

...Төнөн уянып, Ләйсән оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Бала сағын, үҫмер йылдарын иҫенә төшөрҙө. Барыһын да, бер-бер артлы кино ҡарағандай, күҙ алдынан үткәрҙе. Их, бала саҡ! Ниңә шул ҡәҙәр һағындыра икән? Асмы һин, туҡмы, кейемең бармы-юҡмы – ниндәйҙер бер рәхәтлек биреп, күңелле миҙгел булып йөрәк түрендә тораһың, моңһоу саҡтарҙа иҫкә төшөп, күңелде йыуатаһың.
Ләйсән үҫеп килгәндә, их, кеше ғаиләһе кеүек хәлле йәшәргә ине, тип хыяллана торғайны. Атаһы трактор аҫтына эләгеп, ике аяҡһыҙ ҡалғас, донъя ауырлығы уларға төштө. Әсәһе эшләп тапҡан аҡса иркен йәшәргә форсат бирмәне. Өс баланы ашатырға ла, кейендерергә лә кәрәк ине.
Атаһы, ғәрип булып, кеше күҙенә ҡарап ултырыуҙы ауыр кисерҙе. Шуғалырмы, йәшел йылан менән дуҫлаша башланы. Ә бер көндө иртән уны карауат менән стена араһында баштүбән ҡыҫылып үлгән килеш таптылар. Күрәһең, төнөн карауаттан төшөргә маташҡандыр. Үҙенең түмәр кеүек бер нәмәгә ярамай ултырыуына түҙә алмай, ғүмеренә сик ҡуйырға уйлағандыр. Шулай булмаһа, тауыш бирер ине бит.
Донъяның әсеһен-сөсөһөн йәш кенә көйө татыған Ләйсән, уҡыған егеткә кейәүгә сығасаҡмын, кеше араһында кәм-хур йәшәмәйәсәкмен, тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне. Үҙе лә юғары уҡыу йортон тамамланы. Алдына ҡуйған маҡсатына иреште ул. Уҡыған, бәләкәй генә булһа ла хужа булып эшләгән егеткә кейәүгә сыҡты. Донъялар үҙгәргәс, ире эшҡыуар булып китте. Ләйсән, үҙе әйтмешләй, аҡсаны ҡапсыҡ менән йөрөтә. Һигеҙ йыл ғына бергә йәшәһәләр ҙә, өс фатир алмаштырҙылар. Ирек машинаны йыл һайын тиерлек яңыртып тора. Иң яҡшы ял йорттарына, ҡиммәтле ресторандарға ғына йөрөйҙәр. Ләйсәндең кейемдәре шул тиклем күп, хатта уларҙы бер тапҡыр ҙа кейеп өлгөрә алмай. Былтыр Ирек тыуған көнөнә машина бүләк иткәйне, Ләйсән, йөрөтөргә ҡурҡам, тигәс, ҡәйнешенә бирҙе лә ҡуйҙы.
Ләйсәндең шулай йәшәүенә кемдер һоҡланып, кемдер көнләшеп ҡарайҙыр. Их, шулай йәшәргә ине, тип хыяллана торғандыр. Ә Ләйсәнде бындай тормош туйҙырҙы. Ул үҙен тимер рәшәткә эсенә йыйылған байлыҡ өҫтөндә ултырыусы тип хис итә. Аралашырға дуҫтары юҡ. Улай тип әйтеү бик дөрөҫ тә булмаҫ, бар дуҫтары, улары ла байҙар, ләкин Ләйсән улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, күңел серҙәрен аса алмай, хис-тойғо тигән нәмә юҡ һымаҡ, һөйләшеүҙәре лә яһалма.
Ләйсән баштараҡ үҙен иркен тотоп, ҡысҡырып көлөп, шаяра торғайны. Шул саҡ барыһы ла уға ғәжәпләнеп ҡарап, мыҫҡыллы ғына көлөмһөрәп ҡуя ине. Шул минуттарҙа ауыр хәлдән Ирек ҡотҡарып ҡала. Өйгә ҡайтҡас, башҡа улай ҡыланмаҫҡа, үҙен байбисә кеүек һауалы, эре тоторға ҡуша. Тик Ләйсән, минең шаярғым, көлгөм килә, тип яуап бирә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа шул тормошҡа өйрәнә башлағасмы, килешепме, үҙен “дуҫтары” кеүек тота башланы.
Әммә күңеле төбөндә нимәлер янып, борсоп торҙо. Бындай тормошто өнәп бөтмәне. Иректең аҡсаны көрәп алып ҡайтып бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй йәшәп ятыуҙарына һөйөнһә лә, һуңғы ваҡытта Ләйсәндең күңелен ҙур фатир ҙа, байлыҡ та йыуата алмай. Иренең, һин, йәнем, эшләмәй генә өйҙә ултыр, аҡсаны үҙем табам, тигән һүҙенә риза булып, эшен ташланы. Кеше араһында йөрөп ҡайтһа, был тиклем үк күңелһеҙ ҙә булмаҫ ине, үҙен яңғыҙ ҡалғандай итеп тоя. Ире иртән сығып китә лә, һуң ғына ҡайтып йығыла. Барыһын да эшенең күп булыуы менән аңлата. Ҡатындың башына, йөрөгән ҡатыны барҙыр бының, тигән уй килә башланы хатта...
Йыуыныу бүлмәһенә ингәс, Ләйсән көҙгөләге йөҙөнә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Матурлығымды юғалта башланыммы, шуға ирем минән ситләшәме? Күҙ төбөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә бер аҙ йыйырсыҡ күренгәндәй иткән итеүен. Әммә уның матур сырайын был йыйырсыҡтар ғына боҙа, йәмһеҙләй алмай. Утыҙ йәшендә үҙ йәшенән байтаҡҡа йәш күренә. Буй-һыны ла ярарлыҡ, кейәүгә сыҡҡанда нисек булһа, әле лә бер ниндәй үҙгәрешһеҙ.
Ләйсән ни өсөн шулай яҡшы һаҡланғанын белә. Ошо йәшенә етеп, һаман ҡыҙҙар кеүек йөрөгөһө килмәй бит уның, һөйөклө, һөйкөмлө ҡатын, әсәй булғыһы килә. Ләкин ире, Ирек кенә, бала табырға иртәрәк, бер аҙ үҙебеҙ өсөн йәшәйек, тип балаға уҙырға рөхсәт бирмәй. Сабыйын һөйөп, ҡатын-ҡыҙға бирелгән иң бәхетле минуттарҙы кисергеһе килә. Апаһына ҡунаҡҡа барһа, уның балаларына һоҡланып, яратып туя алмай. Уға ҡарап, ул ниндәй бәхетле, тип уйлай. Өйөнә ҡайтып, шул турала һүҙ ҡуҙғата башлаһа, ире шундуҡ һүҙҙе икенсегә борорға теләп, шаяра башлай. Һин бит әле үҙең бала, нимәгә кәрәк ул, тип үсекләй. Ҡатын үс итеп балаға уҙырға тип тә уйлағайны, ләкин был уйҙан төңөлдө, сөнки иренең теләгенә ҡаршы барғыһы килмәй. Икеһе лә көтөп алған, икеһе өсөн дә шатлыҡ килтергән бала тапҡыһы килә. Иренә ҡаршы килеп, уның бер эш тә эшләгәне булманы. Кейәүгә сыҡҡандан бирле гел уныңса ғына йәшәй.
Һыҙғырған сәйнүген һүндерҙе лә Ләйсән тәҙрәгә ҡапланды. Тышта донъяны аҡҡа күмеп, ҡар яуған. Быйылғы беренсе ҡар! Нимәнелер иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл ғына боролоп, ашығып сәй әҙерләй башланы.
Тышҡа сыҡҡас, ул тәрән итеп саф һауа һулап алды ла, балаларҙай шатланып, аҡ ҡарҙы ҡулына алып йомарлай башланы. Бала саҡтағылай ҡар бәрешеп уйнағыһы килеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулындағы ҡарҙы атып бәрҙе. Иҫенә килеп, тиҙ генә тирә-яғына ҡаранып алды. Берәйһе күреп ҡалмаһын, көлөрҙәр. Был йортта тик байҙар ғына йәшәй. Ҡарап тороусылар булһа, аңламаҫтар. Ләйсән ҡулъяулығын сығарып, ҡулдарын һөртөп алғас, бирсәткәләрен кейеп алды. Ҡайҙа барырға? Урамға сыҡмағанға бер аҙна самаһы уҙып киткән икән. Уның баҙарға барғыһы килеп китте – бер йыл самаһы барғаны юҡ ине. Халыҡ иң күп йыйылған ерҙә кешеләр менән аралашҡыһы, күңелен йыуатҡыһы килде. Ирек, беҙҙең кеүек кешеләр унда йөрөмәй, тип аңлатты. Ә бөгөн Ләйсәндең күңеле ни өсөндөр баҙарға тартыла.
Баҙар – халыҡтың мәж килгән урыны. Кемдер һата, кемдер ала, кемдер алдай, кемдер алдана. Кеҫә бурҙарының да уңышлы эшләй торған эш урыны. Ләйсән генә ни өсөн килгәнен белмәй. Шуға һатыу рәттәренең әле бер осона, әле икенсе осона йөрөнө. Өҫтөнә ҡиммәтле кейем кейгән Ләйсәнгә барыһы ла иғтибар итеп, юл биреп ҡала, сөнки баҙар эсендә ул барыһынан да айырыла.
Баҙарҙы урап сыҡҡас, бер яҡ ситтә, ҡойма буйында, картиналар һатып торған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир янына килде. Ир кеше был ҡатындың, үҙе янына килеп, эшенә иғтибар иткәне өсөн уңайһыҙланды. Ләйсән картиналарҙы һынаулы ҡараш менән ҡарап сыҡты. Ике туған ағаһы рәссам ине. Бала сағында гел уның янында буталды. Ағаһы бер нисә тапҡыр уның портретын да эшләп ҡарағайны. Шуғамы, ул рәсем-картиналарға битараф түгел. Рәссамдарҙы күрһә, ағаһын күргәндәй була. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды уның: ҡаты сирҙән йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте.
Ләйсән картиналарҙы ҡарағанда, рәссам бер һүҙ ҡушмай уны күҙәтте. Бер аҙҙан ғына телгә килеп:
– Картиналар менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? – тип һораны.
– Эйе. Үҙегеҙ эшләнегеҙме? – Ләйсәндең был һорауына рәссамдың төҫө үҙгәреп китте:
– Үҙем эшләнем, – тине үпкәләгән тауыш менән.
– Һәйбәт, бик яҡшы, – тине Ләйсән уға ҡарамай ғына. Тегеһенең йөҙөнә йылмайыу сыҡты. Ниндәйҙер бер бай ҡатын һинең эшеңде маҡтап торһон әле!
Картиналарҙы ҡарап бөткәс, Ләйсән рәссамға боролдо. Уның алдында таушала башлаған пальто кейгән ир тора. Һаҡал-мыйығы, оҙон сәс араһынан бары ике күҙе генә ялтырай. Ҡатын уны ҡыҙғанып ҡуйҙы. Бер картинаһын һатып алып, уны һөйөндөрмәксе булды.
– Күпме тора?
– Билдәле генә хаҡы юҡ, күпме бирә алаһығыҙ, – тине рәссам, эстән һөйөнөп.
– Ниндәйҙер хаҡы булырға тейеш бит. Эштәрегеҙ һәйбәт, талантығыҙ барлығы күренә.
– Һеҙҙең өсөн бер мең.
– Мин ошоноһон алыр инем, – тине Ләйсән яҙғы тәбиғәт һүрәтләнгән картинаға төртөп. Рәссам уға шатланып алып бирҙе. Ләйсән өс мең һум аҡса һуҙҙы.
– Юҡ-юҡ, миңә артығы кәрәкмәй, бер мең еткән, – ирҙең аҡса тотҡан ҡулдары ҡалтырап китте.
– Алығыҙ, был һеҙҙең талантығыҙға баһа, бындай һүрәттәр кибеттәрҙә күпкә ҡыйбатыраҡ тора.
– Шулайҙыр ҙа бит, баҙарҙа бик алып бармайҙар. Халыҡта картина ҡайғыһы юҡ, – тине рәссам, аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйенсә.
– Тағы ижад итегеҙ, уңыштар һеҙгә!
– Рәхмәт, ҙур рәхмәт. Тағы килегеҙ.
Ләйсән бер киоскыға барып, картинаһын ҡағыҙға төрҙөрөп алды. Урам буйлап күтәреп ҡайтырға кәрәк бит. Талантлы кешенең ижад емешен баҙарҙа һатып көн күреүенә ғәжәпләнеп ҡуйҙы.
Өйөнә ҡайтҡас, картинаны йоҡо бүлмәһенә элде. Баҙарҙа кеше араһында йөрөп ҡайтҡанғамы, картина һатып алғанғамы, Ләйсәндең күңеле бер аҙ тынысланғандай булды, кәйефе күтәрелде. Музыка ҡуйып ебәрҙе. Бер бокал шарап ҡойоп эсте, уныһы йоҡоһон килтерҙе. Ҡатын йомшаҡ түшәгенә ятты, йылмайған килеш, татлы йоҡоға талды.
2