

* * *
– Һалдат, өс-дүрт таҡта аяҡланған икән, – тип ҡаршыланы Айнурҙы Fилман тау башында.
Уның йөҙөнә сыҡҡан асыуын егет һүҙ ҡушмаҫ элек самалағайны. Шуға ла яңы хәбәрҙе тыныс ҡабул итте. Эш ҡоралдары һалынған ҡумтаны ергә ҡуйғандан һуң таҡталарға күҙ һирпеп алды. Тәү ҡарашҡа һис тә кәмемәгән кеүек. Әммә атаҡлы балта оҫтаһы, данлыҡлы исеменә тап төшөрөп, юҡҡа алдашмаҫ – холҡо ундай түгел. Таҡталарҙы алдан уҡ һанағандыр.
– Ну, был халыҡты?! Хәйер, мал-тыуар юғалғанда, ағас-таҡтаға ни һан. Боҙолдо халыҡ, боҙолдо.
Асыуланған саҡта Ғилмандың ҡуйы ҡаштары бер-береһенә ҡушылып, йөнтәҫ һыҙыҡ барлыҡҡа килә. Һөйләүҙәренсә, йәш саҡта уны ҡыҙҙар: «Бурысҡа ҡашыңды биреп тор әле?» – тип ирештергәндәр, имеш. Булыр. Әле лә ул үҙенең ҡыйғаслығын юғалтмаған – матур кешенең матур ҡартайыуы шулдыр инде.
Ғилмандың ҡыйғас ҡашына Айнур бында эш башлағандың тәүге көнөндә үк иғтибар итеп, үҙенең рота командиры Алексинды хәтеренә төшөргәйне. Уныһы ла ҡарар күҙгә арыу ине. Ҡаш һикертеп, ҡатын-ҡыҙҙың күңелен аҙ яуламағандыр. Шуғалыр ҙа инде офицерҙар, үҙ-ара көлкө тыуҙырырға теләп, уны: «Әллә һин Леонид Ильич Брежневтың берәй нәҫелеме?» – тип йыш шаярталар ине.
Айнурҙың әле рота командирын иҫкә алыуының икенсе сәбәбе лә бар. Сөнки уны бөгөн төшөндә күрҙе. Йәнәһе, улар икәүләп емерек Грозный ҡалаһы урамында йөрөп яталар. Алексин тирә-яҡҡа хайран ҡалып ҡарай ҙа һалдатына: «Ҡот осҡос бит, сәстәр үрә торорлоҡ! – тип өндәшә. Айнур хуплап баш ҡаға. – Кемгә кәрәк икән бындай вәхшилек ҡылыу? Кем өсөн һәм ни өсөн шулай аяуһыҙ һуғышабыҙ? Миңә кәрәкмәй, һиңә кәрәкмәй! Бер кемгә лә кәрәкмәй!..»
Рота командирының һуңғы һүҙҙәре тамаҡ төбөнән ҡарлығып сыҡты. Ул ҡапыл теге саҡтағы кеүек, битен ике усы менән ҡапланы ла, юл ситендә ятҡан ялпаҡ ташҡа ултырып, үкһеп илап ебәрҙе...
Ошо илаған тауыш Айнурҙы йоҡоһонан һиҫкәндереп уятты ла инде. «Өндәге төштә лә ҡайһылай асыҡ ҡабатланды», – тип аптырап ятты ул. Теге саҡта ла рота командиры, боевиктар менән сираттағы һуғышта утыҙ һалдаты үлгәс, ошолай битен ике усы менән ҡаплап, үкһеп илап ебәргәйне.
«Ысынмы?» – тигәндәй егет, уйҙарынан арынып, ҡарашын аяҡ аҫтына күсергәндә, Ғилмандың еүешләнгән туфлийына күҙе төштө. Ысыҡ кисеп йөрөгән, тимәк.
– Аяҡ кейемегеҙ һыуланған, ҡайҙа йөрөнөгөҙ?
– Көтөүгә мал ҡыуҙым.
Fилмандың «ҡыуҙым» һүҙе Айнурға нисектер бер мәғәнә һалып әйтелгәндәй тойолдо. Рәсәй ҙә үҙенең уйнаштан тыуған балаһы кеүек күргән Чечняны көтөүҙәй итеп, ҡамап тотмаҡсы. Нәфсеһе ҙур, әлбиттә. Көс бар икән – аҡыл нимәгә? Шуға ла элекке ватандаштар хәҙер йөҙгә-йөҙ килеп аяуһыҙ алыша – Ҡаф тауҙарындағы ҡотһоҙ шаңдау яңғырауҙан тиҙ генә туҡтамаҫ әле.
Һәр хәлдә Айнур шулай уйлай. Тыуған ауылына ҡайтып тубыҡланыуына ла бишенсе ай китте. Ә был уй уны бында ла яңғыҙ ҡалдырғаны юҡ. Ҡалдырмаҫ та. Аяғындағы яраның ярайһы төҙәлеүе лә быға сик ҡуя алмаясаҡ.
Ә Ғилман һаман ағас таҡталарҙы барлай. «Да-а, – тип ҡуя ла, яңылышманыммы тигәндәй, уларҙы ҡабаттан һанарға тотона. Айнурға балта оҫтаһы йәл булып китте.
– Ҡат-ҡат һанау менән генә уларҙың иҫәбе артмаҫ. Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең, ағай.
– Күңелде тынысландырырға кәрәк. – Fилман бирешергә теләмәне.
Бер аҙҙан ул, эшен бөтөрөп, Айнур янына килде лә, бүрәнә һайлап ултырғас, яйлап ҡына сигарет ҡабыҙҙы. Ҡара болот ҡаплаған түңәрәк йөҙөнән күренеп тора: уға ниндәйҙер уй тынғы бирмәй. Шуға ла уның һорау рәүешендә:
«Нишләйбеҙ, һалдат?» – тип өндәшеүен егет аңлап ҡабул итте.
– Әллә сиратлап ҡарауыллайбыҙмы?
– Минән булмай! – тип ҡырт киҫте Ғилман. – Силсәүиткә әйтергә кәрәк: тапһын кеше.
Сиратлап ҡарауыллау тураһында Айнур һаҡһыҙыраҡ һүҙ ысҡындырҙы – уны аҙаҡ үҙе лә һиҙҙе. Йәш айырмаларын иҫәпкә алмаған шул. Шуға ла ул уңайһыҙлыҡ кисереүенән: «Күп булғанда, дүрт-биш көнлөк эш ҡалған, ҡарауылды үҙ өҫтөмә алырмын», – тигән булды.
– Силсәүит менән һөйләш.
Fилман, һөйләшеүҙең бөтәүен аңлатырға теләпме, тубығына усы менән шапылдатып һуғып алыуға, түбәндә Сабиттың башы күренде. Ниңәлер ул тау үренә өс-дүрт аҙым яһай ҙа, артына боролоп, ауылға күҙ ташлай. Айнур уны әйләнсек һарыҡҡа оҡшатып, саҡ көлөп ебәрмәне.
– Шул тиклем кемде күҙләйһең? – тип ҡаршыланы Сабитты Fилман, урынынан торған ыңғайға.
– Ана, ҡатын һаман да ҡул болғап тора!
– Ну ҡатындан уңдың һин.
– Ҡатындан түгел, оҫта, мөхәббәттән уңдым!
Айнур иһә: «Ә ул һинән уңдымы икән?» – тип төрттөрмәксе булғайны ла, кире уйланы, ололар һөйләшеүенә ҡыҫылыуҙы артыҡ һананы.
– Мөхәббәтте генә иҫкә төшөрөр хәлдәһең икән. – Ғилман Сабитҡа шелтәле ҡараш ташланы. – Ниндәй байрам хөрмәтенә иртә тандан кәйефләнеп алдың, ә?
Бындай һорауҙы көтмәгәнгә, ул: «Булды инде», – тип кенә ҡыҫҡа яуап ҡайтарҙы. Кем-кем, ә Ғилман бит уның ошондай ҡиәфәттә йөрөүенә хәтере ҡалмаҫҡа тейеш. Ә уның хәтере ҡалғанға оҡшай. Әллә ҡылана инде, аңламаҫһың.
– Өс таҡтаның башына еткәндәр, әллә һин шул ҡайғынан эсеп йөрөйһөңмө?
– Шулаймы ни әле?! Вәт ҡәбәхәттәр!
Сабиттың һүҙҙәре, йәне үртәлеп әйткәнгә, ихлас яңғыраны. Бындай осраҡта тағы ла ни ҡыланалар әле тигәндәй, тирә-яғына алан-йолан ҡарағанда, башына килгән уйҙан ул хатта ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
– Беләһегеҙме? – тип икеһенә төбәп өндәште ул. – Миндә ҡапҡан бар, йыртҡыс ҡапҡаны!
– Булһа ни?! Ошонда ҡорор инеңме?
– Ә ниңә ҡормаҫҡа, оҫта? – һөйләшеүҙең көтөлмәгәнсә йүнәлеш алыуынан Сабит хатта күңелләнеп китте. – Йәшерен генә ҡорабыҙ ҙа ҡуябыҙ
– Тотолған хәлдә, ҡазаға тарыған уғры өсөн кем яуап бирә? Уға ла бит статья бар. Рәшәткә артына ултырыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Ғилмандың тауышы был юлы екеренеүгә тартым килеп сыҡты. Сабит иһә, һағая биреп, уға күтәрелеп ҡараны. Ҡараны ла аптырап китте: бәй, был бит асыуы ҡупҡанға оҡшаған да баһа! Шуға ла үҙ-ара мөнәсәбәтте йомшартырға теләп: «Ул яғы ла бармы ни әле?» – тигән булды.
– Бар шул! – Fилмандың тауышы яңынан ҡәтғи яңғыраны.
Сабит, артабан һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ икәнен төшөнөп, өнһөҙ ҡалды. Шул арала ҡулына көрәк тотҡан Айнур: «Кемдер аяҡ кейемен һыулатҡан, кемдер тамағын сылатҡан», – тип һамаҡлай-һамаҡлай соҡор ҡаҙыр урынды самаланы. Ғилман да балтаһына үрелде. Сабит ҡына, эш башлар алдынан бер көйрәтәйем тип, кеҫәһенә тығылды. Ултырмаҡсы булғанда ул, аяҡ аҫтында ятҡан дүрт-биш кәнфит ҡағыҙына иғтибар итеп, башын иҫәргә һалды:
– Бында бит кемдер кәнфит ашаған... Ҡағыҙҙары бысрап та өлгөрмәгән...
Үҙе иһә аҫтыртын ғына Айнурҙы күҙәтте: нимә эшләр икән? Уныһының иҫе китмәне, был яҡҡа әйләнеп тә ҡараманы. «Ишетмәмешкә һалыша», тип уйлап алды ул, сигаретының көлөн бармағы менән сиртеп.
Башлаған хәбәре көткән һөҙөмтә бирмәгәс, Сабит бер аҙға тынып ҡалды. Дөрөҫөрәге, тынып ҡалған килеш ул бая тауға күтәрелгәндә булған ҡыҙыҡты тағы ла бер күҙҙән үткәрҙе. Нимәһе менән арбағандыр инде теге кәзәне? Артынан бер тотам ҡалмайынса эйәрергә теләй, ҡәһәрең. Бер-ике таш елгәреп, саҡ ҡыуып ебәрҙе. Асыуҙы килтереп, Ғилманы ла: «Шул тиклем кемде күҙләйһең?» – тип һорағас, алдашырға мәжбүр булды. Йәнәһе, ҡатыны уға ҡул болғай. Ышандылар. Ышанырға нигеҙ ҙә бар шул: ҡатыны уны һәр саҡ ҡурсалай.
Әле лә бит Сабит уның ҡурсалауына мохтаж, һатып алған сире арҡаһында башы ауырта башланы. Ҡатыны эргәһендә булһа, берәй әмәлен табыр ине – уныһына иманы камил уның.
Сабиттың уйҙарын бүлеп, Ҡыуандыҡ менән ошо яҡтағы ауылдар араһында даими йөрөгән иртәнге рейс автобусы килеп туҡтаны. Шул хәтлем дә туҙан туҙҙырыр икән! Бер мәлгә хатта автобус үҙе күренмәй торҙо. Асылған ишектән төшөүсе булманы. Ә бит Сабит ауылдаштарынан кемдеңдер әле ҡайтып төшөүен теләгәйне. Теләү генә аҙ, хатта берәйһенең: «Мә, ағай, башыңды төҙәт!» – тип араҡы ҡойоп биреүенә өмөт иткәйне. Яй ғына ҡуҙғалған автобус менән был өмөтө лә тиҙ генә таралған туҙан һымаҡ юҡҡа сыҡты.
Ғилман Айнур ҡаҙған соҡорҙоң тәрәнлеген үлсәгән арала, Сабиттың эшкә һаман тотонмауын күреп, уға һүҙ ҡушты:
– Тағы кемде көтәһең?
– Көтмәйем дә. Бынау бүрәнәләргә иҫем китеп ҡарап торам. Будкаға бит былар бармай. Бигерәк йыуан. Төҙөлөш рәтен белмәгән берәй ахмаҡ эшелер инде.
– Пилорамда ярҙыртып та була бит әле.
– Беҙгә ҡалғаны ла етә, оҫта. Ә был өс бүрәнәне осорорға кәрәк.
– Һинең башыңда тик осороу. Эшкә ҡул болғап оҙатҡан ҡатыныңдың ихтирамын аҡла, исмаһам. Тот көрәкте!
Ғилман тауышын күтәрә биреберәк өндәште. Тегенеһенә барып етте шикелле: урынынан ҡуҙғалды. Әммә өс-дүрт аҙым атларға ла өлгөрмәне, машина сигналын ишетеп, артына боролоп ҡараны.
– Ни хәл? – тип ҡысҡырҙы уға, кабинанан башын сығарып, ауыл һатыусыһы Мөхлис.
Сәләм алырға ла онотоп, Сабит оло юлдан геүләп килгән йөк машинаһын шәйләмәүенә аптыраны: «Әллә олоғайыу ғәләмәте». Бындай осраҡта уның ҡатыны: «Олоғайһаң да ғәжәп түгел, ерҙә йәшәү барыбер матур», – тип ыңғайына һыпырыр ине. Уныһы шулай ҙа, әммә тормошта асыҡ ауыҙ булырға ярамауын ул әллә ҡасан мейеһенә һеңдергән инде.
Ауыҙы ҡолағына еткән Мөхлистең һүҙе бөтмәгән икән.
– Сусҡа балалары тейәп алып ҡайтып киләм. Әйҙә, Сабит, йәшник бушатыш!
– Мин ни...риза! «Сусҡа балалары» түгел, «китаптар» тейәп алып ҡайтып киләм, тиген.
Ул үҙенә генә хас ым-ишара аша Мөхлискә: «Ғилмандан рөхсәт һора!» – тигән үтенесен белдерергә өлгөрҙө. Ләкин уныһына яңынан ҡысҡырып көсәнергә тура килмәне. Барыһын да ишетеп-күреп торған Ғилман ҡул ғына һелтәгән ыңғайға йән асыуы менән ергә бер төкөрөп ҡуйҙы.
– Ағай, үпкәләмә инде, – Мөхлис унан ғәфү үтенде лә үҙ алдына көйләргә тотондо: – Ка-пи-тан, ка-пи-тан!
Машина артынан тау түбәненә Сабит ҡанатлы бөркөт булып осто. Әлеге ваҡытта уны туҡтатыр бер ниндәй ҙә көс юҡ ине. Хәйер, булһа ла, оло йәштәге кешенең шул тиклем ашҡыныуын күреп, ҡаршылыҡ күрһәтергә баҙнат итмәҫ ине.
– Араҡы йәшниге бушатырға ауылда ир-ат бөткәнме ни? Ниңә быны эшенән айыра инде? – Айнур соҡор ҡаҙып талған ҡулдарына төрлө күнекмә яһарға тотондо.
– Әтнәкәһе бар. Теләһә кем менән әүеш-тәүеш итеп булмай. Мөхлис быны яҡшы аңлай. Ә Сабит, араҡы тиһәң, бар донъяһын онота...
– Аҡмаһа ла тама инде һатыусыға.
– Киреһенсә, һатыусыға аға, ә Сабитҡа тама. Ә ул шуға ҡәнәғәт.
Айнур уның Сабитты ер менән тигеҙләп юҡҡа сығарыуын көткәйне. Әммә Ғилман: «Төҙәлер йәштән үткән инде», – тип кенә ҡуйҙы ла, кеҫәһенән сигарет алып, тартырға ултырҙы.
– Перекурмы?
– Перекурҙан бигерәк хәҙер бушлай тамаша ҡарайбыҙ.
– Тамаша? – Айнур аңлап етмәне.
Ғилман иһә: «Сабыр ит», – тине лә эйәге менән ауыл яғына ымланы. Балта оҫтаһының был ҡыланышы Айнурға бигерәк ҡыҙыҡ тойолдо. Бер үк ваҡытта шикләнеп, әллә мине мәрәкәләргә теләйме, тип тә уйланы ул.
«Тамаша» тигәндә Ғилмандың нимәне күҙ уңында тотоуын егет аҙаҡ ҡына аңланы. Әле иһә ул йөк машинаһының магазин алдына килеп туҡтауын күҙәтә. Күптәр уны, моғайын, тауҙан төшөп килгәндә үк күргәндер – тәгәрмәстәрҙән ҡупҡан туҙан баҫылырға ла өлгөрмәне, яҡындағы йорттарҙан ете-һигеҙ кеше килеп тә етте. Шулар араһынан береһе – Айнур танымағаны – кабинанан үҙ баһаһын белеп төшкән Мөхлискә ярҙам ҡулы һуҙҙы.
– Әлегә күптәр араҡы ҡайтҡанын белмәй, белгәс, мәхшәр ҡубасаҡ, – тип аңлатма бирҙе Ғилман, һүндергән сигаретын аяҡ аҫтында тапап.
– Ана, Сабит ағай ҙа Ҡатыралыны күпер аша сыҡты. – Был яңылыҡты Айнур хатта балаларса бер ҡатлылыҡ менән һөйөнөп әйтте. Әйтерһең, күҙ алдында күптән зарығып көткән кешеһе пәйҙә булды.
Бер мәл ишәйә барған халыҡ «Ура!» тип берҙәм ҡысҡырып ебәрҙе. Һатыусының магазинды асыуын улар шулай ҡотланы. Ҡул сабыусылар ҙа табылды. Шунан инде сират ойоштороуға бәйле китте этеш-төртөш, ығы-зығы... Талаштың иң ҡыҙған сағында Сабит, шәп-шәп атлап килеп, йөк машинаһының артҡы кузовын асырға тотондо.
Араҡы йәшниктәрен бушатҡан арала ла халыҡ ағымы өҙөлмәне. Урам тултырып ауылдың был яғынан да, теге яғынан да ябырылып киләләр: яулыҡтарын сөйөп бәйләгән апай-еңгәләр, биҙәкле алъяпҡыстарын билдәренә элгән ҡарсыҡтар, түбәтәй, фуражка, эшләпә, хатта бүрек кейгән ағай-бабайҙар... Араларында таяҡ таянғандары ла бар.
Күҙҙәре тоноп, һәммәһе ашыға, йүгерә, ҡысҡыра, үҙенә тәғәйен өлөштән мәхрүм ҡалмаҫҡа тырыша.
– Ауылдаштарҙың да хәлен аңлап була, – тип ҡуйҙы Ғилман, күпмелер ваҡыт баш эйеп ултырғандан һуң. – Бесән саптырайым тиһәң дә – ярты, утын килтерәйем тиһәң дә – ярты. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да ярты кәрәк. Шунһыҙ бер кемде лә тыңлата алмайһың. Хәйер, ауыл балаһы булараҡ, быларҙы һин үҙең дә бик яҡшы беләһең.
Айнур «эйе» тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты. Бер аҙҙан тынлыҡты яңынан Fилман үҙе боҙҙо.
– Ҡара әле анау хәстрүш Fатауға?! – тип ул ихлас күңелдән ғәжәпләнеүен күрһәтте. – Сабит менән бергә йәшник ташып йөрөй. Көсө бар икән. Кәртә яғындағы ҡоймаһы күптән ерҙә аунап ята, күтәреп ҡуйырға хәл юҡ, ти.
– Сауҙагәр Шәриф йортоноң ишек алдына ла күҙ һал әле, ағай! – тип Айнур уның һүҙҙәрен ялғап алып китте. – Кикереге шиңгән бит. Утҡа баҫҡан бесәй кеүек йөрөй.
– Төшөм ситкә киткәнгә, эсе яналыр...
Шәриф ҡарт иһә үҙенең хәлен ауыр кисереүен яланып янына килгән этенә тибеп ебәреүенән дә ап-асыҡ күрһәтте. Уныһы, шыңшып, тиҙ генә ояһына инеп китте.
Йәшниктәр бушатылып, йөк машинаһы ситкәрәк киткәс, сират башы магазин ишегенә күсте. Шау-шыу тағы ла көсәйеп алды. Әммә Мөхлис уларҙы был юлы бик тиҙ туҡтатты:
– Тауышланһағыҙ, магазинды ябам да ҡуям!
Ябыр ҙа. Хөкөмө уның үҙ ҡулында. Алама ғәҙәтен яҡшы белгәнгә, ауыҙ йомоп тороу хәйерлерәк.
Шулай ҙа анауынса халыҡ араһында нисек итеп себен осһа ла ишетерлек тынлыҡ урынлаштырып булһын инде?! Барыбер һирәк-һаяҡ екереүҙәр, аҡырыуҙар ҡабатланып торҙо. Ярай әле эш йөҙ тырнашыуға барып етмәне.
Ошондайыраҡ уйҙар даръяһында йөҙгән Айнур магазин алдына йыйылған халыҡҡа яңынан бер ҡараны ла тертләп китте. Бәй, теге саҡта ла бит уларҙы – БМП, БТР-ҙарҙың эсенә лә, башына ла тейәлешеп килгән һалдаттарҙы – чечендар, үҙ ауылына индермәҫ өсөн, ошолай күмәкләп ҡаршы сыҡҡайны. Хас бындағыса, урам тултырып, ауылдың был яғынан да, теге яғынан да ябырылғайны улар. Айнурға йәнәш ултырған урыҫ егете Сергей ҡаҙаҡ егете Бәхетйәнгә боролоп: «Ҡара әле, былар һарыҡ көтөүенән бер ҙә кәм түгел», – тип үҙенсә шаяртҡайны.
БМП, БТР-ҙарҙың юлын бүлгәндәрҙең байтағы ҡатын-ҡыҙ булғанға, күберәк улар ҡысҡырҙы. Ә күҙҙәрендә нәфрәт осҡондары уйнай, хәлдәренән килһә, һалдаттарҙы утлы ҡараштары менән ҡырып һалырға әҙерҙәр.
– Беҙ һеҙҙе ауылыбыҙға үткәрмәйбеҙ, беҙҙә бер боевик та юҡ!
– Таҙартыуға һылтанып, беҙҙе таларға килдегеҙме?
– Көнө-төнө телевидение-радио аша боевиктарҙы ҡырабыҙ тип маҡтанаһығыҙ, ә үҙегеҙ беҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро менән һуғышаһығыҙ!
Башҡаларға нисектер, ә Айнурға оят булып киткәйне был һүҙҙәрҙән. Ғәрлеге ни тора. Атта ла, тәртәлә лә барҙыр инде – тик һирәктәр генә иман юғарылығында ҡала алды.
Ә бит теге саҡта чечендар, бер ауыл булып йыйылып, азатлыҡҡа аҙым яһаған. Ә бөгөн башҡорттар – уның ауылдаштары – бер ауыл булып йыйылып, араҡы алыр өсөн магазинды ҡамаған...
Айнурға эҫеле-һыуыҡлы булып китте, һеңгәҙәгән килеш ул күпме ултырғандыр – уныһын хәтерләмәй. Ең һыҙғанып эшкә тотонған Ғилмандың балта сабыуынан ғына һиҫкәнеп аңына килде. Ҡулына көрәк алғанда иһә ошо көнгә тиклем тыуған уйҙарына бәйле бәләкәй генә бер асыш та яһаны: хәҙер уның тормошо «теге саҡ» менән «бөгөн»гә бүленеп, ул шул урталыҡта йыш ҡына аңҡы-тиңке хәлендә ҡала түгелме?
«Башты юҡ менән ҡатырмайым әле». – Айнур үҙенең һорауына яуап бирергә теләмәне. Хәйер, теләге булғанда ла ни генә тип әйтер. Әйтә алмаһа ла, ул күптән инде яҡшы менән яманды айырыр йәшкә еткән – әҙәми зат өсөн йәшәйештә был иң мөһиме.
Ә Ғилман өсөн әле иң мөһиме һыу икән. «Тамаҡ кипте, һалдат, – тип башланы ул һүҙен, ауыл яғына күҙ һирпеп. Әйтерһең, хәҙер уға йортонан кемдер һыу килтереп эсерергә тейеш. – Ҡарсыҡҡа әйтеп, айран эшләтмәһәм булмаҫ. Эшкә айран йөрөтөргә кәрәк. Элегерәк шулай итә торғайныҡ».
– Әллә йүгереп кенә төшөп, һыу алып менәйемме?
– Кәрәкмәй. Төшкә лә күп ҡалманы. Түҙермен.
– Ә Сабит ағайға рәхәт, уның тамағы кипмәй, – тип Айнурҙың уйламағандан һүҙ ҡыҫтырыуы ни өсөндөр Ғилманда теләктәшлек тапманы. Ул һәр ваҡыттағыса эшенә мөкиббән бирелгән ине.
Фото: Бәйләнештә
* * *