Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Июль 2023, 08:05

Уҡытыусы төшө Минира БИКӘНӘСОВА

Уҡытыусыны  ҡағыҙ эштәренән азат итеү хаҡында йыш вәғәҙә итәләр. Шул ҡағыҙ мәшәҡәттәре кемегәндәйме ул? 

Уҡытыусы төшө      Минира БИКӘНӘСОВАУҡытыусы төшө      Минира БИКӘНӘСОВА
Уҡытыусы төшө Минира БИКӘНӘСОВА

"Уҡытыусы йылы" тигәс
Шатланды "беҙҙең" халыҡ.
Изге һөнәр кешеләре
Көттөләр арып - талып.
Берҙәм тариф сеткаһына
Индергәс төҙәтмәләр,
"Күң(е)ле көрҙөң- эше көйлө":
Күренде һөҙөмтәләр!
Сик ҡуйылды ЕГЭ менән
Уҡыусы ҡурҡытыуға!
Еңел генә күстек, имеш
Советса уҡытыуға.
Күңел биреп эшләүселәр
Бер тынала оттолар:
Ялған отчет һораусы юҡ,
Ебәреү юҡ фотолар.
Үҙгәреп киттек үҙебеҙ
Йөҙөбөҙ нурҙар сәсә,
Тырышалар бала-саға
Ҡыуана ата-әсә.
Ихтирам, хөрмәт булғанда
Күтәрелә шул күңел,
(Ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһын
Уҡытыу еңел түгел).
Хыял ысынға ашырмы,
Әллә булыр төш кенә?
Кәртәләрҙе емерергә
Үтмәҫ инде теш кенә...(

Автор:
Читайте нас