Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Июль 2023, 04:25

Ләйсән Повесть (3) Риф Йөҙлөкбай

Баланың йылмайыуы Ләйсәндең күҙ алдынан оҙаҡ китмәне. Дөйөм ятаҡта йәшәһәләр ҙә, бала табырға уйлағандар, фатир юҡлығы ла ҡурҡытмай. Ә Ләйсән ҙур, иркен фатирҙа йәшәп тә һаман бала тапмаған. Быны нисек аңларға?

Ләйсән Повесть (3) Риф ЙөҙлөкбайЛәйсән Повесть (3) Риф Йөҙлөкбай
Ләйсән Повесть (3) Риф Йөҙлөкбай

4
Рәмил дәртләнеп картиналар яҙҙы. Ниндәйҙер ҡатындың уларҙы һатып алыуы уға яңы көс бирҙе. Әле яҙғандары элеккеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ килеп сыҡҡандай, ниндәйҙер нур һибелә, йәшәү матурлығы бөркөлгәндәй. Күрәһең, рәссамдың күңел кисерештәре картинаға күсә торғандыр. Нимә төшөрәйем икән, тип уйланып ултырмай, күңеле ҡушыуы буйынса эшләй.

Араҡы эсеүен кәметте. Бер көн алған араҡыһы һаман эселеп бөтмәгән килеш ултыра. Һаҡалын ҡырып ташланы. Мыйығын ҡырманы – уға мыйыҡ килешә. Сәсен дә алдырып ҡайтҡас, бөтөнләй үҙгәреп, йәшәреп китте. Элек уны һаҡаллы килеш күргән кеше танымай ҙа торасаҡ. Баҙарға барғыһы килһә лә, бара алманы, картина яҙҙы. Был ваҡытта ул бер ҡайҙа ла бармай – ғәҙәте шундай.

Йоҡоһонан уянғас, Рәмил баҙарға барырға кәрәк икәнен аңланы. Төшөндә картинаһын һатып алған ҡатынды күреп ҡалғандай булды. Тимәк, ул бөгөн киләсәк! Яңы ижад емештәрен алып, рәссам баҙарға юлланды. Ғәҙәттәгесә, уның урыны буш түгел ине. Бер ҡайҙа ла китмәйенсә, шунда һыйынды. Яңы картиналарын ҡыҙыҡһынып ҡараусылар булды, ләкин береһе лә һатып алманы.

Ләйсәндең килеүен күргәс, Рәмил ҡаушап китте, әйтерһең, имтихан тапшыра. Уҡыған сағында яуаплы ваҡытта шулай ҡаушай торғайны. Әле лә шул минуттарҙы кисерҙе. Ләйсән, үҙенә кәрәк кешене күрмәгәс, юҡҡа килдемме икән ни, тип уйланы. Рәмилдән:

– Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан рәссам бөгөн юҡмы ни? – тип һораны.

– Юҡ шул, – тине рәссам, һүҙҙең үҙе тураһында барғанын белеп.

– Ҡасан була? – Ләйсәндең кәйефе төшә башланы.

– Әллә инде, белмәйем, – Рәмил түҙмәйенсә йылмайып ебәрҙе.

– Һеҙ ул түгелме? – тине Ләйсән, йылмайыуынан танып алып. Уның ҡаршыһында сибәр йөҙлө ир тора ине.

– Эйе, мин булам. Танымағас, шаяртып алырға булдым.

– Таныманым шул, бөтөнләй үҙгәреп киткәнһегеҙ. Йәш икәнһегеҙ.

– Барыһына ла һеҙ сәбәпсе.

– Нисек?

– Минең картиналарымды һатып алып, көс-дәрт бирҙегеҙ. Рәхмәт һеҙгә!

– Һеҙгә ярҙам итә алғаным өсөн бик шатмын.

– Был картиналарымды һеҙҙең менән осрашыуҙан һуң яҙҙым.

– Бик яҡшы, миңә оҡшай.

– Картина алырға, тип килгәнһегеҙҙер, моғайын, ҡайһыһы кәрәк?

– Алырға ине лә, миңә кәрәге бында күренмәй.

– Ниндәйе кәрәк, бәлки, өйҙә барҙыр?

– Ике туған ҡустымдың тыуған көнө ине, ул көҙгө тәбиғәтте ярата, – Ләйсән барыһын да уйлап сығарҙы.

– Мин аңланым һеҙҙе. Ундай картина өйҙә бар.

– Башҡа көндө алып килерһегеҙ.

– Ә ниңә башҡа көнгә ҡалдырырға, ваҡытығыҙ булһа, бөгөн үк биреп ебәрәм. Мин йыраҡ йәшәмәйем.

Ләйсәндең өндәшмәй торғанын күреп, Рәмил картиналарын бергә бәйләй ҙә башланы.

Юлда улар танышып, бер-береһенең исемдәрен белде. Рәмил, үҙе лә һиҙмәҫтән, элеккеләй һөйләшеп китте. Ләйсәнде бер нисә тапҡыр көлдөрөп тә алды. Уның күптән шулай һөйләшкәне юҡ, шуға аралашыуға бик һыуһаған ине. Йорто янына килеп еткәс:

– Өйгә инәһегеҙме, әллә бында ғына алып сығайыммы? – тип һораны Рәмил. Ләйсән әллә ишетте, әллә юҡ, нимәлер һөйләгән булып, рәссам артынан подъезға үтте.

– Көлмәҫһегеҙ инде, фатирым бәләкәй, йыйыштырылмаған, – тине уңайһыҙлыҡ менән Рәмил.

– Борсолмағыҙ.

Аяҡ кейеме менән үтергә ҡушылһа ла, Ләйсән сисеп, ишек төбөндә ҡалдырҙы. Рәмил арлы-бирле ятҡан әйберҙәрен алғылай башланы. Уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаҫҡа теләп, Ләйсән һүрәттәр ҡарарға кереште. Бер аҙҙан Рәмил, музейҙа сәнғәт белгесе картиналар тарихын һөйләгән кеүек, һәр эшенең ҡасан, ҡайҙа эшләнгәнен һөйләй башланы. Рәссамдың тыныс, күңел йыуатырҙай тауышын тыңлау Ләйсәнгә ниндәйҙер бер рәхәтлек бирҙе. Үҙен уҡытыусы янында торған балалай хис итте. Стенаға эленгән картиналарҙы ҡарап бөткәс, Рәмил бер ҡосаҡ ватманға акварель менән төшөрөлгән рәсемдәр сығарып бирҙе лә кухняға инеп, сәй ҡуйып ебәрҙе.

– Ләйсән, һеҙгә сәй эсереп сығарырға тейешмен, мин хәҙер, – тине лә, өҫтөнә кейеп, йорт хужаһы сығып та китте. Ҡатын бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалды. Ул һүрәттәр ҡарауын дауам итте. Улар араһында үҙенә оҡшаған ҡатын портретын күреп, аптырап китте. Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡара һин уны, ни арала эшләп алған? Оҡшатҡан бит әле. Талант бар үҙендә. Рәсем аҫтында яҙылған һүҙҙәргә күҙ һалды. Унда “Картиналарымды һатып алыусы миңә билдәһеҙ булған ҡатын. Октябрь, 2004 йыл” тип яҙылғайны.

Рәмил был бай ҡатындың эйәреп өйөнә килеүенә ғәжәпләнде. Картина һатып алыуы аңлашыла, ә бына ябай рәссамдың фатирына килеүен нимәгә юрарға белмәне. Картина яратыуы, сәнғәткә битараф булмауы уны Рәмилгә алып килдеме? Ләйсәндең ябай, илгәҙәк булыуы уға оҡшаны. Тимәк, ул бөтөнләй боҙолоп бөтмәгән, ҡайһы берҙәр кеүек ябай халыҡҡа өҫтән ҡарамай. Донъялар үҙгәргәс, кемдәрҙер тиҙ генә уға яраҡлашып, алып-һатыу, эшҡыуарлыҡ менән, ҡайһылары кеше талап, урлашып байып китте. Халыҡ байлығын, завод-фабрикаларҙы, капиталист үҙ ғүмерендә йыя алмаған байлыҡты күҙ асып йомған арала үҙләштереп, олигархҡа әйләнеүселәр ҙә етерлек. Рәмилдең ғәҙеллеге, кешелеклелеге уға байып китергә ҡамасауланы. Ил байлығын бүлешкәндә өлөш алып ҡалыр өсөн әрһеҙлек тә кәрәк ине шул.

Ишек асылған тауышты ишетеп, Ләйсән тиҙ генә үҙе төшөрөлгән рәсемде йәшереп ҡуйҙы. Әлегә мин күргәнде белмәһен, тип уйланы. Рәссамдың бер-ике күргәндә генә шул тиклем оҡшатып төшөрә алыуына ҡат-ҡат ғәжәпләнде. Үҙенең баҙарға сығып китеүенә, картиналарын һатып алып, уны ҡыуандыра алғанына һөйөндө Ләйсән. Фатирҙа ятып, кешегә ярҙам итә алыр инеме һуң?

– Сәйнүгем ҡайнап бөткәндер инде, – тип һөйләнә-һөйләнә Рәмил кейемен систе.

– Мин һүндергәйнем, – тине Ләйсән.

– Рәхмәт инде, оҙаҡ йөрөлдө, яҡындағы магазин бикле булып сыҡты. Көттөргәнем өсөн ғәфү итегеҙ!

– Зыяны юҡ. Рәсемдәр ҡарай торҙом.

– Нисек, оҡшанымы?

– Бөгөндән күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ.

– Шулай тиһегеҙме? – Рәмил Ләйсәндең әйткән һүҙҙәренә һөйөнөп, сәй әҙерләне.

– Минең күргәҙмәләргә йөрөгәнем бар. Һеҙҙең картиналарығыҙҙы халыҡ яратып ҡабул итәсәк.

– Ләйсән, әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ.

– Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһегеҙ, килешмәҫ бит, – Рәмил уның һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә, ҡатындың пальтоһын сисергә ярҙам итте.

– Аштан оло булырға ярамай.

– Уныһы шулай инде, – тине Ләйсән, өҫтәл артына инеп ултырып. Рәмил уның буй-һынына күҙ йүгертеп алды. Ымһынып ҡарамаһа ла, һоҡланып ҡуйҙы.

– Ҡатынығыҙ өйҙә юҡмы ни? – Ләйсән үҙен күптән борсоған һорауҙы бирҙе.

– Юҡ. Бергә йәшәмәйбеҙ.

– Ғәфү итегеҙ!

– Зыяны юҡ. Шулай килеп сыҡты. Бер-беребеҙҙе аңлай алманыҡ.

– Була ундай саҡтар, – тине Ләйсән, үҙенең тормошон уйлап. Шунан, был күңелһеҙ һөйләшеүҙән ситләшергә теләп:

– Күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡанығыҙ булдымы? – тип һораны.

– Юҡ. Тура килмәне.

– Ойошторорға тырышып ҡаранығыҙмы һуң?

– Ундай уй, әлбиттә, бар. Картиналарымды әҙерләп тә ҡуйғайным, тик аҡса яғы ҡамасаулай.

– Картиналарығыҙҙы һатмай тороғоҙ, тип кәңәш бирер инем. Бәлки, берәй әмәле килеп сығыр.

– Үҙем дә шулай уйлап тора инем.

– Бөгөнгә картинамды алып ҡайтмай торам, инәһе урыным бар. Аҡсаһын биреп ҡуям, – тип мең һум сығарып бирҙе. – Һата күрмәгеҙ тағы.

– Һеҙҙекен – бер кемгә лә. – Икеһе лә йылмайып ебәрҙе. – Ҡасан алырһығыҙ икән?

– Өйөгөҙҙө беләм, үҙем килермен.

– Рәхим итегеҙ, мин һәр ваҡыт өйҙә, бигерәк тә төштән һуң.

Ләйсән сәй өсөн рәхмәт әйтеп, һаубуллашып сығып китте. Рәмил менән бергә булған минуттар уға ниндәйҙер йылылыҡ, рәхәтлек биргәндәй итте. Ваҡытлыса ғына булһа ла, күңелендәге моңһоулыҡ таралғандай булды. Рәссамға аҙ булһа ла ярҙам итеүенә шатланды. Киләсәктә лә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк булыр, тигән уйға килде. Талант эйәһе юҡҡа сыҡмаһын! Рәссамдың күҙҙәрендә моңһоулыҡ күрҙе. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, барыһы ла күҙҙәрендә сағыла ине. Күрәһең, ҡатыны менән булған ваҡиға күңеленә тыныслыҡ бирмәйҙер. Ауыр кисерәлер. Ләйсәнгә Рәмил йәл булып китте. Күңеле насар кешегә оҡшамаған бит!

Ошо уйҙар менән подъездан сыҡҡас, битенә һалҡын һауа килеп бәрелде. Ул нимәнәндер арындырғандай, үҙ асылына алып ҡайтҡандай итте. Башына шунда уҡ, мин нимә эшләйем ул, тигән һорау килде. Ирек белеп ҡалһа, ахыры яҡшы тамамланмаясаҡ бит! Картина өсөн килгәнен белһә лә, үҙеңде кәмһетеп, минең башымдан көлөп йөрөйһөң, тиәсәк. Был уйҙарҙан Ләйсәндең тәне зымбырҙап китте. Таксиға ултырмаҫҡа булды, йәйәү ҡайтасаҡ. Башындағы уйҙарын, үҙенең ҡыланыштарын аңлап бөтөргә кәрәк уға. Былайтып йөрөргә нимә сәбәпсе – иң беренсе шуны аңлау фарыз. Туҡта! Ирек үҙе ғәйепле түгелме? Бала тапҡан булһа, шулай йөрөр инеме? Әлбиттә, юҡ. Өйҙә бәләкәсен ҡарап ултырыр ине. Үҙе ғәйепле, үҙе, тип ҡабатлай-ҡабатлай, атлаған һайын аҙымдарын ышаныслыраҡ баҫты. Иртәгә үк дауаханаға барасаҡ. Етте, күпме балаһыҙ йәшәп була?! Кемдер бала таба алмай ғазаплана, ә ул сәләмәт көйө балаһыҙ йөрөй. Бер көн килеп һуң булып ҡуйыуы ла бар, ул ваҡытта үҙен ғәфү итә алмаясаҡ. Бала булмағас, Ирек тә һыуынасаҡ. Ул саҡта нимә эшләр? Бөгөн ҡайтҡас та Ирек менән ошо турала һөйләшәсәк, уның һүҙенән сыҡмай күпме йәшәргә була? Бала тауышын ишетһә, ул да һөйөнөр. Эштән дә иртәрәк ҡайта башлар.

Рәмил менән осрашыу ҙа уға шундай уйҙарға килергә этәргес булғандыр. Кеше был донъяла ниндәйҙер өмөт, ышаныс менән йәшәргә тейештер. Рәмил картиналар яҙып йыуаныс таба. Ә Ләйсән нимә менән күңелен йыуата һуң? Бушҡа үткән ғүмер, фатирындағы байлыҡ менәнме? Киләсәккә нимә ҡалдыра һуң ул? Рәмилдең картиналары ҡаласаҡ, кем булһа ла иҫкә аласаҡ, ә Ләйсәнде кем иҫкә алыр? Бала тапмаған ҡатын-ҡыҙҙың киләсәге юҡ, сөнки уға кешелекте дауам итеү вазифаһы тапшырылған. Ләйсән ошо уйҙарынан һуң аҙымын тиҙләтте. Әкрен барһа, һуңлар, ваҡыты уҙып китер төҫлө тойолдо уға. Кемдеңдер, Ләйсән апай, тип өндәшеүенә лә иғтибарламай, атлауын белде. Үҙ исемен икенсегә ишеткәс, туҡтап ҡалды. Артҡа боролдо. Коляска этәреп барған йәш ҡатын уға өндәшә икән.

– Ләйсән апай, һеҙме?

– Эйе, мин...

– Мине танымайһығыҙмы ни? Ауылдашығыҙ Гүзәл булам.

– Сабир ағайҙың Гүзәлеме?

– Эйе.

– Хәлең нисек, Гүзәл?

Һәйбәт, бына бәпес үҫтерәм, – тине лә ҡатын, балаһының өҫтөндәге юрғанын рәтләп ҡуйҙы.

– Ҡайҙа йәшәйһең?

– Ҡаршылағы дөйөм ятаҡта. Ирем заводта эшләй.

– Афарин, сабыйҙың исеме нисек була инде? – Ләйсән балаға эйелә биреп һораны.

– Салауат, – тине Гүзәл ниндәйҙер ғорурлыҡ менән.

– Батыр буласаҡ.

– Булһын инде.

Коляскала ятҡан сабый, әллә һөйләшкәнде ишетеп, күҙҙәрен асты. Янында ят кешене күреп, йылмайып ебәрҙе. Шул саҡ Ләйсәндең тәне буйлап быға тиклем кисерелмәгән йылылыҡ үтеп китте. Унда әсәлек хисе уянып киткәндәй булды. Сумкаһынан аҡса сығарып, Гүзәлгә һуҙҙы:

– Балаңды – батырыңды ҡотлап, – тине.

– Ләйсән апай, кәрәкмәй, аҡсабыҙ етә.

– Был бит бүләк, берәй нәмә һатып алырһың.

– Рәхмәт, Ләйсән апай.

– Ауылға ҡайтҡанығыҙ бармы?

– Ҡайтып торабыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итә, юғиһә ауыр булыр ине.

– Улар иҫән булһын. Һау бул, Гүзәл, батырҙы һау-сәләмәт итеп үҫтерегеҙ.

– Рәхмәт, Ләйсән апай, һау булығыҙ.

Баланың йылмайыуы Ләйсәндең күҙ алдынан оҙаҡ китмәне. Дөйөм ятаҡта йәшәһәләр ҙә, бала табырға уйлағандар, фатир юҡлығы ла ҡурҡытмай. Ә Ләйсән ҙур, иркен фатирҙа йәшәп тә һаман бала тапмаған. Быны нисек аңларға?

5

Автор:
Читайте нас