Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Июль 2023, 05:04

Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (5)

– Әҙәм ба­ла­һына күпме генә кәрәк тиһең, ҡыуаныстан юғалып ҡалған Рәйсә күҙ асып йомған арала ипкә килде: көндәлек мәшәҡәттәрҙән һурылып киткән йөҙөнә нур ҡунды, шау һөй­әктән хасил бәләкәй кәүҙәһе теремекләнде.

Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (5)Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (5)
Шәүлә Повесть Хәйҙәр Тапаҡов (5)

Хәйҙәр Тапаҡов (5)

Шәүлә

Повесть

Ашығып урам буйлап атлай, үҙе эстән генә үртәлеүле һөйләнә: “Ни өсөн миңә ми­ҙал? Бала тапҡан өсөнмө? Бала табам да бит, уларҙы бөгөн әҙәмсә тәрбиәләй аламмы? Улар үҙҙәрен бәхетле, ғәмһеҙ, һаҡлаулы итеп тоялармы, теләгән аштарын ҡабалармы, йәндәре тартҡанды кейәләрме, күҙҙәре ҡыҙған уйынсыҡтарҙы алып уйнайҙармы? Юҡсыллыҡта үҫкән мәхрүмдәр бит улар... Юҡсыллыҡ хәйерселек психологияһын яралдыра, ә ул үҙ сиратында өмөтһөҙ киләсәккә ишара...” Рәйсәләр тапҡырына етте. Был тирәлә ике өйҙөң береһе буш – хас та яртылаш тештәре төшкән өңрөй ауыҙ. Серей барып яртылаш ергә һе­ңешкән йорттоң тәҙрәләрендә ут шәүләһе бар, тимәк, йоҡламайҙар. Бер аҙ икеләнә биреп торғас, шунда боролдо. Солан ишеге бикһеҙ ине, эс яҡҡа үтеп һаҡ ҡына итеп өй ишеген шаҡыны. Тыңланы.
– Инегеҙ, бикһеҙ! – Эстән көттөрөңкөрәп сәрелдек тауыш ишетелде.
– Һаумыһығыҙ! – Тупһаны ашатланы ла, түшәм уртаһында йызлаған берҙән-бер лампочка насар яҡтыртҡан өй эсендәге буҙ яҡтылыҡҡа күҙе бәйләнеп туҡтап ҡа­лды. Ниһайәт, хужабикәне абайланы, ул түрбашта оло табаҡта ҡамыр ба-ҫып аҙап­ла­на ине. Бына ул янбашы аша ҡарап эткеле-төрткөлө яуапланы:
– Һау булһам, духтыр түгелһеңдер әле!
Артһыҙ ултырғыс тартып ишек төбөнә сүгәләне. Өй эсендәге һүрән яҡтылыҡ һәр нәмәнең тоноҡ шәүләһен генә төҫмөрләтә; уртала йыуылмаған һауыт-һаба өй­өлгән ҙур өҫтәл, ҡаршы яҡ стенаға сервант терәлгән, унда ла туҙан баҫҡан, ҡырын ятҡан рюмка-бокалдар тағы ла әллә нимәләр күренә, һулаҡай яҡта оҙон урындыҡта те­­ҙел­ешеп балалар йоҡлай, шул тапҡырға уҡ сәңгелдәк эленгән, уның ян-тирәһе насар йыуылған простыня менән уратылған, уң яҡта йоҡлар өсөн киңәйтелгән диванда һиҙерәп, урын-урыны менән мамыҡтары күренгән юрған ябынып, ир кеше йоҡлай. Уның ялбыр, керҙән сыбыҡланған сәстәре һәм ҡырылмаған сикәһе генә күренә. Өй эсе тын алғыһыҙ ауыр еҫ менән тулған. Шул күңелһеҙ күренеште ир кешенең тамаҡ төбө менән ғырылдауы, ваҡыт-ваҡыт тәмләп тамшанып ҡуйыуы тағы ла күрмәлекһеҙләндереп ебәрә. Ху­жабикәнең өҫтөндә төҫө уңа башлаған йәмһеҙ сәскә биҙәкле халат, ул уны яланғас тәненә кейгән, шикел­ле. Йоҡа туҡыма аша түбәнге өлөштә тубыҡтарға тиклем төшкән пантолондың һырҙары беленә, эйелгәндә асыҡ иҙеү аша күренгән ҡеүәте, һуты кәмегән бушаҡ имсәктәр ҡамыр баҫҡан ҡулдар хәрәкәтләнгәндә елдә ел­б­ер­ҙәгәндәй уңға-һулға бәүеләләр. Түшәктән таҡыр башлы, бер күҙе мәғрипкә, икенсеһе мәшриҡҡа ҡараған, ҡабырғалары кер ҡырғысы ише ябыҡ кәүҙәлә рахит билдәләре ярылып ят­ҡан биш-алты йәштәр самаһындағы малай иләүһерәп ҡалҡты ла, ҡул һырты менән йоҡоло күҙҙәрен тызып, мышҡылдарға тотондо:
– Әй, әсәй, килеп тороп асыҡтырҙы, ашағым килә…
– Сыҙап ҡына ятып тор, балам, хәҙер икмәкте өлгөртәм, картуф беш­ерергә ҡуям. Бөтәгеҙ бергә уя­нғас, иртәнге сәйҙе эсеп алырбыҙ. Бисмилла… – Рәйсә мал­айының ар­ыҡ арҡаһынан еңелсә ҡағып яратып кире түшәгенә һалды, уға ҡырағ­аһыҙ ҡарап, тупаҫ һораны: – Нимә унда тикшереүсе ише тексәйеп ултыраһың, таң ҡараһынан эҙләнеп, темеҫкенеп йөрөйһөң? Баш төҙәткес үҙеңдә лә бар бит.
– Һине һөйөнсөләп ҡыуандырайым тип һуғылдым әле.
– Нимә, пуштыға балалар аҡсаһын ебәргәндәрме әллә? Ондоң һуңғыһын ҡыр­ып баҫып тора инем әле. Бынау ҡырғын тейгер­ләргә, – асыуһыҙ ғына урындыҡ яғына ымланы, – көнөнә ике тап­ҡыр икмәк һалмаһаң, еткереп булмай – иртәнсәк әсетеп бешереп алам, төштән һуң сөсөләй. Ә был Әхмәт, – йоҡлаған ир яғына яратмай ҡараны, – түшәктә тығын булыуҙан башҡаға эшкинмәй, ике йыл инде ошолайтып йоҡо һимер­тә. Исмаһам, һинең абышҡаң, күҙ көйөгө булып йөрөмәй эргәңдә, йәнеңде тынсытып бер айға булһа ла юғалып тора. – Һүҙгә әүәҫ Рәйсә бер тына шулай бытылданы ла баштағы һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтты. – Пуштыға аҡса ебәргәндәр, әләйгәс? Ярай, һөйөнсөһөнә бер ярты!
– Һөйөнсөнө юғарыраҡтан ал, һине Өфөгә ебәрәләр!
– Бәрәмәс, унда ни ҡалған, бынау һәммәһен ҡырып-һепереп ашаған сиңерткә сиреүен кемгә ҡалдырам? Бынау тере көйөк Әхмәткәме? Улайға уҡ китһә, ул үҙе оло бала менән бер, сискән ойоҡтарын табып кейергә эшкинмәй Миңә генә күҙ терәп торалар бит өй эсе менән. Йәнә юл йөрөүгә сығым­дарҙы ҡайҙан алмаҡ? – Ышан­май­ыраҡ ҡараны. – Эйе, Өфө һынлы Өфөлә хәйерсе Рәйсәне хәтер­ләп ултыралар, ти, киң итеп тот ҡапсығың­ды!
– Уныһы инде һинең баш ҡайғыһы, Өфөлә һиңә “Әсәлек даны”н тапшырасаҡ­тар.
– Һе. – Ни әйтергә белмәгән Рәйсә аңшайып ҡарап иҫен йыя алмай торҙо бер килке, шунан ҡәтғи һығымтаһын яһаны: – Ти­рә-яҡта Рәйсәләр бер мин генә как будты? Бутағандар, яңылыш, аймылыш хәбәр ебәргәндәр ызнашит, шул ғына. Ана, күрше Ашҡаҙарҙа бер түгел ике Рәйсә, Ҡаҙыршала берәү.
– Рәйсәләрҙе бутаһалар ҙа, күп балалыларҙы бутамайҙарҙыр юғарыла. Тимәк, һин!
– Миңә миҙалмы?! – Рәйсәнең йөҙөнә шатлыҡ сатҡылары бәреп сыҡты, урын­д­ыҡтың ситенә лып ултырҙы. – Әсәйем, ун баланы аяҡҡа баҫтырып та уның тураһында хәстәрләүсе булмағайны, миңә етәү өсөн миҙал бирергә итәләр. Һөйөнсө-һөнә бер самауыр сәй, ти торғайны әсәйем мәрхүмә, һиңә лә шуны әйтәм, Гөлнур! – Әҙәм ба­ла­һына күпме генә кәрәк тиһең, ҡыуаныстан юғалып ҡалған Рәйсә күҙ асып йомған арала ипкә килде: көндәлек мәшәҡәттәрҙән һурылып киткән йөҙөнә нур ҡунды, шау һөй­әктән хасил бәләкәй кәүҙәһе теремекләнде. Ул ҡойондай ҡалҡынып йоҡлап ятҡан ирен һе­лкетергә тотондо. – Әхмәт, Әхмәт, тим, тор әле, тор, миңә миҙал бирәләр, Өфөгә саҡыртҡандар!
Һелккеләүҙән уянған ир тороп ултырҙы ҡыштыҡтан суғырмаҡланған бармаҡтарын тырпайтып тыңлауһыҙ һибелгән сәстәрен рәткә килтерҙе лә ситтәренә эрен ҡатҡан ташбыҡ күҙҙәрен секрәйтеп өй эсендәгеләрҙе барланы:
– Нимә тинең, алйыған бисә, шул ҡалай киҫәгенә лә ҡыуаналармы? Ә минең кисәгенән, Бикәнән алған сурагаттан һуң баш ярылып бара, үләм… – Ул быуынһыҙланып салҡан ҡоланы.
– Әй, ошоно, ғөмөрө буйы шул булды инде, һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәне… Балалар, тороғоҙ әле, бер ҡыуаныс әйтәм, тороғоҙ, миңә миҙал бирәләр! Өфөлә... – Шулай тине лә уның яғына һораулы ҡараны. – Ул миҙал тигән нәмәне ҡайҙа бирерҙәр икән?
– Башлыҡ администрацияһында.
– Кемдән тапшыртырҙар икән?
– Һуң Башлыҡ үҙе тапшырыр, ҡотлар, гөлләмә лә тотторор! Уның йолаһы шулайыраҡ, телевизорҙан ҡарағаның юҡмы әллә?
– Телевизор, тип уның ҡайһылыр ере төтәп янғайны, тора, ана мөйөштә, картуф баҡсаһына ҡуйылған ҡарасҡылай... Миҙал, шунан сәскә... Ә сәскәһе ысынмы икән, әллә ҡағыҙҙан эшләнгәнен генә бирерҙәрме? Ошо йәшемә етеп миңә дегәнәк ишаратын да тотторғандары юҡ. Ышанғы килмәй, Башлыҡтың үҙе тигәнсе әле! Ошоғаса минең бит бригадир ҡулынан да бүләк алғаным юҡ. Алғаным юҡ, тимсе, түрәләрҙән гел әрләндем дә тиргәлдем, һүгелдем генә.
– Ә был юлы маҡтарҙар, ҙурларҙар, миҙал алғандан һуң, бер өйөр фотографтар шарт та шорт фотоға төшөрөр, телерепортерҙар интервью биреүегеҙҙе үтенер.
– Китсе, китсе, шул тиклем дә ҙурларҙармы икән? – Ышанғым килмәй.
– Ысынлап әйтәм! Ҙур ерҙә һис ҡасан ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләгәнем юҡ, күңелем нескә бигерәк, ауыҙымдан һүҙем сыҡһа, күҙемдән йәшем сыға. Ҡунаҡ-маҙар булған ерҙә Әхмәт һупалай ҙа ҡуя. Уны инде беләһең, әйткәндәренең ҡап яртыһы урыҫсаһы менән башҡортсаһы буталған һүгенеү... – Хәбәрен ыңғай яҡҡа ҡайырҙы. – Балалар, һеҙ ҙә тороғоҙ, шатлыҡлы хәбәрҙе бергәләп тыңлайыҡ!
Урындыҡта төрлө бейеклектәге баштар суҡайышты. Ләкин өй эсендәгеләр өсөн аңлашылып бөтмәгән ҡуңалтаҡ ҡыуаныс береһенә лә ҡағылманы булыр. Өлкәнерәк тауышлыһы тамам уянды, шикел­ле, беренсе теләген белдерә һалды: “Нимә бешерҙең, әсәй? Ашағым килә!” Сәңгел­дәктә ятҡаны теле менән әйтмәһә лә ағаһы менән бер теләктә­л­ер, башта мышҡылдап, тора-бара һуҙып илап ебәрҙе.
Ярым ҡараңғы өй эсен ҡатындың ҡыуаныстан балҡыған күҙҙәре яҡтыртып еб­әрә алманы, бер аҙҙан йөҙҙәге тоноҡлана барған ҡыуаныс бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
Ул ары ҡалыуҙы килештермәй ҡыйынһынып ҡына сығыу яғына атланы, артынан ябылған ишектә Рәйсәнең: “Ҡәһәр һуҡҡыры был тормош...” – тигән иңрәүле һүҙҙәре ҡыҫылып ҡалдылар…
Өйөнә ҡайтыуына әсәһе малды ҡарап, алдарына бесән һалып, ялан кәртәгә сығ­арғайны. Әле Хәмдениса ҡарсыҡ ҡорҙай кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып өй эсен йыйыш­тырып йөрөй. Аяҡ юлын саҡ таныр кимәлдәге һуҡыр ул. Йәшерәк саҡта һәйбәтерәк күрә ине, йылдар үтеү менән күҙҙәренең дә элекке нурҙары ҡайтып күреү һәләтен шәү­лә хәленә ҡалдырып тоҙ төҫөнә инделәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышып, йүгермәләп йөрөп ятҡан көнө, ябай күҙҙәр күрмәгәнде лә ул иң беренсе элеп ала. Шул күрәғарау күҙҙәре менән ҡыйлыраҡ итеп булһа ла иҙәнде һепереп алған, урын-урыны менән валсыҡ өйөмдәре ҡалдырып өҫтәлде һөрткән, йыуған ҡашығаяғы ла уның күреү һәләте кимәлендә. Барыбер өй эсе йәмле, унда ниндәйҙер күтәренкелек хөкөм һө­рә, ҡот һиҙелә. Ҡарсыҡ аяҡ тауыштарынан танып алып, ҡыуанып һөйләнде:
– Ҡайттыңмы, балам? Иртәнсәк, мин биғәләш, ҡайҙа барғаныңды ла белеш­м­әй торған да ҡалғанмынсы?
– Рәйсәгә барып ураным. Уға “Әсәлек даны” миҙалын бирәләр. Шуны һөйөнсөләп килдем. – Үҙе тураһында әйтеп торманы.
– Миҙал тиһеңме? – тип ҡабатлап һораны ҡарсыҡ. – Хайран шәп ҡарар ҡабул иткәндәр ҙә! Миҙал тигән нәмәне яу батырҙарына, хеҙмәт батырҙарына бирәләр. Бына ат­а­йың мәрхүм “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын түшенән төшөрмәне. Шуға ла мин уны мулланың ҡаршылығына ҡарамай кәфененең тышына ҡаҙаным, ҡыуанып, тын­ыс ятһын әхирәттә лә, мәйтәм. Күп бала тәр­б­иә­ләгән һәр әсә был оло баһаға лайыҡ. Ҡолон тай булғансы хужаһы эт булған, тигән әй­тем дә бар. Бала табыу һәм бағыу бит ул тоҡ­ом­оң орлоғон киләсәк майҙанына сәсеүгә бәр­әбәр. Бәс, шулай икән, ул ҙур һәм үтә лә яуаплы вазифа.
– Шулайын шулай.
– Бер ҙә шулайын шулай түгел, әсәйең әйткәс, раҫ. Балаларҙы туйындырҙым, ул­ар ни кире ятып йоҡлап та киттеләр. Йоҡлаһындар, бала саҡта йоҡо тәмле була. Ә беҙ ул­тырып бисмилла итеп, Хоҙай биргәненә шөкөрана ҡылып, иртәнге сәйҙе эсеп алайыҡ. Ҡашығ­аяҡты сайҡағанда шешә тө­бөндәге анау зәһәр еҫле нәмәңде сығарып түктем, эҙләмә! – Хәмдениса ҡарсыҡ үпкәләгәндәй ирен­дәрен бөршәйтте. – Бәлйерәгән әбе­й­ҙең өгөтләүҙә­рен ҡолағыңа элмәйһең шы­па, ул ни белә, тиһеңдер инде. Атайың иҫ­ән бул­һа ҡайыш сыбыртҡы менән ярыр ине, биллаһи, һәм дөрөҫ тә эшләр ине. – Шулай ти­не лә ҡаты итеп сәй яһап уның алдына шылдырҙы. Табында артыҡлап ҡабыр ризыҡ бу­л­маһа ла өндәшмәй сәй һөрпөлдәтә баш­ла­нылар. Шул мәлдә ишек шаҡынылар.

 

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас