Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Июль 2023, 15:05

Һағыҙаҡ Рамай ҠАҺИР

Еңел генә бал тәмләргә Ныҡыша бер һағыҙаҡ.

Һағыҙаҡ     Рамай ҠАҺИРҺағыҙаҡ     Рамай ҠАҺИР
Һағыҙаҡ Рамай ҠАҺИР



Бесән өҫтө. Сәй эсәбеҙ.
Ҡулымда - баллы ҡалаҡ.
Еңел генә бал тәмләргә
Ныҡыша бер һағыҙаҡ.
Шулай йәшәп өйрәнгән ул,
Хәрәмдә - бар донъяһы.
Тормош бит ул, осрап тора
Һағыҙаҡтар ояһы!
Геүләй ижад умартаһы,
Илһам сәскә атҡан саҡ.
Арабыҙҙа бар һағыҙаҡ,
Булайыҡсы, зинһар, һаҡ!
Баллы ҡалаҡҡа һырышҡан,
Тапҡан шәп, ҡулай урын.
Ауыҙ - телеңде сағасаҡ, -
Күрмәй ҡалһаң - бал бурын!
Уның холоҡ - ҡыланышын
Ҡарап ултырам оҙаҡ.
...Сос йәшәргә өйрәтәһең, -
Рәхмәт һиңә, һағыҙаҡ!

Автор:
Читайте нас