Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Июль 2023, 05:10

Туҡталҡа Повесть (10) Риф ТОЙҒОНОВ

СПИД менән сирләгән!» – тигән хәбәре генә ни тора. Ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерлек. Ул саҡта ҡатыны менән Эльза ҡыҙы, Ҡыуандыҡта торған ҡыҙы менән кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре ғүмерлек хурлыҡта йәшәйәсәк».

Туҡталҡа    Повесть (10)     Риф ТОЙҒОНОВТуҡталҡа    Повесть (10)     Риф ТОЙҒОНОВ
Туҡталҡа Повесть (10) Риф ТОЙҒОНОВ

Әсәһен иҫкә төшөрөү арҡаһында тыуған ҡыуанысҡа Айнур битараф ҡалманы. Әммә абалап өргән эт тауышын ишетеү уның был ҡыуанысын тиҙ генә юҡҡа сығарҙы. Артына әйләнеп ҡарау менән ул үҙенә табан йүгергән Таңсулпанды таныны ла, туҡтап, сабыр ғына көтөп торҙо.

– Ниңә көпә-көндөҙ эт өрҙөртөп йөрөйһөң?

– Айнур, күңелһеҙ хәбәрем бар: Капитан бабай вафат булған, – тине ҡыҙыҡай, йыш тын алып.

– Беләм. Йәне ожмахҡа ашһын.

– Өләсәйем дә шулай ти: намыҫлы йәшәне, ярҙамдан баш тартманы, кеше йөҙөн йыртманы, рәнйетмәне...

Яуап урынына баш һелкеп, Айнур һөйләшеүҙе сикләргә уйлағайны. Ләкин Таңсулпан уның тынып ҡалыуын үҙе менән килешеүе тип аңланы шикелле. Шуға ла уңайһыҙлыҡ кисермәне.

– Ә бына Әмирҙең йәне ожмахта булмаясаҡ. – Әле ул бөтөнләй көтмәгән яҡтан яңы һүҙ башлап ебәрҙе.

– Үлергә йыйынамы?

– Йыйынмай ҙа. Әле түгел, киләсәктә, тим.

– Аңламаным.

– Өләсәйем әйткәнсә, әҙәмде рәнйетеүсенең йәне тамуҡҡа күсә. Ә ул мине рәнйетте.

– Нисек?

Эре биҙәкле күлдәге кеҫәһенән Таңсулпан дүрткә бөкләнгән ҡағыҙҙы килтереп сығарҙы ла: «Мә, уҡы!» – тип уны Айнурға тотторҙо. Ҡағыҙға яҙылған шиғырҙы егет ашыҡмай ғына уҡыны:

Ике осаң ике тирмән ташы,

Нисек ҙурламайһың Хоҙайҙы.

Ҡасан ғына тарттырырға икән

Шул тирмәндә минең бойҙайҙы?

– Аңланыңмы? – Ҡыҙыҡай түҙемһеҙләнеп һораған ыңғайға, аҡланырға теләптер инде, тағы ла бер ауыҙ һүҙ өҫтәне. – Ҡатыралыла кер сайҡаған саҡта үптермәгән өсөн үс итә.

– Аңланым. – Шиғыр тыуҙырған йылмайыуҙы Айнур йөҙөнә сығарманы. – Тапҡанһың рәнйер сәбәп. Юҡҡа иҫең китмәһен.

– Шулаймы?

Егет һүҙҙәре менән еңел ризалашҡан Таңсулпан, ҡағыҙҙы унан тиҙ генә алып, йыртып ташланы. Хәҙер ул тынысланғандай булды. Һәр хәлдә, йүгереүҙән үтә лә ҡыҙарған йөҙө ағара төшкән. Ә күҙҙәренең зәңгәрлеге иһә шул килеш – күк зәңгәрлеге менән бер иш.

– Айнур, тағы ла бер күңелһеҙ хәбәрем бар, – тип ул яңынан телгә килде. – Егеттәр һымаҡ сигарет тартыуҙары етмәгән, хәҙер һыра, көмөшкә эсәләр. Бөтәһе лә түгел, айырым ҡыҙҙарҙы әйтәм. Оят бит!

– Кит әле! – тип ғәжәпләнде егет. Дөрөҫөрәге, ғәжәпләнгән булып ҡыланды. «Күрәһең, ул мине бындай хәлдәрҙе белмәй тип уйлай». Шул арала үҙе бынан бер ай самаһы элек Сурай ауылы клубында күргәндәрен көлөмһөрәп хәтеренә төшөрҙө. «Ҡолаҡ тондорғос музыка уйнай. Кемдер бейеп йөрөй, кемдер һыра эсә, кемдер ҡосаҡлашып үбешеп ултыра. Бына бер мәл иҫерек үҫмер ҡыҙыҡай килеп керҙе лә, музыканы туҡтатып, тамаҡ төбө менән аҡырҙы:

– Кто из вас Кильдебаева, выйди на разборку, быстро!

Бер аҙҙан инде ике ҡыҙыҡай, бер-береһенең сәстәренә йәбешеп, һуғыша ла башланы. Ә ҡыҙмаса егеттәр көлөшөп ситтән ҡарап торалар. Көлөргә лә урын бар ине шул: ҡыҙҙар әле улар өсөн һуғыша. Ә бит элегерәк киреһенсә булған...»

Уйҙарынан арынып Айнур, күҙенә салынған күбәләккә иғтибар итте лә, Таңсулпанға урынынан ҡуҙғалмаҫҡа ҡушты. Күбәләк иһә ҡыҙыҡай тирәһендә осоп йөрөгәндән һуң яурынына килеп ҡунды. Һоҡланыуы хәҙер егеткә үҙ-ара барған күңелһеҙ һөйләшеүҙе үҙгәртергә мөмкинлек бирҙе: Күлдәгеңдең биҙәктәрен күбәләк сәскә тип уйланы шикелле.

– Күлдәгем матур, эйеме?

– Матур.

Әммә күбәләк оҙаҡ ҡунаҡлап торманы – тиҙ генә осоп китте. Маҡтауҙан ҡанатланған ҡыҙыҡай: «Киске уйынға ла ошо күлдәгемде кейәсәкмен. Бөгөн бит йома, ҡаланан йәштәр ҡайта», – тигән һүҙҙәр менән Айнурҙы оҙатып, үҙе лә артына әйләнеп ҡарай-ҡарай өйөнә табан йүгерҙе.

Был ваҡытта Ғилман менән Сабит та, мәрхүм Капитан янында ултырып, урамға сыҡҡайнылар. Ауылда Ҡөрьән уҡырлыҡ кеше булмағанға, Сурай муллаһына «Жигули» ебәргәндәр. Уныһы иҫерек икән. Ошо хәбәрҙе ишетеүҙән Ғилмандың кәйефе ныҡ ҡырылды. «Ай-һай, был зәхмәт бигерәк сихри көскә эйә бит, бер ауыҙҙарына алһалар, һис тыйыла белмәйҙәр, – тине ул үҙ алдына һөйләнгәндәй. – Исмаһам, Ибраһим ауылы муллаһын тура килтерһәләр ярар ине». Юрауҙы оҙонға һуҙмаҫ өсөн Сабит: «Өйҙәлер, оҫта, өйҙәлер», – тип уны тынысландырырға тырышып, ситкәрәк бер-ике аҙым атланы ла «Прима» алыр өсөн хәҙер магазинға инеп сығыуы тураһында белдерҙе. Шул арҡала Ғилман да, ҡайтырға ыңғайлағанда: «Төштән һуң силсәүиткә үҙем барып сығырмын», – тип Сабит менән ихлас хушлашты.

Һатыусы Мөхлис Сабитты ҡоро ҡаршыланы, сәләмен дә теләр-теләмәҫ кенә йөҙ сирып ҡабул итте. Үҙе иһә кәштәгә һөйәлгән дә транзисторҙан ниндәйҙер тапшырыуҙы тыңлай. Ҡолаҡ һалғас, ике-өс кешенең СПИД хаҡында әңгәмә ҡороуҙарын аңланы Сабит. Ләкин ул килеп тыуған хәлдән ҡотолоу юлын белмәне. Ярай әле шул саҡ Мөхлис, транзисторҙы һүндереп, үҙе һүҙ башланы:

– Уйлаһаң, һәр заманда әҙәм йәнен ҡыйған сирҙәр булған. Ҡасандыр чуманан себен урынына ҡырылғандар. Туберкулез да күптәрҙе аямаған. Ә хәҙер рак, СПИД ҡурҡыныс янай...

– Дөрөҫ әйтәһең, СПИД тигәндән, ошо исемдә оятлы гәзит тә сыға шикелле? – Ҡеүәтләүе аша Сабит һатыусы күңеленә юл табырға тырышты.

– Беләм, йәштәр ҡулдарынан төшөрмәй уҡый.

Һүҙҙәр ялғанғас, Сабиттың эсенә йылы керҙе. Шулай ҙа ул Мөхлистең нимәгә кәзәһе төкөүен белергә теләп, уратып ҡына һорау бирҙе:

– Ауырыйһыңмы әллә? Башың ауыртамы?

Һуңғы һорауҙы ул үҙе яғына ҡайырып өҫтәне. Йәнәһе, кисәге табындан һуң уның да башы ауырта. Шуға сөсө телләнеп алырға ла тартынманы:

– Хәйер, һинең башың ауыртһа ла, төҙәтеү өсөн мохтажлығың юҡ.

– Төш етеп килә, ниндәй баш төҙәтеү, ти. Ғәҙәттә, башты иртәнсәк кенә төҙәтәләр.

– Кемгә нисек бит.

Көтмәгәндә Мөхлис кәштәлә теҙелгән араҡы шешәләрен тегеләй-былай күсерә башланы. Сабиттың нәфсеһен ҡотортоу өсөн юрамал эшләне ул. «Әйҙә, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торһон!» Ҡыланышынан ҡәнәғәт ҡалыуы йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу булып сағылды. Асыуы ҙур ине шул Сабитҡа. Магазинды асҡан саҡта уның янына Хәмит килеп киткәйне. Һәр ваҡыттағыса аҡсаһы юҡ, ә ҡытҡылдаған тамағы зәм-зәм һыуы һорай. Шуға ла ул был юлы Мөхлистең күңелен яулау өсөн бөтөнләй башҡа юл һайланы. «Яҡын күргәнемде, хөрмәт иткәнемде беләһең, мырҙам», – тип һүҙ ҡуҙғатты ул юхаланып. – Һинең хаҡта ғәйбәт һөйләмәйем, гел генә маҡтайым. Эшеңдән бөтөн ауыл ҡәнәғәт. Әммә Сабит менән Ғатау, телдәрен ҡорт саҡҡыры, бына нимә тиҙәр: «Мөхлис кеше иҫәбенә эсергә ярата, бер ҡасан да үҙ кеҫәһенән сығармай». Һатыусының күҙҙәре түңәрәкләнеп, ирендәре һалынып төштө. «Ит изгелек – көт яуызлыҡ», – тип дауам итте тегеһе. – Оялмағандарын әйт. Йүнһеҙҙәр! Битһеҙҙәр! Хәшәрәттәр!..

Ошондай бысраҡ һүҙҙәрҙе теҙгәндән һуң Хәмит былайыраҡ һығымта яһап ҡуйҙы: «Һинең йомартлыҡты, мырҙам, барыһы ла яҡшы белә». Тырышлығы бушҡа китмәне. Мөхлис уның ошағын йөҙ ҙә илле грамм араҡы менән баһалап, бурысҡа алыусыларҙы теркәп барған күн блокнотына исем-фамилияһын яҙып та торманы.

Был ғәйбәт хаҡында бер нәмә лә белмәгән Сабиттың теләге әле, күҙҙәре мөлдөрәүҙән үтеп, тамағына тамшаныу булып күскәйне. Шуны һиҙҙермәҫ өсөн ул йөрөштөрөп алды ла, баҫҡан һайын шығырлаған иҙәндәрҙе белдекле ҡиәфәттә күҙҙән үткәреп: «Бында ремонт кәрәк тәһә», – тигәнерәк һүҙ ҡуҙғатты. Мөхлис тә ыңғайына һыпырҙы. «Балта оҫтаһы булғас, самалайһыңдыр», – тине ул ғәмһеҙ генә. Сабитҡа шул етә ҡалды. Яуапҡа бәйле уның башында тағы бер уй яралды: шығырлаған иҙәндәрҙе бер ярты хаҡына үҙе лә нығытасаҡ.

Кәштәләге араҡы шешәләрен сылтыратҡан Мөхлис тә: «Хәмит ошағын әле Сабитҡа әйтергәме, юҡмы?» – тигән һорау алдында икеләнеү кисерҙе. «Әйтһәң, – ти эске бер тауыш, – кемдән ишеттең, тип төпсөнә башлаясаҡ. Әйтмәһәң, үкенес тыуҙырып күңелде тырнаясаҡ». Төрлөсә юрағандан һуң ул, әйтмәҫкә булып, үс алыу өсөн сәбәптәр эҙләргә тотондо. Иң мөһиме – Сабит менән бергә Ғатау ҙа хурлыҡҡа ҡалырға, рисуай ителергә тейеш. «Уларға мин бурысҡа күпме аҡса бирҙем, күпме ҡойоп эсерҙем, – тип ярһый Мөхлис үҙ алдына. – Бынан һуң һейлегемде эсһендәр. Аяғыма йығылып, рәхмәт уҡыр урында, һаранлыҡта ғәйепләп, ғәйбәт тараталар».

Бер аҙ тын торғандан һуң Сабит та, уны ирештерергә теләгәндәй, көтмәгәндә кикереп, баяғы уйын тел аша еткерергә булды:

– Иҙән таҡталарының шығырлауы йәнеңә тейәлер бит. Ниңә нығыттырмайһың?

Бер юлы ошо һүҙҙәргә өҫтәп: «Бер ярты ҡуйһаң, эшләүсеһе табылыр», – тип әйтергә тейеш ине ул. Үҙен күҙ уңында тотоуы көн кеүек асыҡ. Ләкин әйтергә өлгөрмәне. Был ваҡытта Мөхлис, икеһен дә бер юлы әҙәм көлкөһөнә ҡалдырыу хәйләһен тапҡанға, Сабит һорауына, «ҡуй әле» тигән ишара яһап, ҡул һелтәне.

– Таҡта ҡайғыһымы ни бында?! – тине ул, ҡашын емереп. – Һинән алда магазинға яңы килгән уҡытыусы инеп сыҡҡайны. Шул һөйләп китте. Уларҙың кәзәһе юғалған.

– Ғатау һуйған бит уны! – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне Сабит. Мөхлис иһә уның ниҙер әйтергә уҡталыуын тойоп, һораулы ҡараш ташланы:

– Кәзәгә ҡағылышлы берәй хәбәрең бармы әллә?

– Бар шул. – Сабит ҡыҙарған йөҙөн ҡулъяулығы менән һөртөп, һоро күҙҙәрен йыш йомғолап алды. – Кисә Ғатау соланында ҡалай табаҡта ятҡан кәзә башына иғтибар иттеңме? Ике мөгөҙө араһында аҡ табы ла бар ине.

– Иттем.

– Тимәк, яңы килгән уҡытыусы кәзәһен Ғатау йомдорған!

– Мин дә шулай уйлайым.

– Уйҙар тап килә. Шул кәзә өсөн кәйефең юҡмы? Тапҡанһың борсолор сәбәп, һуйған кеше үҙе яуап бирер, ә беҙ белмәнек тә, күрмәнек тә.

– Уныһы шулай. Әммә ул сирле кәзә икән. Һиңә нисегерәк аңлатырға? – тип Мөхлис ҡапыл туҡтап ҡалды ла, Сабит иҫен йыйып өлгөргәнсе, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ашыҡты. – СПИД менән сирле булған ул. Ә беҙ кисә һинең менән уның итен рәхәтләнеп ашап ултырҙыҡ.

– Ашағас, СПИД беҙгә лә йоҡтомо икән?! – Сабиттың ҡарпыш ҡолаҡтары турайып, тар маңлайына тир бөрсөктәре бәреп сыҡты.

– Йоҡҡандыр... Ана шуға ла кәйефем төштө бөгөн. Бая бынан, – транзисторға төртөп күрһәтте ул, – СПИД хаҡында әңгәмә тыңланым. Кеше яйлап ябыға икән. Ҡотолоу юлдары юҡ!

Үҙенең һүҙҙәренә ышаныс бирергә теләгәндәй, Мөхлис көрәктәй усы менән прилавка өҫтөнә шапылдатып һуғып алды. Йәнәһе, беҙҙең хәлдәр мөшкөл. Былай ҡыланышы уның тәбиғи килеп сыҡты, аптырауҙан Сабит хатта артына тайпылған арала үҙ алдына: «Кәзә лә СПИД-тан ауырыймы ни? – тигән һорау менән сетерекле уйҙарын асыҡларға тырышты. – Был хаҡта бер ҡасан да ишетмәнем. Ә бына маймылдың йоғошло сирҙе таратыуын гәзиттә уҡығайным. Ләкин кәзә бит маймыл түгел – айырма ҙур. Әллә Мөхлис шаяртамы?»

Йөҙөнә ҡарағанда, ул ысынлап та хафаға ҡалған һымаҡ. Хатта һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә дерелдәгән ирендәренә тиклем иғтибар итте Сабит. Күҙҙәре эскә батҡан ҡарашында ла уның хәүеф сағыла. «Әллә был алдашмаймы? – тип ул йәнә икеләнә башланы. – Әйткәндәре дөрөҫкә сыҡһа, эштәр харап бит. «СПИД менән сирләгән!» – тигән хәбәре генә ни тора. Ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерлек. Ул саҡта ҡатыны менән Эльза ҡыҙы, Ҡыуандыҡта торған ҡыҙы менән кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре ғүмерлек хурлыҡта йәшәйәсәк».

Көтмәгәндә Мөхлистең: «Ка-пи-тан! Ка-пи-тан!» – тип урынһыҙ көйләүе Сабитты шомло уйҙарынан арындырып ебәрҙе. Магазин хужаһы кәштәгә теҙелгән араҡы шешәләрен ҡабат урындарынан күсерә башланы. Мохтажлыҡтан бигерәк ҡаршыһында торғандың ҡытҡылдаған тамағын тағы ла ҡытыҡлап алыу өсөн эшләне ул быны. Әммә һатыусының үҙенә генә килешле хәрәкәте был юлы Сабитта тамшаныу түгел, һорау тыуҙырҙы:

– Ниңә шул шешәләргә ҡул тейҙереп кенә тораһың, аяҡланып, ҡасып китерҙәр тип ҡурҡаһыңмы?

– Тәртип кәрәк, тәртип!

– Тәртип, имеш... Илдә бит хәҙер уның «т» хәрефе лә ҡалманы.

– Илдәгеһен белмәйем, ә магазин эсендәге тәртип өсөн мин яуаплы.

– Илдә тәртип булһа, СПИД-лы кәзә эйәртеп йөрөмәҫтәр ине.

– Юғарынан рөхсәт бирелгән уларға. – Һүҙ ыңғайына Мөхлис баш бармағын өҫкә сөйөп ҡуйҙы. – Бисәһе әйтеүенсә, ире врач булыу өҫтөнә ҙур ғалим да икән. СПИД-ҡа ҡаршы төрлө тикшеренеүҙәр үткәрә, ти. Шуның өсөн дә СПИД менән сирләгән кәзә тотабыҙ, ти.

Бындай ҡурҡыныс хәбәрҙән Сабиттың ҡото ныҡлап алыныр тип көткәйне Мөхлис. Ҡарпыш ҡолаҡтары турайып, тар маңлайында тир бөрсөктәре сағылһа ла, былай ул әллә ни үртәләнмәне. Бер ҡараһаң, әле ишеткәндәренә ышанған һымаҡ, икенсе ҡараһаң – бөтөнләй юҡ. Һәр хәлдә Мөхлис уның сабырлығын шулайыраҡ ҡабул итеп: «Мейеһе араҡы менән ағыуланған кешенән башҡа ни көтәһең?» – тигәнерәк фекергә килде лә, тәҙрә аша магазинға табан атлаған ике-өс ҡатын-ҡыҙҙы шәйләп, һөйләшеүҙе тиҙерәк өҙөргә булды:

– Ғатауға ла инеп аңғартып сыҡ. Ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ. Ә мин дүшәмбе көн Ҡыуандыҡҡа район врачтарына күренергә барам. Хәлебеҙ ҡыл өҫтөндә.

Автор:
Читайте нас