

Бына ул бер аҙна инде Хәкимйән менән осрашып һөйләшеү шауҡымынан ниндәйҙер икенсе тормошта, күтәренкелек шарттарында йәшәп ята, дөрөҫөрәге – йәшәргә тырыша. Икенсерәк, тигәне, көмөшкә ҡойғаны, уның менән һатыу иткәне һәм шул нәмәне тәмләп ҡарағаны юҡ. Был күпмегә һуҙылыр, дауам итер, әлегә билдәһеҙ. Юҡсыллыҡ үҙен ныҡ ҡына һиҙҙерә, шулай ҙа осто-осҡа ялғарға, түҙергә тырыша. Сәхәрҙә үк уянғанлыҡтан саҡ таңартып, ниндәйҙер эске дәрт менән елкенеп килеп торҙо ла, хакимиәткә барырға ниәтләп, йыйына башланы. Ҡабаланманы, башлыҡ иртәнге мәшәҡәттәрен тамамлаһын әле башта, килеүселәрҙе ҡабул итеп бөтөрһөн, шунан ғына ул күренер. Әгәр тап итмәһә, иртәгәгә ҡалдырыр, кисекмәҫтән хәл итәһе йомоштары юҡ. Үткәндә Хәкимйән менән ҡаты, хатта ҡайһылыр кимәлдә тупаҫ мөғәмәлә итте, эткеле-төрткөлө һөйләшеү күңел түрен өйкәй, шул ҡытыршыны яҙыр, төйөндө тағатыр ҙа кире боролор. Урамға сыҡты. Быйылғы мыжыҡ көҙ үҙәккә үтте лә баһа, октябрь башынан туҡтамаған ваҡ быҫҡаҡ, еүеш, һалҡын, өшәндергес көндәргә килеп ялғанды. Ҡыштың көҙгә ялғанған, йә арба түгел, йә сана түгел төҫһөҙ миҙгел араһы. Сасҡау үтәнән-үтә һуға. Ҡурғаштай ауыр, аҡһыл юлаҡлы ҡара болоттар ысҡынмаҫлыҡ һылашып тау киртләстәренә һаҡҡан, шыйыҡ томанға әүерелеп уйпат ерҙәргә, тәрән уйһыулыҡтарға йәйелгән, ауылға тиерлек килеп терәлгән яланғас урманды шомлолоҡҡа, серлелеккә төргән, былай ҙа тығыҙ рәткә баҫҡан ҡайындарҙы ҡара һоро төҫ өҫтәп тағы ла ҡуйыртып ебәргән төҫлө. Ауыл менән урманды бүлгән урталыҡта йәшен атҡан, бил быуарынан сурт һынған, ергә ҡаҙалған шырауҙай, яртылаш янған торомбаштай сауыл ҡалҡҡан. Айырым-асыҡ күренгән ул ҡарасҡыға ҡош та ҡунмай, болот та яғылмай, томан да һарылмай, сөнки ул ваҡытһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ тамғаһы. Урман тынлыҡ эсендә ойоһа ла, әллә ҡайҙан, төпкөлдән хасил геүләү тауышын сығара. “Тағы ла рашҡыға тарталыр, ахыры, шунһыҙ көндәр ныҡҡа ултырмаҫ…
” Хакимиәткә юл мәктәп эргәһенән үтә. Ә ул иркен итеп кәртәләп алынған ихата аша тура тартырға ярата, шулай ғәҙәт иткән. Ни тиһәң дә, тәүләп эшкә төшкән, беренсе дәресен башлап ебәргән, йыл әйләнәһенә тиерлек килеп-ҡайтып йөрөгән ере. Үтеп барҙы ла туҡтаны, рәшәткәгә ҡушарлатып эшләнгән баҡса ултырғысына һаҡты. Мәктәптең уң, көнсығыш яғы баҡса. Унда иртә яҙҙан уҡ балалар соҡона башлай, картуф, кәбәҫтә ултырталар, кишер, һуған, баҫыу ҡырлатып йәй аҙағында өлгөрөр сәскә сәсәләр. Әле һәммәһе йыйып алынғанлыҡтан тотош баҡсаның ҡара ере әйләнеп ята, көрәнһыу төҫкә инеп ҡатҡан, орлоҡ тупланмаһы яртылаш ҡойолған, елдә туҙған сәскә һәрпенделәре генә ҡыртышта оңғолло-соңғолло тырпайғандар. Арыраҡ сейә, ҡурай еләге, ҡарағат ҡыуаҡтары теҙелгән, рәшәткәгә яҡын өс төп алмағас ултыртылған. Уларҙы заманында Хәкимйән менән бергәләп тәрбиәләй торғайнылар: яҙ көнө олондарҙың тамырға яҡын ерҙәрен аҡбалсыҡлайҙар, йомшартылған төптәргә көл, янған тиреҫ ҡушып ашлама индерәләр, йәй етте иһә ҡоротҡостарҙан һаҡлау маҡсатында ике-өс урынға керәлин һалынған кәнсир эләләр. Көҙ етһә, мул уңышҡа уҡытыусылар ҡыуана, балалар кеҫә тултырып һалып йөрөп бешеп етмәгән емештәрҙе кимереп кинәнә. Әле алмағастар ҡурсалауһыҙ, ҡарауһыҙ етемһерәп ҡалған. Ҡороған ботаҡтар бермә-бер артып киткән, ҡорт төшкән емештәр япраҡһыҙ ботаҡтарға һаҡҡан, ерҙә түшәлеп ята. Яртылаш кипкән алмағастар, йыл һайын кәмей барған сөрөш, ебеп бурһый башлаған ҡортло алмалар мәктәптең тышҡы йөҙөнә генә түгел, уның ҡарар күҙгә күренмәгән эске йөкмәткеһенә лә баһа бирәләр, асыҡлайҙар төҫлө. Ҡарашын мәктәп ҡаршыһындағы спорт майҙансығына йүнәлтте. Түрҙәге оло таблоға шат йылмайған ҡыҙ менән егет һүрәте төшөрөлгән, аҫтына: “Беҙ буласаҡ олимпия резервтары!” – тип яҙылған сағыу төҫтәге баннер элгәндәр. Пластик материалдан сифатлы итеп эшләткәндәр, ҙур сығымдар киткәндер. Ул майҙансыҡты ғына түгел, тотош мәктәптең ишек алдын күркәмләй. Баннерҙың аҫҡы өлөшөнә: “Олимпия уйындарына … көн ҡалды”, тигән алыштырмалы календарь беркеткәндәр. Көн хисабын даими яңыртырға кәрәккәнлектән баннерға арҡыры тотанаҡтары төшөп бөтөп барған иҫке баҫҡысты салшайтып һөйәгәндәр, ундай ҡулайлама менән ҡайһылай итеп менеп-төшөп йөрөйҙәрҙер, белмәҫһең. Бирге яҡта волейбол уйнай торған урын: ботаҡ урындары мөтөрләнеп беленгән, ҡабығы юнылмаған ике бағанаға өлбөрәгән септәне хәтерләткән сетка тартҡандар, уның серегән ептәре төрлө оҙонлоҡтағы суҡтар ише түбән һалынғандар. Тышҡы ялтырауыҡ менән йырып сыға алмаҫлыҡ фәҡирлек бөтәшеп тыуған сиам игеҙәктәреләй йәнәшә, уларҙы береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел. Хәкимйән урынында ине. Шуныһы һәйбәт, Кәримәһе күренмәй, тимәк, һөйләшеүҙе стена аша һағалаусы булмаясаҡ. – Һаумыһығыҙ, Хәкимйән Фазылйәнович! Инергә мөмкинме? – Һаумыһығыҙ, үтегеҙ Гөлнур Шамилевна, бына бында уңайлап ултырығыҙ. – Урын тәҡдим итте лә ни йомош менән килдең тигәндәй һораулы төбәлде. – Иғтибар менән тыңлайым. – Хәкимйән… Хәкимйән Фазылйәнович, шуны әйтергә килдем бит әле, мин дә Өфөгә барырмын ул. Тик һуңғараҡ… төрлө яҡлап уйлайым… әҙерләнәйем дә… – Хөкүмәт награданы юҡҡа ғына бирмәй, уны лайыҡлы барып ала белеү ҙә ҙур эш. Бүләктән баш тартыу, республикаңды һанға һуҡмауға бәрәбәр. Был яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел.. – Башлыҡ шулай тине лә ултырғысында бөгөлөп төштө, кеҫәһенән сигарет сығарып бармаҡтарында әүәләне. Гел ыҫпай йөрөргә яратҡан Хәкимйән бөгөн эшенә әҙерлекһеҙ килгән һымаҡ: ҡырынмаған, галстук таҡмаған, өҫкө төймәһе ысҡындырылған күлдәге шалбайып күренә, ҡыҙарған күҙҙәр моңһоу ҡарайҙар. “Ул башлыҡ ҡына түгел ғаиләле ир, ваҡытһыҙыраҡ килдем, буғай… әллә берәй ҡайғыһы бармы? Хәленә инергә, төпсөнөргә уның хаҡы юҡ… Араларында упҡын ята, бер яҡ ярҙа – башлыҡ, икенсеһендә – көмөшкәсе ҡатын…
” Сығырға йыйынып урынынан торҙо: – Ҡайтышлай Рәйсәгә һуғылайым әле, ул нисек йөрөп ҡайтты икән… – Гөлнур, ишетмәнеңме ни, Рәйсә юҡ бит. Ул, әйтергә телем дә әйләнмәй, мәрхүмә. Ире лә – мәрхүм. Өйҙәренә бикләнеп шул миҙалды аҙна самаһы йыуып ятҡандар ҙа сифатһыҙ араҡы эсеп бер төптән киткәндәр кисә. Тетрәнеүҙән ҡатҡан телен саҡ ҡыймылдатып һораны:
– Нисек инде улай?
– Бына шулай. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Шул эскелек!.. Кемдәргә әүерелеп барабыҙ беҙ, Гөлнур, көн һайын, сәғәт һайын кешелек йөҙөбөҙҙө юғалтып әҙәмгә хас фиғелдән яҙабыҙ түгелме? Хәҙер бер өй эсе бала үкһеҙ етем ҡалды. Ауылда яҡын туғандары ла юҡ, әлеге мәлдә ҡайҙа ҡуйырға уларҙы? Бер нәмә лә аңламай сыулап илашып тик ултыралар. Балаларҙы иртәгә үк район үҙәгендәге ваҡытлы приютҡа урынлаштырырға ине. Унда бер үк хәбәрҙе тылҡып, урын юҡтан һалдыралар. Быларҙы мин ҡайҙа ҡуйырға тейеш? Юғарылағы түрәләр сит илдәрҙәге балаларҙы ҡайғыртып көн һайын тиерлек телевизор аша шаулап эш күрһәтәләр, илдәге, бына ошондай яҙмышлыларҙы кем ҡайғыртыр, бына эш нимәлә... Бер ауылдан ғына етәүҙе детдомға оҙат әле... Бөгөн бында ерләү эштәрен ойошторорға кәрәк, баш ҡатты. Гөлнур, һиңә үтенес, балалар янына… Ары тыңларлыҡ сабырлығы ла, тәҡәте лә ҡалманы, тумбыҡҡан аяҡтарын көскә һөйрәп сығыу яғына атланы. Күтәрмәлә солан ишегенең яңағына һөйәлде. Ҡаршыһында, тау түбәнендә ятҡан, эшһеҙлектән арыған, оҙайлы, алйытҡыс эскелектән миктәгән, өмөтһөҙлөк һәм нәҫ баҫҡан, аша-төшә тештәре төшкән йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләтеп теҙелгән ауыл өйҙәре асы йәш аша бөләңгерт шәүлә һымаҡ күренделәр...