

Хәйҙәр Тапаҡов
Шәүлә
Повесть (3)
Оҙаҡ хәл итте ары ни ҡылырын, аныҡ ҡына фекергә килә алмай оҙон көн буйы диванда аунаны, күҙҙәре алдынан һөйкөмлө йөҙлө Хәкимйән китмәне. Берсә моңһоу ҡарап, берсә һораулы төбәлеп килә лә баҫа. “Һин һәйбәт егетһең, Хәкимйән, ләкин был ояттан һәм түбәнһенеүҙән һуң мин һиңә тиң дә, иш тә, лайыҡ та түгелмен! Түгелмен!..” Шул бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай ҙа илап мендәренә ҡаплана. Ҡояш байыр мәлдә тупһаның күтәрмәһенә сыҡты. Эш юҡта эш табып ишек алдын һепереп йөрөгән әсәһе һеперткеһен ташлап, ярпайып килеп баҫып, өңөлөп ҡарап уға төбәлде.
– Әйтегеҙ, килһендәр…
Шул һүҙҙе генә көткән әсәһе таплыҡта балта һаплап аҙапланған атаһының яғына йүгерҙе, өҫтөнән тауҙай бәлә төшкәндәй ҡыуанып һамаҡланы:
– Шамил, атаһы, ҡунаҡ ҡаршылауҙы һөйләшеп-кәңәшләшеп алайыҡ, көн ярым ваҡыт ҡалған. Теге бесән осорона инселәгән тәкәне иртәнсәк һыҙырып алырһың. Өҫтәлгә ҡуйыр һыйға ла аҡса кәрәк. Йә, ярай, уныһы минең хәстәр, күршеләрҙән үтескә алып торорбоҙ. – Бер тынанан теҙҙе әсәһе, тик тауышында ҡыуаныуҙан бигерәк борсолоу, хафаланыу ауаздары һиҙемләнде…
Йоманан һуң бүлексәнең ике шәп атын еккән әйттереүселәр урам саңын борҡотоп ҡапҡа ҡаршыһына килеп тә туҡтанылар. Ике аттың береһе теге дейеүҙәй айғыр ине. Тоҡомдарында юғары белемлеләр булмаһа ла, үҙҙәрен һауалы тотоп, текә ҡыланырға, эре сирттерергә яраталар, фартауайҙар улар. Әйттерергә генә килһәләр ҙә, йола боҙоп, дуғаларға ҡыңғырауҙар, яулыҡтар тағып алғандар, аттарҙың һыртында ҡыҙыл буҫтау. Был туй түгел дә, томаналыҡтары шул саҡлы микән? Атаһы-әсәһенең, кейәү үңгәренең янына Фәрит бер ни булмағандай йүгерә һалып килеп етте лә сапсылғандан аҙаҡ ҡутырлап ҡатҡан сикәләрен ыуып йылмайыу урынына мәғәнәһеҙ сытырайҙы:
– Шамил ҡарт, әй, ҡайным бигерәк ҡаты ҡуллы, һигеҙҙән үрелгән сыбыртҡы менән һыҙырҙы ғына. Тағы атай өҫтәне. Зато – беҙ бергә! – Уның менән бергә булырға уйында ла юҡ ине бит, шул хаҡта уйланымы икән был белекһеҙ?
Ҡәһәрмән мулла белгәнен яттан, белмәгәнен алдына һалған китаптан ҡарап, тотлоға-йонсой, иләмһеҙ көйләп әллә йыназа, әллә бата уҡыны, әллә ясин сыҡты, белмәҫһең, уның ҡарауы Бибисара абыстай ҡартының һәр әйткәнен йөпләп баш ҡағып ултырҙы. Шулай булғас, уҡылғандар раҫтыр. Ҡалған йолаларҙы ла шартына килтерергә тырыштылар: батмусҡа мәһәр аҡсаһы, кейәү бүләге һалынды, ҡоҙалар күлдәк кейҙереште. Бата уҡыған өсөн һалынған саҙаҡаны нишләптер мулла түгел, абыстай ҡабаланып үрелеп алып, кофтаһының оло кеҫәһенә йәшерҙе. Еңгәләр уйнай-көлә, кинәйәләй-шаярта ҡыҙ йәшерелгән йортҡа кейәү егетен йыртыш йырттырып үткәргән булдылар. Фәрит уның яҙмышын аяуһыҙ йыртып, аяҡ аҫтына һалып тапап ингәнлеген моңһоҙ, һуҡмыш ҡунаҡтар беләме икән? Ары ла урмандағы фажиғә хаҡында һүҙ ҡуйыртыусы, уға ҡара яғырға маташыусы табылманы.
Туй көнөн көҙгә, уңышты йыйып бөткән мәлгә билдәләнеләр. Шулай ҙа Фәрит, сама белеп, әҙәп һаҡлап аҙнаһына бер тапҡыр кейәүләү тураһында уйлап та ҡараманы, хәләл иреләй көн һайын килә. Ишек алдындағы аласыҡта йоҡлайҙар. Ярты төн ауышҡансы ҡайҙалыр юғалып тора ла, ҡырҡыу араҡы еҫен борҡотоп ҡайтып инә һәм хаяһыҙ ҡыланып сисенеп ташлай, шунан, утты һүндереп, уны йонсоторға тотона. Йәне ытырғана. Булмышы дошманынан боҫҡан терпеләй йомарлана. Ауыр кәүҙәне ҡулдары ситкә этеп, тартҡылаша. Йөҙөн, ерәнгәндәй сирылтып, ситкә бора. Ә быларҙы ғәҙәти тыйнаҡлыҡ, тейеш сыпраңлау итеп ҡабул иткән Фәрит уның һайын ярһый, уның һайын оятһыҙлана… Түшәктән быуындары таралып, арманһыҙ арып, иҙелеп килеп тора. Кейәүгә сыҡмаҫ элек көнөн көҙгө ҡаршыһында, бит-йөҙөн рәткә килтереүҙән, әйләнеп-тулғанып осоҡланыуҙан башлай ине. Хәҙер ул ҡылығын да онотто. Көҙгөләге ғәйепле ҡараған, бәхетһеҙ ҡарашлы ҡыҙҙы, юҡ, өнһөҙ шәүләгә әүерелгән бисара ҡатынды күргеһе килмәй.
Ҡарашын туҙанлы юлға ҡаҙап, талсыҡҡан кәүҙәһен тау аҫтындағы ҡоҙоҡ яғына йүнәлтеп китеп бара ине, таныш тауыштан тертләп китте:
– Гөлнурым, мин килдем! – Һиҫкәнеп һирпелде, ҡаршыһында оло спорт сумкаһын тотоп алған Хәкимйән баҫып тора. Юғалып ҡалды, тулҡынланыуҙан теле аңҡауына йәбеште, теҙ быуындары ҡалтыраны, ниһайәт, юғала барған тауышы менән өҙөп-өҙөп һораны:
– Ни… нишләп килдең бында? Башҡа урын бөткәнме һиңә?
– Һеҙҙә математиканан уҡытасаҡмын. Райондан бында ебәреүҙәрен һораным. Беҙ бергә буласаҡбыҙ. Шәп, эйе бит! – Ул яратҡан һүҙен ҡабатланы.
– Шәп түгел! Кит һин бынан, Хәкимйән, кит, яныма ла килмә, бер ни һорашма ла! Үтенәм! Осрашыу эҙләмә, яҙмышыбыҙға яҙғанды төҙәтергә маташма, бер ни килеп сыҡмаҫ, мин…мин… башы менән тәҙрә быялаһын төйгән күбәләк хәлендәмен!..
Шулай тине лә, аптыраулы ҡарашлы егетте ҡалдырып, илай-илай ҡоҙоҡ яғына ҡарай йүгерҙе. Биттәрен боҙҙай һалҡын инеш һыуы менән йыуа ла йыуа, шул һыуҙар тоҙло йәштәргә ҡушылып муйынын, түштәрен сылата. Уға үтә лә ҡыйын ине, шулай ҙа бер мәлгә генә күңелен яҡты уй балҡытты: “Хәкимйән бар бит әле был донъяла, мәңгегә юғалтһа ла, алай ҙа ул бар!..”
Хәкимйән килде лә уларҙан ике-өс өй аша йәшәгән Файза ҡарсыҡҡа фатирға төштө. Хәҙер уның йәшәүе ғазапҡа әүерелде, белә, ул аласыҡта Фәриттең ҡосағында, ә был мәлдә Хәкимйән уларҙың баҡса ултырғысында ултыра. Ул уны тойомламай, ап-асыҡ итеп һиҙә, хатта егеттең ваҡыт-ваҡыт ауыр итеп көрһөнөп ҡуйыуын да ишетә. Ишетә лә, хәленән килгәнсе ҡаршылашырға тотона…
Көҙ еткәс, мәктәпкә эшкә төштөләр. Тәүге уҡыу көнөндә үк Хәкимйән яйын тап килтереп янына килде, ҡулындағы гөлләмәне һондо һәм аңлашылмаған мөнәсәбәттәрен асыҡларға теләгәндәй һораны:
– Нисек улай ҡарарға килдең, Гөлнур, аңламайым?
– Һәм аңламаясаҡһың да! Шулай кәрәк ине. Мин ир ҡатыны.
– Ә мин?
– Ә һин, йәшлегемдә һәм сафлығымда, ынтылһам да, барып етә алмаҫ, бик теләһәм дә, ҡайтара алмаҫ йыраҡта ҡалдың. Ул һағымға ымһынмайыҡ, үҙебеҙҙе әүрәтмәйек һәм алдамайыҡ, Хәкимйән. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә. – Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнен генә асыҡламаны.
Зыялы холоҡло Хәкимйән башҡаса борсоманы, бары тап килешкәндәрендә моңһоу, рәнйеүле һирпелеп ҡуйыу менән генә сикләнде.
Хәкимйән килеп бер ай самаһы үткәс, Фәрит менән эләгешеп киткәндәр. Фәрит башҡалар ише күреп, ауылға хужа икәнлеген иҫбатларға маташҡандыр, ә Хәкимйән – теләһә кемгә баш эйеп бармаусы ғорур зат. Икәүләшеп ауыл эргәһендәге аҡлан эргәһенә киткәндәр, арттарынан көйәрмән сифатындағы егеттәр эйәргән. Уҡыған мәлдә бокс секцияһына йөрөгән Хәкимйән бирешә буламы? Фәрит алған кә-рәгенә, еңелгән. Ошо хаҡта иртәгеһенә үк ишетте. Эйе, Фәрит төн уртаһын еткермәй ҡайтып инеп, уға арҡаһын ҡуйып уфтанып таң аттырғайны шул. Эш бына нимәлә булған икән. Бер мәлгә генә күңелендә шатлыҡ эркелде, тимәк, эргәһендә һаҡлаусыһы һәм яҡлаусыһы бар! Тик уға арҡалана, унан теләһә ниндәй мәлдә ярҙам һорай аламы? Хаҡы юҡ, бындай түбәнселеккә ғүмерҙә лә бармаясаҡ! Хәкимйән ғорур, әммә ләкин ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел! Әйҙә, ошолайтып эргәһендә йөрөп ятһын, уға шуныһы ла еткән…
Уның туй көнөнә тап килтереп Хәкимйән дә кәләш әйттерергә ҡарар итте. Балалар баҡсаһының мөдире, һөймәлекһеҙ Кәримәне һайлаған.
Эсеүгә хирес Фәрит туйҙа тиҙ биреште. Мәжлес яртылауға ул лаяҡыл иҫерек ине инде, саҡ күрше йортҡа күсереп һалдылар. Ирен хәстәрләү һылтауынан сыҡҡан уға шул ғына кәрәк ине лә, Фәритте сисендереп түшәккә һалды ла арғы осҡа Кәримәнең еңгәһе йәшәгән яҡҡа йүгерҙе. Төн уртаһы еткән. Йорттоң тәҙрәләрендә ут күренмәй. Ул баҡса ултырғысына бөгөлөп төштө: был мәлдә Хәкимйәне яттың ҡосағында. Уның да йәне өҙгөләнәлер, моғайын, ҡулдары менән булмаһа ла йәне менән үҙ-үҙе менән тартҡылашалыр… Баҡса рәшәткәһенә ҡайҡайып ултырып, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Шекәрә болот ҡаплаған күктә төн хакимы айҙың шыҡһыҙ шәүләһе йөҙә, йондоҙҙар ҙа бөләңгерттәр, төҫһөҙҙәр. Көҙгө һалҡын ел биттәренә уңлы-һуллы саба, итәктәренән тартҡылай, йоҡа курткаһы аша үтәләй һуғып тәнен, юҡ, тотош йәнен ҡалтырата. “Шул кәрәк миңә, шул кәрәк! Туҡма, сыбыртҡыла мине, һалҡын ел, ҡыуала йәнемдәге йылыны, унда яҡты хистәргә урын ҡалмаһын!..” Булмышы ярһып, бер үк һүҙҙәрҙе тылҡыны…
Егәрле, тырыш, оҫта ҡуллы икән Хәкимйән, бер йыл тигәндә ауыл осонда тәтәйҙәй йорт бөтөрөп инде, хужалығын тәртипкә килтерҙе, ойоштора белеүен, халыҡ менән эшләй алыуын иҫәпкә алып, бер нисә йылдан һуң уны ауыл хакимиәтенең башлығы итеп һайлап ҡуйҙылар.
Фәрит тә, Хакимйән менән ярышырға теләгәндәй, белем алырға ынтылып маташты, мәгәр кимәле тракторсылар курсынан да юғарыраҡҡа тартмай ине. Китеп-ҡайтып йөрөп алты ай уҡығандан һуң тракторсы танытмаһы алып ҡайтты, уны ла юғары уҡыу йортоноң дипломын алғандай күреп, аҙна-ун көн самаһы әшнәләре менән йыуып йөрөнө, терегөйөк!
Хәкимйән менән булған йылы мөнәсәбәттәре ары ла дауам итте. Башлыҡ кеше араһында булмаһа ла икәү генә осрашҡандарында хәстәрләүен, ситтән генә булһа ла уны ҡайғыртыуын белгертә, кәңәштәрен бирә, үҙе лә асылып китә ҡайһы саҡ. Бер бөтөн булып берегер яртылар ине лә бит, Саҡ менән Суҡ яҙмышлылар уларҙан башҡа ла был донъяла аҙ тиһеңме? Барыбер күңеленә рәхәт, барыбер ошолай йәшәүҙәре йәненә дауа. Яҙ көнө тәбиғәт уянмаһа, тыуыр таң да ваҡытында атмаһа, күк көмбәҙендә ҡояш көлмәһә, төнгө йыһанды ай-йондоҙҙар балҡытмаһа, йәшәйештең тәме лә, йәме лә, мәғәнәһе лә ҡалмаҫ ине, моғайын. Ер йөҙөндә Хәкимйәндең барлығын белә, уға шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Ул ғына биреште, бирелде, бөгөлдө көнитмеш ауырлыҡтарынан…
3
Уйҙарынан арынып тағы ла бер тапҡыр ҡарашын ярым ҡараңғы бүлмә эсенән йүгертте. Танауын ҡырҡыу көмөшкә еҫе ярҙы. “Башҡаса эсмәйем тип ант итәм дә бит… Тумыртҡа тәүбәһе… Тотош ауыл эскәс, ни хәл итәһең…” Баяғы ҡумтала эҙләнеп, бармаҡ башындай хушбый һауытын сығарҙы. Уның төбөндә ҡалған тамсыларҙы ҡолаҡтарының һыртына, ҡултыҡ аҫтарына ышҡыны. Шунан ишек яңағына ҡатылған йыуынғысҡа һыу ҡойоп биттәрен йыуҙы, тештәрен таҙартты. Башлыҡҡа көмөшкә еҫе борҡоп барып ултырып булмай бит инде. “Моғайын, көмөшкә ҡыуған өсөн саҡырталыр әле. Тигенгә тиһеңме? Бынау Кәримә лә шул хаҡта тумбытты бит… Ә ул эшкә сыҡ, тип әйтеренә өмөтләнеп яҡшыға юрай тағы”. Кәйефе китте. Баяғы етеҙлегендә йөрөп өҫтөн алмаштырҙы, ирендәрендәге буяҡты ҡулъяулыҡ менән һөртөп ырғытты, башына иҫкерә төшкән яулығын ябынып, өҫтөнә һыйыр һауғандағы фуфайкаһын кейеп тышҡа сыҡты, ишеккә йоҙаҡ һалды ла ауыл хакимиәте яғына йүнәлде. Китешләй әсәләренә боролоп, балаларға күҙ-ҡолаҡ бул, тип әйтергә лә онотманы, юғиһә, Сәлимәкәйе уяныр ҙа ҡурҡып илай башлар, уға ҡалғандары ҡушылыр.
Ауыл әлегә уянып етмәгән, мәгәр тау битләүендәге хакимиәт тәҙрәһендә генә ут күренә. Хакимиәт эргәһендә мәсет. Уны тышҡы матурлыҡ, дин өлгөһө сифатында ҡалҡыттылар. Иң осона ярым ай ҡунған манараһы ла сиркәүҙекенә оҡшатып эшләнгән. Ауыл һайын тамаҡ ялғарлыҡ шөғөл эҙләп йөрөгән йыйын әтрәгәләмдәрҙе яллап төҙөткәйнеләр шул, ә уларға сиркәү әтмәләнең ни ҙә, мәсет ҡоршаның ни, түләһендәр генә. Иман йортона йөрөүселәр, хатта изге йома көндө уның ишеген асып инеүселәр юҡ. Аңлашыла, ошоғаса Аллаһыҙ итеп тәрбиәләнгәндәр һис ҡасан тәүбәгә килмәйәсәк, ә үҫеп килгән быуындың табынғаны – аҡса… йәнә ауыл уртаһындағы кибеттә. Кибеттеке күпкә сағыуыраҡ та, матурыраҡ та, әллә ниндәй төҫтәрҙә емелдәп үҙенә әйҙәй, саҡыра. Алыпһатар Бикә ике-өс ауылда магазин асҡан, эшен дә заман ҡалыбына яраҡлаштырған. Магазиндарҙы ялтырауыҡ кәнфит һымаҡ итеп тотоу, район гәзитенә даими рекламалар биреү, яңы йылда шыршы төбөндә йомартланып шампан өләшеү тиһеңме, һәммәһен килештереп урын-еренә еткерә. Һуңғы осорҙа ике һатыусы ялланы, хәҙер магазиндары тәүлек әйләнәһенә эшләй, тәүлек әйләнәһенә килем килтерә. Шуға ла бит көмөшкә һатыу һуңғы йылдарҙа ауырлашҡандан-ауырлаша бара, ир-ат тура магазинға бара, ә унда аллы-гөллө шарабы ла, эреле-ваҡлы һыраһы ла, йәнең теләгән араҡыһы ла бар. Аҡсаң наҡыҫ икән, һуңғыға арзанлынан, суррогаттан алырға мөмкин. Спиртлы эсемлектәрҙе киске ун берҙән һуң һатмаҫҡа тип ҡарар сығарғандар ҙа бит, уның үтәлешен төпкөл ауылға килеп кем генә тикшерһен дә ғәйеплене язаға тарттырһын?!
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.