

* * *
Ырымбурҙа уҡыған Эльзаның йәйге каникулға ҡайтыуы ауыл йәштәре араһында йәнлелек тыуҙырҙы. Кистәрен улар хәҙер Сабиттың йорто эргәһенә йыйыла. Урам яҡтан ҡапҡаға йәнәш ҡуйылған эскәмйәлә теҙелешеп ултыралар ҙа, һандуғас булып һайрашалар, ҡарға булып ҡарҡылдашалар, ҡайһы саҡта хатта үгеҙ булып та һөҙөшәләр. Әммә нисек кенә ҡыланһалар ҙа, яҙылмаған ҡанун буйынса, улар бер-береһенә үпкә-үсте оҙаҡ һаҡламайҙар. Ай күрҙе, ҡояш алды кеүегерәк килеп сыға: бысраҡ һүҙҙәрҙең – йырға, һөмһөрө ҡойолған ҡараштарҙың нурға әйләнеүе менән матур ҙа инде йәшлек!
Ярыҡ тәҙрәләренән ел уйнаған клубта иһә улар йома, шәмбе көндәре генә күңел асалар. Тура мәғәнәлә лә, күсермә мәғәнәлә лә. Ҡыуандыҡ, Медногорск, Новотроицк, Орск, Ырымбур кеүек ҡалаларҙан ялға ҡайтҡандар араһында ла төрлөһө бар. Цивилизация үҙенекен эшләй. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрен ошо матур йәшлек йылдарында гел генә аҡылдары оҙатып бармай шул: улар яйлап кешелек донъяһы үҙе уйлап сығарған һаҙлыҡҡа йығыла, тонсоға, бата, юҡҡа сыға.
Ә бөгөн йәштәр, башта әйткәнебеҙсә, Сабит йорто янына йыйыла. Дөрөҫөрәге, йыйыла башланы. Эльза үҙе сыҡмаған әле. Иң тәүгеләрҙән булып Таңсулпан менән бергә тағы ла өс ҡыҙ килде. Дүртеһе лә салбар кейгән. Бында ла хикмәт бар: серәкәйҙән һаҡланыу өсөн бигерәк ҡулай. Әмирҙең иһә был мәсьәләгә ҡарашы икенсерәк: салбар кейергә лайыҡ булмаған ир-егеттәр иҫәбен ҡатын-ҡыҙҙар тултыра, ти. Хәйер, өс-дүрт егет эйәртеп, ана, үҙе лә килә. Ни өсөндөр Таңсулпан уға иң беренсе булып өндәште:
– Алда килгән урын өсөн, Әмир!
Әмир өсөн тәбәнәк буйлы егет – Кәтүк – яуап бирҙе:
– Бөгөн көнө буйы ултырҙыҡ инде.
Ултырғандарҙыр. Тыуған ауылы Ереклегә цинк табутында ҡайтҡан Мөҙәристең ҡырҡына барғандар икән. Бергә уҡығандар. Мәктәпте тамамлауҙарына ике йыл. Быларҙан бер йәшкә оло булыу сәбәпле, уны армияға былтыр уҡ алып киткәндәр.
– Ҡайһылай тиҙ, яңыраҡ ҡына алып ҡайтып ерләнеләр түгелме?
– Дондағы Ростов госпитале моргында ятҡан, ти. Судмедэкспертиза үтеүгә лә сират, ти.
– Һанаулы көн тиҙ үтә инде. Иҫән ҡалһа, ул барыбер композитор булыр ине.
Ошолай һөйләшкән арала Әмир «Эх!» тип йоҙроғо менән ҡапҡаға бер һуҡты ла, үҙ алдына һөйләнгәндәй, теҙеп алып китте:
– Ҡара әле, кеше йәшәне-йәшәне лә, кемдеңдер ҡанлы сәйәсәтен тормошҡа ашырам тип, фани донъянан китеп тә барҙы.
– Әллә ҡайғыбыҙ хаҡына «китапҡа» барып киләйекме? – тип Кәтүк Әмирҙең эргәһенә үк килеп баҫты.
– Китап тип Ҡөрьәнде әйтәһеңме?
Таңсулпандың урынһыҙ һорауы иһә был юлы бер кемдә лә көлкө тыуҙырманы. Бөтөнөһө берҙәм тынып ҡалды. Эльза ҡапҡанан сығып, уларға сәләм бирмәһә, өнһөҙ тағы күпме ултырыуҙарын бер кем дә самаламаҫ.
– Ауыҙығыҙға һыу уртланығыҙмы?
– Мөҙәристе уйлап, ҡайғырып ултырабыҙ. – Бөтәһе өсөн Таңсулпан яуап бирҙе.
– Аңлашылды...
Эльза алдашманы, был хәл тураһында ул көндөҙ үк ишеткәйне. Әсәһе менән Ҡатыралыға кер сайҡарға барғанда, юлда осрап, Айнур әйткәйне. Әле уның исемен иҫкә алғас, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында һирәк осрай торған зәңгәр күҙле ҡыҙ үҙе үк ҡыҙыҡһыныу белдереп, ҡапҡа төбөндә йыйылғандарға һорау бирҙе:
– Ниңәлер Айнур күренмәй?
Был һорауҙы Әмир оҡшатманы.
– Ул беҙҙең кеүек бик йөрөмтәл түгел.
– Әллә өйҙәренә барып киләйемме? – Таңсулпан урынынан һикереп торҙо.
Әмирҙең яуабы уҫал яңғыраны:
– Кәрәкмәй!
Үҙҙәренсә ҡыҙыҡ табып, бер-ике ҡыҙыҡай шырҡ-шырҡ көлөп ҡуйҙы. Иҙән ярығынан да көлөр йәштәләр шул.
«Әллә Әмир мине Айнурҙан көнләшә инде?» Күңелендә әле генә тыуған уйҙан Эльза саҡ ҡына юғалып та ҡалды шикелле. Иҫке ауыҙҙан сыҡҡан яңы хәбәр түгел был. Киреһенсә, яңы ауыҙҙан сыҡҡан иҫке хәбәргә оҡшай. Ана шул иҫке хәбәрҙе Әмирҙән дә ишетәһе бар икән уға.
Әмир иһә, үҙенең тулҡынланыуын йәшерергә теләүҙәнме, тартырға булып, ашыҡмай ғына кеҫәләрен ҡапшаны. Дуҫының уйын алдан тоҫмаллап өйрәнгән Кәтүк уға шунда уҡ сигарет сығарып бирҙе. Тик уны ҡабыҙырға береһендә лә шырпы табылманы.
– Таңсулпан, шырпы кәрәк!
– Хәҙер бит магазин бикле.
– Магазиндан тимәйем, өйөңдән алып кил!
– Ә?!
Кеше йомошон үтәргә һәр ваҡыт әҙер Таңсулпан, урынынан йәһәт тороп китмәксе булды ла, туҡтап ҡалды.
– Шырпы килтереүен-килтерәм, Әмир, тик ҡыҙҙарға сигарет тарттырма. Вәғәҙәме?
Дуҫы өсөн оҙон буйлы егет – Бағанай – яуап бирҙе:
– Бында Әмирҙеңдә, беҙҙең дә ғәйеп юҡ. Уларҙың ҡыланыштарына демократия емештәре тип ҡарарға кәрәк.
Әмир төҙәтмә индерҙе:
– Юҡ, емештәре түгел, ә сатҡылары, образлы әйткәндә. Әле улар шаяра ғына... Уйнайҙар...
– Ә өләсәйем: «Уйындан уймаҡ сыға», – ти.
Таңсулпан һаман үҙенекен тылҡыны. Башҡа саҡ булһа,
Әмир уға ҡатыраҡ та ысҡындырыр ине. Ярамай. Ҡаршыһында ғына, йөҙөндә ай нурҙары уйнатып, Эльза ултыра. Шуға ла ул, үҙен ҡулға алып, ипле генә өндәште:
– Өләсәйең дөрөҫ әйтә. Бар инде, Таңсулпан, йомошто йомошла!
– Хәҙер!
– Иҫәр булһа ла, аҡыллынан да былайыраҡ ныҡыша. Әллә беҙҙе лә гел генә ыңғайына һыпырып торған Айнур тип белә.
«Бер юлы ике кәмә ҡойроғон тоттом», – тип һөйөндө Әмир, фашлау ниәте менән әйтелгән һүҙҙәренән ҡәнәғәт ҡалып. Айнурҙың кем менән сыуалғанын әле ул Эльзаға ҡайһылай матур итеп еткерҙе – институт һынлы уҡыу йорто талибәһе булғас, уның тел төбөн тейешенсә аңлағандыр, моғайын.
Ләкин Эльза, үҙенең бүтән уйҙарына албырғап, Әмирҙең хәйләгә ҡоролған «тоҙағына» эләкмәне – бер ҡолағына керҙе, икенсеһенән сыҡты. Баҡһаң, хәҙер ауыл ҡыҙҙары ла сигарет тарта башлаған икән, иң элек ана шуға ул ихлас аптыраны. Аптырарға сәбәбе лә бар ине шул: юҡ-юҡ та бит үҙе лә бүлмәләш ҡыҙҙары менән төрлө байрам хөрмәтенә ойошторолған табындарҙа ауыҙ иткеләй. Әмир әйтмешләй, шаярып, уйнап ҡына. Әле өйҙә лә күңеле төшөп киткән саҡтарҙа, атаһының арзан «Прима»һын сәлдереп, емерелергә торған мунсаға инеп сыҡҡылай. Аҙаҡтан иһә еҫен бөтөрөргә лә онотмай – был яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү-төҙәнеү мөмкинлектәренең хәҙер күп булыуын әйтеү ҙә етә. Шуға ла ул, Таңсулпан менән Әмир был хаҡта һүҙ алып барғанда, өндәшмәй ултырыуҙы хуп күрҙе.
Әммә Әмирҙең Таңсулпанды «иҫәр» тип йәберләүен тыныс ҡына үткәрә алманы. Йәлләүҙән тыуған ҡурсалауын ул: «Башҡаса һин уны, зинһар, улай рәнйетмә, Аллаһы Тәғәләнең рәнйетеүе лә еткән!» – тигән мәғәнәле һүҙҙәр аша белдерҙе.
Таңсулпан килтергән шырпынан сигарет ҡабыҙған арала Әмир: «Бынан һуң ауыҙыңды ипләберәк ас!» – тип үҙен шелтәләп алды. Эльзаның иҫкәртеү яһауынан ул уңайһыҙлыҡ кисерҙе. Хатта ғәфү үтенергә лә йыйынғайны. Башҡортҡа хас булмаған ҡылыҡты иһә егет Таңсулпандан бигерәк йөрәген яралаған ҡыҙ алдында күҙ буяу өсөн эшләргә теләгәйне. Әммә егеттәр араһынан кемдеңдер һорау биреүе уны был уйынан арындырҙы.
– Күңелһеҙ булып китте, әллә берәй шиғыр уҡыйһыңмы?
– Шиғырҙы күңел күтәрер өсөн генә уҡыйҙармы ни?
– Уйланыр өсөн дә уҡыйҙар. – Алдында ултырған Таңсулпанды ҡосаҡлаған һары сәсле ҡыҙ ҙа һүҙҙе урынлы ҡыҫтырҙы.
– Шәп әйттең, Һарыҡай! – тип маҡтаны уны Әмир. Үҙе иһә Эльзаға һәләтен күрһәтергә мөмкинлек тыуғанға башын юғары күтәрҙе. – Улай булғас, уйлана торған бер генә куплет шиғыр уҡыйым.
– Тик көйләп уҡыма!
Ситтәрәк торған ҡорһаҡлы дәү егеткә ул асыулы ҡараш ташланы ла, һынын турайтып, шиғырын һөйләй башланы:
Күптән инде, беләм, Рәсәй халҡын
Чечнялағы һуғыш еләтте.
«Террорист» һәм «боевик» тип атап
Буламы һуң тотош милләтте?
Шиғыр тамамланыу менән Таңсулпан еңелсә генә сәпәкәй итте. Бүтәндәр ҡушылманы. Быға хәтере ҡалған ҡыҙ: «Ниңә ҡул сапмайһығыҙ? Шиғыр һөйләнеп бөткәндән һуң ғәҙәттә ҡул сабалар», – тип үҙ алдына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ләкин уның эскерһеҙ һүҙҙәрен иғтибарға алыусы булманы, һәр кем үҙ уйына сумған ине. Тик бер аҙҙан Эльза ғына Таңсулпанды йыуатырға теләп: «Ҡул саба торған шиғыр түгел», – тип тынысландырырға тырышты.
Әмирҙең шиғырына бәйле төрлө фекерҙәр яңғыраны:
– Ҡыйыу әйтелгән!
– Ысынлап та, чечендарҙы ниндәй генә исем менән хурламайҙар: бандиттар, уғрылар, талаусылар, башкиҫәрҙәр!
– Бандиттар йәшәү, тормош хаҡына «Аллаһы әкбәр!» тип танк аҫтына ташланмаҫ ине!
– Заманында Салауатты ла разбойник, тип атағандар. Аптырамағыҙ.
Әмир иһә күңеле булып тыңланы тиҫтерҙәренең фекерен. Тик Эльзаның ғына һаман һүҙһеҙ ултырыуын оҡшатып бөтөрмәне. Ләм-мим өндәшһәсе. Ҡабул итмәүе лә ихтимал – институтта уҡыған кеше, бәлки, чечен һуғышына икенсе күҙлектән ҡарайҙыр. Әммә шул хәтлем ҡан ҡойошҡа нисек битараф ҡалырға мөмкин?
Юҡ, Эльза битараф түгел икән! Ул шулай сабыр ғына һәммәһенең фекерен тыңлап ултырған, үҙенсә һығымта яһаған, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, «тырмаһын һөйрәп» сыҡмаған.
– Эйе, бөгөн унда мәхшәр, – тип асыла төштө ул һуңынан. – Хәрби кеше булараҡ Дудаев был мәхшәрҙе күҙалларға тейеш ине. Рәсәй – аждаһа, ул үҙенең халҡын ана шул аждаһа ауыҙына алып барып тыҡты.
Таңсулпан уға һөйләп бөтөрөргә ирек бирмәне. «Аждаһа, – тигәс, ҡурҡыныс булып китте», – тип һары сәсле ҡыҙыҡайға нығыраҡ һыйынды.
Эльза үҙе лә тулҡынлана, ахырыһы. Шуғалыр ҙа инде кемделер эҙләгәндәй тирә-яғына ҡарай, өҫтөндәге ҡара кофтаһының төймәләрен барлай, уң аяғының үксәһен ниндәйҙер таҡмаҡ ыңғайына бейетеп ала. Таңсулпан арҡаһында бая бүленеп ҡалған хәбәре өсөн дә үкенмәй, киреһенсә, һөйөнә шикелле. Шул һөйөнөсөн ул: «Әгәр яңылышһам, мине ғәфү итегеҙ!» – тигән түбәнселекле һүҙҙәргә биҙәп, итәғәтлелек күрһәтте. Юҡҡа түгел, сөнки кемеһелер уға, ҡаршы төшөп: «Һинеңсә чечендар үҙҙәре ғәйепле инде?!» – тип асыуланып әйтер кеүек.
Әйтмәнеләр. Әйтмәһәләр ҙә, Кәтүктең һүҙҙәре шуға ишара һымаҡ яңғыраны:
– Кемгә нисектер, ә мин был мәхшәрҙе Рәсәйҙең үҙ халҡына һуғыш асыуы, яуызлыҡ ҡылыуы тип аңлайым. Ә яуызлыҡ бары тик яуызлыҡ тыуҙыра.
– Хәҙер беҙ һуғышҡа ла, уның яуызлығына ла күнектек инде, – тип Бағанай ҙа ҡыҙҙар теҙелеп ултырған эскәмйәгә яҡынлашты. – Шуға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Телевидение-радио тапшырыуҙары Чечнялағы хәлдәрҙе, һауа торошо тураһындағы мәғлүмәт һымаҡ, шундай тыныс хәбәр итәләр.
Ҡыҙҙарҙың береһе телевизорҙан көнөнә тиҫтәләрсә тапҡыр күргән диктор булып ҡыланды:
– Уҙған тәүлектә Чечняла хәлдәр сағыштырмаса тыныс үтте. Ике хәрби вафат булды, етеһе яраланды...
Ҡыҙҙың ҡыланышынан ҡәнәғәт ҡалған Әмир йөҙөнә нур һирпелде – тирә-яҡ яңынан уның тауышына күмелде:
– Мин Уфанан «Йәшлек» гәзите алдырам. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы ваҡыт бутау сәбәпле, «Йәшлек» урынына Ҡазанда сыҡҡан «Татарстан яшьләре» гәзитен килтерәләр. Ана шул гәзиттең береһендә...
Кемеһелер түҙмәне – һорау ташланы:
– Ниңә, Әмир, Уфа тип һөйләйһең? Башҡортса Өфө бит.
– Ә мин аңлы рәүештә Уфа тип һөйләйем. Сөнки ул, ғалимдар фекеренсә, уба һүҙенән барлыҡҡа килгән. Юҡҡамы ни тау башында ултыра. Ә Өфө тиһәң, кесерәйтеп, кәмһетеп әйткән кеүек. Шуға күрә, ауыҙ тултырып, Уфа тип атарға кәрәк.
– Ул яғы ла бармы ни? – Һорау биргән ихлас аптыраны.
– Бар шул. Ана шул гәзиттең береһендә ошондай мәғлүмәт менән таныштым. Әйтәйек, Чечняла илле мең һалдат хәрби бурысын үтәй, ти. Был инде йөҙ мең ата һәм әсә ут йотоп йәшәй тигән һүҙ. Ошоға әбей-бабайҙарҙы, туған-тыумасаларҙы, һөйгән йәрҙәрҙе ҡушайыҡ. Шулай итеп, «ике кеше вафат булды», тигән хәбәр яңғырағанда, яҡынса ике йөҙ илле мең самаһы кешенең йөрәге «жыу» итеп китә: минең ғәзизем түгелме икән?
– Ҡайһылай тиҙ иҫәпләп сығараһың? – Таңсулпан һәр ваҡыттағыса тыныс ултыра белмәне.
– Ниңә һәләк булғандарҙың исемдәрен әйтеп һөйләмәйҙәр, тимәксеһеңме?
Кемдең һорау биреүен Әмир абайламай ҡалды. Был ваҡытта ул, сүгәләп ултырыуҙан аяҡтары талғанға, тороп баҫырға хәрәкәт яһағайны. Шуға ла ҡабатлап һорарға мәжбүр булды.
– Бөтә хикмәт ана шунда, – тип баш ҡағып яуап бирҙе егет. – Был ҡот осҡос хәбәрҙән, әйтәйек, мәрхүмдең өләсәһе һығылып төшәсәк, әсәһе үкһей башлаясаҡ, атаһы араҡы шешәһенә үреләсәк. Быларҙың мин барыһын да яҡшы аңлайым. Әммә ике йөҙ ҙә ҡырҡ туғыҙ мең туғыҙ йөҙ туҡһан һигеҙ кеше: «Аллаға шөкөр, минеке түгел!» – тип еңел һулыш аласаҡ.
– Һүҙҙәреңдә хаҡлыҡ бар! – тип хуплаған ыңғайға Эльза ла, урынынан тороп, Әмир янына килеп баҫты. Әйтерһең, улар алдан һөйләшеп ҡуйғандар: бына хәҙер ҡулға-ҡул тотоналар ҙа урам буйлап баш һуҡҡан яҡҡа сыға ла китәләр. Ләкин ҡыҙҙың һүҙҙәре бөтмәгән икән әле.
– Хәтерләһәгеҙ, 1991 йылдың 20 авгусында һәләк булған өс егетте Ельцин ҡатнашлығында ҡайһылай ҙурлап ерләгәйнеләр.
– Ә мин хәтерләмәйемсе? – Был юлы үкенес белдергән Таңсулпандың йөҙө һытылды.
– Өс егеттең ҡәбере эргәһендә Ельцин үтә лә ҡайғырған кеүек баҫып торғайны. Ул саҡта һәләк булғандарҙың исемен бөтөн ил белә ине. Ә бөгөн, ысынлап та, исемдәр юҡ, һандар ғына бар.
– Ниңәлер бөгөн гел генә йөрәк әрнеткес һүҙҙәр һөйләшәбеҙ.
Эльзаның урынынан тороуын йәштәр таралышырға ваҡыт тип аңланы. Кисә лә шулай булды. Ул ҡуҙғалғас ҡына урам буйлап һибелештеләр. Шулай итмәһәң, был мәлғүндәр таңға тиклем «һағыҙ сәйнәп» ултырырға ла тартынмаҫ.
Хушлашыр алдынан, күңелегеҙ булһын тигәндәй, ул күбеһенә уртаҡ һорау бирҙе:
– Имтихандарға әҙерлек нисек бара?
– Һәүетемсә генә.
– Юҡҡа ғына: «Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу!» – тимәгәндәр.
– Баш тубалдай булды инде...
– Тубалдай башыңа бер тупылдатып алайыммы? – тип ҡыҙҙар араһынан береһе – теремеге – Кәтүктең башын усы менән еңелсә генә ҡаҡҡылаған булды. Ҡалғандарға етә ҡалды. Күҙ асып йомған арала йәштәр үҙ-ара елкенеп алды.
– Һеҙгә ни, – тип ҡыҙҙарға төбәне ҡарашын Әмир, – борсолаһы түгел. Ә бына беҙгә?
Һорауының мәғәнәһенә серҙе тағы ла нығыраҡ өҫтәргә теләгәндәй, ул шымып ҡалды.
– Нимәһе «беҙгә»?
– Уҡырға керә алмаһаҡ, көҙгә – армияға, шунан Чечняға оҙатасаҡтар.
– Ә хәҙергә ҡыҙҙарҙы оҙатайыҡ, – тип ситтәрәк торған ҡорһаҡлы дәү егет, ҡыҙҙарҙың береһен ҡултыҡлап, юл башланы. Уға башҡалар эйәрҙе. Бөтөнөһө Эльза менән ихлас хушлашты. Тик Әмир генә китергә ашыҡманы. Ҡабаттан эскәмйәлә йәйелеп ултырыуына ҡарағанда, уйламай ҙа шикелле. Әллә яңы ауыҙҙан сыҡҡан иҫке хәбәрҙе әйтергә йыйынамы?
– Шулай итеп, – тип һүҙ башланы Әмир, аяҡ тауыштары алыҫая төшкәс, – образлы әйткәндә, һағыҙ сәйнәгән йәштәр, ғашиҡтарға әйләнеп, йондоҙ һанауға күсәләр.
– Тимәк, һин йондоҙ һанап ултырырға иҫәп тотаһың? Рөхсәт итһәң, кем менән, тип һорар инем.
– Икәүләп.
Күңелле генә башланған хәбәрҙе ошо кимәлдә дауам итә алманы Эльза. Артабан ни әйтергә белмәйенсә аптыраны ла ҡалды. Әллә егет алдында ҡаушауы шул булды инде. Аңламаҫһың. Былай өндәшмәү тороуҙы ла килештермәне ул: йондоҙ һанарға ризалыҡ биреүе тип яңылыш аңлауы ихтимал. Шулай, яфалана торғас, тел осона килгән тәүге һүҙҙәр теҙмәһен асты ла һалды:
– Минең йондоҙ һанар сағым үткән, Әмир.
– Шулаймы ни? Ә минеке башлана ғына. Йәл.
– Аңлаштыҡ та, буғай. Хәҙер минең һиңә тыныс йоҡо теләгем килә. – Эльза ихата ҡапҡаһына яҡынлашты.
– Теләмәһәң дә һәйбәт йоҡлайым мин, зарланған юҡ. Әле бына ҙур шағирҙың шиғыр юлдары иҫкә төштө. «Ағай булыуҙары ҡыйын икән һыу һөлөгө кеүек ҡыҙҙарға», – тип әйткән ул. Ә мин шуны саҡ ҡына үҙгәртеп, былай тип әйтер инем: «Ҡусты булыуҙары ҡыйын икән һыу һөлөгө кеүек ҡыҙҙарға».
– Кеше шиғыры менән булһа ла баһамды күтәреүеңә рәхмәт. Үҙеңдең ошоға тиң шиғырың яҙылғас, һүҙҙе дауам итербеҙ.
Әмирҙең асыуы килә башланы. «Был бит ҡойроғон тоттормаҫҡа итә, – тип уйланы ул, эскәмйәнән тороп. – Йондоҙ һанарға йәшем үткән, ти. Әллә институтта егете бармы икән? Булһа ла ғәжәп түгел. Улайһа, ни өсөн, шиғырың яҙылғас, һүҙҙе дауам итербеҙ, ти. Юрый ҡыланамы?»
– Ундай шиғыр иртәгә кискә әҙер булыр. – Әмир тауышының ҡырыҫлығына Эльзаның иҫе китмәне. «Үпкәләгән, – тигән фекергә килде ул, ихата ҡапҡаһының тотҡаһына тотоноп. – Минең хәлемде аңлап еткермәй, күрәһең. Тәүге кистә үк уның «һайт» тигәненә «тайт» тип тора алмайым бит инде. Ҡыҙҙарҙың саҡ ҡына ялындырырға яратҡан ғәҙәтен белмәйме ни?»
– Тыныс йоҡо, Әмир.
Ҡапҡаны асып ихатаға инеп киткән ҡыҙҙы ул: «Эльза, так нельзя!» – тигән русса һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды...
...Тау башынан барыһын да күҙәтеп ултырған Айнурҙың йоҡоһо килә башланы. Шуға ла ул, күҙҙәрен ыуғылап, урынынан тороп китте. Тегеләй-былай йөрөштөргәндә иһә, Эльза менән Әмирҙе күҙ алдына килтереп: «Быларҙың борсаҡтары бешмәне, ахырыһы», – тип уйлап ҡуйҙы. Хәйер, һөйләшкәндәрен тыңлап тормағас, өҙөп кенә лә әйтә алмай. Төрлөсә булыуы ихтимал. Шулай ҙа Әмирҙең аяҡтарын һөйрәп атлауынан икеһенең мөнәсәбәтен яҡшыға юрарлыҡ түгел.
Ошондай уйҙарға бирелгән Айнур икенсе төн инде тау башында, үҙҙәре төҙөгән туҡталҡаның һанаулы ғына ағас таҡтаһына күҙ-ҡолаҡ булып, ҡарауылда тора. Был хаҡта Ғилмандан, әсәһенән башҡа бер кем дә белмәй – теге һөйләшеүҙән һуң шундай ҡарарға килделәр. Тәүге төн тыныс үтте. Оло юлдан бер нисә еңел һәм йөк машинаһының елдереп үтеүен иҫәпкә алмағанда, башҡаса йонсотманылар. Хатта иректә йөрөгән мал-тыуар ҙа был тирәлә уралманы.
– О, ике лә тулып бара, – тип һөйләнде ул, сәғәтенә ҡарап. – Таң атырға ла күп ҡалманы.
Үҙе менән алып килгән одеялды Айнур, кисәгесә тигеҙ таҡталарға йәйеп, уранып ятырға әҙерләне. Баш яғын ҡалҡыуыраҡ итеү өсөн ҡул оҙонлоғондағы түмәрҙе файҙаланды. Ул-был килеп сыға ҡалһа тип, эргәһенә көрәкте лә йәнәш ҡуйырға онотманы.
Йәйге йылы төндә лә уранып ятырға тура килә: серәкәй маҙаға тейә. Әле лә Айнур шулай эшләне, күҙ күреп, тын алырлыҡ уйым ҡалдырҙы ла, йөҙөн ауыл яғына бороп, йоҡларға ятты.
Бая ғына ҡайһылай йоҡоһо килә ине уның! Ә хәҙер ҡасҡан. Ята торғас, эҫе була башлағанға, күкрәк тапҡырында одеялды аса биреп ҡуйҙы.
«Күп тигәндә тағы ла ике-өс төн үткәрәһе бар, – тип, үҙен йыуатырға теләпме, Айнур бармаҡ бөгөп һанап ҡараны. Күп түгел – ҡуян тиреһе лә сыҙарлыҡ. Теге саҡта – үлем менән көнөнә генә әллә нисә тапҡыр осрашҡан мәлдә – ҡот осҡос шарттарҙа ҡалманылармы ни?! Ҡалһалар ҙа түҙҙеләр. Әле лә түҙер. Ҡыҙыҡ өсөн генә шул ҡот осҡос шарттар менән сағыштырғанда, бөгөнгөһө уның яртылаш ожмахҡа дәғүә итәлер.
«Улайһа, ожмахта ятам икән дә! – Айнур йөҙөнә йылмайыу сыҡты. – Ҡайҙа йыр-моң, ҡайҙа хур ҡыҙҙары, ҡайҙа хеҙмәтселәр?! Саҡырығыҙ барыһын да! Минең кәйефемде күтәрһендәр! Йәһәтерәк ҡыланығыҙ!..»
Әҙәм балаһы үҙен юҡтан да ҡыҙыҡ таба алыуы менән ҡанатлы итә. Айнур ҙа әле шулайыраҡ хәлдә ҡалды. Ул уранған килеш ҡабат тороп ултырырға маташҡанда ни өсөндөр Таңсулпанды хәтеренә алды. «Мине тамам юғалтып, ҡайғырып йөрөмәйме икән?» – тигән уйына үҙе үк яуап ҡайтарҙы: «Йөрөмәйҙер. Ҡайҙандыр уҡыуымса, уның ише сирлеләр, йөрәк аша үткәреп, ысынлап ҡайғыра белмәй икән».
Әле Таңсулпанды иҫкә төшөрөүенең икенсе сәбәбе лә бар. Бөгөн киске ашҡа ултырғанда, әсәһе уратып һүҙ башланы:
– Аллаға шөкөр, улым, тамуҡтан иҫән-аман ҡотолдоң, яраң төҙәлде, шуға һөйөнөп-ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙеңә килгәндә, ауылда рәт сыҡмаҫ. Колхоздың хәлен күреп тораһың, бер ҙә алға бармай. Бынау Ғәлимйәнов тигәне – яңы һайланғаны – эште яйға һалмаһа? Һөйләшкәнсә, көҙгә Өфөгә китеп, эшкә урынлашырһың, ситтән тороп уҡырға ла керерһең. Бер түгел, ике апайың унда, еҙнәләрең дә ситкә типмәҫ...
Аштан һуң кофе эскән Айнур, йылмая биреп, әсәһенең һүҙен тағы ла бүлергә самалап ҡараны:
– Был хаҡта нисәнсе тапҡыр һөйләйһеңдер, белмәйем. Әммә бөгөндән иҫәп алып барам.
Әсәһе ишетмәне лә, үҙенекен тылҡып тик ултыра:
– Йәй айҙары ҡайтып, бесән әҙерләшһәгеҙ, шул еткән, һыйыр тотмайынса булмай. Газ үткәреү эште күпкә еңеләйтте. Бер үҙем торорға хәлем бар әле, Аллаға шөкөр. Тик, улым, тегеһе лә, быныһы ла сәйнәй тигәндәй, һине Таңсулпан менән бутала, тип яман хәбәр йөрөтәләр. Үҙ өҫтөңә бәлә алып ҡуйма, гонаһҡа батма!
Әсәһе бына нимәгә хафалана икән! Тел төбөн уның бик һәйбәт аңланы Айнур. Аңлаһа ла ни тип яуап бирергә белмәне. Ул бит әсәһе менән бындай һөйләшеүгә әҙер түгел ине.
– Борсолма, әсәй. – Айнурҙың тынысландырыу өсөн әйткән һүҙҙәре шул булды.
Өҫтәл артынан торор алдынан ул: «Әллә бөтөнөһөн дә асыҡтан-асыҡ һөйләп бирергәме?» – тип уйлап та ҡарағайны, тағы кисектереүҙе хуп күрҙе. Уның үҙенә лә Таңсулпандың тағылып йөрөүенә бәйле төрттөрөүҙәрҙе күп ишетергә тура килде. Ә төрттөрөү иһә – телдән телгә күскән ғәйбәттең шауҡымы. Шул шауҡымдың бер тынып, бер көсәйеп торған сағында балта оҫтаһы Ғилман да тәү тапҡыр эшкә сыҡҡан көндө, ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатып, шик белдерҙе:
– Ҡара, һалдат, башыңды юғалтып, үҙ өҫтөңә гонаһ алма!
Таңсулпанды йәлләп әйтеүе тип аңланы егет. Йәлләйҙер.
Урыҡ-һурыҡ ишетеүенә ҡарағанда, йәш саҡтарында уның әсәһе Зөбәйҙә менән Ғилман ауылдың Таһир менән Зөһрәһе булғандар икән. Әммә ҡауыша алмағандар. илман армияла саҡта колхозға яңы рәйес булып килгән берәүҙең Орскиҙа педагогия институтын тамамлап ҡайтҡан улы Зөбәйҙәнең башын әйләндергән дә, өйләнеп, Ҡыуандыҡта тора башлағандар. Магазинда һатыусы булып эшләгән ҡатын иһә, ире ташлап киткәс, яйлап эскегә һалышҡан...
Ғилман кеүек әсәһе лә Айнурҙың гонаһлы булыуынан ҡурҡа. Егет үҙе лә бәләкәйҙән: «Тегеләй итмә – гонаһ, былай итмә – гонаһ», – тигән киҫәтеүҙәрҙе йыш ишетеп үҫте. Ысынында иһә ошо ябай һүҙ аша уға тормош юлында әҙәп тураһында оло хәҡиҡәтте һеңдергәндәр икән.
Одеялын рәткә килтереп, Айнур яңынан урынына ятты. Был юлы ул, йөҙөн оло юл яғына бороп: «Исем өсөн, исмаһам, бер генә машина үтһәсе, үтә лә тыныс төн», – тиеп уйлауынан әллә һөйөнөс, әллә көйөнөс алды – уныһын Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә.
Һәр кеше яҙмышында ла Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белгән хәл-ваҡиғалар тулып ята. Берәүҙәр уны ғүмере буйы сер итеп һаҡлай ҙа, ваҡыты менән хәтеренә төшөрөп, мыйыҡ аҫтынан йылмайып ала. Икенселәр иһә, төрлө ғәйбәттәр тыуҙырып: «Берәй заман һөйләрмен әле», – тип һуҙып килә. Ә өсөнсөләр ауыҙ асыу түгел, был хаҡта уйларға ла ҡурҡа.
Осо-ҡырыйы юҡ кеүек бындай уйҙарҙың. Әллә күпмегә һуҙырға мөмкин. Ләкин ни тиһәләр ҙә, яҙмыштар бер-береһен ҡабатламай, улар үҙ-ара оҡшаш ҡына була ала.
Ә Таңсулпан менән аралашыуына бәйле төрлө ғәйбәттәр тыуыуында Айнур үҙен ғәйепле һанай. Быға тиклем ни өсөндөр: «Берәй заман һөйләрмен әле», тигәнерәк фекерҙә торҙо, асыҡлыҡ индермәне. Шул арҡала ауылдаштары араһында аҙғын егеткә әйләнде лә ҡуйҙы. Хәҙер, ана, әсәһенә лә еткергәндәр...
Одеял менән уранған көйө Айнур яңынан тороп ултырҙы. Уй йомғағын таратыуҙан уның йоҡоһо күптән осҡайны. Тирә-яғына ҡаранып, иң элек ул оло юл яғындағы офоҡ буйының яйлап яҡтыра барыуына иғтибар итте. Оҙаҡламай ошо аҡһыл яҡтылыҡ ауыл өҫтөнә, урман-тауҙарға, йылға- туғайҙарға күсер ҙә, бар тереклек йоҡоһонан уянып, ҡояшты ҡаршы алырға ашығып хәрәкәткә килер. Әле тынлыҡ, һирәк-һаяҡ иҫеп ҡуйған елдәр ҙә, күктәге йондоҙҙарҙы тиҙҙән өрөп һүндереүгә әҙерләнеп, үҙҙәрендә көс туплай.
«Шулай ҙа ҡарауылда тороуым хаҡында Таңсулпанға белдермәй дөрөҫ эшләнем, – тип дауам итте уйҙарын Айнур. – Уға әйтһәң, бөтөн ауыл халҡы беләсәк».
Егет күңелендә кисә лә ошондайыраҡ ише теләктәр өҫтөнлөк иткәйне. Бөгөн дә ҡабатланды. Иртәгә лә ҡалҡып сығыр. Эш унда ла түгел. Намыҫҡа иң тейгәне шул: былай ҙа аҡылға зәғиф Таңсулпан менән бысраҡ ҡушып һөйләүҙәренә нисек сик ҡуйырға? Осрашмаҫ өсөн гел генә ҡасып та булмай – күреү менән үҙе үк ҡаршыға йүгереп киләсәк. Әрләү ҙә файҙаһыҙ, аңламаясаҡ. Халыҡ әйткәнсә, тиҙәкле сыбыҡ менән ҡыуһаң да эргәнән китмәйәсәк. Әллә ғәйбәтселәр алдында: «Чечняла мине Таңсулпанға оҡшаған чечен ҡыҙы үҙенә ғашиҡ иткәйне – шуға ла уны яҡын күрәм. Яҡын күреүемде, зинһар, яманға юрамағыҙ!» – тип аҡланып ҡарарғамы? Барыбер ышанмаҫтар. Шулай булғас, көҙгә тиклем теште ҡыҫып түҙергә тура килер.
Үҙе түҙер ҙә ул. Тик бына әсәһе? Улы өсөн бигерәк өҙгөләнә. Йөрәгенә көс төшмәһен – оло кешегә күп кәрәкмәй. Шуға күрә лә Айнур уға барыһын да һөйләп бирергә ҡарар итте.
...Танкылар оҙатыуында, БМП, БТР-ҙарға тейәлеп, сираттағы «таҙартыуға» барғанда, юл буйындағы мәхшәр киноларҙа күргәндәрен күҙ алдына баҫтырҙы уның. Бер уның ғынамы икән?! Һәммәһенең дә күңеленә шом һалмай ҡалмағандыр был тамаша. Ана, ҡыйратылған танкылар уйынсыҡ һымаҡ тырым-тырағай таралып ята! Иғтибар менән ҡараһаң, шул тирәләге ҡыуаҡтарҙа эленеп елберләгән гимнастерка йыртыҡтарын да, ҡара көйгән һалдат ботинкаларын да шәйләргә мөмкин. Снарядтар, бомбалар ярылыуҙан барлыҡҡа килгән тәрән соҡорҙар ҙа һағайған ҡарашҡа әкиәттәрҙәге аждаһаның ауыҙы булып күренә...
«Таҙартыу» үткәрәһе ауыл иһә оло юлдан байтаҡ ситтәрәк ике тау араһына ҡыҫылып ултырған. Емерек йорттар күп түгел. Ни өсөндөр ысын һуғыш быларҙы урап үткән. Бәлки, байтаҡ ситтәрәк ике тау араһына йәшеренеп ултырғанғалыр? Мәсеттәре лә шул тиклем ыҡсым һәм матур итеп һалынған, әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып, үҙенә саҡырып тора.
Асфальт юл ситендәге емеш ағастары һалдаттарҙы хуш еҫ менән ҡаршы алды. Ауылда тыуып үҫкәндәре, моғайын, бында юлдарҙың төҙөк, таҙа булыуына, урамдарҙың күркәмлегенә, бер генә остом ерҙең дә, ҡый-үлән үҫеп, буш ятмауына иғтибар иткәндәрҙер. Ә тентеү үткәреләсәк таш өйҙәр ғәҙәттә иң кәмендә биш-алты бүлмәнән тора, тирә-яҡ биҙәкле тимер рәшәткәләр менән уратып алынған. Мал һарайҙарының да, ебәк ҡарышлауығы үҫтереү өсөн ҡулайлы лапаҫтарҙың да ниндәй икәнен йортона ҡарап самалап була. Арыраҡ – баҡса кәртәһе һәм ошо кәртә тирәләй пирамидаға оҡшаш тирәктәр буй еткерә. Баҡсаларында емеш-еләктең ниндәйе генә юҡ. Тут ағастары күп, уның япраҡтарын ебәк ҡарышлауығына ашаталар. Картуф иһә уңып бармай, шуға күрә һарымһаҡ, кукурузды мул үҫтерәләр, умарта ла тоталар. Эре мөгөҙлө һәм ваҡ малдар, өйрәк-тауыҡтар тураһында әйтеп тораһы түгел.
Айнур аңлауынса, чечендарҙың етеш тормошта йәшәүе уларҙың тырыш, эшһөйәр һәм бер-береһенә ярҙамсыл булыуынан. Үҙенең ауылдаштары менән сағыштырыу түгел, был хаҡта һүҙ алып барыуы ла уңайһыҙ. Ә бит ул, «таҙартыу» операцияһында ҡатнашып, байтаҡ ауылдарҙы күрҙе, һуғыш теймәгәндәренең һәр береһендә тиерлек ошондай уҡ тәртип.
Ауыл осонда: «Бүленеп, һәр йортҡа тентеү үткәреүҙе башларға!» – тигән команда яңғыраны. Һәр ваҡыттағыса Айнур райондашы, ҡаҙаҡ егете Бәхетйән менән бер төркөмгә тура килде. Яҡташлыҡ тойғоһо армияла бигерәк көслө. Улар ҙа үҙҙәренең бер-береһенә булған тоғролоғо менән был тойғоно күңелдәренең гөлләмәһенә әйләндерҙеләр, ауыр саҡтарҙа ла уға ҡырау тейҙермәнеләр.
– Анау ҡыҙ әллә беҙгә табан йүгерә инде? – тип Бәхетйән Айнурға ишара яһаны. – Ҡулына сәскәләр ҙә тотҡан шикелле.
Айнур ишетмәнеме, әллә ишетеп тә иғтибар итмәнеме, өндәшмәне. Уның урынына урыҫ егете Сергей яуап бирҙе:
– Берәй этлек уйлап йүгермәйме икән? – Ҡулына автоматын алды. – Ышан һин уларға! Тас маңлайына берҙе сәпәгәндә!
Бындай ҡурҡыныс янауға Айнур тыныс ҡала алманы. Башын күтәреп, ул да хеҙмәттәштәре ыңғайына ауыл яғына күҙ һалды. Ысынлап та, оло юлды ситләп бер ҡыҙ уларға ҡаршы йүгерә. Юҡ, йүгермәй, оса, ҡанатһыҙ көйөнсә оса! Үҙе сәскә кеүек ҡыҙҙың ҡулындағы сәскәләрҙән күҙҙәр сағыла.
– Ҡурҡмай ҙа! – Бәхетйән дә ҡеүәтләү ҡатыш һүҙ ҡыҫтырҙы.
Бына бер мәл милли биҙәктәр менән ҡайылған матур күлдәкле ҡыҙыҡай һалдаттар алдына килеп баҫты ла, русса һаулыҡ һорашып, һәр береһен ентекләп күҙҙән үткәрҙе. Айнур уның ҡарашынан тертләп китте. Тертләрлек тә шул: уның ҡарашында нәфрәт тойманы егет. Бөтөнләй икенсе, мөхәббәтле ҡараш, һөйөүгә ҡағылышлы бер генә һүҙ әйтһәң дә хәҙер үк күҙ йәштәре атылып сығыр һымаҡ.
Артабан тағы ла ни булыр икән, тип торғанда, ул матур тештәрен күрһәтеп йылмайҙы ла ҡулындағы сәскәләрҙе Айнурға һуҙҙы.
– Ҡайһылай оҙаҡ көттөм мин һине, барыбер көтөп алдым...
Күптәнге таныштар ҡабат осраштылармы ни?! Һәр хәлдә ҡыҙҙың ҡыланышына ҡарағанда, шулай тип аңларға мөмкин. Ә Айнур үҙе таш һымаҡ ҡатҡан да ҡалған.
Егет иҫенә килгәнсе, ҡыҙ уны етәкләп тә өлгөрҙө.
– Әйҙә, өйөбөҙгә алып ҡайтам, атайым, әсәйем менән таныштырам, – тип ауыл яғына ыңғайлаған арала ул бүтәндәрҙе лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. – Бөтөнөгөҙ ҙә беҙгә рәхим итһен! Һулдағы иң беренсе йорт беҙҙеке!
Ҡаушауҙанмы, Айнур уның ирк:нә бирелде – бер-ике аҙым атлауға ҡыҙ уны хатта ҡултыҡлап алды. Көтөлмәгән хәлде ауыҙ асып күҙәткән һалдаттар ҙа, нимә эшләргә белмәйенсә, бер урында тапанды.
– Засада-фәлән булмаһын, егеттәр, һаҡ ҡыланайыҡ! – Сергейҙең баяғы шиге һаман да таралып бөтмәгән икән.
– Айнурға сәскә ураған граната тоттороп ҡуймаһын, тип минең дә ҡот алынды.
Ҡултыҡлашып атлаған «ғашиҡтар»ҙан күҙ яҙҙырмаған Бәхетйән дә һиҙгерлек күрһәтеүен ошондай һүҙҙәр менән раҫланы.
Һулдағы иң беренсе йортҡа етәрәк Айнур, ҡыҙҙың ҡулдарынан бушанып, артына әйләнеп ҡараны – аңына килеүе шул булғандыр. Ҡул болғамаһа ла, һалдаттар быны үҙҙәренә: «Нишләп тораһығыҙ, атламайһығыҙ?» – тигән һорау кеүегерәк ҡабул итте. Бындай шарттарҙа улар бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңларға күптән өйрәнгән инде.
Йорт ҡапҡаһын асҡан ҡыҙҙың йөҙөндәге шатлыҡтан Айнурға хәҙер уңайһыҙ булып китте. Тәү күргән кешегә шулай әйтәләрме ни? Йәнәһе, «ҡайһылай оҙаҡ көттөм мин һине, барыбер көтөп алдым». Был хаҡта бит уның төшөнә лә инеп сыҡҡаны юҡ. Әллә ул мине үҙе ғашиҡ булған икенсе бер егет менән бутаймы? Ихатаға Айнур ошондай сетерекле һорауҙар менән аяҡ баҫты.
– Да-а, чечендар иркен йәшәргә ярата, – тине Сергей, ишек алдының киңлегенә хайран ҡалып.
Улар эскәрәк үтте. Бер яҡ ситтәрәк, күҙҙең яуын алып үҫеп ултырған сәскәләр тәңгәлендә, теҙеп ҡуйылған йөк машинаһы, трактор, ике еңел машина араһында урта йәштәрҙәге ир күренде. Ләкин ул ҡыҙына эйәреп кергән һалдаттарға боролоп та ҡараманы, үҙ эше менән мәшғүл булды – еңел машиналарҙың береһен ремонтлай шикелле.
Осоп-ҡунып йөрөгән ҡыҙҙың: «Нана, нанули!»* – тип ҡысҡырыуына өйҙән урта йәштәрҙәге һары сәсле ҡатын килеп сыҡты ла, һалдаттарҙы күреүҙән һағайып, веранда тупһаһында туҡтап ҡалды. Үҙе иһә башындағы ҡара яулығын усы менән бер туҡтауһыҙ һыпырҙы.
– Әллә был һинең менән диндәш инде, – тип шыбырланы Сергейға Бәхетйән. Ҡыҙыҡһыныу уятҡан һорауға тегеһе яурындарын ғына һелкетте.
Әсә менән ҡыҙ үҙ-ара чеченса һөйләшкән саҡта һалдаттарҙың бер нисәһе күнегелгән эштәренә тотондолар.
– Ә шулаймы? – тип аңлағанын белдергән ҡатын, урыҫса өндәшеп, Айнурға яҡынайҙы ла, ҡыҙының күңелен күрергә теләпме, ҡул биреп күрешмәксе булды ла кире уйланы.
– Әйттем бит мин һиңә, әсәкәйем, әйттем бит: ул һиңә оҡшаясаҡ тип!
Әсәһе «эйе» тигән ишара яһап, ҡыҙының да яурынынан яратып һөйҙө лә йомош ҡушты:
– Бар әле өйҙө йыйыштыра тор, ҡош-ҡортҡа ла ем бир!
– Тәүҙә ҡош-ҡортҡа ем биреп, өйҙө аҙаҡ йыйыштырһам яраймы?
– Ярай, ҡыҙым, ярай...
– Эштәрем бөткәс, өҫтөмдәге күлдәгемде алмаштырайыммы? Дуҫтары менән егетем килгән бит.
– Алмаштыр, ҡыҙым...
Әсә кешенең йәшләнгән күҙҙәрен күреү Айнурға еңел түгел ине. Ул, кәңәш һорағандай, Сергейға ҡараны. Уныһы иғтибарын бөтөнләй икенсе яҡҡа йүнәлткән: машинаһын ремонтлаған йорт хужаһынан күҙен алмай, «Һаҡланғанды Алла һаҡлар», – тигән әйтем, моғайын, уның кеүек һиҙгер, уяу, йыйнаҡ егеттәргә туранан-тура ҡағылалыр. Шунһыҙ булмай, һәр аҙымды үлсәп баҫырға тура килә.
Ә Айнурға әле аҙымды ғына түгел, ауыҙҙы ла үлсәп асырға кәрәк. Былай ҙа ҡайғы-хәсрәткә тарыған ҡатынды яңынан рәнйетеүҙән ҡурҡты ул. Йөҙөндәге йыйырсыҡтары тәрәнәйеп, беленер-беленмәҫ ҡалтыранған ирендәре уның, бына-бына төкөрөктәрен сәсеп, уларға – һалдаттарға – ләғнәт яуҙыра башлар. Бындай хәлдәрҙе лә күп күрҙе егет.
– Һин дә мин йөрөгән Розам әрәм булды. Күрше ауылдан автобуста класташтары менән ҡайтып килгәндә, һеҙҙекеләр ут асҡан. Ун бишләп кеше араһынан бер үҙе иҫән ҡалды, әммә аҡылына зыян килде. – Ҡатын яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Сир – сир инде. Шунан бирле ниңәлер ғашиҡ егетен эҙләп һаташа. Баҡсаға инеп, сәскәләр өҙөп ала ла ауылға килеүсегә ҡаршы йүгерә. Уныһын әле үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ...
– Милләтегеҙ кем? – Сергей үҙен ҡыҙыҡтырған һорауҙы бирҙе.
Мәрйә мин. Атайым-әсәйем ҡушҡан исемем Мария, ә бында Манжә тип йөрөтәләр. – Башҡа һорауың юҡмы тигәндәй, ул Сергейға күтәрелеп ҡараны. – Ваҡытығыҙҙы бушҡа әрәм итмәгеҙ, беҙҙә боевиктар юҡ. Кәрәк тиһәгеҙ, хәҙер паспорттарҙы сығарып күрһәтәм.
Үҙе, әйткәнде лә көтмәй, үксәһенә етә яҙған оҙон күлдәгенең итәктәрен, ҡулдары менән килешле тотоп, тупһа баҫҡысы аша верандаға инеп китте...
...Уйҙарына уйылып ултырған Айнур күҙҙәренең яйлап йомола барыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһы арала ятып өлгөргәндер – уныһын да хәтерләмәй. Ғилман ағаһы уға: «Йоҡо яҫтыҡ һорамай», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән шул.
Фото: Бәйләнештә
* Әсәй, әсәкәйем!