

Ә бер көн... бер көн эштән ҡайтһа... Ысынында, бөтөн был ваҡиғалар тарихы тап бына ошо кистән, ят ауылдағы шыҡһыҙ көҙгө кистән башланды ул. Ҙур яҡтын уртаһындағы түңәрәк өҫтәл артында хужабикә менән сәй эсеп ултырған Рамаҙанды күреүҙән. Зөлфиә инде лә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышана алмай, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Өҫтәл артындағылар уның яғына ҡарап ултыра бирҙе. Егеттең һынсыл шаян күҙҙәре аҫтында аңына ҡайта барған ҡыҙ, Ғәйниә апайын тыңлап башына оло шәл, аяҡтарына галушлы быймалар кейгәненә үкенеп, ҡыҙарып-бүртенеп тора бирҙе. Ахырҙа Рамаҙан һикереп торҙо, ашығып ҡаршы килде лә, баланы ҡаршы алғандай итеп, сисенергә ярҙамлаша башланы. Үҙе йылмая:
–Һаумы, Зөлфиә...
–Һаумы...һығыҙ...
Унан ҡапыл ынтылып уның ҡаҙ тәпәйҙәрендәй булып ҡыҙарған ҡулдарын тотоп алды:
–Өшөнөңмө?
–Ю-уҡ...
–Әйҙә, сәй эсәбеҙ, – арҡаһынан этеп тигәндәй шаңҡыған ҡыҙҙы түргә әйҙәне, әйтерһең бында Зөлфиә түгел, ә үҙе йәшәп ята.
Шул ғына етмәгәйне, сәйҙең ҡайнарлығын да аңғармай, ҡапыл һөйрәне лә, сәсәп китте. Хужабикә менән ҡунағы берсә арҡаһынан ҡағып, берсә һыуыҡ һыу алып килеп һоноп, ҡаңғырышып алды. Унан тыныслана төшөп, ҡабаттан һәүетемсә һөйләшеүгә күстеләр. Йомоҡ апайҙың да теле асылған:
–Бая малды ябып бөтөп инеп кенә ултырһам, Рамаҙан ҡусты килеп инде. Хәл һорашҡан юҡ, һине һорай.
Зөлфиә Был хәбәрҙән ҡаушап, ҡапыл ғына Рамаҙанға һирпелеп ҡарап алды, уныһы бүлдермәй генә ирәбе йылмайып тик ултыра.
–Беҙ танышбыҙ ул, бер йылы ҡалала күрешкәйнек, тей. Һеҙҙең ауылға практикаға килгәнен ишеттем дә, күрергә килдем, тей. Мин әйтәм, бер ҡалала уҡыған йәштәр ней, таныштыр шул, тейем.
Егет менән ҡыҙ тағы ла бер өнһөҙ генә ҡарашып алды. Апай уларҙың икеһе өсөн дә һөйләне:
–Рамаҙан ней, минең ике тыуған апайымдың улы, күрше ауылдан, бынан ун биш саҡрымдай. Былтыр, ана, апайыбыҙ ҡапыл донъя ҡуйҙы ла ҡуйҙы бит. Былай ҙа бер үҙе үҫтергәйне балларҙы. Ҡайтты шунан Рамаҙан, уҡыуын ситтәнгә күсереп. Ҡустыһы менән һеңлеһен бағып йәшәй, һүҙ юҡ инде уға, маладистың аръяғы...
–Апай, ярай, ҡуй инде...
Апаһы ҡуймай:
–Килен ал, тибеҙ, тыңламай. Исмаһам, өйҙә ҡатын булһа, үҙенең дә ҡулы бушап, арҡаһы яҙылып ҡалыр ине.
Һөйләшеүҙең бындай ыҙанға төшкәнен оҡшатып етмәгән егет урынынан ҡуҙғалды. Ултырғысын өҫтәл аҫтына шылдыра биреп ҡуйҙы ла, Зөлфиәгә боролдо:
–Әгәр, ныҡ арымаған булһаң... бәлки, клуб яғына сығып әйләнербеҙ.
Уның китеп барыуынан, сығып юғалыуынан һәм тағы ла ғәйеп булыуынан ҡурҡып, кисерештәренән быуылды ҡыҙ. “Юҡ! Юҡ! Китмә!Ҡалдырма!” тип ҡысҡырҙы һымаҡ, ә, асылда, ауыҙын асып һүҙ ҙә ҡайтара алманы. Бары, сәйер йылмайып, яурындарын ғына йыйырҙы. Уның өсөн Ғәйниә апай яуап бирҙе лә ҡуйҙы:
–Итектәреңде, ана, мейес көлдөксәһенә ҡуйғаным, йылып тораларҙыр. Ҡулыңа, мына, бер бәләкәй генә дебет бейәләй бар, бирсәткәләреңдең йылыһы юҡтыр, ҡыптыр күн генә бит. Быйыл, ҡалай яман, нәйәбер бөтөп бара, ҡарһыҙ шыҡырайтып туңдырып тик тора. Йылы кейен, ыштобы, бында һиңә гурыт түгел.
Тышҡа сыҡҡас, тын ғына атлап киттеләр. Һалҡын һауа тынды ҡура, ә эстә, йөрәкте, тышҡа бөркөлөп барғандай, ялҡын язалай. Шул ғазапты баҫырға теләп, ҡыҙ һүҙ башланы: – Ике йыл элек... шулай уҡ көҙ күрешкәйнек шикелле... – Эйе, көҙ. Ун дүртенсе октябрь, йома көнө ине. – Ҡалай... хәтерләйһең...
– Әлбиттә, хәтерләйем. Нимә тип һөйләшкәнебеҙҙе лә, хатта һинең өҫтөңдәге кейемеңә тиклем иҫемдә. Ҡара юбкала, алһыу кофтала инең. Туфлийыңдың башында бантик кеүек биҙәге бар ине. Сәсең берҙән үрелгән һәм осонда резинка, унда еләк сәскәһе беркетелгәйне.
– Юғалдың үҙең...
– Юғалдым, сөнки хәлдәр шулай булып китте, Зөлфиә. Бая Ғәйниә апай барыһын һөйләп бөттө инде. Әсәй үлеп китте... Миңә ҡайтырға тура килде.
– Шуны миңә әйтеп булманымы һуң? Хат аша булһа ла хәбәр итергә? – был һүҙҙәрен үтә лә бер һыҡраныу, һыҙланыу аша һығып сығарҙы ҡыҙ. Егет тә быны аңғарҙы, тынысландырырға теләгәндәй усы менән арҡаһына ҡағыла биреп алды.
– Башта мин ныҡ ҡайғырҙым... Күтәрә алмаҫ һымаҡ инем... Ҡусты менән һеңлене йәлләп, әсәйҙе йәлләп... төндәрен һарайға сығып, бәләкәй балалай үкереп илаған саҡтарым күп булды. Һөйләүе лә оят инде... Ундай хәлдә мин ниндәй ҡыҙға кәрәк була алам?
– Мин һине аңлар инем!
– Унан... шул тиклем мәшәҡәттәр күбәйҙе... Балалар буйынса ҡағыҙҙар йүнләү, уларҙың уҡыуы... мал, донъя, йорт... эшкә төштөм... Беренсе йыл академ алғайным, быйыл уҡыуҙы дауам итәм.
Һөйләшә барып клубҡа ла килеп еттеләр. Эстән күңелле көй яңғырай, болдорҙа тәмәке көйрәткәндәр ҙә бар. Юл ситендә туҡтап ҡалдылар. Икеһенең дә унда инеп бергәлек рәхәтлегенән яҙғыһы килмәй ине.
– Керәбеҙме? – тине егет шулай ҙа.
– Әллә... – Зөлфиә лә икеләнде, – Минең бында килгәнем юҡ.
– Ауыл егеттәре бейергә саҡырманымы әле? Нисек улай? – тип шаяртып та маташты Рамаҙан. Әммә Зөлфиә уға ҡушылманы, шаярыу ҡайғыһы юҡ ине ҡыҙҙа.
– Әйҙә, инмәйек, – тине ул клуб тәҙрәләренә ҡарап тора торғас, – йөрөп киләйек.
– Әйҙә. Өшөмәнеңме?
– Ҡайҙан? Тундраға барғандай кейендерҙеләр.
Ҡайҙа уты бар, ҡайҙа юҡ булған ярым-ҡараңғы урамдар буйлап атлай бирҙеләр, атлай бирҙеләр. Ҡайһы бер ихталарҙан эттәр шәпләнеп өрөп сыҡты ла, әзмәүерҙәй ир-егетте күреп шып туҡтап ҡалды, унан тәртип өсөн тағы бер-ике ләүкелдәгәс, ҡойроҡ ҡыҫып инеп китеү яғын ҡараны. Шулай ҙа Зөлфиәне ҡурҡытырға эшкинделәр, ул йәһәтләп егеттең беләгенә йәбеште. Бер шулай һырынғанында тегеһе уны етәкләп алды. Бейәләй аша булһа ла, ҙур устарҙың рәхәт йылылығын тойоп, бәхеттең ошолай була икәненә инанып барған көнө, дөрөҫөрәге төнө ине Зөлфиәнең.
Рамаҙан эше, ауыл халҡы, улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Шундай ябай, хатта үтә ябай ине уның хәбәрҙәре. Шул уҡ ваҡытта ихлас та, көлкөлө лә. Йәш зоотехниктың тәүге эш йылында булған мажаралары, ауырлыҡтары, һынауҙары үҙҙәре бер тормош юлындай ине. Ә Зөлфиә уларҙы таңға тиклем тыңлап йөрөргә лә риза, тик Рамаҙан ғына тынмаһын ла, китеп юғалып ҡуймаһын.
Урамдарҙы урап йөрөй торғас, ҡабаттан Ғәйниә апайҙың йорто янына килеп сыҡтылар. Унда күптән ут юҡ. Ут, бер ҡарап үткәндәрендә, инде клубта ла юҡ ине. Бөтөн ауыл тәрән татлы йоҡола. Ауыл ғына түгел, тәбиғәт үҙе ҡышҡы йоҡоһона батҡан, ҡар юрғанын ғына көтөп ята.
– Һин... ҡайҙа йоҡлайһың ул бөгөн? – тип һорап ҡуйҙы ҡыҙ, ҡапҡа төбөндә егет уны туҡтатҡас.
– Ҡайтам. Миңә бит иртәгә эшкә.
– Нисек ҡайтаһың? Төндә!
– Ат менән. Ат һарайында ҡалдырҙым, йылыла тороп торһон, тинем.
– Ҡараңғыла ат күрмәйҙер ул... Әллә фонарең бармы?
Был һорауҙан Рамаҙан рәхәтләнеп көлөп алды. Ҡыҙҙы ҡармап ҡосаҡлап, бәүелтә-бәүелтә көлдө. Шундай рәхәт булды ҡыҙға. Ғашиҡтарса түгел, ә дуҫтарса, хатта баланы ҡосҡан кеүек кенә ҡыланһа ла, шундай татлы ине ул ҡосаҡ.
– Ат юлын белә, ул унан көндә үк булмаһа ла, аҙнаһына бер өстө үтеп тора. Мин был ауыл фермаһының да малын ҡарайым, килеп торам. Көҙ юлдар бигерәк алама, шуға ат менән йөрөү яйлыраҡ.
– Ә һиңә... һиңә минең бында икәнде кем әйтте? – Зөлфиәнең егетте ебәргеһе килмәй, шуға ниндәй булһа ла һорау бирә лә ҡуя. Моғайын, бер аңра ғына ҡыҙ булып күренәлер инде, әммә үҙенә лә, теленә лә хужа була алмай инде.
– Был яҡта ауылдарға сит ҡыҙҙар эшкә килһә, хәбәр шундуҡ бөтә яҡҡа ла тарала. Бигерәк тә егеттәр араһында. Миңә лә мәктәпкә килгән ҡыҙҙар хаҡында ла һәм кантораға килгән практикант тураһында ла мәғлүмәт биргәйнеләр инде. Бер уйындарына барып ҡыҙҙарын күрермен тимен дә, көндәр үтеп тик тора. Кисә совхоз директоры менән һөйләшеп торабыҙ ҙа, ул мал аҙығы буйынса хисапты беҙҙең йәш ҡыҙ Зөлфиә эшләп бирер тигәс, ҡапыл тертләп киттем. Ни эшләптер тап һиндер, тип уйланым һәм ҡайҙа йәшәгәнеңде һорашып килдем. Баҡ тиһәң, һин минең апайҙа уҡ икән. Бына бәхет!
– Ә мин килеп ингәс, һине күреп саҡ артыма ҡоламаным.
– Ни өсөн, Зөлфиә? Минән шулай ҡурҡтыңмы ни?
– Юҡ та... Мин һине... ҡасандыр бик көткәйнем. Ә хәҙер... өмөт өҙгәйнем ине.
– Мине көткәйнеңме, Зөлфиә? Минеме? – егет яҡын уҡ килеп устарым менән ҡыҙҙың ике битенән тотоп эйәген күтәртте, – Һин мине уйланыңмы?
– Эйе...
Рамаҙан уны тағы ла ҡармап ҡосаҡланы ла, ебәрмәй тора бирҙе. Бушата биреп йөҙөнә эйелеп ҡарап алды ла, тағы ла һыға ҡосоп күкрәгенә ҡыҫты. Шулай бер-береһенә һеңеп оҙаҡ ҡына торҙолар. Был ваҡытта һүҙҙәр артыҡ ине. Ҡалын кейем эстәренән йөрәк тибештәре генә тыпылдап ишетелеп торҙо. Ул йөрәктәр шул тиклем ярһып тибә, шул тиклем сығырынан-сығып ҡан ҡыуа ине, хатта эйәләренең башы эйләнде. Ә ваҡыт тигәнең йөрәк хәлен аңламай, ул текелдәп үҙ мәлен ҡыуа ғына.
– Ярай, Зөлфиә, һин инеп ят. Мин китәйем инде. Әгәр риза булһаң, иртәгә лә киләм. Ә?
– Ярай. Мин һине көтөрмөн.
– Бар, матурым, мин ҡарап торғанда йүгер. Хәйерле төн.
– Хәйерле төн. Иртәгәгә тиклем! – Ғәйниә апай солан утын һүндермәй ҡалдырған, уны уйлағандыр инде. Зөлфиә ҡабаланып инеп ишекте элде лә, ҡараңғыла сисенмәгән дә килеш ултырып ҡалды. Урғып килеп баҫып, башынан аша ҡойған хистәренән арына алмай, һаман шулар шауҡымында илереүе ине. Рамаҙан бит уны онотмаған! Уны уйлаған! Эҙләп килгән!.. Шулай уҡ кешенең тормошо ҡапыл үҙгәрә аламы икән ни? Кинолағы кеүек хәлдәр була аламы?
– Зөлфиә?
Аһ? Ғәйниә апай йоҡамаған икән дә һаң...
– Оҙаҡ ултырырға уйлайһыңмы унда? Әллә ултырып йоҡлап киттеңме шул, тием?
– Юҡ-юҡ... ятам-ятам, – үҙе шым ғына сисенеп, урын йәйеп ятып йөрөй, үҙе һығылып көлә ҡыҙ. Иртәгә ошо хәлде Рамаҙанға ла һөйләп көлдөрөр әле. Рамаҙанға! Уның хәҙер хәлдәрен һөйләр, хәлен белгеһе килер кешеһе бар. Ул – Рамаҙан. Бығаса барыһынан да, хатта иң яҡын ҡыҙҙарынан да йәшергән тойғоларын әйтә алыр, күңеленең иң төпкө серҙәрен дә тартып сығара белер йән бит ул Рамаҙан. Рамаҙаны, уның Рамаҙаны... Бөтөн ваҡиғалар ағымы, моғайын, бына ошо уйҙарҙан, ошо бәхетле мәлдән башланғандыр был тарихта.
Икенсе көн ҡайтһа, Рамаҙан уның эш өҫтәле артына ултырып алған һәм иҫе китеп һүрәттәрен ҡарай. Ул ҡыҙҙы шелтәле сәләмләп ҡаршы алды: – Дә-ә... Ни эшләп йөрөйһөңдөр һин ул совхоз канторында?.. Зөлфиә! Һин бит рәссам! Һиндә – һәләт! – Һаумы, тиген башта, – хужабикәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ҡыҙ егеткә һыйына биреп алды.
– Һаумы, матурым, һаумы, – Рамаҙан уны кисәгесә ҡосаҡлап һөйҙө.
– Ғәйниә апай ҡайҙа?
– Күршеһенә ингәйне... оҙаҡланы.
– Ә-ә...
Хәҙер инде Зөлфиә йүгереп йөрөп сәй ултырта башланы. Осоп йөрөнө. Әйтерһең, был уларҙың йорто ла, ул йәш кәләш, эштән ҡайтып аш йүнәтә, ә ире уның әҙерләгәнен тыныс ҡына көтөп ултыра. Ошолай уйлауынан бит остары ҡыҙарып сыға. Уҙе егеткә ҡарап шаян йылмая ла, артабан йүгермәләй.
– Зөлфиә, һин мине ишеттеңме шул? – тип ныҡыша Рамаҙан, – Мин һүрәттәрең буйынса әйтәм.
– Ишеттем дә...
– Һин бик талантлы ҡыҙыҡай. Мин ысынлап әйтәм. Һүрәттәрең тере һымаҡ, бына...
– Икенсе юлды һайлағанмын бит инде. Ул һүрәттәрҙән ни файҙа миңә?
– Һин нимә? Ошондай һәләтте юҡҡа сығарып ҡуймаҡсыһыңмы? Хисапсылар улар тулып йөрөй, ә былай һүрәт төшөрә белгәндәр йөҙгә бер генә тыуа. Аңлайһыңмы?
– Йә, ярай. Әйҙә, ултыр, ашап алайыҡ.
Ғәйниә апайҙың бешереп мейес плитәһе өҫтөнә ҡуйып киткән түңәрәк картуфтарын, йылы майғы икмәктәрен, ҡаймағын өҫтәлгә теҙеп, оло еҙ сәйнүген эҫетеп алып килеп ултыртҡайны Зөлфиә. Рамаҙан да эштән һуң, икеһе лә һыуыҡтан ингән, етмәһә, ихласлап тамаҡ туйҙырырға керештеләр.
– Нисек унда эштәрең? Һандар тыңлашамы? – тип мәрәкәләй ҡунаҡ.
– Төрлөсә булып китә, тыңлашмай ҙа ҡуялар, ҡайһыларын ҡабат-ҡабат сығарырға тура килә, – тип йәшермәйсә, нисек бар шулай һөйләй ҡыҙ. Ул бит ошо Рамаҙандан бер нәмә лә йомоп ҡала алмай, киреһенсә тулыһынса асылғыһы, барыһы менән уртаҡлашҡыһы килеп тик тора. Ниндәй кешелер ул?
– Өйрәнерһең, мин дә башта арыуыҡ ҡаңғырҙым. Һауынсылар алдында көлкөгә ҡалып та бөтә инем. Хәҙер барыһы ла яйланған.
– Тик бына аптырайым, шундай күңелһеҙ эш менән ғүмер буйына шөғөлләнерменме икән? – быныһын да эстә ҡалдыра алмай ул, ошо һорау борсой бит уны.
– Оҡшамаймы?
– Оҡшамай уҡ тип әйтә алмайым. Әммә был минең урыным, минең эшем, минең донъям түгел һымаҡ...
– Сөнки, һинең донъяң ана – анауында, – егет ҡулын һоноп өҫтәлдәге һүрәттәр өйөмөнә күрһәтә, – Һин – рәссам. Һиңә шул донъяла йәшәргә кәрәк. Башҡа үлсәмдә йәм тапмаясаҡһың.
Ҡыҙ уның был юғары һүҙҙәрен көлкөгә һабыштырмаҡсы:
– Һин барын беләһең инде?
– Белергә теләр инем. Һәр хәлдә һиңә ҡағылған бөтә нәмәне лә.
Уларҙың хәбәре ошо урында өҙөлдө, сөнки һалҡын быу менән бергә Ғәйниә апай килеп инде. Йәштәрҙе бергә күреүенә шат булды, буғай.
– Маҡтап йөрөйөм икән дә, – сисенеп килеп йылы мейескә устарын терәп торҙо, – Ел көсәйҙе, ҡар болотон ҡыуып алып килә яталыр шәй.
Зөлфиә урындыҡта уның сәй яһаған урынын биләгән ине, шылып китергә теләп ҡалҡынғайны, ҡатын ашъяулыҡтың ҡаршы яғына ҡунаҡлап өлгөрҙө:
– Ултыр, ҡуҙғалма. Ҡана, сәй яһап эсер әле беҙгә, әллә килен буларың, кем белә...
Был уйынлы-ысынлы хәбәрҙән Зөлфиә ҡойолдо ла төштө. Ҡулдары ҡалтыранып, ҡыҙарып-бүртенеп, яһарға кереште.
– Саҡ ҡына ҡуйырта төш... Вәт, шулай... Һөтөңдө йәлләмә, һыйыр һауҙыра әле.
Рамаҙан уның был һынау үтеүен күҙҙәрен мут көлдөрөп кенә күҙәтеп ултыра. Хужабикәнән һуң үҙенең кәсәһен дә һона:
– Миңә тағы ла ҡабатла әле, килен. Бигерәк тәмле яһайһың икән сәйҙе.
Зөлфиә быға ла күнә, ярай, аҙаҡ, тип уйлап, баҫалҡы ғына сәй ҡойоуын белә. Артабан Ғәйниә апай Рамаҙандың өй яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ҡусты-һеңлеһен, мал-тыуарын, кемен ҡайһылай иткәнен, нимәһен ни эшләткәнен барынса тәфсирләп һораша, кәңәштәр бирә. Рамаҙан уны баш ҡаға-ҡаға тыңлай, ара-тирә үҙ фекерен дә ҡыҫтырып ебәрә. Уларын да хуплай апай булған кеше, төрлө әмәлдәрен, яйҙарын өйрәтә.
Сәй артында ярайһы ғына ултырып ташланылар. Тышҡа сығып икәүҙән-икәү ҡалыу теләге көслө булғанда ла, егет ҡыҙҙы өшөтөп алып йөрөүҙе уңайһыҙ һынаны. Шуға ла, “әпәр” итеп торғас, хәбәрҙе ҡыҫҡа тотто:
– Зөлфиә, һин мине ошонан ғына оҙат та...
– Әллә ҡуна ҡалаһыңмы? – Ғәйниә ҡустыһын ана-бына яуын башланырға торғанда сығарып ебәрергә теләмәне.
– Ю-уҡ, апай! Тегеләр малды кискә бикләһә лә, иртәнсәк уяна алмайҙар. Мәктәпкә саҡ торғоҙоп ебәрәм, икеһелә йоҡосо, будильникка ыжламайҙар ҙа, – тип, кейенә үк башланы. Уның ыңғайына Зөлфиә лә ашығып пальтоһына үрелде:
– Ишек алдына ғына сығам.
Сыҡҡас та, солан ҡараңғылығында, ҡыҙҙы ҡармап алып, сикәләренән, ирендәренән һурып-һурып үпте Рамаҙан. Яҡты булһа, моғайын, Зөлфиә үптермәҫ ине. Битен ҡулдары менән ҡаплар ине һис юғы. Ә былай... оят та, оят түгел дә кеүек...
Нисек ҡапыл тоҡанған булһа, шулай көтмәгәндә ысҡындырҙы ҡулынан ҡыҙҙы егет, тегеһе саҡ ҡолап китмәне. Ярай, тотоп ҡалды:
– Ғәфү ит, Зөлфиә... Үпкәләмәйһеңме?
– Ю-уҡ..., – әллә һалҡындан, әллә башҡаһынан ҡалтырай ҡыҙ.
– Әле, сәй эскәндә... һине шундай үпкем килде. Шуға тыныс ҡына китә алманым... Үпмәһәм ҡайтҡансы үлермен һымаҡ булды.
– Иҫәр...
– Эйе, иҫәрләндем. Һинең менән шулай иҫәргә әйләнәм дә китәм икән мин. Ниңә улай икән?
– Әллә...
– Белмәйһеңме? – егеттең нимәлер ишеткеһе килә.
– Белмәйем.
– Ысынлап белмәйһеңме?
– .....
– Ни эшләп өндәшмәй ҡалдың. Әйт, был – мөхәббәт, тиген, – ҡолаҡ төбөндә генә шундай сихри, арбағыс итеп шыбырлай үҙе. – Был – мөхәббәт, Зөлфиә. Рамаҙан һиңә ғашиҡ...
Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла ирендәренән, маңлайынан, эйәгенән үбә лә, ҡыҙҙы солан уртаһында ҡулдарын һуҙған килеш ҡалдырып, ҡапыл айырылып сығып та китә. Артынан пружиналы ишек “шап” итеп кенә ҡала. Тик хисләнеп оҙаҡ тора алмай, ҡара алҡын йоҡа пальтоһы эсендәге еңел күлдәк аша семетеп уятып ебәрә лә, йәһәтләп йылыға ҡыуа.
Ғәйниә апай аш өҫтәлен йыйып бөтөп, бөгөн килгән почтаның гәзит-журналдарын ҡараштырырға ултырған. Килештереп шөҡәтһеҙ лупалы әшкиҙәрен кейеп алған булған. Уны был һүрәттә күреп, йылмаймай булдыра алманы ҡыҙ. Ә, асылда, былай ҙа ауыҙын йыйып ала алмай ине ул. Быны, әлбиттә, хужабикә лә аңғара.
Альбина Таҡалова һүрәте.