Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Июль 2023, 10:55

Роберт Миңнуллиндың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ

Билдәле булыуынса, шағир һүҙҙәренә бихисап йырҙар яҙылған. Һеҙгә айырыуса ниндәй йырҙары оҡшай? 

Роберт Миңнуллиндың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙРоберт Миңнуллиндың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ
Роберт Миңнуллиндың хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ

28 июлдә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Татарстандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Миңнуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә була. Сара шағирҙың тыуған төйәгендә, ауылдың Үҙәк китапханаһында ойошторола.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов хәбәр итеүенсә, иҫтәлекле сараларҙа абруйлы ҡунаҡтар: шағирҙың  хәләл ефете, ҡыҙы (Р. Миңнуллин исемендәге фонд етәксеһе) һәм туғандары, Мәҙәниәт министрлығы, район етәкселеге, Башҡорт ҡоролтайы, ике республиканың яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре, журналистар ҡатнаша.

Ҡунаҡтарҙы райондың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу күҙаллана. Шағирға арналған музейҙа әле төҙөкләндереү эштәре бара.

Сара барышында онлайн-конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү һәм рәхмәт хаттарын тапшырыу ҡаралған. Шағирҙың тауышы яңғыраясаҡ. Онлайн-конкурста ҡатнашыусылар Роберт Миңнуллин тураһында эссе-уйланыуҙарҙан өҙөктәр менән сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар башҡарыласаҡ.

Ләйлә Аралбаева

 

Автор:
Читайте нас