

***
Сылтыр гөрләүек кеүек кенә нескә моң ошо нәҙекәй кәүҙәнең әллә ҡайһы еренән сығалыр? Юғары ноталарҙа талпынып-талпынып китә үҙе. Әйтерһең, нәҙек беләктәрен елпеп осорға ынтыла. Шул ваҡыттарҙа Рамаҙан урынынан ҡалҡына биреп ҡуя, әллә ынтылып ҡыҙын тотоп ҡалырға, әллә ярҙам итергә теләй. Йөҙөнә әллә ни төрлө кисерештәр сыға. Ҡаштары күтәрелеп, күҙҙәре киң асылып, муйыны һуҙылып, онотолоп моңға ҡуша бәүелеп китә. Ә йыр, берсә бөҙрәләнеп күпереп, берсә аҫҡа төшөп баҫылып, берсә һығылмалы, бөгәрле, үҙәкле юлдарҙан ағылып дауам итә. Һәм... бына! – Браво! – Молодчина! – Браво-браво-о!
Дәррәү ҡул сабыуҙар залды күтәреп оса. Рамаҙан үҙе йән көсөнә устарын усҡа һуғып ултыра, үҙе халыҡтың шулай шаулауына хайран булып ултыра. Кемде шулай алҡышлайҙар һуң? Уның ҡыҙын!
Тотоп килгән сәскәһен дә сығарып бирә алманы. Сәскә һоноусылар сәхнәнең аҫтында ла, өҫтөндә лә күбәйеп китеп, сират яһап ташланылар. Шуға улар араһында этешеп-төртөшөп йөрөгөһө килмәне. Концерттан һуң тапшырыр ҙа ҡуйырмын тип, ҡуҙғалманы. Артабан тамаша дауам итеп, йыры ла, бейеүе лә ҡушылып барып, арыта биреп тә китте. Былай ҙур урында, көслө музыка, көслө уттар аҫтында концерттар ҡарап өйрәнмәгән ауыл кешеһенә еңел түгел. Шаршау ябылғас та гөрләп ҡул сапҡан рәттәр араһында көтә биреп тороп, ағым менән ҡуша барып, унан шул ҡайнаш араһында саҡ өҫ кейемен эләктереп алып, көскә тышҡа сығып баҫты. Ҡулындағы сәскәһе, ярай әле, тере ҡалды. Шуны һаҡлайым тип тә аҙ төрткөләнмәне инде. Ул ара һауа һулап йөрөп алды, тирләп киткән арҡаһын яҙҙы. Тегеләй-былай үткеләп, афишаларҙы, артистарҙың фотопортреттарын ҡарап сыҡҡансы, ишектә ҡыҙы пәйҙә булды.
– Атай! – тип ҡысҡырҙы ул ҡырҙан уҡ. Ана, елпелдәп килеп ултырыуы!
Рамаҙан, ҡаршы барып, ҡосаҡлап-һөйөп алды. Ғәҙәттә, улай итмәйҙәр улар, өйҙә ҡосаҡлашып үбешеү ғәҙәте юҡ. Әммә был осраҡта шунһыҙ мөмкин дә түгел һымаҡ. Ниндәй ҙур ваҡиға бит! Йырсыға уҡыған студент ҡына ҡыҙын билдәле артистар рәтендә ҙур концертҡа алдылар. Һәм ҡайһындай итеп сығыш яһаны ла!
– Ҡыҙым... Алтыным минең, ҡошсоғом... Маладисһың, маладис, – тип сәскә һонғанда хатта тауыштары ҡалтырап китте.
– Уй, ҡурҡтым! Уй, тулҡынландым! Сыҡҡанда күлдәгемдең яғалары ҡалтырап торҙо – күрендеме?
– Юҡ-юҡ, ундай бер нәмәне лә аңғарманым, әммә бәләкәс кенә Зөлфиәмдең Мәскәү залын яңғыратҡанын күрҙем. Бына ошоноһон ҡайтып һөйләрмен инде.
Ҡыҙыҡай, атаһының беләгенә аҫылынып, әленән-әле йөҙөнә ынтылып ҡарап “сар ҙа сор” булып хәбәрен һөйләй-һөйләй, атлап киттеләр. Бына инде, кинйәкәүе менән ҡултыҡлашып йөрөп ята. Мәскәү урамдары буйлап. Кем уйлаған, уның балаһы шулай ҙурайыр ҙа, атаһын концертҡа саҡырыр һәм шуны билдәләү өсөн ресторанға юлланырҙар, тип.
Концерт залынан алыҫ түгел икән ултырыр урындары. Ыҡсым ғына яҡты ергә килеп инделәр. Зөлфиәһе алдан өҫтәл заказлаған. Салаттар, йылы аш алып теҙҙеләр. Бокал төбөндә конъяк та килде. Ир алдына ултыртылған эсемлеккә текәлә биреп киткәс, ҡыҙы көлә-көлә аңлата һалды:
– Ошо хәтлем ергә килеп, ресторанда конъяк та эсмәнеңме тип әйтәсәктәр бит һиңә ауылда. Шуға алдым быныһын.
– Ә-ә... ярай. Был ғына зыян итмәҫ.
Һут менән конъяк бокалдары сәкәште. Уларҙың зыңы бер нисә секунд һауала сыңлап торҙо.
– Ярай, ҡыҙым, һинең уңыштарың өсөн!
– Рәхмәт, атай, килгәнең өсөн!
Артабан һүҙ Зөлфиәнең нисек концертҡа әҙерләнгәне, нисек сығыш яһағаны, кемдәр нимә тип әйткәне һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡороуы тураһында барҙы. Рамаҙан ҡыҙының шундай ынтылыштар, сәмле хыялдар менән йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай тыңланы ла тыңланы. Әллә артыҡ хисләнде, әллә әлеге ике-өс йотомдай конъяк башҡа бәрҙе, күңеле йомшарҙы.
– Атай... әлдә һин бар, – ти, етмәһә ҡыҙы, күҙҙәрен мөлдөрәтеп тороп, – Һинһеҙ мин бында була ла, уҡый ҙа алмаҫ инем. Икеһе лә йәшкәҙәне. Ҡыҙының алһыу биттәре буйлап тәгәрәгән тамсылар тәрилкәһе ситенә “тып-тып” тамдылар. Рамаҙан да кеҫәһенән ҙур ҡулъяулығын сығарып, ҡыҙара төшкән күҙҙәрен, танауын һөрттө:
– Тағы ла әллә ҡайҙарҙа булырҙың әле. Уҡы, тырыш, һәләтеңә хыянат итмә. Ә мин инде, хәлемдән килгән тиклем... Ярай... шатлыҡ йәштәре булды былары...
Сыҡҡас тағы ла аҙыраҡ йылға яры буйлап һуҙылған аллеяла йөрөнөләр ҙә, метроға төштөләр. Рамаҙан ҡыҙын ятағына алып барып ҡуйҙы ла, ятҡан фатирына китте. Уны ваҡытлыса йәшәргә индергән ҡарсыҡ күптән ятҡан, шуға шым ғына үҙ бүлмәһенә үтеп, утты һүндерҙе. Тик ҡапыл ғына йоҡлап китә алманы. Кисерештәре, күңеленә тулған шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары урғылып, йәнен тулатты ла тулатты. Һаман-һаман сәхнәлә талпынып-талпынып ария башҡарған ҡыҙсығы күҙ алдына килде. “Эй, ҡурсағым минең... сыпсығым...” тип, иркәләп шыбырланы, әйтерһең балаһы ишетеп тора. Унан әсәһе рухына өндәште:
– Әсәкәйем... күрҙеңме? Һинең хыялыңды ейәнсәрең тормошҡа ашырҙы, әсәй... Һинең һәләтең үлмәне, ул Зөлфиәңдә йәшәй... Әсәй, эй, әсәйем...
...Рамаҙан төнгө фермаға килеп ингәндә, ҡарауылсы бер-ике шешәләше менән эсеп ултыра ине. Был ваҡытта йәш түрәнең килеп сығырын көтмәгән ирҙәр ҙә, төн йөҙөндә ҡарауылсы йортонда байрам барғанын белмәгән егет тә башта аптырап ҡалды. Эстәгеләр шешәләрен йәшереп маташты ла, өлгөрмәгәндәрен аңлап, кире ултыртты. Рамаҙан да, бындайҙы тыйырға тейеш булһа ла, боролоп ҡына сығып китергә уйланы ла, ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Ҡарауылсы ағай туҡтатты:
– Рамаҙан ҡусты, тороп тор... Ҡалай йөҙөң юҡ. Ни булды?
Егет уларға кире әйләнеп баҫты. Ул ысынлап танымаҫлыҡ хәлгә ингәйне. Тарҡау ҡараштарын бер ирҙәргә, бер өҫтәлдәге шешәгә шылдырҙы. Өлкән ир, йәһәтләп шешәгә тотондо:
– Ҡустым, кил әле, кил. Төндә үрһәләнеп йөрөүеңә ҡарағанда... һиңә саҡ ҡына күңел бушатыу ни памишайыт.
Егет өндәшмәй генә килеп өҫтәл артына ултырҙы. Һалып бирелгән сирек стакандай араҡыны ҡапыл күтәреп йотто ла (“Һәнәк” журналы –эскелеккә ҡаршы!), сытыраймайҙа ҡатып ҡалды. Бер килкенән һуң ғына тәрән тын алып ебәрҙе.
– Булды... эйе, төшөп китте, – тип хупланы уны ирҙәрҙең береһе.
Алдына икмәк, әрселгән түңәрәк картуф, йомортҡа теҙҙеләр:
– Ҡабып ебәр, ҡусты. Улай уҡ бөтөрөнмә, был донъяла ирҙәр иңе күтәрмәй торған зар юҡ.
– Эйе. Бына минең баш ней генә күрмәгән, тигәндәй: яңғыҙлыҡ та, төрмә лә-хөрмә лә тигәндәй... йәшәйбеҙ бит әле... Все – нипашем!
Икенсе һалып бирелгән дә тотҡарлыҡһыҙ ғына төштө эскә. Артабанғы эскәндәрен хәтерләмәй, шунда уҡ йығылғанмы, әллә тағы ла ултыра биргәнме – белмәй. Иртәнсәк уянғанда, ҡарауылсының урынында алама юрғанға уранып шыбыр тир булып ята ине. Һикереп тороп баҫты. Теге ағай мейескә ут яғып, плитәһенә сәйнүк ҡуйып ҡайтып киткән икән. Ҡулъйыуғыста бит-ҡулын сайып, ҡаты итеп бешерелгән сәйҙе ауыҙын яндыра-яндыра уртланы. Эйелгәндә мейеһе ҡойолоп ҡына килгәндәй. Ҡайҙан? Ҡайҙан ғына юлыҡты һуң бында? Ниңә ултырып ҡалды? Машина аккумуляторына ҡойорға һыу һорайым тип кенә ингәйне бит, тәҙрәлә һаман ут барлығын күреп... Өйҙә туғандары борсолдо инде... Все! Беренсе һәм һуңғы тапҡыр!
Тик һуңғы тапҡыр булманы... Һәр осрағында теш ҡыҫып ант итһә лә, һуңғы тапҡыр булманы әле был хәл. Йөрәк әрнеүен баҫыр көс табылманы. Көндөҙөн нисек тә эш һәм мәшәҡәттәр менән баҫылып йөрөһә лә, кистәрен ҡайтып ҡына ята алмай аҙапланды. Үҙ уйҙарынан, ғазаптарынан арыны, әммә арына ла алманы. Шуларҙы ниндәйҙер берәй арауыҡҡа ғына онотоп тороу сараһын эҙләне лә – тапманы. Ваҡыты-ваҡыты менән араҡы ғына ярҙамға килде. Бығаса эсмәгәс, уны йыйындарға саҡырып күнекмәгән йәштәр, бер-нисә тапҡыр бәүелә-бәүелә ҡайтып барғанын аңғарғандан һуң, уны ла шәмбе кистәренә индереп алдылар. Бигерәк тә был байрамдарҙы ойоштороусы ҡыҙҙар яратты. “Рамаҙан да Рамаҙан” тип кенә торҙолар. Айырыуса, Миңһылыу тигән күрше ауыл ҡыҙы өҙөлдө. Егет ни сәбәптәндер килмәй ҡалһа, уның артынан кеше ебәртте. Йә шәмбегә ҡарай нисек тә саҡырып ҡуйыу юлдарын тапты. Унда аяҙыны, ысынбарлыҡтан айырылды Рамаҙан, уйнаны-көлдө, бейене-йырланы... иртәнсәген ауырыны, әммә икенсе шәмбе кисе тағын шуны уҡ ҡабатланы.
– Рамаҙан, бер нәмәгә лә ҡайғырма, ҡыҙҙар улар трамвай кеүек, береһе китһә, икенсеһе килә, – тип йыуата уны серен белеп алған шул ҡыҙ өҫтәл артында. Уны башҡалары йөпләй:
– Әйҙә, улар – беҙҙән ҡалғандар илаһын! Ә беҙ күңел асабыҙ!
– Һиңә барам тигән ҡыҙҙар – море! Теләһәң, бына, мине ал! Хи-хи-хи! Теләһәң, ана – Миңһылыуҙы! Күптән һиңә сохнет!
Кемеһелер йыр менән элеп ала:
Кемдәр ғүмер итә икән
Беҙҙән ҡалған йәрҙәр менән, иһа-һа-ай!
...Бер уянып китһә, эргәһендә ярым яланғас Миңһылыу йоҡлап ята. Сатнаған башын саҡ күтәреп, тирә-яғына баға: иҙәндә – кемдәрҙер, арыраҡ, диванда, тағы бер пар...
Эләгә-тәгәрәй йөрөп кейемдәрен эҙләп кейҙе. Шул ваҡыт Миңһылыу ҙа уянды:
– Иртә бит әле...
– Мин... ҡайтам. Ҡайтырға тейеш инем кисә...
– Ой! Хәҙер үкенәм тиген ишшеү, – ҡыҙ күҙҙәрен ялтыратып аҫтыртын көлөп маташа.
– Миңһылыу... – тине лә, әйтер һүҙ тапманы егет һәм бөтөнләй икенсене һөйләп ҡуйҙы, – Һин... һинең... ата-әсәйең бармы ул?
– Нимә, ата-әсәйемә барып ҡулымды һорарға итәһеңме әллә?
– Ҡайҙа йөрөйһөң, тип, әрләмәйҙәрме ул һине?
– Совершеннолетняя! Рөхсәт һорар йәшем үткән. Белгең килһә, мин һиңә лә апай әле, ике йәшкә.
– Мммм... – тип кенә ҡуя алды хәҙер егет. Унан барып бер сүмес һыу күтәреп эсте лә, ҡул ғына болғап сығып китте. Үкенде, бик үкенде. Көнө буйына эштә үҙен һүгеп йөрөнө. Башҡаса ул йортҡа аяҡ баҫмаҫҡа һәм ул ауылға йөрөүҙән туҡтарға ҡарар итте. Бер аҙна тотто һүҙен, ике аҙна, Миңһылыуҙан ҡайнар сәләмдәр килһә лә, өсөнсө аҙнала ла, һеңле-ҡустыһын ҡыуандырып, өйҙә ҡалды. Мунса яҡтылар, ҡустыһы менән кисен шахмат уйнанылар, һеңлеһенә әсәһенән ҡалған тегеү машинкаһын көйләп бирҙе, уныһы тырышып-тырышып тегергә өйрәнә. Дүртенсе аҙнаны ла имен генә сығып, ялға ҡайтып ултырҙы. Һеңлеһе ашарға әҙерләне лә, ҡаршыһында өйөрөлөп өйөрөлдө. Ағаһы һаман да аңғармағас, ахырҙа, яҡын уҡ килеп башын һелкте:
– Күрмәйсе!
Рамаҙан уға үтә ҡараны:
– Нимәне?
– Бына! Алҡаларҙы! – сәстәрен ҡолаҡ артына һыпырып ебәрә был.
Күрҙе лә йөрәге семетте. Теге мәл... үткән көҙ... алған алҡалар. Зөлфиәгә бүләккә, тип. Яңы йылда һоратырға барырға әҙерләнгәндә, бер еңгә тейеш кешеһе менән кәңәшләшкәйне, никахҡа ҡыҙға алҡа бүләк итәләр тигәс, алып ҡуйғайны... Ятып ҡалды...
– Шкафтың төпкө бүлегенән табып алдым. Миңәме был? – тип, ҡыуанысынан балҡып тора һеңлеһе, бына, тағып алып, – 8 марттан алда булһа ла күрҙем инде. Тағам, йәме?
– Ярай, оҡшағас – таҡ, – тип ҡуйҙы ағаһы. Хәҙер килеп, бер балаға, юҡ, был алҡалар икенсегә тәғәйенләнгәйне, тип тора алмай бит инде. Унан да ни фәтеүә? Ә үҙенең шундай һыҙылып эсе бошоп китте. Ашаны ла, урамға сыҡты. Аҙыраҡ йөрөп булһа ла киләйем, тип атлап китте. Оло урамды осонаса сығып, кире әйләнгәйне генә, пар ат егелгән кашауай ҡыуып етте. Ундағы егеттәр һыҙғырышты, ҡысҡырышты:
– О-о! Рамаҙан!
– Давай, һикер! Беҙ – тегендә!
Рамаҙан ситкә сығып юл бирҙе. Әммә һуҡмыштар үтеп кенә китмәне, ә ярһыған аттарын шаҡарып туҡтатып, өгөтләргә кереште:
– Әйҙә, унда һине һағынғандар!
– Әйҙә инде... нимә һин, ҡыҙҙар һымаҡ!
– Давай-давай! Тейәп ал! – күп уйлап тормай, уны санаға ҡолата тартып алып та киттеләр. Аттар ҡар борхотоп алға елдерҙе.
...Күңелле булды. Тағы онотолдо... Тағы Миңһылыу менән уянды... Тағы үкенде...
8 март байрамында... тап шул көн булды шул – хәтерендә... башҡалар ҡолашыпмы, ятышыпмы бөткәс, икәү генә ҡалғандарында, Миңһылыу аурлы икәнлеген әйтте. Рамаҙан уны ишетһә лә, айышына төшөнә алмай аҙапланды.
– Нишләп ауырлы? Нисек ауырлы?
– Нисек-нисек?.. Нисек икәнен һөйләп бирәйемме инде? – ҡыҙҙың кәйефе юҡ, төҫө лә ҡасҡан.
Рамаҙан һаман аңрая. Миңһылыуҙың йәне көйөп үк китә:
– Нимә, баш тартмаҡсыһыңмы? “Зөлфиә-Зөлфиә” тип һаташып ятһаң да, минең менән йоҡлап йөрөгәнеңде бындағы бөтәһе лә белә.
Егет һаман телһеҙ.
– Ярай, теләмәһәң, абортҡа барам. Тик аҡса бир, миндә юҡ. Ҡалаға түләүлегә барып киләм, – унан өҫтәп ҡуя, – Улай ҡурҡаҡ икәнеңде кем белгән.
Шунда ғына Рамаҙанға барып етә, ул хатта асыҡлап маташа:
– Миңһылыу... ул...был... точно минекеме?
Ҡыҙ алдындағы эсә алмай ултырған рүмкәһен ҡолатҡансы этеп ебәрә:
– Ышанмаһаң – тор! Аҡса бир и все!
Рамаҙан уны тороп барған еренән тартып ултырта:
– Ярай, ҡыҙма... Аптыраным мин... просто...
– Нимәһен аптырайһың? Һаҡланмағандан бала була икәнде белмәй инеңме?
– Һаҡланыу?.. Уны түгел... башҡаһын иҫләһәмсе...
Ҡыҙ һаман ныҡышты:
– Шунан? Ни эшләйбеҙ?
Егет бер тәрән итеп тын алды ла, ҡырҡа хәл итте:
– Өйләнәбеҙ. Икәүләшеп тороп һөйләшеп бала үлтермәйбеҙ ҙә инде. Давай, ҡайтайыҡ, айнығайыҡ, Миңһылыу. И ҡабат эсмәйек, ишеттеңме? Бала булһын... тыуһын ул...
Миңһылыу күҙ йәштәренә быуылып, йөҙөн ҡапланы, үҙе ризалашып туҡтауһыҙ башын ҡаҡты:
– Ярай... ярай, Рамаҙан... Һин әйткәнсә булыр... Барыһы ла һин әйткәнсә генә булыр...
Туй үтте. Көҙ башына малайҙары тыуҙы. Тик бәлә китмәгән булып сыҡты, ул ошо тирәлә һағалап, көтөп кенә йөрөгән икән. Дүрт-биш айында улдарының ултырырға ынтылмағанын, балаларса талпынмағанын аңғарып тикшерткәйнеләр, уның ауырыу икәнлеге асыҡланды. Бәлә килде. Бәлә ҡара япмаһы менән уларҙы баштан-аяҡ ябып китте. Оҙаҡҡа... ғүмергә ине был бәлә.
*** Зәбиргә ауырға тура килде был йыл. Ауыл-ҡала юлын тапауҙан башланғайны баштан уҡ, йыл аҙағына тиклем шул һуҡмаҡҡа саң төшөрмәне лә ҡуйҙы. Зөлфиә ауырып ятып киткәс, уның практикаһын яптырыуҙы хәл итте. Унан ҡыҙ һаман да аяҡҡа баҫырға уйламағас, ата-әсәһе акдемик отпуск алып ҡарарғамы тигәндә, ауыҙҙарын да астырманы, факультет деканы менән һөйләшеп, хатта ректорға барып етеп, хәл итте. Ҡышҡы сессияһын да тапшырған тигән тамғалар ҡуйҙыртты, стипендияһын да алып килеп тотторҙо. Ҡыҙҙың әсәһе һөйөнөп бөтә алманы, балаһының шундай ышаныслы, ярҙамсыл дуҫы булыуына шатлығын белдереп әленән-әле өйҙәгеләренә лә әйтеп алды: – Зәбир булмаһа тотош бер йылды юғалта инек. Әл дә шундай изге кешеләр бар. Йәш булһа ла, ҡалай ғына аҡыллы, инсафлы был егет.
Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.