Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Июль 2023, 05:10

Туҡталҡа Повесть (6) Риф ТОЙҒОНОВ

Теләге ҡабул булманы Эльзаның. Йәштәр таралыша башлағас, Таңсулпан Айнурҙы ҡултыҡлап алған ыңғайға: «Мин һине өйөңә тиклем оҙатып ҡуям», – тигән хәбәр һалмаһынмы! Шул арала кемдеңдер: «Ғәҙәттә егеттәр ҡыҙҙарҙы оҙата», – тип шаярыу ҡатыш иҫкәртеүе лә уны был уйынан һүрелтмәне.

Туҡталҡа Повесть (6)  Риф ТОЙҒОНОВТуҡталҡа Повесть (6)  Риф ТОЙҒОНОВ
Туҡталҡа Повесть (6) Риф ТОЙҒОНОВ

* * *

 

Июнь урталарынан алып көндәр ҡороға китте. Тау битләүендәге ҡайһы бер үҫентеләргә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һары төҫ керҙе. Көндәр былай торһа, әлеге төҫтәрҙең яйлап ялан-туғайҙарға ла күсеүе бар. Ул саҡта инде тәбиғәт менән ерҙән игелек көтөп йәшәгән ауыл кешеһенә ауырға тура киләсәк.

Һаҡмарға барып ҡушылған Ҡатыралы йылғаһына иһә һинең ямғырың бар ни ҙә юҡ ни – һөҙәк ярҙарын ҡаға-ҡаға аға ла аға. Ауылға етәрәк, ни өсөндөр ҡибла яҡтан урабыраҡ үтә – тауҙарға һыйынырға теләүе шулмы әллә? Муйыл, ерек, тирәк, ҡарама кеүек ағастар ышығында булыуы ла күрер күҙгә йәм генә түгел, мөғжизә лә өҫтәй.

Бер уйлаһаң, Ҡатыралының һыуы әллә урман ышығында тауҙарға һыйынып аҡҡанға ла бигерәк һалҡынмы икән? Әйтерһең дә, халыҡтың: «Эсһәң, тешкә тейә», – тигән һүҙҙәре иң тәү ошо ауылда ҡанатланған. Булыуы ла ихтимал. Әммә бынан бер кем дә зыян күрмәгән, оҙон-оҙаҡ йылдар ул был тарафтарҙа көн иткәндәрҙең һыуһынын ҡандырып, йәшәү сығанағына әйләнгән.

Бынан тыш, Ҡатыралыға ауылдан саҡ ҡына үрҙәрәк урында шарлауыҡлы Аҡташ шишмәһе лә ҡушыла бит әле. Исеме есеменә тап килгән – ярҙарында иһә аҡ таштар ялтырап ята. «Аҡташ тулы ташбаш!» – тип мәрәкәләүгә ҡарағанда, үҙенә күрә балығы ла бар уның – ауыл малайҙары башта ошонда ҡармаҡ ырғыта.

Ҡатыралыныҡы һымаҡ Аҡташтың да һыуы һалҡын. Шуға күрә бала-саға һыу инергә Һаҡмарға йөрөй, һыуы йылы булған өсөн генә түгел: йүгереп барып сумырға бейек яры ла, ҡолас ташлап йөҙөргә киңлеге лә, ҡыҙынып ятырға ҡомо ла бар уның.

Әле Ҡатыралыла һыу ингән Айнурға, киреһенсә, йылғаның һалҡын булыуы оҡшай. Арыу бөтөп, тәндәр еңеләйеп ҡала. Тау башында эшләй башлағандан бирле ул ҡайтышлай көнөнә ике тапҡыр ҡойоноп алырға ғәҙәтләнде: төш һәм кис. Бер юлы эш кейемдәрен дә алмаштыра. Әсәһе генә өнәп еткермәй уның был холҡон, һыуыҡ тейҙереп ҡуйма, йәнәһе. Ысынында иһә ул бит һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн шулай сыныға. Элегерәк нишләп әһәмиәт бирмәгәндер?

Һыуы тубығына ла етмәгән йылғала Айнур салҡан һуҙылып ятҡан да рәхәтлек кисерә. Ағым көслө булмағас, ағыҙып алып китмәй. Әммә һалҡынлығы уның барыбер үҙенекен итә: яйлап өшөтә. Ул саҡта инде саманы оноторға ярамай – тиҙерәк аяғүрә баҫып, ярға ашҡыныуың хәйерле.

Айнур һыуҙан өшөп сыҡҡанда, ҡояш байышын күҙаллап, Уҡсаптырған ҡаяһы тирәһенә йыйыла башлаған ҡара болоттарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Ошоға бәйле: «Әллә яумаҡсы инде?» – тигән һорауына ул балта оҫтаһы Ғилмандың бая әйткән һүҙҙәрен яуап рәүешендә иҫкә алды: «Бесәнгә төшкәнсе ямғыр яуһа, үләндәр йомшарып, тағы ла буй еткерәсәк. Сабыуы ла еңел буласаҡ».

Егеттең, сирҡаныс алып, тағы ла бер сумып сығырға иҫәбе бар ине. Бесәнгә төшкәс, былай иркенләп һыу инеп йөрөргә ваҡыт ҡалмаҫ. Шуға ла ҡайтырға ашыҡманы. Көтөүҙән мал-тыуарҙы ҡаршыларға ла иртә әле.

– Ку-ку!

Йылғаны ситләп үҫкән урман араһынан ишетелгән наҙлы тауышты егет шунда уҡ таныны. Әммә танымаған булып, ҡурҡҡан ҡиәфәттә йылғаға ташланды.

– Ҡурҡма, Айнур, был бит мин! – тип йәшеренгән еренән Таңсулпан үҙе лә йүгереп килеп сыҡты. – Барыбер эҙләп таптым!

– Йөрөйһөң шунда кеше ҡурҡытып! – Ул хатта уң яҡтан йөрәген ыуған булды.

– Йөрәк бит һул яҡта! – тип көлдө ҡыҙыҡай.

– Әй, шулай бит әле. – Айнурҙың был ҡыланышы үҙенә лә көлкө тойолдо. Уңайһыҙ хәлдән сығыу өсөн ул тиҙерәк һорау бирҙе:

– «Ку-ку» тигәнең нимәне аңлата?

– Кисә телевизорҙан кино ҡараным, шунда ҡыҙыҡай ғашиҡ булған егетенә «ку-ку» тип өндәште.

Шуның менән һүҙ ҙә бөттө кеүек, хәҙер ҡайтырға ла ярай. Ләкин Айнур күңелен тырнаған бер уй өҫкә ҡалҡын сыҡты: «Икәүҙән-икәү йылға буйынан ҡайтып килгәнде күрһәләр? Былай ҙа яманға юрайҙар. Ниндәйҙер сәбәп табып, уны алдан ҡайтарып ебәрергә кәрәк».

Ә Таңсулпан тик тора беләме һуң? Был юлы уның ҡапыл «Ой!» тип ҡысҡырып ебәреүе егетте ысынлап та тертләтте.

– Аяғыңдағы яра ҡайһылай ҙур булған? Һыҙламаймы?

Айнур иһә «юҡ» тигәнде аңлатып, һыуға ике-өс сумғандан һуң ярға сыҡты, пакеттан таҫтамал алып, тәнен һөрттө. Шул арала хәйлә лә тапты.

– Әйҙә, Таңсулпан, икәү-ара ғына ярыш ойошторайыҡ, – тип мөләйем өндәште ул ҡыҙға. – Өйөнә кем алдан ҡайтып етә? Шәп атларға рөхсәт, тик йүгерергә ярамай.

– Һеҙҙекенә ҡарағанда, беҙҙең өй яҡыныраҡ. – Ғәҙеллек һаҡлап әйтелгән һүҙҙәргә Айнур иғтибар бирмәне. – Кем беренсе булып ҡайтҡанды ҡайҙан беләбеҙ?

– Өйгә бит кәртә артындағы һуҡмаҡтан ҡайтабыҙ. Ҡайтҡас та урамға сығабыҙ.

– Аңлашылды. Еңеүсегә ниндәй бүләк?

– Бер ус кәнфит.

Егет кейенә башлағанда, Таңсулпандан елдәр иҫкәйне инде. Әле ул еңел ҡотолоуына һөйөнһә лә, йәлләүҙән тыуған элекке кисерешенән барыбер арына алманы. Әгәр ҙә ҡыҙыҡай кире уйлап: «Ярышмайыҡ, Айнур, бергә генә ҡайтайыҡ», – тиһә ул күҙ ҙә йоммай риза булыр ине. Ниңә шулай? Ауылда күпме егет-елән бар, әммә береһе лә уның һымаҡ сирле ҡыҙыҡайҙың ыңғайына торор, күңелен үҫтерер, серҙәрен уртаҡлашыр дуҫына әйләнмәгән. Ғәрләнгәндәрме? Әллә ғәйбәттән ҡурҡҡандармы? Һәр хәлдә ҡыҙыҡайҙың уларҙы ҡурҡаҡ, тип атауында хәҡиҡәт бар. Улай икән, Айнур батыр булып сығамы? Шулай ҙа егеттең үҙенә тынғылыҡ бирмәгән, йыш иҫенә төшөргән бер һорауы бар: «Әгәр ҙә ул Чечняла Роза исемле ҡыҙ менән осрашмаһа, уның мөхәббәтле ҡарашын күрмәһә, Таңсулпандың илгәҙәклеге генә егетте бөгөнгө хәлгә ҡуйыр инеме?» Юҡ, йөҙ тапҡыр юҡ!

Улар бер-береһен тулыландыра ғына, ә алмаштыра алмай – тыуҙырған йөрәк яраһын икенсеһе нисек дауалаһын инде?!

Ҡатыралынан һуң да уйҙар даръяһында йөҙгән Айнур үҙен әле кем күҙәтеп тороуын белмәне, әлбиттә. Ашыҡмай ғына атланы. Усы менән берсә уң, берсә һул ҡолағын ҡаплап, башын һелккән ыңғайға һикергеләп алғыланы. Хәйер, уның был ҡыланышына, ғүмерҙә күрмәгәндәй, ниңә аптырарға? Ҡолағына һыу кергәндә үҙе лә шундайыраҡ хәрәкәттәр яһай түгелме?

Күҙәтеүсе иһә бәҙрәфкә тип кәртә артына сыҡҡан Эльза ине. Тәүҙә ул табаны ергә теймәй атлаған Таңсулпанды шәйләп: «Һыу инергә барғандыр», тип уйланы. Ләкин «уйланы» тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, күберәк һоҡланды ул. Эйе, Аллаһы Тәғәлә унан матурлыҡты йәлләмәгән. Буй-һынын тура тотоп, саҡ ҡына кәйелеп атлауы үҙе ни тора! Бына кемдән өйрәнергә кәрәк Ырымбур урамдарында йөрөргә?! Артабан да егет-еләндең күҙҙәрен ҡыҙҙырыуға бәйле уйҙарынан ләззәт алғанда, ул ҡыҙҙың артына йыш әйләнеп ҡарауына иғтибар итте. Бәлки, береһе ҡыуып килмәйме, тип һағаялыр. Йылы ҡосаҡ өмөт итеп, ҡылын сиртеп ҡарарға теләүселәр юҡ тиһеңме әллә? Эльза үҙенең тәжрибәһенән дә сығып, «балға йыйылған һағыҙаҡтар» хаҡында күпте һөйләй ала.

Таңсулпандың артына йыш әйләнеп ҡарарға сәбәбе булған икән. Сәбәптең дә ниндәйе: Айнур! Улар икәүләп һыу ингәндәрҙер, ҡомда ҡыҙынғандарҙыр, унан талдар араһына инеп... Әллә ҡыҙыҡай мәсхәрәләнеүҙән шулай ҡасып тигәндәй ҡайтып барамы? Халыҡ ҡуйыртҡан имеш-мимештәргә ышанмаҫҡа ла мөмкин. Ләкин үҙ күҙҙәрең менән күргәнде нисек инҡар итәһең? Ике-өс көн элек әсәһе лә атаһына: «Һоро күҙкәйем, Ғилманға әйтеп, Айнурҙың ҡойроғон борғослап алһағыҙсы. Таңсулпан менән типтереүенә сик ҡуйһын», – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Атаһы ҡыҫҡа яуап бирҙе: «Хәҙер бит демократия, кешелә кешенең эше юҡ».

Әсәһен иҫкә алыу хәйерлегә булманы, ана, ҡыҙын эҙләп, һөрән дә һалды. Картуф баҡсаһына ҡорт сүпләргә саҡыралыр. Ялыҡты был эштән Эльза. Әллә Ҡатыралыла һыу инеп килергәме? Башҡа саҡтарҙа ул бындай теләге тыуғанда, Һаҡмарға өҫтөнлөк бирә торғайны.

– Ярай, ҡыҙым, бөгөнгә ял итәйек, – тип ҡаршыланы уны әсәһе. – Был арала һиңә лә көс төштө. Хоҙай насип иткәне етер.

Көтөлмәгән хәбәрҙән кәйефе күтәрелгән Эльза ла үтеп барышлай әсәһен арҡаһынан һөйҙө.

– Ауыҙыңа балда май, тиҙәрме?

– Майы – миңә, балы – һиңә, – тип шаяртты әсә, ҡыҙының ҡыланышынан күңеле булып. – Һимереүҙән ҡурҡып, май ашамағанға шулай әйтәм.

Өйгә кереп барған Эльзаны әсәһенең яңынан башлаған һүҙҙәре туҡтарға мәжбүр итте.

– Тауҙан төшөүҙәренә лә ни заман, атайың һаман ҡайтмай, ҡайҙа йөрөй икән?

Ҡыҙы ла әсәһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләне:

– Айнурҙыңда ҡайтҡанын күрҙем.

– Әллә йыуып йөрөйҙәрме икән?

Ире хаҡында бер ҡасан да насар һүҙ әйттермәгән ҡатындың ауыҙынан бындай һүҙҙәр ишетеү күптәрҙе ғәжәпләндерер ине. Ярай әле өйгә инеп киткән ҡыҙынан башҡа берәү ҙә ишетмәне. Артығыраҡ ысҡындырыуын аңлағанға, ул, йомшартырға теләп, былай тип өҫтәне:

– Хәйер, эште бөтөргәс, йыуыуҙары ла ихтимал.

Күплектә һөйләүендә лә уның ирен ҡурсалауы һиҙелә.

Йәнәһе, ул бер үҙе генә түгел. Бындай ваҡытта ни өсөндөр Ғилмандың эскегә тотанаҡлығы иҫәпкә алынмай.

Соландан Эльзаның тауышы ишетелде:

– Әсәй, ишек башына гәзит ҡыҫтырғайным, күрмәнеңме?

– Юҡ.

– Иҙән ярығына төшөп юғалыр энә түгел дә.

– Белмәйем, ҡыҙым, белмәйем...

Эльзаның әле ниндәй гәзит тураһында һорашыуын белмәгән кеүек, иренең дә ошо сәғәттә ҡайҙа йөрөүен фараз итә алмай ул. «Ваҡыты еткәс, ҡайтыр», – тип үҙен йыуатып өйрәнгән инде. Шуға ла сабырһыҙлыҡ күрһәтмәй. Әммә, ихатала башҡарған эш араһында, барыбер һуңғы көндәрҙә күнегелгән ғәҙәте буйынса тау башындағы туҡталҡаға ла күҙ ташларға онотмай.

Ә ҡатынын көттөргән Сабиттың эштәре көйлө. Өҫтәлдәге ризыҡҡа ҡарағанда, көйлө генә түгел, һыйлы ла. Араҡы эскәндән һуң ит кенә һоғоноп ҡуя.

Туҡталҡа төҙөүҙе тамамлап, ҡайтырға йыйынғанда ул, бындай табында ултырырмын тип, башына ла килтермәгәйне. Һис юғында йөҙ грамм самаһы эсеү теләге менән төрлө хәйләләр ҡороп ҡараны, ниәте барып сыҡманы: Ғилман уға айран тәҡдим итте, ә Айнур һыу инергә ҡабаланды.

Күңелһеҙ генә таралышҡандан һуң да Сабит өйөнә ҡайтырға ашыҡманы. «Магазин тирәһендә береһен «һауып» булмаҫмы?» – тигән хыял менән шул тарафҡа атлаһа ла, шешәләш дуҫтарынан бер кемде лә осратманы, өҫтәүенә магазины ла бикләнгән икән. Нишләргә белмәй торғанда, янынан үтеп барышлай баш һелкеп һаулыҡ һорашҡан ике егеткә һүҙ ҡушты:

– Әллә Мөхлис берәй яҡҡа киткәнме?

– Күңел аса. Саҡырып килтерәйекме?

– Кәрәкмәй. Кемдәрҙә күңел аса?

– Ғатауҙа... Ғатаулла бабайҙарҙа. Үҙегеҙ ни хәлдә?

– Түҙерлек.

– Һау булығыҙ.

Эсенә йылы инде Сабиттың. Егеттәрҙең дә ауыҙ йырмай ғына итәғәтле һөйләшеүе күңелен күтәреп ебәрҙе. Кәмһетергә теләп, төрлөсә ҡыланғандарын күргәне бар уның. Әгәр ҙә ул элек бөгөнгөләй: «Әллә Мөхлис берәй яҡҡа киткәнме?» – тип һораһа, күҙ-баштарын уйнатып: «Бисәңдән ҡайтып белеш», – тигәнерәк яуап бирергә лә тартынмаҫтар ине. Эсеүенә ҡағылышлы түбәнһетеүҙәрҙе лә ишетергә тура килде уға. Бер мәл хатта: «Баш ауыртамы, Сабит ағай? Ә минекенең башы ауырта», – тип тә үртәнеләр үҙен.

Ләкин ҡыҙы Эльза каникулға ҡайтҡандан бирле ауыл егеттәренең Сабитҡа мөнәсәбәте бөтөнләй үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Кемеһен генә алма, һәр береһе итәғәтле һөйләшә, һаулығы менән ҡыҙыҡһына, хәлен һораша. «Сәбәбе ниҙә?» – тигән һорауға яуапты Сабит әллә ҡасан табып, киптереп элгән инде. Башҡаларға өндәшмәһә лә, яңыраҡ сәй эсеп ултырғанда ул ҡатынына: «Сибәр ҡыҙҙың атаһы булыу дан икән», – тип эре генә сирттергәйне.

Сабиттың уйҙары ошо урында ҡырт өҙөлдө. Сауҙагәр Шәриф ағаһы йорто тапҡырынан үтеп бара икән. Тәҙрә аша күреп: «Вәғәҙә иткән таҡталарыңды ҡасан килтерәһең?» тип туйтаңлап сыҡһа? Осрашмаҫ өсөн ер тишегенә инеп китерһең. Үҙе лә һиҙмәҫтән ул, аҙымдарын ҡыҙыулатып, ҡарашын Уҡсаптырған ҡаяһына төбәне. Ә унда – күк менән ер тоташҡан бейеклектә – элеккесә аҡһыл болоттар ҡайнап ташҡан һөттәй ҡабарған.

– Сабит, кил әле!

Берсә яҡындан, берсә алыҫтан ишетелде уға был тауыш. Ҡото алыныуҙан шулайыраҡ килеп сыҡты шикелле. Әллә, күреп ҡалып, Шәриф ағаһы саҡырамы? Ҡәһәр генә төшһөн! Улай тиһәң, Шәриф ағаһы уға һәр ваҡыт Сабитулла тип өндәшә. Ә был ҡыҫҡа исем менән мөрәжәғәт итә!

Тегеләй-былай ҡараған арала һөмһөҙ саҡырыу тағы ла ҡабатланды. Был юлы ҡысҡырыусының тамаҡ төбөн йәлләмәүе Сабит файҙаһына булды: тауышты ул тиҙ таныны. Ғатау йортоноң тупһаһында ҡуҡырайып баҫҡан Мөхлис саҡыра икән.

Сабитты иһә уның «кер әле» тип түгел, ә «кил әле» тип саҡырыуы һағайтты. Йомош ҡына ҡушмаҡсымы әллә? Ә бит ул иҫәпте ҙурҙан ҡороп өлгөрҙө: «Йөҙ грамдарын эсмәйенсә китеү юҡ!»

Ихатаның ауырға торған ҡапҡаһын асып ингән Сабитҡа Мөхлис эскә үтергә ишара яһаны. «Үҙ өйөндәге кеүек ҡылана», тип уйланы ул, тегенең әйҙүкләүенә яһалма битарафлыҡ күрһәтеп. Ә инде соланда, аяҡ кейемен һалырға маташҡанда, ризыҡ тәменән – бешкән ит еҫенән тамшаныуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. «Дөрөҫ эшләйһең», тип хупланы уны Мөхлис. Әммә ни өсөн хуплауын аңламаны Сабит: аяҡ кейемен һалғанғамы әллә ас ҡорһағына тамаҡ көҫәгәнгәме?

– Ҡунаҡты ҡаршыла!

Мөхлис ҡысҡырыуына асыҡ ишектә йөҙө шешенгән Ғатау күренде:

– Әйҙүк, әйҙүк! Маҡтап килгәнһең, маҡтап!

– Ғатаулла ағайға ҡайнар сәләм!

Өйгә ингәндә Сабит соланда ҡалай табаҡта ике мөгөҙө араһында аҡ тап йөрөткән кәзә башының ятыуына иғтибар итеп: «Бәй, тауҙа беҙҙең янда уралған мәлғүндең хужаһы бына кем булған икән», – тип ғәжәпләнә биреп ҡуйҙы.

Икәүҙән-икәү генә йәшәгән ғаилә өсөн өй бәләкәй түгел. Кергәс тә һул яҡта –мейес, ул йоҡа таҡталар менән уратып алынғанға, кухня һымағыраҡ бүлмә барлыҡҡа килгән. Стенка менән түр яҡты ла икегә бүлеп, йоҡо бүлмәһе яһағандар. Ә уңда – үҙенә күрә зал тип аталған яҡта – өҫтәл. Сабит иһә, фуражкаһын дөңгөрләп эшләп ултырған хан заманындағы һыуытҡыс өҫтөнә ырғытып, ана шул өҫтәл артында урын алды...

Эйе, бөгөн ул, бындай һыйлы табында ултырырмын, тип башына ла килтермәгәйне.

Ышандырыу өсөн ҙур хәйлә эҙләгән Сабит үҙе Мөхлис тоҙағына килеп эләкте. Кеше иҫәбенә эсергә ярата ул. Оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған. Бер ваҡытта ла отолмай. Уның өсөн иң мөһиме – ҡотортоп башлап ебәреү. Ә ҡалғаны күптән ҡанунға әйләнгән тәртип буйынса дауам итә.

Бөгөнгөһө иһә Ғатауҙың үҙенән килеп сыҡты. Иртәнсәк магазинға араҡы алырға ингәндә Мөхлискә: «Әллә ниндәй кәзә эйәләште, ҡыуһаң да китмәй», – тип һөйләнеп торғайны. Тегенеһе әллә ысын, әллә шаярып уға, һуҡ бармағын муйынында бысаҡ кеүек уйнатып, шундайыраҡ хәбәр еткерҙе:

– Ә һин уны тот та «ҡых» ит!

– Хәл юҡ.

– Эскәс, булыр. Эш бөтөүгә, ит бешереп, мине лә ҡунаҡҡа саҡыр.

Һатыусы күрәҙәлек ҡылған икән. Араҡы эсеп «хәл алыуы» Ғатауға ҡыйыулыҡ өҫтәне. Шул ҡыйыулыҡ арҡаһында ул теге кәзәне ят күҙҙәр күрмәһен өсөн һарай эсендә тунап та ташланы. Бер арауыҡта хатта: «Һай, үҙемдә көс-дарман бар икән әле», – тигән уйҙарынан маһайыу кисерҙе.

Киске алтыларға ит бешеп сығыу менән, Ғатау ҡабат магазинға китте. Донъяуи мәшәҡәттәр иркенә бирелергә яратмаһа ла, бөгөн көн дауамында башҡарған эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Кәңәше өсөн ул Мөхлискә эстән генә рәхмәттәр уҡыны.

– Бик-бик ваҡытлы килдең, – тип ҡаршыланы уны һатыусы, үрге ос Хәмиткә «сабыр ит!» тигәнде белгертеп. Еңгәнең өйҙә юҡлығын үҙең әйттең. Әллә өйөңдә әҙерәк аулаҡ яһап алабыҙмы? Хәмит ағайҙың да башы сатнап тора.

– Ит тә бешкән. – Ғатауҙың ҡеүәтләүе шул булды.

Мөхлис иһә: «Ниндәй ит?» – тип һорарға итте лә, иртәнсәкке һөйләшеүҙе иҫенә төшөрөп, тыйылды. Күреү менән тартып алмаһындар тигән кеүек тирә-яғына ҡаранып, аҡ халатының кеҫәһенән ул ярайһы ғына таушалған күн блокнот килтереп сығарҙы. Ғатау уны шунда уҡ таныны. Бурысҡа араҡы биргән саҡта Мөхлис шул блокнотҡа уның да исем-фамилияһын күп тапҡыр яҙып ҡуйғаны бар. Һатыусы ҡулдарынан күҙен алмаған Хәмиттең дә йөҙөнә яҡтылыҡ күсте, күрәһең, ул да эштең ыңғай яҡҡа тәгәрәүен төҫмөрләгәндер...

...Өҫтәл артына ултырғанда иһә шешә төбөндә ике иле араҡы ҡалыуына иғтибар итеп, Сабит үҙенең ни өсөн саҡырылыуын һүҙһеҙ аңланы. «Күңел асыуҙы, тимәк, минең иҫәпкә дауам итмәксе Мөхлис», тип уйланы ул, асыҡ тәҙрә аша урамға күҙ һирпеп. Сутырҙашып үтеп барған ике-өс ҡатын тартҡан икән уның иғтибарын. Кем булыуҙарын танырға теләп, ул хатта урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Быны Мөхлис үҙенсә баһаланы:

– Бисә-сәсә тауышына сослоғоң бар икән дә.

– Хужабикә ҡайтып киләме тип торам.

Тыштамы, соландамы битен йыуып, таҫтамалға һөртөнә-һөртөнә ингән Ғатау ҙа һүҙҙең айышына төшөнгән икән. «Ҡыҙ янына Сурайға китте, бөгөн генә ҡайтмаҫ», – тип Сабиттың күңелен тынысландырҙы. Ултырышайыҡ әле, тигәнде аңлатырға теләптер инде, ул ҡулдарын йәйгәндә, шешәлә самалы ҡалған араҡыны шәйләп, аптырауҙан телен шартлатты, йәнәһе, эсергә бөткәнме ни? Әйтерһең, Мөхлис өй хужаһының ошо ҡыланышын ғына көтөп торған: өҫтәлдәге шешәне ҡулына эләктереп, күҙ тапҡырында уны орсоҡ кеүек әйләндергән ыңғайға, ашыҡмай ғына һүҙ башланы:

– Быны, Ғатаулла, һиңә һалһам, Сабитҡа ҡалмай. Киреһенсә, Сабит, һиңә һалһам, Ғатауллаға етмәй. Нишләргә?

– Барын уртаҡлап, ирен сылатайыҡ. Артабан күҙ күрер.

Ғатау ни өсөндөр уфылдап, һалҡын һыуҙан сирҡаныс алғандай, яурындарын һелкетеп ҡуйҙы ла, өҫтәл артына ултырғас, Мөхлискә «ҡой» тигән ишара яһаны. Бер юлы ул, тәрилкә өҫтөндәге гәзитте алып, Сабитҡа мул ғына ит тотторҙо. Өй хужаһының бындай хөрмәт күрһәтеүе һатыусыға ла оҡшаны, ҡеүәт биреп, ул эйәк ҡаҡты. Хәҙер бөтә өмөттөң ҡаршыһындағы кешегә бәйле булыуын яҡшы белә Ғатау. Шуға ла, үҙе алдан самалағанса, Мөхлис ҡорған хәйләнең тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләй.

– Нимә өсөн эсәһегеҙ һуң? – тип һораны һатыусы, араҡыны ике стаканға ғәҙел итеп бүлгәс.

– Ә үҙеңә? – Сабит әҙәп һаҡлауҙан бигерәк мохтажлығы төшә торған әҙәм булғанға, ярамһаҡланыуын күрһәтер өсөн шулай һораны.

– Бая өй хужаһы серем иткәндә, мин әҙерәк уртлағайным инде.

– Оҙаҡ йоҡланыммы ни? – Ғатау ҙа һорау ҡыҫтырҙы.

– Ярты сәғәт самаһы. Йоҡлауыңа һылтанып, Хәмитте саҡ ҡайтарып ебәрҙем, тәнтерәкләп атлар хәлгә еткәйне.

– Шәп иткәнһең. Иҫерһә, Ельцинды һүгә торған ғәҙәте бар. Мин иҫерһәм, һүгергә, ярай, бисә бар. Ә һин, Сабит?

– Мин йоҡлайым.

– Һинең ҡатын менән минекен сағыштырырға ярамай. Айырма ҙур.

– Барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылғандар.

– Хәҙерге бисәләрҙе сыбыҡ ҡына ҡәнәғәтләндермәй.

Бындай һүҙҙәре менән Ғатау нимә әйтергә уйлағандыр, уныһын Сабит аңламаны. Шулай ҙа стакан тотоу шатлығын ул йәмһеҙ төҫ алыуға йүнәлтелгән һөйләшеү менән бутарға теләмәне, шуға ла, Мөхлискә боролоп, уның бая биргән һорауын үҙенсә яңынан ҡабатланы:

– Нимә өсөн эсәбеҙме? Эсер өсөн һәр ваҡыт сәбәп табыла, араҡыһы ғына булһын. – «Араҡы» тигәндә, ул үҙе лә һиҙмәҫтән һатыусыға мөләйем ҡараш ташланы. – Бөгөн беҙ тау башындағы эште тамамланыҡ. Шуның хөрмәтенә берҙе күтәрәйек.

– Икене лә күтәрергә мөмкин.

– Һатыусы йомартлыҡ күрһәтһә...

Хәйләһен төпкә йәшерергә өйрәнгән Мөхлискә ана шул кәрәк тә. Әммә ул, әле ишетмәмешкә һалышып, өҫтәл артында ултырған килеш асыҡ тәҙрә аша тауҙан күҙҙәрен алмай.

– Бынан күренмәй, Капитандың йорто ҡаплай, – тип Ғатау ғәмһеҙ генә ҡул һелтәне лә, кеҫәһенән «Прима» сығарып, тартырға әҙерләнде. – Башҡа берәү булһа, эш бөтөү уңайы менән барыбер әүеш-тәүеш итер ине. Ә Ғилман ыжламаясаҡ. Былай үҙе һаран да түгел.

– Йыуыу йолаһы барлығын хәтеренә төшөрмәнеңме ни?

Өй хужаһы һымаҡ тартырға әҙерләнгән Сабиттың да тауышы үкенесле килеп сыҡты.

– Төшөрмәгән ҡайҙа?! Эсеүҙе өнәмәй бит ул.

– Хәҙер ауылда эсеүҙе Ғилман ағай кеүек өнәмәгән ни бары биш-алты кеше ҡалды.

– Беләһең икән.

– Магазинда эшләгәс, беләм. Ә беҙ бәләкәй саҡта ауылда ни бары биш-алты ғына кеше араҡы менән ысынлап шаяра ине.

Ғатау менән Сабиттың хәтерен ҡалдырмаҫ өсөн Мөхлис шулай йомшартып әйтте: «Йәнәһе, эскеселәр түгел, ә араҡы менән ысынлап шаярыусылар». Әллә шуны һиҙепме, өй хужаһы ризаһыҙлыҡ белдерҙе:

– Бисә-сәсә хәбәрен сәйнәп ултырмайыҡ әле.

Кемеһенеңдер аяғы тейеүҙән иҙән буйлап тәгәрәгән буш шешә Ғатауға һөйләп бөтөрөргә бирмәне. Был иһә уның кәйефен тағы ла нығыраҡ ҡырҙы. Шуғалыр ҙа инде ул хатта ризыҡ алдында еңелсә һүгенергә тартынманы.

– Минең барлыҡты ла онотмағыҙ, тип әйтә түгелме был шешә?

Килеп тыуған күңелһеҙ хәлдән сығыу өсөн Сабиттың иҫкәртеүе урынлы яңғыраны. Өсөһөнөң дә ауыҙҙары йырылды. Мөхлис хатта ҡул сабып: «Һай, үҙеңдә тел!» – тип ихлас һоҡланыуын күрһәтте. Дөрөҫөрәге, ихлас һоҡланыуын күрһәтеп ҡыланды ғына. Ҡасандан бирле үҙе лә Сабиттың: «Йә инде минең иҫәптән бер яртыңды сығар», – тигән һүҙҙәрен зарығып көтә.

Зарыҡһа ла, көтөп алды Мөхлис шул илаһи һүҙҙәрҙе. Әммә ҡапыл ғына сиселеп тә барманы. Ултырғысҡа эленгән костюм кеҫәһенән күптәргә таныш күн блокнотын ашыҡмайынса сығарғанға тиклем, асыҡ тәҙрәгә башын тығып, танауын һемгерҙе, күккә алан-йолан ҡаранып: «Ямғыр яумаҫ, ахырыһы», – тигәнерәк һығымта яһаны. Кире өҫтәл артына барып ултырғанда, тумбочка өҫтөндәге телевизорға ишаралап, бөгөн яңылыҡтар ҡарай алмауына үкенес белдерҙе. Сабырлығын юйып бөтмәгән Ғатауҙың да: «Дипломатың йоҡо бүлмәһендә», – тип һүҙ ҡушып тиҙләтергә тырышыуына ул: «Дипломатҡа кеше араҡы түгел, китап һалып йөрөтә», – тип шаяртҡан булды. Тегеһе лә яуапһыҙ ҡалманы: «Китапҡа хәҙер элекке ҡәҙер юҡ», – тиеп үҙенең яғына ҡайырҙы. Кем белә, бәлки, Мөхлис «китап» һүҙен ҡыҫтырып, яңыраҡ Өфөнән концерт килеп ҡуйғандағы теге мәҙәкте күҙ уңында тотҡандыр.

Үҙ ҡыланышынан үҙе йәм табып бөткәс, һатыусы алға бер яртыны сығарып ҡуйыу менән, ултырғыстарын шыуҙырып, һәр береһе өҫтәлгә яҡынайҙы. Ә табында иһә яҙылмаған бер тәртип бар. Башта берәү һөйләй, бөтәһе лә тыңлай. Аҙаҡ, иҫергәс, бөтәһе лә һөйләй, тик берәү ҙә тыңламай. Әле бында ундай кимәлгә етеү өсөн тәүге ынтылыштар яһала: эсәләр, ашайҙар, көлөшәләр. Әммә үҙ-ара ҡыҫташып ултырыу юҡ, тәғәйенен һәр кем ялындырмай ғына тамаҡ аҫтына һала.

«Йомшаҡ аш» менән мауығып, күңеле тыныслана төшкән Сабит баянан бирле Мөхлисте күҙәтә. «Ни генә ҡыланһа ла, үҙенә килешеүен әйт, – тип һоҡлана ул. Башын уңға ҡаҡайта биреп, араҡы ҡойған саҡта шешә менән ҡайһылай йылғыр эш итә. Ҡулдары уйнап тора. Тәжрибәһе ҙур шул. Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡан сағынан уҡ прилавка артына баҫҡайны, хәҙер, ана, сикә сәстәре беленеп ағара ла башлаған. Хәйер, дүрт-биш йәшкә оло булыуын иҫәпкә алғанда, үҙенекенә лә күптән сал ҡунған. Шуға аптырарға ярамай...»

Ә Сабит аптырамай ҙа. Ул донъяны нисек бар шулай ҡабул итеп өйрәнгән. Үткәне уны борсомай. Бөгөнгөһөнә лә иҫе китеп бармай. Киләсәккә бәйле уйҙар менән дә башын ҡатырмай. Шулай ҙа ул бөтөнләй үк сәмһеҙ йән түгел – зәмзәм һыуына тамағы ҡытҡылдаған саҡтарҙа барыбер әмәлен табыр.

Күңеленән ошоларҙы хәтерләп ултырғанда, тағы шуға иғтибар итте Сабит: ныҡлабыраҡ тыңлаһаң, Мөхлис тауышында тәрәнгә йәшеренгән мыҫҡыллау ҙа бар икән. Ана нимә ти: «Мин булмаһам, йәнәһе, һеҙ икәү нишләр инегеҙ?» Үҙе беҙҙең арҡала һыйланып ултыра түгелме? Киреһенсә, беҙ булмаһаҡ, ул нишләр ине? Ярай әле сигаретын ҡырын тешләгән Ғатау йәтеш яуап бирҙе:

– Ҡаймағына күрә себене һәр ваҡыт табыла.

– Уныһы шулай, – тип Мөхлис тә бирешергә теләмәне. – Себене һәр ваҡыт табыла ла бит, ә бына ҡаймағына аҡсаны ҡайҙан алаһың?

Нимәне күҙ уңында тотоп әйтеүен бик яҡшы аңланы был икәү. Һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Хәҙер башҡа заман. Рәхмәт әйтер урында ла аҡса түләйҙәр. Шуға күрә күпме генә бәхәсләшһәң дә, һатыусы исеме уға барыбер өҫтөнлөк бирәсәк.

– Ҡаймаҡтың градусы юҡ шул.

Сабит шаяртҡан ыңғайға кикерә-кикерә, уң ҡулы менән елпеп, тәрилкә өҫтөндәге себендәрҙе ҡыуҙы. Әле ул Мөхлистең һүҙ күтәрмәйенсә, урынынан тороп, ҡайтып китеүенән ҡурҡты. Быға юл ҡуйһаң, һәүетемсә генә ултырған табындың аҫты өҫкә киләсәк. Кем-кем, ә Сабит быны фажиғәгә тиңләп ҡабул итәсәк. Шуға ла ул йөҙөнә «нишләйбеҙ?» тигән һорау билдәһе сығарып, йорт хужаһына ҡараны. Уныһының бер ҙә иҫе китеп бармай һымаҡ, бармаҡтарын бөгөп, нимәлер һанай.

– Нимә һанайһың?

– Пенсияға нисә көн ҡалғанын.

– Алғаныңа, күп тигәндә, бер аҙна үткәндер.

– Шулай икән.

– Тотоноп та бөттөңмө ни?

– Ҡарсыҡҡа ла өлөш сығарҙым.

– Һинеке бит кеҫәңдә әтәс ише ҡысҡырып ята.

Мөхлистең йылмайып һүҙ өҫтәүенән Сабиттың эсенә йылы инде: тимәк, ҡайтырға йыйынмай. «Афарин!» – тип ҡысҡырып сәпәкәй итерлек. Әммә шешә төбөндә ни бары бер иле араҡы ҡалған. Шуны күргәс, үҙе генә эсерҙәй булып, тамшанып ҡуйҙы ул. Тик ярамай шул. Ғәҙелһеҙлектең үтә ҡыҙғаныс бөтәүе лә бар. Бигерәк тә эскелек донъяһында. Бер йотомоноң хатта әҙәм ғүмеренә бәрәбәр икәнен белер йәштә бит Сабит.

Йәш тигәндән, Ғатауҙы ҡыҫтырмағанда, Мөхлис кеүек эре һөйәкле әҙәмгә әле эскән араҡы нимә инде?! Ярыша алмаһа ла, үҙе лә унан ҡалышмай. Бөгөн дә һынатмаҫ. Шуғалыр ҙа инде ул баянан бирле тел осонда ғына торған һорауын ашығып ҡабатлай һалды:

– Әллә уртаҡҡа тағы ла бер «китап»мы?

Ғатау өсөн дә был көтөлмәгән һорау түгел. Уның күңелендә лә ошондай уҡ теләк күптән моронлағайны. Тик яйы сыҡмағанға, ул тәү башлап ауыҙ асырға ҡыйманы.

– Мөхлистең күн блокнотында беҙҙең исемдәрҙе яҙырға урын ҡалһа, – тип ул үҙенсә мәғәнә һалып ҡеүәтләне лә, сигарет ҡабыҙып, «мә, һин дә тарт!» тигән ҡиәфәттә Сабит алдына шырпы ырғытты.

– Ну төтәтәһегеҙ ҙә...Ҡатындан бөгөн, кейемеңә тәмәке һеңгән, тип тиргәләм икән. – Һатыусы, ике ҡулы менән дә төтөн ҡыуған хәрәкәттәр яһап, ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

– Ишек, тәҙрә асыҡ! Хәҙер таралып бөтөр.

– Төтөн йотоп, ниндәй тәм табаһығыҙҙыр, аңламайым. Самаһын белеп эсһәң, быныһының файҙаһы бар. – Мөхлис өҫтәлдәге шешәгә төртөп күрһәтте. – Ғалимдар ҙа инҡар итмәй. Ә тәмәке тартыуҙың зыяндан башҡаһын белмәйем. Ир-ат ҡына тартһа бер хәл, хәҙер бит ҡыҙҙар ҙа шул алама ғәҙәткә өйрәнә.

– Әллә, – тип ҡырт киҫте уны Ғатау. – Тәмәкеһен дә тартам, араҡыһын да эсәм, һаулыҡҡа зарланған юҡ, Аллаға шөкөр. Ана, Капитан тартманы ла, эсмәне лә. – Ул тәҙрәнән урам аша күренеп торған йортҡа ымланы. – Рак менән ята. Больницаға ла алмайҙар хәҙер. Хәле мөшкөл, оҙаҡҡа бармаҫ, ахырыһы...

– Ка-пи-тан, ка-пи-тан! – Мөхлис ни өсөндөр ишетелер-ишетелмәҫ кенә көйләп ҡуйҙы.

Үлем түшәгендә ятҡандың әсәһе бәләкәй сағында: «Улым үҫкәс, капитан булыр», – тиеп иркәләп яратыуҙан йәбешеп ҡалған уға был ҡушамат. Әле ошо хаҡта уйлап, бер аҙ тын ултырған Ғатау ҙа үҙенсә һағышланып алды:

– Годоктар* һирәгәйә...

Ә Мөхлис иһә ауыҙ эсенән юҡҡа ғына көйләмәне, әлбиттә. Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндә, ул байтаҡ капитандарҙы күрҙе. Араларында бер сәбәпһеҙ бәйләнгән холоҡһоҙҙары ла бар ине. «Салага!» – тип мыҫҡыл итеүселәре лә табылды. Әммә хәҙер һатыусы уларҙың барыһын да һағынып иҫкә ала. Береһенә лә үпкә һаҡламай. Күрәһең, өркөп ҡасҡан тайҙай һә тигәнсе үткән сирек быуат ғүмер уның күңел яраларын күптән бөтәштергән. Әҙәм балаһы бит ярлыҡай белеүе менән самими. Әгәр шулай булмаһа, рәнйетелеүҙән тыуған уҫаллыҡ әллә ҡасан был фани донъяның башына етер ине.

Мөхлис яңынан ишетелер-ишетелмәҫ кенә көйләргә самалап ҡараны:

– Ка-пи-тан! Ка-пи-тан!..

– Йырларға иртә, градус етмәгән, – тине Ғатау, асыуланып.

Мөхлистең дә йырлашып ултырырға иҫәбе юҡ. Аллаһы Тәғәлә уға ла моңло тауыш бирмәгән. Командирҙарын, хеҙмәттәштәрен иҫкә алыуҙан ғына иләҫ-миләҫ килгән күңелен бер аҙ бушатырға теләне.

– Градус етмәгән инде, ә? – Ул өй хужаһының һорауын үсекләгән һымаҡ ҡабатланы ла, урынынан тороп, йоҡо бүлмәһендәге дипломатын алып сыҡты. Асып, өҫтәлгә бер ярты ултыртты. Шул арала үҙе Сабит менән Ғатауҙың бер-береһенә аптырап ҡарауҙарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.

– Өҫөбөҙҙөң дә иҫәптән булыр.

Мөхлистең сиселеп китеп йомартлыҡ күрһәтеүе был икәүҙе үтә лә ныҡ ғәжәпләндерҙе. Хатта Сабит: «Иртәгә, моғайын, ямғыр яуыр», – тип шаяртырға ла уйлағайны. Ләкин, эште боҙоп ҡуйыуҙан ҡурҡып, өндәшмәне. Ауыҙы ҡолағына еткән Ғатау ҙа, ҡалҡына биреп, һатыусыны арҡаһынан тупылдатып һөйөргә үҙендә көс тапты.

– Ипләп, берәр ерен ауырттырып ҡуйма, – тип элеп алды уны Сабит.

Стакандарға араҡы ҡойорға әҙерләнгән Мөхлистең бер хәсрәтһеҙ йөҙөндә был ҡыланыштар йылмайыу тыуҙырҙы. Юхаланыуҙың да төрлө юлдары бар. Шулай ҙа башҡаларҙан үҙеңдең өҫтөнлөгөңдө тойоу барыбер күңелде күтәрә. Ошондай кисереш арҡаһындалыр инде уға әле бигерәк рәхәт булып китте.

– Эсеүен эсәбеҙ ҙә, – тип өндәште ул йорт хужаһына, – оҙаҡламай көтөү ҡайта, мал-тыуарыңды нисек йыйып алырһың?

Ғатауҙан алда тегеһе өлгөрҙө:

– Күп булһа, бер һыйыр ҙа ике-өс кәзә-һарыҡтыр.

Сабит уны кәмһетергә теләп әйтмәне. Эскеһе килгәнгә, юҡ-бар һүҙҙәрҙән тиҙерәк арындырырға тырышты. Ә Мөхлискә ни, ике донъя бер мөрйә! Ул һаман да бер балыҡ башын сәйнәй:

– Мал-тыуарыңды нисек йыйып алырһың, тим?

Яңылыша Сабит: Мөхлис бер ҡасан да тормошҡа ике донъя бер мөрйә тип ҡараманы. Киреһенсә, йәшәгән тиклем ғүмер эсендә ул халыҡ аҡылы тыуҙырған: «Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ!» – тигән әйтемгә тоғролоҡ һаҡланы. Шул арҡала бер ҡасан да ғибрәтле хәлдәргә тарыманы.

– Мал-тыуар өсөн борсолма, ҡарсыҡ күршеләр менән һөйләшкән, – тип ашыҡмай ғына яуап бирҙе Ғатау уның һорауына. – Һыйырҙы ла һауырҙар. Иртәнсәк көтөүгә лә ҡыуырҙар...

Көтмәгәндә башланған йүтәле арҡаһында ул һөйләп бөтөрә алманы. Көсәнеүҙән тумалаҡ йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡыҙарып-бүртенеп китте. Күҙҙәренә йәш эркелде. Ярай әле ваҡытында ауыҙын таҫтамал остоғо менән ҡаплап өлгөрҙө – өҫтәлдәге ризыҡҡа төкөрөктәре сәселмәне.

– Һыу урынына әллә араҡы эсәһеңме? – тип Сабит тел ярҙамы күрһәткән арала Мөхлис, урынынан тороп, асыҡ тәҙрә янына килеп баҫты ла урамдан үтеүсегә һүҙ ҡушты:

– Янғын сыҡҡандай ашығаһың, апай?

– Килен сирләп китте, врач саҡырырға барам!

Тыштан ишетелгән тауыш эйәһен Сабит тиҙ таныны:

Ғилмандың ҡатыны Нәфисә. Килендәренең ауырлы булыуын да яҡшы белә. Моғайын, бәпесләргә ваҡыты еткәндер тип уйланы ул, ҡулына үҙ стаканын алып. «Йә, эсәбеҙме- юҡмы?» тигән ҡиәфәттә талпынып ултырыуына ошо уйҙар ҡеүәт бирҙе шикелле уға. Араҡыны йәһәт кенә тамаҡ төбөнә һалып ҡуйғандан һуң ул, ит һоғоноп: «Иҫән-аман ҡотолһон инде», – тигән һүҙҙәр менән Ғилман килененә еңеллек теләне.

– Ҡайһылай тиҙ! – тип ихлас аптыраны Мөхлис, яңынан өҫтәл янына ултырып. – Туйҙарына биш-алты ай ғына үтте түгелме?

– Үтһә ни?! – Сабит һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, яһалма көлөп яуапланы. – Ҡауышыу сәғәте хазинаһына, тимәк, алдан ҡул һуҙғандар.

– Хәйер, ниңә аптырарға, – тип һатыусы үҙе лә уның менән килеште. – Телевизорҙан көнө-төнө уйнаш күрһәтәләр.

– Оятлы гәзитен дә сығаралар.

Бөгөн иртәнсәк кенә соландағы әрйә артына йәшергән гәзитте иҫкә алып, Сабит дөрөҫләп ҡуйҙы.

– «СПИД-инфо»ны әйтәһеңме?

– Исемен хәтерләмәйем. Айнур баш күтәрмәй уҡыған гәзит инде.

– Айнур ғынамы ни?! – Уң ҡулы менән киҫкен хәрәкәт яһаны Мөхлис. – Бөтөн ауыл йәштәре йығылып ятып уҡый.

Йүтәлдән арынып, йорт хужаһы ла стаканға үрелде. Эскәс, еңе менән ауыҙын һыпырып, ҡатлы-ҡатлы һүгенгән килеш сигарет ҡабыҙҙы. Ғатауҙың был ҡыланышына иһә Мөхлис үҙенсә баһа бирҙе: әллә иҫереүе етәме?

Иҫереүенән бигерәк, уны тыштан ишетелгән Нәфисә тауышы һиҫкәндерҙе, һиҫкәнергә лә урын бар шул. Мәктәп эскәмйәһенән башланған йәшлек мөхәббәте бит ул. Йорт хужаһы күңеленә нисәмә йылдар тынғы бирмәгән тойғо яңынан үкенес тыуҙырҙы. «Ысынлап та, теге саҡта, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауыл йәштәре әҙерләгән концерт-спектаклдәрҙә ихлас ҡатнашһа ла, һис кенә лә киномеханик булып эшләргә кәрәкмәгән. Киноға килеүселәргә билетын да үҙе һатып, аҡсаны ла иркен тотоноуы кире йоғонто яһаған. Дуҫтары күбәйҙе. Ә дуҫтар бар ерҙә эсергә сәбәбе сығып ҡына тора. Шул ҡылығын оҡшатманы Нәфисә. Байтаҡ киҫәткәндән һуң, өмөтөн өҙөп, Ғилманға кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы, һөйгәненең хыянатын ауыр кисергән Ғатау иһә, уға үс итеп, әле бергә йәшәп ятҡан ҡарсығына – ул саҡта Әбеш ауылының йәп-йәш ҡыҙына – өйләнеүе менән үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышты. Ләкин эскелеге арҡаһында барыбер йүнле тормош ҡора алманы...»

– Ҡой әле! – Күҙҙәре аҡайған Ғатау тауышының ҡотһоҙ яңғырауын Мөхлис аңлап ҡабул итте. Тәүге мөхәббәтенә бәйле уның үкенеүенә күп тапҡыр шаһит булғаны бар. Әммә үҙе араҡы ҡойорға тип шешәгә ынтылғанда, Ғатауҙың һытылыр сиккә етеп бүртенгән йөҙөнә ҡарап: «Бәлки, тормошон Нәфисә апай менән бәйләһә, бындай уҡ хәлгә тарымаҫ ине», – тип йәлләп тә алды. Уйҙарын ул бөтәһе ишетерлек итеп ҡысҡырып әйтеүҙе урынлы һанаманы. Шуға ла һиҙҙермәҫ өсөн битараф булырға тырышты. Ни генә тиһәң дә йорт хужаһы өсөн Нәфисә үҙен ғүмергә бәхетһеҙ иткән ҡатын булараҡ күптән хурлыҡлы тамға менән тамғаланған инде.

Мөхлисте ҡеүәтләгәндәй, Сабит та уйламағандан әҙәпһеҙ һүҙ ысҡындырҙы:

– Кәнтәй бисә!

Уның Ғатауға рәхмәт йөҙөнән юхаланып ҡойроҡ болғауы ине был. Бөгөн генә айҙан килеп төшмәгән. Белә ул ҡайһы яҡтан һәм ҡасан кеше күңеленә май булып тамыр хәбәр еткерергә. Әле лә яңылышманы. Йорт хужаһының йоҡо эленә башлаған күҙҙәре шар булып асылды.

– Ә хәҙер нимә өсөн эсәбеҙ? – Эҫеләнеп китеп, күлдәгенең өҫкө ике-өс төймәһен ысҡындырған Мөхлис Ғатауға шундай һорау менән мөрәжәғәт итте. Уныһы иһә күп уйлап торманы, яуабын оҙонға һуҙманы:

– Һеҙҙе белмәйем, ә үҙем эскем килгәнгә эсәм.

«Унан шунан башҡаны ишетмәҫһең дә. – Уйҙарына ирек биргән һатыусы көлөмһөрәп баш сайҡаны. Ә бит баяраҡ ул хатта: «Дөрөҫ йәшәмәйһең һин, Ғатаулла ағай, олоғайып барғанда, тәүбәгә килеп, иманға ҡайтыр инең», тигән кеүегерәк өгөт-нәсихәт уҡырға ла иҫәп тотҡайны. Яуабына ҡарағанда, уның төҙәлер йәштән үтеүе шулдыр инде.

Сабит та бит эскеһе килгәнгә ашҡынып ултыра. Хатта аҙаҡтан ҡабыр өсөн ит киҫәге менән икмәк әҙерләп ҡуйған. Тартып алып китеүҙән ҡурҡҡан һымаҡ стаканын да ике ҡуллап тотҡан.

– Бик булмаһа, үҙебеҙҙең һаулыҡ өсөн күтәрәйек, – тине ул, Мөхлискә баш ҡағып. Әммә стаканын ирененә тейҙерергә лә өлгөрмәне, ни сәбәптәндер ҡапыл кикереп ебәрҙе.

Һатыусыға был оҡшап етмәне, шуға ла ул, йөҙөн һытып, ризаһыҙлыҡ белдерҙе:

– Ну быларҙы, береһе – йүтәлләй, икенсеһе – кикерә, ә миңә нишләргә ҡала?

– Үҙең ҡарайһың инде...

Ғәҙәттәге һүҙ алышыу булды Сабит яуабы. Уҡсаптырған ҡаяһы тәңгәлендә байырға йыйынған ҡояштың һуңғы нурҙарын туҙандары менән бутап көтөү ҡайтҡанда ла был һүҙ алышыу үҙ яйына дауам итте. Ваҡыты менән бер-береһенә төрттөрөргә лә форсат сыҡты. Киреһенсә, үҙен ҙурлауҙан йән рәхәтлеге кисергән мәлдәр ҙә урап үтмәне. Чечня һуғышына, Мәскәү, Ырымбур хәлдәренә бәйле төрлө яңылыҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Хатта эш хаҡтарын тотҡарлағандары өсөн түрәләргә лә ныҡ эләкте уларҙан. Әммә һуңынан Ғатау, теле көрмәлеп: «Ярай әле, исмаһам, пенсияны ваҡытында килтерәләр», тип һүгенеү ҡатыш ғәҙеллек күрһәтте лә, Мөхлискә әйләнеп, уға йомош ҡушты:

– Серәкәй тула, тәҙрәне яп!

Йәйге көн оҙон булып, сәғәт киске ун берһеҙ ныҡлап ҡараңғы төшмәүен яҡшы белгәнгә, тышҡа күҙ һирпеп, үҙҙәренең оҙаҡ ултырыуҙарына ысынлап аптыраны Мөхлис. Шуғалыр ҙа инде, сәғәтенә ҡарап ваҡыттың һуң булыуына тағы ла бер ышанғас, ултырғыстан йәһәт кенә торҙо ла: «Ҡайтышайыҡ, сәғәт беренсе киткән», – тип һөйләнә-һөйләнә дипломатына үрелде. «Шулаймы?» – Бындай һорау бирергә зиһене еткән Сабит та, иҫерек күҙҙәрен уға төбәп, аяғүрә баҫты ла көтөлмәгән тәҡдим яһаны: «Әллә кереп, Капитандың хәлен беләбеҙме?» «Төн уртаһындамы?» Мөхлис ҡеүәтләмәне. Ауыр итеп иҫнәй-иҫнәй урынынан торорға аҙапланған Ғатау иһә үҙенең яғын ҡайырҙы:

– Баш төҙәтергә шешә төбөндә ҡалдымы?

– Ҡалды, ҡалды, – тине Мөхлис, ишекте асып.

Йорт хужаһын эйәртеп, уның артынан уҡ соланға сыҡҡан Сабитты һатыусы көтөп торманы: «Иҫән-һау булығыҙ!» – тине лә, болдор иҙәнен шығырлата баҫып, ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды.

Стенаға тотоноп атлаған Ғатау иһә Сабитҡа туҡтарға ҡушты ла, ҡалай табаҡта ятҡан кәзә башын көс-хәл менән эйелеп алып, уға тотторҙо:

– Өтөп-таҙартып, һурпа итеп эсерһегеҙ.

Йорт хужаһының йомартлығына Сабиттың иҫе китмәне. Әллә иҫереүе ҡамасауланы уға. Шулай ҙа тышҡа сығыр алдынан, артына боролоп, Ғатауға үкенес белдерҙе:

– Йырлашып ултырманыҡ, шуныһы йәл. Һин бит шәп йырлайһың!

Ҡабаттан башланған йүтәле арҡаһында уныһы, тыны быуылып, яуап ҡайтарманы, һүҙһеҙ генә оҙатып, ишекте эстән бикләп ҡалды.

Тынсыу өйҙән саф һауаға сыҡҡан Сабит иң элек урам яңғыратып сөскөрөп ебәрҙе. Шул арҡала ҡулындағы кәзә башын саҡ төшөрөп ебәрмәне. Был иһә уға туҡтай, урам бағанаһына эленгән ҡалпаҡлы лампочка яҡтыһында, Ғатау күстәнәсен ҡат-ҡат әйләндереп ҡарау теләген тыуҙырҙы. Йорт хужаһының йомарт ҡыланышын нисек баһаларға ла белмәне: хөрмәт күрһәтеүеме әллә мыҫҡыл итеүеме?

«Хөрмәт күрһәтеүе булһа, – тип тағы ла уйға ҡалып торҙо Сабит, – рәхмәт әйтеп, үҙенә кире бирергә кәрәк. Ә мыҫҡыл итеүҙе күҙ уңында тотһа, нишләргә? Ул саҡта быны хәҙер үк уның ҡапҡаһына элеп китергә...»

Сабит хатта Ғатау йортона табан ыңғайлай биреп тә ҡуйҙы. Әммә ниндәйҙер икенсе бер уй уның аяҡтарына тышау һымаҡ уралды. Шуғалыр ҙа инде: «Эй сәрхүш Ғатауҙың бер тингә тормаған мыҫҡыллауы», – тип үҙен йыуатыуға күсте.

Ләкин тиҙ генә тынысланманы Сабит. Кәзә башын ни йөҙө менән өйөнә алып ҡайтһын инде, ҡатынынан былай, ҡыҙынан нығыраҡ уңайһыҙланды ул. Урамда ташлап китеүҙе лә килештермәне. Шул саҡ көтмәгәндә уның айырым уйҙары бергә ҡушылып, яңыһы – күңелендә таҡталар урлағандан бирле үс рәүешендә йөрөгәне – уҫал фарманға әйләнде: «Кәзә башын татлы төштәр күреп йоҡлап ятҡан ҡарун Шәрифкә бүләк итергә!» һәм шулай эшләне лә. Ихата эсендә бәйле торған эттең ырылдап өрөүе лә уны туҡтата алманы. «Хужаңа – мыҫҡыллау, үҙеңә ҡалъя булһын», – тип балаларса ҡыуанып һөйләнде ул, Ғатау күстәнәсен ҡапҡа аша ырғытҡанда.

Был сәғәттә йоҡоһоҙ йөрөгән башҡалар ҙа бихисап. Уларҙың икеһен – үҙенең ҡыҙы Эльза менән ауыл шағиры Әмирҙе – күреү түгел, иғтибарға ла алманы Сабит. Тегеләр бит ҡапҡа эргәһендәге эскәмйәнән күҙ алдында тигәндәй тороп киттеләр.

– Әҙәп һаҡлап, күрмәмешкә һалышты атайың, – тине Әмир, Сабит ихатаға инеп киткәс. Алдашыуы йөҙөнә сыҡҡайны, ләкин быны ай яҡтыһында ғына шәйләрлек түгел. Ысынын әйткәндә, ул бит башта Эльзаға: «Ну атайың арыу тейәгән, хатта беҙҙе лә абайламаны», – тип тураһы менән бәрергә уйлағайны. Һуңғы сиктә генә телен тыйып, йомшаҡ өндәште.

Улар ҡабат эскәмйәгә килеп ултырҙы, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Әмир кәйефен бөгөн Таңсулпан ныҡ ҡына боҙҙо. Кәтүк ҡушаматы йөрөткән егеттең өйө эргәһендә йыйылған йәштәр араһында хур итте уны. Айнурҙың Таңсулпан менән һаман да сыуалыуын Эльзаның хәтеренә ҡабат төшөрөргә теләгәйне, киреһе килеп сыҡты. Уның ауыҙ йырып: «Айлы-айһыҙ төндәрҙә Айнур менән осрашып, икәүҙән-икәү ҡалғас, һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тигән һорауына ҡыҙыҡай ҡайһылай сая яуап бирҙе:

– Һөйләшеп ултырабыҙ. Тик ул һинең шикелле түшемде һәрмәмәй.

Дуҫ-иштәренең шарҡылдап көлөүенән Әмир ер тишегенә инеп китерҙәй булды. Шулай ҙа, үҙен йәһәт кенә ҡулға алып, аҡланырға ашыҡты:

– Яратып ҡына бит...

– Яратҡас, һәрмәйһең инде, – тип йәштәрҙән кемеһелер уның яуабын да көлкөгә борҙо.

Таңсулпан да бирешергә теләмәне:

– Яратҡан кеше арҡанан ғына һөйә.

– Юҡ, яратып түгел, үҙ күреп кенә... Былай ғына... Ҡыҙыҡ өсөн генә...

Үҙ һүҙҙәренән үҙе буталып бөттө Әмир. Ләкин уға оҙаҡ уңайһыҙлыҡ кисерергә тура килмәне. «Егеттәр, ҡыҙҙар!» – тип йүгереп килгән оҙон толомло ҡыҙыҡай ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе:

– Закир ағайҙың улы тыуған!

– Был юлы ла ҡыҙ тапһа, ҡатынды айырам, тип әтәсләнгәйне.

– Юҡты һөйләмә! Шаяртҡандыр. Ғилман бабай быға юл ҡуймаясаҡ.

– Ейәне өсөн ул да шатланмай тиһеңме?

Йәштәрҙең хуплау һүҙҙәре яңғыраған арала теге оҙон толомло ҡыҙыҡай ситтәрәк торған ике-өс әхирәтенә: «Беләһегеҙме, баланы яңы килгән врач ҡабул иткән, ир булып, оялмауын әйт», – тип бышылдап, үҙ-ара шырҡ-шырҡ көлөшөп алдылар. Береһе иһә: «Башҡалар ишетмәнеме?» – тигәндәй тирә-яғына күҙ һалғанда, Айнурҙы күреп, уны иң беренсе сәләмләне:

– Үҙе ай, үҙе нур ағайға хәйерле кис!

– Хәҙер төн инде...

Сәләмләүгә бәйле хуплау һүҙҙәре яңынан ҡабатланғанда, Әмирҙең йөрәге жыу итеп китте. Ә Таңсулпан, урынынан тора һалып, оҙон толомло ҡыҙыҡай һөйөнөсөн Айнурға һайрап та өлгөрҙө.

– Кавказда ир бала тыуыуҙы мылтыҡтан атып хәбәр итәләр, – тине егет, уға яуап итеп.

– Шулаймы?

– Ә беҙҙә тып-тын.

– Быға шатланырға кәрәк.

Эльзаның мәғәнә һалып әйткән һүҙҙәре, Таңсулпанға аңлашылмаһа ла, Айнурға барып етте. «Уҡыған кеше уҡыған инде», – тип уйланы ул, уға ихлас ҡарашын төбәп. Тик йәнле әңгәмә булырҙай фекер алышыуға ҡушылып, уны дауам итергә теләмәне. Ауыл йәштәре барыбер етди ҡабул итмәйәсәк. Сөнки уларҙың үҙе кеүек Чечняла күп тапҡыр үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашмауҙарын бик яҡшы белә.

Сәләмләгәндән бирле Айнурҙан күҙен алмаған оҙон толомло ҡыҙыҡай иһә, һорау биреп, өҙөлгән һүҙҙе йәнә ялғап ебәрҙе:

– Ә беҙҙең ауылда кемдәрҙә мылтыҡ бар һуң?

– Былтыр бит милиция килеп, иҫәптә тормағандарын йыйып алды.

– Күп тигәндә, хәҙер ике-өс кешелә ҡалғандыр.

– Кавказ йолаһын башҡарыр өсөн һорайһыңмы?

– Һорар инем дә, бирмәҫтәр.

– Ә ниңә теләнселәргә? Закир ағайҙың үҙенең дә ҡуш көбәге бар. Әллә ҡотортабыҙмы?

– Әле унда мылтыҡ ҡайғыһымы ни?! Тапҡандар ғәҙәт... Ҡыуанысынан түбәһе күккә тейеп, бейеп кенә йөрөйҙөр, – тип ҡаршы төштө ҡорһаҡлы дәү егет. Тел төбө аңлашыла. Йәнәһе, ауылда бер бөгөн генә ир бала тыуғанмы ни?! Бер ҡасан да мылтыҡтан атып шатлыҡ уртаҡлашмағандар уныһы хаҡ. Әммә икенсе хаҡлыҡ та бар бит әле. Быныһы инде Закирҙың «бейеп кенә йөрөүенә» ҡағыла һәм был бер кемдә лә икеләнеү тыуҙырмай, тәбиғи ҡабул ителә. Сөнки ауылда ул иң оҫта бейеүселәрҙән һанала.

Байтаҡтан телен йотҡан һымаҡ өнһөҙ ултырған һары сәсле ҡыҙыҡай ҙа, кинәт йәнләнеп, алғараҡ сыҡты ла, Айнурға боролоп, көндөҙ телевизор ҡарауын, унда чечендарҙың Закир исеменә яҡын ниндәйҙер күмәк бейеү башҡарыуын теҙеп алып китте. Ошондай хәбәрҙән ҡапыл ғына тыуған тынлыҡты боҙоп, ауыл осонда ҡыңғырау тауыштары яңғыраны.

– Закир ағай исемен йөрөткән бейеү ҙә бармы ни?

Был юлы оҙон толомло ҡыҙыҡай сабырһыҙлыҡ күрһәтте.

Башҡалар ҙа уның һорауын ҡеүәтләне.

– «Закир» түгел, «Зикр» бейеүе, – тип асыҡлыҡ индерҙе Айнур. – Чечендарҙа, һәр йома зыяратҡа барып, үлгәндәрҙе ҡәҙерләп иҫкә алыу йолаһы бар. Гел йәшелдән кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәк яһап тора һәм, бергәләп ҡул сабып, йыр йырлайҙар. Үҙҙәре иһә шул йыр ыңғайына талғын ғына сайҡала. Ә оло йәштәгеләр, аҡһаҡалдар, уларҙы уратып, йыр оҙатыуында һалмаҡ ҡына бейеп йүгерәләр. Ана шул «Зикр» бейеүе тип атала.

– Нимәне аңлата һуң ул бейеү?

– Үлгәндәрҙе ҡәҙерләп иҫкә алыуҙыр.

– Мәғәнәһе киңерәк уның, – тине Айнур, үҙе лә һиҙмәҫтән Эльза ҡарашына тап килеп. Уныһы хуплап баш ҡаҡты. Күҙҙәр осрашыуҙанмы, егет саҡ ҡына тотлоғоп торғандан һуң иҫенә килде. – Эйе, мәғәнәһе киңерәк уның. Иң мөһиме, әйтеүҙәренсә, был бейеү рух ныҡлығын, рух көсөн күрһәтә. Халҡы өсөн һуңғы тамсы ҡанына тиклем көрәшергә ант иткән егеттәргә аманат, тин тә аңлаталар.

– Һәр халыҡта ла ундай бейеү бар инде.

– Мәҫәлән, беҙҙә «Төньяҡ амурҙары». Был бейеүҙә лә халыҡтың көс-ҡеүәте, дәрте ярылып ята.

Ниндәй генә һүҙ сыҡмаһын, һәр береһен эләктереп алырға әҙер торған йәштәрҙең тел сарлауын Эльза артабан ишетмәне. Әле ул да Айнур ҡарашынан аң-зиһенендә ниндәйҙер елкенеү тойоп, бер урында ултырып сыҙаманы. Уның уйынса, Таңсулпандың асыҡ ауыҙлығы арҡаһында «ҡойроғо шиңгән» Әмир бөгөн оҙатып бармаҫ. Ана бит оятҡа ҡалыуынан ауыҙына һыу уртлағандай өндәшмәй генә ултыра. Шуға күрә лә ул күңелендә Айнурға бәйле осҡон рәүешендә генә яралған өмөтөнөң усаҡ һымаҡ дөрләүен теләй.

Теләге ҡабул булманы Эльзаның. Йәштәр таралыша башлағас, Таңсулпан Айнурҙы ҡултыҡлап алған ыңғайға: «Мин һине өйөңә тиклем оҙатып ҡуям», – тигән хәбәр һалмаһынмы! Шул арала кемдеңдер: «Ғәҙәттә егеттәр ҡыҙҙарҙы оҙата», – тип шаярыу ҡатыш иҫкәртеүе лә уны был уйынан һүрелтмәне. Шуғалыр ҙа инде ул үҙенең һүҙен һүҙ итергә теләп: «Минең оҙатып барыуыма ҡаршы түгелһеңдер бит», – тип Айнурға күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡараны. Егет ризалашты шикелле. «Быларҙың мөнәсәбәте бик тәрәнгә киткән, ахырыһы», – тип яманға юраған Эльза, асыуы килеп, Әмиргә ҡысҡырҙы: «Миңә арнап шиғыр яҙырға вәгәҙә биргәйнең, яҙҙыңмы?» Бөтәһе ишетерлек итеп юрый яр һалды ул. Йәнәһе, беҙгә лә күҙ атыусылар бар. Шымтайып ултырған еренән һикереп торған Әмирҙең дә яуабы шул сама ҡыҫҡа яңғыраны: «Аҙанды ике әйтмәйҙәр».

...Арыу ғына тейәгән атаһы, кәртә яғын урап килеп, өйгә инеп киткәс, Эльза иркенләп тын алды. Иҫеректән бит бөтәһен дә көтөргә мөмкин. Еткән ҡыҙ булараҡ уныһын да яҡшы аңлай ул. Ни тиһәң дә эргәһендә егет остоғо ултыра.

«Егет остоғо» тип кәмһетеүенән Эльзаның күңеле күтәрелде. «Ысынлап та, һин шундаймы?» тигәндәй ул Әмиргә тағы ла бер һирпелеп ҡараны. Ауыл шағиры былай төҫ-башҡа, институтта бергә уҡыған Клара исемле әхирәте һүҙҙәре менән әйткәндә, «нисауа, күҙҙең яуын алмаһа ла, күңелдән тиҙ генә һыҙып ташларлыҡ түгел». Тик ирендәре ҡалыныраҡ икән – үбешеү өсөн яратылғанмы ни?! Әммә буйсан егет йөҙөндә уныһы күҙгә ташланып бармай. Бөҙрәгә тартым ҡуйы сәстәре генә башын ҙур итеп күрһәтә.

Эльзаның уйҙарын хуплағандай, Әмир сәстәрен һыйпап ҡуйҙы. Хәйер, Айнур оҙатып килмәгәнгә асыуы ташҡан ҡыҙҙың ниндәй уйҙарға тарыуын ҡайҙан белһен. Шул саҡ икеһе лә алдан килешкәндәй бер-береһенә баштарын борҙо. Күҙҙәр осрашыуҙан, Эльза тыныс ҡалһа ла, Әмир күңелендә ел-дауыл ҡупты. Егеттең болоҡһоуон Эльза тиҙ аңланы. Шуға ла ул, мөнәсәбәтте ҡуйыртмаҫҡа теләп, баяғы үтенесен яңынан ҡабатланы:

– Миңә арналған шиғырыңды уҡыр ваҡыт еткәндер, моғайын.

– Етеү генә түгел, үтеп китте бит инде. Ҡыуып етергә кәрәк.

– Ауыл осо тулы ат, береһен тот та һыбай елдер.

– Бер үҙем йәм тапмаҫмын шул.

Ни өсөндөр уратып һөйләшһәләр ҙә, Әмирҙең тел төбөн Эльза яҡшы һиҙемләне: ул ғашиҡ. Ә ғашиҡ кеше тотанаҡһыҙ була. Шуғамы уны һиҙгер ҡыҙыҡай: «Шиғыр көтәм», – тип ашыҡтырҙы ла, үҙе тыңларға әҙерләнде. Егет иһә, башын ҡырынайтып, яттан һөйләй башланы:

Минең өсөн генәме ни,

Һандуғастар һайрауы,

Зәңгәр күктән, күҙен ҡыҫып,

Йондоҙҙарҙың ҡарауы?!

Минең өсөн генәме ни,

Шишмәләрҙең ағыуы,

Шаян елдәр ҡайындарҙың

Бөҙрә суғын ҡағыуы?

Минең өсөн генәме ни,

Айлы төндөң булыуы,

Ерҙең өҫтө төрлө төҫлө

Гөл-сәскәгә тулыуы?!

Минең өсөн генәме ни...

Барыһы һинең өсөн.

Ә һин үҙең, ахыры, Эльза,

Йәшәйһең минең өсөн!

– О, һин мине ҡайһылай байыттың! Барыһы минеке, тимәк! Был донъяла һинең өсөн генә йәшәйем икән! Уныһын белмәгәйнем!

Шиғырҙан күңеле булған Эльза маҡтау һүҙҙәрен ана шулай йомарт теҙҙе. Хатта балаларса сәпәкәй итеп алды. Әммә оҙаҡ һоҡланырға тура килмәне уға. Көтмәгәндә магазин яғынан ҡуҙғалған еңел машина фарының яҡтылығы урам буйлап һибелде. Күҙҙәре сағылыуҙан ике ҡулы менән йөҙөн ҡаплаған ҡыҙыҡай, урынынан тора һалып, асыҡ ҡапҡа аша ихатаға инергә лә өлгөрҙө.

– Шиғырың өсөн рәхмәт, – тине ул, ҡапҡаны ябып. – Рөхсәт итһәң, аҙаҡ дәфтәр битенә лә күсерермен, иҫтәлеккә. Ә хәҙергә тыныс йоҡо!

Йорт ишегенә табан атлаған Эльзаның ҡыланышына ниндәй баһа бирергә лә белмәне егет: асыуланыр ине – хаҡы юҡ, көлөр ине – үҙе һемәйеп тороп ҡалды, «китмә!» тип инәлер ине – яҡынайып килгән машина тауышынан барыбер ишетмәйәсәк. Ә бит теге ваҡытта ул, шиғырың яҙылғас, һүҙҙе дауам итербеҙ, тигәйне. Алдашыуы шулмы икән?

 

 

 

 

* Тиҫтерҙәр мәғәнәһендә.

Автор:
Читайте нас