

5
Ҡыш урталары етте. Ҡаты һыуыҡтар менән буранлы көндәр алмашынып торҙо. Ирек элеккесә эшенән бушай алманы, Ләйсән ваҡытын телевизор ҡарап, китап уҡып үткәрҙе. Яңғыҙ моңайып ултырған саҡтарында Рәмилде иҫенә төшөрҙө. Ул нимә эшләп ята икән? Уның хәлен бик белгеһе килһә лә, барырға ашыҡманы. Һатып алған картинаһын да алмаған әле. Ни эшләптер һуңғы көндәрҙә Рәмил йыш иҫенә төшә башланы. Оноторға теләгән һайын йышыраҡ күҙ алдына баҫа.
Ирек Мәскәүгә ун биш көнгә командировкаға китте. Ун биш көн өйҙә бер үҙе буласаҡ Ләйсән. Ошолай йәшәүҙән ул шул тиклем ялҡты, үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй. Шул саҡ уның Рәмилдең хәлен белгеһе килеп китте. Был теләге шул тиклем көслө ине, хатта ул үҙ-үҙенә ҡаршы килә алманы. Кейенеп-яһанды ла сығып китте.
Ҡатын-ҡыҙҙың башына берәй уй килһә, ул нисек тә уны тормошҡа ашырырға тырыша. Ҡаршы килеү сәмен арттырасаҡ ҡына. Нисек кенә булмаһын, теләгенә ирешәсәк! Был – ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү алымы. Шуға ла тормошта ҡатын-ҡыҙ үҙ юлын тиҙ табыусан, ауыр мәлдәрҙе еңелерәк үткәрә, көтөлмәгән хәлдәрҙә лә ҡаушап ҡалмай.
Ләйсән Рәмилдең фатиры ҡаршыһында туҡтап ҡалды. Шылтыратыу төймәһенә баҫырғамы, юҡмы, тигәндәй, бер аҙ баҫып торҙо. Баяғы батырлығы ҡайҙа булды һуң әле? Ни булһа ла булыр, тип төймәгә ике тапҡыр баҫып алды.
Шылтырау ишеткәс, Рәмил йүгереп тигәндәй барып, ишекте асты. Ҡатыны инде әллә, тик ул ғына ике тапҡыр шылтырата. Ҡатыны урынына Ләйсәнде күргәс, ҡаушап китте, бер аҙ ни әйтергә белмәй торҙо.
– Ләйсән?
– Һаумы, Рәмил.
– Һаумы, Ләйсән. Көтмәгәйнем...
– Әллә ваҡытһыҙ килдемме?
– Юҡ, юҡ. Инегеҙ. Килмәҫһегеҙ инде, тип өмөтөмдө өҙгәйнем, картинағыҙҙы ла саҡ һатып ебәрмәнем.
– Хәҙер ул минеке, һата алмайһығыҙ, – тине Ләйсән йылмайып.
– Шаярттым ғына, мин ундай кеше түгел.
Рәмил Ләйсәнде көн дә көттө. Телефон һандарын һорап алмағанына үкенеп бөттө, уны күрмәгән көндәр ғазап эсендә үткәндәй тойолдо. Әйтерһең дә, иң яҡын кешеһен, юҡ, туғанын көттө. Ул килеп инһә, донъяның йәмһеҙлеге, мәшәҡәте юҡҡа сығыр кеүек тойолдо. Тик бөгөн генә көтмәгәйне. Бөгөн ҡатынын көтә ине. Уның килә торған көнө.
Ләйсән түргә уҙғас, өҫтәлде күреп:
– Берәйһен көтә инегеҙме?
– Юҡ, береһен дә көтмәнем, бәлки... Минең тыуған көнөм бөгөн.
– Ҡотлайым!
– Рәхмәт.
– Өҫтәл әҙерләгәнһегеҙ...
– Ҡатыным килеп сығыр, тип кенә әҙерләнгәйнем. Былтыр тыуған көндә килгәйне. – Рәмилдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
– Ҡатының әллә нимә уйлар, булмаһа, ҡайтайым, – тип Ләйсән ишек яғына атлай башланы.
– Ләйсән, мине ауыр хәлдә ҡалдырмағыҙ инде, килһә лә, беҙ законлы айырылышҡанбыҙ. Ул бер нәмә лә әйтмәҫ, – тине Рәмил ялбарыулы тауыш менән.
– Бәлки, яңынан бергә йәшәй башларһығыҙ.
– Ләйсән, тыуған көнөмдә шатлығымды бер үк боҙмағыҙ, зинһар. Һеҙҙе күреүемә ихлас шатмын. Өҫ кейемегеҙҙе элеп ҡуйырға рөхсәт итегеҙ.
Ләйсән ҡайтырға уйламаны ла – был осрашыуҙы нисә ай көттө бит! Ихтыярына ҡаршы, Рәмил гел иҫенә төштө. Атаһыныҡына оҡшаған күҙҙәрҙе тағы күргеһе килде. Етмәһә, өйҙә яңғыҙы ни эшләп ултырһын? Башҡа барыр урыны юҡ.
– Тыуған көнөңә бүләгем дә юҡ, уңайһыҙ бит әле, – тигән булды Ләйсән, һөйләшеүҙе “һин”гә күсереп.
– Һин үҙең бүләк. Әлдә килгәнһең әле, – Рәмил дә “һин” тине. – Әйҙә, Ләйсән, өҫтәл артына ултырайыҡ, тыуған көндө билдәләп үтәйек инде. Һиңә нимә ҡояйым: ағынмы, ҡыҙылынмы?
Ләйсән шарап тигәс, бик өнәп етмәһә лә, үҙенә лә шарап һалды.
– Тыуған көнөң менән, Рәмил! Ижади уңыштар теләйем.
– Рәхмәт.
– Алдағы көндәрҙә картиналарыңды күргәҙмәлә күрергә яҙһын.
– Шулай булһын, – Рәмил бөтөргәнсе эсеп ҡуйҙы, Ләйсәнде лә ҡыҫтап, бокалын бушаттырҙы. Тағы икеһенә лә ҡойҙо. Шунан, ҡыйыуланып китеп:
– Ә был тосты, Ләйсән, һинең хөрмәткә, минең тормошома килеп инеүең, күңелемде дәртләндереп, көс биреүең өсөн күтәргем килә. Рәхмәт. Һиңә ғүмерем буйына бурыслы булып ҡаласаҡмын. Тормошоңда бәхет теләйем.
– Мин осрамаһам да, һин юғалып ҡалмаҫ инең. Һин бик талантлы кеше, – тине Ләйсән бокалын тотоп. Икенсе бокал да бушаны.
– Бөтөнләй онота яҙғанмын бит, – тип Рәмил һикереп торҙо. – Духовкаға тауыҡ ҡуйғайным, көймәһә генә ярар ине.
Бер нисә секундтан Рәмил алһыуланып бешкән тауыҡты өҫтәлгә килтереп тә ҡуйҙы.
– Аш-һыуға оҫта икәнһең, – тине Ләйсән пар сығарып торған тауыҡҡа ҡарап.
– Әллә инде, тырышам шунда, – тигән булды Рәмил. Әсәһенә бәләкәйҙән үк ярҙам итеште. Студент сағында ла үҙенә бешерергә тура килде. Хатта ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың ҡулынан килмәгән ризыҡтарҙы ла әҙерләй ине. Өйләнеп, бер йыл торғас, ҡатынының эштән ҡайтыуына аштар бешерҙе. Ҡатыны, бик тәмле, тип маҡтағас, бер ҡатлы Рәмил быны үҙенсә аңлап, аш-һыу бүлмәһендә ваҡытын күберәк үткәрҙе. Күңеле булһын, тип аш-һыуҙы төрләндереп торҙо. Тик аралары һыуына башлағас ҡына, ҙур хата эшләүен аңланы. Ҡатыны ла, йөрәген яндырып, ашарға бешереүҙән башҡа нимә эшләй алаһың, тип асыуланышҡан һайын әйтеп килде. Рәмилдең уны яратҡанға бешергәнен ҡатыны аңламаны, булһа кәрәк. Яҡшылыҡ эшләүҙән дә ғәйеп тапҡан ҡатынына үпкәләне. Был ҡатындарға бер нисек тә ярап булмай, тип башҡаса аш-һыу бүлмәһенә аяҡ баҫманы. Ләкин ҡатыны ла унда инмәҫкә өйрәнеп алғайны инде. Ул аптырап ҡалманы – ашханала ашап ҡайта башланы.
Тауыҡты ашап ҡарағас, Ләйсән маҡтаһа ла, Рәмилдең артыҡ иҫе китмәне, ҡатын-ҡыҙҙар маҡтарға тейеш инде, тип уйланы.
Ләйсән оҙон-оҙаҡ ултырырға ярамағанын белә, шуға рәхмәт әйтеп, урынынан ҡуҙғалды. Рәмилдең бер аҙға булһа ла ҡал инде, тигән өгөтләүенә лә күнмәне.
– Асыуланма, ҡайтырға кәрәк, өйҙә көтәләр, – тине. Дөрөҫ булмаһа ла, шулай тип әйтергә мәжбүр булды.
– Рәхмәт, Ләйсән. Картинағыҙҙы алаһығыҙмы? – тине Рәмил тағы ла “һеҙ”гә күсеп.
– Бөгөнгә юҡ, кәрәк саҡта алырмын.
– Телефон һандарығыҙҙы әйтмәҫһегеҙме? Кем белә, бәлки, шылтыратырға тура килер.
– Хәҙер.
Рәмил тиҙ генә ҡағыҙ киҫәге табып килтерҙе. Телефон һандарын биреүсе Ләйсән дә, алыусы Рәмил дә эстән генә һөйөнөп ҡуйҙылар.
6