Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Июля 2023, 03:40

Йәй Айзилә МОРТАЕВА

Йәмле йәй уртаһы ла етте. Һеҙ ниндәй  эштәр менән мәшғүлһегеҙ? 

Йәй               Айзилә МОРТАЕВАЙәй               Айзилә МОРТАЕВА
Йәй Айзилә МОРТАЕВА

Йәйҙәрҙең уртаһы -
Нәҡ аштың һурпаһы:
Ул ҡайнар, ул беше,
Ул татлы, ул эҫе!
Йәйҙәрҙең уртаһы -
Баҫыуҙа көнбағыш.
Йәй гел дә көләкәс,
Йәйҙәрҙә юҡ һағыш.
Йәйҙәрҙең уртаһы -
Силәктә еләктәр.
Йәйҙәрҙә бар ғаләм -
Иң һутлы еләктәй!
Йәйҙәрҙең уртаһы -
Болонда күбәләк.
Йәйҙәрҙә гел йәм дә,
Донъялар - түңәрәк!
Йәйҙәрҙең уртаһы -
Моңло йыр ҡумтаһы.
Салғылар сыңына,
Сиңерткә йырына,
Күңелем, сум тағы!
Йәйҙәрҙең уртаһы-
Йәйҙәрҙә йәнләнәм.
Йәйҙәрҙә кинәнә
Бар тирә - әйләнәм!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас