Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
30 Июнь 2023, 06:20

Күккә осто йәнем Повесть (10) Әминә ЯХИНА

Бөгөн минең ҡырҡым, һуңғы тапҡыр йәнем һеҙҙең янға, балаларым, әсәйем, туғандарым, дуҫтарым артыла. Һуңғы тапҡыр тыуған ауылым өҫтөнән осоп барам. Бына йортома ла килеп еттем, Аят тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күңелемә йылы инеп китте. Б

Күккә осто йәнем Повесть (10) Әминә ЯХИНАКүккә осто йәнем Повесть (10) Әминә ЯХИНА
Күккә осто йәнем Повесть (10) Әминә ЯХИНА

Баҡыйлыҡҡа күсеүемә бер ай ҙа үтеп киткән. Йәнем генә үҙенә тыныслыҡ таба алмай. Балаларым өсөн йәнем үртәлә. Бына бөгөн улым Айгиз ҡалаға юлланасаҡ. Нисек өйрәнеп кенә китер ундағы тормошҡа тип хафаланам. Беренсе тапҡыр ғына бит оло юлға сығыуына.

       Мин килгәндә ҡәйнәм Айнурҙың сумкаһын тултырып йөрөй ине:

  • Балам, был сумкала кейемдәрең.Пакетҡа тегеләргә күстәнәстәр һалдым. Бергәләп ашарһығыҙ.
  • Аңлашылды,- тип Айгиз сумкаһын күтәреп алды.
  • Тиҙерәк, әбей, теге килеп етте шикелле,- тип ҡайным пакетты тотоп алды ла урамға юнәлде.

Ҡапҡа эргәһендә Айрат машинаһын һөртөп йөрөй ине. Кәйефе күтәренке генә күренә. Тиҙ генә багажнигын аса һалды, улым әйберҙәрен багажникка ултыртты ла, алғы ишекте асты.

  • Улым, беҙҙең менән хушлашмайһыңмы ни?- тип йылмайҙы ҡәйнәм.
  • Хушлаштыҡ бит инде, - тип яуапланы Айгиз.
  • Туҡта, ситтә әҙерәк нужа һурпаһын эсһә, белер әле беҙҙең ҡәҙерҙе, - тип көлөп ҡуйҙы ҡайным ейәнен ҡосаҡлап,- тырышып уҡы, йөҙөбеҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә.
  • Апаңдарҙа үҙеңде ипле тот, тыңлап йөрө, - тип өҫтәне ҡәйнәм, улымдың арҡаһынан һөйөп.
  • Балаҡайым, бәхетле генә була күр, - тинем мин дә , ишетмәһә лә улым.
  • Ағай, ағай! Миңә ҡаланан күстәнәс алып ҡайт, - тине йүгереп килеп сыҡҡан ҡыҙым.
  • Ярай, хушығыҙ,ялда ҡайтып йөрөрмен әле, - тип йылмайҙы ла улым, машинаның ишеген ябып ҡуйҙы.

  Машина ҡуҙғалып китте. Барыһы ла ул күҙҙән юғалғансы ҡуҙғалманылар. Тик минең генә йәнем машина артынан атылды. Иҫән булһам, эргәңә ултырып, арҡаңдан һөйә-һөйә барыр инем балаҡайым. Шулай ҙа күңелем тыныс, ҡайнымдың ҡустыһы унда үҙенең өйө менән йәшәй, еңгәйебеҙ ҙә бик алсаҡ ҡатын, улымды ла уларға урынлаштырырға һөйләшкәндәр. Уларҙа ,исмаһам, ваҡытында тамағына ашар, өҫтө лә ҡараулы булыр. Имен генә уҡып китһен инде.

    Машина артынан ейәреп, әллә ниндәй уйҙарға бирелеп, ер аяғы ерҙе үтеп киткәнмен бит. Этажлы йорттар эргәһенән жыйлап үтеп бара инек, ҡапыл күҙемә таныш һын бәрелде. Шәп-шәп атлап китеп барған һын минең Зәминә апайым түгелме? Ҡайҙа китеп бара икән? Бер айҙан прокурорға барам тип әйткәне ҡапыл иҫемә төштө лә, уның артынан киттем.

    Миңә үҙемдең йәшәгән ғүмеремдә милиционерҙәрҙе күп күрергә тура килде,бигерәк тә ауылда эшләгәндәренән халыҡ өсөн бер файҙа ла булмағанына инандым.  Халыҡ уларға ышанып бара, ә уларға ни халыҡ ҡыйғыһымы ни, үҙ мәнфәғәттәре яҡыныраҡ. Бар ауыл менән ыҙғышып- талашып йөрөгөләре лә килмәгәндер инде, ауылда ике-өс йыл эшләйҙәр ҙә, районға китәләр. Ауылда ла күберәк урында эшләгән түрәләрҙең мәнфәғәтен яҡлап, улар менән әшнә булып, бер табаҡтан ашанылар. Судья тигәнен дә күрергә яҙҙы ҡайным менән Айрат низахлашып йөрөгәндә иҫке бер машина өсөн. Уныһын да ла уларҙың ҡарары мине аптыратты: шул машинаны ҡайнымда ҡалдырһалар була ине лә бит, юҡ шул, Айраттыҡы өҫтөнлөк алды. Бына прокурор тигәндәрен бер  ҙә генә күрергә тура килмәне. Ләкин ишетеп беләм, барыһы ла прокурор ҡулында. Закон һағында торған иң бейек кеше, шулай булғас, иң ғәҙеле лә улдыр инде.

     Ниһәйәт апайым,район прокуратураһы тигән ишекте асып, эскә үтте. Ингәс тә, күңелем кителеп ҡуйҙы. Ябай ғына бүлмә, иҫке генә өҫтәл, ултырғыстары ла таушалып бөткән. Быныһы коридорҙыр инде, килгән кешеләр көтөп торһондар өсөн, унан  өс-дүрт ишек күренә. Оло ғына ҡатын килеп сыҡ ты ла:

  • По какому вопросу? - тигәс, апайым йомошон аңлатты. Ярты сәғәттәй көтөп ултырҙыҡ, шунан теге мәрйә беҙҙе саҡырҙы.

Бүлмә бик ҙур түгел. Өҫтәл артында мыҡты ғына кәүҙәле йәш кенә ир ултыра ниҙер яҙып.

  • Ниндәй йомош менән йөрөйһегеҙ?- тигәс, апайым:
  • Һеҙҙә һеңлемдең фашиғалы үлеме тураһында ғариза ҡалдырған инем, Ҡырғыҙбаева Әсимә, һеңлемдең фамилияһы.
  • Ә, Ҡырғыҙбаев? Һеҙ уға нахаҡ бәлә яғып йөрөгәнегеҙҙҙе беләһегеҙме?
  • Мин дөрөҫөн яҙҙым.
  • Хе, уның өсөн үҙегеҙҙе язаға тартырырға мөмкин.
  • Бына нисек! Кире бирегеҙ минең ғаризамды! Шулай уҡ министерствоның адресын бирегеҙ!

Үҙен  бик ышаныслы ғына тотҡан  прокурор ҡапыл баҙып ҡалды:

  • Туҡтағыҙ әле, ҡабаланмағыҙ. Ғаризағыҙ ҡалһын. Тикшерербеҙ.
  • Ярай улайһа, - тине лә апайым сығып китте. Мин тороп ҡалдым. Прокурор елкәһен ҡашып алды, секретарен саҡыртты.
  • Максимовна, был ғариза теркәлгәнме?
  • Әлегә юҡ, - тине уныһы.
  • Бик яҡшы, - тине лә ғаризаны өҫтәл аҫтына һалды.

   Бына нисек! Беҙ ышанып, күҙ терәп барған закон әһелдәре үҙҙәре ҡуйылған талаптарҙы үтәмәй икән! Шунан кемгә ышанырға? Туҡта, туҡта, был әҙәмдең йөҙө таныш бит миңә! Бәй, Миңзаданың ике туған һеңлеһе менән күрҙем бит мин уларҙы ауылда. Бына нисек! Айраттың ҡапыл ғына өйләнәм тип йөрөуе прокурорҙың Миңзадаға кейәү булыуына бәйле түгел микән?  Ана бит, апайыма ниндәй аҡырайып ҡараны. Күҙ терәп килгән һуңғы өмөтөм  селпәрәмә килде. Бер кемгә ышаныс юҡ был донъяла. Заманаһы ла ныҡ үҙгәрҙе шул, ни тиһәң дә, илебеҙҙә хәҙер капитализм хөкөм һөрә.Ә уның законы ҡаты, беренсе урында аҡса, байлыҡ, шулай уҡ алыш- биреш. Аҡсаң бар икән, һин кеше, ә юҡ икән..кеше булырға хаҡың да юҡ. Ә үлеләр тураһында һүҙ ҙә юҡ, үлгән, бөткән.  Хәҙер мине ғәйепләп, үҙ-үҙенә ҡул һалған тип ҡарар ғына сығарасаҡтар…

                                 +                 +               +              

   Ер шары күсәрендә бер туҡтауһыҙ әйләнә, шуға күрә лә иртән ҡояш сығып, көн дауам итһә, кискә ҡарай ай күренһә, төнө лә килеп етә. Ерҙең ниндәй градуста әйләнеүенә ҡараптыр, яҙы ла, йәйе лә, көҙө лә, ҡышы ла булып тора, тик бәхетлеләргә генә оҙон йәйҙәре эләгә, ә бехетһеҙҙәргә ҡыш һыуыҡтары күберәк татый. Был тормошта ла шулай, кем бәхетле оҙон ғүмерҙәр кисерә, ә кемдеңдер ғүмере ҡыҫҡа һәм фажиғәле. Ни сәбәптән шулай икән? Ниңә былай ҙа ҡыҫҡа ғына ғүмер бәхет менән сорналманы икән? Өләсәйем әйтә торған ине, хоҙай кещеләрҙе парлаштырғанда бәхет теләп ултырғанда яңылышып китеп, бер яҡшыға бер яман, бер матурға бер ямаҡай тип әйткәнгә, бар кеше лә бәхетле була алмай тип, бәлки дөрөҫтөр. Хатаһыҙ кеше булмай, тормош булғас, яңылышып та китәбеҙ инде. Тик йәш саҡта ихтибар биреп еткермәйбеҙ, барыһын да төҙәтә алырбыҙ тигән уй менән йәшәйбеҙ. Һөйгәнемде мәңгелеккә юғалтҡас, ниңә ҡабаландым икән мине һөймәгән кеше менән тормошомдо бәйләргә? Ваҡыт үтер, һөйөү килер тигәнгә ышанғанмындыр инде йәшлек менән. Ә икенсенән, иптәштәремдең парлы-парлы булып, бала һөйөп йәшәүҙәре лә сәбәп булғандыр…

    Нимә генә тиһәм дә, һуң инде… Үткән бөткән, мин юҡ.Үткәндәр кире ҡайтмай…Бәлки хоҙай мине был донъяла ыҙа күреп йәшәмәһен тип, иртәрәк үҙ янына алғандыр? Балаларым ғына йәл, әсә наҙынан мәхрүм ҡалдылар…

     Бөгөн минең ҡырҡым, һуңғы тапҡыр йәнем һеҙҙең янға, балаларым, әсәйем, туғандарым, дуҫтарым артыла. Һуңғы тапҡыр тыуған ауылым өҫтөнән осоп барам. Бына йортома ла килеп еттем, Аят тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күңелемә йылы инеп китте. Барыһы ла өҫтәл артында ҡулдарын күкрәктәре алдына ҡуйып, хәҙрәткә баҡҡандар. Бына ҡәйнәм, ҡайным, килендәштәрем, Айрат, уның ағалары, ҡустылары…Беҙҙекеләр юҡ. Балалар ҙа юҡ. Сервант башына ҡунаҡланым да, мулла аят уҡып бөткәс, шым ҡына сығып киттем… Ҡыҙым ҡайҙа икән? Туҡта, балалар тауышы ишетелә түгелме? Бала- бала инде, баҡсала килендәшемдең ҡыҙы, улы, тағы ике-өс бала менән уйнап йөрөйҙәр икән. Малайҙар туп тибә, ҡыҙҙар ҡурсаҡтары менән уйнай. Шулай инде ҡыҙ балалар, бәләкәстән үҙҙәрендә әсәй тойғоһын тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙымдың эргәһенә килеп, уның менән бергә, “бәләкәсен” бәүелттем,  бишек йырын йырланым. Шунан үҙен ҡосоп, һурып-һурып сикәләренән үбеп алдым. Бар теләгем, бәхетле генә булһын балаҡайым. Эх…Бер ни эшләп булмай…

   Әсәйемдәргә юнәлдем. Унда әле аят башланмаған, апайымдар мәж килеп аш-һыу әҙерләйҙәр. Әсәйем дә улар араһында, серванттан һауыт-һабаһын барлап, өҫтәлгә теҙә. Шул саҡ Әлфинә апайым:

  • Был ниндәй хат ул, әсәй?
  • Әсимәнең хаты, ҡулына биреп өлгөрмәнем балаҡайымдың, - тип күҙ йәштәрен һөртөп алды әсәйем.
  • Ысынлап та Әсимәгә. Асылмаған да. Кемдән икән?- тине Әлфинә апайым, конверт ситен йыртып.
  • Көн дә хат юҡмы, тип килде һуңғы көндәрендә балаҡайым, көткәндер.
  • Йә уҡыйыҡ, кемдән икән? - тине лә Зәлифә апайым, хатты тартып алды.

Хат әхирәтем Сәүиәнән ине. Мине саҡырып яҙған. Ул хатты уҡып, барыһы ла илай башланылар, бәлки ошо хат алданыраҡ килһә, яҙмышым да былай булмаҫ ине, тип тә уйлағандарҙыр.

      Мулла килде тигәс, тиҙ генә өҫтәлгә аҡ скатерть яптылар ҙа, тоҙ менән һауыттар ултыртып, һәр береһенең ҡулдарын сайҡаттырып, өҫтәл артына ултырыштылар. Мин  әсәйемдең уң яурынына ҡунаҡланым.

"Бисмилләһир рахмәәнир рахиим. 
Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мул-хисәб…

   Мулланың уҡыған аяты күңелдәремә инеп, барлыҡ фигелемде  атҡарып сығарып, мине яңынан- яңы үткәндәремә ҡайтарҙы: ошо йортта үткән бала сағым, ошо өҫтәлдә ултырып әҙерләгән дәрестәрем, туғандар менән йыйылышып үткәргән байрамдар, беренсе мөхәббәт хаттары, балаларымды ҡосоп илаған ваҡыттарым, ауыр саҡтарҙа әсәйемә килеп йығылған мәлдәрем… Барыһы ла йәшен тиҙлегендә башымдан үтте. Мин бында һуңғы тапҡыр туғандарым менән, әсәйем менән…Ни эшләп һуңғы тапҡыр булһын, һәр йылда бер тапҡыр йәнем килеп әйләнәсәк бит! Күңелемә йылы югерҙе…  

    Аяттар уҡылып, аштар ашалғас, барыһы ла таралыша башланы. Апайымдар һауыт-һабаларҙы йыуып, урындарына урынлаштыралар. Әсәйем генә диванда ултырып, эстән генә доғаларын уҡый. Уҡы, әсәй, доғаларыңды, минең балаларым һаулығына, уларҙың ҡайғы күрмәй, бәхетле йәшәүҙәренә, ыжғыр бурандарға бирешмәй, үҙ юлдарын табыуҙарына…Үҙең дә имен-һау бул, әсәкәйем, бирешмә! -тип әсәйемде ҡосоп үбеп алдым да йортом яғына ашыҡтым. Бәлки Айгиз ҡайтҡандыр? Уны күрмәйенсә нисек китәйем? Тағы йортома юнәлдем.

    Йорт алдында бер кем юҡ, барыһы ла таралышҡан. Урам буйлап осоп йөрөйөм, бәлки улар һарайҙалыр, йә баҡсалалыр? Баҡсала бер кем дә юҡ. Төпкө һарайҙа быҙауҡайым торған була үлән көйшәп. Ҡаңғылдашып ҡаҙҙарым килеп сыҡтылар, ҙурайып киткәндәр . Туҡта, был нимә? Мунса артындараҡ ҡойма эргәһендә ниндәйҙер ҡағыҙҙар һибелеп ята.Бәй, был бит минең фотоларым… Кем ташланы икән? Йөрәгем урынан ҡуҙғалды, ҡыйын булып китте…Улай итеп ташлағанса, әсәйемдәргә генә алып барып бирһәләр була бит.

   Ҡәйнәмдәр яғына осто йәнем. Тиҙ генә уларҙың өйөн байҡаным.Ҡайным гаражында ниҙер менән була, ҡәйнәм өйҙә ҡаланан килгән һеңлеһе менән һөйләшеп ултыра . Ҡапыл күҙемә  ситтәге карауатта ятҡан рюкзак салынды. Был бит Айгиздеке! Тимәк, ул ауылда! Ҡайнымдарҙан сығыуым булды,  столовый яғынан көслө музыка тауышы ишетелде. Унда туй бара! Ҡыҙып алған йәштәр столовыйҙан сығып, байрамды тышта дауам итәләр. Уртала ап-аҡ күлдәк кейгән ҡыҙ , уның эргәһендә ҡара костюмдан егет бәхетле йылмаялар.  Ирекһеҙҙән улар эргәһендә туҡталдым.  Беҙ ҙә туй көнөндә бәхетле инек. Ул көндәге бәхет ғүмер буйы беҙҙе оҙатып барыр тип уйлайһың. Тик…Юҡ, юҡ, кәрәкмәй, бер нәмәне лә иҫләгем килмәй. Йәштәргә бары бәхетле тормош теләйем. Көндәрегеҙ аяҙ булһын! Шатлыҡ-ҡайғыларығыҙ уртаҡ булһын!

    Клуб алдында йәштәр өйөлөшкән. Кино башланғанын көтәләр күрәһең. Бәй… Айгиз дә улар араһында! Яҡыныраҡ килдем, улым янында бер ҡыҙсыҡ. Яшыҡ ҡына, ҙур күҙле бер ҡараҡай, әйтерһең, минең йәш сағым. Улыма ҡарап ниҙер һөйләй, көлә. Улым да уға ҡарап йылмайҙы ла ҡыҙыҡайҙың ҡулынан тотто. Улыма ынтылған ерҙән , мин шып туҡтаным… Бәлки уларҙың йөрәгендә тәүге һөйөү орлоҡтары һалынғандыр? Бына улар етәкләшеп клубҡа инеп киттеләр. Күҙҙәремә йәштәр тығылды…   Бәхетле генә булығыҙ!

    Көн кискә ауышты. Йондоҙҙар күренә башланы күктә . Улар бит йондоҙҙар ғына түгел, был фани донъяны ташлап киткән кешеләрҙең йәндәре! Бына хәҙер минең йәнем дә шул йондоҙҙарға табан артыласаҡ.

    Осто! Осто! Күктәргә осто йәнем! Йәнем минең Зөһрә йондоҙ янында  булыр, балаҡайҙарым. Мине һағынған саҡтарығыҙҙа Зөһрә йондоҙҙо эҙләгеҙ! Хушығыҙ!

Аҙағы.

Фото: Бәйләнештә

 

    

   

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас