

Алдашыуҙан күңеле булған Мөхлис һуңғы һөйләмде шикте көсәйтеү өсөн ауыр уфтанып әйтте. Сабит иһә уны яҙа-йоҙа ғына тыңланы. Был ваҡытта ул: «Магазиндан шулай буш ҡул менән сығып китәмме ни?» – тип эстән һуҡрана ла башлағайны.
Урамға сыҡҡанда инде уның һуҡраныуы, асыуға әйләнеп, кәйефен тағы ла нығыраҡ ҡырҙы. «Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр шул, үҙем дә ауыҙ асырға ҡыйманым, һис юғында йөҙ грамын ҡойҙортҡанда ла эсте тишмәҫ ине. СПИД хаҡында ләстит һатып, теңкәгә генә тейҙе бит», – тип һаман да тыныслана алмаған Сабит, ҡояшҡа ҡарап, төш етеүен самалағанда, урам тултырып атлаған Сауҙагәр Шәрифулла ағаһын күреп, саҡ йығылып китмәне. Юл ялтартып булмай – аралар яҡын. Хәҙер килеп етер ҙә һәр ваҡыттағыса: «Былай һин вәғәҙәңде боҙмай торғайның, вәғәҙә иткән таҡталарыңды ҡасан килтерәһең, оҙаҡҡа һуҙҙың», – тип уны алҡымынан аласаҡ.
«Юҡ, алмай торһон әле!» – Сабит быға юл ҡуймаясаҡ. Шуға ла ул Шәриф ағаһына баштан уҡ дорфа өндәшеүҙе хуп күрҙе:
– Төҫөң ҡасҡан, ай-һай, әллә ауырыйһыңмы?
– Капитан энекәш янынан киләм, вафатын ишеткәнһеңдер?
– Ишеттем, ишеттем. Беҙ ҙә Ғилман менән янына кереп сыҡтыҡ.
– Иртәгә ерләйбеҙ.
– Беләм.
Әммә Сабит бындай һөйләшеүҙе көтмәгәйне – телен арҡыры тешләне. Үлем һәр кемде тетрәндерә шул. Оло йәштәгеләрҙе бигерәк тә. Ошондай тетрәнеү арҡаһында Сауҙагәр ағаһына ла еңел түгелдер – араҡы менән алыш-биреш иткәндәге ғәйрәтенән әле бер нәмә лә ҡалмаған. Ә бит Сабит уға, теге саҡтағы төнгө мутлығын иҫтә тотоп, СПИД менән сирләгән кәзәнең юғалыуы тураһында һөйләргә йыйынғайны. Барып сыҡманы. Шулай ҙа йыуатырға теләп әйткән һүҙҙәре артыҡ булманы:
– Сабырлыҡ кәрәк.
Уныһы иһә: «Ярай, хуш!» – тип урынынан ҡуҙғалғанда, ҡапыл ел иҫеп, башындағы эшләпәһен саҡ осороп ебәрмәне.
– Әллә ямғыр яумаҡсы, елдә ямғыр еҫе бар.
Сабит та, танауын тартҡылап, Уҡсаптырған ҡаяһына күҙ һирпеп алды.
– Былай бер болот та күренмәй. Әйткәндәй, иртәнсәк радио, бөгөн Мәскәүҙә ямғыр яуа, тине.
– Мин дә ишеттем.
Үҙ-ара һөйләшеүҙәре уларҙың ана шулай этә-төртә килеп сыҡты. Быныһын Сабит абайлап бөтөрмәһә лә: «Бөгөн унда таҡта ҡайғыһы юҡ икән», – тигән уйҙарынан ҡәнәғәт ҡалды. Ләкин ул баяғыһынан да туғарылып бөтмәгән ине. Шуғалыр ҙа инде ирекһеҙҙән Сауҙагәр Шәриф ағаһы киткән яҡҡа боролоп ҡарауы уға кәзә башына бәйле теге һорау-яуаптарҙы яңынан күңелендә ишәйтеүгә сәбәпсе булды: «Нишләтте икән уны?» – «Ергә күмеп, өҫтөнә түмәр-таҡта һымаҡ шаҡы-шоҡо өйгәндер». – «Нишләп эҙенә төшмәй һуң?» – «Кешегә фаш итеү уның файҙаһына түгел дә».
Кеҫәһенән «Прима» сығарып берҙе көйрәтеп ебәргәс, арлы-бирле тапанған Сабит, тынысланып, Мөхлистең: «Ғатауға ла инеп, аңғартып сыҡ», – тигән һүҙҙәрен хәтеренә төшөрҙө. Яҙа-йоҙа тыңлаһа ла уныһын ҡолағына һеңдергән икән. «Ә нишләп кереп сыҡмаҫҡа? – Һорауына ярашлы ул Ғатау йортона күҙ йүгертеп, солан ишегенең асыҡ тороуына иғтибар итте. – Тимәк, өйҙә. Тамаҡ ебетеп ултырһа, «ашына тараҡандай» төшөргә лә мөмкин. Елле сәбәп бар. Башты иҫәргә һалып, иң элек СПИД менән сирләгән кәзә тураһындағы хәбәрҙе еткерергә кәрәк. Аҙаҡ иһә – кисә ашаған иттең ана шул кәзәнеке булыуына ишара яһау».
Ошондай уйҙар солғанышында Ғатау йортона табан атлаған Сабиттың әле күңеле үҫеп китте – йөҙ-сырайында төшкө ҡояш нурҙары уйнай. Ысынлап та, балҡып ятҡан аяҙ көн. Шуның тәьҫиренәнме уға күк көмбәҙе бейегәйгән, офоҡ сиктәре киңәйгән, донъялар иркенәйгән төҫлө күренә. Хыял ҡанаттарында онотолоп осоу өсөн бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ – һирәк-һаяҡ уйнаҡлап иҫкән елдәренә тиклем күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Әммә Сабит үҙе һоҡланыуҙан иләҫләнеп оҙаҡ бара алманы, Капитан ихатаһындағы һөйләшеүҙе баш бороп тыңларға мәжбүр булды:
– Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалмайһың...
– Шәп кеше ине, иртәрәк китте...
– Күрәһең, тегендә лә шәп кешеләргә мохтажлыҡ бар...
Сабит, ергә ауған урам ҡапҡаһы аша йәтеш һикереп, тиҙерәк эскә үтергә ашыҡты. Ишеге асыҡ соланға ингәндә иһә, аяғы ҡуба башлаған тупһаға эләгеп, саҡ йығылып китмәне – стенаға тотоноп өлгөрҙө. Шул арала өйҙән Ғатауҙың һүгенеү ҡатыш ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:
– Кем бар?
– Кем булһын, мин инде. – Әле уҡытыусыһы алдында оялып баҫып торған уҡыусы кеүегерәк яуап бирҙе.
– Кер, әйҙә, кер!
Йорт хужаһының ихлас саҡырыуы Сабитҡа тәүәккәллек өҫтәне. Ә инде, өйгә инеп, Ғатау менән күрешкәндә, өҫтәлдәге шешәне күреүҙән ул бөтөнләй ирәйеп китте: былай булғас, эш бешә. Тәҡдим ителгән урынға барып ултырғанда иһә ошо уйы уны еңел һөйәкле иткәйне инде.
– Темеҫкенеп йөрөй торған ғәҙәтеңде белгәнгә, килеүеңде күптән көтәм, – тине Ғатау, шешәгә ынтылып. – Бер үҙемә күңелһеҙ. Әйҙә, яҡынла, иттән ауыҙ ит.
– Ризыҡ йөрөтә әҙәмде, ризыҡ...
Уның «темеҫкенеп» тигән һүҙенә Сабит үпкә белдермәне.
– Самогон да ризыҡ иҫәбенә инәме ни?
Ике стаканға ла зәм-зәм һыуы ҡойған Ғатау Сабитҡа күтәрелеп ҡараны. Сабит яуап бирергә ашыҡманы. Ҡаршыһында ултырғандың ҡурылған йөҙө, ҡыҙарған танауы, һалынып төшкән күҙ төптәре йәлеп итте уның иғтибарын. «Башы төҙәлеп бөтмәгән әле бының», – тип уйланы ул, өҫтәлгә яҡыная биреп.
– Ауыл шағиры Әмир: «Самогон – беҙҙеңсә көмөшкә», – ти. Көмөшкә лә ризыҡ инде.
– Ул малай һүҙгә кеше кеҫәһенә инә торғандарҙан түгел. Самогонмы, көмөшкәме – миңә барыбер. Башҡа ғына сыҡһын.
Әйткәндәрен ҡеүәтләп Ғатау, стакандағын төп күтәрә эсте лә, ит ҡабып, ҡулына сигарет алды. Уға эйәреп, үҙ өлөшөн тамаҡ төбөнә һалған Сабит та, кеҫәһенән «Прима» сығарып, тартырға ниәтләнде.
– Донъя шулай яратылған: кеше йәшәй-йәшәй ҙә, бер көн килеп, ер ҡуйынына керә лә китә. Ә мин годок Капитанды оҙаҡ йәшәр тип уйлай торғайным. Эсмәне, тартманы. Ҡатыны менән дә аңлашып йәшәне.
Дөрөҫ һөйләйемме тигәндәй Ғатау, сигаретын һурған килеш Сабитҡа күҙ һирпеп, бер аҙ тын ултырғас, өҙөлгән һүҙҙәрен йәнә ялғаны:
– Ғаиләлә аңлашып йәшәү өсөн эсмәҫкә кәрәк. Ә бына һин эсһәң дә, ҡатының менән барыбер ғауғаһыҙ йәшәп ятаһың. Ел-ямғыр тейҙермәй ул һиңә. Ни өсөн? Ошо хаҡта уйлап ҡарағаның бармы? – Үҙе биргән һорауға Ғатау үҙе үк өҙөп яуап бирҙе: – Юҡ, әлбиттә!
Гәзит менән ябылған табаҡтағы ит еҫенә эйәләшкән себендәрҙе ҡыуа-ҡыуа Сабит сөсө телләнеп маташты:
– Йортта һауыт-һаба шылтырамай тормай инде.
– Уныһы үтә лә онотола. Ә мин онотолмағандарын барлайым. Эсһәң дә ҡатының менән йәмһеҙләшмәй генә донъя көтәһегеҙ, тинем. Ни өсөнмө? Сөнки һеҙ йәштән бер-берегеҙҙе яратышып өйләнештегеҙ. Әгәр ҙә Зөбәйҙә теге ваҡытта Ғилманды армиянан көткән булһа, тормошо селпәрәмә килер инеме? Ә хәҙер ҡыҙы Таңсулпан әсәһенең гонаһын күтәреп йөрөй. Кәнтәй Нәфисә арҡаһында мин дә тере мәйеткә әйләндем.
Уның зарланыуына Сабит, яуап итеп: «Эскеләй башлауыңды оҡшатманы ул», – тип әйтергә асҡан ауыҙын ҡапыл йома һалды: ярамай! «Эсһә ни, ә һин эсмәнеңме? Һинеке бит башҡаға кейәүгә сығып китмәне!» – тип төкөрөктәрен сәсәсәк. Шуға ла ул йорт хужаһы һүҙҙәренең йәмен ебәрергә теләмәне:
– Һин дә юғалып ҡалманың. Әбеш ауылының ун алты йәшлек сибәр ҡыҙын эләктерҙең.
– Хата булған. Барыбер һөйөп-һөйөлөп йәшәй алманым. Йөрәк яныуын шуға араҡы менән баҫырға тырыштым.
Сигарет төпсөгөн балыҡ консерваһынан яһалған көлдөксәгә ырғытып, Ғатау ҡабат шешәгә үрелде. Был ваҡытта Сабит: «Көмөшкәһен ҡасан ҡоя инде?» – тип үҙ алдына түҙемһеҙләнә лә башлағайны. Эскеһе килеүен һиҙҙерер өсөн хатта стаканын уға табан шылдыра биреп тә ҡуйғайны.
– Әйҙә, – тине Ғатау, зәм-зәм һыуын тигеҙ бүлеп сыҡҡас. – Йәшләй һөйгән йәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлағандар хөрмәтенә күтәрәйек!
Уның тәҡдиме Сабитҡа бик ярап төштө, хәҙер ул, йөҙөндә ҡәнәғәтлек билдәһе сағылдырып, ҡуҡырайыбыраҡ ултырҙы. Сәкәштереп эсеп ебәрҙеләр. Был юлы ла Сабит йорт хужаһы һымаҡ табаҡтағы иткә ҡул һонманы, икмәк һынығынан бер тешләм ҡабыу менән сикләнде, һауалы ҡиәфәтенә күрә әле ул үҙ өҫтөнлөгөн белдерергә теләпме: «Эйе, ҡатындан уңдым», – тигән ыңғайға ғәҙәтенсә кикереп алды. Быны Ғатау үҙенсә аңлап, һорау рәүешенә күсерҙе:
– Әллә йырларға итәһеңме?
– Йырларлыҡ эсмәнек бит әле.
Тупһыҙыраҡ һүҙ ысҡындырыуына һағайған Сабит ҡолағына бер аҙҙан йорт хужаһының әкрен генә һуҙған йыры һарылды:
Вәғәҙә биргәс, кәрәк ине көтөргә,
Ниңә инде хыянат итергә?
Зәйтүнгөл сәскәһе кеүек,
Йәштән һөйгән үҙ йәреңде
Ниңә инде ташлап китергә.
Йыр тамамланыуға өй эсендә тынлыҡ урынлашты. Бәлки, Ғатау ошо килеш сабыр ғына табындашынан хуплау көткәндер. Уныһы баш ҡына һелкеп ҡуйҙы – гел генә һүгенергә әүәҫ кешенең көтмәгәндә шулай моңланып ултырыуын күреү уға ҡыҙыҡ ине. Шулай ҙа артыҡ иҫе китеп барманы. Клубта киномеханик булып эшләгән йылдарында Ғатауҙың концерт-спектаклдәрҙең уртаһында ҡайнауын яҡшы хәтерләй ул.
Артабан йыр бәйҙән ысҡынманы. Сабиттың уйҙарын тоҫмаллағандай, йорт хужаһы үҙе үк ошо йүнәлештә һүҙ башлап, ҡапыл йәпләнеп китте:
– Сәхнәләргә сығып, халыҡтың һушын алған саҡтар бар ине. Ә «Ғәлиәбаныу»ҙы нисек алҡышлайҙар ине. Хәлил ролендә Нәфисә-Ғәлиәбаныу менән мөхәббәт аңлашыу, мөхәббәт утында яныу... Хәҙер барыһы ла бер матур төш кеүек...
Әммә Сабит уға йәшлегенә һоҡланып ултырырға ирек бирмәне. Ике-өс көн элек ул «СПИД-иифо»ла, Ғилман атағанса, оятлы гәзиттә: «Таһир менән Зөһрә мөхәббәте теге заманда тороп ҡалған инде», – тигән юлдарҙы уҡығайны. Шуны иҫенә төшөрөп, исемдәрен үҙгәртеү аша Ғатауҙы төрттөрөп алырға булды:
– Ни тиһәң дә Ғәлиәбаныу менән Хәлил мөхәббәте теге заманда тороп ҡалған инде.
Кәйефе ҡырылыуҙан йорт хужаһы Сабитҡа уҡталып ҡараны, ләкин ризаһыҙлығын һиҙҙермәне. Яңынан сигарет тоҡандырып, түшәмгә бер нисә төтөн ҡулсалары осорғандан һуң ғына һөйләшеүҙе дауам итте:
– Ә ниңә аптырарға? – Ул мөйөштәге телевизорға баш ҡаҡты. – Анауҙан асыҡтан-асыҡ ирекле енси тормош тураһында сәйнәйҙәр. Юҡҡамы ни боронғолар: «Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тыйһаң да аҙ», – тигән.
– Ахырызаманға барабыҙ, ахырыһы, – тип йөпләп Сабит, Мөхлис ҡушҡанса, СПИД-лы кәзә хаҡындағы хәбәрҙе еткерергә самаланы. Тик Ғатауҙың тыңлағыһы ла килмәне. Әллә үҙенең ғәйебе асылыуҙан ҡурҡты, һәр хәлдә уның был ҡыланышын Сабит шулайыраҡ аңлап, мут ҡарашын өҫтәлдәге шешәгә төбәне лә, ҡыҙыҡтырырға тырышыпмы, һаман да бер тирәлә уралды:
– СПИД йоҡторған әҙәм аҙаҡ кибеп-ябығып үлә икән.
– Ә мин йәшәүҙән былай ҙа туйғанмын.
– Туймағандар ҙа бар бит, улар нишләргә тейеш?
– Кемдер әйтмешләй, дауаһы уның бер: спи один! Хәйер, мин дә күптән айырым йоҡлайым.
– Ә үрсем?
Көлөмһөрәп һорау биргән Сабит башҡаса был хаҡта һүҙ ишәйтеүҙе артыҡ һананы. Ғатау ҙа ҡыҙарған танауындағы тирҙәрҙе һөртә-һөртә урынынан торорға аҙапланды. Ҡаҙаҡлап ҡуйғандармы ни?! Кәүҙәһен күтәрә алмай. Шығырлаған өҫтәлгә йәбешеп, аяғына саҡ баҫты ул. «Йөгө ауырайҙы бының», – тип уның иҫерә башлауын тойған Сабит та етеҙлек күрһәтте – ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙҙы.
– Годок Капитандың яҡты иҫтәлегенә берҙе аяғөҫтө уртлайыҡ, әйҙә, ҡой самогонды! – тип йорт хужаһының йомош ҡушыуын тегенеһе, ауыҙын йырып, тиҙ генә үтәй һалды. Ләкин эсергә өлгөрмәнеләр, тыштан ишек шаҡынылар.
– Тағы кемеһе хәйерселәп йөрөй? Моғайын, Хәмиттер, – тине Ғатау, йөҙө ҡарайып.
Уның юрауы дөрөҫкә сыҡты: йылп итеп Хәмит килеп инде.
– Мине ҙурлап, стакан тотоп ҡаршылайһығыҙмы?
Уң яҡ кеҫәһенең бүлтәйеүен абайлаған Сабит иһә күптәнге дуҫын күргәндәй шатланды:
– Түргә уҙ!
Аң-тоңдо белмәгән Ғатауға был оҡшаманы, күрәһең, ул ҡатыраҡ бәрелде:
– Ҙурлап түгел, хурлап ҡаршылауға күнергә ваҡыт!
Уны аңлаған Хәмит: «Ҡурҡма, һинекенә артыҡ тамаҡ булмам, үҙемдеке бар. Капитан ҡәберенә ләхет таҡталары әҙерләгәйнем, ҡатыны бирҙе», – тип һөйләнә-һөйләнә кеҫәһенән араҡы шешәһе сығарып, өҫтәлгә ҡуйҙы. Бындай йомартлыҡты көтмәгән Ғатау уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, үҙ бәҫен төшөрмәҫкә тырышты. Шуғалыр ҙа инде: «Ғәҙәттә минең янға буш ҡул менән киләләр», – тине ул, маңлайындағы һырҙарын һыпырып.
Йөҙө яҡтырып киткән Сабит та, шуҡ йылмайып, Хәмиткә һүҙ ҡушҡанда һыңар күҙен ҡыҫырға ла өлгөрҙө: йәнәһе, бирешмә!
– Ә мин араҡыны Мөхлистән алғанһың тип торам.
– Ишетһә, былай ҙа ҡоро ҡалмаҫ. Беҙҙең иҫәпкә эсергә ярата. Тик хәбәремде, зинһар, уға еткерә күрмәгеҙ. Магазинына аяҡ та баҫтырмаҫ.
– Көн төшөүе ихтимал шул.
Был юлы Сабит Хәмиткә йәтеш яуабын тапты. Шул арала Ғатау ҙа, бер аҙ йомшарып, ипкә килде:
– Годоктың яҡты иҫтәлегенә берҙе тотайыҡ.
– Тотайыҡ та тотайыҡмы? Тағы күпме тоторға? Ә ҡасан эсергә һуң? – тип Сабит уның тосын шаяртыуға борҙо.
– Улайһа эсәйек.
Стакандарҙы бушатып, ҡапҡылағандан һуң улар, өҫтәл тирәләй ултырып, ғәҙәттәге һүҙ алышыуға күстеләр. Был көндө Рәсәй Президенты Ельциндың да ҡолағы байтаҡ сыңлағандыр. Уны ла «ҡыҙған таба»ға йыш баҫтырҙылар. Хурлауҙа бигерәк тә Хәмит әүҙемлек күрһәтте. Хатта ул: «Ил башы булып Ельцин да эскәс, беҙгә ни ҡала?!» – тип кәмһетергә лә тартынманы.
Шешәләш дуҫтарҙың шулай үҙ-ара гәпләшеүҙәре асыҡ тәҙрә аша урамға ла һибелде. Ә урамда халыҡ һәр ваҡыт йөрөп тора. Иғтибар иткәндәре – хәмер өнәмәгәндәре – уларҙың байрам ҡороп ултырыуҙарын ихлас күңелдән ҡәһәрләне:
– Ҡаршы өйҙә мәйет барҙа шул тиклем ҡыланмаһалар... Алланан ҡурҡмағандарын әйт, оятһыҙлыҡтың сигенә сыҡҡандар былар...
– Ундайҙарҙы ер нисек күтәрәлер?
Магазин яғынан килгән Айнурҙың әсәһе лә Ғатау йорто эргәһенән һуҡранмайынса үтә алманы. Әммә уйлағанын тышҡа сығарманы – артабан да тешен ҡыҫып атланы. Ҡайтып етеүгә, ҡапҡа төбөндә уны улы көтөп торған икән.
– Ҡатыралыға һыу инергә барам, – тине ул, әсәһен ихатаға үткәреп.
– Йоҡламаныңмы ни?
– Әҙерәк.
Ысынында иһә Айнурҙың күҙенә йоҡо инмәне. Болоҡһоған күңелен тынысландырыр өсөн хатта музыка ебәреп ҡараны. Башҡа саҡта ул, моңло көй уйнағанда, тәмле йоҡоға ҡайһылай тиҙ тала ине. Ә бөгөн? Һис кенә лә файҙаһы теймәне. Киреһенсә, оҙағыраҡ ятҡан һайын тәне яҙылып, зиһене тағы ла нығыраҡ асылған һымаҡ. Шуға ла унда Ҡатыралыға һыу инергә барыу теләге тыуғайны.
Әле әсәһе Айнурҙы веранда тупһаһынан: «Оҙаҡлама, улым, сәй ҡайнатырға ҡуям», – тип оҙатып ҡалды. Егет сәғәтенә күҙ һалды: дүрт тулып килә. «Магазиндан алған тәм-томдары менән һыйламаҡсы», – тип уйланы ул, яуап урынына ҡул болғап.
Хәйер, һөйләшкән арала Айнур үҙенең генә түгел, әсәһенең дә ниндәйҙер тетрәнеүгә юлығыуын һиҙеп, һорарға ла иткәйне. Ҡыйманы. Бала саҡтан таныш уға әсәһенең был ғәҙәте: хәтере ҡалһа, асыуланһа, хатта шатлыҡ кисерһә, башындағы яулығын усы менән йыш һыпыра башлай. Хәҙерге ҡыланышы ла, шуның бер сағылышы булараҡ, егет күңелендә төрлө шик-шөбһәләр уятты: әллә берәйһе рәнйеткәнме?