

Бөтөн был ваҡиға, оло гипермаркет залында рәт-рәт булып теҙелешеп киткән һанһыҙ кассаларҙың береһе артында тамам арыуҙан ҡулдарын көскә ҡыбырлатып тауар үткәргән һатыусының, һатып алусыһына ҡарашын күтәреп ҡарауынан башланды. Ҡараны, сөнки тегенеһе нимәлер тип өндәште. Нимә әйткәнен аңламаны ла, ярты тәүлек ошо бер хәрәкәттәрҙе ҡабатлауҙан, аҡса һанауҙан һәм сират менән аралашыуҙан тел дә, баш та, яурындар ҙа үҙеңдеке түгел кеүек була башлай. Шунлыҡтан смена аҙағына кассаға яҡын килгән, артыҡ һүҙ ҡатҡанды ҡан дошманың иткәндәйһең. Эш көнөнөң һуңғы сәғәттәрен атҡарып маташҡан Зөлфиә, кассаның быяла тәҙрәһе алдынан тауарҙарҙың штрих-кодын пипелдәтә-пипелдәтә тикшереүҙән туҡталмайынса ғына, ҡаш аҫтынан өҫкә һирпелде. Ризаһыҙ, асыулы ине уның был ҡарашы. Хатта башын да күтәрмәйсә, күҙ алмаларын ғына күсергәйне... шул килеш ҡатып ҡалды. Бер нисә секундҡа. Ул арала ҡулындағы тауарҙы аппарат ике ҡат инеп һанап өлгөрҙө. Сигналдың икенсе тапҡыр сыйылдағанынан айнып, өйрәнгән бармаҡтары менән төймәләрен тиҙ-тиҙ баҫҡылап кире минусланы. Унан, бер генә мәл иҫен йыйғандай итте лә, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ ҡурҡынысҡа ҡаршы торорға әҙерләнеп, ҡапыл башын ҡалҡытты. Һәм был бәлә ысынлап та ҡасып ҡотолғоһоҙ ине.
– Һаумыһығыҙ, – тауарҙарын шылдырып алып барған таҫма аръяғындағы ир йылмайҙы. Шул! Үҙе! Инде йылмайғас, арыуҙан да, ҡото осоуҙан да күрмәй киткәндәй булған күҙҙәренә тамам ышанды Зөлфиә. Ышанғас тағы ла нығыраҡ ҡаушаны, аңшайҙы хатта.
– Һау-мы... – ирендәрен генә ҡыбырлата алды, тауышы сыҡмаҫ булды ла ҡуйҙы, хәйерһеҙ. Ҡаршылағы яуабын аңланы шулай ҙа.
– Ошонда осратырмын тип һис тә уйламағайным... Һинме-түгелме тип, баянан бирле уралам, инде, ахырҙа, һөйләшеп ҡарамайынса белеп булмаҫ тип, бына, кассаңа килдем. Зөлфиә, һин күптән...
– Мең ике йөҙ ҙә туҡһан биш һум.
– Зөлфиә...
– Ҡулаҡса менән түләйһегеҙме, картамы?
Ир ҡарашын ҡатындың йөҙөнән шылдырмай ғына кеҫәһенән бумажнигын сығарып, эсенән ҡулына эләккәндәрен алып һуҙҙы. Зөлфиә уларҙы аҡса тикшергес аша үткәрҙе лә, кәрәген алып, артығын касса ситендәге тәрилкәгә һалырға иткәйне, һатып алыусы ҡулын һуҙып өлгөрҙө. Күҙ асып йомған арауыҡта ғына ҡатындың бармаҡ остары ирҙең усына тейеп китте. Шул ҡағылыуҙан да ҡулына ут тоҡанғандай булды.
– Зөлфиә, мин һине ошонда көтәм, - тегегә, артынан баҫып килгән сиратҡа урын биреп, ары шылыуҙан башҡа сара ҡалманы. Тауарын пакетҡа тултырҙы ла китеп барҙы.
Юҡ, бөтөн был ваҡиға күпкә элегерәк башланғайны. Уның башы ошолай булды.
Рәссамдар мәктәбен тамамлап та, рәссам булыу хыялынан баш тартты Зөлфиә. Күңеле шул ҡағыҙҙар менән ҡәләмдәрҙә генә булһа ла, ата-әсәһенең, туғандарының кәңәшен тыңланы. “Рәссамға уҡып һин кем булаһың? Һүрәт төшөрөп кенә йәшәп буламы? Ижад кешеләре улар ғүмер буйы ас-яланғас йөрөй”, -- тине улар. Әлбиттә, бөтөн был әйтелгәндәрҙең мәғәнәһен аңлап етмәй ине әле Зөлфиә, әммә теләгенең ололар тарафынан хупланмауы һағайтты. Уҡытыусыһы, билдәле рәссам Игорь Сергеевич ҡына бошонғандай булды иң һәләтле уҡыусыһының икенсе юл һайлауына. “Ярай, - тине бер аҙ өндәшмәй ултырғас ул да, - тимәк, шулай ваҡыт кәрәктер, күңелеңдә ижадҡа һөйөү, һәләт бар икән, ул ер аҫтындағы шишмә кеүек ул, барыбер бер килеп сығыу юлын таба. Ваҡытың йәл, шул ғына, бушҡа китәсәк йылдарың йәл...” Йәш ине ул саҡта Зөлфиә, йылдары ла, ваҡыты ла күп, бик күп кеүек ине. Икенсе һөнәр һайлап, студент булып китте.
Ятаҡҡа килеп урынлашҡас, яңы ғына студент тормошона аяҡ баҫҡан “перваш” ҡыҙҙарҙы энә күҙәүенән үткәрҙе егеттәр. Теге “һары ауыҙҙар” улай-былай ҡаранып күҙ-баш алғансы, сибәрерәктәрен ҡармаҡлап та өлгөрҙөләр. “Әйҙә ҡаланы күрһәтәм”, “Әйҙә китапханаға алып барам”, бик булмаһа, “Һағындыңмы, ҡайтҡың киләме?” тип яҫымлы өндәшеү ҙә етә ине бына-бына балауыҙ һығырға торған ҡыҙ-ҡырҡынға.
Зөлфиәгә лә һүҙ ҡушыусылар, осрашыуға саҡырыусылар аҙ булманы. Ҡыҙыҡ та, күңелле лә ине шулай иғтибар үҙәгендә булыу. Ул үҫкән ҡаласыҡта уны йәштәштәре белә, ул да күптәрҙе белә, әлбиттә, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Кемдәрҙер менән интернет аша хатлашты ла, ял көндәрендә кино-катоктарға барҙы, паркка сыҡты, әммә берәүгә лә етди иғтибар итмәне ул.
Бер көн бүлмәләге ашнаҡсы сираты уға еткәс, тырышып йөрөп картуф ҡыҙҙырҙы ла, таба тотҡаһын тотоу өсөн таҫтамал артынан ғына барып килгәнсе, ризығын юғалтты. Шул арала елдәр иҫкән табанан. Ҡалайтырға тип аптырап торғанда, ятаҡтың иң күркәм егеттәренең береһе, Зәбир килеп инде. “Зәбир ағай” тип һөйләй уның хаҡында курсташтары ауыҙ тултырып. “Ағай” тиерлек тә, дүртенсе курс студенты, етмәһә ятаҡта ғына түгел, бөтөн институтта күҙ өҫтөндәге ҡаш. Концерттар булһынмы, кисәләрме, байрамдармы – ул ойоштора. Коридорҙа уҡытыусылар ҡул биреп күрешеп, арҡаһынан ҡағып китәләр. Әле шул егет инеп, газға сәйнүк ҡуйҙы ла, һаман шул тирәлә тапанған ҡыҙҙы шаяртырға булды:
– Нишләй, бәпес, ҡурсағың юғалдымы әллә?
– Картуф... табаһы менән, - Зөлфиә, бик уңайһыҙланһа ла, дөрөҫөн әйтмәй булдыра алманы.
– Әһә, – Зәбир күҙҙәрен генә көлдөрөп ҡарай биреп торҙо, - әйҙә әле, хәҙер табабыҙ беҙ уны.
Зөлфиәгә оҙон-оҙон баҫып коридор буйлап киткән егеттең артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ике-өс бүлмәнең төбөндә туҡтап киттеләр ҙә, бер ишек алдына еткәс, Зәбир, эҙ алған эт кеүек һауаны еҫкәп, тағы ла баяғы кеүек шаян ҡарап өндәште:
– Бына бында әлеге мәл ҡыҙҙырылған картуф ашайҙар, – үҙе шунуҡ ишекте шаҡып та ебәрҙе:
– Егеттәр! Ринат! Камил! Асығыҙ!
Эстә ҡапыл ғына нимәләрҙер даһырланы, шатырланы ла, ашығып килеп асып та ебәрҙеләр.
– Тә-әк, – Зәбир үтә биреп бүлмәне байҡаны, – ҡайҙа картуф?
Ауыҙҙарын һөртөп тә өлгөрмәгән икенсе курстар танырға маташманы ла:
– Зәбир ағай... беҙ хәҙер уларға яңынан ҡыҙҙырып бирәбеҙ, картуф бар ул, май ғына юҡ, – араларынан берәү шулай мығырланы.
– Биш минуттан таба кухняла сыжлап ултырһын, -- Зәбир оҙон бармаҡтарында ниндәйҙер сынйырҙы өйөрөлтә-өйөрөлтә, кеселекле шымып ҡалған втораштарға алмаш-тилмәш һынсыл ҡарап алды. – Аңлашылдымы?
– Аңлашылды! – тине тегеләре бер ауыҙҙан. Ул арала ялтыратып өлгөрөлгән табаны йәшерелгән урынынан сығарып, кеме уны йыуырға, кеме картуф әрсергә йүгерҙе. Зөлфиәгә иһә, май өҫтәп, плитә янына һаҡҡа баҫырға ғына ҡалды.
– Бына ошондай ул ятаҡ тормошо, ҡурсаҡ, саҡ ҡына ауыҙыңды асып торһаң ас ҡалаһың, – ниндәйҙер сәбәп табып һаман кухня тирәһендә өйөрөлгән Зәбир ҡыҙ янына кире килде. – Исемең нисек әле һинең?
– Зөлфиә.
– Мин...
– Һеҙҙе беләм инде, Зәбир ағай.
– Ағай тип... Зәбир тиген, – егет ҡыҙҙы баштан-аяҡ байҡап алды. – Аҡтирмәгә барғаның бармы?
– Юҡ... – Зөлфиә ул “аҡтирмә”нең ни икәнлеген дә белмәгәненә уңайһыҙланды.
– Иртән унда ритаям, миндә саҡырыу ҡағыҙҙары бар, әйҙә, алып барам.
– М-минеме?.. – ҡыҙ бөтөнләй юғалып ҡалды. – Унда нишләйҙәр һуң?
– Ритаямда бейейҙәр инде, күңел асалар, билдәле артистар сығыш яһай. Әйҙә?
– Әллә...
– Значит алтынсы яртыла мин һинең артыңдан инәм, әҙер тор, йәме, – егет “бына шулай” тигәндәй, бармағын шартылдатты ла, күңелле көй һыҙғырып китеп тә барҙы.
– Ҡыҙҙа-ар! – Зөлфиә эҫе табаһын өҫтәлгә саҡ ҡуйып өлгөрҙө. – Ҡыҙҙар! Зәбир ағай мине иртәгә Аҡтирмәгә саҡырҙы!
– Алдама! – карауатында аунап китеп китап уҡыған Әсмә “ялп” итеп башын күтәрҙе. Ул бит килгән көндән алып шул егет хаҡында һөйләй.
– Алдаһа – ышанма! – Зөлфиә лә бирешмәй.
– Шуға бер сәғәт картуф ҡурҙыңмы? – ашамһаҡ Нурияны тамаҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра әлеге мәл, – Бында астан үлә яҙылды.
– Уф, ҡыҙҙар, белһәгеҙ? Нимәләр генә булып бөтмәне! -- хәҙер инде Зөлфиә сәй артында картуф мажараһын һөйләп көлдөрә. Ә Зәбирҙең иғтибары иһә ҡыҙҙар алдында дәрәжәһен бермә-бер үҫтереп ебәрә.
– Юҡҡа шул бәрәңгене үҙем ҡыҙҙырырға сыҡмағанмын, эх! – тип үрһәләнә Әсмә, Зөлфиәне тыңлағас.
– При чем бында картуф? Ул бит Зөлфиәгә күҙ һалған, – утҡа май һипмәһә Нурия Нурия буламы инде? Тик Әсмә лә ҡуймай:
– Зөлфиә, һиңә Зәбир ағай оҡшамай ҙа инде? Уны баштан уҡ мин оҡшаттым. Шулай булғас, давай мин барам уның менән?
– Зөлфиәне саҡырған бит инде! Иҫәр! – Нурия бот сапты.
– Беләһегеҙме нисек итәбеҙ? Иртәгә ул килеүгә, һин, Зөлфиә, ауырыған булып ят та, мин “әйҙәгеҙ иптәшкә мин барам” тим лә ҡуям, – үҙ тапҡырлығына үҙе шат Әсмә.
– Әбейме ни ул һиңә тиктомалдан ауырып йығылырға? Ышанмай инде ул!
– Ҡыҙҙар! Талашмағыҙ! – Зөлфиә ҡыҫылмаһа былар хәҙер шау-шыу ҡуптара. – Әйҙәгеҙ, өсөбөҙ ҙә барабыҙ, тиәйек. Улай күңеллерәк тә булыр. Атыу миңә лә Зәбир ағай менән икәүҙән икәү китеп барыу уңайһыҙ.
– Ә быны ниңә алабыҙ? – Әсмә иҫе китмәй генә Нурияға иҙәй.
– Нисек “ниңә”? Һине ниңә, мине лә шуға!
– Все! Бөттө! Йәки өсөбөҙ ҙә бара, йәки беребеҙ ҙә йөрөмәй!
...Эй, күңелле булды ритаямда! Ҡыҙҙар ҡыҙарып бешкәнсе бейене. Түңәрәк булып та, парлашып та тыптырлаштылар ғына. Гармунды ҡурай, ҡурайҙы магнитофон алмаштырып торҙо, зал тулы йәштәргә инәлеү кәрәкмәне, вальс көйө ҡолаҡҡа салыныу менән парлаша һалып та бөттөләр.
Зәбирҙе бында ла барыһы ла белә, ҡыҙҙар телевизорҙан ғына күреп белгән артистар ҡул биреп тороп иҫәнләшә уның менән. Бая Зөлфиәнең шартына күнеп өсөһөн дә эйәрткәйне, әле өсөһөн дә йә туңдырма йә һут менән һыйланы. Бер туҡтауһыҙ шаяртты, көлдөрҙө. Шулай ҙа вальстарҙың барыһына ла тик Зөлфиәне генә саҡырҙы. Курсташ ҡыҙҙары Зәбирҙең бөйөрөнә төртөп үтте, ҡайһылар: “Әһә, Зәбир килен тапҡан”, - тип шаяртты. Нисек тә күптәрҙең күҙе уларҙа булды.
Ошо йоманан башлап Зәбир был бүлмәнең йыш ҡунағына әйләнде. Үҙен ихлас, иркен тотто ул. Килгәндә лә һәр ваҡыт берәй яңылыҡ менән килде. Йә киноға, йә концертҡа саҡырҙы. Студсовет рәйесе булғас ҡалалағы йәштәр ойошторған һәр төрлө сараларға ла саҡырыу ҡағыҙы була ине. Ҡыҙҙарҙы ҡабаландырып йыйындыра ла алып сығып та китә. Тегеләре Зәбирҙең шаҡыуынан уҡ танып, һикерешеп тороп баҫалар ине.
Бөтә ятаҡ Зөлфиәне Зәбиргә “ҡушты”. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Йәнәһе, уларҙың мөхәббәт. Йәнәһе, инде мөнәсәбәттәре бик тә етди. Йәнәһе, тиҙҙән туй! Шул уҡ ваҡытта Зәбирҙе ташлашҡан ҡыҙына үс итеп йөрөй, тиеүселәр ҙә булды...
Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.