Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Июль 2023, 05:55

Туҡталҡа Повесть (1) Риф ТОЙҒОН

– Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа тартамы ни? – Күбеһе тарта. Мине лә тартырға өгөтләйҙәр. Актрисаға тиң матурлығың менән сигарет тартырға кәрәк, тиҙәр.

Туҡталҡа   Повесть (1)     Риф ТОЙҒОНТуҡталҡа   Повесть (1)     Риф ТОЙҒОН
Туҡталҡа Повесть (1) Риф ТОЙҒОН

 

– Алланың ҡәһәре төшкөрө!

Ҡулына көрәк тотҡан Сабит күңелендә әллә ҡасан юғалтҡан Аллаһын яңыртҡанда, эҫкерттәй туҙан өйөмө күтәреп, автобус килеп туҡтаны. Асылған ишектән иң беренсе булып төшөргә аҙапланған Сауҙагәр Шәрифте күреүҙән уның йөҙө асылып китте. Тамшаныуын йәшерергә теләгәндәй, ул башын түбән эйгән ыңғайға: «Бының бер яртыһына айыу майы һөрткәндә», – тигән уйына хәйлә эҙләне.

– Эй, Сабитулла, ярҙам итешер инең...

Сауҙагәрҙең үпкә ҡатыш ҡысҡырыуынан Сабит ҡулындағы көрәген аяҡ аҫтына ташланы ла, алан-йолан ҡаранып: «Айнур!» – тип екерҙе.

Юлдың теге яғындағы бүрәнә өҫтөндә гәзит уҡып ултырған егетте ул, автобус ҡаплау сәбәпле, күрмәне.

Сауҙагәр Шәриф янына йүгерә-атлай килеп еткәс тә ауыҙ эсенән:

– Ну был Айнурҙы, күҙ асып йомған арала юҡ була ла ҡуя, оло кешегә ярҙамлашыр ине, – тип һөйләнде, ас яңағын һыйпап.

Сауҙагәр, башындағы эшләпәһен рәтләп, өндәшмәй торҙо ла, сумкаһына ишара яһап, Сабитҡа ситкәрәк китергә ҡушты һәм, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, битен, елкәһен ҡат-ҡат һөрткәндә, балта тотҡан Ғилманға һорау бирҙе:

– Нимә ҡыландыраһығыҙ?

– Будка...

– Будканан башҡа ла үҙебеҙсә матур исеме бар: туҡталҡа!

Сауҙагәр артына әйләнеп ҡарамаһа ла, кемдең һүҙ ҡушып, төҙәтмә индереүен аңланы. Ауыл шағиры Әмир ул. Әле автобуста бергә ҡайтҡанда ла, сумкаһына төртөп: «Ай-һай, Шәриф бабай, ҡайһылай күп китап тултырғанһың», – тип юрамал һоҡланыуын белдерҙе. Халыҡ араһында был көлкө тыуҙырҙы. Яңыраҡ Өфөнән концерт килеп ҡуйғайнылар. Ана шунда артистарҙан Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк тигән ике тел биҫтәһе араҡыға туҙҙырған аҡсаларын: «Китап һатып алыуға тотондоҡ», – тигәнерәк мәрәкә күрһәткәйне. Йәштәргә етә ҡалды, аҙаҡ улар араҡыны китапҡа күсереп һөйләүгә әүәҫләнде лә китте.

– Туҡталҡа тиһеңме? – Сауҙагәр Шәрифтең уйҙарын бүлеп, Ғилман ҡабатлап һораны. – Быныһы тағы ниндәй атама? Ҡолаҡҡа ятмаған...

Спорт сумкаһы тотҡан Әмир аңлатма биреп торманы, тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Уның артынса кемеһелер: «Исемдәме хикмәт? Ел-ямғырҙа, буранда ышыҡ булыуы шәп!» – тип йөпләп тә өлгөрҙө.

Автобус эсенән шоферҙың да: «Әллә ҡасан кәрәк ине!» – тигән хуплау һүҙҙәре ишетелде.

Сабит сумканы ҡулына алғас та, уның араҡы шешәләре менән тултырылыуына шикләнмәне – зәм-зәм һыуының үҙенә генә таныш ҡотортҡос тауышын шунда уҡ шәйләне. Шуғалыр ҙа инде, Шәриф ағаһы ҡушҡанса, ситкәрәк китеп, сумканы ергә һаҡ ҡына ҡуйғас, ул баяғы уйын яңынан хәтеренә төшөрҙө: «Нисек тә бер шешәһенә ҡармаҡ һалырға! Ниндәй хәйлә табырға? Теләнселәп булмай бит инде...»

Ышандырырлыҡ сәбәп таба алмаған Сабит шул саҡ урта йәштәрҙәге ап-аҡ кейемле ҡатындың автобустан аҡҡоштай талпынып төшөүенә иғтибар итте. Юҡ, автобустан түгел, биҙәкле журнал битенән килеп төштө ул гүйә. Торғаны кәртинкә! Вәт Хоҙай Тәғәлә кемдән матурлыҡты йәлләмәгән.

Сабит менән тиңләшкәс, ул былай ҙа мөләйем йөҙөн тағы ла нурлы йылмайыу менән матурлап:

– Исәнмесез! Алла ярдәм бирсен! – тип өндәште.

– Аллаға шөкөр...

Матур кешенең һүҙ ҡушыуы ла матур – Сабитҡа рәхәт булып китте. Шул арала үҙе, ап-аҡ кейемле ҡатынды танымағанға, уға ҡабат боролоп ҡарап: «Кем булды әле ул? Моғайын, ҡаланыҡылыр. Ауылдыҡы туҙанлы автобуста былай кейенеп йөрөмәҫ...» – тип уйлап алды.

Ауылдаштарынан тағы ла өс-дүрт кешенең Сабитҡа сәләм биреп үтеүенә, автобус та ҡуҙғалды. Бынан ете-һигеҙ саҡрымда ятҡан ауылға – Сурайға – етеп, кире әйләнәсәк. Ә Аҡсураның үҙенән райүҙәккә – Ҡыуандыҡҡа – барыусылар туҡталышҡа ана шул ваҡытҡа сығып тора ла инде.

– Айнур, теге оятлы гәзитте уҡыйһыңмы?

Болот булып күтәрелгән туҙан араһынан Сабит Таңсулпанды күреп ҡалды. Ул ҡысҡырып һораһа ла, Айнур башын да күтәрмәйенсә, юлыңда бул тигәнде аңлатып, ҡул ғына һелтәне.

Сабиттың уға асыуы килде.

– Шул иҫәрҙе ниңә аҡырта инде, – тип һөйләнде ул үҙ алдына. – «Эйе» генә тиһә еткән бит. Аңламай.

Таңсулпан урынында башҡа берәү булһа, әллә ҡасан бынан табан ялтыратыр ине. Ә ул үпкәләүҙең ни икәнен белмәй шул. Белмәгәнгә лә ана ҡайһылай ғорур баҫып тора.

Бер юлы Сауҙагәр Шәрифтең Ғилман менән оҙаҡ һөйләшеүенә лә асыуы килә башланы Сабиттың. Ләкин Таңсулпандың Айнурға яңынан ҡысҡырып өндәшеүенән ул һиҫкәнергә мәжбүр булды.

– Бөгөн дә кис Ҡатыралы буйында осрашырбыҙмы? Ҡыуандыҡтан тәмле кәнфиттәр алып ҡайттым, һиңә лә ауыҙ иттерермен, йәме.

«Иҫәр – иҫәр инде. Кәнфиткә алдаштырып, свиданиеға саҡыра, йәнәһе, – тип уйлап, мыҫҡыллы йылмайҙы Сабит, күҙ ҡырыйы менән Таңсулпанға ҡарап. – Былай үҙе төҫ-башҡа нисауа икән. Тик аҡылға ғына зәғиф шул».

Йөрәге дарҫлап тибеүҙән сөгөлдөр кеүек ҡыҙарған Айнур иһә:

– Өләсәйең көтәлер, бар, ҡайта һал, – тиеүҙән башҡа йәтеш яуап тапманы.

Табырлыҡ хәлдә лә түгел ине шул. Таңсулпандың ошо автобус менән ҡайтыуын алдан белгәнгә, уға күренмәҫ өсөн ҡаршы яҡҡа сығып ултырғайны. Барыбер күрҙе. Күреү генә етмәне, үҙҙәрен фашларға ла өлгөрҙө.

Һаулыҡ һорашҡан Таңсулпанға Сабит бер юлы текләберәк күҙ һалды: тиртеберәк торған ҡалҡыу күкрәгенә, нескә биленә, оҙон муйынына һоҡланыуын ул:

– Ҡайһылай матур булып үҫкәнһең, күҙ теймәһен! – тигән һүҙҙәр аша еткерҙе.

Ундай һүҙҙәр сәләмәт кешене генә түгел, аҡылға зәғифен дә ҡанатлы итеп, ете ҡат күккә күтәрә. Ошондай ҡанаттар менән хыял көмбәҙендә осҡан Таңсулпан, оялыуҙан башын түбән эйеп, аҙымдарын аҡрынайтты.

«Үпкәләй белмәһә лә, ояла белә икән», тип уйлап ҡуйҙы Сабит.

– Ауылдың күп егеттәре минең матурлығыма һоҡлана, ағай, – тине ҡыҙ, ауыр һулап. – Ләкин мин уларҙың береһен генә яратам. – Ул һаман да гәзит уҡып ултырған Айнур яғына әйләнеп ҡараны. – Кем икәнен әйтмәйем, сер көйөнсә ҡалһын.

Йылмайыуын күрһәтмәҫ өсөн Сабит, яртылаш боролоп, кеҫәләренән тартырға эҙләгәндә: «Ә мин беләм», – тип шаяртмаҡсы булды ла кире уйланы. Шуға ла һүҙҙе ҡуйыртмаҫҡа теләп, бөтөнләй икенсе яҡтан килтереп һорау бирҙе:

– Ҡыуандыҡҡа ни йомош менән барҙың?

– Өләсәйем сирләй. Дарыу алырға ебәрҙе. Әсәйемдә бер төн ҡундым да төшкө автобус менән ҡайттым. Кискеһенә ҡалманым, уныһында кеше күп була.

Ҡыҙыҡайҙың һүҙҙәре Сабитты: «Әсәйең нисек кенә йәшәп ята?» – тигән өҫтәмә һорау бирергә ымһындырһа ла, хәбәрҙе оҙонға ебәрмәҫ өсөн: «Һауаплы эш артынан йөрөгәнһең икән», – тиеү менән сикләнде.

Шул саҡ Таңсулпан үҙе көтмәгәндә: «Ағай, – тип Сабитҡа эйелә биреберәк шыбырланы. – Айнурҙы бик ҡаты эшләтмәгеҙ. Ни тиһәң дә, Чечнянан яраланып ҡайтҡан».

Сигарет ҡабыҙған Сабит, баш ҡағып, тамаҡ ҡырҙы, йәнәһе, аңлашылды. Шуғалыр ҙа инде ул, һөйләшеүҙең бөтәүенә ишаралап:

– Дарыу алып ҡайтып, өләсәйеңде вәт һөйөндөрәһең, – тине лә бер-ике аҙым артҡа сигенде.

Әммә ҡыҙыҡай, уның тел төбөн аңламағанға, китергә ашыҡманы – һүҙҙәре һаман да бөтмәгән икән.

– Һеҙгә сигарет тартыу килешә, ә бына ҡыҙҙарға килешмәй. Тырнаҡ осо ҡәҙәре лә килешмәй.

– Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа тартамы ни?

– Күбеһе тарта. Мине лә тартырға өгөтләйҙәр. Актрисаға тиң матурлығың менән сигарет тартырға кәрәк, тиҙәр.

– Кемгә тиң матурлығың? – Йүнләп ишетмәгәнгә, Сабит ҡабатлап һораны.

– Актрисаға. Әллә юрый ирештерәләр. Ә мин үпкәләмәйем.

– Киреһенсә, ғорурланырға кәрәк. Актрисалар сибәр була.

– Шулаймы? Ғорурланһам да, барыбер сигарет тартмаясаҡмын.

Таңсулпандың һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалыуын Сабит уның йөҙөнә сыҡҡан йылмайыу аша төҫмөрләне. Артабан ул ни әйтергә белмәне, сигаретының көлөн өрә-өрә иңбаштарын йыйырып ҡуйҙы. Шулай ҙа сабырлығын юғалтманы. Уңайһыҙ хәлдән уны ҡыҙыҡай үҙе ҡотҡарҙы:

– Пока, ағай! – тине лә китеп барҙы.

– Уф алла! – Сабит иркен тын алды.

– Ниңә уфылдайһың?

Ҡайһы арала килеп еткәндер – Сауҙагәр Шәрифтең һүҙ ҡушыуына Сабит тертләп китте.

– Баш ауырта, – тигән булды ул, тар маңлайын, ҡарсыға танауын ҡулы менән һыпырып, һөйләшеүҙең көтмәгәндә ошондай йүнәлеш алыуына үҙе сикһеҙ һөйөндө.

– Бер ҙә йүнәлмәҫ баш булды бит һиндә, – тип Шәриф сумкаһына үрелде. – Врачҡа күрен!

Сабит сигарет төпсөгөн ергә ташланы ла, уң аяғына көс төшөрөп, уны иҙеп ҡуйҙы. Ҡулынан килһә, дорфа һөйләшкәне өсөн ул Сауҙагәрҙе лә әле ошондай язаға тарттырыр ине. Ярамай. Таяҡты артыҡ бөгөп, һындырырға ла мөмкин. Өҙөлгән һүҙҙе Шәриф ағаһы үҙе ялғап ебәрҙе:

– Ике метр оҙонлоғонда өс-дүрт таҡта кәрәк. Анауында ятҡандары арыу күренә. Өлөш сығараһыңмы әллә? – тип һораны ул, Ғилман яғына эйәк ҡағып.

Тел төбөнөң ҡайҙа барғанын һиҙгән Сабиттың ауыҙы йырылды. Үҙ-ара улар бик тиҙ килеште: бөгөн үк төндә, ауылда аяҡ тауыштары тынғас, икәүләп бында киләләр ҙә кәрәген һайлап алалар. Тик китер алдынан ғына Шәриф:

– Үҙем килә алмаһам, кейәүҙе ебәрермен, – тип асыҡлыҡ индерҙе.

Кәйефенең күтәрелеүе арҡаһындалыр инде Сабит, уға ризалыҡ биреп, бая автобустан төшкән ап-аҡ кейемле ҡатындың кем булыуын һорап ҡалырға теләне.

– Яңы уҡытыусы. – Шуны ла белмәйһеңме, тигән кеүек Сауҙагәр аптырап ҡараны. – Ире врач, күсеп килеүҙәренә аҙна самаһы үткәндер.

– Ишеткәйнем.

Ауыр сумкаһын күтәргән Шәрифтең туйтаңлап атлауын күҙәтеп тороу Сабитҡа бигерәк ҡыҙыҡ булып күренде. Туйтаңлап атлар йәштә шул: етмешен тултыра. Тау түбәненә йығылып китмәһә ярай ҙа, мискә ише тәгәрәр ине. Хәйер, ауылдаштарына һатыр өсөн араҡы ташыуы бер бөгөн түгел – хәлен самалап юлға сыҡҡандыр. Ошо рәүешле донъя ҡыуып йәшәп ятыуы уға заманаһына ҡулай Сауҙагәр тигән ҡушамат таҡтырҙы ла инде.

Сабит төнгө сәйәхәтте иҫкә алып, Шәрифтең ауыл уртаһындағы алты мөйөшлө өйөн тиҙ эҙләп тапты. «Кәртәһе артынан һуҡмаҡ бар икән, урам аша йөрөмәҫкә шәп, – тип уйланы ул. – Оло юлға һуғылмаҫ өсөн Ҡатыралы йылғаһы аша ҡыялатып күтәрелеү ҙә ҡәҙерле ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ». Үҙенә кәрәктең бөтәһен алдан хәстәрләп ҡуйыуына күңеле булды Сабиттың.

Ә Аҡсура исемле кеше нигеҙ һалған тыуған ауылы уның әле аҫта, тауҙар ҡосағында, июль ҡояшының йомарт нурҙарына ҡойоноп ултыра. Йомарт нурҙарға ҡойоноп ултырыуы һәйбәт тә, тик бына ямғырға туйына алмауы үкенес – быйыл йәй ҡоро булмаҡсы. Уҡсаптырған ҡаяһы тирәһендә йыйылған болотҡа ҡарап та халыҡ күп тапҡыр алданды: «Ана яуа, бына яуа!» – тип бер-береһен уҙҙырып ҡысҡырыуҙар һәр ваҡыт һауала эленеп ҡалды.

Сабит ишетеп үҫеүенсә, Ҡатыралы йылғаһының Һаҡмарға ҡушылған ерендә һөҙәк тауҙар менән уратып алынған йәйләү борон яу менән килгән ҡаҙаҡтарҙы ҡамау өсөн бигерәк уңай булған. Ырыуҙаштар үҙҙәре, ҡояш байышындағы Уҡсаптырған ҡаяһына йәшеренеп, дошмандарын үткәреп ебәргәндәр ҙә арттарынан уҡ яуҙырғандар – әлеге атамаһы шунан ҡалған.

Ғилман ҡысҡырып саҡырмаһа, Сабиттың йәнтөйәгенә һоҡланып тороуы күпмегә дауам итер ине – уныһы билдәһеҙ. Эшкә атлығып бармауын бөтөн ауыл белә. Белгәнгә лә: «Ниңә Ғилман шуны, ата ялҡауҙы, эйәртеп йөрөтә икән?» – тип ғәжәп итә. Бының серен ул үҙе былайыраҡ аңлатҡан:

– Башҡарған эшем өсөн кешенән аҡса һорарға оялам. Шуға ла Сабитты эйәртеп йөрөйөм. Ҡулынан эш килмәһә лә, һатыулашыуға шәп.

Ауылда ғына түгел, районда балта оҫтаһы булып танылған Ғилман әле Сабитҡа бағана төптәре ҡаҙырға ҡушты ла Айнурға ҡысҡырҙы:

– Һалдат!

Тегенеһе шунда уҡ килеп етте.

– Бынау тирәкте дүрт ҡырлап юнырға кәрәк, ә һин теге баштан тот, – тип ул ҡулына балта алды.

Сабит та эш башлап, көрәге менән ергә бер-ике төрткөләне лә Fилманға ишетерлек итеп:

– Ай-һай, ташлы икән, – тип һуҙып ҡуйҙы.

Уныһының һүҙ ҡушмауына Сабит аптыраманы, сөнки

Ғилмандың эшләгәндә, юҡ-барға әүрәп, туҡтап торорға яратмауын яҡшы белә. Холҡо шундай. Шуға күрә әүәлгесә ауыҙ йомоу хәйерле. Әммә Сабиттың түҙемлеге оҙаҡҡа барманы, тағы бер-ике һелтәнде лә:

– Ныҡ ҡыҙҙыра! – тип, кемделер эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡараш ташланы.

Ысынында иһә ул һүҙ башларға сәбәп эҙләне, ләкин ҡулайлыһын таба алманы.

Балтыр йыуанлығы булһа ла, тирәк – тирәк инде. Бигерәк йомшаҡ ағас. Ғилман кеүек эштең рәтен белгән кешегә уны үткер балта менән тунап сығыуы бер ни тормай, һәлмәк кенә саба ла саба.

Туҡ та туҡ килгән тауышҡа Сабиттың асыуы яңынан ҡабара башланы – эҙләгән сәбәбе шул булған икән. Ләкин уны үҙ яйы менән бүҫкәртергә өлгөрмәне. Тирәктең бер яғын буйынан-буйына йышып алғандай тигеҙ итеп сабып сыҡҡан Ғилман үҙе Айнурға һорау бирҙе:

– Сәғәт нисә?

– Бер тулып килә.

– Обед еткән икән.

«Обед» һүҙен ишетеүҙән асыуы шунда уҡ яҙылған Сабит та эшлекле ҡиәфәттә тәҡдим индерҙе:

– Булмаһа, бер көйрәтеп алайыҡ.

Айнур иһә тартмағанға, кеҫәһенән бая уҡыған гәзитен сығарҙы ла, ситкәрәк китеп, бүрәнә өҫтөнә ҡунаҡланы. Тәмәке төтөнөнән ҡасыуы шул булғандыр. Айнур ыңғайына Сабит ултырырға ашыҡманы. Айнурҙың ҡулындағы гәзиткә иғтибар итеп, ул Таңсулпандың бая биргән һорауын йылмайып хәтеренә төшөрҙө лә: «Гәзиттең дә оятлыһы бармы ни?» – тип өндәште.

– «СПИД-инфо»ны әйтә, – тип яуапланы уныһы, гәзиттең тәүге битен күрһәтеп. Сабит күҙенә шул саҡ инәнән тыума килеш ҡосаҡлашып торған егет менән ҡыҙ һүрәте салынды.

– Ысынлап та, оятһыҙ икән...

Ҡабаланмай ғына тәмәке көйрәткән Ғилман менән Сабитҡа һүҙһеҙ оҙаҡ ултырырға тура килмәне: көтмәгәндә гәзит уҡып ултырған Айнур хәтере ҡалыуҙан һыҙғырҙы ла ебәрҙе. Үҙенең ҡыланышын егет гәзиттәге: «Женщина может стать снова девственницей», – тигән һүҙҙәр менән аңлатып бирмәксе булғайны, тегеләр төшөнмәне. Әллә төшөнөп тә баштарын этлеккә һалдылар. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең илдә кеҫәһе ҡалын ҡатындарҙың хәҙер нескә операция ярҙамында ҡабаттан ҡыҙ хәленә ҡайтыу мөмкинлеге бар икән.

– Намыҫлы ҡатындар күбәйә, тимәк. – Медицина өлкәһендәге яңылыҡты Ғилман тыныс ҡабул итте.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылған төртмә һүҙҙәр төшкөлөккә ҡайтырға йыйынғанда ла туҡтаманы. Аҙаҡ иһә һөйләшеүҙе Fилман былайыраҡ йомғаҡланы:

– Оятлы булһа ла, шәп гәзит икән!

Сабит та уның шәп гәзит икәнен яҡшы белә. Бер ваҡыт ул өйҙә юғары синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙының апаһынан ниндәйҙер гәзитте инәлеп һорауын ишетте. Тегеһе: «Башың йәш әле, Эльза, уны уҡығансы, ана, дәрестәреңде ҡара!» – тип ҡырт киҫте. Ул саҡта ғаилә башлығы ҡыҫылманы. Колхозда шофер булып эшләгән кейәүенең район үҙәгенә юлы төшкән һайын оло ҡыҙының: «Яңы һаны сыҡманымы икән, киоскынан ҡарарға онотма!» – тигән һүҙҙәрен иҫкә алып: «Шул гәзитте һораймы әллә?» – тип уйлап ҡуйҙы.

Сабит өсөн башта әллә ни әһәмиәте булмаған был гәзит оҙаҡламай тағы ла өҫкә ҡалҡып сыҡты. Йәкшәмбе көнө өй эсе менән сиратлап мунса кергәндә, ғәҙәттә унда иң тәүҙә кейәүен эйәртеп ҡыҙы бара. Был юлы ла улар алдан барырға әҙерләнә башланы. Кейем-һалым алыр өсөн шифоньерҙы асҡан ҡыҙы, диванда ятҡан атаһын күрмәйенсә, иренә ҡаш һикертеп: «Теге гәзитте лә онотма, мунсала уҡырбыҙ!» – тигән теләк белдерҙе. Ире: «Тс-с!» – тиеберәк ым яһап ҡарағайны ла, ләкин һуң ине.

Сабит йоҡламаған ине, барыһын да ишетте. Ишетте лә шаҡ ҡатты: ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә һуң оло ҡыҙы әйткән гәзит? Мәктәптә уҡығаны ла теге ваҡытта шуны һорағандыр әле. «Былай булғас, – тип уйланы атай кеше ятҡан килеш, – шул гәзитте нисек тә ҡулға төшөрөргә!»

Һәм төшөрҙө! Бер мәл, эҙләнә торғас, ғаилә башлығы уны ҡыҙы менән кейәүе ябынған юрған эсенән табып алды. Ул көндө ҡатыны ирен төшкө сәйгә саҡырыуҙан ялҡып бөттө...

Тәүгеһендә хәләл ефете уға мөләйем өндәште: «Һоро күҙкәйем, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ!»

Икенсеһендә иһә: «Ҡарсыға танауҡайым!» – тип иренең күңелен иретергә теләне.

Ә өсөнсөһөндә инде сәнсеп алырға булып: «Ҡарпыш ҡолаҡҡайым!» – тиеүҙән дә тартынманы.

Дүртенсе саҡырыуында ул, үртәргә теләп: «Ас яңаҡҡайым!» – тип сәйҙең һыуыныуына баҫым яһаны.

Кәйефенә ҡарап ҡатыны Сабитҡа ана шулай төрлөсә атап өндәшергә ғәҙәтләнгән. Ә ғәҙәтте ташлауы еңел түгел – күләгә кеүек эйәрә лә йөрөй.

Ғәҙәт тигәндән, йорт хужаһы үҙе лә ошонан һуң «СПИД-инфо» гәзитенең йәшерен уҡыусыһына әйләнеп китте һәм был хәл, кейәүе менән ҡыҙы Ҡыуандыҡҡа йәшәргә күскәнсе, фашланыуһыҙ дауам итте.

Уйҙарға бирелгән Сабит, үҙенең исемен ишетеп, Ғилманға боролдо – уныһы эш ҡоралдарын ҡумтаға йыйған Айнур менән һөйләшә.

– Сабит ағайың армияла окоп ҡаҙғанын онотҡан, ахыры. Теше үтмәне. Төштән һуң икәүләп тотонорһоғоҙ. Чечняла, моғайын, окоп соҡоғанһыңдыр.

– Төрлөһө булды. Ҡәбере лә ҡаҙылды.

– Радио-телевизор аша әйтеп бөтөрмәһәләр ҙә һиҙендем мин.

Өҫ-башын ҡаҡҡан ыңғайға Сабит та, һүҙ айышына төшөнөп, уны үҙенсә ҡеүәтләне лә: «Әйткәндәй, оҫта, Таңсулпан яралы Айнурҙы бик ҡаты эшләтмәҫкә һораны бит әле, – тип Ғилманға ҡараны. Уныһы яҡында ғына кәзә мыҡырлауын ишетеп, Сабит һүҙҙәренә бөтөнләй иғтибар бирмәне.

– Ҡайҙан пәйҙә булды был тәкә? – Иң беренсе Айнур аптырауынан баяғыса һыҙғырып ебәрҙе.

– Тәкә менән орғасыны айырыр йәшкә етмәгәнһең икән, – тип кеткелдәп көлдө Сабит. – Ике аяҡ араһында нимә аҫылынып торғанын күрмәйһеңме ни?

– Елененә ҡарағанда, һөтлө кәзәлер. – Айнур урынына Fилман үҙе яуап бирҙе лә, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлап, Сабитҡа йөҙ борҙо. – Да-а! Ниндәй заманға килеп еттек. Ауылдың мал-тыуары юғала башланы. Ә был кәзә көтөүенән айырылып ҡалдымы икән?

– Үҙенең ҡара башына ҡалғандыр. – Сабиттың яуабы тупаҫ килеп сыҡты.

Айнур ҙа кәрәк-яраҡтарҙы, эш ҡоралдарын йыйыштырып, уларға эйәрҙе лә, Ҡатыралыла һыу инәсәген иҫенә төшөрөп, пакетын алырға кире боролдо.

* * *

Фото: belprost.ru

Автор:
Читайте нас