

Зөлфиә уны ишетмәҫ булып йөҙөн ситкә бора. Әсәһе уның был ҡылығын аңлай алмай. Бығаса тауыш-тынһыҙ ғына дуҫлашҡайнылар түгелме? Йәйҙәрен өҙөлмәйсә хаттары яуа ине. Ҡалаға Зөлфиәгә барһалар ҙа ошо егет килә һалып етә, ни алып, ни бирергә белмәй өтәләнә ине бит. Ул саҡта ҡыҙҙары ла ыңғай ине. Әле нимә булған?
Ул ҡыш та, яҙ ҙа уҡый алманы Зөлфиә. Йәйгә генә яйлап урамға сығып йөрөп әйләнә, йорт-хужалыҡ эштәренә ҡушыла башланы. Ниндәй генә дауаханаларға, табиптарға алып барманы уны ошо айҙарҙа ата-әсәһе, тик береһе лә аныҡ ҡына диагноз ҡуя алманы. Әлеге Зәбир кемдәрҙер аша сығып ҡабул итеү ойошторған бер оло профессор ғына “нервылар көсөргәнешенән барлыҡҡа килгән йән ауырыуы” тигәнерәк аңлайышһыҙ һығымта яһаны. Нисек булғанда ла, оҙаҡ ятты Зөлфиә яҡындарының ҡотон алып, әсәһенең үҙен ауырыу итә яҙҙы. Ярай әле бүлмәләш ҡыҙҙары һәм Зәбир булды. Шулар, ҡалаға яҡын торғас ни, ялдар һайын тигәндәй шаулашып килеп төшөп, донъя яңылыҡтарын һөйләп, институт хәбәрҙәрен теҙеп, әллә ниндәй ҡыҙыҡтары менән аҙ булһа ла күңелен асып китәләр ине. Унан йәйгә ғаилә менән диңгеҙгә юлландылар. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр киңлек, йылы ҡом, эҫе ҡояш күп нәмәнән һауыҡтыра тигәндәре юш килдеме, әллә инде ауырыуҙың сигенеү ваҡыты етепме, Зөлфиәгә лә йән инде. Ҡабаттан элекке алсаҡ, күңелсәк-моңһоҙ балаға әйләнә алманы әлбиттә, әммә йәшәүгә һәм уҡыуға кире ҡайтты. Ә булмышы, эске торошо үҙгәргәйне, бәғере ҡатҡайны уның.
Ҡалала ла Зәбир барлыҡ иғтибары менән уратып алды. Ул институтты тамамлап, аспирантураға ингән, шул уҡ ятаҡта бер үҙенә айырым бүлмә алған. Бәләкәй курстарҙа аҙыраҡ дәрестәр уҡытып та маташа ине шикелле. Зөлфиәгә шуларҙы һөйләй, ә тегеһе ишеткәндә ишетә, ишетмәгәндә юҡ. Күп осраҡта төптө битараф булып ултырып ҡала. Тик Зәбир быға ғына бирешергә теләмәй, ул артҡа сигенмәй, ҡарышлап, аҙымлап булһа ла алға бара. Әле ҡыш ул килһә бөтөнләй бүлмәһенең ишеген дә асмай ине ҡыҙ, яҙын әйләнеп тә ҡарамай ине, әле, бына, артыҡ асылып бармаһа ла, тыныс ҡына сәй артында ултыралар. Зәбир торт тотоп ингәйне.
Тәмле-татлыға битараф була алмаған ҡыҙҙар маҡтай-маҡтай тортлап сәй эстеләр ҙә, быларҙың икеһен ҡалдырырға типтер инде, йомош табып таралышып бөттөләр. Зәбир ҙә ошо мәлде көтөп ултырған, күрәһең, ҡыланыштарына ҡарағанда ниндәйҙер әйтер һүҙе бар. Бына ул бер тороп, бер ултырып ыуаланып йөрөнө лә, ҡыҙҙың артына килеп баҫты.
– Зөлфиә, аҡыллым... Мин һинең өсөн барыһына ла ризамын, беләһең... Бына, әле лә, һинең тыныслығыңды уйлап... Һин киләсәккә анығыраҡ ҡараһын өсөн...
– Йә, тураһын әйт тә ҡуй. Нимәһен уратаһың? – Зөлфиә уның яҡынса нимә тиәрен белә лә кеүек.
– Тураһын? Тураһы шулай: мин Ғәйниә апайға хат яҙҙым һәм бына яуап килде.
– Ғәйниә... апай? – нимә ишеткәндә лә бындайҙы көтмәгән ҡыҙ, ҡорт саҡҡандай, ултырған урынында һикереп китте. – Ниндәй хат?
– Һине... һаман да теге придурокты уйлайҙыр тип... шуның тураһында белешергә теләгәйнем. Просто ғына һораштым. Ни хәлдә, нисек йәшәй, имен-һаумы, тип кенә.
– Кем ҡушты һиңә? Йә, бына, кем һораны һинән шуны?
Зәбир йөҙөнә бер ҡатлылыҡ сығарып тороп яуапланы:
– Һине уйланым. Үҙеңде һанға һуҡмаған, һинең өсөн саҡ ҡына булһа ла көрәшергә лә теләмәгән, хатта тыңлап та тормай ҡапҡа төбөндә этеп ҡолатып киткән әҙәм өсөн өҙгөләнмәһен һаман, тинем.
– Шунан? Ярҙам иттеңме? – ҡыҙ тауышын күтәрә төшә.
– Бына, хатын үҙең уҡы. Минең эштәрем бар. Кискә инермен.
Зәбир сығып киткәс, ваҡ маркалар йәбештерелгән конвертты һаҡ ҡына асып, шаҡмаҡ дәфтәр битенә яҙылған сирек битлек кенә хатҡа текәлде лә, бер тынала ҡысҡырып уҡып сыҡты:
– Оялмайынса һорашып ятыуығыҙға аптырайым. Бер ҡыҙ булмағандан әллә тормош туҡталған икән тиһегеҙме? Юҡ. Рамаҙан өйләнде, бик яҡшы йәшәп яталар, улдары бар. Һеҙ ҙә үҙ сиратығыҙҙа бәхетле булығыҙ. Был яҡты башҡаса борсомағыҙ...
Карауатына сүгеп төшөп, бер килке һеңеп ултырҙы. Ул бит Рамаҙанды... ул бит... һәр хәлдә, аҙыраҡ булһа ла уны уйлайҙыр, моғайын да һағыналыр тип... Ә ул... Ул өйләнгән... Улы бар!
Иламаны. Илар йәштәрен ҡойоп бөткән ине. Ике түш араһындағы ауыртыуҙы үткәреп ебәргәнсе генә һығылып ултырҙы ла, тороп йөҙ-битен һыпырғылап, өҫ-башын рәтләгәс, Зәбирҙең бүлмәһенә юлланды. Ул барып шаҡығанда тегеһе костюм-салбарҙарын кейеп, галстугын таға алмай маташа ине. Ҡыҙ үтеп уның ҡулынан галстукты алды ла, йәһәт-йәһәт бәйләп ҡуйҙы. Егет ҡыҙҙың яҡынлығынан иҙерәп тора бирҙе. Күптән, бик күптән ундай бәхет юҡ, хатта яурырына ла тейҙермәй ине бит һөйгәне. Әле ул үҙе килде, үҙе ҡулын һуҙҙы...
– Зөлфиә?..
– Нисәлә бушарһың икән?
– Нисәлә? Нимәгә?.. Һиңә кәрәк булһам хет хәҙер...
– Юҡ, хәҙер түгел. Кискә, бәлки, берәй ергә барып килһәк тигәйнем. Театрғамы... киноғамы...
– Зөлфиә... Зөлфиәкәй! Мин бик шат! Мин... мин... осоп йөрөп киләм, йәме? Һин... һин саҡ ҡына көтөп тор.
– Ярай, бар, эшең менән бул.
Шул көҙҙә Зөлфиә менән Зәбир бергә йәшәп китте. Быға берәү ҙә аптыраманы. Зөлфиәнең үҙенән башҡа. Ваҡыты-ваҡыты менән ул иренең Зәбир булғанын башына һыйҙыра алманы, уны икенсе менән бутап, икенсене күҙ алдында тотоп, икенсе менән эстән серләшеп йөрөп, шул исемде ҡысҡырып әйтеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ысынында, ғаиләлә ике түгел, ә өс кеше йәшәй, өс кеше бергә йоҡлай һәм өс кеше ғазаплана ине. Бөтөн был буталсыҡ тарихтың башы ошо тәңгәлдән, Зөлфиәнең булмышы уртаға бүленгәндән башланды булды ул...
***
Өмөтһөҙлөктө нимә менән сағыштырып була икән? Ҡараңғы тоннель эсенә килеп юлығып, уның осон таба алмай ҡаңғырыу менәнме? Ҡурҡыныс төштән һаташып уянып та, һаман шул төш эсендә булып сығыумы икән? Әллә Рамаҙандың кисерештәре менәнме? Ана шул өмөтһөҙлөктө бөтөн тәрәнлегендә, һәр күҙәнәге менән тойоп, шуның эсендә кисеп, йөҙөп йөрөп ятыуы. Ринатының зәғифлегенә күнеп бөткәйне, инде атламаҫын, һөйләшмәҫен һәм хатта үҙенең кем икәнлеген дә аңламаҫын ҡабул иткәйне лә кеүек, һуңғы айҙары, ҡатыны иҫерек ҡаршы алып, бөтөнләй аяҡ аҫтынан ер китте. Һуңғы тапҡырында сабырлығы тамам һынып, сараһыҙлыҡтан ярһып китеп ҡатынына сәпәп тә ебәрҙе. Тегеһе, сикәһен тотоп, мөйөшкә һыйынды ла, ҡаш аҫтынан ҡарап тора бирҙе.
– Миңһылыу... Нимә ҡыланаһың ул һин? Башың бармы аҙыраҡ? Ауырыу бала өҫтөндә, эсеп ятаһың?.. – яуап ала алмай, ҡыҙа барҙы, – Кем менән эстең? Кем, нимә эсерә ул һиңә? Әйт!
Шунда ғына ҡатын телгә килә:
– Эстем... Эсәм... Башҡа түҙер әмәлем юҡ. Юҡ! Арыным мин!
– Арыһаң ни эшләтәйем? Бала бит беҙҙеке...
– Арыным...
– Миңһылыу... зинһар, аҡылыңа кил...
– Мин дүрт йыл буйына өйҙә ултырам... Бикле ултырам ошонда! Бер үҙгәреш тә юҡ! Һауыҡмай ул! Аңламай бер нәмә лә! – ҡатын, сәстәренә йәбешеп, иҙәнгә шыуып төшөп ятты, – Рамаҙа-ан... Кеше булмаясаҡ беҙҙең улыбыҙ... бер ваҡытта ла...
Ир уны килеп һөйрәп торғоҙҙо ла, карауатҡа алып барып һалды. Янына ултырып сәстәрен һыйпап рәтләне:
– Тыныслан... тыныслан, Миңһылыу... Бер хәл дә итеп булмай, был – беҙҙең тәҡдир. Был – беҙҙең моңһоҙлоҡҡа яза...
– Һин бында мине ғәйепләйһеңме? – ҡатын тороп уҡ ултырҙы, секерәйеп тексәйҙе, – Беләм, һин мине ғәйепләйһең! Мин эскәнгә шулай тип! Юҡ! Мин генә түгел! Һин дә... һин дә ғәйепле бында!.. А-а-а!!!
Аҡылынан шашҡандай ҡыланған иҫеректең ауыҙын ҡаплауҙан башҡа сара ҡалманы. Тик шул ваҡыт ул, күп уйлап тормайса, иренең усын ҡайыра тешләп тә алды.
– Ы-ых... – теш уйымдары ағарып ҡалған ҡул һыртын ыуалап, тышҡа ташланды ир, юғиһә быны быуып үлтерер халәткә еткәйне. Миңһылыу артынан йән көсөнә сарылданы:
– Китмә! Боро-ол... кире борол... Ҡасма минән... Ҡасма... беҙҙә-ә-нн...
Ҡатыны туҙынып илап, үҙенме, улынмы, иренме, яҙмышынмы әрләп-ҡарғап, ахырҙа, хәле бөтөп, йоҡлап киткәнсегә тиклем тышта йөрөнө ир. Унан һаҡ баҫып инде, Миңһылыу ятҡан ҙур яҡтың утын һүндерҙе. Төпкө бүлмәгә үтеп улы эргәһенә килде. Бөгөн был балаға ҡарау теймәгән, оло ярауы ла аҫтында күптәндер – ныҡ еҫләнгән. Быуынһыҙ булып ятҡан шыйыҡ ҡына оҙон кәүҙәне ипләп күтәреп ҡоро йүргәккә күсереп һалды ла, аҫтындағын төрөп алып сығарып ҡуйҙы. Унан тасҡа йылы һыу ҡойоп, алып килеп, сепрәкте еүешләп, баланың башта аяҡ-ҡулдарын, битен, арҡа-түшен, осаларын һөртөп алды, ҡыҙарған урындарын майланы, унан эсенә әйләндереп һалып ятыулаған ерҙәрен ыуғыланы. Уныһы балыҡ һымаҡ ауыҙын асҡылап, күҙҙәрен төрлө яҡҡа әйләндереп-түңәрәтеп, ниндәйҙер өн-ауаздар сығарып, арыҡ, тарамыш ҡулдарын болғап ятты. Рәхәтлектән йылмайған, ни эшләгәнде аңлаған кеүек ул ошондай сағында Рамаҙанға, шуға ла һөйләшкән була:
– Яҡшымы? Яҡшымы, ә, улым? Оҡшаймы һиңә? Үә-әт... хәҙер аяҡтарыңды... бына ошола-ай...
Ринат уға яуап бирергә теләгәндәй геүелдәп, ухылдап алып китә.
– Бирешмә, улым... бирешмәйек... Әсәйеңә үпкәләмә, йәме... Арыған ул... Йонсоған... Ул бит ҡатын кеше... Аңлайыҡ, йәме, улым...
Йыуындырып, кейемдәрен алмаштырып алғас, аш йылытып, һурпала һалма менән картуфын бутҡа хәленә еткергәнсе иҙҙе лә, малайҙы терәтеп ултыртып, ҡалаҡтан ашатып алды. Асыҡҡан, бахыр, ҡабаланып-ҡабаланып ыңҡылдап йотто. Сәйҙе лә тәрән һурып эсте. Әллә көнө буйына ашатмаған инде, тигән уй үтте ирҙең башынан, әммә был уйға мейеһендә нығынырға бирмәне. Нисек кенә булғанда ла, ҡатыны баланы ярата, быға тиклем насар ҡараманы һәм артабан да баш тармаҫ. Әлегә ул, ысынлап та, ныҡ ҡына арығандыр...
...Миңһылыу иртә уянып мейескә ут яҡты. Ул торғанда яҙғы таң әле һыҙылмағайны ла. Йыуынып, өҫ-башын ипләне. Унан шым ғына йөрөп кисәге туҙҙырғандарын йыйҙы. Шалтыратмаҫҡа тырышып, һауыт-һабаһын йыуып ҡуйҙы. Түрбаш иҙәнен һөртөп сыҡты. Ул арала балаһының тауышы сыҡты – уянған. Йәһәтләп уның янына ашыҡты ла, эргәһенә ятты.
– Улым... балаҡайым минең... алтыным...
Уның шулай гөрөлдәгәнен тыңлап ятҡан Рамаҙандың күҙ бәбәктәрен әсеттереп йәштәре һығылып сыҡты ла, ағара башлаған сәс араһына ағып китте. Ни эшләтерә икән был ҡатынды?.. Ҡалайтып ҡарарға?
Малайы менән эштәрҙе бөтөргәс, ҡыҙған мейес плитәһендә сыжлатып-выжлатып нимәләрҙер бешереп алды. Үлән һалып сәй быҡтырҙы, күрәһең, өйгә тәмле еҫ таралды. Унан килеп ипләп кенә ирен уятты:
– Рамаҙан... Рамаҙа-ан... Тораһыңмы?
– Эйе, – тине уныһы ыңғай ғына.
Был яуаптан, үҙен былай ҙа ғәйепле тойған ҡатын, һулҡылдап иренең күкрәгенә башын һалды:
– Ғәфү ит инде мине... ғәфү ит...
Рамаҙан түбә таҡтаға төбәлеп ятҡан килеш уның башынан һыйпаны. Унан кисә кис бала йыуындырғанда ҡабул иткән ҡарарын әтте:
– Миңһылыу, һиңә ныҡлап ҡына ял итеп алырға кәрәк. Мин хәҙер отпускыға сығам да, һиңә ял йорто юллайым. Хет ике аҙнаға булһа ла.
– Ял?.. – ҡатын ундай һүҙҙе лә онотҡандай ҡабатлап ҡуйҙы, – Ә Ринат?
– Ринатты үҙем ҡарап торам. Ике йыллыҡ отпускым тора. Йәйге миҙгелгә тиклем ваҡыт бар, әлегә эштә лә тығыҙ түгел. Нисек ҡарайһың, ә?
– Аптырайым... Йәшәй алырһығыҙмы икән?
– Йәшәмәй һуң! Күршеләр бар. Ғәйниә апай йышыраҡ килер. Ялға Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайта. Һыйырҙарың һауҙырмай әле. Нормально булыр.
Әйтте лә – эшләне лә. Аҙна тигәндә ҡатынын ҡалаға алып барып поезға ултыртып ебәрҙе. Бара торған яғын да белә икән, ҡасандыр шул яҡта тегенсегә уҡыған, фабрикала эшләгән булған. Барып еткәс тә, хат яҙыр, бик ныҡ кәрәк булған осраҡтарҙа үҙәк телефонына шылтыратыр, тип килешеп, хушлашып айырылыштылар. Һәм оҙаҡламай хат та килеп төштө, ял итеп ята, йоҡоһон туйҙырған, дауалар ала, бассейнға йөрөй, массаж яһата... Ялға эргәләге ҡалаға сығып килергә уйлай, унда музей, театр, кино бар, тиҙәр...
Рамаҙандар иһә тыныс ҡына йәшәп ятты. Ринат артыҡ борсоманы. Шулай ҙа участка врачы килеп китте, сираттағы реабилитация ваҡыты етә икәнде иҫкәртте, уныһына ҡатыны ҡайтып етеп, бергә ятырҙар, тип фаразланы. Ялға ҡустыһы менән һеңлеһе ҡайтып төштө. Улар техникумдың икенсе курсын тамамлап киләләр. Гөлкәй, бөтмөр ҡыҙыҡай, ялпылдатып өйҙө таҙалап сыҡты, Ғәзизе тыштағы эштәрҙе атҡарҙы. Бер кис Ғәйниә апай килеп, баланы мунса йыуындырып, ыуып, өшкөрөп ҡайтты. Уларҙы оҙатҡас, тағы икеһе генә ҡалып, үҙ яйҙарына донъя көттөләр. Бер кисте, көңгөр-ҡаңғыр килеп бала ашата ине, ҡаты итеп ишек ҡаҡтылар:
– Туҡ-туҡ-туҡ!
– Дә-ә! – тине ул, аптырай төшөп. Ауылдыҡыларҙа ундай ғәҙәт юҡ. Улар инә лә, шунан ғына “рөхсәтме” тип өндәшә, ғәҙәттә.
Ишекте киң асып милиционерҙар килеп тулмаһынмы! Өсәүҙәр. Алдағыһы фуражкаһы ситенә ҡул осон тигеҙеп честь бирҙе:
– Майор Сараев. Рамаҙан Аҡбулатов һеҙме?
– Эйе... – балаһын яйлап һалып, былар ҡаршыһына тороп баҫты хужа. – Нимә булды?
– Миңһылыу Аҡбулатова һеҙҙең ҡатынығыҙмы?
– Эй-йе... Ә...
– Өс көн элек ул ял йортонан киткән дә, кире килмәгән. Бөгөн ҡатындың юғалыуы тураһында район милиция бүлегенә хәбәр иттеләр.
Рамаҙан баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
– Иптәш Аҡбулатов, ҡатынығыҙ ауылға ҡайтмағанмы? Уның бында башҡа барыр урыны юҡмы?
– Һеҙҙә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡмы?
– Ниндәйҙер фараздарығыҙ юҡмы үҙегеҙҙең?
Өс яҡтан яуған һорауҙарға яуап ҡайтарыу түгел, хатта тын да ала алмай торҙо ла торҙо. Ахырҙа, милиционерҙар уға ултырғыс алып килеп терәп, этеп тигәндәй ултырттылар, һыу бирҙеләр. Аҙыраҡ иҫенә килгәс, тарҡау ғына һөйләште, әммә егеттәргә ярҙам итерҙәй бер генә нәмә лә әйтә алманы.
Билдәһеҙлек эсендә тағы ике көн үтте. Өсөнсө көн балаһын туғандарына ҡалдырып, юлға сығырға йыйынып тора ине, үткәндәге милиция машинаһы килеп туҡтап, эсенән ҡатыны төшөп, һаҡ аҫтында тигәндәй өйгә оҙатылып ҡуйылды. “Гражданка Аҡбулатова ҡалалағы элекке әхирәтендә табылды. Ҡатынығыҙҙың ниндәй хәлдә булып юғалып ятҡанын аңлайһығыҙҙыр. Зинһар, ошонда ҡул ҡуйығыҙ” тип ҡағыҙҙарына һыҙҙырып алдылар ҙа, тайыу яғын ҡаранылар. Миңһылыу ишек төбөндә, Рамаҙан өҫтәл янында һерәйеп ҡалды. Ринат менән ҡалырға тип килгән Ғәйниә апай йәһәт кенә төпкө бүлмәгә инеп сумды.
Ирҙең аңлатма талап итеү йәки башҡа нимәлер тип ғауға ҡуптарыу түгел, ҡатынының йөҙөнә ҡарарлыҡ та теләге булманы, ул өҫ кейемдәрен алды ла, ишеккә тотондо:
– Ғәйниә апай, әйҙәгеҙ алып барам.
Уның артынса апай ашығып йыйынып сыҡты. Рамаҙан ул төндө ҡайтманы, Ғәйниә йортонда ҡалды. Төпкө бүлмәнең карауат аҫтынан, теге йылдары, Зөлфиәне алып ҡайтып киткәстәре, унан ҡалған мольберт һәм картиналарҙы төрөп тыҡҡан еренән сығарып алды. Иҙәнгә теҙеп һалып, ентекләп ҡарап, һыйпап, һыҙмалары буйлап бармаҡтарын йөрөтөп, үҙ алдына нимәләрҙер һөйләнеп, ултырҙы ла ултырҙы. Хужабикә уға ҡамасауламаны. Был ғибрәтле тарихтың шаһиты ине бит үҙе лә.
Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.