

Ябай, ихлас кеше ул. Шаянлығы, йор һүҙлелеге йөҙөнә сыҡҡан. Тормоштоң елле-дауыллы диңгеҙендә лә аҙ сайҡалмаған, шуға күрәлер барына шөкөр ҡылып, яҡындарының, дуҫтарының, ғүмеренең ҡәҙерен белеп йәшәй белә. Ижадҡа ла ҡолас йәйеп тотонған: хикәйәһен, повесын ҡойоп ҡуя, шиғырын, мәҡәләләрен дә яҙа, һүрәттәре лә профессиональ рәссамдарҙыҡынан һис тә кәм түгел. Күп яҡлап һәләтле, уңған кеше ул Риф Йөҙлөкбаев.
Читать далее
“Етмеш төрлө һөнәргә тотондом, тик береһенең дә осона сыға алманым”,- тип бошоноп та ҡуя ул ҡай саҡ. Эйе, ысын ижад кешеһе үҙ-үҙенә үтә талапсан була шул, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уны бер ҡасан да ташламай.
Төпкөл ауылдан сыҡҡан ябай ғына ауыл малайының ошо ҡәҙәре уңыштарға өлгәшә алыуы үҙе бер батырлыҡ! Һәр ижад емешендә бит уның тырышлығы, хәләл көсө. Ҡәләм көрәк һабынан күпкә ауырыраҡ икәнлеген уны тотҡан, аҡыл көсөн түккән кеше генә аңлай.
Район үҙәк китапханаһының күркәм залына күренекле яҡташыбыҙ-яҙыусы, шағир, журналист, рәссам, тарихсы Риф Йөҙлөкбаев менән осрашыуға килеүселәр ошоға тулыһынса инанды.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, М. Өмөтбаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының мәғариф, фән, туған телдәр буйынса комиссияһы рәйесе Фәнзил Саньяров яҙыусының ижадына байҡау яһаны.
- Риф Йөҙлөкбаевтың геройҙарының күбеһе тормоштоң ҡараңғы яғынан сығырға, яҡтылыҡҡа үрмәләргә ынтыла. Көслө драматизм менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡығанда үҙеңде ошо кешеләр араһында хис итәһең, улар менән бергә ҡайғыраһың, ҡыуанаһың. Яҙыусының һәр әҫәрендә беҙҙең тормош ысынбарлығы турана-тура ярылып ята,- тине ул.
Тәү ҡарамаҡҡа ҡыйыу, үткер һаналған тантанабыҙҙың сәбәпсеһе бер аҙ юғалып, аптырабыраҡ ҡалғандай булды. Күрәһең, бала сағын хәтеренә төшөргәндер.
- Өҫтөбөҙ йүнле кейем, тамағыбыҙ икмәк күрмәһә лә, уҡырға, эшкә өйрәнергә, ысын кеше булырға тырыштыҡ. Комсомол беҙҙе рухлы, ғәҙел, эшсән итеп тәрбиәләне. Шуға ла бирешмәнек, үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ таптыҡ,- ти ул тормош юлына байҡау яһап.
Хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары Р. Йөҙлөкбаевтың әҫәрҙәре тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. Һәүәҫкәр композитор Фәрит Яҡшығолов шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Яҙыусының яңыраҡ ҡына донъя күргән “Ҡаран-Ҡыйышҡы” китабы ла залдағыларҙың оло ҡыҙыҡһыныуын уятты. Тыуған ауылы, уның үткәнен, бөгөнгөһөн һүрәтләп, ауылдаштарын тарихта ҡалдыра алған авторға киләһе быуындар, һис шикһеҙ, оло рәхмәтен, ихтирамын белдерер.
Яҙыусы-журналистың тормош сәхифәләренә ҡоролған төрлө хәлдәрҙе миҫалға килтереп ойошторолған уйында уның холоҡ-фиғелен билдәләгәс, тамашасылар менән юбилярҙың араһы тағы ла нығыраҡ яҡынайғандай булды. Яҙыусының ижадына оло хөрмәт менән ҡараусы Ә. Мөфтәхетдинова, Р. Хәбибуллина, Т. Вилданов, Э. Абакачева, Э. Ямалетдинова, С. Юнысова, Н. Гогитидзелар һәләтле шәхескә изге теләктәрен еткерҙе.
Табынмаһам, һоҡланмаһам, һағынмаһам –
Булмам моңһоу.
Был донъяла йәшәүем дә булыр ине –
Тоноҡ, нурһыҙ...
тип яҙған ине ул бер шиғырында. Эйе, табына, һоҡлана, һағына белгән өсөн дә моңло, нурлы уның ижады.
Бөтә әҫәрҙәрендә лә тыуған ер, яҡташтарыбыҙ яҙмышы, уға ҡағылған уйланыу, һыҙланыуҙар... Шуның өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы уның хикәйәләре. Ә Р. Йөҙлөкбаев үҙе оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ шәхес.
Клара Ғәйфуллина,
район үҙәк китапханаһының
бүлек мөдире.