

Әсәһенең эштән бушаныуына туралап, Таңсулпан өйгә һуңлап ҡайтты. Зөбәйҙә иһә илауҙан шешенгән күҙ ҡабаҡтарын һөртә-һөртә: «Әллә ағайыңа берәй алама һүҙ әйттеңме? – тип асыулы ҡаршыланы ҡыҙын. – Һуңғы ваҡытта һин унан ни өсөндөр ситләштең. Барыһын тойоп, күреп йөрөнөм. Хәйерле бөтмәүен һиҙенгәйнем. Ана, хәҙер беҙҙе ташлап сығып киткән. Өҫтәлдә яҙыу ҡалдырған...»
«Моғайын, милицияға хәбәр итеүемдән ҡурҡҡандыр», тип уйлаған арала Таңсулпан, кухняға үтеп, өҫтәлдә араҡы шешәһе күреүҙән ултыра төшә яҙҙы: иренең өйҙән сығып китеү ҡайғыһын әсәһе йыуа ла башлаған икән. Тәненең эҫеле-һыуыҡлы булыуынан ҡыҙыҡай быуылыр сиккә етеп, башта ни әйтергә лә белмәне. Шулай ҙа аҙаҡ, аңына килеп, асыуын бүҫкәртергә теләгән берҙән-бер һүҙе уның бигерәк тоҡос яңғыраны:
– Началось...
Күҙҙәренә эркелгән йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн Таңсулпан тәҙрәгә боролдо ла оҙаҡ ҡына төн ҡараңғылығы ҡаплаған тышҡа ҡарап торҙо. Бынан һуң да ике-өс көн күкрәгендә ташҡан һарыуын ни менән баҫырға белмәне. Ә уйҙарҙың ниндәйе генә ҡайнаманы мейеһендә. Берсә: «Милицияға хәбәр итеү менән ҡурҡытырға кәрәкмәгәндер», – тип теле өсөн үҙен теткеләп ала. Берсә: «Әсәһе менән торғаны етмәгән, ҡыҙын да тәм итмәксе, оятһыҙ!» – тип үҙенең ҡаршылыҡ күрһәтеүен аҡларға тырыша. Ләкин береһе лә йән тыныслығы бирмәй, киреһенсә, икеләнеүҙән тыуған сараһыҙлыҡ барыр юлда түңгәк булып өйөлә. Ығы-зығы былай дауам итһә, ошо түңгәккә абынып йығылыуың да ихтимал. Өҫтәүенә иҫерек әсәһенең: «Күңелем һиҙә, Фуаттың өйҙән сығып китеүендә һин генә ғәйепле, һыйҙырманың», – тип бер туҡтауһыҙ игәүен ишетеү ҙә бәғерен бысаҡһыҙ телә. Шуғалыр ҙа инде ваҡыты менән Таңсулпандың да асыуын тышҡа сығарып: «Эйе, мин ғәйепле, сисенеп, Фуатың менән бер түшәктә ятһам, сығып китмәҫ ине», – тип күҙенә бәреп әйткеһе килә лә бит, ярамай, намыҫына тап төшөрөү буласаҡ. Ә был хурлыҡҡа һанала. Хәйер, синыфташ ҡыҙҙары араһында бындай аҙымды хурлыҡҡа түгел, ҡыйыулыҡҡа һанағандары ла етерлек. Йәнәһе, егет менән йоҡлауҙың нимәһе бар?! Сигарет тартып, һыра һемереү ҙә улар өсөн тәбиғи хәл. Шуға ла үҙ-ара һөйләшкәндә: «Йәш саҡта типтереп йәшәргә кәрәк – үкенескә ҡалмаһын», – тигәндәрен дә күп ишетергә тура килде уға.
Әммә уйҙар өйөрмәһе буранға оҡшап күпме генә ҡотормаһын, йәшенгә оҡшап күпме генә йәшнәмәһен, барыбер аҙағы уның әсәһенә бәйле берҙән-бер һорау менән төйнәлә: «Нисек эсеүен туҡтатырға?» Таңсулпандың бар булмышын баш түбән килтергән һорау был. Яуабын таба алмай ыҙаланғанда, мәле менән күңеленең тырнаҡ осо ҡәҙәре бер ситендә: «Әсәйеңдең эсеүен тыям тиһәң, Фуат ағайыңды барып алып ҡайт», – тигән шыҡһыҙ уй ярала ла ҡапыл юҡҡа сыға. Тәүҙәрәк быны ҡыҙыҡай: «Да пошел он к черту», – тиеберәк иғтибарға алмаҫҡа тырышты. Ләкин тора-бара был уй, шыҡһыҙлығынан арынып, уның аҡылына күсеп ояланы һәм, күҙгә төшкән сүп шикелле, үҙен һис кенә лә онотторманы. Шуғалыр ҙа инде ул һуңғы төндө хатта керпек тә ҡаҡмай үткәрҙе. Өс-дүрт көн элек кенә йөҙөндә – бәхет нуры, ҡарашында һөйөү осҡондары балҡыған әсәһе, ана, һаман да ыңғырашҡан килеш: «Нишләп беҙҙе ташлап киттең, Фуат?» – тип һыҡтап ята. Асыуынан шартлар сиккә еткәндә ҡыҙыҡай, барыһына ҡул һелтәп, өләсәһе янына ауылға – Аҡсураға – ҡайтып киткеһе килә лә бит, әммә бер аҙҙан йәлләү тойғоһо өҫкә ҡалҡып, уны был теләгенән һыуынырға мәжбүр итә.
Ниһайәт, бишенсе көн тигәндә, Таңсулпан, үҙендәге ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Фуат эргәһенә барырға булды. Көтмәгәндә бындай ҡарарға килеүенең икенсе бер сәбәбе лә бар ине. Әсәһенең ял аҙнаһы тамамлана, ике көндән ул эшкә сығырға тейеш. Шуға тиклем уны нисек тә аяҡҡа баҫтырып, ҡәҙимге ҡиәфәтенә индерергә кәрәк.
Фуаттың криолит заводы яғындағы автосервизда эшләүен белгәнгә, береһе аша саҡыртып сығарыр ҙа һәйбәтләп һөйләшер. Юҡ, һөйләшмәҫ, ни бары: «Ағай, әсәйемә һинһеҙ ҡыйын, ҡайт!» – тип кенә әйтер. Әгәр ҙә кире ҡаҡһа?! Аҡылы иһә уның был икеләнеүен ни өсөндөр етди ҡабул итмәйенсә һаман да үҙенекен тылҡый: «Йәшәр урыны юҡ бит, ҡайтыр!»
Ысынлап та, Фуаттың йәшәр урыны юҡ. Шулай ҙа ул Таңсулпанға башҡасараҡ яуап бирҙе: «Һинең өсөн генә ҡайтам». Һағайтыр хәбәр ишетһә лә, әсәһен эсеүҙән туҡтатыу теләге ҡыҙыҡайға ауыҙын үлсәп асырға ҡуша. Шуға ла ул, эште боҙоуҙан ҡурҡып, һүҙҙе ҙурға ебәрмәҫкә тырышты.
Эйе, Фуат ҡайтҡандан һуң өйгә яңынан ҡот ҡунды. Таңсулпандың күңеле хәҙер был яҡтан тынысланды һымаҡ. Ләкин үҙенә янаған ҡурҡынысты ла ап-асыҡ тойҙо ул. Төрлөһөн уйланы, төрлөһөн барланы ҡыҙыҡай. Бер мәл хатта өләсәһе янына ауылға күсергә лә ныҡлы самаланы. Шуны һиҙепме, үгәй ата уға: «Әгәр ҙә һин был йорттан сығып китһәң, мин дә тормайым», – тип ҡәтғи талабын ҡуйҙы. Бындай тел сарлауҙы ишетеүҙән Таңсулпан, әсәһенең иҫерек йөҙөн күҙ алдына баҫтырып, йәлләү хисенән ауыр көрһөндө. Юҡ, ул әсәһен яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, тимәк, сығып китмәйәсәк. Сығып китмәгәс, Фуат ағаһы ла өйҙә ҡаласаҡ. Фуат ағаһы өйҙә ҡалғас, әсәһе лә айыҡ тормошта йәшәйәсәк. Ана ниндәй өсмөйөш ҡоршауы арҡаһында аяҡ-ҡулдары бәйле уның. Шулай булғас, яҙмыш ҡушҡанды күрәсәк...
Тыштан ҡарағанда үтә лә тыныс үткән көндәр теҙмәһендә йәш тән көҫәгән аҙғын ир барыбер үҙ сәғәтен көтөп алды. Был юлы ҡыҙыҡай артыҡ ҡаршылашманы. Ауыртыуҙан ғына бер аҙ иҫен юйҙы шикелле, һаҫыҡ ауыҙ шыбырлаған һүҙҙәр уны ҡабат айнытып ебәрҙе:
– Милиция менән ҡурҡытма, мин һине көсләмәнем, үҙең бирелдең...
Оҙаҡламай Зөбәйҙә тотто уларҙы. Бындай ваҡытта бит асыу – аман, аҡыл арттан йөрөй. Ошо асыу өйҙөң аҫтын өҫкә килтерҙе лә инде: ирен – милицияға, ҡыҙын дауаханаға оҙатты ярһыған ҡатын, һуңынан асыҡланыуынса, яңынан хөкөмгә тарттырылған Фуат элек тә көсләү арҡаһында төрмәлә ултырған икән. Әсәһенең Таңсулпандың башына үтек менән һуғыуы ла аҙаҡ ҙур ҡазаға әйләнде, күпме генә дауалаһалар ҙа, ул аҡылға зәғиф булып ҡалды...
Ҡатыралы йылғаһы аша сығып, тауға күтәрелгәндә Айнур, өйҙә тыуған уйҙарының дауамы булараҡмы, Таңсулпан менән йәнәш Розаны ла күҙ алдына баҫтырҙы. Был тиклем дә бер-береһенә оҡшарҙар икән – нисәнсе тапҡыр ана шулай иҫе китеп һоҡлана ул, иҫәбен дә онотҡандыр инде.
– Береһе Чечня һуғышының ҡорбаны... Икенсеһе бәхетһеҙ ғаилә ҡорбаны...Үҙҙәре бер ил балалары... Ҡот осҡос!
Ирененән шыбырлап сыҡҡан һүҙҙәр егет йөрәгендә шунда уҡ һағыш булып яңырҙы. Әммә ул күңелһеҙ хәтирәләрҙе ҡабат үрсетергә теләмәне. Шуғалыр ҙа инде тирә- яғына күҙ һирпеп алды. Мендәр ише күпергән аҡһыл болоттар офоҡта бигерәк елбәҙәк күренә. Ошонда торған килеш тының менән өрһәң дә хәҙер үк таралып бөтөр кеүек.
– Әллә өрөп таратырғамы?
Үҙ уйҙарын хуплағандай, Айнур ауыҙ тултырып һауа һуламаҡсы булды ла, ҡапыл йөҙөн боҙоп, башын түбән эйҙе. Осло ташҡа яңылыш баҫҡанға, яралы аяғы уның ауырта биреп ҡуйҙы. Шул арҡала уға артабан бер нисә аҙымды һултыҡлап атларға тура килде.
Туҡталҡаға яҡынлағанда егет, Ғилман менән Сабиттың үҙ-ара ҡыҙып һөйләшеүҙәрен ишетеп, туҡтап ҡалды.
– Әллә ҡасан әйттем: миндә йыртҡыс ҡапҡаны бар, шуны ҡорайыҡ, тинем, юҡ, тыңламаның!
– Һаман да бер балыҡ башы...
– Башымы, ҡойроғомо – уныһы мөһим түгел. Таҡталар юғалған көндө үк ҡорғанда...
– Һиңә нисек аңлатырға? Ярамай!
– Ә уларға яраймы?
– Ҡапҡан ҡорһаң, ул бит теракт һымағыраҡ килеп сыға. Ә уның өсөн баштан һыйпамайҙар.
– Теракт тиһеңме? – Ни өсөндөр Сабит ҡабатлап һораны.
– Эйе, теракт.
– Ну, оҫта, был юлы шаштырып ебәрҙең.
– Һин аңлаһын тип тырышам.
– Терактҡа килгәндә, уға минең үҙ ҡарашым бар. Чечнялағы ҡан ҡойошто ғына алайыҡ. Беҙҙең танкылар унда хәрби әһәмиәте булмаған күпме йорттарҙы ер менән тигеҙләне. Әммә был вәхшилек ни өсөндөр терактҡа инмәй. Киреһенсә, йорт-ҡураһыҙ, ғаиләһеҙ ҡалған яңғыҙ ҡатын, донъянан ваз кисеп, үс алыу ниәте менән үҙен шартлатһа, быға теракт тигән мөһөр баҫыла. Шуларҙың айырмаһы бармы?
– Бар, әлбиттә. Ғәйепһеҙ кешеләр ҡырыла.
– Танкылар емереп-тапап үткән йорттар эсендә лә бит ғәйепһеҙ кешеләр, бала-сағалар булыуы ихтимал. Сағыштырып ҡараһаң, бер ниндәй айырма юҡ.
– Һүҙҙәреңде бигерәк ҙурҙан башланың, хуплай ҙа, хурлай ҙа алмайым.
Урынынан ҡуҙғалған Ғилман: «Һин дә шулай төплө фекер йөрөтөргә һәләтлеме ни?» – тигән кеүегерәк Сабитҡа боролоп ҡарағанда, Айнурҙы күреп, уға ишара яһаны:
– Ана, һалдатҡа бир һорауыңды, һин әйткәндәрҙе ул үҙ күҙҙәре менән күргән.
Ни хаҡында бәхәс барыуын белгәнгә, Айнур ғәжәпкә ҡалманы. Иң тәүҙә ул бында нимәгәлер айыу майы һөртөүҙәрен төшөндө. Ошоға бәйле аҙаҡ теракт тураһында ҡыҫыр һүҙ көрәштереү ҙә унда ҡыҙыҡһыныу уятты. Әгәр ҙә һораһалар: «Һәр кем үҙенсә хаҡлы», – тип уратып ҡына яуап бирер ине.
– Терактты һуңынан тикшерербеҙ, – тине Сабит, егеттең уң ҡулын күтәреп сәләм биреүенә баш ҡағып. – Башта будканың эсенә күҙ һал.
Ҡушҡанды үтәгәс, Айнур аптырауынан һыҙғырып ебәрҙе:
– Оятһыҙҙар!
Юлсылар ултырыр өсөн эскәмйә рәүешендә эшләнгән өс таҡтанан елдәр иҫкән ине. Ҡаҙауҙары менән ҡуша ҡайырып алғандар. Терәүҙәре йәмһеҙ булып һерәйеп тора – ни өсөндөр уларына теймәгәндәр.
– Оятһыҙҙар икәнен беҙ ҙә беләбеҙ. – «Беҙ» тип Сабит үҙ һүҙҙәренең етдилегенә баҫым яһап, Ғилман яғына әйләнеп ҡараны. Уныһы ишетмәне шикелле, яуап бирмәне. Әллә ишетеп тә уның тел менән самаһыҙ бутҡа бешереүенә юл ҡуйырға теләмәне. – Теге саҡта минең тәҡдимгә ҡолаҡ һалманығыҙ шул.
Көтмәгәндә кәйефе ҡырылған Айнур ни тиергә лә белмәне. Шулай икеләнеп торғанда, ул әсәһенең хилаф эштәрҙе күргәндә һәр ваҡыт әрнеп ҡабатларға яратҡан хәбәрен иҫкә алды: «Ҡулдары ҡороғоро!» Таҡталарҙы урлап киткәндәргә лә егет әле ошондай фекерҙә, ләкин ул эсендәгеһен тышҡа сығарырға ашыҡманы.
Айнурҙың үҙенә бикләнеп, ауыҙына һыу уртлауын Сабит оҡшатып бөтмәне. Шуға ла ул, тынлыҡты боҙорға самалаптыр инде, Ғилманға ҡысҡырып өндәште:
– Ә хәҙер нишләргә ҡушаһың, оҫта?
– Нишләргә тип... Соҡор ҡаҙабыҙ ҙа, юнысҡы-таптарҙы ҡырып-һепереп, шунда күмеп ҡуябыҙ.
Эш барышында иһә Сабит теле менән һаман да һағыҙ сәйнәү өсөн юҡ-бар сәбәптәрҙе табып ҡына торҙо. Башта ул ҡулына көрәк тотҡан саҡта: «Быны нисек урлап алып китмәгәндәр?» – тип ғәжәпкә ҡалды. «Ашыҡма! – тип ҡырт киҫте уны Ғилман. – Тормош былай дауам итһә, тиҙҙән көрәк-һәнәккә лә сират етер». «Етер, етер!» – тип ризалашты Сабит, тарамыш елкәһен ҡашып. Бер аҙҙан үҙе йәнә һүҙ башланы: «Аяҡ аҫтыңа ҡара әле, – тине ул Ғилманға йөҙ бормайынса ғына. – Ҡоролоҡтан тау бите шаҡмаҡланып ярылған. Иртәнсәк радионан, Мәскәүҙә бөғөн ямғыр яуа, тинеләр. Унда яуған ямғыр, ғәҙәттә, беҙҙе лә ситләп үтмәй торған». «Бирһен Хоҙай!» – Был юлы ла балта оҫтаһы артыҡ сиселеп китмәне. Кем-кем, ә Сабит бит уның эшләгәндә һүҙгә әүрәргә яратмауын яҡшы белә. Белһә лә, үҙенең ялҡаулығына барып, һаман сүбәк сәйнәй. Хәҙер инде ул, йыуыу тураһында кисә ҡуҙғатҡан хәбәрен иҫләп, төрттөрөп алырға булды:
– Оҫта, беҙҙең таҡталарға ни өсөн ҡанығалар, шуны әйтәйемме?
Тегеһе, «әйт» тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты.
– Сөнки беҙ изге йолаға тап төшөрҙөк!
– Ниндәй изге йолаға?
– Халыҡта бит, эште тамамлағас, йыуыу йолаһы бар, беләһең. Ә беҙ йыуманыҡ. Шул арҡала хәҙер зыян күрәбеҙ. Төшөндөңмө?
Яуап урынына Ғилман яурындарын ғына һелкеп ҡуйҙы, өндәшмәне. Уның өндәшмәүен үҙенең өҫтөнлөгө итеп ҡабул ҡылған Сабит саҡ ҡына күңел рәхәтлеге кисерҙе лә: «Көнө бигерәк томра, ҡурып алып бара», – тип һөйләнә-һөйләнә Айнурға яҡынайҙы.
– Әйткәндәй, бая оҫта менән теракт тураһында гәпләштек. Уныңса...– Ләкин Сабит һүҙҙәрен ослай алманы, «Исәнмесез!» – тип һаулыҡ һорашҡан ҡатын-ҡыҙ тауышынан артына әйләнеп ҡарай һалды.
– Аллаға шөкөр! – Өсөһө өсөн дә ул яуап бирҙе.
Ап-аҡ күлдәктән тыш, башына ла – аҡ эшләпә, аяғына ла аҡ туфли кейгән ханымдың яңы килгән уҡытыусы булыуын белгәнгә, улар был юлы уны хыял донъяһынан төшкән алиһә кеүегерәк серле ҡабул итмәне.
– Кичә кәжәбез кайтмады, шуны эҙләп йөрим. Ике мөгезе арасында ак табы да бар. Күрмәдегезме?
– Аҡ тап тиһегеҙме? Ике-өс көн элек ошо тирәлә уралды шикелле, – тип һүҙ ялғаған Айнур, үҙе әйткәндәргә ҡеүәт өҫтәүен теләпме, Сабитҡа ымлап ҡараны. Тик уныһы, йөҙөнөң ҡараһын ҡойоп: «Юҡ, хәтерләмәйем», – тигән ишара яһаны. Күрәләтә алдашҡан ыңғайға ул Ғатау йортоноң соланында ҡалай табаҡта күргән кәзә башын күҙ алдына баҫтырҙы. «Тимәк, – тигән уй тыуҙы хәҙер уның башында, – кисә беҙ өсәүләп күңел асҡанда яңы килгән уҡытыусы кәзәһенең ите менән һыйланып ултырғанбыҙ икән!»
Айнур менән Сабиттың һаман да икеләнгән һымаҡ тороуҙарын йылмайып күҙәткән Ғилман да тауыш бирҙе:
– Күрһәк, хәбәр итербеҙ, мөғәллимә. Хәйер, әле беҙ бында эште тамамлайбыҙ. Шуға күрмәүебеҙ ҙә ихтимал. Ауыл халҡынан да һорашығыҙ.
– Шулай итермен. Исән булыгыз!
– Һау булығыҙ!
Алдан һөйләшеп килешкәндәй, берҙәм хушлашып оҙатҡандан һуң Сабит, башындағы фуражкаһын күтәрә биреп, Ғилманға үпкә белдерҙе:
– Үҙең атағанса, мөғәллимәне әҙерәк һөйләндереп алырға кәрәк ине. Дилбәгәне бигерәк ҡыҫҡа тоттоң.
– Оҙон тоторға булғас, ниңә ауыҙ асып торҙоң.
– Матур ҡатындар алдында юғалып ҡалам шул.
– Уныһын да ишеткән бар.
– Ишетмәгәнең дә барҙыр, оҫта...
Ошоға бәйле Сабиттың үс итеп: «Уҡытыусы кәзәһен Ғатауҙың әллә ҡасан расходҡа ебәреүен ишетмәгәнһең!» – тип төрттөрөп әйткеһе килә лә бит, үҙен фашлауҙан ҡурҡа. Берәү генә түгел, өсәүләшеп ашап-эсеп ултырҙылар. Әйткәндәй, уның хәле нисек икән тигәндәй, ул Ғатау йортона ҡараш ташлағанда, уға ҡаршы ғына торған Капитандыҡын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Ихатаһында биш-алты кеше мәж килә. Береһе өйгә инә, икенсеһе сыға, өсөнсөһө утъяҡҡысҡа табан юл ала. Урам ҡапҡаһына ыңғайлағаны ла бар. Әйтерһең, ҡунаҡ ҡаршыларға йөрөйҙәр. «Әллә ысынлап та ҡунаҡ ҡаршылайҙармы?» – тип уйлаған арала Сабит, кәртә эсенән таҡталар күтәреп сыҡҡан Хәмитте күреп, йөрәге ҡапыл жыу итеп китте: «Әллә Капитан вафат булғанмы?» Күңелендә яралған шиген ул шунда уҡ Ғилманға еткерҙе.
Уныһы ашыҡмай ғына күҙәтте Капитан йортоноң ихатаһын. Балта оҫтаһы булараҡ ул ҡулына бысҡы тотҡан Хәмит ҡыланышынан барыһын да аңланы. Аңлаһа ла, тамағына тығылған төкөрөк уға Сабиттың шиген дөрөҫләргә ирек бирмәне. Шул арҡала тыуған тынлыҡты бер аҙҙан Айнур боҙҙо:
– Ана, Шәрифулла олатай ҙа был яҡҡа килә.
– Килә инде, туғаны бит.
Шәрифулла исемен ишетеү Сабитты елкендереп ебәрҙе. «Былай булғас, – тине ул үҙенә, эстән шаталаҡ уй йүгертеп, – иртәнсәк ишек алдында ҡанлы кәзә башын күреүҙән зиһене таралмаған икән». Ләкин уға, аҫтыртын эш башҡарыуынан ләззәт алып, оҙаҡ торорға яҙманы, оло юлдан Сурай яғына үтеп киткән йөк машинаһы уның иғтибарын бүлде.
Ниһайәт, Ғилман да, эргәһендә торғандарға алмаш-тилмәш ҡарап, әйтер һүҙҙәрен тештәре араһынан ҡыҫып сығарҙы:
– Бөтәһе лә Хоҙай иркендә.
Эште бөтөрөп, ҡайтырға йыйынғанда ул Сабитҡа Капитан янына һуғылып китергә тәҡдим яһаны ла, ҡайырылған таҡталар урынын күрһәтеп: «Нишләйбеҙ?» – тигән һорау менән ниңәлер Айнурға өндәште. Егет иһә был һорауҙы: «Әллә бөгөн ҡарауылға киләһеңме?» – тигәнерәк юҫыҡта аңланы һәм: «Ниндәй яуап бирергә һуң?» – тип аптырап торғанда, Сабиттың ҡырт киҫкән тауышы яңғыраны:
– Бер нәмә лә эшләмәйбеҙ, оҫта, силсәүиткә хәбәр итәбеҙ ҙә – вәссәләм!
Көрәк тотоп кәртә артынан ҡайтышлай Айнурҙың тау башына бөгөн ҡарауылға барыу тураһындағы уйы күңелендә ныҡлап урын алды. Теге ваҡыттағыса, ауыл йоҡоға талғас, килер ҙә таңға хәтлем йондоҙ һанап ултырыр. Тик был хаҡта әсәһенән башҡа бер кем дә белмәҫкә тейеш. Таҡталарға ҡаныҡҡан ҡараҡтың барыбер эҙ яңыртыуына ихлас ышана егет.
Атлаған һайын уның ошо ышанысы яйлап сәмгә әйләнде – был инде әҙәм холҡонда тәүәккәллеккә ишара. Хәҙер ул, тиҙерәк ҡараңғы төшөп, төн уртаһы етеүен түҙемһеҙлек менән көтәсәк. Өйгә ҡайтҡас, бер аҙ серем итеп алһа ла насар булмаҫ. Юҡҡамы ни әсәһе: «Батырға ла ял кәрәк!» – тип йыш ҡабатларға ярата. Улына ҡарата ул үҙен нисек кенә баҫалҡы тотмаһын, мөләйем күҙҙәрендәге иркәләү тойғоларын һис йәшерә алмай.
Фото: Бәйләнештә