

Башын ян-яҡҡа бороп Ирназар кемделер эҙләгәндәй итте.
‑ Ә бына был һәнәк, Сафыя ҡарындаш, һинең үҙ атайың һәнәге. Һабының мынау урыны әҙерәк ярсылған, ләкин күрәһең бит, атайың ул ерен ҡайыш урап нығытып ҡуйған. Атайың теләһә ниндәй күбәне лә тубығына ултыртып кәбән башына һелтәй торғайны бит, алдына кеше сығармаҫ ине, байғош, ‑ тип ысҡындырҙы ла үҙе лә үкенде.
Эске тулҡынланыуын йәшерергә теләгәндәй һәнәкте ҡарамай ғына ғүмер буйы бригадала кәбән ҡуйған Әбләзов Солтанәхмәт ҡыҙына тапшырҙы. Үҙе бер ҡул менән күҙенә эркелгән йәшен һөртөп, икенсе ҡулы менән һәнәккә ынтылды. Тағы бер-нисә һәнәк бында торған үҙ туғандарына эләкте. Һәнәктәрҙе яңы хужаларына тапшырып бөткәс, Ирназар ҡарт, алдында һәнәктәрен мылтыҡлы һалдаттар кеүек тотоп торған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап:
‑ Насар, илке-һалҡы эшләп, был колхоз малын йылдан-йылға ашатып килгән һәнәктәргә тап төшөрмәгеҙ. Былар еңел-елпе генә, бармаҡ осо менән генә эшләй торған һәнәктәр түгел. Алама эшегеҙ менән мыны тотҡан хужаларҙың үҙҙәрен дә рәнйетмәгеҙ. Был ҡомартҡылар үҙҙәрен йәтим итеп хис итмәһендәр, уларға ысын хәжа булығыҙ, ‑ тип һүҙен тамамланы. – Ярай, инде хәҙер эшегеҙгә таралышығыҙ.
Ләкин кәбән һалыу эше, Ирназар ҡарт күпме генә дәртләндермәһен, яңы кәбәнселәр нисек кенә тырышмаһын, тиҙ генә юлға һалынып китә алманы. Баштараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙе әймәксе, «мыйҡылдап торған тәне ҡатҡанса», бригадир үҙе лә кәбән һалышты. Бригадала был эш иң ауыр хисапланғанға күрә бригадир яңы кәбәнселәргә көндәлек икмәк «нурмаһын» ике ҡаҙаҡҡа, ҡымыҙҙы литр ярымдан өс литрға күтәрҙе. Шулай ҙа был сара менән генә Ирназар ҡойолған кәбәндәр хисабын артыҡ ырата алманы. Нисә әйтһәң дә, еңел-елпегә өйрәнгән ҡатын-ҡыҙ, күберәк күбә тарттырыуҙа эшләгән Әхмәдиәр, ҡарыуы ҡайта башлаған бороңғо кәбәнсе Ғәббәс ҡарт, көн буйы ауыҙынан тәмәке төшмәү арҡаһында үпкәһе ғырылдап торған Ирназарға элекке кәбәнселәрҙең көслө ҡулдарында уйнап торған өс саталы ағас һәнәк суйындан эшләнгән кеүек, тегеләр бер сәнсеп күккә сөйгән ҡылған күбәләр араһына мунса ташы тултырғандай ауыр тойолдо. Баҫҡан кейеҙ һымаҡ күбәлә ултырып тығыҙланған ҡылған бесәнде күтәреп, еңелсә генә ташларға өйрәнгән, ҡатын-ҡыҙҙар хәлдән тайҙы. Биш-алты һәнәкте бер күбәгә сәнсеп тә эш сығара алманы кәбәнселәр, сөнки һәр кем һәнәген үҙ яғына һөйрәне.
Тамам арыған Ирназар ҡарт, ғәрлегенән ергә төкөрөп, урталанған кәбәнгә текләп, йыш ҡына тәмәке төрөргә мәжбүр булды. Тәмәке төтөнөн ене һымаҡ күргән Әхмәдиәр оҙонса битендәге йыйырсыҡтарын бергә сирыштырып:
‑ Ирназар мырҙа, хут эшләгәндә ошо нәмәңде ҡуйып торһаңсы, түбәнге оста һинән башҡа тәмәкесе лә юҡ табаһа, ташлаһаң да ярар ине шуныңды, ‑ тип туҙынды.
‑ Әйҙә, беҙ янғанса тәмәке янһын. Һуғыш башланғанына бер ай ваҡыт үтте, сельпо кәпирәтендә уның тәмәкеһе лә бөттө бит әле. Тегендә китеп торалыр инде, ‑ яуапланы тыныс ҡына Ирназар һәм таҙ башын бороп, көнбайышҡа тәмәке төтөнөн өрҙө. – Белмәйем инде, был махорка ла ҡороһа, үленер инде.
‑ Тиҙерәк ҡороһа ярар ине, ‑ тине эш ырамағанға талағы ташып ултырған Әхмәдиәр ҡарт.
Бер өйкөм булып ситтәрәк бер-береһенән оялған шикелле аҫҡа ҡарап ер соҡоп ултырған кисәге бәхетле киленсәктәрҙең үҙ ғәме. Элекке кәбәнселәр ҡулында өҙлөкһеҙ шылып шымарып бөткән һәнәк һабын үтә ныҡ тотоп, ҡабарған устарының янып һыҙлауына ҡарамаҫтан улар күңелдәре менән ҡәһәрле һуғыштың һөйөклө ирҙәрен ҡосаҡтарынан тартып алып китеүе менән һис тә килешеп бәтә алмайҙар. Уларҙың һәр береһе тип әйтерлек һуғыштың бөгөн-иртән тамамланып, үҙ ирҙәренең иҫән-һау кире әйләнеп ҡайтыуын эштән бушаған минуттарында зарығып көтә. Ҡатындарҙың хәҙергә береһенең күңелендә лә: «Минең иремдең һуғыш яланында башын һалыуы мөмкин» тигән ҡайғылы уй-хәсрәт юҡ. Уларҙың башында «Минең һөйөклөм өйҙән нисек киткән, шулай әйләнеп ҡайтырға тейеш» тигәнерәк үтә яңылыш, ҡәтғи, ләкин өмөт биргән фекер генә ята. Әле ауылда бер кем дә «ҡара мөһөр» һуғылған, ташҡа баҫылған ҡайғылы ҡағыҙҙарға юлыҡмаған, ул турала уйлаған кеше лә юҡ.
Уйланып ултырған үҙенең кәбәнселәре эргәһенә Ирназар ҡарт килеп ултырҙы. Ҡабарған устарын ҡулъяулыҡ менән урап алған бер-нисә бисәне күреп:
‑ Йә, ҡулығыҙ ҡабарып та ҡуйҙымы ни? – тип һораған булды. Яуап ала алмағас:
‑ Нисауа, баштараҡ шулай булыр инде. Аҙаҡтан күнегеп, ҡайышҡа әйләнеп китә ул. Бөгөн кискә һарыҡ майы менән майлап ятығыҙ. Йәш тән таң атҡанса уңала ла ҡуя ул. Әйҙә, ҡыйын булһа ла, ошо кәбәнде ослап ҡуяйыҡ инде, ҡарындаштар, йә кискә табан яуын яуып ебәрер, ‑ тип зәп-зәңгәр болотһоҙ күккә ҡараны.
Әкренләп кәбәнселәрҙең ҡулдары түгел, тәүге көндәрҙә тәҡәт бирмәй һыҙлаған аяҡ быуындары, иртә менән яҙылмаған билдәре күнегә төштө. Суйындай ауыр һәнәктәр ҙә еңеләйә башлағандай тойолдо. Күҙгә йомғаҡ түбәләй булып күренеп ултырған күбәләр ҙә әҙерәк баҫылғандай булды. Бер аҙна үтеүгә ҡулдарын ҡабартып, һәнәккә тотонорға ҡурҡып ултырған ҡатын-ҡыҙ, Әхмәдиәр ҡарт күберәк кәбән башында булыу арҡаһында, күбә килгәнен көтөп тора башланы. Ирназар ҡартты инде кәбән һалыу эшенән бушатырға тура килде, ул тик тәмәкеһен ҡырын тешләп, хәл белешергә генә килә башланы. Күбә көтөп, һәнәгенә таянып торған Һөйәрбикә уның бер килгәнендә:
‑ Ирназар ағай, күбәселәрҙе өҫтәргә кәрәк. Өлгөртә алмай башланылар, ‑ тигәс, бригадир эске шатлығын йәшерә алмай:
‑ Бына бит, малай, кәбәнселәр һуғышҡа китеп бөткәс, инде нишләрмен, тип аптыралғайны. Хәҙер күбә өлгөртөп булмай. Иртәгә үк бер күбә тарттырыусы өҫтәрмен, ‑ тине лә Ирнаҙар һәм уйға ҡалды. – Һеҙ, ҡыҙҙар, ҡылған бесәндә мине шулайтып ҡыҫҡас, ҡарағураға төшкәс нимә булыр? – тип борсолғанын белдерҙе.
‑ Уны алдан уйлап ҡуй, бригадир, ҡарағура һиңә ҡылған бесәне түгел, ул ерҙән шылмай, түнкәрелә лә ята торған, ‑ тине Әхмәдиәр ҡарт уның һүҙен кеүәтләп.
Шулай итеп бригадир эштең иң ауыры хисаплаған кәбән ҡойоу эше лә алға тәгәрәне. Диңгеҙ кеүек алыҫтарға йәйрәп ятҡан ҡылған яланында сафҡа теҙелгән ҡыҙылармеецтар һымаҡ унарлаған кәбәндәр ҡалҡып сыҡты. Башын күккә сөйгән һәр яңы кәбән ҡулдарына кисә генә һәнәк тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңеленә шатлыҡ өҫтәне, үҙ фамилияларын көн дә тигәндәй ҡыҙыл таҡтала күреү уларҙа ғорурлыҡ хисе уятты. Хәҙер инде Һөйәрбикә лә иптәштәренең: «Берәй ереңде имгәтеп ҡуяһың бит!», тип ҡат-ҡат тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, вағыраҡ күбәләрҙе бер сәнсеүҙә өҫкә сойорғап, кәбән ослаған Әхмәдиәр ҡартты бер нисә мәртәбә аяғынан йыҡты.
‑ Һин, ҡыҙым, абайлаңҡырап ташла. Күбәңде минең өҫкә ырғытма, һәнәккә биреп тор, ‑ тигән булды ҡарт яңынан аяғына баҫып. Тик бер саҡ һәнәктең осон ергә терәп, тубыҡланып күбә күтәргән саҡта Һөйәрбикәнең бил тирәһендә ниндәйҙер бер һөйәге «мырт» итеп өҙөлгәндәй булды. Уның күбәгә сәнселгән һәнәге ҡулынан төшөп китте, ә үҙе хәле бөтөп ергә ултырҙы. Уның ҡобараһы осоп, тын ала алмай биленә таянғанын күреп ҡыҙҙар:
‑ Уй, алла, ана Һөйәрбикә әллә ҡайһы ерен имгәндереп ҡуйҙы бит!
Икенсеһе:
‑ Ауыр күтәрмә, билең биртенеп ҡуйыр тип ҡаңҡылдап тораһың, ҡолағына ла элмәй бит исмаһам!
Һөйәрбикәне кәбән төбөндәге һалҡынға ятҡырып билен дә ҡараған булдылар, ләкин ҡүҙгә күренеп торған бер ни ҙә таба алманылар. Кәбән башында торған Әхмәдиәр ҡарт, аҫтан бесән ташлау туҡтап ҡалғас өндәште:
‑ Һеҙ унда әллә Ирназар ағайығыҙға оҡшап тәмәке тартырға ултырҙығыҙмы?
Бер аҙҙан, аҫтан бесән биреү бик мөсһөҙләнә башлағас, Әхмәдиәр яңынан ҡысҡырҙы:
‑ Сәхәү ағайығыҙҙың һәнәгенең бер сатаһы һындымы әллә? Бер ҙә шуның еле һиҙелмәй башланы, ‑ тип мәрәкәләп тә ебәрҙе.
Ләкин биле ауыртып кәбән төбөндә ятҡан Һөйәрбикәлә шаярыу ҡайғыһы юҡ ине. Ул тәҡәт бирмәй ауыртҡан билен баҫып, бер-ике көн һылтыҡлай йөрөнө лә, яңынан эшкә тотоноп китте. Шулай итеп Ирназар ҡартты өркөтөп, алда ҙур ҡайғы булып күренгән бесән мәле лә утеп китте.
Шулай ҙа фронт хәлдәре һис кенә лә ҡыуандырманы. «Инәһеҙ, өйөрлө эшкинмәгән. Урта бармаҡ һымаҡ ирҙәрҙе фронтҡа алһалар ҙа, бер ниндәй эш ҡыра алмайҙар. Мин бында ҡарт-ҡамҡы, бисә-сәсә менән быйылғы бесән эшен башҡарып сыҡтым. Өҫтә берәр ҡоротҡослоҡ барҙыр, шулай булмаһа беҙҙең Ҡыҙыл Армия хәҙер Варшау тирәһендә булырға тейеш ине», ‑ тип уйлай Ирназар ҡарт. Ҡыҙыл яулығын ялпылдатып, ҡулына «Ҡыҙыл Башҡортостан», район газетаһы тотоп бесәнселәр ҡыуышына табан библиотека мөдире эшен башҡарған ҡыҙҙы күргән һайын «Ана, тағы ла теге инфорбюро килә», ‑ тип сираттағы күңелһеҙ яңылыҡ алып килеүен алдан белгән шикелле, бригада халҡы уны шым ғына ҡаршы ала.
‑ Йә, ҡыҙым, бөгөн дә фронтта эштәр мөшкөлмө? – тип һорай унан бригадир. – Тағы ла шул артҡа сигенәләрҙер инде, тағы ла берәй ҡаланы биреп ҡасҡандарҙыр? Ҡаты бәрелеп уның һорауынан ҡаушап ҡалған ҡыҙға үҙенен үпкә һүҙҙәрен әйтергә ашыға Ирназар.
‑ Уҡыма шуныңды, ҡыҙым. Бигерәк эсте бошора бит. Ниткән бөтмәгән сигенеү булды был, ә? Ошо һан кеше, ошо һан ҡорал менән нигә шул немец булған дошманды туҡтатып булмай икән? – тип тәүге герман һуғышында ҡатнашҡан Ғәббәс ҡарт аптырап баш һелкә.
Яңы ғына техникум бөтөрөп эшләй башлаған ҡыҙға бындай ауыр һорауҙарға яуап биреүе бик еңел түгел, әлбиттә. Ул ҡыҙара, бүртенә, илар хәлгә етә, ундай һорауҙарға ул үҙе лә, көн дә тигәндәй, яуап эҙләй, ләкин таба алмай. Әҙерәк йомшара төшкән Ирназар ҡарт тағы ла һүҙгә ҡыҫыла:
‑ Һеҙ нигә ул йәш баланы ҡыҫмаҡҡа алаһығыҙ, ә? Ул һеҙгә Мәскәүҙәге генеральный штабтан килмәгән дәбәһа! Күрше Мунаш ауылы Бәхтиәрҙең ҡыҙы ул. Уның үҙ атаһы ла фронтта бит, ‑ тигәс теге ҡыҙ күңеле тулып, тумалаҡ ҡына бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөртөп ала.
‑ Әйҙә, уҡы, ҡыҙым. Информбюроһын аҙаҡтан уҡырһың. Башта район хәлдәре менән таныштырып сыҡ. Песән әҙерләү буйынса мәғлүмәтте ҡарап ебәр әле. «Ҡыҙыл Ялан» колхозы нисәнсе урынды биләп тора шунда? – тип ҡыҙға әҙерәк дәрт керетеп ебәрә.
‑ Әй онотоп та торам икән, бөгөн Һөйәрбикә апайға хат алып килдем бит әле, ‑ тип ҡыҙ уға өс мөйөшлө конверт һуҙҙы. Быны ишетеү менән эске әҫәрләнеүенән нишләргә белмәй аҫҡа төбәлгән дөмғара ҡүҙҙәре өҫтөндәге ҡыйғас ҡаштарын бергә төйнәгән Һөйәрбикә нишләргә белмәй урынында бер аҙ тапанып алды. Уны һырып алған иптәштәренән ул хатты түшелдерек эсенә йәшерҙе.
«Әйҙә, Һөйәрбикә, Сабур ағайҙың хатын ҡысҡырып уҡы, нимә яҙған икән, беҙгә лә ҡыҙыҡ та инде», ‑ тип әхирәттәре күпме генә быуынына төшһә лә, ул хатты күрһәтмәне. Түш кеҫәһендә икегә бөкләнеп ятҡан өсмөйөш хаттан талпынып типкән Сабур йөрәгенең йылыһын тойғандай булды, теҙ быуындары ҡалтырап төшкәнгә күрә хатты шундуҡ тотоп уҡырға Һөйәрбикәнең батырсылығы етмәне. Ул әкрен генә таҡтөй артына сыҡты ла Ҡорүҙәк буйына йүнәлде. Текә ҡабаҡ өҫтөндә үҙе кеүек япа-яңғыҙ үсеп ултырған ҡарағас төбөнә һөйәлеп, дерелдәгән бармаҡтары менән адресы химик ҡәләм менән яҙылған хатты сығарҙы ла, битенә терәп байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо.
Был хат үҙ Сабурынан алған беренсе сәләм ине. Ғөмүмән, Һөйәрбикә өсөн иренең ҡул яҙмаһын беренсе мәртәбә күреүе ине.
«Ҡәҙерле Һөйәрбикә! Сәләм яҙа һинең Сабурың. Әсәйем менән Мәстүрәгә, хөрмәтле ҡайным менән ҡәйнәмә, балдыҙ, ҡәйнештәргә күптән-күп, Урал тауындай сәләмемде тапшыр. Мине һораған ағай-энегә, барыһына ла айырмайынса сәләм. Сәләмдәремде бөтөрөп, үҙ хәлемә килгәндә, хәҙергә иҫән-һаумын. Һуғыштың тәүге көнөнән алып передовойҙамын. Ай ярым самаһы ҡамауға эләгеп, бик ҡаты һуғыштарҙы кисерергә тоғро килде, бик күп иптәштәребеҙҙе юғалттыҡ. Әлегә Мәскәү тирәһендә фронт тотоп ятабыҙ. Яҡын тирәнән таныштар күренмәй. Иптәштәрҙән хаттар киләме? Адрестары булһа, ебәрегеҙ. Беҙ киткәс ҡышҡыға бесән дә эшләй алмағанһығыҙҙыр инде. Башығыҙ һау булһа, ярар, мал ҡайғыһы юҡ. Ҡулыңды ҡыҫып, һинең Сабурың.».
Һөйәрбикәнең был хатты уҡығас, шатлығынанмы, әллә ҡайғынанмы ҡүҙ алды ҡараңғыланды, башы әйләнде. Яңғыҙ ҡарағасты ҡосаҡлап ул байтаҡ ҡына күккә, унда ҡанаттарын ҡаҡмай ғына Ҡүсем ташы яғына ҡарай осоп барған аҡ маңлайлы бөркөткә ҡарап торҙо. Шул бөркөт артынан: «Минең Сабурыма, һөйөклөмә, Һөйәрбикәнең ҡайнар сәләм тапшыр!», ‑ тип ҡысҡырғыһы килде. Бөркөт нишләптер ҡарағас тәңғәленә еткәс, Һөйәрбикәнең үтенесен ишеткәндәй, һауала бер әйләнеп саңҡылдаған тауыш сығарҙы ла, артабан Ирәндек яғына осто. Һөйәрбикә ҡулына тотҡан хатты, ҡайнар күҙ йәштәрен түгә-түгә, тағы бер тапҡыр уҡыны. Ҡәләм менән генә ашығып яҙылған хаттың һәр юлында Сабур әйтеп еткермәһә лә, ҡайғы-һағыш, дөрләп янған мөхәббәт хистәре, үҙен иркәләгән Сабур ҡулдарының наҙлы йылыһы бәрелеп торғандай булды. Һөйәрбикә үҙ һөйөклөһөнөң тәүге хатын битенә ҡаплай-ҡаплай туйғанса күҙ йәшен түкте, таушалып бөткән, тышына «цензура тарафынан тикшерелде» тигән аңлайышһыҙ мисәт төшөрөлгән, иренең сәләмен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне. Ҡарағас төбөндә ятҡан тигеҙ таш өҫтөнә һалып, хатты һыйпарға кереште, әйтерһең дә ул үҙенең йомшаҡ ҡулдары менән Сабурҙың шыраулы битен һөйә. Шатлыҡтан иҫереп, ул иптәштәре янына бик һуң ғына әйләнеп ҡайтты. Ул күпме генә тырышһа ла әхирәттәренең ныҡышыуын еңә алманы, тамағына килеп тығылған төйөндө йота-йота хатты ишеттергә мәжбүр булды. Бер аҙ тын ултырғандан һуң ҡатындарҙың теле асылды:
‑ Исмаһам, «Һөйәрбикә бәғрем, мин һине үлеп һағындым», тип тә яҙмаған! Аҙағына ҡулыңды ҡыҫам тигәс, «иренеңдән супылдатып үбәм», тиһә, ни була!...Ул һеҙҙер оялмай ундай һүҙ яҙып ятырға, үлем араһында йөрәгән кешегә үбеш ҡайғыһы ти, өйөрлө нишаналар, ‑ тиеште улар.
Нисек кенә булмаһын, апрелдә алынған кешеләр араһында булған Сабурҙан хат килеүе уларҙы өҙөлөп көткән туғандары күңелендә өмөт сатҡылары уятты. Был хәбәр шундук ауыл халҡына мәғлүм булды.
‑ Фронт тотоп ятҡас, немецты хәҙер алға ебәрмәҫтәр инде, ҡыш етһә, ул бит кәҙә һымаҡ өшөмһәк, күрерһегеҙ, немец туңып ҡатасаҡ…Әйттең хәбәрҙе! Әллә улар үҙ ирке менән шымып ята тиһеңме? Улар йә шул тәүге ҡаты һуғышта һәләк булдылар, йә ҡамау ҡалып, әсир төштөләр инде…
Шундай хәбәрҙәр ауыл халҡы араһында бер аҙ таралып алды ла, ҡапыл тоҡанып һүнгән ут шикелле, тымып та ҡалды.
Август-сентябрь айҙарында береһенән «Ҡаты һуғыштар бара, беҙ дошманды ҡыра-ҡыра артҡа сигәнебеҙ, ләкин беҙҙекеләр хәҙер кондән-көнгә көсәйә. Гитлерҙың барыбер башын ҡороторбоҙ…» тигән өмөтлө хат та килде. Күңелһеҙ булғандары ла йышайҙы ‑ «Ҡулдан яраланып госпиталдә ятам…». «Хәлим ауылынан иптәшем Солтан һуғышта үлеп ҡалды. Үҙ ҡулым менән ерләп киттем, ата-әсәһенә хәбәр итегеҙ…». Үрге остан ике егеттең туғандарына «Ватан аҙатлығы өсөн һуғышта Покровск ауылы янындағы 200,7 ҡалҡыулыҡта батырҙарса һәләк булды», ‑ тигән командирҙары ҡул ҡуйған ташҡа баҫҡан ҡара ҡағыҙ ла тапшырҙылар. Был ҡайғылы хәбәр яҡындары һуғышта булған кешеләрҙең күңелдәренә шом, ҡурҡыу һалды. Ялан халҡы почтальон өйгә килтереп тапшырған һәр ҡағыҙ эсендә шатлыҡ ҡына түгел, ә йөрәктәрҙе тетрәткес ҡайғы, үлем булыуы мөмкинлегенә лә ныҡлап төшөнә башланы. Шуның өсөн почтальондың килеп ишек ҡағыуы ҡыуанырҙан алда һәр кемдең күңелен өшөттө.
Ләкин октябрь баштарында ауылға килеп төшкән бер хат бөтә ғәләмде хайран ҡалдырҙы. Унда яҙылғанды төрлөсә әүмәләп өй һайын йөрөтөп тараттылар. Ул хат күп кешеләрҙе төрлөсә уйландырҙы. Уны яҙыусыһы ла, шул ауыл халҡының теле менән әйткәнсә, бер төрлөрәк, бер ҡатлыраҡ кеше ине. Һуғыштан алда ваҡ мал урлап тотолоп, яуапҡа тарттырылып та йөрөгәйне. Хаттың эстәләген шундуҡ ятлап та алдылар. Унда бына нәмә яҙылғайны:
«Ҡәҙерле, күҙ ҡараһы кеүек күргән әсәйем! Һалҡын таң елдәре артынан йәш күкрәгемдән ҡайнап сыҡҡан сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Фронт хәлдәренә ҡалғанда, бик ҡаты һуғыштар бара. Көн һайын сигәнәбеҙ, сигенә торғас мыйыҡ ҡарт ултырған ҙур ҡалаға килеп еттек. Әгәр эштәр ошо фурмыла барһа, уктәбер аҙаҡтарында, алла бойорһа, Яланда булырбыҙ. Иҫән-һау күрешергә насип булһын. Улығыҙ Сиргәле.». Уның әсәһе, Кәмәриә әбей, яҙыу таныған кеше булһа был хаттың йөкмәткеһе ситкә лә һирпелмәҫ ине, бәлки. Ләкин күҙе күрмәгән әсә кеше, шатлығынан нишләргә белмәй, хат уҡытырға тип күршеләренә йүгергән. Шул хатты тәүге уҡыған малай таратҡан да инде был ҡот оскос хәбәрҙе.
Сиргәленең хатына төрлө кешенең мөнәсәбәте төрлөсә булды. Беренсе герман һуғышында тәүге айҙарҙа үк әсиргә эләгеп, тыуып үҫкән яҡтарына тик йот һуңынан ғына әйләнеп ҡайтҡан, ыҫмала менән буялған шикелле дөм-ғара һаҡал-мыйыҡлы Фәтҡулла ҡарт был хәбәрҙе ишетеү менән бик етди фекер йөрөттө:
‑ Әйттем бит мин уларға, ‑ тине лә көнбайышҡа ишара яһаны, ләкин үҙенең ҡайҙа, нимә әйтеүен бик тәпсирләп торманы. Ә ул бына нәмә әйткәйне. Апрель урталарында сборға алыныусылар араһында уның ҡусты тейеш кешеһе, районда милицияла эшләп йөргән Шаһисолтан да бар ине. Уларҙың станциянан оҙатылаһы көндө алдан белеп, ул ярты көн Магнит базарында тороп, килтергән итен һатып бөттө лә трамвайға ултырып вокзалға йүнәлде. Ете йыл буйы немец бюргерында батрак булып эшләгән Фәтҡулла әҙ-мәҙ немецсә һуҡалауҙан тыш, үҙе әйтмәксе, Das beer (һыра) һәм Schnaps (араҡы) эсергә лә өйрәнеп ҡайтҡайны. Был юлы ла ул итен һатып бөткәс, тышына бойҙай башағы төшкән бер «бәләкәйҙе» йөгө өҫтөнә ултырып, бушатып алғайны.
Ҡыҙмаса булып алған Фәтҡулла станция эргәһендә йәшел үлән өҫтөндә ултырған сборға оҙатылыусы кешеләр араһынан ҡысҡыра-ҡысҡыра үҙ ауылдаштарын табып алды. Улар айырым бер төркөм булып ситтәрәк ултыра ине. «Йә, һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», ‑ тип ул барыһы менән дә күрешеп сыҡты. Үҙе уларға ҡаршы йөгөнөкләп ултырҙы ла һүҙгә кереште:
‑ Егеттәр, күҙе лә йөҙө, немец барыбер һуғыш башлар инде. Эш шуға бара. Әгәр һуғыш ҡалҡып китһә, миңә һеҙгә әйтә торған һүҙем шул: немецты еңәбеҙ икән тип йән аямай һуғышып, ҡанығыҙҙы түкмәгеҙ. Немец барыбер беҙҙе ҡыйратасаҡ, ағайығыҙҙың һүҙен башығыҙға һалып ҡуйығыҙ. Шаһисолтан ҡустым, ‑ тип ул бит йөнө араһында юғалып ҡалған күмерҙәй янып торған ҡүҙҙәрен туғанына утлы ҡараш ташланы ла һүҙен дауам итте, ‑ бында, беҙҙең ауылдаштар араһында, һинән дә уҡығанырағы, һинән дә башлырағы юҡ. Әгәр эш улай-былайға китһә, малайҙарҙы эйәртеп Уралға алып ҡайт та кит. Уралдың ҡосағы киң, уның доньялар именләнгәнсә һеҙҙе үҙ урманында, ҡая ташында йәшерергә лә, туйҙырырға ла хәленән килә, ‑ шулай тине лә һораулы күҙҙәре менән бөтә ауылдаштарына тишерҙәй итеп ҡараны. Муйынын аҫҡа эйеп ултырған Шаһисолтан бер ни өндәшмәһә лә, элекке әсирҙең туҙға яҙмаған һүҙе бөтә кешенең йөрәген өтөп алды. Улар бер-береһенә ҡарашып, урындарында ҡуҙғалып ҡуйҙы. Ситтәрәк ултырған Сабур үҙ урынынан яй ғына торҙо ла, тимер ҡулдары менән Фәтҡулланың яғаһынан эләктереп алды. Башта күтәреп уны аяғына баҫтырҙы. Бер-ике һелкетеп алды ла асыуынан бер яҡҡа салшайған битен ҡобараһы осҡан, ҡурҡышынан аҫтына шыр ебәргән Фатҡулланың ҡара һаҡалына килтереп терәне:
‑ Йөнлө битеңде типһәндәй итмәҫтәй алда табаныңды ялтырат бынан, контр! – тип һәр һүҙен теше араһынан ҡыҫып сығарҙы. – Юғиһә, хәҙер ергә һеңдәрә һуғам, ‑ тине лә Сабур уны артҡа этеп ебәрҙе.
Фәтҡулла кейемдәрен ҡаға-ҡаға, ялт-йолт ян-яғына ҡаранды:
‑ Мин һеҙгә ҡәңәш итеп кенә, ауылдаштар булған өсөн генә әйтәм, юғиһә йөҙ түбән тәгәрәп ятығыҙ, унда минең хәббәрем юҡ, ‑ тип ул кешеләр араһына инеп юғалды.
Әле асыуы һүнеп өлгөрмәгән Сабур иҫе лә китмәй ситкә ҡарап ултырған Шаһисолтан янына килеп һораны:
‑ Һин нишләп ултыраһың бында? Әйҙә, ағайың артынан һин дә табаныңды ялтырат, ‑ тип Фәтҡулла киткән яҡҡа ҡулын һуҙҙы. Шөрләүенән йәне табанына төшкән Шаһисолтан бәләкәй генә булып сүгеп ҡалғандай булды.
‑ Мин нишләп уның артынан китәйем? Минең үҙемдең тәғәйен урыным бар, ‑ яуапланы Шаһисолтан әкрен генә тауыш менән.
‑ Хәҙер үк ағайың әҙерләп ҡуйған урынға, Уралға кит! Ағайың шундай ҡәңәш бирҙе бит, ‑ тине Сабур һаман тынысланалмай.
‑ Ярай, Сабур. Буҡ менән булма, үҙең бысранырһың. Ул иҫеректең һүҙен тыңлап кешегә бәйләнмә, ‑ тип ҡалған егеттәр уны тынысландырып, ултыртып ҡуйҙылар. Ә Шаһисолтан «Сабур минән Һөйәрбикәгә хат яҙған өсөн үсен ала», ‑ тип уйланы. Шулай ҙа Фәтҡулла ҡарттың яртылаш иҫерек хәлдә һөйләп киткән был хәбәре йәштәрҙең саф күңеленә ниндәйҙер ҡара тап, яйлап йөрәкте ашай торған тут һалып китте. Ошо ваҡиғанан һуң улар оҙаҡ ҡына бер-береһе менән асылып һөйләшә алмай йөрөнөләр.
«Яңғыҙ ғына күрәғарау әсәһен һағыныуғыналары шул тиклем булғандыр инде, бахырғананың Өҙөлөп күргеһе килмәһә, нишләп шундай хат яҙһын? Иркә генә үҫте бит. Йот йылы атаһы астан үлеп ҡалғас, әсәгенәһе итәгенә генә һалып үҫтерҙе шул.», ‑ тиеште ауылдың олораҡ ҡатындары, әбей-һәбейҙәре.
«Беҙҙең ирҙәребеҙ көнө-төнө һуғышып, ана ҡайһыһы ҡулынан, ҡайһыһы аяғынан ранин булып гуспитәлдә ята, ул Сиргәле имсәк балалай әсәһен күргеһе килгән икән, әсәһенең имсәге тирткәндер, оятһыҙ…», ‑ ғәпләште ирҙәре һуғышта булған йәшерәк бисәләр.
«Армияла, моғайын, беҙҙәге һымаҡ, ГПУ тигән нәмәһе барҙыр, шунда яҙырға кәрәк. Улар күрһәтер Сиргәлегә әсәһен…», ‑ тиеште колхоздың ҡайһы бер уҫалыраҡ активистары. Иң ҡаты бәрелгәне Ирназар булды: «Эттән тыуған тинтәк! Өрә белмәгән эт өйөнә ҡараҡ килтерер, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ауыл исемен һатып йөргән шыр алйот!», ‑ тип асыуланды бригадир.
Ләкин был хатты яҙған Сиргәлегә немецтарҙан ҡасып ҡайтып әсәһе менән күрешергә насип булманы. Ноябрь аҙаҡтарында уның әсәһе: «Һеҙҙең улығыҙ рядовой Сиражетдинов Сиргәле Мәскәү өлкәһе Солнечногорск районы Миронцево ауылы өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтеп ҡаты яраланды, 46-армия ялан госпиталендә 1941 йылдың 28 ноябрендә вафат булды һәм туғандар ҡәберлегендә ерләнде», ‑ тип яҙылған ҡара ҡағыз алды. Яңғыҙ улы һәләк булғас былай ҙа саҡ йөрөгән әсә кеше, көн-төн илап ултырып, башта ике күҙенән тома һуҡырланды, һуңынан аҡылға ла яңылыша башланы. Һуғыштың икенсе йылының яҙында Кыҙыл йылғаһы ныҡ ҡотороп ташҡан мәлендә: «Улым Сиргәле балыҡ ҡармаҡлап ултыралыр. Барып, шуның балығын алып ҡайтайым әле», ‑ тип йылға яры буйлап китеп барған әбей, емерелгән яр менән ҡуша ташҡын һыуға йығылып, батып үлде. Мәйетен оҙаҡ таба алманылар. Ҡыҙыл йылғаһы кәмегәс, Әбдрәш яғында ниндәйҙер ағас тамырына эләккән кеше танымаҫлыҡ кәүҙәһен арба менән алып ҡайтып, Ялан зыяратында ерләнеләр.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә