Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Июль 2023, 04:25

Туҡталҡа Повесть (7) Риф ТОЙҒОНОВ

– Ауыл халҡына араҡы һатып, кеҫә ҡалынайтып ятмаһын! – Әллә ҡасан яуапҡа тарттырырға ине!

Туҡталҡа Повесть (7) Риф ТОЙҒОНОВТуҡталҡа Повесть (7) Риф ТОЙҒОНОВ
Туҡталҡа Повесть (7) Риф ТОЙҒОНОВ

* * *

 

– Әһә, эләктеңме? – тип милиция формаһындағы берәү, Сауҙагәр Шәрифтең ҡулына бығау һалып, һөйрәп тигәндәй бүлмәһенән алып сыҡты. Йорт хужаһы, был хәлдең яҡшыға түгеллеген һиҙенгәнгә лә, аяҡтарын тупһаға терәп, үҙенсә ҡаршылыҡ күрһәтеп маташты. Әммә көс нисбәтенең тигеҙһеҙлеге уға оҙаҡ айҡашырға ирек бирмәне.

«Яҡлашырға ла бит эргәмдә бер кем юҡ, – тип аптырай ул. – Мөртәт кейәү ҡайҙа олаҡты икән? Ҡурҡынысты алдан белеп, ҡасып киткәнме әллә? Ә бүтәндәр?»

Милиционер менән тартҡылашҡан Шәрифтең иһә веранда күтәрмәһендә күренеүен ауылдаштары, геү килеп, ҡәһәрләп ҡаршыланы. «Был тиклем халыҡ ҡай арала йыйылып өлгөргән, – тип тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнә ул. – Һәр береһенең йөҙөндә – мыҫҡыллау. Ауыҙҙары йырылған Сабитулла менән Ғатаулла ла, һиңә шул кәрәк, тигән ҡиәфәттә ғорур баҫып торалар. Мәсхәрәһенә түҙер ҙә, харап ҡына итмәһәләр ярар ине үҙен...»

Төрлө урындан аҡырған тауыштар әленән-әле килеп ҡушыла:

– Ауыл халҡына араҡы һатып, кеҫә ҡалынайтып ятмаһын!

– Әллә ҡасан яуапҡа тарттырырға ине!

– Хөкөм! Хөкөм! Хөкөм!

Шәриф иһә, ҡулын юғары күтәреп, уларҙың тынысланыуын һорай. Ярлыҡау һүҙҙәре әйтергә теләй, әммә уны иғтибарға алыусы ла юҡ. Бөтәһе лә бер тауыштан хөкөм талап итә. Ғәрлегенән күҙҙәренә йәш тулып, башын түбән эйә ул.

...Һулҡылдап илауынан тертләп уянды Сауҙагәр Шәриф. Өҫтөндәге одеялды һирпеп, иркен тын алды ла: «Был ниндәй хәйерһеҙ төш?» – тип бер аҙ уйланып ятты һәм, тир бәреп сыҡҡан маңлайын һөрткәндә, тәҙрәгә күҙ һалды. Йәйге төн ҡыҫҡа булһа ла, таңдың әле яңы ғына һыҙылып килгәнен шәйләп: «Иртә икән», – тип уңайлы яғына әйләнде.

«Ысынлап та, был ниндәй хәйерһеҙ төш күрҙем? – тип үҙ алдына яңынан ҡабатланы йорт хужаһы. – Әллә береһенең ялыу яҙып ебәреүен аңғартамы? Бик тә ихтимал. Көнсөллөгө эсенә һыйыша алмай йөрөүселәр әҙме ни?»

Шулай ҙа ул: «Төшкә нимә генә инмәҫ», – тип үҙен тынысландырырға тырышһа ла, күңел түрен өйкәгән икенсе шик-шөбһәһе лә тынғылыҡ бирмәне: әгәр ҙә төшө дөрөҫкә сыҡһа? Ул саҡта бит уны ҡартайған көнөндә тотош районға хур итәсәктәр. Әллә, киреһенсә, ауыл халҡы быға юл ҡуймаясаҡмы? Хатта одеялды яңынан бөркәнеп, ул үҙенең файҙаһына булған серле тамашаны былайыраҡ күҙ алдына баҫтырҙы. Йәнәһе, милиция формаһындағы әҙәм аҡтығы уны, машинаға ултыртып, алып китергә итә. Ә балта, һәнәк, көрәк менән ҡоралланған ауылдаштары уға: «Не позволим!» – тип оло яу булып ҡаршы сыға. Тегеһе – йәмәғәт тәртибе һағында тороусыһы – ҡурҡышынан Шәриф ҡулындағы бығауҙы ысҡындырып, һыпыртыу яғын ҡарай. Йәмһеҙ аҡырғандар араһында кемеһелер хатта: «Йәшәһен беҙҙең Шәрифулла ағайыбыҙ!» – тип һөрән һала.

Рәхәтлектән күҙҙәрен йомһа ла, башҡаса йоҡо алмауын тойғанға, ул одеялын өҫтөнән ҡабат алып ташланы. Торор ине – иртәрәк. Шулай ҙа ята торғас, йорт хужаһы ике-өс көн элек кенә ике туған ҡустыһы Капитан янына кереп сығыуын иҫенә төшөрҙө. Үҙенең мөшкөл хәлен самалағанғалыр инде, ана нимә ти: «Зат-ырыуым, туған-тыумасаларым алдында йөҙөм яҡты: тапҡандарымдың береһе лә хәрәм түгел».

Ни өсөндөр ул «хәрәм»гә ҡағылышлы һүҙҙәрен өс тапҡыр бышылданы. Эргәһендә ултырған Шәриф уныһын асыҡ ишетте. Тик сирлене йәлләүҙән тыуған кисереше арҡаһында ул быға әллә ни иғтибар йүнәлтмәне. «Эйе, эйе», – тип хәбәр ыңғайына баш һелкеп кенә ултырҙы.

Ә кисә йоҡларға ятыр алдынан Сауҙагәр, баш һелкеп тыңлаған һүҙҙәрен хәтерендә яңыртып, тертләп киткәндәй булды. «Миңә төрттөрөп әйтте микән әллә? Элегерәк тә бит бер нисә тапҡыр уның ауылдаштарына араҡы ташып һатыу итеүен өнәмәүе тураһында белгерткәйне. Хатта, Хәмит еткереүенсә, ир-ат йыйылған ерҙә – хужалыҡ фермаһы янында – ауыл шағиры Әмиргә: «Шәрифулла ағайымдың алама ҡылығын фашлап гәзиткә мәҡәлә йә таҡмаҡ яҙыр инең», – тип тәҡдим яһаған. Ярай әле уныһы ҡотороп китмәгән. «Беренсенән, – тип ҡаршылашҡан ул, – беҙҙә башҡортса гәзит сыҡмай. Икенсенән, урыҫ телен мәҡәлә яҙырлыҡ кимәлдә үҙләштермәгәнмен, өсөнсөнән, таҡмаҡ йәки шиғыр менән генә хәҙер халыҡты шаҡ ҡатырып булмай».

Капитанға бәйле: «Үлергә ятҡанда ла кеше тикшермәһә», тигән асыулы уйы иһә Сауҙагәргә, урынынан тороп, кейенергә сәм бирҙе. Шул арала әбейе лә, уянып, уға һүҙ ҡушты: «Ниңәлер бөгөн тыныс йоҡламаның, һаташтың». Шәриф өндәшмәне. Был ваҡытта ул: «Әгәр ҙә йоҡларға ятыр алдынан Капитан һүҙҙәрен иҫкә алмаһам, бындай ҡотһоҙ төшкә тарымаҫ инем», тип үҙенә эстән үкенес белдерҙе.

Тышҡа сыҡҡас, яңы көн тыуыуының сихри хозурлығынан йорт хужаһы өйҙәге үкенесен тиҙ онотто. Аҙбар яғына барышлай, ул, һәр көндәгесә, Ҡатыралы йылғаһының сылтырап ағыуына ҡолаҡ һалды. Ни өсөндөр иртә таңда ғына ошолай моңло ишетелә был тауыш. Сәбәбен белмәй ул. Хәйер, белергә лә тырышҡаны юҡ. Үҙе йәшәгән тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө кеүегерәк тәбиғи ҡабул итә уны.

Йортона табан кире боролғанда, Шәриф этенең, ҡойроҡ болғап, янында уралмауын иғтибарға алды. Ғәҙәттә бит ул хужаһы ишектә күренеү менән сабып килеп: «Төн тыныс үтте, бөтәһе лә тәртиптә!» тигән һымаҡ, тамаҡ өмөт итеп, тоғро күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торор ине. Ә был юлы ояһынан башын да сығарманы. «Бәй, – тип ғәжәпкә ҡалды Сауҙагәр, – эткә ни булған?» Төнгөлөккә бит уны аҙбарҙан урам ҡапҡаһына тиклем һуҙылған тимер сымға дүңгәләкле сынйыр менән эләктереп ҡуя ул. Шул арҡала дүрт аяҡлы һаҡсы таң атҡансы бөтөн ихата буйынса тегеләй-былай иркенләп сабып йөрөй.

– Ҡашҡар! Ҡаш-ҡар!

Әле Шәриф, этенең сынйырын тимер сымдан ысҡындырыр өсөн, исемләп саҡырҙы. Тегеһе башҡа ваҡыттағыса атлығып килеп сыҡманы. Көттөрә биреп пәйҙә булды ул хужаһы алдында. Этенең бындай ҡыланышына уның һарыуы ҡайнай башлағайны. Шуға күрә берҙе тибеп ебәрергә лә самалағайны. Әммә Ҡашҡарҙың ҡанға буялған моронон күреп, һиҫкәнеп китте. Нимәгә юрарға белмәй торғанда, арттан әбейенең шомло тауышы ишетелде: «Бабай, бабай, ҡара әле, ҡапҡа янында нимә ҡыҙарып ята?» Сауҙагәрҙең асыуын яңынан ҡабартты был өндәшеү. Яуап урынына ҡатыраҡ һоғондорорға ла иҫәбе бар ине, үҙен тыйып өлгөрҙө. Күҙәтеп тормайҙармы тигәндәй, тирә-яғын байҡап, ҡапҡаға табан атланы.

Шик-шөбһә тыуҙырғандың кәзә башы булыуы асыҡланғас, әбей төкөрөнә башланы:

– Тфү, тфү, сихырлап ташлап киттеләрме икән?!

Бабайының асыулы ҡарашы уға оҙаҡ ләпелдәргә ирек бирмәне. Өҫтәүенә уныһы һуҡ бармағын ирененә тейҙереп: «Был хаҡта ләм-мим!» – тип иҫкәртеү яһаны. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап ғүмер итеү һөҙөмтәһелер инде, әбейе, шундуҡ шымып, ҡомғанын тотҡан килеш үҙ алдына уҡына- уҡына кәртә яғына йүнәлде.

Кемдең этлеге икән?

Әбейе киткәс, Сауҙагәр Шәриф күңелендә иң элек ошондай һорау тыуҙы. Яуап ишетергә теләгәндәй, ул хатта эте яғына боролоп ҡараны. Уныһы ни рәхәтләнеп яланып ултыра. «Ысынлап та, Ҡашҡар бөгөн ҡалъялы төн үткәргән икән», тип уйлаған ыңғайға йорт хужаһы таланған кәзә башына ерәнеп ҡабат күҙ һирпте. Бер аҙҙан инде уның тәүге һорауына яңылары өҫтәлде: «Нишләргә? Ҡайҙа олаҡтырырға? Ауыл буйлап йөрөп: «Кәзә башы кемдеке?» – тип нисек һорашаһың, мәсхәрәһе ни тора. Хәйер, һорашыр ҙа инең, эте бит уның танырлыҡ ерен ҡалдырмаған. Әллә тауыш-тын сығармай ғына ергә күмеп ҡуйырғамы?..»

Һорауҙарҙың һәр береһендә хаҡлыҡ бар һымаҡ. Күңеле менән Шәриф барыһына ышанһа ла, аҡылы менән, киреһенсә, ҡабул итеп бөтөрмәй. Нәҡ уртала тик тора. Әммә ваҡыт ҡыҫа. Ауыл халҡы иртә уяна, шуға тиклем был емтектән нисек тә ҡотолорға кәрәк.

«Ҡотолаһың да бит, – тип тағы үҙенә ҡаршы төшә ул. – Ә кемдең этлеге булыуын асыҡламайһыңмы ни? Ошо йәшеңә етеп, шулай мыҫҡыллаһындар әле. Әүәлдән тамырҙары менән ошо ергә ереккән ғорур ырыуҙың лайыҡлы быуыны икәнеңдс онотма! Холҡоңда орҙом-бәрҙем ҡыланыу юҡ, гел уйлап эш иттең. Был юлы ла ашыҡма. Ҡурҡыныс төш күреүеңдә алдан иҫкәртеү түгелме икән?»

Шәриф сепрәк менән кәзә башын мөгөҙөнән тотоп аҙбар артына алып сыҡты ла өйөлгән утын эргәһенә ташлап, өҫтөнә бер ҡосаҡ иҫке һалам ырғытты. Ытырғанып башҡарған эшенән былай ҡәнәғәт ҡалһа ла, «Кемдең этлеге икән?» тигән тәүге һорауы йөрәгенә йәнә шом һалды. Ә бит бындай сетерекле хәлдәрҙә ул бер ҡасан да юғалып ҡалмай, төшөнкөлөккә бирелмәй торғайны. Һәр ваҡыт һыуҙан ҡоро сығыр юлын таба ине. Тик ниңәлер бөгөн икеләнде. Шул арҡала әле лә үҙен атлы барып йәйәү ҡайтҡан кеүек хис итте. Ошо кисереше уға әбейе менән ҡыҙы һауған һыйырҙарҙы, кәртә тулы мал-тыуарҙы көтөүгә ҡыуғанда ла һис тынғылыҡ бирмәне.

Шулай ҙа йәшәү йылыһы таратҡан ҡояштың, үҙ ваҡытын белеп, тау артынан иркен күк көмбәҙенә яйлап ҡына күтәрелеүе йорт хужаһын бер аҙ тынысландырҙы. Ләкин нурға тула барған илаһи тәбиғәт менән уға оҙаҡ һоҡланырға форсат теймәне. Ҡыҙы менән утъяҡҡыста мәж килгән әбейе ҡысҡырып өндәште:

– Тауыҡтарға, ҡаҙ-өйрәктәргә ем бирһәңсе...

Келәткә табан ыңғайлаған Шәриф ҡолағына ҡыҙыныңда әсәһенә әйткән һүҙҙәре яҙа-йоҙа килеп инде:

– Атайыма ни булған?.. Балтаһы һыуға төшкән кеүек йөрөй. Сирләйме әллә?

Атаһының тәне түгел, йәне сирләүен ҡайҙан белһен ҡыҙы. Ҡош-ҡортҡа ем биреп, быҙауҙарҙы Ҡатыралы буйына ҡыуып ҡайтыуына ихатала һиллек урынлашҡан ине. Ҡыҙы менән кейәүе эшкә киткән, ә ейән-ейәнсәрҙәре йоҡонан тормаған әле. Хәҙер ул, ҡул-битен йыуып, әбейе менән иртәнге сәйгә иркенләп ултырасаҡ.

«Ултырыуын-ултырырмын да, – тип дауам итә үҙе уйҙарын, – тик бына кәзә башы менән нишләргә?» Кемдәндер тел ярҙамы өмөт иткәндәй, ул урамға ла күҙ һирпеп алды. Һирәк-һаяҡ үткән кешеләрҙең һәр береһе менән дә сер уртаҡлаша алмай шул, көлкөгә, хатта мәсхәрәгә ҡалыуың бар. «Улай икән, – тип үҙен шелтәләүгә күсә ул, – нимәгә оло баҙар ҡуптарырға? Оноторға һәм вәссәләм!»

– Шәрифулла олатай, һаумыһығыҙ!

Һаулыҡ һорашҡандың Айнур булыуын таныған Сауҙагәр, уйҙарынан арынып, ҡапҡаға яҡын килде һәм: «Арыу ғына», – тип яуап бирҙе лә, егет ҡулында салғы күреп, уны һорау рәүешенә күсерҙе.

– Бесәнгә төшәһеңме?

– Юҡ та. Ғилман ағайға тапатырға алып барам.

Айнур юлын артабан дауам итеп, һөйләшеүҙең өҙөлөүенән ҡурҡты ул. Шуға ла, китеп бармаһын, тигәндәй, йәһәт кенә ҡапҡаның урам яғына сыҡты. Шул арала, теге кәзә башы тураһында әйтергәме-юҡмы, тип бер туҡтауһыҙ икеләнде.

– Тауҙағы эшегеҙҙе бөтөрҙөгөҙмө? – Шәриф тарафынан һүҙҙе ялғау өсөн бирелгән һорау булды был. Ә күңелен өйкәгәнен асып һалырға һаман да ҡыймай.

– Бөтөрҙөк тиһәң дә ярай. Бөгөн тирә-яғын йыйыштырырға барабыҙ.

– Бик изге эш башҡарҙығыҙ.

Ихлас маҡтаһа ла, был яңылыҡ унда ҡыуаныс тыуҙырманы. Киреһенсә, кәйефен ҡырҙы. «Эш бөткәс, – тип ҡыҙҙы ул эстән, – вәғәҙә иткән таҡталарҙы Сабитулла хәҙер ҡайҙан ала инде? Әммә Айнурҙың китергә самалауы йорт хужаһының баяғы икеләнеүен дә, әлеге кәйефе ҡырылыуын да күҙ асып йомған арала юҡ итте лә ҡуйҙы. Шуға ла ул: «Әйҙә әле, эскә үтәйек», – тип һүҙ ҡушырға ашыҡты.

Оло кешенең үтенесен нисек кире ҡаҡһын инде егет. Ул, салғыһын ҡапҡа төбөндә ҡалдырып, Сауҙагәргә эйәрҙе. Ихата аша үткәндә иһә, ҡотһоҙ этте күреп, аҙымын аҡрынайтһа ла хужаның: «Бөгөн унда һинең ҡайғың юҡ», – тип ғәҙәти булмағанса тынысландырыуы уға ҡабат ҡыйыулыҡ өҫтәне. Артабан улар һүҙһеҙ генә атланы. Ҡапҡа төбөндә тыуған уйҙарына ярашлы Шәриф аҙбар артына сығыу менән Айнурға бөтәһен дә аңлатып бирергә тейеш ине. Ләкин күҙҙәре күргәндән үҙе лә шаҡ ҡатты: себендәр һырыған кәзә башы ҡояшта «ҡыҙынып» ята. Янында ғына тауыҡтарҙың тибенеп йөрөүенә ҡарағанда, йорт хужаһы ырғытҡан бер ҡосаҡ иҫке һаламды улар туҙҙырған булып сыға.

– Ну был хәсистәрҙе! – тип ҡаты өндәште Шәриф, Айнурға тәүәккәллек бирергә теләгәндәй. Ә тауыҡтар, әйтерһең, уның аҙбар артында күренеүен генә көтөп торғандар, йүгереп килеп аяҡтарын суҡый ҙа башланылар үҙҙәренсә ем талап итеүҙәре шулдыр инде. – Туймаҫ тамаҡтар! Заманы менән бергә улар ҙа үҙгәрә. Элегерәк кешегә яҡын килергә ҡурҡа торғайнылар. Ә хәҙер былары – бройлер тигәндәре – өҫтөңә менеп килә. Күрәһеңме, емтектән дә тартынмайҙар...

Шулай һөйләнгән йорт хужаһы Айнурға әйләнеп ҡараны ла баяғынан да нығыраҡ шаҡ ҡатты: ерәнеүенән егет бына-бына ҡоҫоп ебәрер кеүек, һытыҡ йөҙөндә нур тамсыһы ҡалмаған. Күҙҙәре тирәләй йыйылған йәштәр ҙә ҡарашына уның шом өҫтәгән. «Күңеле уйнай икән бының», – тип уйланы Шәриф, үҙен тыныс тоторға тырышып. Ошолай, килеп тыуған уңайһыҙ хәлдән нисек сығырға белмәй торғанда, уҡшыған Айнур, ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, кире боролдо ла тиҙерәк китеү яғын ҡараны.

Егет ҡыланышына йорт хужаһы үҙенсә баһа бирҙе:

– Һалдатлығыңа төкөрәйем!

Шул ыңғайға ул еңелсә генә төкөрөп ҡуйҙы. Шулай ҙа турһайған ауыҙ ситтәренең һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡалтырауы тиктәҫкә түгел. Бүртенеп ҡыҙара башлаған йөҙө лә күңел төбөндә яралған асыуының яйлап ҙурая барыуына ишара яһай. Әммә уныһы саманан ашып ташырға өлгөрмәне, утъяҡҡыстан әбейенең: «Бабай, сәй эсергә ин!» – тигән саҡырыуы ишетелде. Ошо тауыш әле Шәрифте үҙ асылына ҡайтарҙы шикелле. Ул ҡабаттан еңелсә генә төкөрөп ҡуйҙы ла, ҡул һелтәп, ихатаға ыңғайланы.

Ут ҡапҡандай ашыҡҡан Айнур ҙа ҡапҡанан төкөрөнә-төкөрөнә сығып китте. Себен һырыған кәзә башын күреүҙән ул, ысынлап та, аңҡы-тиңке булғайны. Көтмәгәндә уҡшыр мәлгә етеүенең дә сәбәбе аңлашыла. Чечняла егет яуҙаштарының башын өҙөп юлға ташлап китеүҙәренә лә шаһитлыҡ ҡылды. Араларында ҡолаҡтары, танауҙары ҡырҡылғандары ла, күҙҙәре һытылғандары ла осраны. Ошондай мәхшәрҙән һуң йоҡоһоҙ үткәргән төндәр яфаһын да татыны ул байтаҡ. Әле килеп, бөтәһе лә яңынан күҙ алдына баҫты...

...Бергә хеҙмәт иткән Сергейҙың да ғүмере фажиғәле тамамланды. Чечендарҙы бигерәк күрә алманы ул. Ике һүҙҙең береһендә: «Тас маңлайына берҙе сәпәгәндә», – тип ҡабатларға яратты. Ирек ҡуйһаң, бала-сағаға ла автомат күтәрергә тартынмаҫ ине. Шулай ҙа уға тиреһенә һыйыша алмай оҙаҡ йөрөргә яҙманы: блок поста торғанда көпә-көндөҙ ғәйеп булды ла, ике-өс көн үткәс, өҙөлгән башын уның шул уҡ блок-посҡа төндә ырғытып киттеләр.

Ләкин Айнур урамда үҙ уйҙарына күмелеп оҙаҡ бара алманы. Башта уны һаулыҡ һорашып үткән ике-өс бала албырғатты. Унан һуң, биш-алты аҙым атлауға, үрге ос Хәмит осраны. Баш ҡағып ҡына иҫәнләштеләр.

– Магазин асылмағанмы?

Эскелектән йәм табып йәшәгән кешенең һорауын Айнур аңлап ҡабул итте.

– Юҡ әле. Иртәрәк бит.

– Ҡайҙан иртә ти? Сәғәт туғыҙ тулды.

Егет сәғәтенә ҡарап алды.

– Унынсы киткән икән.

– Магазинды ваҡытында асһа, Ҡатыралы кирегә ағыр. Бигерәк оятһыҙ ҡылана.

Һатыусы Мөхлис исеменә ләғнәт һүҙҙәр яуҙырып, Хәмит шешенгән йөҙөн һыпыра-һыпыра китергә ашыҡты, Айнур иһә тотҡарламаны.

– Һеҙ барып еткәнсе, бәлки, асыр, – тине ул, тегенең күңелендә өмөт уятып.

Уның һүҙҙәренә ышанғандай, Хәмит аҙымдарын ҡыҙыулатты. Айнур ҙа ҡуҙғалды. «Быныһы аңлашыла, баш төҙәтеү ҡайғыһы менән йөрөй, – тип уйланы ул, һул ҡулындағы салғыны уңына күсереп. – Ә Шәрифулла олатай? Кәзә башын күрһәтер өсөн ниңә аҙбар артына алып сыҡты һуң?..»

Әле генә һорау рәүешендә тыуған ошо сер егетте, салғыһын Ғилман ағаһында ҡалдырып, үҙ йортона ҡайтҡансы оҙатып килде. Хәйер, әүерәп ҡалырлыҡ сәбәп тә булманы шул. Урам аша Ҡатыралыға төшкән ҡаҙҙарҙың һирәк-һаяҡ ҡаңғылдашыуын иҫәпкә алмағанда, ауылда былай тыныс. Хәҙер ул иртәнге ығы-зығынан иркенләп ял итә кеүек. Шуғамы Айнур, ошо һиллекте боҙорға теләмәгәндәй, ишек алдына ҡапҡаны һаҡ ҡына асып инде лә, утъяҡҡыста әсәһенең кем менәндер ихлас сәйләп ултырыуына иғтибар биреп, туҡтап ҡалды. Дөрөҫөрәге, уны: «Тфү, тфү, күҙ теймәһен, Таңсулпан үҙе төҫ-башҡа бигерәк ҡарап туйғыһыҙ!» – тип һоҡланып әйткән һүҙҙәр туҡтатты. Әйтеүсеһен дә ул шунда уҡ таныны: Сабит ағаһының хәләл ефете икән.

– Әсәһенә тартҡан, әсәһенә лә Аллаһы Тәғәлә матурлыҡты йәлләмәгән ине, – тип ҡеүәтләне уны йорт хужабикәһе.

– Шулай ҙа, апай, маңлайға яҙылғанды үҙгәртер көс юҡтыр. Зөбәйҙәне әйтәм, Ғилман армияла саҡта нимәһенә ҡыҙығып колхоз рәйесе улына кейәүгә сыҡты икән?

– Кем белә инде... Фырт егет ине бит. Түрә балаһы булыуы ла үҙенекен иткәндер. Өҫтәүенә уҡытыусы. Йәш ҡыҙҙың башын әйләндерергә күп кәрәкме ни...

– Ғилманды армиянан көтөп алһа, бәлки, бындай уҡ аяныс хәлгә төшмәҫ ине. Үҙе ғәйепле. Хәҙер эсеүен ташлап, мәсеткә йыш йөрөй, ти.

– Таңсулпаны иҫән дә бит, уныһы ла сирле. Өҫтәүенә ике балаһының да үлек тыуыуы эҙһеҙ үтмәгәндер. Бөтәһе лә йөрәккә йыйыла. Зөбәйҙәне лә аңларға кәрәк.

– Үҙенән бигерәк Таңсулпаны йәл.

– Әйтмә инде, әйтмә...

Утъяҡҡыста ултырғандарға күренмәҫ өсөн Айнур өйгә кереп китте. Башта ул, өҫтәл артына ултырып, телевизор ҡарарға ниәтләнде лә аҙаҡ кире уйланы. Тәҙрә төбөндә ятҡан китапты ҡулына алыуы ла мохтажлыҡтан түгел ине. Уҡығыһы килмәгәнгә, уны стенаға беркетелгән кәштәгә кире ҡыҫтырып ҡуйҙы. Ике ҡулы менән дә бөйөрөнә таянған килеш: «Инде нимә эшләргә?» – тигән ҡиәфәттә ул, өй эсен тағы ла бер байҡап, диванға барып ятты. Тәҙрәгә тейә яҙып һелкенгән муйыл ботаҡтары тартты уның иғтибарын. Япраҡтары араһында тумалана башлаған емештәре лә бар икән. Үҙ ваҡыты менән өҙөп ҡабыр саҡтар ҙа етер. Әлегә улар Айнур күңелендә яралған төймәләй генә уйҙар булып бәүелә. Күҙҙәрен йомоуға иһә ошо төймәләй уйҙарға, бая утъяҡҡыстан ап-асыҡ ишеткәндәре яңынан килеп ҡушылды ла, ҙурайғандан-ҙурая барып, егетте үҙе артынан әллә ҡайҙарға эйәртте...

Автор:
Читайте нас