

– Рамаҙандың әсәһе йырсы булырға хыяллана торғайны... йәш сағында инде. Беҙҙе, бәләкәстәрҙе, теҙеп ултырта ла, алдыбыҙҙа концерт ҡуя ине. Тауышы шунда уҡ һәпте юҡ булғандыр инде, атаһы – олатайыбыҙ: “Ҡыҙымды, ҡалайтһам да, йырсы итәм. Радионан тыңлап ултырырбыҙ” тип ҡупайта торғайны.
Ғәйниә апайҙың, журнал уҡып ултырған һымаҡ булһа ла, күңелен нимәлер өйкәгәнен һәм шуларҙы ишеттерергә теләгәнен аңлаған ҡыҙ, уның ҡаршыһына килеп терәлә:
– Шунан?..
– Апайыбыҙ йырсыға уҡырға барҙы ла, инеп уҡып йөрөнө лә, тик... радиоларҙан йырларға насип булманы уға.
– Ни сәбәптән? Ниңә?
– Ә бер йәйге ялында шул еҙнәбеҙ көсләп алып та ҡуйҙы... Нисә йылдар артынан аңдый, тынғы бирмәй ине. Ризалаштыра алмағас, алдаштырып аулаҡҡа саҡырып, көсләгән.
– Ужас! – Зөлфиә башҡа һүҙ тапманы.
– Элек бит ундай нәмә ныҡ оят һыналды. Әсәһе әрләп тигәндәй күндерҙе барырға. Еҙнә лә килеп тороп инәлде-ялбарҙы. Барҙы инде.
– Шунан? Уҡыуын тамамламанымы икән?
– Ҡайҙан уҡыу? “Уйнаш бисәләр генә артист булып йөрөй” тип, институтына аяғын да баҫтырманы. Улай ғына түгел, ауыл клубы сәхнәһенән дә елтерәтеп алып сығып китте. Бахырҙы... бөтөн ғәм алдында рисауай итеп, йырлап ҡына торған еренән...
– Ире... Рамаҙандың атаһы шулай насар булдымы ни?
Ғәйниә ауыр һулап, бөтөп барған мейес ауыҙына ҡарай биреп ултырҙы ла дауам итте:
– Насар, тип... Насар уҡ түгел ине инде, көнсөл булды... ҡаты булды. Ҡатын кешене артыҡ һанға һуҡмай, ҡәҙерләй, йәлләй белмәй, уның ихтыяждарын ихтирам итә алмаған ир булды ул.
– Шулай йәшәнеләрме инде?
– Йәшәнеләр инде. Тормошта күптәр шулай үҙҙәрен башҡалар мәнфәғәтенә ҡорбан итеп ғүмер үткәрә бит ул. Апайыбыҙ ҙа, шулай, бер йырлауға зар-интизар булып, радио-телевизорҙан йыр ишетһә онтолоп, шул арҡала еҙнәнән әрләнеп-тиргәлеп йөрөр булды... бахыр...
– Ә Рамаҙан?..
– Рамаҙан ни, шуларҙан тыуғас, ҡалайтһын, әсәһен яҡлашып, әсәһен аралап йөрөп ҙурайҙы. Аҙағыраҡ атаһы икенсе ҡатын менән сыуала ла тинеләр. Мин үҙем күрмәгәс, шулай булған, тип әйтә алмайым. Апай үҙе лә ул хаҡта өндәшмәне...
Ғәйниә хәтирәләрен яңыртып, үҙенә нимәнелер аңлатырға теләгәндәй шым, аҡрын ғына бәйән итә:
– Ундай тормош ағыуламай ҡуймай икән ул. Апайыбыҙ ҙа ауырыуға һабышты. Гел баҫылып, иҙелеп, теләгәнен әйтә, эшләй алмай, һәр ваҡыт үҙеңде сикләп, башҡаның талап иткән сиктәренә генә ярап йәшәргә тырышыу иләне уны, йәнен сиргә дусар итте.
Зөлфиә хәҙер инде һорау ҙа бирә алмай. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш текәлеп кенә ултыра.
– Яурындары төшөп, тауышы сәпсим баҫылып киткән ине һуңғы күргәнемдә. Ошонда канторға килгәндәрендә миңә сәйгә инеп киттеләр. Еҙнәбеҙ инде, былай ҙа эздәрәүәй, оло тауышлы, яр һалып һөйләшә, ә апай бөтөнләй хәлһеҙ генә булып, хатта хәбәргә лә ҡыҫылмай ултырҙы. Шунда, эй, эсем бошоп ҡалғайны, ана, күп тә тормай ятты ла, унан ике айҙанмы, китеп тә барҙы. Майшәм кеүек кенә иреп аҡты ла ҡуйҙы...
– Һы... – ҡыҙ бармаҡтарын шатырлатып “һындырып” ала, бая соланда Рамаҙан ҡулдары менән ыуалағанда үрелгәндән һыпырылып сыҡҡан сәс остарын артҡа һыпырып шымарта – тулҡынланыуын тыя алмай. – Атаһы ҡайҙа һуң уның бөгөн? Үҙебеҙ генәбеҙ, ти ҙә һуң?
– Аталары ней... Баяғы “икенсе бисә” тигәне дөрөҫ булған, күрәһең, ҡатыны үлеүгә ярты йыл тигәндә күрше ауылындағы бер ҡатынға барып инеп китте. Уныһы “донъямды ташлап күсмәйем” тигән ти, әлдә генә, атыу анау балларға көн булмаҫ ине.
Ғәйниә кисерештәренән ҡыҙарып, тетрәнеүе күҙ ҡараштарына сығып киткән ҡыҙға баштан-аяҡ һынсыл ҡарап, һығымтаһын әйтте:
– Бына һин дә... һүрәтсе бит... Һүрәт яһай торған кеше. Рамаҙандың кәүҙәһе генә атаһыныҡы, ә холҡо әсәһенеке ул: йомшаҡ, нескә, кешенең эсен үтә күреп тора. Шулай булғанда ла... һин ауылда, бынау утын-бесә-мал араһында, хатта шул кәнслә лә хисап һанап ултыра торған ҡыҙ түгел. Һин бында тиҙ шиңерһең... Таждарын асып ебәрергә йылы етмәгән сәскә һымаҡ... Ҡанатын яҙа алмаған күбәләк кеүек. Йәшәрһең дә ул, бәлки, мөхәббәт, тип. Әммә, йәнең китек булыр барыбер. Һөйөү ул һәр ваҡыт та үҙен аҡламай... аҡламай...
Ятҡас та был һөйләшеү хаҡында уйланды әле Зөлфиә. Рамаҙандың әсәһен күҙ алдына килтерергә тырышты. Уны йәлләүҙән йөрәге һығылды. Рамаҙанға тағы ла нығыраҡ ихтирамы, һөйөүе арта төштө. “Юҡ, Ғәйниә апай яңылыша. Мин бында ҡалам да, Рамаҙанды һис шикһеҙ бәхетле итәм” тип ҡәтғи ҡарарға килеп тә ятты. Ә тәҙрә аша нәҙек нурын һуҙып уны күҙәткән түп-түңәрәк ай ғына: “эй, әҙәм балалары... һеҙ нимә беләһегеҙ...“ тигәндәй бәүелә-бәүелә ҡар болоттары араһында йөҙҙө...
Эшкә күмелеп ултырған ваҡытта, төпкө кабинетынан сығып директор өндәште: – Зөлфиә ҡарындаш, телефонға. – Әсәйемме? – бығаса бында тик әсәһе генә шылтыратҡас, ҡыҙ башҡа хаҡында уйламаны. Ауылда телефон совхоз директоры кабинетында ла, медпунктта, шул ике нөктәнән һәм почтанан башҡа, бәйләнеш юҡ.
– Түгел әле, егет ниндәйҙер, – тип, хатта “егет” тигәнгә айырым баҫым яһап ебәрҙе етәксе ағай. Сөнки, ул инде, ул ғына түгел, моғайын, ауылда барыһы ла тигәндәй Зөлфиәне Рамаҙандыҡы тип иҫәпләй. Һәм әлеге ауылдың яҙылмаған ҡанунын тотоп, уны “килен” итеп, хужа булып тороуы.
– Егет?.. Алло! Эй-йе... Ә-ә... – ҡыҙ, ҡаушауҙан, ниндәйҙер ярамаған эштә тотолғандай булып тирә-яғына ҡаранып алды, йәнәһе, уны берәйһе тыңлап тормаймы? Ярай әле, Зәйнетдин ағай, ҡамасауламаҫҡа булыптыр, бухгалтерҙары яғына сығып киткән.
Ә сымдың теге осонда Зәбир ярһыны:
– Һин ҡайҙа юғалдың да ҡуйҙың ул? Зөлфиә! Мин һиңә нимә тинем? Барып урынлашҡас та, хәбәр ит, тинемме?
– Эш күп... Көн үтеп тик тора...
– Алып барып ҡуймағаныма үкендем. Әйттем бит мин һиңә, йүнәлтмәне үҙем һайлап бирәм, тип. Эргәләге генә районға эләгеп, ҡаланан йөрөп тә эшләр инең, бәлки. Ҡарыштың да киттең бит үҙең, ҡайҙа булһа ла барам, тип...
– Булһын... Үкенмәйем!
– Ярай, оҡшағас – яҡшы. Үҙең нисек? Ҡайҙа йәшәйһең?
– Бер инәйҙә.
– Зөлфиә! Зөлфиә...
– Нимә?
– Нисектер... тауышың үҙгәргән һымаҡ. Һөйләшеүең дә... Нимә булды?
Ниндәйҙер өҙә һуҡҡан һүҙ ташлап трубканы һалып ҡуйғыһы килде ҡыҙҙың. Әммә ҡапыл ғына улай итә алманы. Зәбирҙең бит уға зыяны теймәгән. Әле лә хәл беләм тип, өҙгөләнеп шылтыратып тороуы.
– Бер нәмә лә булманы. Барыһы ла яҡшы, эштә лә яҡшы. Былай шылтыратып аҙапланма ҡабат. Йә, ярай, мин бында директор кабинетындамын, телефонды оҙаҡ тота алмайым.
– Ярай-ярай, аңлашылды. Һау бул әлегә! Әй! Адресыңды... адрес! – тип ҡысҡырып ҡалды Зәбир, шул секундында тауышы өҙөлдө лә. Зөлфиә ҡабаланып һалып өлгөрҙө һәм, бер мәшәҡәттән ҡотолғандай, еңел һулап ебәрҙе.
Эш өҫтәленә килеп ултырғас та тыныслана алманы әле ҡыҙ. Башынан йөҙ төрлө уй йүгерҙе. Ул бит Зәбирҙе бөтөнләй онотҡан. Әйтерһең, ике йыл уның менән аралашмаған, дуҫлашмаған кеүек. Нисектер хәл итергә кәрәк был мәсьәләне. Хат яҙыр, эйе-эйе, бөгөн кис үк ултырып яҙыр. Барыһын да асыҡтан-асыҡ итеп яҙып ебәрер. Үҙендә уға ҡарата хөрмәттән башҡа тойғолар булмауын... Рамаҙанды өҙөлөп яратыуын... Рамаҙанды иҫләгәндән үк күңеле иреп китте. Йөҙөндә нур балҡыны, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йылмайҙы.
– Ҡалай ҡыуандырҙылар Зөлфиәне. Әсәйеңме? – тигән булып белмәмешкә һалышты кабинеттағы ҡатындар. Директорҙың “егет” тигәнен һаҡ ҡолаҡтары шунда уҡ тотоп алғайны бит инде. Ә бит асыҡлап, төбөнә тоҙ һалып ҡуйырға кәрәк.
– Юҡ та... Бер иптәш егет... Староста, курстың старостаһы, практика буйынса белешә, – тип ашығып әллә нимәләр һөйләп ташланы ҡыҙ.
– Улай булһа ярай ҙа, – асыҡ ишек аша ишетеп ултырған хужа ла уйынлы-ысынлы һүҙгә ҡушылып китте, – Юғиһә, ул егет икенсеме-өсөнсөмө тапҡыр шылтырата ул, гел һин эш менән йөрөгән мәлгә тура килә лә, аҙаҡ мин дә онотам. Староста булғас – бата, атыу мин әллә беҙҙең ҡыҙҙы сит ҡош тибергә маташамы тип, үҙебеҙҙекенә һөрән һалайыммы тип торам. Матри, ҡыҙыҡай, беҙҙә егеттәр гурдый ул.
Ололар шаярышып-көлөшөп хәбәр һатһа ла, ҡыйын булды Зөлфиәгә, ул үҙен алдаҡсы, намыҫһыҙ әҙәм итеп тойҙо. Хәҙер тороп йүгереп барып Рамаҙанды эҙләп тапҡыһы һәм барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп биргеһе килде. Тик улай итеп булмай, егет бөгөн был ауылда түгел. Сабырлыҡты йыйып көтөргә генә ҡала. Ә әлегә ул бөтөн эшен ҡуйып тороп Зәбиргә хат яҙа ала. Шулайтып булһа ла күңелен баҫып тормаҡсы булып, ҙур амбар дәфтәренең урталыҡ табағын һурып алды ла, яҙа башланы: “Зәбир, баштан уҡ был хат өсөн ғәфү үтенәм. Яҙғаныма түгел, ә беренсе көндән үк яҙмағаныма...”
Өйҙә уны тағы ла бер сюрприз көтә булып сыҡты. Зөлфиә эш урыны итеп алған оҙон өҫтәл өҫтөндә бер өйөм ҡағыҙға төрөлгән әйберҙәр ята. Ҡыҙ ингәс тә шуларҙы аңғарып, һораулы ҡарашын Ғәйниә апайға төбәне.
– Рамаҙан һуғылып китте, гурыттан ҡайтып баралар икән. Былары -һиңә.
– Миңә?.. – өҫ кейемен эргәләге ултырғысҡа ырғытып, бүләк алған бала һымаҡ ыуаланып йөрөп төргәктәрҙе алып ҡарай башланы, – Нимә икән? Әйтмәнеме?
– Әйтеүгә әйтмәне, “һиңә” тигәс ней, ас та ҡара, уны гадайт итеп тороп һуң.
– Эйе шул... – тип, бәләкәсен асып ебәрһә, – А-а-а...
Төргәк эсенән бер бәйләп ҡәләмдәр, төрлө ҙурлыҡтағы рәссам бумалалары килеп сыҡты. Икенсеһенән акварель, майлы буяу, акрил, политралар. Өсөнсөһөнән атлас ҡағыҙҙар. Иң ҙур төргәккә йәтешерәк мольберт тиреп төрөлгән ине. Һәр бәйләмде асҡан һайын ҡыҙ “саррр” итеп ҡалды ла Ғәйниә апаһын ҡурҡытты, “аһ” итте лә тертләтте. Уныһы бот сапты:
– Йә, Алла! Ней булды? Ҡағыҙ-ҡәләм өсөн дә ул ҡәҙәрем булыр икән берәү...
– Апай! Былар бит миңә!
– Һиңә инде һиңә, һиңә бумай миңәме атыу?
– Апай! Был бит рәссам наборы! Уй, Рамаҙан!..
– Һүрәтте шәп төшөрә тип маҡтай бит ураған һайын, дәфтәр битенә яһап ултырмаһын тигәндер инде.
– Апай! Мине Рамаҙан ярата, ивет? – йәш аралаш көлә хәҙер ҡыҙ.
– Яраталыр... яраталыр...
Төн уртаһына тиклем иҙәндә ултырҙы Зөлфиә. Ҡалайтһа ла мольбертты йыйып ҡуйҙы, ҡәләм-бумалаларын ҡат-ҡат тотҡоланы, буяуҙарын еҫкәп-еҫкәп кинәнде. Ул бит был еҫте мәктәпте тамамлағандан алып тойғаны юҡ. Ошо буяуҙар менән буялып үткән бала сағына ҡайтҡандай булды. Яратҡан уйынсығын тартып алып йәшергәндәр ҙә, хәҙер ул шуны табып алып иләҫләнеп ултыра һымаҡ. Рамаҙан... Рамаҙан ҡайтарҙы уға был рәхәтте... Рамаҙан уны ярата...
Ғәйниә ҡыҙҙың ҡыланыштарын ситтән күҙәтә-күҙәтә йөрөп киске мәшәҡәттәрен атҡара ла, баш сайҡап көлөмһөрәй:
– Йә, иҙәндә оҙаҡ ултырҙың... һыуыҡ алырһың. Кил, ашайыҡ. Бик булмаһа ҡосаҡлап йоҡларһың ул нәмәләреңде.
Ул аҙнала Рамаҙан ялдарға тиклем килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәттәре сығып торҙо. Шәмбе көн иһә ҡыҙҙы ҡабаландырып йыйындырып алып сығып та китте. Ауылына, өйөнә алып ҡайтып китте. Йөк машинаһының кабинаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә, Зөлфиә асыҡлап маташа: – Рамаҙан, улай уңайһыҙ булмаймы һуң? Туғандарың аптырар бит?
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА... ПОВЕСТЬ Һигеҙенсе өлөш
– Ниндәй туғандар? Өйҙә баллар белә, көтөп ултыралар. Күрше-тирәләр ҙә... бөтә ауыл белә инде. Хәҙер һеҙгә килен алып ҡайтам, тип киттем, – егет уға ҡарап күҙ ҡыҫып уҡ ебәрә.
– Кит, улай итмәҫ кәрәк ине! – ҡыҙға был һүҙҙәр оҡшаһа ла, иркәләп егетенең яурынына еңелсә һуға.
– Шаяртам! Ҡурҡма. Ҡусты менән һеңле генә белә.
Зөлфиә юлға ла ҡарамай тигәндәй, ярым борлоп Рамаҙанға ғына текәлеп, уны һөйләндереп килә.
– Һин водитель икән әле. Шофер булып та эшләйһеңме әллә?
– Ауылда шулай ул, тем более фермала. Баш зоотехникмын тип эре генә йөрөп булмай. Кәрәк булһа һөт машинаһына ултырып һөт тапшырып киләһең, кәрәктә ветврач булып мал дауалайһың, унан малсылар юҡта мал ашатаһың, хатта бер мәл фермала тиҙәк ҡырырға ла тура килде.
– Ысынлап? Һа-һа-һа...
– Эйе! Һарай таҙалаусы эсеп тик йөрөй, алмаштырыр кеше юҡ, һауынсылар шаулай, бысраҡ, тиҙәр. Йән көйөп китеп, кейемде алмаштырып алдым да, вис ҡырып таҙартып сыҡтым.
– Вәт һин, әй! Маладис булғанһың...
Кабина яңғыратып көлөшә-һөйләшә ун биш саҡрымды үткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Машина яңы ҡарҙы иҙә тапап, зыулап килеп күк ҡапҡалы йорт янына туҡтаны. Өйгә килеп инеүҙәренә, ике үҫмер бала, төҙ баҫып, ҡаршы алып тора.
– Һаумыһығыҙ! – тип кемуҙарҙан ҡысҡыралар әле.
– Һаумыһығыҙ... – Зөлфиә лә уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала. Бәтәш, былар бит игеҙәктәр! Шуны аңлағас, Рамаҙанға борола, тегеһе, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға ла, таныштыра:
– Гөлкәй менән Ғәзиз. Ә был...
Гөлкәй элеп тә ала:
– Зөлфиә! Беләбеҙ инде!
– Һин белмәгән нәмә юҡ инде, бөрсәкәй. Йә, саҡыр түргә! Нимә болғаның әле һин унда?
– Болғаманым – бешерҙем, – тип телләшә-телләшә усаҡ тирәһендә өйөрөлә башлай ҡыҙыҡай. Зөлфиә лә, ҡулын йыуып, уға ярҙамға килә. Тиҙҙән ҙур яҡтың уртаһындағы өҫтәл ярайһы һый менән тула. Аҙыраҡ ҡуйыраҡ булһа ла, татлы ғына һурпа әҙерләгән икән балалар. Рамаҙан да магазинға һуғылып өлгөргән, тәмле-татлыны теҙҙе. Табын тирәләп ултырышып, серле ҡарашып тынышып ҡалдылар. Ғаилә башлығы булараҡ, Рамаҙан һүҙ алды:
– Балалар... Зөлфиә... Һеҙ барығыҙ ҙа миңә бик ҡәҙерле кешеләр... һәм бына, ошо – һеҙ, һәр ваҡыт янымда булһағыҙ... бер-беребеҙ өсөн йән атып йәшәһәк ине, тием... Килешәһегеҙме?
– Эйе! Килешәбеҙ! – тип элеп алды Гөлкәй менән Ғәзиз.
– Мин дә килешәм, – тип хупланы Зөлфиә лә.
Балалар асығышып көткән икән, ихлас ашарға керештеләр, ҡыҙ уларҙы күҙәтә биреп, яратып ҡарап ултырҙы.
– Аша һин дә, – тип, һаҡ ҡына ҡулына ҡағылып алды Рамаҙан. Уның был ғәйепһеҙ генә хәрәкәтен балалар шундуҡ аңғарҙы. Аҫтыртын йылмандашып алдылар. Уларҙың был ҡылығынан йәштәр көлөштө.
– Разведка шәп эшләй, – тип ҡуйҙы Рамаҙан, – бигерәк тә Гөлкәй тигәне.
Гөлкәй, күҙҙәрен хәйләкәр уйнатып, Зөлфиәгә баҡты, йәнәһе ул шундай бына. Уның был үткенлеге, алсаҡлығы оҡшаны ҡыҙға, ынтылып, арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:
– Бынауындай ике егетте ашатып, йыуып, ҡайһындай донъяны ҡарап йәшәгән хужабикә аҙыраҡ шаян да булмағас, ивет, матурым?
– Эйе-е... – ҡыҙ яҡлаусы табылғанға ирәбеләнеп китте. Шулай көлөштөләр ҙә көлөштөләр. Рамаҙан ҡустыһы менән һеңлеһенең бәләкәй саҡтарын хәтерләп тә көлдөрҙө, уға армияға яҙған хаттарын яттан һөйләп тә көлдөрҙө – күңелле булды. Аштан һуң табаҡ-һауытты бергәләп йыйыштырҙылар ҙа, әлеге Гөлкәйҙең “мәҙәни программаһы” буйынса әллә нисә төрлө өҫтәл уйыны уйнап ташланылар. Ҡыҙыҡай ысынлап етди әҙерләнгән икән. Бында ла көлөшөп һындары ҡатты, төрлө заданиелар башҡарып йүгерештеләр, ашығып наказдар үтәнеләр. Әсәһе-атаһы араһында бер үҙе генә үҫкән Зөлфиә, ғаиләлә былай күңелле була алғанын белмәгән дә икән. Уның хатта студент тиҫтерҙәре араһында ла был хәтлем шашып көлгәне, онотолоп шаярғаны, эскерһеҙ рәхәтлек кисергәне булмағанмы? Тимәк, бөтөн тормош, бәхет, тулылыҡ тик ошонда – бында – Рамаҙан янында...
Ятҡас та, артыҡ ярһыуҙанмы, һаман тынысланып йоҡлап китә алмаған Гөлкәй, уға сер систе:
– Яңы йылдан һуң һин беҙгә күсәңме?
– Нишләп улай тиһең? – Зөлфиә лә шыбырлап һорай.
– Ағайым әйтә... Миңә әйтмәне инде... но мин уның атай килгәндә һөйләшкәндәрен ишеттем...
– Нимә ишеттең?
– Яңы йыл байрамында һине барып һөйләшеп, никах яһарға кәрәк, тип...
– Гөлкәй, ололарҙың хәбәрен тыңларға ярамай, – яңылыҡтан шаңҡый төшһә лә, Зөлфиә уны шаяртып бүлдерә.
– Мин дә бәләкәй түгел, быйыл ун өс тулды.
– Эйе, ҙурайып киләһең. Йоҡлайыҡ, әйҙә... Ябын яҡшыраҡ итеп...
Ә үҙе керфек тә ҡаға алманы. Төпкө бүлмәлә ятҡан Рамаҙандың тын алышын ишеткәндәй булып, уның яҡынлығын тойоп, эргәһендә тулаған Гөлкәй әйткәндәрҙән башы буталып, берсә йылмайып, берсә күңеле тулып йәшкәҙәп, ятты ла ятты. Ә ҡышҡы төн оҙон, бик оҙон шул. Таң яҡтырманы ла яҡтырманы. Һәм бөтөн хикмәтле тарих тап ошо оҙайлы төндән башланды ла һымаҡ...