

Хәйҙәр Тапаҡов
Шәүлә
Повесть
1
Иртә уянды бөгөн Гөлнур, бигерәк иртә. Тышта көҙгө таң яңы һыҙылып ҡына килә. Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләр аша өй эсенә һүрән генә яҡтылыҡ һарҡа. Яҡтылыҡ та түгел – көҙ һағышына, күк йөҙөн япҡан болоттар бөләңгертлегенә туҡылған шәүлә. Ҡалын таҡта менән икегә бүленгән өйҙөң төпкө яғында тәртипһеҙлек. Ябыуһыҙ өҫтәл өҫтөндә буш араҡы, һыра шешәләренең тоноҡ шәүләләре сысайышып төҫмөрләнә. Кисә күршеһе Сания менән ире Фәритте Себергә эшкә оҙатыуҙы билдәләгәйнеләр шул, эскелек теле менән әйткәндә – “йыуғайнылар”. Ярты төн ауғансы табын артында ҡыялып, һуңғы шешә көмөшкәнең “ғүмерен оҙайтырға тырышып” саманан арттырыңҡырап ташлағандар. Бүлмәләге ҡырҡыу, ауыр еҫтән уртына ҡара һыу эркелде. Ауыҙын усы менән томалап стена яғына боролоп шымтайып ятты бер килке, шул арала мейеһен хәүефле уй ҙа сыйып үтте: “Әллә тағы ауырға ҡалдым инде? Етте, кәрәкмәй, булғандарын нисек әҙәм итергә әле, былай ҙа ыҙалаталар, йонсоталар...” Урынһыҙ тарһыныуынан, екһенеүенән һиҫкәнеп китеп, кире яҡҡа ҡайырылды ла ҡарашы менән йоҡлап ятҡан балаларын теүәлләне: ишек төбөндәрәк торған диванда Хәмитйән менән Хәкимйән йоҡлай, ҡаршыһындағы ағас карауатта игеҙәктәр Данис менән Юныс. Тәүге малайҙары менән игеҙәктәр араһындағы йәш айырмаһы ике йыл ғына, тәүгеләренә биш йәш тула, быларына өс. Эргәһендәге тояҡ таҡталары ярым түңәрәк рәүешендә әтмәләнгән бәүелтмәле бәләкәй көймәлә төпсөгө Сәлимә, өйҙәренең йәме, ҡәҙерле йән киҫәге йоҡлай. Уға әле яңы йәш тулып үтте.
Ҡалҡты ла, ҡулдарын терһәкләп тағанлап, бүлмә эсен яңынан күҙҙән үткәрҙе. Тубалға әүерелгән башы зыңҡып ауырта, тирә-яғында күңелһеҙ, йәнде-тәнде баҫҡан бөләңгертлек. Кисәгенән һүндерелмәгән радиоалғыстан гимн тауышы ишетелде. Тимәк, иртәнге ете, тиҙҙән республика яңылыҡтарын тапшыра башлаясаҡ-тар. Аяҡ өҫтө баҫып тыңланырға тейеш гимн кемде данлай икән, ошо шәүләнеме, ҡойтолоҡтомо? Гимн, республиканың һуңғы хәбәрҙәре уға ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел. Ул күптән инде тормош ағышына битараф, донъяуи хәлдәргә ҡул һелтәгән.
Кирелеп алды ла, юрғанын төҙәтеп ябынып, һуҙылып ятты. Эшкә бараһы түгел, ҡайҙа шул тиклем ҡабаланырға, өтәләнергә? Уҡытһа, ошо мәлдә һикереп килеп тороп, зыҡ ҡубып йыйына башлар ине. Ана бит, ғәҙәт ҡалған, көндәге ваҡытында уянды. Мәктәптә саҡта йәнендә еңеллек, күтәренкелек йөрөткән икән дә баһа, эшенә ашығып бара, талпынып ҡайтып ине. Шунан йорт тирәһендәге эштәрен ослай һала ла мәктәптә ойошторолған әҙәбиәт түңәрәгенә китә, сумкаһында – балаларҙың яҙған шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре. Шуларҙы тағы ла бер тапҡыр уй-зиһене аша үткәреп, үҙ алдына йылмая-көлә атлай. Әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ кеше булараҡ уға йәмәғәт башланғысынан булһа ла ошо бурысты йөкмәтеп ҡуйғайнылар. Аҡсаламы ни эш? Теләп алып барҙы түңәрәкте, ихласлыҡты тойған уҡыусылар ҙа эркелеп килделәр, теләп шөғөлләнделәр. Күҙгә-башҡа эләгер нәмәләр булмағас, тәбиғәтте маҡтап, тәүге яуған ҡарға, ҡарҙы иретеп морон төрткән умырзаяға һоҡланып шиғырҙар, новелла, нәҫергә тартым һүрәтләмәләр яҙып аҙапланалар, үҙҙәре яҙғанға үҙҙәре ҡыуанған, һоҡланған булалар. Ауылдағы башҡа ғаиләләр ише таңды кискә ялғап, көндәлек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеп, һауыт-һаба шалтырауын күршеләренә ишеттермәҫкә тырышып көңгөр-ҡаңғыр итеп ҡәҙимге генә донъя көтөп, һәүетемсә йәшәп яталар ине әле шунда.
Бөтә бәлә Сәлимә тыуғас башланды. Декрет отпускыһын яртыланымы-юҡмы мәктәп директоры үҙенә саҡыртып алды. Уйламаған ерҙә нимәгә кәрәге тейҙе икән тип, ғәжәпләнеберәк барҙы, әлбиттә. Ҡырҡылған түмәрҙәй ҡыҫҡа буйлы, тыңҡыш кәүҙәле Йәүҙәт Ишбулдович Дәүләтбирҙин, ҡырыҫ, төплө һүҙле, ауыр холоҡло, мыжыҡ кеше, был юлы ла уратып-суратып тормай туранан һалдырҙы:
– Күреп-ишетеп йөрөйһөңдөр, бөтә урындарҙа пагаловное сәкрәщение бара. Был бәләнең беҙҙе лә урап үтмәҫе билдәле. Тәүге ҡыҫҡартыуға пенсия йәше тулған уҡытыусыларҙы индереп, техперсоналдың бер өлөшөн эләктереп ҡотолғайныҡ, был юлы бер нисек тә килеп сыҡмай. Юғарыла, Аллаһы Тәғәләгә күрһәткәндәй һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте, тағы өс кешене эштән бушатырға, сәвременный тел менән әйткәндә әптимәлләштерергә тәҡдим итәләр. Шулар иҫәбенә һинең урыныңа ваҡытлы ҡалған ҡыҙыҡайҙы ла индерергә тип кәллигиәлне хәл иттек, ту ес педсәүиттә бергәләп һөйләшеп-кәңәшләшеп!
Юғалыңҡырап ҡалды башта, ни тип әйтергә лә белмәне, шунан иҫен йыйғас, директорҙың аҡтарын һарғылт төҫ япҡан күҙҙәренә тура ҡарап һораны:
– Минең эш урыным закон нигеҙендә һаҡлана түгелме?
– Эш урыныңды бит үҙең менән декретҡа алып китмәгәнһең, ҡәрендәш, ул бында, шулай түгелме? Һин уҡытҡан фән бөтөнләй бөтөрөлмәй, дәрестәр һаны ҡыҫҡара ғына, ту ес ике ыставка берәүгә ҡалдырыла. Икенсе ыставкала кемдең йөрөгәнлеген беләһең…
– Һеҙҙең хәләл ефетегеҙ.
– Эштә ниндәй яҡынлыҡ, туған-тыумасалыҡ тағы? Мәктәптә ул минең өсөн прастуй уҡытыусы! Башҡаларға ҡуйған талапты Мәғәмүрә Сәлиховна ла еренә еткереп үтәргә әбязана, һәм ул шулай эшләй ҙә. Пенсияға етеп килгән, хөрмәт ҡаҙанған, мәғариф алдынғыһы ызначогын йөрөткән уҡытыусының ыставкаһына бер нисек тә ҡағыла алмайым.
– Ставкағамы, әллә ҡатынығыҙғамы?
– Ыставкаға тинем бит!
– Мин декреттан сыҡҡансы Мәғәмүрә Сәлиховна пенсияға китә түгелме?
– Уның урынына институтты тамамлаған йәш белгес килә.
– Ул белгес – һеҙҙең ҡыҙығыҙ, шикелле.
– Што за дапрос, был ниндәй тәрбиәһеҙлек һәм әҙәпһеҙлек, Гөлнур Шамилевна? Нимә эшләргә мин үҙем беләм, шуның өсөн дә ошо урынға райондың мәғариф бүлеге тарафынан назначен! – Сәбәләнеп киткән директор, эргәһендә өйөлгән ҡағыҙҙарҙы бер урындан икенсе урынға шылдырып һала башланы, шау һөйәктән хасил дерелдәк бармаҡтарына ялғанған йоҡа усы менән һирәк-һаяҡ таралып һибелгән сусҡа ҡылындай аҡһыл шырт сәстәрен ялтасланған пеләш түбәһенә өйҙө, ыңғайы бер бармаҡтары менән уң яҡ ҡабырға аҫтын ҡармағас кеҫәһенән сығарған уймаҡтай һауыттан төймә дарыу алып ҡапты ла өҫтәлгә ҡуйылған ҡырлы стаканға графиндан һыу сайпылтып йотто. Бауыры ауырта тиҙәр уның, шул сәбәпле бик йыш ҡына район дауаханаһына бара, йылына ике-өс тапҡыр ятып та алғылай.
Ул тыныс ҡиәфәттә ҡалды:
– Ни сәбәптән иң әүәл беҙҙең фән ҡыҫҡара?
– Әпәт бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ һәм наивный һорау. Башҡа телдәргә ҡайһылайтып теймәк һәм сәкрәщәт итмәк кәрәк, уҡыусылар бит уларҙан дөйөм дәүләт имтиханы тапшыра. Ситкә сыҡһаң да в первую учередь уларҙы белеү фарыз, урыҫ һөйләше – тотош Рәсәйҙең дәүләт теле тип иҫәпләнә, инглиздәрҙеке, билдәле, бар донъяны биләгән. Ә көндән-көн бөтә барған беҙҙең телгә нимә генә булһын?! Ауыл, хатта өҫтәп әйтер инем, утар кимәленә ҡалып бара бит ул башҡортлоҡ, ҡалала уның духы ла, еҫе лә юҡ, бик беләһең килһә.
– Һинең ише туң йөрәкле моңһоҙҙар бөтөрә ул телде.
– Ауыҙыңды үлсәп ас, әптимизәцияны мин уйлап сығармағанмын, ул государство кимәлендә ҡабул ителгән умный һәм уместный ҡарар, яҡшы йәшәүҙең нигеҙендә иң әүәл һаҡсыллыҡ ята!
– Нимәне һаҡларға кәрәк, аҡсанымы, әллә кадрҙарҙымы?
– Күрәм, ялда ятып артыҡ телдәрләнеп киткәнһең, ҡара уны! – Бармаҡ янаны директор, шунан һалпыш кәүҙәһен килбәтһеҙ ҡалҡытып өҫтәлгә таянды ла уҫал ҡарашы менән һөҙҙө. – Юҡ-бар һорауҙарың бар икән, туранан-тура пракарурға мөрәжәғәт ит, минең өсөн иң беренсе урында закун һәм юғарынан ебәрелгән күр-һәтмә!
– Миңә ни эшләргә хәҙер?
– Шәхсән, үҙ ҡулдарың менән декреттан һуң эш урыныма дәғүә итмәйем, һәм эшкә сыҡмайым, тигән ғаризаны яҙаһың, һәм беҙ һинең менән килешеп әҙәмсә хушлашабыҙ. Профком менән килешелгән.
Мәктәптә тракторсы булып эшләп йөрөгән ире хаҡында ла бер юлы белешергә итте:
– Ә Фәрит?
– Ул ҡала, әлегә ҡала…
– Ҡала инде, хеҙмәтсе фиғелендә өйөгөҙ тирәһендәге йомоштарҙы үтәргә тотҡасығыҙ.
Уҫал ҡаҙалыуға яуап бирмәне директор, бары ирендәрен мыҫҡыллы салшайтып ҡуйыу менән генә сикләнде.
Барыбер һөйләшергә булды профком етәксеһе менән, дәрестәрҙең бөтөүен, оҙон тәнәфесте көттө, уҡыусыларҙан бушап ҡалған кабинетҡа инде. Уҡытыусы китаптарын, балаларҙың эш дәфтәрҙәрен оло сумкаһына һалып аҙаплана ине.
– Һаумыһығыҙ, Фариза Хисбулловна!
Тегеһе ваҡытһыҙ йөрөгән ҡунаҡтан ҡурҡҡандай күҙҙәрен таҫырайтты:
– Һау-һаумыһығыҙ, Гөлнур Шамилевна… Бик ҡабаланам бит әле. Хәҙер ҡайтып өй тирәһендәге эштәремде бөтөрәм дә хакимиәткә барам, ҡатын-ҡыҙҙар Советының сираттағы ултырышы, унан һуң профсоз мәшәҡәттәре менән яңынан бында… Ә һеҙ ниндәй йомош артынан йөрөйһөгөҙ ваҡытһыҙ?
– Ваҡытһыҙыраҡ булһа ла профком рәйесе булараҡ һеҙгә килдем, Фариза Хисбулловна, башҡа тағы кемгә мөрәжәғәт итәйем тағы?! Директорҙың юридик ҡанундарҙы һанға һуҡмаған ҡарары, һәм һеҙҙең шул ҡарар менән ризалашыуығыҙҙы бөтөнләй аңлап етмәйем!..
Эштең айышын һүҙһеҙ ҙә төшөнгән рәйес ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып барып ишекте яба һалды ла ҡурҡыулы бышылданы:
– Ипләңкерәп, күрше кабинетта Йәүҙәт Ишбулдычтың ҡатыны уҡыта ине… Һуң ҡайһылай ғына итәйем, төп эшемдә, йәшерен-батырын түгел, ек күремсе хәлендә йөрөйөм, артыҡ һүҙ ысҡындыр – шундуҡ эштән бушатып урамға сығарып ырғытасаҡтар.
– Һуң һеҙ уҡытыусыларҙы һаҡлаусы, уларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ойошманың етәксеһе түгелме ни?
– Демократияның, кеше хоҡуҡтарының һаҡланмауын белмәҫкә кисә тыумағанһың, улар бөтәһе лә көндәлек һөйләнгән телмәрҙәрҙә һәм ҡағыҙҙа ғына. Ә профсоюз ойошмаһы –директорҙың мутлыҡтарын йәшереүсе, законлаштырыусы шаршау ғына. Юғарынан түбәнгә саҡлы шулай эшләнә, шулай икән, бер ни ҡылып та булмай… Һинең йомошоңа килгәндә – ризалаш, башҡаса сара юҡ. Йәүҙәт Ишбулдыч барыбер үҙенекен иҫбат итәсәк, сараһыҙлап, мәжбүри әйткәнен эшләтәсәк… Бар сыҡ, башҡаса был мәсьәлә менән мөрәжәғәт тә итмә, бәләһенән баш-аяҡ! – Профком рәйесе сәбәләнеп ҡулдарын болғаны.
Ҡайтты ла ҡыҙыулыҡ менән район хакимиәте башлығына ялыу яҙып почта йәшнигенә төшөрҙө. Үҙенең хаҡлығына, ғәҙеллектең тантана итеренә ышана ине ул.
Кискеһен һуҡмыш ҡайтып ингән Фәрит һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды:
– Һинең исемдән директорға ғариза яҙып индерҙем.
– Ниндәй ғариза? – Һиҙенһә лә белмәмеш ҡыланып ҡаштарын сөйҙө.
– Үҙ теләгең менән эштән бушатыуҙы һорап яҙған ғариза. – Араҡы-һарымһаҡ еҫе, тәмәке ыҫы аңҡыған ире, ҡырынмаған сикәләрен ыуып иләмһеҙ сытырайҙы. Уның Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һис ҡасан үҙгәрмәҫ битлек-йөҙөндә йылмайыуын, борсолоуын, хафаланыуын йә уйланыуын айырыуы ҡыйын. Хәйер, ул саҡ ҡына булһа ла уйлай беләме икән, тере көйөк?..
– Ни эшләнең һин, Фәрит, яҙмышымды, киләсәгемде емерҙең бит!
– Ниндәй яҙмыш, киләсәк ул тағы, уҡытыусы ла булғанмы һөнәр… Ана, аҡыллылар шәхси эштәрен асып типтереп көн итәләр. Һин дә йүнле эш эшләп, әҙәм рәтле шөғөл табып көн ит, кистәрен күҙҙәрең тишелеп шиғыр яҙғансы, юҡ тигәндә көмөшкә ҡойоп һат, шулайтһаң, көнитмешебеҙгә әҙерәк бер пумыш килер, исмаһам. Араҡы һатып алыуға киткән аҡсаға балаларға тәм-том ҡаптырырбыҙ, минең кәстүмем дә туҙып китте, һиңә ҡиммәтле, теге, ни, синтипундан пәлтә алырбыҙ. – Фәрит ғүмерендә тәүге тапҡыр донъяуи хәстәрҙәргә тотоноп китте лә һарыуын ҡайнатҡан мәсьәләгә ҡәтғи баһаһын да бирҙе: – Ҡыҫыр шиғырҙарҙан тишек-тошоҡ бөтәймәй, уларҙы өҙлөкһөҙ сәйнәү менән тамаҡ туймай!
– Минең ҡыҙыҡһыныуҙарыма ҡағылма, йәме!
– Һинең шул, бар белгәнең шиғыр яҙыу ҙа, күп ҡасар бейә ише тубырҙатып бала табыу инде!
Ары һүҙ сыбалтҡыһы килмәгәнлектән асыуын эсенә йотто ла сатнатып әйтте:
– Иртәгә үк ғаризаңды кире алам!
– Папробуй, ир һүҙен йығып минән үтеп кенә ҡара, күрмәгәнеңде күрһәтермен!
Аҙна-ун көн үтеүгә, район хакимиәтенән яуап килде. Ләкин уның эстәлеген аҙағынаса төшөнөп бөтмәне: мәғариф өлкәһендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла оптимәлләшеү тигән кампания бара, һәм был сараның бик тә урынлы һәм кәрәклелегенә, иҡтисади эффектына айырым баҫым яһалған, шул ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә уҡытыусыларҙың эш хаҡы ике тапҡырҙан күберәккә артып китә икән. Был һорауға өҫтәмә яуап алыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителгән. Хаттың аҙағына хакимиәт башлығының ҡултамғаһы сыймаҡланған штамп баҫылған, тимәк, хат дөйөм бүлектән дә ары китмәгән.
Туҡталып ҡалырға теләге юҡ ине, шуға шул уҡ кистә ултырып мәғариф начальнигына хат яҙҙы. Унан килгән яуап та әллә ниндәй закондарҙы, ҡарарҙарҙы теҙеп хисаплап яҙылған шыма һәм… бер нәмә хаҡында ла түгел ине.
Тағы ла бер айҙан Фәритте эшенән бушаттылар. Директор: “Ҡатыныңды тыя алмағасың үҙең ғәйепле!” – тип әйтергә лә онотмаған. Ошоға саҡлы даими төшөрөргә, ҡырын һалырға яратҡан ире, иҫерек мәлдәрендә янап ҡуйыу менән генә сикләнһә, был юлы сәсенән һөйрәп йөрөп типкеләне, бит-йөҙөн күк-талаҡ иткәнсе туҡманы. Кеше күҙенә күренергә оялып аҙна самаһы өйҙән сыға алмай ятты, тик ауыл хакимиәтенә ялыу менән барырға баҙнат итмәне. Ошо ҡиәфәттә Хәкимйәндең алдына баҫһынмы? Ояты ни тора!
Былай ҙа етешһеҙ тормоштары әкренләп кирегә тәгәрәне. Ошоғаса эш менән мәшғүлләнеп үҙен көслөк менән булһа ла тыйып килгән Фәрит бөтөнләй бәйһеҙләнде, дуҫ-иштәренә эйәреп, тотанаҡтан ысҡынып көнө-төнө эсә башланы. Хәҙер ундай ирҙәр менән ауылдары тулған: ҡайһылары бисәләренең эш хаҡына ҡарап көн итә, өйләнмәгәндәре ата-әсәһенең елкәһендә, ҡыутомшоҡ-яңғыҙаҡтары өңөндә ятҡан айыуҙай бикләнеп, наҡыҫ тапҡанына шөкөр итеп, ҡаты-ҡото тәғәменә мөрхәтһенеп ғүмер һөрә. Эш юҡ шул ауылда, элекке совхоз ер йотҡандай юҡҡа сыҡты. Хужаһыҙ һәм ҡараусыһыҙ ҡалған элекке ферма ҡаралтыларын, бүлексә келәттәрен, гаражды нисек етте шулай, эшкинерлектәрен алып, серек-сороғон ян-тирәгә ырғытып һүтеп алып бөттөләр. Хәҙер уларҙың күрмәлекһеҙ һөлдәләре бар тирә-йүнде йәмһеҙләп һерәйгән, сәселгән ҡалдыҡтары вайран килеп сәсрәп ята. Ҡасандыр бында райондағы иң ҙур совхоздың алдынғы бүлексәһе булды, тип һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ. Дәүләт милке бер урындан икенсе урынға ҡабалан күскән болоттай юғалды. Ә был тут баҫҡан тимер-томор, төҙөлөш ҡалдыҡтары – элекке хужалыҡтың бахыр күләгәһе, юҡ, өркөткөс ҡарасҡыһы, биҙрәткес һоро шәүләһе… Ферма һөтөн ташымағас, юлдар ремонтланманы, ташландыҡ хәлгә килде. Таҙартылмағас, бурандарҙан һуң утрауҙағылай бөтөнләй бикләнеп ҡалалар, шуның арҡаһында ауырлы ҡатын өйҙә, бер ниндәй медицина ярҙамһыҙ бәпәйләп, үҙе иллаллаға тере ҡалып, бәпесен юғалтып ҡазаланып ҡуйҙы, ауыр йәрәхәтле ирҙе күҙҙәрен йомдороп ярты юлдан кире боролдолар. Йәй көндәре аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла автобус йөрөй ине, һуңғы сиктә пассажирҙар юҡлыҡҡа һылтанып, ул рейсты ла яптылар. Хәҙер район үҙәгенә осраҡлы ылау менән, йә йәйәүләп юлланалар.
Бер аҙҙан тотонор ҡул аҡсалары бөттө, балалар пособиеһына ҡарап тороп ҡалдылар. Йә һаҡлыҡ кенәгәһендә төйнәнгәндәре ятмай. Нисек тә йәшәргә кәрәк бит, шуға ғаиләлә беренселекте үҙ өҫтөнә алды, ә тупаҫ, тиҫкәре, ялҡау ире – тормош ҡалыбына, йәшәү ағышына тиҙ яраҡлашыусан балсыҡтай бушаҡ һәм һәлкәү. Өҫтәүенә ауыр шөғөлдө, яуаплылыҡты гелән башҡалар өҫтөнә ауҙарырға әҙер һәм әүәҫ, был юлы ла тормош йөгөн тулыһы менән уның сибек иңдәренә һалды. Таныш-тоношо аша белешеп, яйын яйлап, иренең ризалығын алып, уны бер нисә иптәшенә ҡушып Себергә эшкә оҙатты. Унда ла ҙур эш хаҡы түләмәйҙәр хәҙер, шулай ҙа бер аҙ ус яларлыҡ ҡайта, бөтөнләй юҡ ише түгел. Әүәле хөкөм ителгәндәрҙе Себергә, һөргөнгә һөргәндәр, хәҙер аҡса артынан ҡыуып үҙ теләктәре менән шул тарафҡа ағылалар. Ир-аттың күпселеге Себерҙә, бында ҡалғандарын бармаҡ менән генә һанарлыҡ, улары ла йыйын әтрәгәләмдәр. Ир ҡулы теймәгән хужалыҡтар емерелә, атайлы була тороп балалар атайһыҙ үҫә, ҡатын-ҡыҙ етем, ярты тол фиғелендә көн итә. Фәрит ай самаһы кәсебендә йөрөй ҙә шул саҡлы өйҙә була, арығанлығын яҙа, киләһе вахтаға көс туплай, ял итә, йәнәһе лә. Замана ирҙәренең ял итеүе – шешә төбөн текләү бит инде ул, ире лә ауылда сағын тамағын сылатыр нәмә эҙләп әйенселәп үткәрә. Күҙ буяр өсөн булһа ла кәртә-ҡура тирәһенә сығып әйләнһәсе! Эшкә китер ваҡыты етһә, мунса төшөрөп, медпунктҡа алып барып система ярҙамында араҡы ағыуын ҡыуҙырып, кеше рәтенә килтереп оҙата. Тулы бер айға ҡотола аяҡлы бәләнән, ғаилә бәйнәтенән. Башҡалар ише алыпһатарлыҡҡа тотонорға ине лә иҫәбе: ойотҡолоҡ аҡсаны ҡайҙан тапмаҡ? Әҙәп, намыҫ сиктәрен ашатлап сығыр ныҡлыҡ тапты үҙендә, оятын, түбәнһенеүен ситкә ҡуйып көмөшкә ҡойоу ҡоролмаһы эшләтеп алып, хәҙер шуның файҙаһын күрә. Ауылға эшкә ҡайтҡас, йәшереп көмөшкә һатыусы тәрбиәсе хаҡында ишетеп аптырағайны, быны башҡа һыймаҫлыҡ, әхлаҡ ҡанундарына тап килмәҫ ҡылыҡ тип ҡабул иткәйне, шул ҡәһәрле көндәр үҙенә килде. Тауары төшөмлө, аҡмаһа ла аҙлап тамып көнө-төнө табыш, килем килтерә. Көмөшкә ҡойҙо, әммә уның ҡеүәтен ауыҙ итеп ҡарау теләге тыуманы, шулай ҙа кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың бит инде, һуңғы осорҙа барыбер әҙ-мәҙләп йотошторғолай башланы, янында шешәләш ҡәрҙәшлегендәге ҡойто кейенгән әхирәттәр ҡоро пәйҙә булды. Элек үҙе өсөн генә тип шиғырҙар яҙа ине. Уны ла онотто хәҙер, ташланы. Яҙғандарында яҡтылыҡ, нур, йәнде елкендерерлек күтәренкелек, асманға ашыр хыял төҫмөрләнмәй, илһам етешмәй. Бер нисә тапҡыр ижад ҡомарын көҫәп өҫтәл артында аҡ ҡағыҙға текәлеп ултырып ҡараны ла йүнле шиғыр түгел, рифмалы таҡмаҡ та сығара алмағас, лирика исеме менән нарыҡланған дәфтәрҙәрен дөрләп янған усаҡҡа ырғытты. Йәл ине үткәндәре менән хушлашыу, күҙҙәренә йәш төйөлдө, булмышы өҙгөләнде. Шиғырҙарының күбеһе беренсе һәм һуңғы мөхәббәте Хәкимйәнгә бағышланғайны, эскерһеҙ һөйөү һәм яҡты киләсәк, бәхетле йәшәү, яҡты киләсәк хаҡында ине. Инде килеп ана шул өмөтөнән дә яҙҙы. Йәшлеген, сафлығын, ҡабатланмаҫ хис-тойғоларын туплаған яҙмаларҙы ялмап йотҡан рәхимһеҙ ялҡынға текәлеп ултырғас, кинәт ынтылып мейес эсенән дәфтәр ҡалдығын тартып сығарҙы ла, ҡулы бешеүҙән уны иҙәнгә ырғытты. Ут эсенән эйәреп сыҡҡан ялҡын босҡаҡҡа ҡалған ҡағыҙ йоратын, иҙәнгә төшкәс үк, ҡара ҡоромға ҡалдырып ялмап ҡуйҙы. Өй эсенә эсе төтөн еҫе тулды. Әсеп һыҙлаған усы менән соландан яңы индерелеп өҫтәл ситендә һерәйгән һалҡын шешәне һәрмәп алып ҡырлы стаканға тултырғансы көмөшкә ҡойҙо ла төп күтәрә эсеп ебәрҙе. Зәһәр эсемлек үҙәк буйын яндырып төшөп китте, бер аҙҙан һиллек, күңел тыныслығы алып килде. “Бына бит, тиргәһәләр ҙә, көмөшкә янған ерҙең әрнеүен, күңел үрһәләнеүен баҫты ла ҡуйҙы баһа, тимәк файҙаһы бар!” Эскесенең аҡланыу фәлсәфәһенә бирелеп шулай уйланы ла еңелсә бәүелеп стенаға беркетелгән көҙгө ҡаршыһына барып баҫты. Унда сағылған ҡураныс кәүҙәле, йонсоу ҡиәфәтле ҡатын-ҡыҙ шәүләһе бер аҙҙан моңһоҙ мөңгөрәп йырлап ебәрҙе:
Хуш инде, мәңгегә хуш инде,
Китә яҙ, китә наҙ – ҡыш инде…
Бала табып аҡса эшләүҙе кәсеп итеп алған ҡатындарға эйәреп икенсегә ауырға ҡалды. Был юлы ла игеҙәктәр тыуҙы. Тимәк, хөкүмәт аҡсаны ла ике тапҡыр күберәк түләйәсәк. Ул аҡсаны ла күрә алманы, хәйерһеҙ. Ҡустыһының йорто нигеҙенәсә янып китте, әсәлек капиталын документ килеш илтте туғандарына, ә улар ауылда буш торған йорттарҙың береһен һатып алып шунда сыҡтылар. Ҡартайған, яңғыҙ ҡалған әсәһе лә шул ҡустыһы менән. Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тормоштарын бөтәйтеп йәлсеп йәшәп китә алмайҙар һаман. Игеҙәктәре тәүгеләренән айырмалы рәүештә сибегерәк, сирләшкәрәк булып тыуҙылар, тик шуныһы күңеленә тыныслыҡ бирә, уларҙың донъяны ҡабул итеүҙәре ҡәҙимге, аң кимәлдәре теүәл, юғиһә, ишетеп түгел, күреп белә, күрше ауылдарҙа зиһене таҡыр балалар артҡандан-арта бара, ауылдарҙа ғынамы икән әле? Ә бына кескәйе, үҙе теләп, көтөп тапҡан Сәлимәкәйенең киләсәген хәҙер үк төҫмөрләргә мөмкин: туп һымаҡ һикерергә әҙер теремек, сибәр, Алла бирһә, киләсәге матур булыр бәләкәсенең. Уның йәшәмәгән көндәрен ул йәшәр, һөйөлмәгән көндәрен ул һөйөп-һөйөлөп тулыландырыр, татымаған шатлыҡ-ҡыуаныстарын ул татып кинәнер. Изгегә юрай Сәлимәкәйенең алдағыһын, моғайын да, юрауы юшҡа сығыр.
Һиҫкәндереп, ишек шаҡынылар. Көтөп ятты. Ҡәтғи, талапсан ҡағыу тағы ҡабатланды. Торараҡ ҡағыуға ҡаты итеп итек үксәһе менән тибеү өҫтәлде. Китер яйы тойолмай бының. Кем йөрөй икән таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан? Утты ҡабыҙғас, эске күлдәген дебет шәле менән бөркәп, аяҡтарына шипатайын ҡатып соланға сыҡты:
– Кем йөрөй унда? – Кисәге табында көйһөҙ йырҙар аҡырыуҙан тауышы тамам ултырғанлыҡтан, ҡарлыҡҡанлыҡтан ғырылдап өндәште.
– Асығыҙ әле! – Келәне ысҡындырыуға, ишек ауыҙында тултырылған тауыҡтай тумалаҡ, билһеҙ йыуан кәүҙәһе ҡыҫҡа аяҡтарға барып ялғанған, ялҡындай ҡыҙыл төҫкә буялған йоҡа сәсле, күрмәлекһеҙ быжыр йөҙлө Кәримә хасил булды.
Ул Хәкимйәндең ҡатыны, хакимиәттә йыйыштырыусы булып эшләй, бер юлы йомошсо-саҡырыусы мәшәҡәттәрен дә үтәй. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ине, ике-өс йыл элек ошо эшкә күсеп алды. Иренә күҙ-ҡолаҡ булырға тырышыуылыр, күрәһең. Хәкимйәнде бик ҡыҙғана, һәр аҙымын иҫәпләп-ҡарап, һәр ҡылғанын күҙәтеп-аңдып ҡына тора, тиҙәр. Кәримә биҙәү, икәүҙән-икәү генә йәшәп яталар әле шунда, балалар тауышы ишетелмәгәс, өйҙәренең ҡото, аштарының бәрәкәте юҡтыр. Әгәр ул Хәкимйәнгә кейәүгә сыҡһа, уға оҡшаған тос ҡына бер малайҙы, йәнә ҡурсаҡтай ҡыҙҙы тупылдатып табып бирер ине, биллаһи. Ҡатын-ҡыҙ һиҙгер бит ул, Кәримә лә уның Хәкимйәнгә йөрөткән йылы мөнәсәбәтен, йәшерен хистәрен тойомлай, шикелле. Шуға ла һәр ваҡыт бер-береһенә тәкәбберҙәр, һүҙҙәре лә берекмәй, аралашыуҙары ла ҡоро һәм ҡаты. “Йә, Хәкимйәндең тиңе, яҙмышын бөтөн итерлекме инде ошо тыу, ҡыҫыр, тумалаҡ башы быҫҡыған усаҡтай янған тамуҡ киҫәүе?!”
Эстән генә шулай көйәләнде, ә теле икенсене һораны:
– Йә, тыңлайым, ни йомош?
– Өйөңә инергә мөмкиндер?
– Әгәр рөхсәт итмәһәм?
– Беҙгә, власть кешеләренә, барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ! – Кәримә шулай тине лә рөхсәтте лә көтөп тормай хужабикәне бер яҡҡа этәреп, һимеҙ кәүҙәһен эс яҡҡа йүнәлтте.
Инеү менән бәйләнсек тызырайҙы:
– Ниңә өйөң йыйыштырылмаған?
– Нимә, һеҙ ревизормы әллә?
– Ревизор булмаһам да ауыл хакимиәтенән.
– Эйе, ауыл хакимиәтенән икәнегеҙҙе ишетеп беләм. – Өҫтәп, әсе төрттөрҙө. – Һеҙ унда юғары категориялы өлкән йыйыштырыусы сифатында эшләйһегеҙ, шикелле? Килеүен килгәс, бер юлы өйөбөҙҙө йыйыштырып та ҡайтырһығыҙ, бәлки, ә?
Кәмһетелеүҙән Кәримәнең быжыр бите бурҙаттай ҡыҙарҙы, шулай ҙа асыуын эсенә йотоп эре яуапланы:
– Эйе, йыйыштырыусы, иллә мәгәр һинең һымаҡ эшһеҙ ятмайым. – Уҫал киҫәтте. – Кисә бик һуң ғына Хөснулланың Санияһы һеҙҙең ҡапҡанан төртәңләп сығып килә ине. Иҫерек икәнлеген дә һиҙҙем. Ҡасан бисә-сәсә йыйып эсеүеңде ҡуяһың? Тағы самогон ҡыуып итәк аҫтынан һатҡаныңды ла ишетеп беләбеҙ. Ҡара уны, райондан тикшереүселәр килһә, иң тәүҙә һиңә алып киләм, белеп тор, быларҙы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаһы булараҡ әйтәм, һуңынан киҫәтмәне, әйтмәне тип үпкәләмә.
– Миңә кемдең ингәнендә, сыҡҡанында һинең, Совет ағзаһының эше булмаһын, йәме! Тағы, көмөшкә ҡойғанымды, һатҡанымды күреп торҙоңмо һәм тоттоңмо? – Ярһый барыуын тойоп туҡтап ҡалды. Бындай барыш менән барһа, тиҙҙән һөйләшеүҙең ыҙғышҡа барып ялғанырын көт тә тор. Асыуынан быуылып тора биргәс, бышылдап тиерлек һораны. – Ҡабатлап һорайым, ни йомош?
– Башлыҡ саҡырта. Хәҙер үк барып ет, бызмырҙамай етеҙ ҡымғырла!
– Ҡара таң тишегенәнме?
– Һин йоҡо һимерткәс тә, башҡалар йоҡлап ята, тип уйлайһыңмы?
– Ваҡыт тапһам, бәлки, барып та сығырмын. Төшкә ҡарай…
– Кәнишне, тегендә түҙемһеҙләнеп һине генә көтөп ултыралар, ти! Хәҙер үк, срочно тинем бит! Һинең эшең район менән бәйле. – Кәримә шулай тине лә, тирмәндәй йыуан осаһы менән төртөп асҡан ишеген дә ябып тормай, сығып китте.
Көтөлмәгән саҡырыуҙан юғалып ҡалды, шунан ҡабаланып йыйына башланы; комодта соҡоноп кеше араһына сыҡҡанда ғына ҡулланған матур күлдәген табып үтекләп кейҙе, тырпайған сәстәрен еүешләп тарап рәткә килтерҙе, крем урынына биттәренә һыйыр еленен майлау өсөн тотонған вазелинды яғып, еңелсә массаж яһап алды, әммә маңлайын иртә сыймаҡлай башлаған һырҙар юйылманы ла яҙылманы ла. Ваҡ йыйырсыҡтар күҙ төптәрендә, ауыҙы ситтәрендә лә ап-асыҡ булып беленә башлаған, ошоғаса битарафлыҡҡа ғарҡ йөрөгәнлектән шул етешһеҙлектәренә лә иғтибар итмәгән. Ваҡ-төйәк әйберҙәр һалынған бәләкәй ҡумтала со-ҡоноп тотонорлоғо ҡалмаған помаданы табып алып, төпсөк соҡорондағы барлы-юҡлы буяҡты шырпы бөртөгөнә эләктереп сығарып ирендәрен ҡыҙартты. Әҙерләнеп бөткәс, көҙгөгә һирпелде. Ҡәнәғәт ҡалды, ни тиһәң дә, уның эскелеккә бирешеп таушалған йөҙө ҡайһылыр кимәлдә ирәмһегәйне, күлдәге лә тотош ҡиәфәтен йәмләй. “Хәкимйән иртә менән нишләп саҡыртырға итте икән? Әллә берәй яҡшы хәбәре бармы? Етте оҙаҡ ял иттең, мәктәпкә бар тиһә?” Бик теләп сығыр танһыҡ эшенә, ауылдың теге осонда йәшәгән ҡәйнәһенә кескәйҙәрен ҡарап торорға ҡушыр, әҙерәк эшләп алғас, игеҙәктәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырырға мөмкин, ә Сәлимәкәйе ҡайҙа ла һыя, бер аҙна ҡәйнәһендә, бер аҙна әсәһендә. Эшкә төшһә, тормошо күҙ асып йомғансы яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Мәктәпкә барыу менән ул киткәс һүнеп ҡалған әҙәбиәт түңәрәген тергеҙеп, йәнләндереп ебәрер. Айына бер тапҡыр, балалар ижадын туплап, гәзит тә сығарырҙар. Уны мәктәпкә, юҡ, клубтың түренә элеп ҡуйырҙар. Күрһендәр шиғриәттең, әҙәбиәттең мәңге икәнлеген, инанһындар уның илаһи көсөнә. Дәртләндергес уйынан бүлмәгә һыймай улай-былай йөрөп алды, шунан кире түшәгенә ултырып аяҡтарын тартып тубыҡтарын ҡосаҡланы, тынысланырға итте, ә күңелендә үткән хәтирәләр яңынан ҡайнашты.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.