаһығыҙ? Ҡул ҡаушарып өйөгөҙҙә генә тик ятып немецты еңергә уйлайһығыҙмы? Илебеҙҙең ижтимағи нигеҙен нығытабыҙ, ҡурғаусылыҡ һәләтен арттырабыҙ һәм дә һуғышҡа оҙатылған ирҙәребеҙ, уландарыбыҙ еңеүсе булып ҡайтһын ти икәнһеғеҙ – һеҙҙең барығыҙ ҙа, анауы малай ҙа, ‑ Ирназар ҡарт еңенең осо менән танауын һөртөп торған алда торған ете-һигеҙ йәшлек малайға төртөп күрһәтте. – Эйе, ана шул малай ҙа хәҙер үк ең һыҙғанып эшкә тоторорға тейеш. Хәҙер ағай-эне ҡайғы-хәсрәткә бирелеп, эшһеҙ ята торған заман түгел. Үҙегеҙ өсөн генә түгел, хәҙер һеҙ ана шул ҡулына ҡорал тотоп, немец менән алышҡан ирҙәрегеҙ, ағаларығыҙ һәм уландарығыҙ байына ла эшләргә тейеш. Ил һаҡлауға үҙенең көсөн, башын һалған кешеләрҙе хөкүмәт онотмаҫ, обидаға бирмәҫ. Аңлашылдымы, әғәйне? – тип һораны Ирназар ҡарт аҫтан уға бөтә киләсәкке өмөтөн бағлап текләп торған ауылдаштарынан. Уларға болдорҙа ҡамсыһын урап ҡулына тотоп торған кеше түбәнге остоң бригадиры түгел, ә әллә ҡайҙан, юғарынан килгән хөкүмәт вәкиле булып күҙ алдына баҫты.
Бөтә түбән ос халҡы һеперелеп, яңынан бесән өҫтәнә сыҡты. Тик хәҙер, элекке кеүек Ҡорүҙәк буйын яңғыратып торған йыр-моң, ихлас көлөү тауыштары ишетелмәне, һәр кем үҙ тойғоһон, эс серен бикләп, тәрәнерәк йотто. Элегерәк бесән күбәләп йөрөгән Һөйәрбикәне һәм тағы шуның ише мыҡтыраҡ ҡатындарҙы һайлап, Ирназар ҡарт бер үк ваҡытта күбә лә ебәргән, ләкин кәбән ослауға иң маһир Әхмәдиәр ҡартҡа беркетеп, кәбән һалырға ҡушты.
Үҙенең был «яңылығы»на, күрәһең, әҙерәк тантаналыраҡ төҫ биреү өсөндөр инде, ул халыҡ төшкө аштан һуң эшкә ҡуҙғалыр алдынан үҙ бригадаһына йыйылырға әмер бирҙе. Йыйылыу урыны электән булғанға күрә бер кем дә «ҡайҙа йыйылабыҙ?» тигән һорауҙы биреп торманы. Бригадир үҙе ятып торған таҡтөй артына халыҡ берәмләп йыйыла башланы. Өҫтән ел-ямғырҙан һаҡлау өсөн күн менән ҡапланған таҡтөй ҡабырғаһында ултырған ҡыҙыл һандыҡ бер үк ваҡытта бригадаға килтерелгән аҙыҡ-әүкәтте һаҡлау һәм бригада өҫтәле ролен дә үтәй. Бригадир башта үҙ хужалары һуғышҡа алынған кәбәнселәрҙең эйәһеҙ һәнәктәрен һандыҡ алдына ситән бағанаһы һымаҡ теҙеп ергә ҡаҙаны ла, моңло күҙҙәре менән уны уратып алған ауылдаштарына ҡараны.
‑ Бына, әғәйне, ошо алдығыҙҙа йәтим баҫып торған һәнәктәрҙең хужалары хәҙерге көндә әллә ҡайһы сит ерҙәрҙә ыҙа сигеп ҡаты һуғыштарҙа йөрөп ята. Бәлки, был бер күбәне бер үҙе сәнсеп кәбән өҫтәнә сөйгән ауылдаштарығыҙҙың ҡайһы берҙәре ил өсөн башын да һалғандыр.
Әле бындай йән өшөтөрлөк ҡайғылы хәбәрҙе бер кем ауыҙынан да ишетмәгән ҡатын-ҡыҙҙың күҙендә йылтырап ынйылай йәш бөртөктәре күренде. Бер нисәүһе танауҙарын мырш-мырш тартып күҙ йәшен һөрттө. Тамаҡтарына ниндәйҙер төйөн килеп тығылған олораҡ ҡарттар тамаҡ ҡырып, биттәрен ситкә борҙо. Ләкин бригадирҙың башта ҡалтыраныбыраҡ сыҡҡан тауышы тора-бара нығынғандан нығыны.
‑ Беҙгә Гитлер һуғыш башлап, Ялан колхозының халҡы ла, малы ла астан ҡырылыр, тип уйлағандыр. Юҡ, ҡәбәхәт! Беҙ ундай ебеп ҡалыусыларҙан түгел, ‑ тип Ирназар ҡапыл шарнирға ҡуйылған шикелле тарамыш үңәсен көнбайышҡа, алыҫта күгәреп ятҡан Күсем ташы яғына борҙо ла, Гитлерҙы ҡурҡытырға теләгәндәй герман һуғышында яртылаш өҙөлгөн һуҡ бармағын өҫкә күтәреп янап ҡуйҙы. – Беҙҙе сусандап ҡына ҡурҡыта алмаҫһың, күҙең аларып беҙҙең илгә шашып килеп инһәң дә, һөйәгеңде лә йыйып ала алмаҫһың, һөйәктәрең беҙҙең ерҙә бурһып серер, мәлғүн!
Ирназар аяғы аҫтына төкөрҙө һәм ҡыҙыу һүҙен дауам итте:
‑ Минең кәбәнселәремде һәнәктәрен ҡалдырып ҡулына мылтыҡ алырға мәжбүр итеп, Ирназар ҡартты кәбән ҡуя алмаҫ, бесәнһеҙ тороп ҡалыр тип уйлағандарҙыр инде, илбаҫарҙар! Беҙҙә һуғышҡа киткән кәбәнселәрҙе алмаштырырлыҡ бынамын тигән кешеләр етәрлек! Бына торалар улар, эйелмәгән баштарын өҫкә сөйөп, арыу-талыуҙы белмәгән бесәнселәрем, – Бригадир ҡыҫыҡ күҙҙәрен алғы рәттә бер төркөм булып өйөлөп баҫып торған йәш ҡатындарға төбәне.
‑ Бына, Һөйәрбикә килен, һиңә колхоз бәһлеүәне Әлимғәфәров Сәхәү ағайыңдың үҙе эшләй торған һәнәген тапшырам, үҙе шикелле күбәләрҙе кәбән башына ҡолаҡсындап ырғытып тор.
‑ Һиңә, Хөмәйрә ҡарындаш, бына ҡулыңа һуғышҡа киткән Байсарин Сарбай ағайыңдың һәнәген тотторам. Шаҙраныҡы шаҙраға, тип уйлай күрмә, ҡарындаш. Был һәнәк уның тәүге герман һуғышында һәләк булған атаһынан ҡалған, бына сатаһында уларҙың айғолаҡ тамғаһы ла бар, ‑ тип ҡарайғанса йышылып бөткән һәнәк сатаһын ҡулы менән һыйпап уларҙың инәүен күрһәтте, – Бына, һынған урынынан ҡалай менән уратылһа ла, был һәнәк әле бер-ике Гитлерҙың башына етәсәк. – тип шым ҡатып торған ҡарағусҡыл биттәре ҡояшҡа ялтырап янған Хөмәйрә ҡулына һабы йышылып нәҙегәйә башлаған йәтеш кенә һәнәк тотторҙо.