Шулай итеп, Сиргәле ысынмы, уйынмы ауылына яҙған хатының ғәйебе өсөн һуғыш ҡырында йәнен фиҙа итте, үҙ ғүмере менән хисаплашты, ә өйҙә ҡалған әсәһе яңғыҙ улының үлемен үҙ иңендә күтәрә алмай упҡынға ташланды.
Ҡара көҙгә тиклем ҡырпылдап колхоздың бөтмәгән эшендә йөргән Һөйәрбикә ҡырпаҡ ҡар яуғас Сабурҙың әсәләренә бөтөнләй күсеп килде. «Сабуры ҡайтҡанса ата-әсәһе менән торһа, ни була һуң, улһыҙ өйгә килен төшәме?», ‑ тип курше-күлән сөңкөлдәп тә маташҡайны, ләкин ул бер кемгә лә ҡарап торманы. Бының өсөн үҙенә күрә сәбәбе лә юҡ түгел ине, әлбиттә. Йәй буйы бер ҡыуышта еңгәһе менән йоҡлап йөрөгән Мәстүрә уға шул тиклем эйәләште, хатта бер туған үҙ апаһынан да яҡыныраҡ күрҙе. Бригадала юҡ-юҡта кистәрен ойошторола торған йәштәр уйынына ла, көсләп тигәндәй, Һөйәрбикәне үҙе артынан һөйрәне. Ләкин Мәстүрә һәм уның тиңдәштәре бөтә күңелдәрен биреп ихлас уйнап көлгәндә лә Һөйәрбикә бер саҡ ситтән генә ҡарап, тәрән уйға сумып торор булды.
‑ Әйҙә, еңгә, әҙерәк йырлап-бейеп күңелеңде асып ал, ул тиклем ҡайғырма, ‑ тип ҡайынһеңлеһе күпме генә көсләмәһен, ул уртаға аяҡ баҫманы. Шулай бер саҡ уйындан һуң түшәккә ятҡас, Мәстүрә Һөйәрбикә яғына боролоп «Еңгә, кил әле, ҡолағыңды ҡуй, бер нәмәкәй әйтәм», тип бышылданы. Һөйәрбикәнең йөрәге дертләп китте. «Бер көн мин һөт-ҡатыҡҡа ауылға ҡайтып килдем бит әле, шул саҡ әсәйем «Еңгәң ни хәлдә йөрөй?» тип һорашты ла ишектән сығып китер алдынан «Еңгәңә күҙ-ҡолаҡ булып йөрө!» тейсе. Ул нишләп шулай ти икән, еңгә?», ‑ тип Мәстүрә еңгәһенең ҡолағына шыбырланы. Һөйәрбикә уның һүҙен йүнләп аңламаған һын күрһәтеп:
‑ Ярар, ләпелдәмә, йоҡлауыңды бел. Еңгәңде ҡарап йөрө, ҡапыл ауырып-фәлән китмәһен тиҙер инде ҡәйнәм, ‑ тигән булды.
Мәстүрә уны муйынынан һыға ҡосаҡлап: «Әсәйем һине ныҡ ярата шул. Хатта ул турала күршегә һөйләп ултырғанын үҙем ишеттем»,¸‑ тип тағы еңгәһенең ҡолағына бышылданы ла тигеҙ генә тын алып йоҡлап та китте. Ләкин Мәстүрәнең үҙе лә аңламайыраҡ, балалыҡ менән ысҡындырған был ябай һүҙе Һөйәрбикәне бик тәрән уйға төшөрҙө. «Күрәһең, ҡәйнәм миңә ышанып етмәй, Сабурҙы көтмәй холҡо боҙолоп китмәһен, тип ҡурҡалыр инде», ‑ тип фекер йөрөттө.
Бына шуға күрә лә, кеше ғәйбәтенән ҡасып, атаһының сикәһе ҡорошоуына ҡарамаҫтан, Һөйәрбикә ҡәйнә өҫтөнә күсеп килеүҙе ҡулай күрҙе. Колхоз игенен йыйып алғас та Ирназар ҡарттан ат алып, үҙенә тейешле мал-тыуарын тейәп, торлаҡ алмаштырҙы. Уның арбаһы артынан эйәреп килгән мал күренмәгәс. ҡәйнәһе эстән генә: «Һыҡмыр икән ҡоҙабыҙ, танаһын бирмәһә лә бер-ике баш һарыҡ биреп сығарһа ни була, исмаһам ойоҡ-бейәләй бәйләрлек йөнө булыр ине», ‑ тип уйланы. Ҡәйнәһенең ишек асып килендең ни алып ингәнен диҡҡәт менән күҙәтеп, йөҙө һытылып тороуын күргәс Һөйәрбикә: «Атайымдар ике баш быуаҙ һарыҡ та бирәләр, хәҙергә уларҙа тороп торһон. Бәрәнләгәс алып килермен», ‑ тигәс кенә ҡәйнәһенең бөршәйгән йөҙө яҙылып, сырайы асылып китте.
Һөйәрбикәнең ҡара эшкә барымын һиҙгәс Ирназар ҡарт уны иген урыу башланғас та лобогрейҡаға тәғәйенләне. «Әйҙә, ҡыҙҙар звеноһы булһын, кәпәс кейеп йөргән ирҙәр һинең менән ярышып ҡараһын әле. Әгәр ҡаршылығың булмаһа, алға, лобогрейка башына, төптә ат ҡыуып ултырырға ҡайынһеңлеңде ал. Былай ул да, ағаһына оҡшап, эшкә тилбер генә күренә, ‑ тине бригадир. ‑ Ә инде ат башына үҙ ҡустыларыңдың береһен ултыртырһың. Үҙеңә лә уңай булыр.».
Һөйәрбикәгә бригадала хәҙергә лобогрейкала эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә булараҡ сбруйҙы Ирназар уға үҙе һайлап бирҙе. Тәжрибәле, күпте күргән бригадирҙың татлы теленә ҡарап лобогрейканың артында саталары ҡыҫҡартылған һәнәк менән мотовило яғына йығып сабылған игенде тартып ултырыуы бигүк еңел эш булмай сыҡты. Һабаҡтары ҡырҡылып тимер ҡалай өҫтөнә йығылған игенде әлдән-әле үҙеңә ҡарай тартып өйөмгә һалып барыуы артыҡ ҡыйын булмаһа ла, ул өйөмдө бер үк тәңгәлдә этеп төшөрөп ҡалдырыу өсөн Һөйәрбикәнең ҡарыуы етмәне. Өйөлгән күбәне ҡамыл өҫтөнә бушатыу өсөн аттарын йыш туҡтатырға мәжбүр булды. Бөтә бригадаға беркетелгән дүрт лобогрейканың береһенең йыш ҡына иген ыҙанында туҡтап тороуын үҙ ҡыуышында сәй эсеп ултырған бригадир күреп ҡалды ла һоро атына атланып һоло баҫыуына сабып килде. Атынан төшмәй генә тәмәкеһен борхолдатып:
‑ Һин, Һөйәрбикә килен, лобогрейка өҫтәнә игенеңде ул тиклем әҙәм көсө етмәҫлек итеп йыйма. Өйөмдәреңде бәләкәйерәк итеп ташлатып бар, йәме? – тип ҡәңәш бирҙе. Һәнәге менән сабылған игенде ҡамыл өҫтөнә ырғытып, тиргә батҡан асыулы битен Һөйәрбикә яуырыны аша уға борҙо ла ат өҫтөндә тәмәкеһе менән төтәп, ҡабырғаһы менән ултырған Ирназарға табан осҡонло ҡараш атты. «Ат өҫтөндә генә сабыуыллап йөрөп, кешегә ҡәңәш биреү еңел дә ул. Бына бик шәп булһаң, үҙең аттан төшөп эшләп ҡара – күтәнең сығар», ‑ тип ысҡындырырға ла уйлағайны, ләкин, күрәһең, уның кәйефен һиҙепме бригадир атын суҡандатып йәһәт кенә икенсе яҡҡа китте.
Һөйәрбикә этләнә торғас лобогрейкаһының да көйөнә төшөнөп алды. Хәҙер инде ул сабылған игенде еңелсә генә йыйып, этеп төшөрөп барырға ҡулайлашты. Салғыя ташы аҫтында бер-нисә көн генә элек ауыр башаҡтарын ергә эйеп, елгә ҡыштырлап ултырған һоло майҙанын Һөйәрбикә биш көн тигәндә үҙ лобогрейкаһы менән сабып йыҡты. Бригадир уның эшенә ҡарап һоҡланып бөтә алманы. Ҡамыл өҫтөндә теҙелеп киткән бер иш ашлыҡ күбәләрен күреп: «Ай, маладса, Һөйәрбикә ҡарындаш, әйтерһең дә һәр күбәне ҡулы менән яһап киткән. Былайтып элгәре ваҡыт бер ир ҙә саба алмай торғайны. Күбәләрҙе ҡайҙа етте, шунда ырғытып китә торғайны элекке лобогрейщиктар. Юрғанға наҡыш сиккән һымаҡ итеп эшләгәнһең», ‑ тип маҡтаны. «Алла бойорһа, үҙең сапҡан игенеңде ҡыш «Коммунар» ултыртып, үҙең һуғарһың. Исмаһам үҙең эшләгән эшеңдең аҙағын үҙең күрерһең», ‑ тип мәкерле бригадир алға таяҡ та ташлап ҡуйҙы.
Ләкин барыһы ла ул уйлағанса ғына килеп сыҡманы. Октябрҙең уртаһында бер төн эсендә ҡар яуып һалып ҡуйҙы, элгәрге һымаҡ ҡырпаҡ ҡар ғына түгел, тубыҡ тиңенән төштө. Бөтә аяғында баҫҡан әҙәм ҡалған игенде салғы менән сабырға сыҡты. Лобогрейканың да, ҡул менән урыуҙың да хәжәте ҡалманы. Йыйылған бөтә игенде ҡар өҫтөнә эҫкерткә һалырға тура килде. Ҡарҙың ҡапыл ғына ятыуын көтмәгән Ирназар ҡартты был хәл ҡырҙа йөрөгән малды утәнән-үтә күренеп торған, тишек тә тошоҡ ҡәртәгә индерергә мәжбүр итте.
Бригаданың бөтә халҡы ҡыр эштәрен ташлап, йәй буйы әҙәм ҡулы теймәгән, шаурап ятҡан кәртә-ҡураны төҙәтергә кереште. Унда сабып, бында сабып тамам хәлдән тайған бригадир: «Эй, инәһеҙ, исмаһам плотнигым «Көҙән Мөхәммәтҡужаны» әрмегә алмаһалар ни була, мынауы ҡамыт-сбруй, сана ҡарамалап ултырған «Көшөл Әхмәт» тә юҡ бит», ‑ тип ҡайғырҙы. Эйе, «Көҙән Мөхәммәтҡужа», «Көшөл Әхмәт», «Урыҫ Ибрай»ҙарҙың хәҙер шөгөлө икенсерәк шул, улар тәүге уңыштарҙан күҙҙәре аларған йыртҡыс дошманды Мәскәү аҫтында туҡтатып, бына-бына һөжүмгә күсергә әҙерләнәләр ине. «Уларҙың бурыстары ла бик мөһим шул. Йомоштары сана ҡарамалау, үрәсә эшләү генә булһа, улар күптән ҡайтып төшөрҙәр ине лә ул», ‑ тип үҙенең бушыраҡ саҡтарында айнығыраҡ фекер йөрөттө бригадир.
Декабрь урталарында көтмәгәндә Сабурҙан икенсе хат килеп төштө. Һөйәрбикәгә, бөтә туған-тыумасаға ярты бит хәбәр күндергәндән һуң, ул хатын шулай бөтөргән: «…Немецтарҙың Мәскәү аҫтындағы оборонаһын өҙөп, көнө-төнө алға барабыҙ. Юл буйы улар ҡалдырып киткән ҡорамал, бихисап техника. Үлгән, туңып ятҡан дошмандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Үҙем атлы тупта пушка ҡороусы булып иҫәпләнәм. Немецтарҙың кәрәгенә бирәбеҙ генә. Һырт биреп ҡаса фрицтар. Беҙҙә лә үлгән, яраланған кешеләр байтаҡ, ләкин мин әлегә иҫән-аманмын. Ошо хатты алыу менән, Һөйәрбикә, һин теге дегет һаҡал Фәтҡуллаға барып, минән сәләм тапшыр. «Сабур хатында Мәскәү эргәһендә немецтарҙы тар-мар итеп, алға барғанын яҙған, тип әйт».
Ҡулына хат тотоп Һөйәрбикә Фәтҡуллалар өйөнә барып ингәндә ҡарт аяҡ салып, һике өҫтөндә сәй эсеп ултыра ине.
‑ Мына, гүмерҙә өйөбөҙгә аяҡ баҫмаған Һөйәрбикә килен килеп ингән бит. Әллә бик мөһим йомошоң бармы, килен? Сабур ҡусты берәй бәлә-ҡаҙаға юлыҡҡанмы әллә? – тип Фәтҡулла ҡарт һаҡа-мыйыҡ баҫҡан ауыҙын ослайтып, ишек төбөндә торған Һөйәрбикәгә быҙлап янған күҙҙәренән ҡыҙыҡһыныулы ҡараш атты. «Йә булмаһа иренең үле хәбәре, йә Шаһисолтан әбсәһенә килгән шикелле «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ алғандыр. Йынаҙа уҡытыр өсөн он һоранып йөрөйҙөр, активис!», ‑ тип уйланы эстән Фәтҡулла.
‑ Фәтҡулла ҡайнаға, Сабур хатында «Немецтарҙы көнө-төнө ҡыуабыҙ, Фәтҡулла ҡайнағаңа айырата ялҡынлы сәләм тапшыр» тигәнгә генә юл ыңғайында һуғылдым әле, ‑ тине тыныс ҡына Һәйәрбикә.
Был хәбәрҙе ишетеү менән яҡты, хатта йәлләү тойғоһо беленгән ҡарттың һаҡалтай йөҙөн ҡара һөрөм баҫты. Ул күҙ алмаларын тәгәрәтеп, ут сәскән асыулы ҡарашын ҡайҙа туҡтатырға белмәй, башын ҡырын һалып тәҙрәгә төбәлде.
‑ Ярай, рәхмәт, Һөйәрбикә килен, бик яҡшы, бик хуп. «Фәтҡулла ҡарт һин әйткән сәләмде тапшырғас, вәғәләйкүмәссәләм, тип әйтте», тип яҙ.
Ул һүҙе бөттө тигәнде белдереп, яңынан һурпылдатып сәй эсергә тотондо. Үҙе артынан әкрен генә ишек ябып сыҡҡан Һөйәрбикә иренең хатынан да, кинәйә менән әйтелгән Фәтҡулла ҡарт һүҙенән дә бер ни ҙә аңламаны. Ләкин ҡарттың ҡапыл сырайы һытылыуынан Сабур әйткән сәләмдән Фәтҡулланың күңеле асылмауын һиҙемләне. Һөйәрбикә сығып киткәс Фәтҡулла ҡарт ырғып торҙо ла ҡулын артҡа ҡуйып үрле-түбәнле йөрөргә кереште. «Йөҙө йөҙ түбән киткере, ләғнәт! Ниндәй яуыҙ бәндә булып сыҡты был Сабур! Берәй нимес шунда мейеһен сәсрәткәнсә атһа, ярар ине, кәфергә. Туҡта әле, балам, сабыр ит. Нимес һиңә япун түгел, шулайтып һеҙҙе артынан эйәртеп алып барыр ҙа бер һәләкәткә осратыр әле. Һау булһаҡ, күрербеҙ», ‑ тип әллә ҡайҙарҙа йөрөгән ауылдашы Сабурға бармаҡ янаны.
‑ Нишләп шул ҡәҙәре ул Сабурға ҡыҙаһың? Ул һиңә нишләгән, ҡайһылай ниместән да былайыраҡ итеп ҡарғайсы, ‑ тине сынаяҡ йыйыштырып йөрөгән хужабикә. «Мин ете йыл буйы нимескә хеҙмәт итеп уларҙың береһе лә минең яғаға йәбешкәне юҡ ине, ә был маңҡа малай бөтә ғәләм араһында яғамдан умырып алды, мәлғүн», ‑ тип ҡарсығына аңлатырға ла уйлағайны, ләкин ҡарт тел осондағы һүҙен йотоп өлгөрҙө. Совет армияһы сафтарында немецтарҙы ҡыйрата-ҡыйрата ҡыуып барған Сабурға булған асыу оҙаҡ ҡына уның эсендә ҡайнап йөрөнө.
Юҡ, алып килмәне шул бәхетте Сабур ҡалдырып киткән көмөш даға. Фәтҡулланың ҡарғышы тейҙеме, икенсе берәй сәбәп булдымы, 42 йылдың февраль аҙағында Һөйәрбикәгә лә ҡара ҡайғылы хат килеп төштө. Калинин өлкәһенең Торопец ҡалаһын аҙат иткәндә ҡаты һуғыштарҙа өлкән сержант Сабур Алтынбаев батырҙарса һәләк булды, тиелә ине унда. Уның туғандар кәберлектә ерләңеүе тураһында ла яҙылғайны. Бар донья түнкәрелгәндәй булды шул көндән бирле Һөйәрбикә өсөн. Тик бер кешегә лә, бигерәк тә Фәтҡулла һәм уның иштәренә, үҙенең ҡайғыларын белгертмәне. Барлыҡ кисерештәрен, йәш йөрәктең яныуҙарын ул үҙенең эсендә йәшерҙе, туғандарына бер бөртөк күҙ йәшен дә күрһәтмәне. Һөйәрбикәнең бите ослайып китте, күҙендәге нуры һүнгәндәй булды, йөҙәндәге йылмайыу бик оҙаҡҡа юғалды. Берҙән-бер нәмә генә күңелен өйкәп торҙо – баланы табырға өлгөрмәне, бергә булған ваҡыт бигерәк ҡыҫҡа булды шул.
Ваҡыт үтә торҙо. Бар ҡайғы-хәсрәттәрен Һөйәрбикә эш менән баҫырға тырышты. Үҙе өсөн генә түгел, мәңгегә киткән Сабуры өсөн дә эшләне. Һуғыштың һуңғы йылында наряд буйынса уны алты айға Белорет яғына урман киҫергә ебәргәйнеләр. Шунда бүрәнә күтәргәндә билен имгәтте кеүек. Шунан бирле кәсәнгәндә биле һәр саҡ һиҙҙерә башланы. Ирназар ҡарт үпкә ауырыуынан яҡты доньянан киткәс, Һәйәрбикәне бригадир итеп ҡуйҙылар. Ата-әсәһенә кире ҡайтмаһа ла, уларға бесән-утын һәм башҡаһы менән һәр саҡ ярҙам итеп торҙо, ҡусты-һеңлеләрҙе аяҡҡа баҫтырышты. Барый ҡайныһын һәм Сәбилә ҡәйнәһен һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләне. Мәстүрәнең өс балаһы ла Һөйәрбикәнең ҡулында үҫтеләр тип әйтерлек, «инәй, инәй!», тип кенә торалар. Кеше араһында абруйы юғары булды. Район ҡәңәшмәләрендә йыш ҡына урыны президиум өҫтәле артында булды, һуғыш ваҡытында эшләгәне өсөн миҙал дә биргәйнеләр, төрлө грамоталар ҙа биреп торҙолар. Ваҡыты еткәс ялға сыҡты, 17 һум колхоз пенсияһын бирҙеләр. Тағы ла эшләр ине, биле тәҡәт бирмәй башланы. Бер нәмәгә лә зарланманы, доньяны матур ғына көттө, һыйыр-һарыҡ тотто, баҡсаһында картуф, кишер үҫтерҙе. Бирешә башлағас, малды һатырға тура килде, хәҙер ихатала биш-алты соҡсоноп йөрөгән тауыҡтан башҡа бер нәмәһе лә юҡ...
Күңелһеҙ хәтирәләрҙән Һөйәрбикәгә ауыр булып китте. Ишек янына килеп көмөш дағаны һыйпап алғас, еңеләйгән һымаҡ булды. Шунан яй ғына тәҙрә янына килде. Ҡара болоттар Биләнле тауы артында юғалды. Бар донья ямғыр һыуынан таҙарып, яҡтырып китте. Күп тә үтмәй, йәйпәк сағылды дуғалап тәртәгә еккән шикелле, өҫкә күтәрелеп, биҙәкле нурын сәскән йәйғор үҙенең ике осон тауҙың ике итәгенә терәне. «Быйыл ҡоролоҡ булмаҫ, иген уңырға тейеш», тип уйланы әбей.
«Әй, онотоп кителгән икән. Бөгөн бит уны төштән һуң ауыл мәктәбенә саҡырғайнылар. Йәш уҡытыусы балаларға һуғыш йылдары тураһында һөйләүен үтенгәйне. Нимәне һөйләргә икән? Тормошомда ла артыҡ ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булманы кеүек...». Бер аҙ уйланғандан һуң Һөйәрбикә әбей хәҙерге балаларҙың олатайҙары һәм өләсәйҙәре нисек эшләгәндәре, нисек Еңеүҙе көткәндәре тураһында һөйләргә булды. Сабурҙы, һуғыштан ҡайтмаған ауылдаштарын да иҫкә төшөрөр. Кисен Мәстүрә лә балалары менән инәп сығам тигәйне...
Һөйәрбикә әбей уфтана-уфтана өйөн йыйыштыра башланы.
* * *

Аҙағы.