

* * *
- Килеп еттек, - тине лә Шәкүр еҙнәм, машинаһының ишеген асты. Барыһы ла ҡуҙғала башланылар. Берәм-берәм тышҡа сыҡтылар. Айрат югереп тигәндәй, ҡаршылағы бер этажлы йортҡа юнәлде. Ул арала икенсе машинанан сыҡҡан туғандарым бер урынға өйөлөп, ниҙер һөйләшәләр. Тик минең генә йәнем был таныш булмаған урында ҡайҙа барып бәрелергә белмәгәндәй, анҡы-тиңке килеп, үҙенә урын тапманы. Инде ишектән Айраттың башы күренде лә, ҡулын болғап;
- Мәйетте бында индерегеҙ,- тигәне ишетелгәс, ирҙәр УАЗ машинаһы янына ашыҡтылар ,уның кузовынан табутты алдылар ҙа , Айрат торған ишеккә юнәлделәр. Мин дә улар артынан ҡалышманым. Ингәс тә икенсе бүлмәгә инеп, табутты иҙәнгә ултырттылар. Ул арала аҡ халат кейгән врач инде, уның артынса ҡара күҙлек кейгән уртаса буйлы ҡатын күренде.
- Мәйетте өҫтәлгә һалығыҙ ҙа, барығыҙ ҙа бүлмәнән сығығыҙ,- тине врач ҡәтғи генә.
Ике санитарка мәйетте шыр яланғас сисендерҙеләр. Был бит мин! Минең үле кәүҙәм! Үҙем дә һиҙмәҫтән , врачҡа эйәреп, үҙ кәүҙәмде ентекләп ҡарайым. Муйынымда бармаҡ ҙурлыҡ күгәреп торған тап, уң күҙем өҫтө күгәргән, ҡашымдан бер аҙ сикә эргәһендә ҙур ғына яра, уның ҡаны төйнәлеп уҡмашҡан.Ниңәлер танауым бер яҡҡа ауышҡан кеүек, ә танау эсендә бесән киҫәге уҡмашҡан. Уныһын пинцеты менән врач тартып сығарҙы. Мине ентекләп ҡарағандан һуң врач, ҡара күҙлекле ҡатынға һынаулы ҡараны.Уныһы, ҡалтыранған кулдары менән күҙлеген тотоп, минең кәүҙәмә текәлде лә:
Үҙ-үҙенә ҡул һалған, - тигән һығымта яһаны.
Юҡ!Юҡ!, - тип ҡысҡырһам да, мине ишетеүсе булманы. Ул арала теге ҡатын тиҙ генә
юҡҡа сыҡты, ә врач минең кәүҙәмде үткер бысағы менән телгеләй башланы…Бындай вәхшилекте күҙәтеп торорға минең хәлем дә булмағас, атылып тышҡа сыҡтым.
Ҡара күҙлекле ҡатын ҡағыҙ һымаҡ ағарынған, кәүҙәһен ҡоймаға терәгән Айрат эргәһендә туҡтаны ла:
Барыһы ла яҡшы, ҡайғырма, -тине лә, ситтәрәк торған машина янына атланы.
Таныш һымаҡ күренде был ҡатын, атлауы училище директоры Тәскирә Зиннәт ҡыҙына оҡшаған түгелме?
Шуны ғына көтөп торғандай, Айраттың йөҙөнә ҡыҙыл таптар бәреп сыҡты, тиҙ генә күкрәген тултырып һауа һуланы ла, югереп тигәндәй, моргҡа ҡаршы йортҡа юнәлде. Унда ингәс тә, телефондан номер йыйҙы ла, көр тауыш менән:
Атай, тиҙ генә ҡәберҙе тиҙләтегеҙ, әсәйгә әйт, аш-һыуҙы ла әҙерләһендәр. Бөгөн үк ҡуйырға кәрәк!, - тине лә, шып итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ул арала врач килеп инде.
Әҙ генә көтөгөҙ, ҡыҙҙар һеҙгә справка бирер,- тине ул.
Ҡулына справка алғас та, атылып тигәндәй, ишеккә юнәлде, инеп килгән Зәминә апайым менән саҡ бәрелешмәне. Ниңә йөрөйһөң бында, тигәндәй, уға зәһәр ҡараш ташланы ла, УАЗ машинаһына табан атланы.
Һеңлемдең үлем сәбәбе ниндәй?- тип апайым врачҡа төбәлде.
Быуылған, - тине врач күҙен йәшереп.
Аңлатыбыраҡ әйтегеҙ!- тип ныҡышты апайым.
Бер айҙан экспертиза әҙер була, прокурорҙан белешерһегеҙ.
Ә һеҙ бөгөн әйтә алмайһығыҙмы?
Врач өнһөҙ генә апайыма ҡараны ла, һөйләшеү бөттө тигәндәй, ҡағыҙҙар алып ниҙер яҙа башланы, телефонды алып, кемдер менән һөйләшә башланы.
Барыһы ла ҡайтыр юлға йыйына башланылар. Шул саҡ бер ир Зәминә апайым янына килеп туҡтаны ла:
Һеңлегеҙҙең яралары үлерҙән бер көн алда булған. Ә муйынындағы эҙе…
Нимә һөйләп тораһың, һин кем?,- тип Айрат екереп ебәрҙе.
Нимә тыңларға ирек бирмәйһең,- тине Аяз ағайым уға һөҙөп ҡарап.
Аҫылынған тип справка бирҙеләр бит инде, -тине Айрат ҡулындағы ҡағыҙын болғап.
Һин генә еттең уның башына, - тине Аяз уны бөрә тотоп.
Ҡустым, мәйет янында ғауға күтәрмәйек, - тип Ғәли ағайым уларҙың араһына төштө.
Ҡайҙа булды теге егет, ул бит дөрөҫөн белә? Элек ул моргта эшләнем тигән ине. Барыһы ғауғалашҡан арала ул ирҙән елдәр иҫкән ине. Зәминә апайым Аязға:
Әлнисә бында бит, алып ҡайтырға кәрәк баланы, - тине.
Хәҙер инеп алырмын, -тип Аяз машинаһы яғына атланы. Уның исемен ишетеү менән йөрәгем урынынан сыға яҙып:
Балаҡайым!- тип һығылып төштөм.Үҙем дә һиҙмәҫтән Аяз артынан эйәрҙем.
Аяз әхирәтемдең өйөнә барып туҡтаны ла, ишекте шаҡыны. Әллә беҙҙе көтөп торғандай, ҡыҙым югереп сыҡты, әхирәтем сәй эсегеҙ тиһә лә:
Юл ыңғайы инеп Тәскирә еңгәйҙе балалары менән ултыртып алдыҡ. Балалар балалар инде, бер нәмә белмәйҙәр, шарылдығы сығып һөйләшәләр, хатта һуғышып та алдылар кәнфит өсөн. Юлдағы һәр нәмәнән ҡыҙыҡ күреп, спорлашып та алдылар. Ниңәлер уларға ҡарап, минең дә төшөнкө күңелем бер аҙ күтәрелеп киткәндәй булды. Тәскирә еңгәй:
Балаларына ҡыйын булыр инде, - тип ауыҙын асҡан ине, Аяз:
Аҙаҡтан һөйләшербеҙ, - тип уны тыйып ҡуйҙы.
Балалар ярты юлда иҙрәп йоҡлап та киттеләр. Әлнисә минең кинйәкәүем, бик сабыр аҡыллы бала ул. Бәләкәйҙән шулай булды, бик мыжып та барманы. Әллә сабый ғына булһа ла атаһының күҙ ҡарашынан ҡурҡып өйрәнгәнгәме, мине ярты ҡараштан аңлай ине ул. Ул ғына түгел, улым Айгиз дә һиҙгер бала булды. Аталары эсеп ҡайтһа, бахырҙарҙың тауышы ла сыҡмай торғайны, сөнки үҙем дә эскән кешенән бала саҡтан ныҡ ҡурҡа инем.Бына Аяздың балалары бәхетле, елкәһендә йөрөйҙәр, атай-атай тип , әсәһенән бигерәк уны яҡын күрәләр. Ә инде әҙерәк төшөрөп алһа, балалар һүрәтенә инеп, улар ыңғайына уйнай башлай, бигерәк бала йәнле шул туғаным. Ә беҙҙеке – айнығында ла балаларға ҡырыҫ, ярай әле уларҙы иркәләп торған ҡайным менән ҡәйнәм бар. Ә хәҙер… Тәнем эҫеле –һыуыҡлы булып киттте. Балама әүрәп, уның йылы ҡулдарынан һыйпап, үҙемдең үлгәнемде лә онотоп киткәнмен бит. Улар нисек көн күрерҙәр минһеҙ? Йөрәгем теткеләнеп бөтөр инде уларҙы уйлап. Ярай, бәхеттәренә күрә, мәрхәмәтле генә үгәй әсә булһа? Бәлки ҡәйнәм менән ҡайным уларҙы үҙҙәренә алыр? Тик күткәре улдары риза булыр микән? Бәлки апайымдар хәл итер уларҙың яҙмыштарын? Юҡ-юҡ, ниндәй генә изге күңелле булһа ла, әсәйемә уларҙы тапшыра алмайым. Уның яңғыҙына былай ҙа бик ауыр донъя көтөүе, етмәһә ҡулында тыумыштан зәғиф апайым.
Уның үҙен үлтерергә кәрәк, -тине Аяз тынлыҡты боҙоп.
Кемде?- тине еңгәм.
Һеңлемде үлтергән хайуанды!
Ни һөйләйһең, ауыҙыңдан ел алһын!
Ул йәшәргә тейеш түгел!
Һине төрмәгә тыҡһалар, беҙ нисек йәшәрбеҙ? Аҡылыңа кил! Ике балаң бар бит! - тип еңгәм илай башланы.
Етәр. Тым инде. Балалар уянып ҡуйыр.
Башҡаса улай тип әйтмә. Һин былай ҙа ҡыҙыуһың.
Күптән уны елкәһенән алып һелкетмәгәнемә үкенәм. То әсәй, то һин тыя килдегеҙ.
Тыймай ни эшләмәк кәрәк, улар бит өйөрө менән хужалар, закон улар яғында.
Кемгә закон бар, кемгә юҡ!
Үтенеп һорайым, бер үк тауыш сығарма инде!
Ҡалған юлды ағайым өндәшмәне, бәлки тешен ҡыҫып, әллә ниҙәр уйлап барғандыр. Өйҙә тиран булһа ла Айрат, ағайымдар килһә, төлкөгә әйләнә ине. Тиҙ генә минән аш ҡуйҙырып, эскеһен дә табыр ине, улар менән һөйләшеп һүҙе бөтмәҫ ине. Мине лә улар алдында маҡтап, балаларының баштарынан һыйпап алыр ине. Шунан нимә тиһендәр инде туғандарым, кейәү насар түгел тигән уйҙа булғандарҙыр. Улар ишектән сығыуы була, уларҙы минең алда һүгә башлар ине, әгәр мин ҡаршы бер һүҙ әйтһәм, бөттө баш! Тәүге осраҡтарҙа уны- быны белмәй, телемде тыймау арҡаһында (был уның яратҡан һүҙе) уның тос йоҙроҡтары башымды төйнәне. Нисә тапҡыр ҡайтам тип ынтылғанда, ҡәйнәмдең йылы һүҙҙәренән иреп, уның ғәфү ит, башҡа улай итмәйем, тигән һүҙҙәренә ышанып, тағы ҡалдым уның менән. Кеше белмәй әйтмәйҙер инде, бер ҡул күтәргән ир ғүмер буйы ғәҙәтен ташламай тип. Тиң ниңәлер беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, уларҙың һүҙҙәренә ышанып, тағы-тағы йәберләүҙәргә дусар булабыҙ икән?
. * * *
Тәүге баламды һөйөү миңә насип булманы. Ул яҡты донъяла бер нисә көн генә йәшәне, уныһында ла йүнләп әсә һөтөн имә алманы, имгән генә һөтө танау-ауыҙҙарынан кире түгелде. Үҙе бигерәк сибек, мөсһөҙ генә ине, минән ярҙам һорағандай,күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә миңә ҡарап ятыуҙары һаман күҙ алдымда. Башҡа ҡатындарҙың балалары яу һалып илай, ә минекенең иларлыҡ та тауышы булманы. Врачтар ҙа уның нығынып китеүенә ышанмағандарҙыр, тик ул турала миңә өндәшмәнеләр. Мин уны йәлләп, күкрәгемә ҡыҫам, бәлки ауыҙына йылы һөт тамһа, шәбәйеп китер тип өмөтләнәм, сөнки йәнем-тәнем менән ошо бәләкәй генә йән ейәһен яратып өлгөргән инем. Бер көн миңә уны алып килмәнеләр. Шәфҡәт туташтары өндәшмәһәләр ҙә, күңелем ниҙер һиҙенде,шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәгән инем. Тик врач килеп, ҡулдарымды тотоп;
Сабыр бул, һин әле йәш,- тигәс, күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты, буҫығып-буҫығып, мендәремә ҡапланып оҙаҡ иланым.
Палатала бергә ятҡан ҡатындар барыһы ла мине йыуаттылар, хатта ҡушылып илағандары ла булды. Тик уларҙың балаларын күкрәктәренә ҡыҫып имеҙеүҙәрен күреү минең хәлемде ауырайтты ғына. Артабан нисек йәшәргә? Әгәр буласаҡ атай кеше миңә ҡул күтәрмәһә, ошо аяныс хәл булыр инеме? Уның был ҡылығынан һуң мин уның менән йәшәй алырмын?
Мине алырға иптәшем менән ҡәйнәм килгәс, мин ошоларҙы уларға әйтергә ҡарар иттем.Тик, ҡәйнәмдең йәшле күҙҙәрен , иптәшемдең бала мәйете һалынған коробканы тотоп, ниэшләргә белмәгәндәй, юғалып ҡалыуын күреп, әйтер һүҙҙәремде әйтә алмай, илап ебәрҙем. Ҡәйнәм, шуны ғына көткәндәй, мине ҡосағына алып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.Ә мин иҫәр, туп-тура әсәйемдәргә ҡайтыр урынға, тағы уларға бойһондом. Икенсе көнөнә машина менән әсәйемде алып килеп, мулланы һәм бер нисә әбейҙе саҡырып, балама аят уҡытып, бөтә шартына килтереп, ер ҡуйынына оҙаттылар. Унан һуң матур табын әҙерләп, баламдың өсөн уҡыттылар. Бер аҙнанан район больницаһына күренергә саҡырғас, иптәшем менән киттек. Хәлем арыулана, шулай ҙа һаҡланыу кәрәк тип, дауалауҙы оҙайттылар. Иптәшем эше буйынса йомоштарҙы йомошлайһым бар тип райсоветҡа китте, мине Зәминә апайымдарҙа ҡалдырҙы.
Сәй эсеп, бер аҙ һөйләшеп ултырғас, апайым;
Һеңлекәшем, һин уйлама, һин өндәшмәгәс тә, беҙ бер ни ҙә белмәй икән тип, беҙ ҡапсыҡта ятмай. Беҙ барыһын да беләбеҙ, - тине. Мин уға һынаулы ҡарағас, ул;
Аңлайым, һин әсәйҙе, беҙҙе борсорға теләмәгәнеңде,- тип өҫтәне.
Апай, -тип һүҙемде әйтә алмай, үкһеп илап ебәрҙем.
Бына нимә, Әсимә, кит һин унан! Һин бит уны яратмайһың. Балаңды ла юғалттың уның арҡаһында.
Ҡайҙа барайым һуң? Ауылда ул миңә тынғы бирмәйәсәк.
Ҡулыңда дипломың бар. Шәфҡәт туташтары бар ерҙә лә кәрәк. Үҙем ярҙам итермен.
Үҙем дә шулай уйлай инем.
Шулай булғас, тәүәкәллә, һеңлекәшем, - тип апайым ҡосағына алды.
Апайымдың һүҙҙәре мине ҡанатландырып ебәрҙе, икенсе көнөнә үк әйберҙәремде йыйҙым да, ҡәйнәмә бер ни өндәшмәй, ул магазингә киткән арала, әсәйемдәргә киттем. Әсәйем мине ҡосаҡлап ҡаршы алды, тиҙ генә аш-һыуын да йыйыштырҙы. Бына сәй ҙә эселеп бәттө, мин һаман уға тураһын әйтә алмайым. Фариза апайым тыштан килеп инде лә;
Әсәй, соланда кемдең сумкаһы ултыра ул? -тип һорап ҡуйҙы.
Әллә?- тине лә әсәйем, миңә ҡараны.
Апай, минең сумка ул,- тип әйтеп тә өлгөрҙәм, апайым сумканы индереп тә ултыртты.
Шулай икән, - тип , моңһоу ғына әйтеп һуйҙы әсәйем сумкаға ҡарап.
Әсәй, әсәй инде, барыһын да һүҙһеҙ аңлай бит ул. Мин инде йөрәгемдә шеш булып йыйылған барлыҡ аһ- зарымды түкмәй-сәсмәй әсәйемә илай-илай һөйләйем. Ул мине ҡосағына алып, баштарымдан һыйпай-һыйпай, өнһөҙ тыңлай. Был донъяла һине аңлаған тик бер генә кеше бар, ул да булһа –әсәй. Юҡ, миңә ул өгөт нәсихәт уҡыманы, улай итмә, былай итмә тип тә әйтмәне. Барлыҡ эс-серҙәремде яҡын кешем менән бүлешкәс, тулышҡан күңелем еңеләйеп ҡалып, өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Әсәйем ҡосағына һыйынып, иҙерәп йоҡлап киткәнмен. Ун көн дә үтеп китте, ул арала апайҙарым килеп китте, минең уйҙарымды улар ҙа йөпләнеләр. Тегеләрҙән хәбәр булмағас, минең күңелем тамам тыныслана башланы. Сөнки тәүге көндәрҙә,ҡапҡа асылып-ябылған һайын, әллә минең арттан килделәрме тип, йөрәгем тертләп-тертләп ала торған ине. Киләсәккә яйлап пландар ҙа ҡора башланым. Йырлай-йырлай өй йыйыштырып йөрөй инем, ишек асылып китте.
Ҡоҙағый , һаумы, - тигән тауышты ишетеп, ҡулымдағы биҙрәне саҡ ысҡындырып ебәрмәнем. Ул арала төпкө өйҙән әсәйем дә күренде.
Үт, үт, ҡоҙағый, -тип, ҡәйнәмде сисендерә лә башланы. Уныһы инде беҙҙең арала бер ни булмағандай, хәбәрҙәрен теҙә генә. Әсәйем дә, ялпылдығы сығып, сәйен ҡайнатырға ҡуйҙы.
Мин төпкө бүлмәгә индем дә, диванға ҡунаҡланым. Сәйгә саҡырһалар ҙа ҡуҙғалманым. Улар шым ғына нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Бер аҙҙан ҡәйнәм минең яныма инде лә, хәлемде аңлағандай;
Тормош шулай шул, киленкәйем. Айрат бик үкенә, һине бик юҡһына, кем генә яңылышмай был донъяла, юртып барған аттар ҙа бит абына, - тигән булды.
Шулай шул, ҡоҙағый,- тине әсәйем, уны йөпләгәндәй.
Бөгөн улар өйҙә юҡ, ағас артынан киттеләр. Әйтергә онотоп торам, өйгә тигән урын, өҫкө урамда ғына, әсәйеңдәргә яҡын, -тип өҫтәне ҡәйнәм.
Улай икән, -тине әсәйем.
Ярай, хуш булығыҙ, ҡайта һалайым. Килен, һин тағы бер-ике көн әсәйеңдәрҙә ҡунаҡла,- тине йылмайып. Әсәйем уны оҙатырға сыҡты.
Ике көн үтеүгә Айрат килеп, минән , әсәйемдән ғәфү үтенде. Әсәйем дә уны йөпләп, тормошта төрлө хәлдәр була, барыһы ла шул эскенән тигән булды. Характерым бигерәк йомшаҡмы, әллә уның һүҙҙәренә ышаныпмы, мин уның менән ҡайтырға булдым. Иптәшемдең дә, өйҙәгеләрҙең дә миңә ҡарашы үҙгәрҙе, хатта өлтөрәп торалар, хан ҡыҙындай күреп. Тыуған көнөмә ҡарата Магнит баҙарына алып барып, миңә тун алдылар.Ҡиммәтле түгел, ябай ғына яһалма тиренән тегелгән тун. Ул ваҡытта ундай тун бик модала ине, күптәрҙең буй етмәҫлек хыялы ине шул. Минең тыуған көнгә әсәйемде, туғандарымды саҡырҙылар. Аш табынында ҡәйнәм ихлас күңелдән ҡоҙағыйын маҡтай-маҡтай яурынына сәскәле кашемир шәл япҡас, күптән инде бындай бүләкте күрмәгәнгәме, әсәйемдең күҙҙәре йәшләнеп китте. Айрат та бик ҡәнәғәт төҫ менән һәр береһен һыйланы.Туғандарым да хушлашҡанда миңә бәхет теләп таралыштылар.Был көндә мин үҙем дә барыһы ла яҡшы булыр тигән теләктә иптәшемдең ҡосағына һыйынып, уның ҡарашы миңә үҙгәреренә ышанып, үҙемде бәхетле тойоп йоҡлап киттем.
Барыһы ла алда гөл һымаҡ. Яратҡан эшем бар. Ҡәйнәм менән дә уртаҡ тел табып, әсәле-ҡыҙлы кеүек көн күрәбеҙ. Унан мин күп нәмәгә өйрәндем, бигерәк тә ул аш-һыуға маһир. Хәҙер мин үҙем дә оҫтарып алдым, икмәктәрем күпереп бешә, пирожныйҙарым телде йоторлоҡ, быныһы инде өйҙәгеләрҙең маҡтау һүҙҙәренән. Сөнки уларҙың йортонан ҡунаҡтар өҙөлмәй, туғандары ғына түгел, таныш-тоноштары ла өй тупһаһын һыуытмайҙар. Яйы сыҡҡанда үҙебеҙ ҙә ҡунаҡтарға йөрөйбеҙ. Айрат менән ҡайным беҙгә тигән йорт өсөн бура бураттылар.Алла бирһә, яҙ етеү менән төҙөлөш эштәрен дә башларҙар. Шуны ла әйтеп үтәйем, Айрат хәҙер тамсы ла ҡапмай зәм-зәм һыуын. Аҡса алған көндәрендә миңә бүләк алырға ла онотмай. Ана шулай йәшәп ятҡанда, үҙемдең тағы әсә булырға йыйынғанымды һиҙҙем. Ул турала бер кемгә лә өндәшмәнем. Уйҙарым менән үҙем генә бүлешәм.
Дауамы бар.