

Был перестройка тигәндәре донъяның өҫтөн аҫҡа әйләндерҙе. Нисәмә йылдар бер көйө йәшәп ятҡан, күнегеп йәшәгән тормошобыҙ пыран-заран килде. Ниндәй гөрләп торған совхозыбыҙ бөткәндән бөтә, эре мал көндән-көн кәмей, иген сәсергә техника юҡ. Леспромхоз инде артелгә әйләнде. Төп көстәр ҡыҫҡартылып, әкен-төкөн техника ғына ҡалды. Ярай әле сосораҡтар эш хаҡы урынына техника алып, үҙҙәре уның менән эш итә башланы. Былары инде башлыса водителдәр йә механизаторҙар.. Ә ағас сығарыусылар, пилорам эшселәре урамда эшһеҙ тороп ҡалдылар.
Айрат та техника алып ҡалды, хәҙер беҙҙең тракторыбыҙ бар. Артелдә йөрөгәс, делянка алып, ағас сығарыуға кереште. Эше ауыр, көн дә урманда. Ни хәл итмәк кәрәк, йәшәргә кәрәк бит. Мин дә бар хәлемдән тырышам, йорт эштәре, мал-тыуар минең өҫтөмдә. Тырыша торғас, ағастарын һатып, Айрат машинаны яңыртты. Магниттан барып жигули алып ҡайтты. Иҫке Ниваны атаһына бирҙе. Ҡыуаныстар оҙаҡҡа булһын тип, әйтмәгәнбеҙҙер инде. Шул машиналар арҡаһында аталы-уллы араһында оло тауыш сыҡты.
Нива бейек машина, шуға күрәлә ҡайным уны һатырға һөйләшкән, кешеһен дә тапҡан. Тик ниңәлер ул турала Айрат менән кәңәшләшмәгән. Ул турала ишеткән Айрат оло ғауға сығарҙы.Китте ыҙғыш, талаш. Аңларға була бит оло кешене! Юҡ, аңларға теләмәй. Шул арҡала өйҙә миңә лә, балаларға ла көн юҡ. Улай ярамай, ул бит һинең атайың тип әйткән өсөн, туҡмалдым. Ҡулымды һындыра һуҡты. Балаларға ла эләкте. Уны тыйырға тырышҡан әсәһен дә аяманы . Больницанан ҡайтып килешләй, ҡәйнәмдәргә ингән инек, һүҙ артынан-һүҙ сығып, талашып киттеләр. Аңғармай ҙа ҡалдым, ни арала сипсы менән әсәһенең муйынынан һығып ята. Айырырға теләйем, көс етмәй, етмәһә, бер ҡул гипста. Югереп сығып, күршеләрҙе саҡырып, саҡ айырып алдыҡ, әҙ генә һуңлаһаҡ, үлтерә ине әсәһен. Ярай, хоҙай араланы. Шул кисте Айратты райондан килеп, милиция алып китте. Әсәһе ғариза яҙған икән. Мин дә иҫәр инде, тиҙ генә Зәминә апайыма шылтыратып, Айратҡа ярҙам итеүен һораным. Өс суткаға ултырттылар. Әсәй-әсәй инде, ғаризаһын кире алған. Ошо хәлдән һуң аҡыл ултырырмы тиһәм, ултырманы. Машина өсөн башланған низах туҡтаманы.
Эш судҡа хәтлем барып етеп, тәки тантана итте бит был ир! Атаһынан машинаны тартып алып, урамға ултыртып ҡуйҙы. Уның өсөн ата-әсәһе хәҙер дошмандар. Күршелә генә йәшәгән ҡустыһы ла дошман! Нисә йылдар беҙҙең өсөн өҙөлөп торған ата-әсәһе йәл. Миңә лә, балаларға ла бик ауыр улар менән ҡатнашмағас. Шул арҡала туғандары ла икегә бүленде, кемдер Айратты, кемдер ҡайнымды ғәйепләне.
Ауырыуым өҫтөнә ошо хәлдәр ҙә килеп өйөлгәс, күңелемә тыныслыҡ таба алмайым. Ике уртала янам. Ауыр, бик ауыр миңә. Бер нәмә лә эшләй алмайым. Төндәр буйы илап сығам. Ошондай кеше менән бер минут та йәшәйһе килмәй ҙә бит, барыр урыным юҡ. Бәлки кемдер әйтер, ана сыға ла китәләр тип. Китер инем дә бит, иң ҡурҡҡаным, балаларымды тартып алыр тим. Донъялар ҙа бит элекке түгел, бар нәмә аҡса менән иҫәпләнә. Кемдең аҡсаһы бар,ул тантана итә, дөрөҫлөк уның яғында. Тештәремде ҡыҫып, балаларым хаҡына түҙәм. Улар өсөн йәшәйем.
Ҡыҫҡартылыу арҡаһында эшһеҙ ҡалдым. Элек эшкә барып, иптәштәрем менән аралашып, күңелемде йыуатып ҡайта инем. Өйҙә эш етерлек, буш ваҡытым юҡ. Туғандарға барып булмай, улар килә алмай. Бер көн ҡыҙыма уйнарға апайымдың ҡыҙы килде. Ҡыҙыма фломастерҙар алған инек, мәж килеп, һүрәт төшөрҙөләр, хатта сәйгә ултырғас та, эштәрен дауам иттеләр. Айрат төшкө ашҡа ҡайтҡан ине, сырылдашып ултырған балалар оҡшаманымы, әллә апайымдың ҡыҙын күпһендеме, уларҙың фламастерҙарын алып бырғатты ла, мин уларҙы яҡлаша башлағас, өҫтәлдәге ризыҡты клеенкаһы менән һөйрәп төшөрҙө. Ҡурҡыштарынан балалар тышҡа югерҙеләр. Хәҙер инде бар көсөн миңә төшөрөп, минең сәсемдән һөйрәп, бейек тупһанан аҫҡа ырғытты. Өс метр бейеклегендә тупһанан тәгәрәп, асфальтҡа башым менән бәрелдем. Эх, барыһын да бәрә һуғып сығып китергә ине! Тик ҡайҙа? Аҡһай-аҡһай баҡса яғына китеп, алма ағасы төбөндә һулҡылдап иланым.
Нимә эшләргә? Нисек йәшәргә? Кемдеңдер ҡулы минең яурынға ҡағылды, ҡурҡышымдан һикереп торҙом.
Бына бит ваҡыт тигәне! Ни арала улым үҫеп тә киткән. Бигерәк тә һуңғы йылда. Хәҙер инде атаһынан да, минән дә аша ҡарап тора. Йорт эсендәге барлыҡ эштәрҙе һә тигәнсе эшләп тә ҡуя. Мал ҡарау, уларҙың аҫтын алыу, һыу эсереү барыһы уның өҫтөндә. Быйыл беренсе тапҡыр салғы тотоп, бесән сабырға ла өйрәнеп алды. Ҡыҙым да яйлап ҡул аҫтына инә башланы, һауыт-һабаны йыуа, иҙәнде һепереп ала, себештәрҙе ҡараша. Имен-һау ғына булһындар инде, күҙ нурҙарым.Әлдә генә һеҙ барһығыҙ тиеп күңелемде йыуатам.
+ + +
Балаларымды һағынам, көн һайын ҡәйнәмдәргә барып, улар эргәһендә осоп йөрөйөм, уларҙың нимә эшләгәндәрен күҙәтәм. Улым инде олатаһының ярҙамсыһы, йорттағы бар эштәрҙе эшләшә. Ана бит, ниндәй матур итеп яра утындарҙы! Ҡулы уйнап ҡына тора. Ҡыҙсығым әбәһенең янында, бөгөн пирәшки бешерәләр. Бәләкәй ҡулдары килешеп тора , һәр пирәшкиҙе матур итеп бөрөп ҡуя бит, әйтерһең, көн дә шул эш менән мәшғүл. Ә күҙҙәре шундай һағышлы…
Ишек асылып китте лә, һөмһөрө ҡойолоп, Айрат килеп инде.
Ишекте шарт ябып, Айрат сығып китте. Ҡәйнәм йөрәген тотоп ултырғысҡа ауҙы. Ул арала ҡыҙым тиҙ генә дарыу менән һыу алып;
Бына улар шулай бер-береһенә һыйынып арыу ғына ултырҙылар. Уларға ҡарап, күңелдәрем тулып китте. Хәҙер инде балаҡайыма өләсәһе әсәй ролен башҡарасағына шигем ҡалманы. Бында уға етемлекте һиҙҙермәйәсәктәр, үҙ баллары кеүек иркәләп, наҙлап үҫтерәсәктәр.
Ҡәйнәм уның артынан ҡарап, күҙҙәрен һөртөп алды;
Сит кеше? Ниндәй сит кеше? Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Был турала минең бөтөнләй уйыма ла инеп сыҡманы. Юҡ, юҡ….Булыуы мөмкин түгел…Эсеүен эсте, тик быға хәтлем бисәләр менән сыуалғанын ишетмәнем. Ә хәҙер…
Нимә булды минең менән? Ниңәлер күңелем урынында түгел. Ҡапыл ғына үҙебеҙҙең йортҡа барыу теләге тулды күңелемә. Ни тиһәң дә ул минең йортом, күңелемде биреп күпме генә тырышһам да, Айраттың битәрләүҙәре, мине һанға һуҡмауы һәр ваҡыт күңелемдә бер төйөр булып торҙо. Өйҙә һәр ваҡыт таҙалыҡ булды, балаларыма наҙлы әсәй булдым, ҡәйнәм менән ҡайнымды ихтирам иттем,мал-тыуырҙы ваҡытында тәрбиәләнем, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтерҙем, бар туғандарын йылы ҡаршы алдым, бер кем менән дә ыҙғышманым, Айрат арҡаһында килеп сыҡҡан ҡытыршылыҡтарҙы йылы һүҙҙәрем менән йыуа ла белдем. Өйҙәге сыҡҡан иреш-талашты, уның мине битәрләү генә түгел, туҡмауҙарын , күңелем тулы ут, ауыҙым тулы ҡан булһа ла кешегә һөйләп йөрөмәнем. Туҡта әле, Айрат та яҡшылыҡтарымды бер аңлар, аңына килер тип өмөт иттем. Был юлдарҙы уҡыған туғандарым, дуҫтарым, бергә эшләгән иптәштәрем минең менән килешерҙәр тип уйлайым. Эх, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай шул. Үкенестәр генә ҡала…
+ + +
Көн кискә ауышты, мал-тыуар ҡаралып, кәртә бикләнде, балаларымды ашаттым, уның эштән ҡайтҡанын көтә- көтә аш-һыуҙы һаман өҫтәлдән алмайым. Ул арала ҡыҙым йоҡлап китте, улым бер аҙ йөрөп киләм тип, сығып китте. Мин инде ҡулыма бәйләмемде алып, улыма ойоҡбаш бәйләйем. Ул бит быйыл колледжға уҡырға инде, көҙ етһә, шунда юлланасаҡ. Ойоҡбашты бәйләй-бәйләй яртыһына еттем, ә ул һаман юҡ… Шулай ҙа, ҡулдарым талып киткәс, ҡыҙымдың эргәһенә барып яттым. Ҡапыл ҡайтып инһә тип, ишекте элмәнем.
Инде йоҡоға киткән инем, нимәлер муйыныма йәбеште, тын ала алмай, сәбәләнә башланым. Ҡысҡырырға теләйем, тауышым сыҡмай, тын етмәүҙән тамам хәлһеҙләндем, бөтә тәнем мамыҡҡа әйләнгәндәй булды… Шул ваҡыт кемдер ҡысҡырғанға, минең муйыныма йәбешкән ҡул бер аҙ бушағандай булды. Инде үлеп барғанда, кире йән ингәндәй тойҙом үҙемде шул саҡ.
Ҡыҙымдың мине ҡосаҡлап:
Ишек шартлап ябылды. Тынлыҡ урынлашты.
Миңә хәл ингәндәй булды, көс-хәл менән тороп залға сыҡтым. Унда диванда йоҙроҡтарын төйнәп улым ултыра ине. Сәстәре туҙынған, бер яҡ күҙ эргәһе шешеп сыҡҡан.
Ҡыҙым һөйләүенсә, минең сәбәләнә башлауыма, ул ҡапыл уянып киткән. Атаһының мине муйынымдан һығыуын күреп, тауыш сығармай ғына юрған аҫтынан тороп, аласыҡҡа югергән. Алай ҙа ғына ағаһы унда булып сыҡҡан. Улым атаһына йәбешеп, уның ҡыпһыуырҙай минең муйыныма ҡаҙалған ҡулдарын ысҡындырған. Унан инде улар араһында көрәш башланған. Эй, балаҡайҙарым…
Ә теге ир тигәнем иртәнсәк өйгә инде лә, ҡара күҙлеген алып, көҙгө алдында борғоланды. Күрәм, уға ла улынан ярайһы эләккән. Унан һуң, бер ни булмағандай, шап-шап ашаны ла эшкә китте.
Әллә бар донъяһына ҡул ташлап, сығып ҡына китергәме? Быйыл улым уҡырға китһә, бер бала менән урын табырмын әле. Туҡта әле, Сәүиә әхирәтем быйыл отпускаға ҡайтҡанында мине осратҡас, үҙенең Себерҙә бик яҡшы йәшәүен һөйләне. Ире нефть табыуҙа, ә үҙе больницала өлкән шәфҡәт туташы булып эшләйем тине. Өс бүлмәле фатирҙары бар, тағы үҙебеҙҙең яҡтан да фатир алып ҡуйҙыҡ тине. Уға сер бирмәйем тигән булып, өйөмә сәйгә алып ҡайттым. Ярай әле иремдең урманға киткән ваҡыты тура килде. Рәхәтләнеп һөйләшеп, күңелдәрҙе бушатып алдыҡ. Ҡатын- ҡыҙ, ҡатын- ҡыҙ инде, уның күңеле һиҙгер.
Әхирәтемә ул ваҡыт бик асылып бармаһам да, хәҙер килеп уға барыһын да яҙырға булдым. Күпме түҙергә, күпме барыһын да эсемә йыйырға була? Шулай, тулышҡан шар ҙа бер килеп шартлай бит, бына мин дә шартланым. Ошолар хаҡында уйлайым да ғаиләлә көс ҡулланыуға бәйле закондың шул ҡәҙәр йомшаҡ булыуына йөрәгем әрней. Исем өсөн генә сығаралар кеүек. Проблеманың ни тиклем ауыр, ҡатмарлы, ҡот осҡос икәнен уны үҙ башынан үткәргәндәр генә беләлер. Шул уҡ ваҡытта, эйе, законға төҙәтмәләр индереп кенә яйға һалырлыҡ мәсьәлә түгел был. Һис һүҙһеҙ, уны хәл итеүҙең юлы – ҡатын-ҡыҙҙы, ғаилә ҡиммәттәрен юғарыға күтәргән, ирҙең төп бурыстарын төшөндөргән иман тәрбиәһе.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.