

Асия Әхмәтдин ҡыҙы Шәйхетдинова (Тимерғәлина) менән әңгәмәләшкәс, һуғыштың ниндәй ҙур афәт икәненә тағы ла бер инандым. 1932 йыдың 1 ғинуарында Туймазы районы Ҡабыҡ-Күпер ауылында тыуған, 1955 йылдан Бишҡурай ауылында йәшәй. Ул, күп михнәттәр күргәнгәме, йәшәүҙең ҡәҙерен, тәмен белә, әле лә һис тик тормай, гел ҡыштырлап нимәлер эшләп йөрөй, балалары менән бергәләп татыу ғүмер итә.
– Һуғыш башланғанда миңә ни бары 9 йәш ине, – тип һөйләй Асия әбей. – Хәтәр хәбәрҙе ишетеп, бөтә ауыл ҡайғыға ҡалды. Герман һуғышында 7 йыл офицер булып хеҙмәт иткән һәм яраланып ҡайтҡан атайым Әхмәтдин Шәйхетдин улы һуғыштың нимә икәнен яҡшы аңлай ине. Колхозда ябай мал ҡараусы булған әсәйем Кәмилә Хәкимулла ҡыҙы ла балаларын ҡосаҡлап, үрһәләнеп иланы.
Беҙ бөтәһе 10 бала инек. 1918 йылғы Муллағәли һәм 1919 йылғы Әлим ағайҙарым Мәскәүҙә хәрби академия тамамлайҙар. Фин һуғышынан иҫән-һау ҡайтҡан Муллағәли ағай отпускыла ине. Ул тиҙ генә йыйынып китеү яғын ҡараны. Ҡабаланып, ҡыҙыл тышлы һүҙлеген онотоп ҡалдырған. Туғыҙ телдә яҙылған һүҙлекте һуңынан атай Мәскәүгә илтеп бирҙе. Муллағәли ағай – 1941, Әлим ағай 1942 йылда һуғышҡа китте.
Фатима апайымды һуғышҡа тиклем үк ФЗО-ға алғайнылар. Шатурала эшләп йөрөгән еренән уны Ленинградҡа санитарка итеп ебәрәләр... Ленинград блокадаһында ҡот осҡос аслыҡты ла, бер өҙлөкһөҙ бомба, снаряд шартлауын да күрергә тура килә уға. “Ҡаланы үлем һөрөмө ҡаплағайны: госпиталдә ыңғырашыу, һыҙлауға сыҙай алмай үрһәләнеп ҡысҡырыу, яралыларҙың йөҙөндә йән өшөткөс ғазап; урамда аслыҡтан интеккән бала-саға, һыуын һөйрәп барған ерҙән, икмәккә сиратта торғандай тәгәрәп үлеүсе ҡарттар, заводта станок артында эшләгәндә йән биреүсе йәштәр... Был күренештән тилереү дәрәжәһенә етә торғайным. Шартлау, атыш тауыштары бөтә йәнде аҡтара ине. Торғаны менән тамуҡ булды ул Ленинград!” – тип илай-илай һөйләне Фатима апайым.
Һөжүм ваҡытында ете ҡыҙ торған урынға бомба төшә. Уларҙы үлде тип уйлайҙар. Икенсе көндө генә, ыңғырашҡан тауыш ишетеп, ҡаҙып алалар, өсөһө иҫән була. Фатима апайымдың ҡолағы, ике бармағы өҙөлә, ауыҙы ҡыйшая, бик ҡаты контузия ала. Уны Ладога күле аша сығарып, госпиталгә оҙаталар. Госпиталдән хәбәр алыу менән, атайым юлға сыҡты. Фатима апай юлды күтәрерлек хәлдә булмай, шуға атай яңғыҙы әйләнеп ҡайтты. Уның бер үҙен күреп, беҙ апай өсөн бик ныҡ ҡурҡтыҡ. Фатима апайым, бик оҙаҡ дауаланып, Еңеү байрамы алдынан ғына тыуған йортҡа ҡайтып инде.
1924 йылғы Фәнил ағайымды 1943 йылда һуғышҡа алдылар. Дошманды дөмөктөрәм, тип сәмләнеп фронтҡа етеп барған һалдаттар тулы эшелонды бомбаға тоталар, ағай шунда һәләк була.
1930 йылғы Хәмит ағайҙы ФЗО-ға ебәрҙеләр, шулай итеп ул ситтә ыҙа сикте. Һуғыш ваҡытында беребеҙ ҙә өйҙә ултырманыҡ, әсәй, Фәимә апай, мин, баҫыуға эшкә барғанда, 1939 йылда тыуған Хәмитте үҙебеҙ менән ала торғайныҡ. Беҙ һыйыр егеп ер һөрҙөк, сәстек, утаныҡ, бесән әҙерләнек, ураҡ урҙыҡ, бөртөкләп ҡалған башаҡтарҙы йыйҙыҡ... Халыҡҡа эш етерлек булды. Ферма мөдире итеп тәғәйенләнгән атай, фермалағы бөтә эште лә беҙгә ҡуша ине, шулай итеп, баҫыуҙан ҡайтҡас, унда малдарҙың аҫтын таҙартып, быҙауҙарға йылғанан һыу ташып эсереп, ашарҙарына һалып ҡайта торғайныҡ. Мин һарығын да, тауығын да ҡараным – бер эштән дә екһенмәнем!
Өй тулы бала булғас, ашарға бик самалы ине, етмәһә, атай ҡәйнәһен һәм әсәйҙең һуғыштағы Камалетдин ҡустыһының өс балаһын да ахыр сиктә беҙгә алып ҡайтты. Гөлъямал еңгә, балалары астан шешенә башлағас, ураҡ урып ҡайтҡанда алъяпҡыс кеҫәһенә ике ус арыш һалып ала. Райондан килгән вәкилдәр туҡтатып тентеү ойоштора һәм Гөлъямал еңгәне ҡулға алып, лагерға оҙата. Бер йылдан һуң уның үлеүе тураһында хәбәр алдыҡ. 1941 йылда фронтҡа киткән Камалетдин ағай ярты йылдан һуң ҡаты яраланып госпиталдә дауалана һәм ҡабат алғы һыҙыҡҡа ебәрелә, күп тә үтмәй һәләк була. Уларҙың үкһеҙ етем ҡалған өс балаһы атайым ҡарамағына ҡалды, икәүһен Өфөгә училищеға уҡырға бирҙе, бәләкәйе беҙҙә үҫте.
Һуғыш ваҡытында иң йөрәккә тейгәне ҡара ҡағыҙҙар килеү булды. Тәүҙә – Фәнил ағайыма, шунан Муллағәли ағайға, Камалетдин абзыйға ҡара ҡағыҙ алдыҡ.
1945 йылдың 9 майы. Мин Бишҡурай мәктәбенең V класында уҡый инем. Еңеү хәбәрен уҡытыусыбыҙ Фәүзиә апай инеп әйтте. Беҙ һөйөнөшөп һикергеләй башланыҡ. Кемдер илай, кемдер көлә, атайҙары һуғышта булғандар: “Ура! Тиҙҙән атай ҡайта!” – тип ҡысҡыра. Ул көндө башҡаса дәрестәр булманы, беҙ урам буйлап һөрәнләп һөйөнсө алып йөрөнөк.
Ҡайғы-хәсрәт Еңеүҙән һуң да туҡтаманы, 1945 йылдың 18 майында Әлим ағайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат алдыҡ. Әсәй менән беҙ илап шешенеп бөттөк, атай: “Минең улым юғала торған егет түгел!” – тип, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ҡадир ҡәйнеше менән Мәскәүгә юл тотто. Улар, Әлим ағайҙың хеҙмәт иткән часын табып, ныҡлап белешеп, батырҙарса һәләк булыуын асыҡлап ҡайтты. Үҙҙәре һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалһа ла, ”Ҡыҙыл Йондоҙ”, III дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, күп кенә миҙалдары ҡайтты, өй түрендә ағайҙарҙың иҫтәлеге булып эленеп торҙо.
Тылда эшләүселәрҙе лә бик ҙурланылар, һуғыштан һуң “Тылдағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр. Атайым, әсәйем, Фәимә апай, Хәмит ағайҙарға ла ошондай миҙалды тапшырҙылар, иҫән ҡалғандарыбыҙҙы Еңеүҙең – 60, 65, ҡайһы берәүҙәрҙе 70 йыллығына, һуғыш ветерандары менән бер рәттән, миҙал менән бүләкләнеләр. Һуғыштың михнәттәре алғы һыҙыҡта ла, тылда ла берҙәй ауыр булды шул. Еңеү өсөн, ай-һай, ниндәй хаҡ түләргә тура килде! Беҙҙең ғаиләнән генә өс ағайым һуғышта һәләк булды, Фатима апай иҫән ҡайтһа ла дауаланыуҙан башы сыҡманы, йәшләй генә ер ҡуйынына инде, ауыр эштән өҙлөгөп ҡалған Фәимә апайым да күптән теге донъяла, әсәйем был тиклем ҡайғыны күтәрә алманы. Үлем түшәгендә лә: “Балаҡайҙарым минең, һеҙһеҙ миңә йәшәү юҡ! Бала ҡайғыһынан да ауыр бер нәмә юҡ! Аслыҡҡа ла, туңыуға ла, ауыр эшкә лә, йәберләүҙәргә лә түҙеп була, балаңды, бер юлы нисәмә сабыйыңды юғалтыуға сыҙап булмай икә-ә-ән”, – тип үрһәләнгәне әле лә күҙ алдымда. Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш арҡаһында минең бала сағым булманы, рәхәтләнеп уйнап-көлөп сәхрәләрҙә йөрөйһө урынға, батҡаҡ йырып симәнә ташыным, үҙем аслыҡтан шешенһәм дә, баҫыуҙа бөртөкләп башаҡ йыйҙым, әле лә иҫемә төшөрөп, төндәр буйы йөрәгем ауыртып йоҡлай алмай борғоланып ятам, хәҙер килеп 10 баланан яңғыҙым тороп ҡалдым...” – тип йәшле күҙҙәрен һөртөп хәтер йомғағын тағатты Асия апай.
Ләлә АБЗАЛОВА,
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.