Шоңҡар
-4 °С
Ясно
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Июня 2023, 06:05

Тол ҡатындар (23 июнь - Халыҡ-ара тол ҡатындар көнө)

Нахаҡ һүҙҙәр бәғер телгәндә лә Күрмәһен тип берүк яҡындар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тол ҡатындар  (23 июнь - Халыҡ-ара тол ҡатындар көнө)Тол ҡатындар  (23 июнь - Халыҡ-ара тол ҡатындар көнө)
Тол ҡатындар (23 июнь - Халыҡ-ара тол ҡатындар көнө)

Тол ҡатындар

Тол ҡатындар илаҡ булмай,тиҙәр,
Ауырлыҡҡа улар бирешмәй.
Тормош йөгөн тарта сабыр ғына,
Күҙ йәштәре, тиҙәр килешмәй.
Сабырлыҡтар сыңлап өҙөлгәндә
Төндә илай яңғыҙ ҡатындар.
Нахаҡ һүҙҙәр бәғер телгәндә лә
Күрмәһен тип берүк яҡындар.
Төндә генә илай тол ҡатындар –
Бик оҙон шул ҡыштың төндәре.
Улар хәлен аңлай яңғыҙ ай һәм
Күҙ йәштәре һеңгән мендәре.

Фәриғә ҮТӘШЕВА.

Автор:
Читайте нас