

*** Өмөтһөҙлөктө нимә менән сағыштырып була икән? Ҡараңғы тоннель эсенә килеп юлығып, уның осон таба алмай ҡаңғырыу менәнме? Ҡурҡыныс төштән һаташып уянып та, һаман шул төш эсендә булып сығыумы икән? Әллә Рамаҙандың кисерештәре менәнме? Ана шул өмөтһөҙлөктө бөтөн тәрәнлегендә, һәр күҙәнәге менән тойоп, шуның эсендә кисеп, йөҙөп йөрөп ятыуы. Ринатының зәғифлегенә күнеп бөткәйне, инде атламаҫын, һөйләшмәҫен һәм хатта үҙенең кем икәнлеген дә аңламаҫын ҡабул иткәйне лә кеүек, һуңғы айҙары, ҡатыны иҫерек ҡаршы алып, бөтөнләй аяҡ аҫтынан ер китте. Һуңғы тапҡырында сабырлығы тамам һынып, сараһыҙлыҡтан ярһып китеп ҡатынына сәпәп тә ебәрҙе. Тегеһе, сикәһен тотоп, мөйөшкә һыйынды ла, ҡаш аҫтынан ҡарап тора бирҙе.
– Миңһылыу... Нимә ҡыланаһың ул һин? Башың бармы аҙыраҡ? Ауырыу бала өҫтөндә, эсеп ятаһың?.. – яуап ала алмай, ҡыҙа барҙы, – Кем менән эстең? Кем, нимә эсерә ул һиңә? Әйт!
Шунда ғына ҡатын телгә килә:
– Эстем... Эсәм... Башҡа түҙер әмәлем юҡ. Юҡ! Арыным мин!
– Арыһаң ни эшләтәйем? Бала бит беҙҙеке...
– Арыным...
– Миңһылыу... зинһар, аҡылыңа кил...
– Мин дүрт йыл буйына өйҙә ултырам... Бикле ултырам ошонда! Бер үҙгәреш тә юҡ! Һауыҡмай ул! Аңламай бер нәмә лә! – ҡатын, сәстәренә йәбешеп, иҙәнгә шыуып төшөп ятты, – Рамаҙа-ан... Кеше булмаясаҡ беҙҙең улыбыҙ... бер ваҡытта ла...
Ир уны килеп һөйрәп торғоҙҙо ла, карауатҡа алып барып һалды. Янына ултырып сәстәрен һыйпап рәтләне:
– Тыныслан... тыныслан, Миңһылыу... Бер хәл дә итеп булмай, был – беҙҙең тәҡдир. Был – беҙҙең моңһоҙлоҡҡа яза...
– Һин бында мине ғәйепләйһеңме? – ҡатын тороп уҡ ултырҙы, секерәйеп тексәйҙе, – Беләм, һин мине ғәйепләйһең! Мин эскәнгә шулай тип! Юҡ! Мин генә түгел! Һин дә... һин дә ғәйепле бында!.. А-а-а!!!
Аҡылынан шашҡандай ҡыланған иҫеректең ауыҙын ҡаплауҙан башҡа сара ҡалманы. Тик шул ваҡыт ул, күп уйлап тормайса, иренең усын ҡайыра тешләп тә алды.
– Ы-ых... – теш уйымдары ағарып ҡалған ҡул һыртын ыуалап, тышҡа ташланды ир, юғиһә быны быуып үлтерер халәткә еткәйне. Миңһылыу артынан йән көсөнә сарылданы:
– Китмә! Боро-ол... кире борол... Ҡасма минән... Ҡасма... беҙҙә-ә-нн...
Ҡатыны туҙынып илап, үҙенме, улынмы, иренме, яҙмышынмы әрләп-ҡарғап, ахырҙа, хәле бөтөп, йоҡлап киткәнсегә тиклем тышта йөрөнө ир. Унан һаҡ баҫып инде, Миңһылыу ятҡан ҙур яҡтың утын һүндерҙе. Төпкө бүлмәгә үтеп улы эргәһенә килде. Бөгөн был балаға ҡарау теймәгән, оло ярауы ла аҫтында күптәндер – ныҡ еҫләнгән. Быуынһыҙ булып ятҡан шыйыҡ ҡына оҙон кәүҙәне ипләп күтәреп ҡоро йүргәккә күсереп һалды ла, аҫтындағын төрөп алып сығарып ҡуйҙы. Унан тасҡа йылы һыу ҡойоп, алып килеп, сепрәкте еүешләп, баланың башта аяҡ-ҡулдарын, битен, арҡа-түшен, осаларын һөртөп алды, ҡыҙарған урындарын майланы, унан эсенә әйләндереп һалып ятыулаған ерҙәрен ыуғыланы. Уныһы балыҡ һымаҡ ауыҙын асҡылап, күҙҙәрен төрлө яҡҡа әйләндереп-түңәрәтеп, ниндәйҙер өн-ауаздар сығарып, арыҡ, тарамыш ҡулдарын болғап ятты. Рәхәтлектән йылмайған, ни эшләгәнде аңлаған кеүек ул ошондай сағында Рамаҙанға, шуға ла һөйләшкән була:
– Яҡшымы? Яҡшымы, ә, улым? Оҡшаймы һиңә? Үә-әт... хәҙер аяҡтарыңды... бына ошола-ай...
Ринат уға яуап бирергә теләгәндәй геүелдәп, ухылдап алып китә.
– Бирешмә, улым... бирешмәйек... Әсәйеңә үпкәләмә, йәме... Арыған ул... Йонсоған... Ул бит ҡатын кеше... Аңлайыҡ, йәме, улым...
Йыуындырып, кейемдәрен алмаштырып алғас, аш йылытып, һурпала һалма менән картуфын бутҡа хәленә еткергәнсе иҙҙе лә, малайҙы терәтеп ултыртып, ҡалаҡтан ашатып алды. Асыҡҡан, бахыр, ҡабаланып-ҡабаланып ыңҡылдап йотто. Сәйҙе лә тәрән һурып эсте. Әллә көнө буйына ашатмаған инде, тигән уй үтте ирҙең башынан, әммә был уйға мейеһендә нығынырға бирмәне. Нисек кенә булғанда ла, ҡатыны баланы ярата, быға тиклем насар ҡараманы һәм артабан да баш тармаҫ. Әлегә ул, ысынлап та, ныҡ ҡына арығандыр...
...Миңһылыу иртә уянып мейескә ут яҡты. Ул торғанда яҙғы таң әле һыҙылмағайны ла. Йыуынып, өҫ-башын ипләне. Унан шым ғына йөрөп кисәге туҙҙырғандарын йыйҙы. Шалтыратмаҫҡа тырышып, һауыт-һабаһын йыуып ҡуйҙы. Түрбаш иҙәнен һөртөп сыҡты. Ул арала балаһының тауышы сыҡты – уянған. Йәһәтләп уның янына ашыҡты ла, эргәһенә ятты.
– Улым... балаҡайым минең... алтыным...
Уның шулай гөрөлдәгәнен тыңлап ятҡан Рамаҙандың күҙ бәбәктәрен әсеттереп йәштәре һығылып сыҡты ла, ағара башлаған сәс араһына ағып китте. Ни эшләтерә икән был ҡатынды?.. Ҡалайтып ҡарарға?
Малайы менән эштәрҙе бөтөргәс, ҡыҙған мейес плитәһендә сыжлатып-выжлатып нимәләрҙер бешереп алды. Үлән һалып сәй быҡтырҙы, күрәһең, өйгә тәмле еҫ таралды. Унан килеп ипләп кенә ирен уятты:
– Рамаҙан... Рамаҙа-ан... Тораһыңмы?
– Эйе, – тине уныһы ыңғай ғына.
Был яуаптан, үҙен былай ҙа ғәйепле тойған ҡатын, һулҡылдап иренең күкрәгенә башын һалды:
– Ғәфү ит инде мине... ғәфү ит...
Рамаҙан түбә таҡтаға төбәлеп ятҡан килеш уның башынан һыйпаны. Унан кисә кис бала йыуындырғанда ҡабул иткән ҡарарын әтте:
– Миңһылыу, һиңә ныҡлап ҡына ял итеп алырға кәрәк. Мин хәҙер отпускыға сығам да, һиңә ял йорто юллайым. Хет ике аҙнаға булһа ла.
– Ял?.. – ҡатын ундай һүҙҙе лә онотҡандай ҡабатлап ҡуйҙы, – Ә Ринат?
– Ринатты үҙем ҡарап торам. Ике йыллыҡ отпускым тора. Йәйге миҙгелгә тиклем ваҡыт бар, әлегә эштә лә тығыҙ түгел. Нисек ҡарайһың, ә?
– Аптырайым... Йәшәй алырһығыҙмы икән?
– Йәшәмәй һуң! Күршеләр бар. Ғәйниә апай йышыраҡ килер. Ялға Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайта. Һыйырҙарың һауҙырмай әле. Нормально булыр.
Әйтте лә – эшләне лә. Аҙна тигәндә ҡатынын ҡалаға алып барып поезға ултыртып ебәрҙе. Бара торған яғын да белә икән, ҡасандыр шул яҡта тегенсегә уҡыған, фабрикала эшләгән булған. Барып еткәс тә, хат яҙыр, бик ныҡ кәрәк булған осраҡтарҙа үҙәк телефонына шылтыратыр, тип килешеп, хушлашып айырылыштылар. Һәм оҙаҡламай хат та килеп төштө, ял итеп ята, йоҡоһон туйҙырған, дауалар ала, бассейнға йөрөй, массаж яһата... Ялға эргәләге ҡалаға сығып килергә уйлай, унда музей, театр, кино бар, тиҙәр...
Рамаҙандар иһә тыныс ҡына йәшәп ятты. Ринат артыҡ борсоманы. Шулай ҙа участка врачы килеп китте, сираттағы реабилитация ваҡыты етә икәнде иҫкәртте, уныһына ҡатыны ҡайтып етеп, бергә ятырҙар, тип фаразланы. Ялға ҡустыһы менән һеңлеһе ҡайтып төштө. Улар техникумдың икенсе курсын тамамлап киләләр. Гөлкәй, бөтмөр ҡыҙыҡай, ялпылдатып өйҙө таҙалап сыҡты, Ғәзизе тыштағы эштәрҙе атҡарҙы. Бер кис Ғәйниә апай килеп, баланы мунса йыуындырып, ыуып, өшкөрөп ҡайтты. Уларҙы оҙатҡас, тағы икеһе генә ҡалып, үҙ яйҙарына донъя көттөләр. Бер кисте, көңгөр-ҡаңғыр килеп бала ашата ине, ҡаты итеп ишек ҡаҡтылар:
– Туҡ-туҡ-туҡ!
– Дә-ә! – тине ул, аптырай төшөп. Ауылдыҡыларҙа ундай ғәҙәт юҡ. Улар инә лә, шунан ғына “рөхсәтме” тип өндәшә, ғәҙәттә.
Ишекте киң асып милиционерҙар килеп тулмаһынмы! Өсәүҙәр. Алдағыһы фуражкаһы ситенә ҡул осон тигеҙеп честь бирҙе:
– Майор Сараев. Рамаҙан Аҡбулатов һеҙме?
– Эйе... – балаһын яйлап һалып, былар ҡаршыһына тороп баҫты хужа. – Нимә булды?
– Миңһылыу Аҡбулатова һеҙҙең ҡатынығыҙмы?
– Эй-йе... Ә...
– Өс көн элек ул ял йортонан киткән дә, кире килмәгән. Бөгөн ҡатындың юғалыуы тураһында район милиция бүлегенә хәбәр иттеләр.
Рамаҙан баҫҡан урынында ҡатып ҡалды.
– Иптәш Аҡбулатов, ҡатынығыҙ ауылға ҡайтмағанмы? Уның бында башҡа барыр урыны юҡмы?
– Һеҙҙә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡмы?
– Ниндәйҙер фараздарығыҙ юҡмы үҙегеҙҙең?
Өс яҡтан яуған һорауҙарға яуап ҡайтарыу түгел, хатта тын да ала алмай торҙо ла торҙо. Ахырҙа, милиционерҙар уға ултырғыс алып килеп терәп, этеп тигәндәй ултырттылар, һыу бирҙеләр. Аҙыраҡ иҫенә килгәс, тарҡау ғына һөйләште, әммә егеттәргә ярҙам итерҙәй бер генә нәмә лә әйтә алманы.
Билдәһеҙлек эсендә тағы ике көн үтте. Өсөнсө көн балаһын туғандарына ҡалдырып, юлға сығырға йыйынып тора ине, үткәндәге милиция машинаһы килеп туҡтап, эсенән ҡатыны төшөп, һаҡ аҫтында тигәндәй өйгә оҙатылып ҡуйылды. “Гражданка Аҡбулатова ҡалалағы элекке әхирәтендә табылды. Ҡатынығыҙҙың ниндәй хәлдә булып юғалып ятҡанын аңлайһығыҙҙыр. Зинһар, ошонда ҡул ҡуйығыҙ” тип ҡағыҙҙарына һыҙҙырып алдылар ҙа, тайыу яғын ҡаранылар. Миңһылыу ишек төбөндә, Рамаҙан өҫтәл янында һерәйеп ҡалды. Ринат менән ҡалырға тип килгән Ғәйниә апай йәһәт кенә төпкө бүлмәгә инеп сумды.
Ирҙең аңлатма талап итеү йәки башҡа нимәлер тип ғауға ҡуптарыу түгел, ҡатынының йөҙөнә ҡарарлыҡ та теләге булманы, ул өҫ кейемдәрен алды ла, ишеккә тотондо:
– Ғәйниә апай, әйҙәгеҙ алып барам.
Уның артынса апай ашығып йыйынып сыҡты. Рамаҙан ул төндө ҡайтманы, Ғәйниә йортонда ҡалды. Төпкө бүлмәнең карауат аҫтынан, теге йылдары, Зөлфиәне алып ҡайтып киткәстәре, унан ҡалған мольберт һәм картиналарҙы төрөп тыҡҡан еренән сығарып алды. Иҙәнгә теҙеп һалып, ентекләп ҡарап, һыйпап, һыҙмалары буйлап бармаҡтарын йөрөтөп, үҙ алдына нимәләрҙер һөйләнеп, ултырҙы ла ултырҙы. Хужабикә уға ҡамасауламаны. Был ғибрәтле тарихтың шаһиты ине бит үҙе лә.
Өлгөрмәй ҡалды. Танауы төбөндә генә ишек “шап” ябылды ла, һуңғы һүҙе ишеккә ҡыҫылып ҡалды: – Улым!.. Тыңламаны Әмире, үсегеп сығып китте. Тағы тыңламаны... Ҡатын кире аш бүлмәһенә үтте. Улының эсеп бөтөлмәгән сәйенә әрнеп ҡарап торҙо. Йә, нимәһен һүҙ башланы инде шул турала? Телен тешләп торорға булманы инде... Ҡасан өйрәнер шул сабырлыҡҡа Зөлфиә?..
Уның үкенесле уйҙарын бүлеп, тәҙрә кәрнизенә күгәрсендәр килеп ҡунды ла, “гөлдөр-гөлдөр” гөрләшә башланы. Тыңлап торҙо, унан, ултырғыс арҡаһына терәлеп, уйға ҡалды. Ысынлап нимәлер тураһында өҙлөкһөҙ һөйләшә, улай ғына ла түгел, серләшә һымаҡ был ике гөлдөр. Күгәрсен телен белеп булһа икән...
Бына, ҡоштар парлаша ла, дәғүһеҙ генә йәшәй ҙә китә. Бергә һайрашалар, оя ҡоралар, себеш сығаралар. Шулаймы икән? Әллә улай ғына түгелме? Әллә улар ҙа кешеләр һымаҡ бер-береһен түҙеп ғүмер итәме икән? Юҡты-ыр... Ҡоштар парын оҡшатмаһа парлашмай ҙа инде, хатта ҡаҙҙың ҡаҙы ҡалдырылған инәлеген йә аталығын оҡшатмаһа, алмай – суҡып, баҫтырып ебәрә, уларҙа бит тәбиғи инстинкт-тойғолар ғына, улар алдаша, ике йөҙлөләнә йәки ниндәйҙер үҙенә уңайлы булған яҡтарҙы ҡайғырта белмәй. Улар бары тик йәне тартҡанға ғына яҡынлаша, бары тик ошолай сутырлаша алғандай менән генә оя ҡора. Ә кешеләр? Ниңә улар күрәләтә үҙенә пар булмаҫтайҙар менән дә ғаилә ҡора, йәнен бүлешмәҫтәй менән түшәк бүлешә ала икән? Уйлай белгәнгәме? Әллә, киреһенсә, уйлай белмәгәнгәме? Кеше үҙ теләге менән бер ыҙалы юлды һайлап ала ла, әйҙә шунда ғазаплана, әйҙә ғазаплана. Яҙмыш, ти. Тәҡдир, ти. Күрәсәгемде күрәм, ти. Ә бит баштан уҡ икенсе юлды һайларға була ине... һымаҡ. Хәҙер ҙә, тоторға ла икенсе яҡҡа боролоп китергә мөмкин һымаҡ! Нимә тота һуң? Шул тота, был тота, теге ғәйепле, был сәбәпсе... ти, ғәҙәттә, кеше. Хәл итмәҫ, үҙенә яуаплылыҡ алмаҫ һәм ҡурҡаҡлығын аҡлау өсөн төрлөсә аҡлана. Ә нимә тота? Төптәнерәк ҡараһаң – бер нәмә лә... Бары үҙе... үҙе генә тота үҙен. Үҙенең сикләнгәнлеге, баҙнатһыҙлығы, күндәмлеге...
Юҡ, башҡалар тураһында түгел уның уйҙары, хатта күгәрсендәр хаҡында ла түгел. Зәбир менән икеһенең мөнәсәбәтен күҙ уңында тотоуы. Бер хисһеҙ, бер теләкһеҙ үҙен шул кеше менән йәшәп китергә мәжбүр итеүенең маҡсатын да, аныҡ ҡына сәбәбен дә аңлай алмай. Ярай, Рамаҙан унан баш тартты ла, ти... өйләнде лә, ти... Һуң нимәгә уға, тота килеп Зәбиргә барырға? Үс алыу өсөнмө? Кемдән?.. Рамаҙан бит уның был яңылығын белмәй ҙә! Ул уға кәрәк тә түгел! Тимәк, үсте үҙенән генә алды. Хәлен еңеләйтеү өсөнмө? Ә еңеләйҙеме һуң хәле? Юҡ! Киреһенсә, ул инде бына ун алты йыл үҙен һәр көн һайын көсләп, баҫып, йәне тартмағандарҙы башҡарып йәшәй. Һәм бөтөн был тамуҡ – уның үҙе һайлаған тормошо. Һәм ул әле дауам итә... Тағы күпме булыр?..
...Ҡапыл, тертләтеп, телефон шылтыраны. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса сәғәткә күҙ һирпте. Был ваҡытта Зәбир шылтырата торған. Һәм шулай булды ла.
– Дә?
– Мине көтмәгеҙ, ятығыҙ, һуң ҡайтам. Эш күп.
– Ә-ә... Ярай.
– Нимә булды? – ҡатынының тауышынан уҡ кәйефен белә алған ир, сабырһыҙ ғына ҡыҙыҡһынды.
– Тәк... артыҡ...
– Йә-йә, ваҡыт юҡ, тиҙ генә әйт тә.
– Шул инде... Әмир менән уртаҡ тел табып булмай ҙа ҡуя... Үҫмерлек осоромо...
– Эш унда ғынамы икән? Уйлап ҡара.
– Тағы нисек итеп ҡарарға һуң, Зәбир? Былай ҙа гел ыңғайына торам, тигәндәй. Әйттем инде, үҙенән күпкә өлкән егет-ҡыҙҙар менән ҡушылып алған да... Бына-бына экзамендары...
– Ҡатын ғына була белмәйһеңме тиһәм, әсәй ҙә була белмәйһең, улайһа.
– Зәбир...
– Йә, ярай, ваҡыт тар. Әйттем – көтмә, – пип-пип-пип...
Зәбирҙең сәнскеле һүҙҙәренә хәтере ҡалманы Зөлфиәнең. Инде күптән ул ундай һүҙҙәргә үпкәләмәй. Өйрәнгән. Башта, әле йәшерәк саҡта, шелтә алыу менән, хатаһын төҙәтергә тырышып, йүгермәләй ине. Ә асылда, ниндәй хаталар яһай һуң ул? Уларҙы “хата” тип Зәбир һеңдергән түгелме? Зәбир уйлап сығарған “хаталар” бит... Эйе, аңлай уны ғына ҡатын, белә лә... Хәҙер белә... Ире иһә, уны мөмкин тиклем ғәйеплерәк, “хаталыраҡ”, хоҡуҡһыҙыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала һымаҡ. Әле лә бына – алданы... “Эшем күп” тине. Ул эштең кем һәм ниндәй икәнен дә белә ҡатын. Күргәне үк булмаһа ла, ишеткәне бар. Ҡай саҡ ул “эш” үҙе шылтырата, ирен эҙләп. “Зәбир Закировичты мөмкинме? Был уның аспиранткаһы Даръя Леонова” тип, ҡыйыу һөйләшә ҡыҙ. “Әлбиттә, мөмкин”, – тип яуаплай уға Зөлфиә һәм ирен саҡыра. Һәм хатта ни һөйләшкәндәрен белгеһе лә, тыңлағыһы ла, һәм бер тамсы ғына ла көнләшкеһе лә, дәғүә белдергеһе лә килмәй. Саҡ ҡына булһа ла берәй хис юҡ күңелендә. Асыу ҙа, дошманлыҡ та, исмаһам шәхсилек кеүеге лә... Йәлләү генә бар. Иренә насар һүҙ әйтергә йәлләй, ул ҡосаҡлағанда этәреп ебәрергә йәлләй, тәрбиәһеҙ йөрөтөргә, иғтибарһыҙ ҡалдырырға йәлләй һәм ярата алмағаны өсөн дә ныҡ йәлләй уны. Шуға ла уның сираттағы һөйәркәләре килеп сыҡҡанын бик яҡшы ғына һиҙһә лә, белмәмешкә һалыша. Кемдер булһа ла уны ла яратһын, кемдер булһа ла күңелен яулаһын, тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенән аҙыраҡ алыҫайтһын, ваҡытын, күҙен, йөрәген биләһен, тип. Юғиһә, был йылдар эсендә Зәбирҙең барын күрер ҡарашы, барын ишетер ҡолағы һәм үткер теле уны ни хәлгә төшөрөр ине икән? Әгәр ул тик Зөлфиәгә генә төбәлеп ҡалһа? Күтәрә алыр инеме икән ундайҙы? Сыҙай алыр инеме? Белмәй. Ундайҙы белеп булмай. Әлдә әле... Әлдә әле икенсе ҡатын-ҡыҙҙар бар...
Телефон төбөндә онотолоп киткән икән. Бер ултырғанда тип, улының дуҫына ла шылтыратып ҡуйырға булды.
– Алло, Булат! Булат, һаумы. Әмир һеҙгә килдеме?
– Һаумыһығыҙ... Әмир?.. Эйе, ул бында... тик... ул йоҡлай. Уятайыммы? – теге остағы үҫмерҙең хәйләләшеп маташыуын төшөнөп тора әсә, моғайын, эргәһендә улы өйрәтеп тора. Үпкәһе үтмәгән, тимәк.
– Ярай, уятма, йоҡлаһын. Беләйем генә тигәйнем. Бынан кискә сығып йөрөмәгеҙ инде, йәме? Ял итегеҙ. Тыныс йоҡо.
– Һеҙгә лә тыныс йоҡо, Зөлфиә апай. Һау булығыҙ!
– Һау бул, Булат. Һау булығыҙ...
Улының донъя менән айҡашҡан мәле. Ун биш йәшен тултырҙы быйыл. Бөтә нәмәгә үҙенсә ҡырҡа ҡараш белдерә. Мин-минлеген, еңмешлеген, үҙһүҙлеген ҡайҙа, кемдә ҡулланырға белмәй йонсой. Йә уҡытыусылар менән һүҙгә килешә, йә өйҙә әсәһенә теш күрһәтә, йә подъезд төбөндәге әбейҙәргә тупаҫ өндәшә. Тәртипһеҙ малай ҙа түгел үҙе, башы ла бар, ҡыҙыҡһыныуҙары ла етәрлек, артыҡ буш ваҡыты ла юҡ һымаҡ. Тик ниндәйҙер йәшәү асылын, мәғәнәһен эҙләп, дауыл ҡуптарғыһы киләме ул, фетнә уйлап сығарып ҡына тора. Бәләкәйҙән дә тиктормаҫ ҡына ине, үҫмерлеге әле ярайһы көсөргәнешле үтә. Атаһы алдында артыҡ ҡылана алмай ул, ә бына әсәһен һанға һуҡмай маташа. Әллә атаһынан үрнәк ала – аптырарһың. Уның ҡатынын һәр саҡ бер башҡа түбән тотҡанын, өйрәтеп, ныҡып, бармаҡ төртөп күрһәтеп кенә йәшәгәнен һеңдереп үҫте инде? Ә бит Зөлфиә улына һөйөү һалырға тырышты. Ысын, эскерһеҙ әсәлек һөйөүен бирмәйме ни ул улына? Ярай, ирен ул яратмай, ул шуны белә лә, шуға ҡыйырһытырға, кәмһетергә тырыша, тиер инең. Ә бит Әмирҙе, улыҡайын, сикһеҙ һөйөү менән һөйә. Ул шул мөхәббәтте тоймаймы икән? Ниңә шундай уҡ хистәр менән яуап бирмәй? Ниңә әсә күңеле балала булған кеүек, бала күңеле лә әсәлә генә түгел икән? Ниңә ул күҙ-баш алыр-алмаҫтан әллә ниндәй сит, ялтыр, ышанысһыҙ хистәргә ынтыла башлай? Ни өсөн әсә һөйөүенең алыштырғыһыҙ икәнен, ундайҙы башҡа бер ерҙә лә тапмаҫын аңламай? Ҡайһылай ҙа ҡатмарлы һуң был тормош...
Ҙур фатирҙа яңғыҙы улай-былай һуғылып, тегене-быны башҡарған булып йөрөнө лә, толҡа тапмай, урын йәйеп ятты ҡатын. Бер үҙе... өйөндә лә, яҙмышында ла, донъяла ла...
*** Ауырыу баланың ғүмере ҡыҫҡа икәнлеген белә инеләр. Табиптар был хаҡта, һәр реабилитациянан һуң үткәрелгән һөйләшеүҙә, һаҡ ҡына итеп әйтеп торалар ине. Ғәҙәттә, кабинетҡа Рамаҙанды саҡырып һөйләшәләр. – Һеҙ... бындай диагноз менән булған балаларҙың – 7-8, иң оҙағы 10-11 йыл йәшәгәнен беләһегеҙҙер, эйеме?
– Эйе... – тип яуаплай ир, таушалған ҙур устарына ҡарап ултырған килеш. Был врачтарҙы таный ул, инде нисә йылдар, белеп бөттөләр бер-береһен, шуға күҙҙәренә йәш тулып йомшарып китеүенән уңайһыҙланып, күтәрелеп ҡарамай.
– Рамаҙан Райманович, тартынмағыҙ... Илағығыҙ килһә, илағыҙ... Һеҙ былай ҙа был йылдарҙа бик ныҡ булдығыҙ... Атайҙарҙың иң яҡшыһы булдығыҙ...
– Рәхмәт... – тип кенә әйтә ала тағы.
– Ниндәй генә дауалау ҙа, ҡарау ҙа ҡотҡара алмай уны, үкенескә ҡаршы. Ваҡыты үлсәнгән генә. Хоҙай тәғәлә бындай балаларҙы беҙҙең араға ниндәҙер һабаҡ өсөн бирә лә, шул бер арауыҡтан кире ала, күрәһең...
Рамаҙан уға үҙен борсоған һорауҙы бирә:
– Сара Дауытовна... әле хәле нисек? Насарайғандан насарая һымаҡ миңә...
– Эйе. Беҙ хәлдән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ...
Ринаттың хәле, ысынлап та, хөртәйгәндән хөртәйә. Янып бөтөп барған майшәм һымаҡ, ирей күҙ алдында. Башын тота уҡ алмаһа ла, күтәрә, борғолай ине, ҡулдары ла күтәрелде. Ә һуңғы йыл бөтөн ошо “белгәндәрен” дә яйлап онотто. Хәҙер ул күҙен дә шылдырмайынса тәүлектәр буйына ята. Ваҡыты-ваҡыты менән илаған һымаҡ ауаздар сығарып ала ла, тағы тына. Шул тауышланған һәм аҙыраҡ терелеп киткәндәй булған сағында янына килә һалып етә атаһы. Улы менән “һөйләшеп” ҡалырға ашыға:
– Ринат? Улым, уяндыңмы? Ни хәлдәр, улым? Ә? Асыҡманыңмы? Ашап алайыҡмы?
Инде ярты карауаттан оҙон булып үҫкән һонтор малайҙың баш аҫтына терәү ҡыҫтырып, шыйыҡ пюрены ҡалаҡлап асылған ауыҙына һалып өлгөрә. Ҡайһылыр осрағын йотоп та ебәрә, ҡайһыларын кире сығара. Ауыҙ-моронон һөртөп ала ла, тағы ҡаптыра атаһы.
– Сығармайҙар әле беҙҙе бынан, улым. Ята бирегеҙ, тиҙәр. Дауалары ла һиңә килешеп китер әле әллә... кем белә... Ә һин аша, аша улым, бирешмә... йәшәргә тырыш... йәшәргә...
Тик Ринат артыҡ тырышманы, был донъянан ул ялҡҡан, донъя үҙе унан арыған инеме, һуңғы өс айында дауахана өҫтөндә булып, системаларҙа ғына тотолһа ла, бер мәл, көндөҙгө йоҡола сағында, сәйер тауыштар сығарып ыңғыраша башланы. Эргәләге карауатта китап уҡып ятҡан Рамаҙан һикереп тороп янына килде, битен-ҡулдарын һыйпап, иркә һүҙҙәр әйтеп торһа, тыныслана торғайны, был юлы иһә бығаса ҡыбырлатмаған аяҡ-ҡулдарын һелтәп үк тартыша, күҙ алмалары өйөрөлә...
– Врач! Врач кәрәк! – коридорға башын һоноп ҡысҡырҙы. Уны поста ултырған медсестра ишетеп, йүгереп килде һәм хәлде бер ҡараштан уҡ самалап, ары йүгерҙе. Киләһе минутта шалтыратып арба һөйрәп килделәр ҙә, малайҙы шунда тейәп алып та киттеләр. Рамаҙан улының ҡулына йәбешкән килеш уларға эйәреп бара биреп, реанимация ишеге төбөндә өҙөлөп тороп ҡалды. Ҡоламаҫ өсөн башта ишеккә терәлде, унан эргәләге тәҙрә яңағына һөйәлеп, тышҡа ҡарап тора башланы. Унда – йәй. Бөтөн тереклек үҫеп сығып, сәскә атып, ҡымырйып, мыжғып йөрөп ята. Уның улынан башҡаһы... Их, улым, улыҡайым...
Палаталарына инеп ултырҙы ир. Ни менән булышырға белмәне. Баяғы китабын бер алып, бер һалып ҡараны, уҡый алманы. Сәйнүген розеткаға ҡуйып сыжлатты ла, яһап алманы. Ишекле-түрле йөрөнө. Улының йүргәк-сепрәктәрен ҡабат-ҡабат рәтләп һалды. Тағы коридорға сығып һерәйеп тора бирҙе лә, кире инде. Шулай йөрөй торғас, медсестра күренде. Рамаҙан оҙон-оҙон баҫып уға ҡаршы атланы:
– Шунан, һеңлем?.. Нисек унда?
Тегеһе аҙ ғына ҡаушаны. Аҡ бирсәткәле ҡулы менән ирҙең яурынына ла ҡағылып алғандай итте:
– Һеҙ... баш табип кабинетына үтегеҙ. Унда һеҙҙе көтәләр.
– Баш табип?..
– Эйе. Беләһегеҙ бит – Сара Дауытовнаға.
– Әһә. Хәҙер.
Барып инһә, унда өс табип. Барыһы ла уға боролдо. Өҫтәл артында ултырған Сара Дауытовна тороп уҡ баҫты, ҡаршыһына урын күрһәтте. Рамаҙан һағая биреп үтеп ултырҙы.
– Рамаҙан Райманович... – табип, ҡамасауламаһа ла алдындағы ҡағыҙҙарын шылдырып һалды, уның да тулҡынланғаны күренеп тора, – Рамаҙан, мин һеҙгә ауыр хәбәр еткерәм: улығыҙ...үлде. Медицина ярҙамын ул инде ҡабул итә алманы.
Бер минутҡа тынлыҡ урынлашты. Табиптар иргә хәбәрҙе ҡабул итергә ваҡыт бирҙе. Әммә Рамаҙан бер минуттан һуң да, унан ары ла өндәшмәне.
– Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, – тинеләр эргәләге табиптар, – Һеҙ уны мөмкин тиклем йәшәттегеҙ. Артабан һеҙ ҙә, беҙ ҙә көсһөҙ...
Улының документтары, кәүҙәһе әҙер булғансы, икенсе дауаханаға юлланды. Унда Миңһылыуға барып хәбәр итергә кәрәк. Ҡатыны наркология бүлегендә ята. Йылына бер шунда дауаланып сығыуға ризалашты үҙе. Балнистан һуң ике-өс ай эсмәй, ҡайһы саҡ яртышар йыл да айныҡ йөрөп ташлай. Тик, ысҡына... Тилбер генә йорт ҡарап, улын тәрбиәләп йәшәгән еренән, ҡапыл эсеп ала ла китә. Таба, эскелеген дә, эскелек алып килер кешеһен дә, аҡсаһын да. Һәм, хатта, бикле өйҙән дә сығыр юл таба. Һуңғы тапҡырында тәҙрә ярып сығып, араҡы артынан киткән...
Миңһылыуҙы дауахана баҡсаһындағы эскәмйәлә көтөп ултыра. Бына ул уңған һоро халатҡа төрөнөп килә. Аҙыраҡ йоморолана төшкән икән. Рамаҙандың уны шул өс ай тирәһе күргәне лә юҡтыр. Телефондан ғына һөйләшәләр ҙә. Ҡатындың йөҙө хафалы, етәрәк ул оторо ашыҡты, тик аяҡтары оҙон халат итәгенә тышауланып ыҙалатты. Ул етеүгә Рамаҙан ҡалҡып торҙо.
Миңһылыу ҙур асылған һәм ҡурҡынған күҙҙәре менән иренең йөҙөнә, күҙҙәренә йотлоғоп ҡараны, өнһөҙ һорау ине уның был ҡарашында.
– Бөттө... китте... улыбыҙ, – тине уға ире. Һаулыҡ та һорашманылар.
Ҡатын уның күкрәгенә ҡоланы. Улар ҡосаҡлашҡан килеш оҙаҡ торҙолар. Береһе үкһеп, икенсеһе тауышһыҙ иланы. Унан эскәмйәгә ултырып, ҡулдарын-ҡулдарға тотоношоп, һыйынышып ҡалдылар. Уртаҡ ҡайғы уларҙы тағы ла берләштерҙе, тағы ла яҡын итте.
– Һин йыйынып сыҡ, Миңһылыу. Барайыҡ, улыбыҙҙы алып ҡайтайыҡ, – тине ахырҙа ир, – Совхозан машина килгәндер ине, көтәлер...
– Ярай... хәҙер, – ҡайғынан бөксәйеп, бәләкәсәйеп ҡалған ҡатынына арттан ҡарап, йәне әсене ирҙең, – Эх, Миңһылыу-Миңһылыу... Их, улым...
Киләһе көндәре баланы ерләү, өсөн, етеһен уҡытыу менән мәшғүл булдылар. Бәләкәй мәйеткә артыҡ күп кеше лә йыйылманы. Ҡаланан Гөлкәй менән Ғәзиз ҡайтты. Ҡустыһы, егет булып, йәштәрен йәшерҙе, бары тик күҙҙәренең ҡыҙарып йөрөүе генә уның ҡайҙалыр бер ерҙә илап ингәнлеген аңғарта ине. Ә Гөлкәй иһә, еңгәһе күҙенә йәш алған һайын, түгелде лә китте, түгелде лә китте. Әсәйһеҙ үҫкәнгәме, бигерәк күңеле нескә, яралы ғына шул үҙенең дә. Ҡайһылай булғанда ла, был өйҙә илау-һыҡтау әле оҙаҡ дауам итте.
...Улының вафатына ай тигәндә, ысҡынып китте Миңһылыу. Башта өйҙә ятып эсте, унан урамға тартылды, шешәләштәренә, әхирәттәренә китеп юғалды. Тыйманы ла, инде артынан да йөрөмәне, эҙләмәне лә Рамаҙан. Айырылышыуға ғариза яҙҙы. Судҡа барырға кәрәк еткәс, эсеп йөрөгәндең бер мәлендә өйөнә ҡайтып йығылған һәм иртәнсәктән әле башлап өлгөрмәгән ҡатынға әйтте. Тегеһенең артыҡ иҫе китмәне лә шикелле. Әммә суд залына барырлыҡ булып әҙәм рәтенә инә алманы. Уны көттөләр-көттөләр ҙә, өсөнсө тапҡыр ҙа килмәгәс, унһыҙ айырып ҡуйҙылар.
Йыйған аҡсаһын, малының яртыһын тотоноп, ауылдағы бер буш ултырған бәләкәйерәк йортто һатып алды. Бер-нисә көн шунда йөрөп ҡойма-кәртәләрен йүнәтте, соланын, мейесен яңыртты. Ҡатын-ҡыҙ яллап эсен йыуҙырҙы, ҡорған-түшәктәр ҡуйҙырҙы, һауыт-һаба, ниндәйҙер мебелдәр күсерҙе. Унан йоҙаҡлап сығып, асҡысын Миңһылыуға тотторҙо. Нисә айҙар туҡтамай эскәндән өрәк сүрәтенә инеп, аслы-туҡлы йөрөгәндәнме, һаулығы ҡаҡшапмы, тамам хәле бөтөп ҡайтып ҡолаған ҡатын, уның ниәтен аңламаны.
– Нимә б-был? – тине саҡ телен әйләндереп.
– Асҡыс. Һинең йорттоң асҡысы.
– М-мин-нең?..
– Эйе, Миңһылыу. Үрге урамдағы Сәмиға әбейҙең өйөн һиңә алдыҡ. Унда йәшәрлек бөтә нәмә лә бар. Әгәр көтөргә теләгең булһа, ниндәй мал кәрәк, шуны ал.
– Н-ни-шәп... мин унда барам? – айныҡ булһа ла, башы эшләп китә алмай, ахыры. Аптырарға ла түгел, ул башҡа түҙем бирһен инде...
– Миңһылыу, беҙ айырылыштыҡ, – тине хәҙер ир ҡаты ғына итеп. – Һин хәҙер минең ҡатыным түгел, мин дә һиңә бер кем дә түгел. Китергә уйлайым мин бынан, себергәме... берәй яҡҡа. Был – беҙҙең төп йорт, ҡустым ҡала торған йорт, шуға һиңә үҙеңә мөйөш яһаныҡ, аңланыңмы?
Миңһылыу саҡ ҡыбырлап усаҡ тирәһендә мыштырланы. Ҡулынан тотҡандары төшөп китеп, эҙләгәнен таба алмай ҡаңғырҙы. Эсе бошоп күҙәтеп ултырҙы уны Рамаҙан.
– Һин сығып китмә. Мунса яғам хәҙер. Матур итеп йыуынып ал. Һурпа ултырт, тамағыңды ҡара. Кейемдәреңде йый... кәрәгеңде вис ал... Иртәгә күсереп ҡуйырмын, – тине лә, урамға, кәртә-араһына сыҡты. Һиңмайланған ҡатын менән һөйләшеүҙән фәтеүә юҡ ине.
Юҡ, һиңмайланмағайны әле Миңһылыу. Ул аңлай, барыһын ишетеп-тойоп тора, тик яуапларлыҡ яуабы һәм хәле генә юҡ. Хәҙер-хәҙер... кеше булып алырға кәрәк... Рамаҙан... Рамаҙан! Улай булырға тейеш түгел... түгел... Китмәһен! Ташлап китеп бармаһын...
Ҡатын ауырыу кәүҙәһен көскә һөйрәп йөрөтөп өйҙө йыйыштырҙы. Ир ҡулында ғына булған донъя керләнеп, ҡотһоҙланып киткән. Бығаса, эсһә лә, ҡара эшкә шәп булды бит Миңһылыу. Бер-ике көн туҙынып ятып ала ла, өсөнсө-дүртенсе көн тороп алып, барын ялтыратып йыуып-йышып ҡуйҙы. Улы булғанда ул шулай итә ине... Улы... улыҡайы булғанда... Әле...әле артыҡ һуҙып ебәрҙе шул. Рамаҙанын бөтөнләй онотоп ебәрҙе...
Кискәрәк, арыуыҡ йән ингәс, мунсаға барып эләүкәгә һуҙылып ятты. Сабынырлыҡ уҡ булмаһа ла, эҫе пар аҫтында тәнен иретеп алды, керен сығарҙы. Унан ҡат-ҡат йыуынып, ойпаланып ҡатҡан сәстәрен тарап яҙҙы, таҙа кейемдәр кейҙе. Мунсанан һуң тирләп-бешеп үлән сәйе эсеп, йомшаҡ түшәгенә сумып йоҡлап китте. Төшөндә улын күрҙе... Улы атлап йөрөп ята икән, тип... Йөҙө лә ауырыу төҫтә түгел, алһыу ғына... Миңһылыу тулы биҙрә тотоп һарайҙан сығып килә ине, һыйыр һауыптыр... Улы урам яғынан килеп инде... ҡулына ниндәйҙер төргәк тотҡан. Туп-тура әсәһенә килә... “Ринат...” тип өндәшә уға ҡатын, биҙрәһен ултыртып ике ҡулын һуҙа. Улы шул саҡ һуҙылған беләктәренә теге төргәген алып килеп һала. Ҡараһа – бала... Бала бәләкәс кенә, аҡ ҡына, тулап ята... Улы һөтлө биҙрәгә күрһәтә, йәнәһе, бала асыҡҡан, һөт эсер, ти... әйтмәй, ә Миңһылыу аңлай уны. Унан улы борола ла китә. Ҡатын уның артынан ынтыла, “Ринат! Рина-ат! Улым!..” тип ҡысҡыра. Тик малайы туҡтамай! Артынан йүгерер ине, ҡулында – бала...
Йән тиргә төшөп уянып китте... Теле һаман “Рина-ат... Ринатым...” тиеүҙән туҡтаманы. Тышта көҙгө таң яңы ағарып ҡына килә. Ҡатын төшөнән айырылғансы урынында ҡатып ятты. Унан ипләп кенә тороп мейес тоҡандырҙы. Сығып күптән быҙауҙарына ҡушылып йөрөп өйрәнгән һыйырҙары янына инде, уларҙы һөйөп-иркәләне, быҙауҙарын айырып япты. Йәшелсәһе алынмаған баҡсаһына үтте, хәҙер, аҙыраҡ көн асылһа, кишер-кәбеҫтәне йыйып алырға ниәтләне. Кире инде. Рамаҙан да уянған, кейенгән, нәскиҙәрен мейес яҡтауынан алып, һуҙғылап тора. Ҡатын инеүгә, ул тышҡа сығып китте. Өндәшмәне. Миңһылыу уның нимәлер әйткәненән ҡурҡып йөрөй, ярай әле һүҙ ҡатмай әлегә. Йәһәт кенә шыйыҡ ҡамыр туҡып, ҡоймаҡ ҡойорға кереште, һөттө күрешәлер индергәнер, моғайын. Сәй ултыртты. Ир инеүгә өҫтәлдә күңелле булып иртәнге тамаҡ боҫорай ине инде. Шым ғына сәй эстеләр. Ашағас, Рамаҙан ҡалҡынды һәм һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне. Ошо мәлде көткән дә һәм етеүен нисек кисектерергә белмәгән дә Миңһылыу, ултырған ултырғысынан иҙәнгә шыуып төштө һәм иңгәкләп килеп ирҙең аяҡтарын ҡосаҡлап алды:
– Рамаҙан... һуңғы тапҡыр кисереү һорайым... Һуңғы тапҡыр!
Ир ҡатып ҡалды. Этмәне лә, типмәне лә, әммә башын да эйеп ҡараманы.
– Үтенәм... үтенеп һорайым һинән. Улыбыҙ хаҡына... Ринатыбыҙҙың рухы хаҡына һорайым... Мин бөгөн уны төшөмдә күрҙем... Матур итеп күрҙем... Ул миңә бәпес алып килеп китте! Аңлайһыңмы, Рамаҙан?.. Бир миңә һуңғы шанс? Мин һиңә һау бала табып бирәм... атлап йөрөгән... һөйләшкән...
– Миңһылыу! Тор! Етәр, һиңә.
– Рамаҙан... һау бала, ишетәһеңме?
– Ниндәй бала тағы? Тор, тинем!
Тик ҡатын уны ишетмәне лә, ә илап-һамаҡлап, аяҡтарын, үрелеп ҡулдарын үпте, инәлде:
– Рамаҙан... үтенәм... Был һуңғы тапҡыр... ысын, һуңғы... Ышан миңә? Эсмәйем! Бына, улым рухы менән әйтәм... Зинһар...
Ир, ниһайәт, ҡатын ҡулынан ысҡынып, тышҡа ташланды. Ә тегеһе илаулап һаман иҙәнә ятып ҡалды:
– Рина-ат... Рамаҙа-ан... Ринаты-ым... үтенәм, үтенәм һеҙҙән... мине ғәфү итегеҙ...
Ғәфү иттеме-итмәнеме инде ир, әммә ҡатынды ҡыуып сығарманы. Ул шунда тороп ҡалды. Эсмәне, тағы ла дауаланыуға барҙы. Бик бошонған, хатта енләнгән ваҡыттары ла булып китте, әммә ныҡ булырға, ысҡынмаҫҡа тырышты. Шулай ярты йылдай дауалана торғас, ауырға ҡалды һәм саҡ-саҡ һаҡлап йөрөтөп, ҡыҙ бала тапты. Бәпес сибек, бәләкәс кенә булып тыуҙы. Уны әллә ҡала, әллә юҡ, тип ҡурҡыттылар. Бала булып ҡына түгел, ә оло өмөт тә булып тыуған сабыйҙы нисек тә һаҡлап ҡалырға тырышты ата менән әсә. Һәм уларҙы йәлләне бәпес – был донъяға сат йәбеште, әсәһенең күкрәген дә нәҙек кенә тарамыш бармаҡтары менән батырып тотоп, уймаҡ ауыҙы менән һурып-һурып имде. Уның был ҡыланышын күҙәтеп, күҙ йәштәре аша көлдө ололар. Йортҡа тыныслыҡ, хатта ки бәхет килеп инде. “Зөлфиә” тип ҡушты ул бәхеткә исемде атаһы. Әсәһе бер генә һирпелеп ҡараны ла, йылмайып баш ҡаҡты. Ул хәҙер нимәгә лә риза ине. Тик Зөлфиәләре, Рамаҙаны, ошо йылы өйө генә булһын. Булһын...