

* * *
Уҡсаптырған ҡаяһы тирәһендә таңдан йыйылған болот аҡрынлап ауыл өҫтөнә лә таралды. Иртәнге концертты тыңлап, ҡатыны менән һәүетемсә генә сәй эсеп ултырған Сабит та быға иғтибар итте: әллә ямғыр яумаҡсы?
– Ояты булһа, бер яуырға тейеш инде, – тип ҡатыны ла асыҡ тәҙрә аша тышҡа күҙ һирпте лә, алпан-толпан баҫып килгән Ғатауҙы күреп, тиҙ генә пәрҙәне тартты. – Шым ғына ултыр, ҡарсыға танауҡайым!
Ғатау уны шәйләп өлгөргән икән.
– Килен, – тип юхаланып өндәште ул урамдан. – Сабит өйҙәме?
«Был нишләүең?» тип ҡатынына аптырап ҡараған өй хужаһы, таныш тауышты ишеткәс, тәҙрә пәрҙәһен ҡабат асырға мәжбүр булды.
– Һаумы, Ғатаулла ағай!
– Һаулығын һау ҙа, йөрәк кенә кәрәсин һорай, туҡтайым, тип ҡурҡыта. – Һүҙҙәренең хаҡлығын күрһәтергә теләпме, ул уң ҡулы менән йөрәк тапҡырын ыуғылап алды. Юлы уңмауынан ҡаты ғына һүгенергә лә иҫәбе бар ине, ләкин хужабикәнең өйҙә булыуынан тартынды шикелле.
– Ҡайһы ваҡыт кәрәсин урынына ҡаты сәй ҙә ярап ҡуя. Сәй эсергә керер инең.
– Сәй эскән бар.
– Сауҙагәрҙә юҡмы ни?
– Уныҡы ла бөткән. Бөгөн Ҡыуандыҡҡа барырға йыйына. Магазиндыҡынан да шул уҡ көндө елдәр иҫте, үҙең күрҙең. Ҡыҙыҡтың-ҡыҙығы: аҡса бар, араҡы табып булмай.
– Ә самогон?
– Уныһына күңел бик ятып бөтмәй шул.
Ғатау, һаулыҡ һорашмаған кеүек, хушлашып та торманы, ары китте.
– Пенсияһын һаман эсеп бөтмәгән икән.
Шундай һығымтаға килгән Сабит, өҫтәл артынан торғанда, радионан яңғыраған йырға ҡолаҡ һалды:
Ағыла ла болот ағыла...
Ҡатын-ҡыҙ башҡарыуындағы моңло йырға хужабикә лә ҡушылып алғандан һуң, соланда эшкә китергә кейенеп торған иренә ишетерлек итеп, үкенес белдерҙе:
– Ағылыуын ағыла ла бит, тик яумауына йән көйә.
Кейенгән Сабит та, Ғатауға эсе бошоп, йүгәнһеҙ уйҙарына ирек бирҙе: «Беҙҙән араҡы һораманы, һораһа, бәлки, бисәһе табыр ҙа ине. Ул яҡтан иренең һүҙен йыҡҡаны юҡ. «Хәҙер, һоро күҙкәйем!» ти ҙә күршеләренә сығып йүгерә. Күп эсеүҙән бының шуны аңларлыҡ та рәте ҡалмаған икән...»
Кәйефе булмағанға, төпкө бүлмәнән ҡатынының: «Эльза ҡыҙым, тор инде, тор, сәй эс тә, сығып, картуфтың ҡортон сүпләйек!» – тип ҡысҡырыныуына уның асыуы килде.
– Йоҡлаһын, ниңә бимазалайһың?
Иҫкәртеү яһауынан ҡәнәғәт ҡалып, фуражкаһын алырға үрелгәндә, ул ишек башындағы ярыҡҡа ҡыҫтырылған гәзиткә күҙ төшөрҙө. Ваҡ-төйәк төрөр өсөн бисәһе йыйыштырып ҡуйғандыр, иҫке-моҫҡо әйберҙе лә ташлай һалып бармай. Әммә, сығып барышлай, туҡтап: «Бигерәк сағыу биҙәкле күренә», – тип уны ҡулына алды ла шаҡ ҡатты: теге оятлы гәзит бит! Кемдер тартып алмаһын тигәндәй, тиҙ генә ҡуйынына тыҡты ла, әлегә ҡайҙалыр йәшереп торорға урын эҙләне. Мөйөштә торғандан да ҡулайлыһын тапманы – аҙаҡ кинәнеп уҡыясаҡ гәзитте ул әрйә артына тығып ҡуйҙы.
Ауыл буйлап атлағанда иһә Сабит был гәзиттең ҡыҙыныҡы булыуына шикләнмәне. «Ай-һай, үткән ғүмер, – тип уйланы ул, ас яңаҡтарын йыш һыпырып. – Ҡасан ғына әле мәктәптә уҡыған Эльзаһының апаһынан ошо гәзитте инәлеп һорауына шаһитлыҡ ҡылғайны. Хәҙер, ана, үҙе һатып алыр йәшкә еткән. Әйткәндәй, райүҙәктә торған ҡыҙы менән кейәүе лә был гәзиткә һаман битараф түгел микән?»
Тауға етәрәк Сабит Сауҙагәр Шәрифте ҡыуып етте. Былай булғас, Ғатау ялғанды һөйләмәгән икән: уның Ҡыуандыҡҡа барыуы ысын. Һәр ваҡыттағыса туйтаңлап атлай. Ҡултыҡ аҫтына араҡы тултырып алып ҡайта торған сумкаһын ҡыҫтырған.
– Нихәл, Шәрифулла ағай! – Һаулыҡ һорашыу менән Сабит, хәҙер был теге таҡталарҙы иҫенә төшөрә инде, тип уй йөрөтөргә лә онотманы.
– Ә-ә, Сабитулла! – Сауҙагәр ни өсөндөр эргәһендә атлап килгән кешегә түгел, ә күккә – болоттарға башын күтәрҙе. – Хәл ни – ашауға ҡарап. Үҙең нисек?
– Бер көйө генә.
– Онотмаҫ элек хәтереңә төшөрәйем әле. – Юлдашына ул яңы саҡ боролоп ҡараны. – Вәғәҙә иткән таҡталарыңды оҙаҡҡа һуҙҙың.
Шәриф ағаһы уға тағы ла ниҙер әйтергә теләгәйне, ләкин оло йәштәге кешегә тауға күтәрелеүе бик еңел түгел шул. Тыны тарығыуҙан туҡтап ҡалды. Шуға ла ул, үҙенең мөшкөл хәлен күрһәтмәҫ өсөн, күкте иңләп ағылған болоттарға ҡараған булып, һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Ямғыр яуыр, ахырыһы...
Сабиттың яуап бирмәүен ул үҙенсә һапланы: уға яуҙы ни ҙә яуманы ни, арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә – ит тигәндәй. Шулай ҙа, кәрәк кеше булғанға, уның күңелен бик төшөргөһө килмәне, ыңғайына һыпырырға ла һүҙен тапты:
– Былай һин вәғәҙәңде боҙмай торғайның.
Сауҙагәрҙең һаман үҙе яғына ҡайырыуына Сабит аптырамаһа ла, теге көнө: «Өс таҡта өсөн бер ярты күберәк түгелме?» – тип әйткәнен иҫкә алып, кәйефе ҡырылды. Бынау тауҙан, артына бер тибеп, бүрәнә кеүек тәгәрәтеп ебәрерлек тә бит, ярамай. Ҡайһы берҙә көтәсәккә араҡы биргеләп тороуы уның өсөн ҡиммәт. «Шулай ҙа өндәшмәгән һайын ҡотора бит был, – тип ҡыҙҙы ул эстән, урынынан ҡуҙғалып. – Әллә мине бөтөнләй иҫәргә һанай инде». Шуға ла еңелсә генә семетеп алырға теләне:
– Райүҙәккә йыш бараһың, берәй хужалыҡ магазинына инеп, таҡталарҙың хаҡына күҙ һалыр инең. Хәҙер бит иң осһоҙо – араҡы.
Сабит артынса уҡ ҡуҙғалған Сауҙагәр Шәриф унан тел ярҙамында бындай һелтәнеү көтмәгәйне. Уратып килтереп сәпәне. Күҙ алдарында осҡон уйнамаһа ла, тәьҫир көсө шуға тартымыраҡ ине.
– Хәҙер бит хаҡтар төрлө магазинда төрлөсә, Сабитулла, уныһын беләм. Таҡталарға килгәндә, уларҙы һин тәҡдим иттең, мин хаҡ ҡуйҙым. Ә һин ризалаштың. Шул ғына. Ҡалғанын үҙең ҡара.
Шәриф яуабынан ҡәнәғәт ҡалды. Ошо ҡәнәгәтлелек уға әллә көс-дарман өҫтәне инде, ул хатта Сабитты уҙып китте. Бер аҙ һүҙһеҙ барҙылар. Шул арала Сауҙагәр аяҡ араһында һикерешкән сиңерткәләргә иғтибар итеп: «Ҡармаҡҡа бына ҡайҙа ем», тип уйлап өлгөрҙө. Йәшерәк сағында үҙе лә балыҡ тоторға әүәҫ булды, аҡсалата файҙаһын да күрҙе. Кәмәле мотоциклына, ауылдаштары әйтеүенсә, «урыҫ ашы» тейәп, Ҡыуандыҡ баҙары юлын байтаҡ тапаны.
Ул саҡтарҙы хәҙер уға һағынып һөйләргә генә ҡалған. Хәйер, һөйләргә тип артығыраҡ ысҡындырҙы, иҫкә алыуы ла еткән. Иҫкә ала башлаһаң, кешеләрҙән кәм-хур йәшәмәне. Үҙе менән бергә торған ҡыҙын иҫәпкә алмағанда, биш улын да уҡытты, юғары белемле итте. Береһе хатта Мәскәүгә барып һыйынды. Ауылда беренселәрҙән булып кәмәле мотоциклын «Жигули»ға алмаштырҙы. Йорт-ҡураһын да заманына күрә матур ғына бөтәйтте.
«Тимәк, ғүмер заяға үтмәгән», – тин ҡеүәтләне Шәриф үҙ уйҙарын, һәр хәлдә ул тормошта бынау сиңерткәләр кеүек тегендә-бында һикереп йөрөмәне. Башын баҫып эшләне, тапҡан-таянғанын һәр ваҡыт ишәйтергә тырышты.
«Сиңерткәгә сағыштырыу иһә Сабитуллаға ҡайһылай тап килә, – тип уйлаған ыңғайға ул, тыны быуылып, аҙымын аҡрынайтты. – Тегендә-бында күп һикерҙе. Шулай ҙа өлөшһөҙ әҙәм булманы. Тракторға ултырттылар – күперҙән барып осто. Колхоздың йәшелсә баҡсаһын һуғарыу буйынса моторист иттеләр – бер сәғәт эшләһә, ун көн буш торҙо. Район үҙәгенә һөт ташыған «Беларусь»та йөксө булып йөрөнө – һөтөн әсетеп, хужалыҡҡа зыян килтерҙе. Тимерлектә лә ярҙамсы булып бәхетен һынап ҡараны – янғын сығара яҙҙы. Хатта көтөүселәр араһында буталды – мал баштары кәмене. Ваҡытлыса башҡарған ваҡ-төйәген һанап тораһы ла түгел. Ыратып эшләй алмауының сәбәбе яҡшы билдәле – эскелек...»
Ана шундайыраҡ уйҙарға бирелгән Сауҙагәр Шәриф үҙе менән тиңләшкән Сабитҡа: «Һин дә йәшәйһең инде был донъяла?!» – тигән кеүегерәк мыҫҡыллап ҡараны. Тегенеһе быны һиҙмәне, уның күңелен үҙ уйҙары биләгәйне.
«Бер аяғы менән гүргә баҫҡан бит инде, нәфсеһенә һаман баш була алмай. Туймаһа әҙәм туймай икән. Аҡса тип шул тиклем өҙгөләнмәһә? Теге донъяла бит уға мохтажлыҡ юҡ».
«Юҡ» һүҙен Сабит ни өсөндөр, үҙ алдына һөйләнгәндәй, көрһөнөп әйтте. Көрһөнөүен иһә юлдашы шәйләмәне. Был ваҡытта ул, тау башына менеп етеүҙән ҡәнәғәтлек кисереп, төҙөлөп ятҡан туҡталҡа эргәһендәге биш-алты ауылдашын күҙҙән үткәрә ине. Шуға ла Сабит уның күңелен күтәрергә теләпме: «Халыҡ күп түгел икән», – тине лә, уң ҡулы менән «Хәйерле юл!» ишараһы яһап, ситтәрәк торған Ғилманға боролдо.
– Вәгәҙә иман икәнен онотма! – Шәриф ағаһы уны ошондай һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды. Дөрөҫөрәге, ҡабатлап хәтеренә төшөрҙө. Төшөрмәһә лә булыр ине. Сөнки ул ауылда ғына түгел, районда, районда ғына түгел, Башҡортостанда, Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙең үҙендә араҡыға ҡаршы торорлоҡ бер ниндәй ҙә көстөң булмауын бик яҡшы белә. Шуға ла күңеле тыныс. Мохтажлыҡтары төшһә, Ғатау кеүектәр уға хатта өйҙәренең иҙән таҡталарын күтәреп киләсәк. Ирек кенә ҡуй. Ана бит теге көндө Сабитулланы ҡайһылай оҫта файҙаланды: йәнәһе, төндә, аяҡ тауыштары тынғас, бында киләләр ҙә кәрәк таҡталарҙы һайлап алалар. Нығыраҡ ышандырыу өсөндөр инде хатта: «Үҙем килә алмаһам, кейәүҙе ебәрермен», – тип тә эре сирттерҙе ул. Үҙе лә килмәне, кейәүе лә күренмәне. Араҡының ымһындырғыс көсөнә иҫәп тотоуы һәр ваҡыттағыса үҙенекен эшләне: барыбер таҡталы булды.
Шәриф ҡарт хәйләһенең ҡорбаны Сабит иһә халыҡ тейәлгән автобус ҡуҙғалып киткәс кенә Ғилмандың кәйефе юҡлығына иғтибар итте. Һәр һүҙен үлсәп һөйләгәнен белгәнгә, ул һорау бирергә ашыҡманы. Мәле еткәс, үҙе әйтер тип көттө. Шуғалыр ҙа инде, эш юҡтан эш булһын тигәндәй, кеҫәһенән «Прима» сығарып, балта оҫтаһына бергәләп көйрәтергә тәҡдим яһаны. Уныһы ҡаршы килмәне, сигарет алырға үрелгәндә генә башлап һүҙ ҡушты:
– Ну, был халыҡты?! Тамам боҙолдо!
Шул саҡ ҡына Сабит Ғилмандың ҡуйы ҡаштарының бер-береһенә ҡушылып, маңлайында йөнтәҫ һыҙыҡ барлыҡҡа килеүен абайланы. Асыуы ҙур икән. Бындай ваҡытта уның күҙенә салынмау яҡшыраҡ булыр ине лә бит, тик хәҙер һуң инде. Шуға ла сабырлығын юйып, үҙе һорау бирә һалды:
– Әллә тағы ла таҡталарға тейгәндәрме?
– Күрмәйһеңме ни? – Һорауға һорау менән яуап биргән ыңғайға Ғилман бүрәнәләр ятҡан яҡҡа баш ҡаҡты. – Теләгең ҡабул булған: һинең менән мине көтөп тормағандар, осорғандар.
– Кит әле!
Үҙенең күҙен ҡыҙҙырған теге өс ҡарағай бүрәнәнең урланыуын белгәс, аптырауҙан Сабит хатта Айнурға оҡшатып һыҙғырып ебәрҙе.
– Нишләйбеҙ? Милицияға хәбәр итәбеҙме?
Ғилман ҡул ғына һелтәне.
– Әйттем бит, ҡапҡан ҡорайыҡ, тип! Тыңламанығыҙ!
– Эш ҡапҡандамы ни?! Әле автобусҡа ултырып Ҡыуандыҡҡа киткән Мөхлис күргән, шул һөйләне. Сәғәт етенсе яртылар тирәһендә булған был хәл. Йөк машинаһында килгәндәр ҙә, һә тигәнсе тейәп, алып та киткәндәр.
– Нишләп хәбәр итмәгән?
– Рөхсәт менән эшләнгән эштер тип уйлаған.
– Һәй, оҫта, Мөхлискә ышанһаң... Үҙе һатып ебәрмәнеме икән?
Ғилман яуап ҡайтарманы. Эйелеп, үҙе менән бергә алып килгән тоҡсайынан өс литрлы банкы сығарҙы ла, һаҡлыҡ менән генә күләгәгә йәшерҙе. Балта оҫтаһының был ҡыланышы Сабитҡа ҡыҙыҡ күренде:
– Айранлап эшләрлек эш ҡалманы бит бында!
– Зыяны теймәҫ.
– Урланған өс бүрәнә үҙебеҙҙең дә эсте тишмәҫ ине.
Сабит та төшөп ҡалғандарҙан түгел шул. Яйы сыҡҡанда, үҙенекен һүҙ итергә тырышып ятыр. Әле лә ул ихлас үкенеү белдереүҙән бигерәк Ғилманды «ҡытыҡлап» алырға теләне. Гел генә баш баҫып йөрөргә лә ярамай – уны ғына аңлар йәштә. Шуғалыр ҙа инде: «Да-a!» тип тағы ла ниҙер өҫтәп әйтергә уҡталды ла, яҡынайып килгән теге таныш кәзәне күреүҙән зиһене таралып, һүҙҙе бөтөнләй икенсе йүнәлешкә борҙо:
– Эт талар нәмәкәй! Һин генә етмәй инең бында!
Күрәһең, Ғилмандың асыуы һүрелә төшкәндер, ул Сабитҡа йылмая биреп өндәште:
– Нимә һин кәзә күрмәгән кеше кеүек ҡыланаһың?
Тауға күтәрелгән Айнурға иғтибар итеп, Сабит балта оҫтаһының һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Хәйер, ул яуап көтмәгән дә шикелле, егетте күреү менән үҙе үк уға йомош ҡушырға ла өлгөрҙө:
– Һалдат, анау мәлғүнде ситкәрәк ҡыуып ебәр әле. Юл буйында буталып йөрөмәһен...
Иртәнге ҡараҡтар хаҡында Айнурға ла хәбәр иттеләр – Сабит ағаһы балта оҫтаһына ҡарағанда бигерәк тәмләп һөйләп бирҙе. Әйтерһең, был ҡырын эште ул ситтән күҙәтеп торған. «Эх шунда үҙем булһам!» тигәнерәк фәстереү өҫтәргә лә тартынманы. Бындай ваҡытта уның һоро күҙҙәре янып, ҡарпыш ҡолаҡтары турайып киткәндәй була.
Аптырауҙан нишләргә белмәй торған Айнурҙың да эсенә яйлап йылы инде: тимәк, уның ғәйебе юҡ. Ғилман ағаһы менән һөйләшкәнсә, кеше-фәләнгә күренмәҫ өсөн ул көтөү ҡыуғанға тиклем өйөнә ҡайтырға тейеш. Ысынында иһә егет шулай эшләне лә. Тау башында йәмғеһе өс төн үткәрҙе, өс төнө лә тыныс үтте. Үҙе лә йыйнаҡлыҡ күрһәтте, ваҡытында килде, ваҡытында ҡайтты. Ни тиһәң дә, һалдат сынығыуын үтеүенәндер был ғәҙәт. Тик бына бөгөнгө эш көнөнөң ошолай күңелһеҙ башланыуын көтмәгәйне ул.
Әле эшкә килешләй Айнур күҙҙең яуын алыр нурлы ҡараштан тертләргә мәжбүр булды. Эйе, мәжбүр булды. Сөнки ул быға тиклем ни өсөндөр Эльзаның матурлығын баһалап еткермәне. Осрашҡанда ла башҡалар кеүек сөсөләнмәне. Һөйләшеүҙәре лә «Һаумы?» – «Һау»ҙан ары китмәне. Егеттең бындай битарафлығы ҡыҙҙың сәменә тейҙе, әлбиттә. Шуғалыр ҙа яйы сыҡҡанда, уның баҡсаһына ла таш ырғытҡыланы. Ә кисә ҡыҙҙар менән Һаҡмарға һыу инергә барғанда, Айнур хаҡында һүҙ сыҡҡас: «Әллә ул Чечнянан ҡыҫыр мөхәббәтле булып ҡайтҡанмы?» – тигән һорау биреп, көлдөрөп тә алды. «Юҡтыр, – тип ҡаршы төштө ҡыҙҙар, – ҡыҫыр булһа, Таңсулпан менән сыуалмаҫ ине».
Ә бөгөн Эльза магазиндан ҡайтышлай урамда Айнурҙы осратыуын күптәнге хыялына тиңләп ҡабул итте. Сәләм биргәндән һуң әйтелә торған һүҙҙәрен дә ошо юҫыҡта башланы. Хатта үпкәләгән тауыш сығарып: «Һине күрергә хыялланған ҡыҙҙар күп, ә һин әллә ҡайҙа ҡасып йөрөйһөң», – тип шаштырып ебәрҙе. Айнур ҙа юғалып ҡалманы. Үҙенсә былай шаяртты: «Башыңа эҫе ҡабып, аҡылыңа зыян килгән тип уйлар инем, ҡояш әле төшлөккә лә етмәгән. Ниңә кәрәк бындай ҡыланыу?»
– Һинең кеүек егет алдында ла ҡыланмағас.
– Самаһыҙ ярамай.
– Йөрәк ҡушҡас, уныһы иҫәпкә алынмай.
– Йөрәк?! – Айнур һүҙ айышының мәғәнәһен аңларға теләгәндәй шымып ҡалды ла, үҙе лә белмәгән ниндәйҙер тылсымлы көскә буйһоноп, Эльзаның зәңгәр күҙҙәренә тағы ла бер тултырып ҡараны. Юҡ, ҡараманы, күҙҙәр үҙҙәре осрашты. Ошо осрашыуҙан бына-бына осҡондар сәсрәр ҙә бар донъя йәйғор төҫөнә мансылыр. Етәкләшкән килеш улар, икеһе тыуҙырған илаһи матурлыҡҡа һоҡланып, ҡояшҡа табан юл алырҙар.
– Аҙашыуҙан ҡурҡмайһыңмы, һөйөклөм? – тип һорар Айнур.
– Һинең менән мин Ҡаф тауҙары артына китергә лә риза! – тип яуап бирер Эльза.
– Ҡаф тауҙары артына ярамай, унда һуғыш бара!
– Ә беҙ үҙебеҙҙең мөхәббәт менән шул һуғышты туҡтатайыҡ, һөйөклөм!
Уларҙың күкрәк ярып сыҡҡан һүҙҙәре шаңдау булып яңғырай, алыҫ-алыҫҡа тарала. Шул шаңдауҙан тертләп хатта Уҡсаптырған ҡаяһынан бөркөт күккә атыла...
Урам уртаһында уларҙың ошо ҡиәфәттә тағы ла күпме баҫып тороуҙарын бер кем дә әйтә алмаҫ. Ярай әле ике өй аша ғына ихатанан иҫерек Ғатауҙың ҡатынына аҡырыуы ишетелде. Тегенеһе иһә унан да нығыраҡ сәрелдәне:
– Һейлегемде эс, ер йотҡоро!
Ир менән ҡатындың урам тултырып бер-береһенә «өҙөлөп һайрауҙары» һиҫкәндерҙе уларҙы. Беренсе булып Эльза һүҙ башланы:
– Магазинға барғайным, ябыҡ, Мөхлис ағай Ҡыуандыҡҡа киткән.
– Ял итеп буламы? – Айнур ҙа үҙен ҡулға алып өлгөргәйне.
– Картуф ҡортон сүпләү ялға һаналһа, шәп тиеүҙән башҡа һүҙем юҡ.
– Үҙең үҫтергән тәмле була, тиҙәр.
– Бәлки...
Ярым етди, ярым шаян башланған ихлас һөйләшеүҙең ошондай юҡ-барға күсеүенә асыуы килде Эльзаның. Шуға ла ул тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Әммә өс-дүрт аҙым да атламаны, туҡтап, Айнурға яңынан һүҙ ҡушты:
– Үҙең үҫтергән тәмле була, тиһең дә бит. Ә мин картуфты бөтөнләй ашамайым. Таҙарыуҙан ҡурҡам.
«Һомғол буй-һынына ҡарағанда, был ҡыҙыҡай алдашмайҙыр, – тип уйланы Айнур. – Хәйер, алдашһа ни... Матурлығын инҡар итеп булмай. Кемдән ишетте һуң әле? Һатыусы Мөхлис әйтте шикелле. Эйе, ул әйтте: «Сабиттан да шундай сибәр ҡыҙ тыуыр икән?!»
Эйе, бөгөн егет Эльзаның нурлы ҡарашынан ҡанатланған ине тау башына күтәрелгәндә. Ә бында уны күңелһеҙ хәбәр ҡаршыланы.
– Ҡараҡтар ваҡытты һайлай белгән.
Ошолай һөйләнеп, Ғилман күләгәгә йәшергән банкыһын килтереп сығарҙы ла яйлап ҡына айран уртланы.
– Эшкә тотонмағанбыҙ, оҫта, тамағың кибеп тә өлгөрҙө, – тип шаяртты уны үҙенсә Сабит. – Кисә әллә һалғанһың инде?
– Балыҡ ашағайным.
– Балыҡҡа ни һыра шәп!
Ғилман баш сайҡап торҙо ла, банкыны кире урынына ҡуйып, туҡталҡа ҡоролмаһын тағы ла бер урап сыҡты, ситкәрәк китеп, сүгәләп, уның торошон ҡат-ҡат күҙҙән үткәрҙе. Еренә еткереп эшләргә ғәҙәтләнгән шул. Ашыҡмай. Әммә һәлкәүлеккә лә юл ҡуймай. Кәрәк саҡта ҡаты ҡуллы ла була белә. Әле ул үҙе башҡарған эштән ҡәнәғәт ҡалып, шундайыраҡ һығымта яһаны:
– Тигеҙ күренә, таҡталарҙы ҡаҙаҡларға ярай. Эште бөгөн бөтөрөп, иртәгә тирә-яғын йыйыштырып алырбыҙ, сәғәт ун бергә килербеҙ.
– Унан һуң ата-бабаларҙан ҡалған йола ла бар.
Хәйләкәр йылмайған Сабиттың ниәтен Ғилман шунда уҡ төшөндө. Төшөнһә лә ҡапыл ғына яуап ҡайтарманы. Ҡул бысҡыһының үткерлеген самалай ине ул. Шуға әүрәп, минең һорауымды ишетмәнеме әллә, тип уйланы Сабит. Әммә ҡабатлап өндәшергә баҙнат итмәне – уның эскелекте өнәп еткермәүен яҡшы белә.
– Айран менән йыуырбыҙ. – Сабитты баянан бирле икеләндергән һорауға балта оҫтаһының яуабы ҡыҫҡа булды.
– Ирлек ғорурлығы ла бар бит әле.
– Әгәр ҙә ғорурлыҡ араҡы менән баһаланһа, бөгөн башҡорттар беренсе урынға сығасаҡ.
Сабиттың ауыҙы ябылды. Ләкин уларҙың һөйләшеүен Айнур ишетмәне – өҫ кейемен алмаштырыу өсөн ситкәрәк тайпылғайны. Өйҙән үк кейенеп килә ала бит. Юҡ шул, урамдан ҡупшы үтеүҙе хуп күрәлер. Әллә егеттең үҙенсә егетлеген итеүеме? Аңламаҫһың, һәр хәлдә уның был ҡыланышына Сабит ағаһы башта уҡ ныҡ сәйерһенде.
Әле ул, һүҙ ағышына икенсе йүнәлеш бирергә теләпме, Айнур эргәһенә килде. Егет иһә таҡталар араһынан һайғау тартып сығарырға аҙаплана. Әммә Сабит уға ярҙамлашырға ашыҡманы, «ни хәжәтемә шулай көсәнәһең инде» тигән ҡиәфәттә битараф баҫып торҙо.
– Түбәгә бит буй етмәй, шуға эскәмйә кеүек берәй нәмә әтмәләргә кәрәк. Тау башына нисек баҫҡыс һөйрәп йөрөйһөң.
– Ә теге беләме? – Сабит балта оҫтаһы торған яҡҡа ымланы.
– Кисә үҙе ҡушты.
– Ҡушҡас, эшләйһең инде. – Ситтән килгән кеше кеүегерәк өндәште был юлы Сабит. Ә бер аҙ торғас, ул, иң ҡәҙерле нәмәһен иҫенә төшөргәндәй, кинәт кенә тоҡанып китте: – Әйткәндәй, һиңә һорауым бар. Кисә телевизорҙан чечендарҙың зыяратын күрһәттеләр. Шунда һинең ҡулыңдағы бынау һайғау һымаҡ оҙон ҡолғаларға иғтибар иттем, үҙҙәре һөңгө кеүек осло. Нимәне аңлата һуң улар?
Бындай һорау бирелмәһә, Айнур үҙе лә таҡталар араһынан көс-хәл менән тартып сығарған һайғауға әһәмиәт бирмәҫ ине. Иғтибарҙан ситтә ҡалған ваҡ-төйәк аҙмы ни был фани донъяла?
– Ябай ғына ҡолға түгел улар, – тип башланы егет һүҙен, Сабит эргәһенә яҡыныраҡ килеп. – Һәр береһе Ғаззауат ҡабул итеп һәләк булған егеттәрҙе кәүҙәләндерә. Бер үк ваҡытта һөңгө кеүек осло ҡолғалар мәрхүмдең йәнен Аллаһы Тәғәләгә яҡынайтыуҙы ла аңлата.
– Ә Ғаззауаты нимә?
– Ғаззауат ҡабул итеүселәр иһә үҙҙәре тере саҡта уҡ йәндәрен Аллаға тапшыра, икенсе төрлө әйткәндә, аңлы рәүештә үлемгә әҙерләнәләр.
– Ҡот осҡос! – тип Сабит хатта көрһөнөп ҡуйҙы.
– Ундайҙар һәләк булһа, мәйетен йыумайҙар, тәнендә булған бысраҡты ла таҙартмайынса ерләйҙәр. Сөнки улар Алла алдында саф һәм пак булып иҫәпләнә.
– Үлем хаҡында ҡайһылай тыныс һөйләшеп торабыҙ. – Был юлы Сабиттың тауышы ҡарлығып сыҡты.
– Хәҡиҡәткә күҙ йомоп йәшәргә ярамай. Халыҡ үҙе тыуҙырған ҡанун был. Шулай булғас, бәхәс урынһыҙ. Ә һуғышҡа килгәндә, ике яҡтың да күҙҙәрен ҡан баҫҡан инде – иң ҡурҡыныслыһы ана шул. Тау халыҡтарының йолаһы буйынса, дошманлашҡандар араһына ҡатын-ҡыҙ аҡ ҡулъяулыҡ ырғытырға тейеш. Ҡорал менән яуланғандың ғүмере ҡыҫҡа. Быға тарихтан бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин.
– Бында беҙҙең генә баш етмәй.
«Шулаймы?» тигән һорауына яуап эҙләп, Сабит балта оҫтаһына боролдо. Уныһы әүәлгесә ҡеүәтләргә ашыҡманы. Шуға ла ул иғтибарын оло юлдан юғары тиҙлектә емергән йөк машинаһына күсереп, сабыр ғына көттө.
Ғилман урынына Айнур яуап бирҙе:
– Беҙҙең рота командиры Алексин, илде башы булған башһыҙҙар баҫа, тип ҡабатларға ярата торғайны. – Уның исемен телгә алыу менән егет үҙ алдына: «Ниңәлер һуңғы ваҡытта төшкә кермәй башланы», – тип уйларға ла өлгөрҙө. – һәр кем үҙ бейеклегенән фекер йөрөтә.
Сабиттың йөҙө асылды. Эльзаһы ла кисә телевизор ҡарағандан һуң: «Айнурҙан һораш, ул бит Чечняла хеҙмәт иткән», – тип кәңәш биргәйне. Дөрөҫ самалаған. Шуға ла ул ҡыҙының да ҡыҙыҡһыныуын өҫтәп, Айнурға әлеге һөйләшеүҙән күңеле булыуын әйтте.
Эльза исемен ишетеү Айнурҙы елкендерҙе, әлбиттә. Әммә был кисереш оҙаҡҡа барманы – эргәләренән үткән йөк машинаһының туҙанынан ул ҡапыл сөскөрөп ебәрҙе.
Ҡайһы берҙә һөйләшеү барышында тел осона килгән теге йәки был исемгә иғтибар итмәйһең дә, бер аҙ ваҡыт үткәс, уны яңынан иҫкә алаһың. Айнур менән дә әле шулайыраҡ булды. Эш дауамында ул үҙенең рота командиры Алексинды ҡабат хәтеренә төшөрөп, күңелендә яралған сетерекле һорауҙарҙы бер-бер артлы барланы: «Иҫән-аманмы икән?» – «Бәлки, яңы хеҙмәт урынына күскәндер?» – «Әллә тамуҡ эсендә һаман да аңҡы-тиңке булып йөрөймө?» – «Әллә...» Әйтеп бөтөрмәгән һуңғы һорауынан ул ҡорт саҡҡандай тертләгәнгә, ҡулынан хатта таҡтаһы төшөп китте. Ярай әле аяғына тура килмәне.
– Нишләүең?– Ғилман ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Айнур өндәшмәне. Шулай ҙа ул: «Юҡ, юҡ, бының булыуы мөмкин түгел», – тигән уйҙар аша был ҡотһоҙ һорауынан тиҙерәк арынырға теләне шикелле, ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуына һылтанып, өҫтөнән футболкаһын һалып ырғытты.
– Анау ҡатынға күренеп һәм күрһәтеп ҡалайым тип сисенәһеңме? – Юлдан күҙен алмаған Сабит кеткелдәп көлдө.
– Кемгә?
– Анау ҡатынға, – тип ҡабатлаған ыңғайға ул Сурай ауылы юлына табан эйәк ҡаҡты.
Айнур башын күтәреп ҡараны ла шаҡ ҡатты. Мәңге онотолмаҫ бындай сихри тамашаның шаһиты бер булғайны бит инде. Оло юлды ситләп был да – ап-аҡ күлдәкле фәрештәме ни! – уларға ҡаршы йүгерә кеүек. Юҡ, йүгермәй, оса! Ә ҡулында – сәскәләр. Хәҙер килеп етер ҙә: «Мин һине ҡайһылай оҙаҡ көттөм!» – тип, егеткә мөхәббәтле ҡараш бүләк итер...
– Яңы килгән уҡытыусы бит! – Ғилмандың ошолай һүҙ ҡушыуы Айнурҙы элекке хәленә ҡайтарҙы.
Ап-аҡ күлдәктән тыш, башына ла – аҡ эшләпә, аяғына ла аҡ туфли кейгән ханым иһә улар эргәһенән үткәндә күҙҙең яуын алған сәскәләре менән былай ҙа килешле буй-һынын, мөләйем йөҙөн тағы ла нурландырып:
– Исәнмесез! Алла ярдәм бирсен! – тип өндәште.
Яуап урынына Сабит кинәйәле йылмайҙы ла уң ҡулы менән башындағы фуражкаһын күтәрә биреберәк ҡуйҙы – матур ҡатындың матурлығын баһалауы шул булды, ахырыһы.
Яңынан иләҫләнеү өсөн егет йөрәгенә күп кәрәкме ни?! Ул теге ваҡытта Чечня ауылына «таҙартыу» операцияһына барыуға бәйле иҫтәлектәрҙе күңелендә ҡабат яңыртты. Иң элек һөйөүгә ҡағылышлы бер генә һүҙ әйтһәң дә, шунда уҡ йәштәре атылып сығыр Розаны күҙ алдына баҫтырҙы. Ҡайғы-хәсрәткә тарыған Мария-Манжәнең һағышлы йөҙөн дә ситләп уҙманы – маңлай йыйырсыҡтары тәрәнәйеп, беленер-беленмәҫ ҡалтыранған ирендәре уға бына-бына ләғнәт яуҙыра башлар һымаҡ...
Ә бит хәрби разведканың: «Боевиктар хәл алырға, запас тупларға ҡайтырға тейеш», – тигән мәғлүмәттәренә ярашлы, Айнурға үҙ ротаһы менән был ауылда тағы ла булырға тура килде. Юлда улар ялға туҡтаны. Туҡтамайынса ла булмай шул: аяуһыҙ эҫелектән йонсоған тәндәргә ял кәрәк. Тәбиғәт иһә Башҡортостандағынан һис тә айырылмай һымаҡ. Шул уҡ урманлы тауҙар, шул уҡ сылтырап аҡҡан көмөш һыулы шишмәләр. Ә көнө шул тиклем тын, һауа саф. Әйтерһең, бында бер ниндәй ҙә һуғыш юҡ. Тик эргәлә генә тырым-тырағай аунап ятҡан танкылар уны иҫкә төшөрә. Алыҫта, Грозный өҫтөндә ҡуйы ҡара төтөн, ҡурҡыныс булып ҡабарып, бәшмәк кеүек аҫылынып тора.
Тәбиғәт хозурлығына һоҡланған Айнурҙа әле бер генә уй: Роза элеккесә сәскәләр тотоп ҡаршы алырмы? Күңеле менән быны бик теләй ҙә бит, тик шик-шөбһә тыуҙырған башҡа сәбәп тә бар. Әгәр ҙә, ауылда боевиктар булып, атыш китһә? Ул саҡта бит ҡыҙҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янаясаҡ.
– Исемен оноттом да инде... Ну, теге иҫәр ҡыҙҙы әйтәм, беҙҙе ҡаршыларға йүгереп сыҡмаҫмы икән? – тип өндәште Сергей ҙа.
– Һиңә барыбер түгелме? – Айнур өсөн Бәхетйән яуап ҡайтарҙы.
– Ҡыҙыҡ бит.
– Бәлки, ҡыҙғаныстыр...
Шуның менән һөйләшеү бөттө. Ауылға етәрәк колоннаға хәрби разведка мәғлүмәтенең дөрөҫкә сыҡмауын хәбәр иттеләр. Иң ныҡ һөйөнгәне Айнур булғандыр. Хәҙер ул милли биҙәктәр менән ҡайылған матур күлдәкле ҡыҙҙың, сәскәләр тотоп, үҙен ҡаршы алыуына йәшерен генә өмөт һаҡланы. Теге саҡтағыса: «Ҡайһылай оҙаҡ көттөм мин һине, барыбер көтөп алдым», – тип өҙөлөп әйтерме икән? Егет ни тип яуап бирер? Әллә иптәштәрен алдан иҫкәртеп, уға бөтөнләй күренмәү хәйерле булырмы?
Әммә Айнур, ауыл осонда туҡтаған БТР-ҙан сыҡҡас, ҡот осҡос күренештән иҫен йыя алмай торҙо: һулдан иң беренсе йорт-ҡураның аҫты өҫкә килгән.
– Үҙҙәре иҫәндер, бәлки?
Бер кемгә лә төбәп бирелмәгән һорауы менән Бәхетйән Айнур күңелендә лә өмөт сатҡыһына урын ҡалдырырға тырышты, буғай. Ысынлап та, бәлки, иҫәндәрҙер? Ә нисек белергә, кемдән һорашырға? Теге ваҡытҡа ҡарағанда әле ауылда йорт-ҡуралар күп емерелгән. Хәйер, йорт-ҡуралар ғынамы ни?! Снаряд, бомбалар төшөп ярылыуҙан юлдар соҡорға әйләнгән. Һуғыш ҡаты булғанға оҡшай. Шул арҡала ҡасандыр ҡайнап торған тормош бөтөнләй һүнгән кеүек ҡара көйгән был ерҙә.
Приказға ярашлы колонна кире боролорға әҙерләнгән арала Айнур менән Бәхетйән бер-береһен һүҙһеҙ аңланылар. Ер менән тигеҙләнгән таныш йорт-ҡуранан арыраҡ кемдер күренә түгелме? Ҡара яулыҡ ябыныуына ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ шикелле. Ошо ҡатын-ҡыҙҙан ике-өс йорт аша йәшәгән күршеләренең хәлен барып белеү теләге уларҙы шул яҡҡа тартты ла инде. Хәйлә ҡороп торорға ваҡыт юҡ. Ашығырға кәрәк. Шулай эшләнеләр ҙә. Бер үк ваҡытта Сергейға: «Беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул!» – тип шыбырларға ла онотманылар.
Яртылаш емерек өйөнөң кирбестәрен йыйып йөрөгән оло йәштәрҙәге ҡатын һалдаттарҙы һөмһөрө ҡойолоп ҡаршыланы. Ҡара яулыҡ ситтәренән тырпайған аҡ сәстәрен үҙе, күрһәтергә теләмәгәндәй, бер туҡтауһыҙ эскә һыпыра.
– Нимә, һуғышыу-емереү етмәгән, хәҙер таларға килдегеҙме? Һуңланығыҙ. Йөк машинаһында йөрөп йыйҙылар инде. Ә иртәгә радио, телевидение аша бандиттарҙы ҡырҙыҡ, тип ялған хәбәр таратасаҡтар.
Руссалап әйтелгән бындай уҫал мөғәмәлә көтмәгәнгә, егеттәр саҡ ҡына юғалып ҡалды. Юғалмай ҙа мөмкин түгел шул: ҡарсыҡ күҙҙәрендәге нәфрәт осҡондары уларҙың йөҙөн бына-бына көйҙөрөп алыр ҙа мәңгелеккә хурлыҡлы тамға йәбештерер кеүек.
– Беҙ насар уй-ниәт менән түгел, – тип Айнур уны туҡтатып, тынысландырырға самалап ҡараны.
Ҡайҙа туҡтатыу! Ул оторо ҡыҙҙы, хатта төкөрөктәрен сәсә башланы.
– Был ни хәл, ә? Беҙ кисергәнде Хоҙайым дошманыңа күрһәтмәһен! Ана, кисә һеҙҙекеләр теге урамдан бәләкәй малайҙы атып, ишек алдарына ырғытып киткәндәр. Хәҙер әсәһе аҡылға бер төрлөрәк булып ҡалған. Баҡһаң, ул йортон талаусыларға ҡаршылыҡ күрһәткән икән.
Шул арала ярһыған ҡарсыҡ күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Ул яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә слива ағасы төбөндәге өҫтәл артына барып ултырҙы. Башын сайҡаған ыңғайға ҡулдарын – бер алдына, бер өҫтәлгә ҡуйҙы – уларҙың ҡалтырауын һиҙҙерергә теләмәне, күрәһең.
– Шулай ҙа күңелемдән генә халҡыбыҙҙы яҡлар егеттәребеҙ булыуына ҡыуанам. Юғиһә бөтөн донъя алдында, «бандиттарҙы ғына ҡырабыҙ» тип, тыныс халыҡты үлтереп бөтөп баралар. Бер быуат эсендә генә беҙҙең халыҡ икенсе тапҡыр ҡот осҡос фажиғә кисерә.
Тыныслана төшкәс, ҡарсыҡтың ҡара күҙҙәре яңынан янып, осҡонланып китте. Айнур менән Бәхетйән дә бер-береһенә күҙ һирпеп, һөйләшеүҙең ошондай тоҡос йүнәлеш алыуына мыштым үкенделәр. Әле ишеткәндәр уларға әкиәттәге алтын йоҙаҡ менән бикләнгән серле ҡумта түгел. Вәхшиҙәрсә ҡыланыуҙың ни икәнен яҡшы беләләр. Алдан танкылар килә, арттан – араҡы, наркотиктарҙан иҫергән пехота... Иң алдан – йәп-йәш һалдаттар, арттан контракт буйынса кеше үлтерергә ялланғандар атлай, һуғыштан иҫәп ҡалғандары ҡасып ҡотола ла үсен тыныс халыҡтан – бала- сағанан, ҡарт-ҡоронан, ҡатын-ҡыҙҙан ала башлай...
– Беҙ ашығабыҙ, – Бәхетйән ҡарсыҡҡа йомшаҡ өндәшергә тырышты. – һулдан беренсе йорттоң хужалары хаҡында һорашмаҡсы инек. Йорт-ҡураларынан бер ни ҡалмаған. Үҙҙәре иҫәнме икән?
– Исраиловтар ғаиләһеме? Шундай ҡыйралыштан нисек иҫән ҡалһындар. Әсәһе лә, ҡыҙы ла һәләк булды. Шәриғәт ҡушҡанса, бөтөн шартын теүәл үтәп, икеһен дә ҡәҙерләп ерләнек.
– Ә аталары?
– Аталары иҫән. Ауылды бомбаға тотҡанда, ул өйҙә булмаған. Хәҙер ҡулына ҡорал алды.
Бәхетйән менән ҡарсыҡ һөйләшеүенә Айнур иғтибар итмәне. Уның был ерҙән тиҙерәк киткеһе килде. «Әйҙә!» тип хатта иптәшенә уҡтала биреп тә ҡуйғайны, тик уныһы абайламаны. Оҙағыраҡ торһа, тамағына төйөлгән төйөр күҙҙәренә йәш булып тулыр һымаҡ.
– Күреп торам: һеҙ – мосолмандар. Берегеҙ хатта чеченға оҡшаған, – тип ул Айнурға күтәрелеп ҡараны. Ошондай оҡшатыуҙанмы ҡарсыҡ, асыла төшөп, Бәхетйәнгә ҡырғыҙса өндәште. – Ниңә башҡа мосолман ҡәрҙәштәр ошо ҡырылышҡа битарафлыҡ күрһәтә?
Һөйләшеүҙең үҙенә яҡын телгә күсеүенә аптыраған егет, был сетерекле һорауға нисегерәк яуап бирергә тигәндәй, Айнурға ҡараны. Ә уныһы, моңһоу ҡарашын мөлдөрәтеп, китергә ишара яһаны. Ҡаҙаҡ егете тағы һүҙ ялғаны:
– Ҡырғыҙса иркен һөйләшәһегеҙ, ҡайҙа өйрәндегеҙ?
– Атайым менән әсәйем һөргөнгә Ҡырғыҙстанға ҡыуыла. Мин шунда тыуып үҫтем, Фрунзела эшләнем, тормошҡа ла шунда сыҡтым. Ә тыуған яҡтарыма ғаиләм менән илленсе йылдар аҙағында ғына әйләнеп ҡайттым...
Айнурҙың түҙемлеге бөттө, ахырыһы, Бәхетйәндең яурынына еңелсә генә ҡағылды ла, ауыл осона баш ҡағып, урынынан ҡуҙғалды. Байтаҡ ҡына тынып торғандан һуң ҡупҡан ығы-зығыға команда биргән тауыштар ҡушылды. Тимәк, колонна юлға сыға. Хушлашып, китергә ашыҡҡан Бәхетйәндең дә уйҙарын һиҙгәндәй, ҡарсыҡ уны ҡырыҫ һүҙҙәр менән оҙатып ҡалды:
– Бар, бар! Әммә шуны бел, башҡалар ҙа белһен: яуызлыҡҡа яуап бирер көн килер! Барыбер килер!
Ҡарғыш һымағыраҡ ҡабул иткән был һүҙҙәрҙе аҙаҡ егет яҡташы Айнурға ла һөйләне. Уның күңелендә иһә был хәбәр: «Ысынлап та, ниңә битарафлыҡ күрһәтәбеҙ?» – тигән әрнеүле һорауға әйләнде. Әле лә ул, хәтерләүҙәрҙән арынып, яуап эҙләгәндәй, тирә-яғына йәһәт кенә әйләнеп ҡараны.
Әйләнеп ҡарауы юҡҡа түгел икән: Сабит уға һүҙ ҡушҡан:
– Төш тә етте, буғай. Ни өсөндөр бөгөн ваҡыт бигерәк тиҙ үтте. Әллә сәғәтеңде ҡарап ебәрәһеңме?
Эскәмйә рәүешендәге күтәрмәгә баҫып, туҡталҡаның түбәһенә таҡта йәйеү менән булашҡан Ғилман да ишетте уның һүҙҙәрен.
– Сәбәбен әйтәйемме? – тип һораны ул, Айнурға күҙ ҡыҫып.
– Белгәс, әйт.
– Иртәнсәк эргәбеҙҙән үткән уҡытыусы ҡатындың матурлығы сәбәпсе быға.
– Үтһә ни?!
– Ана шуның матурлығынан шаңҡып, ваҡыттың үтеүен тойманыҡ беҙ.
Айнур иһә балта оҫтаһының «беҙ» тиеүенә ғәжәп итте. Гел генә етди кеше итеп күреүенәндер – башын мөхәббәттән юғалтыр йәштән күптән үткән ул. Улай тиһәң, телевизорҙан күрһәтелгән киноларҙа, сериалдарҙа, уҡыған китаптарҙа, ҡараған спектаклдәрҙә һөйөп-һөйөлөүселәр араһында йәш айырмаһы бер ҙә иҫәпкә алынмай. Барыһы ла тәбиғи ҡабул ителә. Хәйер, һис тә йыраҡҡа китәһе түгел. Ишетеүенсә, башын эскегә һалған Ғатауҙыңда ҡатыны үҙенән ун биш йәшкә кесе икән. Шулай булғас, Ғилман ағаһының матурлыҡ хаҡында бисмиллаға ғына ауыҙ асыуын оҡшатмай тороу төптө урынһыҙ.
– Ваҡытты әйтер инең? – тип ҡабатланы һорауын Сабит.
Был юлы Айнур оҙаҡ көттөрмәне. Тиҙ генә барып, тәңкләп һалынған кейемдәре араһынан алған сәғәтенә ҡараны ла: «Егерме минут икенсе», – тип ҡысҡырып яуап бирҙе.
– Ҡайтайыҡ булмаһа. – Ғилман да, күтәрмәнән һикереп төшөп, әйберҙәрен йыйған арала Сабит менән алмашлап айран эсте. Сабит иһә үҙенсә: «Башҡа сығып китте», – тип мәрәкәләп, иҫерек булып ҡыланып та алды.
– Йырың юҡ бит! – Айнур уны үртәргә теләне, ахырыһы.
– Ә ниңә йыр?
– Эскән кеше йырлай йә һуғыша.
– Ә мин таҡмаҡлайым:
Ай яҡтыһы бигерәк яҡты,
Сәлимә мунса яҡты.
Мунсала мине сапты ла,
Ҡайтҡас, ҡосаҡлап ятты.
– Мунса тигәндән, – тип ҡыҙыҡһынды Fилман, – һинеке һаман шулай яртылаш емерек торамы?
– Ҡул теймәй бит.
Сабит балта оҫтаһы менән һөйләшкәндә, кейемдәрен пакетҡа һалған Айнур ҡулындағы биҙәкле гәзитте күреп, уға һуңынан һорау бирмәйенсә түҙмәне:
– Таңсулпан атағанса, оятлы гәзитме?
Егеттең көлөп кенә ҡуйыуынан йәнләнеп киткәндәй булды Сабит. Тик бының сәбәбе башҡа. Ошо мәл ул, иртәнсәк эшкә китер алдынан ғына әрйә артына йәшереп киткән гәзитен иҫенә төшөрөп, ҡәнәғәтләнеү кисерҙе.
– Ҡайтырға булһа, һинең кәйефең күтәрелә лә китә, – тип төрттөрҙө уға Ғилман, Айнурға яҡынлап. Егет иһә уны төрттөргән кешегә ишеттерергә ярамаған һорау менән ҡаршыланы:
– Бөгөн дә ҡарауылға килергәме?
– Кәрәкмәҫ.
Ә Сабиттың уларҙан йәшерер сере юҡ. Эсендәге тышында. Әле лә ул үҙҙәре башҡарған эштән күңеле булып: «Будка», – тип һүҙ башланы ла, туҡтап, Айнурға көтөлмәгән һорау бирҙе:
– Әмир будканы беҙҙеңсә нисек атаны әле?
– Туҡталҡа.
– Туҡталҡаның маңлайына «Аҡсура» тип тә яҙып ҡуйһаҡ, һоҡланмаған кеше ҡалмаҫ.
– Алла бирһә, тип әйт. – Уға Ғилман әллә ысын, әллә юрый иҫкәртеү яһаны ла, тау түбәненә ыңғайлап, Айнурға ҡысҡырып йомош ҡушты: – Һалдат, төштән һуң силсәүиткә инеп, бүрәнәләрҙең урланыуы хаҡында хәбәр ит. Ҡул һелтәргә ярамаҫ. Ҡалғанын үҙҙәре ҡараһын.
– Дөрөҫ, оҫта, дөрөҫ! – тип ҡеүәтләне Сабит. – Һатып эскәндәр тип уйламаһындар...